agidel 3 agidel 10 - bashkort.org_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе –...

192
ӘҘӘБИНӘФИС ҺӘМ ИЖТИМАҒИСӘЙӘСИ ЖУРНАЛ ЛИТЕРАТУРНОХУДОЖЕСТВЕННЫЙ И ОБЩЕСТВЕННОПОЛИТИЧЕСКИЙ ЖУРНАЛ Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге, Редакция коллективы. Учредители: Правительство Республики Башкортостан, Союз писателей Республики Башкортостан, Коллектив редакции. 1923 йылдың март айынан башлап сыға. Башҡорт телендә айына бер тапҡыр баҫыла. Издается с марта 1923 года. Выходит один раз в месяц на башкирском языке. АҒИҘЕЛ = АГИДЕЛЬ Өфө, март 2010 3(1044)

Upload: others

Post on 17-Jun-2020

18 views

Category:

Documents


0 download

TRANSCRIPT

Page 1: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ӘҘӘБИ�НӘФИС ҺӘМ ИЖ ТИ МАҒИ�СӘЙӘСИ ЖУР НАЛ

ЛИ ТЕ РА ТУР НО�ХУ ДО ЖЕ СТ ВЕН НЫЙИ ОБ ЩЕ СТ ВЕН НО�ПО ЛИ ТИ ЧЕ С КИЙ ЖУР НАЛ

Ой о ш то ро усы ла ры:

Башҡ ор то с тан Ре с пуб ли каһы Хөкүмәте,Башҡ ор то с тан Яҙ ы у сы лар бер ле ге,Ре дак ция кол лек ти вы.

Уч ре ди те ли:

Пра ви тель ст во Ре с пуб ли ки Баш кор то с тан,Со юз пи са те лей Ре с пуб ли ки Баш кор то с тан,Кол лек тив ре дак ции.

1923 йыл дың март ай ы нан ба ш лап сы ға.Башҡорт телендә айына бер тапҡыр баҫыла. Из да ет ся с мар та 1923 го да. Выходит один раз в месяц на башкирском языке.

АҒИҘЕЛ = АГИ ДЕЛЬ

Өфө,март2010

3(1044)

Page 2: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Жур нал Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм масса коммуникациялары өлкәһендә күҙәтеүбуйынса федераль хеҙмәттә 2009 йыл дың 14 авгусында теркәлде.

Та ныҡ лыҡ ПИ № ФС�37206.

Жур нал ре дак ци я ла ком пью те рҙа йый ыл ды һәм биттәргә һа лын ды.Ба ҫ ыр ға ҡул ҡуй ыл ды 01.03. 2010. Офсет ҡа ғыҙы. Фор ма ты 70х100 1/16.

“Times” гарнитураһы. Оф сет ысу лы менән ба ҫ ыл ды. Шарт лы ба ҫма та баҡ 15,6. Иҫәп нәш. та баҡ 18,1.

Ти ражы 4 571 экз. Һатыуҙа хаҡы ирекле. За каз № 2.0023.10.

Бе ҙҙ ең ад рес: 450001, Башҡ ор то с тан Ре с пуб ли ка һы,Өфө ҡа лаһы, Ок тябрь про спек ты, 2, 4�се ҡат.

«Ағиҙел» журналы редакцияһы.Наш ад рес: 450001, Ре с пуб ли ка Баш кор то с тан,

г.Уфа, про спект Ок тя б ря, 2, 4�й этаж.Наш адрес в Интернете: [email protected].

http://agidel.pressarb.ru.

Баҫма Матбуғат һәм киң мәғлүмәт коммуникациялары буйынса федеральагентлыҡтың финанс ярҙамында сығарылды.

Выпуск издания осуществлен при финансовой поддержкеФедерального агенства по печати и массовым коммуникациям.

Башҡ ор то с тан Ре с пуб ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты»дәүләт уни тар пред при я ти еһ ын да ба ҫ ыл ды.

(450001, Өфө ҡа лаһы, Ок тябрь про спек ты, 2).От пе ча та но в Государственном унитарном предприятии

Республики Башкортостан «Уфим ский по ли гра фком би нат».(450001, г.Уфа, пр.Ок тя б ря, 2).

Бан кы ла беҙҙ ең рек ви зит тар: жур нал «Аги дель» ИНН 0274014887р /с 40602810200830000004, к/с 30101810600000000770

филиал ОАО «Ура ло�Си бир ский» банк г.Уфы, БИК 048073770

©«Ағи ҙ ел», 2010 (3, 1044)

Баш мөхәррир

Әмир ӘМИНЕВ

Мөхәрририәт:

Роберт БАЙЫМОВ, Рауил БИКБАЕВ, Рәмил ЙӘНБӘК (баш мөхәррир урынбаҫары),Марат КӘРИМОВ, Фәнил КҮЗБӘКОВ (бүлек мөхәррире),Фәнил ҠОҘАҠАЕВ, Ноғман МУСИН, Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ, Сабир ШӘРИПОВ (бүлек мөхәррире),Әмир ЮЛДАШБАЕВ.

Редакция хеҙмәткәрҙәре:

Гөлназ Ҡотоева (яуаплы сәркәтип),Мәхмүт Хужин (бүлек мөхәррире),Ләйсән Мараҡанова (өлкән мөхәррир), Харис Сәғитов (баш мөхәррирҙең хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары),Гүзәлиә Тутаева, Әлфиә Махиянова (корректорҙар), Рәйсә Камалетдинова, Ләйсән Ишембәтова (компьютерҙа йыйыусылар), Роза Шәйнурова (компьютерҙа нәшергә әҙерләүсе),Рима Нәзифуллина, Зөлфиә Биктимерова (бухгалтерҙар).

Page 3: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Бөйөк Еңеүгә – 65 йыл!Мәүлит Ямалетдин. Һәйкәл. Н о в е л л а . .........................................5Түләк Ғирфанов. Пулеметсы Сәхи. Х и к ә й ә . ................................24

СӘСМӘ ӘҪӘРҘӘР

Әмир Әминев. Бер кәмәлә... П о в е с т ь . .........................................32

ШИҒРИӘТ

Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Төн. Ш и ғ ы р ҙ а р . .................................70Рита Фәтҡуллина. «Һағышымдың сере шул икән…»Ш и ғ ы р ҙ а р . ....................................................................................77Гөлнара Хәлфетдинова. Тиңһеҙлек. Ш и ғ ы р ҙ а р . .......................82

ПУБЛИЦИСТИКА

Мәүлиҙә Яҡупова. Баҫма уҡыусыһы менән ҡиммәт. ......................90

РУХИ ХАЗИНАЛАР

Рәшиҙә Ғиззәтуллина. Башҡорт халыҡ ижадында йогатәғлимәте сағылышы. .......................................................................96

БАШҠОРТ ЙЫЛЪЯҘМАҺЫ

Ғариф хәҙрәт Ғабдрахманов. Әхмәтзәки Вәлидиһәм Дәрдмәнд. .................................................................................111

2010 – Республика йылыӘнисә Таһирова. «Тоғролоҡто еңер көстәр юҡ…» Анна Ахматова, Ольга Берггольц, Юлия Друнина,Вера Инбер, Николай Некрасов, Римма Казакова,Мария Петровых, Людмила Татьяничева, АлександрПушкин, Марина Цветаева. Ш и ғ р и т ә р ж е м ә л ә р ... ............117

ӘҘӘБИ ТӘНҠИТ

Фәнил Күзбәков. Илде имләр ил инәһе(Факиһа Туғыҙбаева ижады хаҡында). ..........................................128Әнғәм Хәбиров. Сабырлыҡтың төбө – һары алтын(Гөлнур Яҡупованың шиғриәте хаҡында.) .....................................142Фәнирә Ғайсина. Аҡмулла ижадына бер ҡараш. ..........................152Тләктәс Туҡһанбаева. Аҡмулла һәм ҡаҙаҡ әҙәбиәте. ..................156

ЯҘМЫШТАН ҺЫҘМЫШ ЮҠ

Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов. Тере тарих. ..........................................158

Бөйөк Еңеүгә – 65 йыл!Рим Гәрәев. Туймазылар – Бөйөк Ватан һуғышында. ...................179

БЕҘҘЕҢ ЮБИЛЯРҘАР

Сабир Шәрипов. Ҡәләме тайгала юнылған(Камил Зиганшинға 60 йәш). ..........................................................187

ӘҘӘБИNМӘҘӘНИ МӨХИТ

2010 – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йылыМәхмүт Хужин. Һәр кемдең гражданлыҡ бурысы. ........................192

БЫЛ ҺАН ДА:

Page 4: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

65 лет – Великой Победе!Маулит Ямалетдин. Обелиск (новелла).Т.Гирфанов. Пулеметчик Сахи (рассказ).

ПРОЗАА.Аминев. В одной лодке (повесть).

ПОЭЗИЯТ.Давлетбердина, Р. Фаткуллина, Г.Хальфитдинова (стихи).

ПУБЛИЦИСТИКАМ.Якупова. Издание весомо читателями.

ДУХОВНЫЕ СОКРОВИЩАР.Гиззатуллина. Элементы йоги в башкирском народном творчестве.

БАШКИРСКАЯ ЛЕТОПИСЬГ.Габдрахманов. Ахметзаки Валиди и Дардменд.

2010 – Год РеспубликиА.Тагирова. «Нет силы, которая бы победила верность…» А.Ахматова,О.Берггольц, Ю.Друнина, В.Инбер, Н.Некрасов, Р.Казакова, М.Петровых,Л.Татьяничева, А.Пушкин, М.Цветаева (переводы).

ЛИТЕРАТУРНАЯ КРИТИКАФ.Кузбеков. Целитель духовности народа (о творчестве Ф.Тугузбаевой).А.Хабиров. Параллели: лирический герой и автор (о поэзии Г.Якуповой).Ф.Гайсина. Один взгляд на творчество Акмуллы.Т.Туксанбаева. Акмулла и казахская литература.

ЭТО – СУДЬБАР.Вахитов. Живая история.

65 лет – Великой Победе!Р.Гареев. Туймазинцы в Великой Отечественной...

НАШИ ЮБИЛЯРЫ С.Шарипов. Перо, отточенное в тайге (60 лет Камилю Зиганшину).

ЛИТЕРАТУРА, КУЛЬТУРА

2010 – Год Всероссийской переписи населенияМ.Хужин. Гражданская обязанность каждого.

В НА ШЕМ НО МЕ РЕ:

Те ле фон дар:Баш мөхәррир – 277�76�88 (факс)Баш мөхәррир урын баҫа ры һәм яу ап лы сәркәтип – 274�89�65Баш мөхәррирҙең хужалыҡ эштәре һәм подписка буйынса урынбаҫары –292�77�60 (факс)Ши ғ риәт һәм сәнғәт, тәнҡит, публицистика бүлектәре –277�87�73Про за бүлеге – 277�87�50Бух гал терия – 277�78�90 (факс)

=Ре дак ция фе ке ре ав то рҙ ар фе ке ре менән тап килмәҫкә лә мөмкин.=Ре дак ци я ға килгән ҡулъ я ҙ ма лар ре цен зи я лан май һәм ки ре ҡай та рыл май.=Жур нал да сыҡҡ ан яҙ ма ла рҙы күсе реп ба ҫҡ ан да «Ағи ҙ ел»дән алын ған лы ғын күрһәтеү мот �лаҡ.=Нәшриәт ғәйе бе менән киткән ете шһе ҙ лектәр өсөн ре дак ция яу ап бирмәй. Улар хаҡында223�76�62 те ле фо ны менән хәбәр итергә кәрәк.

Page 5: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

1945 – 2010… Бөйөк Еңеүгә – 65 йыл!

1945 йылдың 9 майында Фрунзе исе мен дәге Үҙәк аэ ро дромға

«Ли�2» са мо леты тө шә – ул Мәс кәүгә фашистик Гер манияның ка �

пи ту ляцияһы ха ҡын дағы Акт ты алып килә. Дүрт йыл ға һуҙылған

афәт ле ҡан ҡо йошҡа нөктә шулай ҡуйыла.

Бөйөк Еңеү юбилейы быйыл айырыуса ҙур ҡо лас, оло ғо рурлыҡ

ме нән Рә сәй ҙә генә тү гел, донъ яның байтаҡ ил дә рен дә бил дә лә нә �

сәк. Байрамға әҙер лек Баш ҡорт ос та ныбыҙҙа ла дәр рәү бара.

Мөһим саранан, әлбиттә, «Ағиҙел» журналы ла ситтә ҡал май:

ре дакция көн дә тиерлек фронт һәм тыл ве те ран да рына арналған

төрлө жанрҙағы әҙәби әҫәр ҙәр, очерктар, иҫ тә лек тәр һ.б. ҡабул

итә.

Яңы рубриканы М. Ямалетдиндың «Һәйкәл» исемле новеллаһы

ме нән асабыҙ.

М ә ү л и т Я М А Л Е ТД И Н

Һ Ә Й К Ә Л

Н О В Е Л Л А

Барыһы ла Ташъяр ауыл Советының хакимиәт башлығы КүкбүриндеңҺағынбайға килеп төшөүенән башланды. Егерме генә өйҙән торған был ауылуның ҡулындағы биләмәләрҙең береһе ине. “Үҙ ҡарамағындағы ауыл булғас, йө Nрөй инде”, – тиеүҙәре бар. Уныһы дөрөҫ, халыҡ юҡҡа ғына хакимиәт баш лыҡ Nтарын “әҙәм көтөүселәре” тип атамай. Бигерәк тә бынау үҙгәртеп ҡороуҙарҙанаҙаҡ уларға бирелгән киң вәкәләттәрҙән һуң элекке силсәүиттәргә ҡаратаихтыяж бермәNбер артты. Ә ихтыяж тигәне үҙенәнNүҙе уларҙың абруйҙарынарттырып ебәрҙе.

Әлбиттә, дәрәжәне бермәNбер арттырған хоҡуҡ үҙе генә бирелмәй түрәгә –уның “бурыс” тигән игеҙәге була. Улар дини тәғлимәттәге ике фәрештә һымаҡ

Мәүлит Ямалетдин (1947) – билдәле шағир, яҙыусы һәм ҡурайсы. Ул оҙаҡ йылдар Учалыяҙыусылар ойошмаһына етәкселек итте, әле лә ошо ҡалала йәшәй һәм ижад итә.Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Муса Мортазин исемендәге премиялауреаты.

Page 6: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем берәйвазифалы кешенән: “Ҡара әле, Фәлән Төгәнович, һинең бурыстарың ниҙәрҙәнғибәрәт?” – тип һорарға батырсылыҡ итер икән? Миҫалға шул уҡ Күкбүриндеалайыҡ: ул Ташъяр ауыл Советында хакимиәт башлығы булып икенсесаҡырылыш эшләй, тик ундай һорау менән мөрәжәғәт иткәндәрен хәтерләмәй.Һораған хәлдә лә ул быға аныҡ ҡына яуап бирә алмаясаҡ. Икенсенән,түрәләрҙең важибәте менән ҡыҙыҡһыныу кемдең башына килһен?

Ә бына хоҡуҡ мәсьәләһенә килгәндә, вазифа эйәһен хатта ете төн уртаһындауятып һораһаң да, ул быға шартлатып яуап бирәсәк. Миҫал артынан әллә ҡайҙайө рөй һө юҡ, эргәбеҙҙә – Күкбүрин. Хакимиәт башлығы хоҡуҡтарын белеүбуйынса уны башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Дөрөҫ, вәкәләт сиктәренән үтепкиткән саҡтары ла булғылай. Ләкин был фани донъяла кемебеҙ фәрештә?

Күкбүринде фәрештәнән айырып тороусы етешһеҙлектәрҙең береһе – уныңаҙна һайын бер ауылда ҡунаҡ булыуы. Быны етешһеҙлек, етди кәмселек рәтенәиндереүе лә ҡыйын, сөнки бында хакимиәт башлығының ғәйебе ана ғына тораинде. Әлеге күренеште ауыл кешеләренең үҙҙәре тарафынан булдырылған үҙен Nсә лекле йола тип атаһаң, ғәҙелерәк булыр. Ни генә тиһәң дә, тыуғандан үлгәнгәҡә ҙәр түрәләрҙең күҙенә ҡарап торғас, уларға күҙҙәй тултырылған рюмка ашабағыу хәйерлерәк. Бармаҡтар тигеҙ булмағандай, кешеләр ҙә төрлө. Ҡайһыберәү ҙәр, мәҫәлән, вазифалы әҙәмдәр менән бер ултырыуҙы бер ғүмер итепкүрә, ҙур мәртәбәгә һанай.

Был йоланың үҙе биләгән вазифаға бәйле һәм яҡты донъя кеүек үк фани икә Nнен бик яҡшы аңлаған Күкбүрин уны еренә еткереп үтәү маҡсатында, ғәҙәттә,ат менән килә ине. Һүҙ ыңғайында шул да мәғлүм булһын: был – ябай халыҡтыҡот осҡос тиҙлек менән ярлыландырыу иҫәбенә төрлө кимәлдәге түрәNҡараныңҡатлыNҡатлы йорттар һалған, үрмәксенән күрмәксе тигәндәй, берNбер артлы ситил автомобилдәренә күсеп ултырған дәүере ине. Шул осорҙа ярайһы уҡ иләнгән,иҫәптән юйыуға яҡынлашҡан иҫке машиналарын район етәкселәре урындағыха кимиәт башлыҡтарына ла бүлде. Йәнәһе, заман башҡа – заң башҡа, күк бейәегеп йөрөр ваҡыттар артта ҡалды.

Күкбүрингә элек һалым инспекцияһы начальнигы йөрөгән “Москвич – 412”маркалы автомобиль эләкте. Шаҡтай туҙған булһа ла, ауыл араһында йөрөргәярай. Урыҫ әйтмешләй: “Бүләк ителгән аттың тешенә ҡарамайҙар”. Төҫө аҡһылNһары булғанлыҡтан, Күкбүрин уны мәрәкәләп кир айғыр тип йөрөтә.

Башта ул, үҫә барған абруйын тейешле кимәлдә тотор өсөн, әлеге кирайғырҙы йола үтәү маҡсатында файҙаланырға уйланы. Тик машина бындай се Nте рекле эшкә яраҡһыҙ булып сыҡты. Дөрөҫ, Күкбүрин берNике мәртәбә ҡу наҡ Nтан ниндәйҙер мөғжизә менән именNаман ҡайтты. Әммә өсөнсөһөндә, ошоҺағынбай ауылынан ҡайтып барышлай, юлдың кинәт боролған киҫемендә иҫе Nрек баштан тормоз урынына газ педаленә баҫты. Күкбүрин уныNбыны аңлап таөлгөрмәне, бер яғы юл ситендәге канауға төшкән автомобиль түңкәрелде лә“дыңҡ” итеп кире дүрт тәгәрмәскә ултырҙы. Әллә кир айғыр аҡыллы булып сыҡ Nты, әллә хакимиәт башлығын һаҡлап йөрөүсе фәрештәләр уяу ине. Ҡалай бул һала, килер ҡаза ошоноң менән бөттө: машинаның берNике урыны йәмшәйеп,буяуы һыҙырылды, ә хужа еңелсә ҡурҡыу менән ҡотолдо.

Ошонан һуң Күкбүрин ныҡлы ҡарарға килде: машинаны маҡта ла ҡунаҡҡа атменән йөрө! Ысынлап та, атҡа етәме һуң?! Арбаға йәки санаға менепултырырлыҡ, артабан дилбегә ҡағырлыҡ хәлең булһа, шул еткән. Ҡалған яғынаҡыллы малҡай үҙе белә. Ҡырын ятҡан килеш, саф һауала берсә ҡалғып, берсәсеремгә талып килә торғас, ҡайтып еткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Ҡыҫҡаһы,тормошо көйлө хакимиәт башлығының, кәйефе күтәренке. Ә күңел көр булғас,

6 Һәйкәл

Page 7: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

донъя ла матур. Бынау лертNлерт юртып барған ат күндәм, уға ҡарағанда халыҡкүндәм. Үҙе килеп тороп ҡунаҡсыл. Күкбүрин аҙна башындағы айыҡсаҡтарында ошо хаҡта уйлай ҙа ғәжәпһенеп ҡуя. Хоҙайҙан махсус рәүештәтеләһәң дә улай булмаҫ: уның ҡарамағында дүрт ауыл. Ә бер айҙа, Күкбүриндеңяратҡан һүҙҙәре менән әйткәндә, как раз дүрт аҙна. Ысынлап та, өҫтән кемдерюрамал билдәләгән һымаҡ, әлеге йола мәжлесе ай һайын бер ауылға тура килә.

“Силсәүит килгән!” тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә таралды. Шулай булмай ни,кескәй ауылда барыһы күҙ алдында, һәммәһе ҡолаҡ төбөндә. Ошоға арнапһағынбайҙар үҙҙәренә лаҡап сығарған: “Беҙҙең ауылдың бер осонда кикерһәңйәки һауа боҙһаң, икенсе осонда ишетелә”. Ысынлап та, ауылды ҡап уртағабүлеп көнсығышҡа аҡҡан кескәй йылғаның ике ярына теҙелгән егерме өйгәҡараһаң, башҡа: “Булыуы бик мөмкин”, – тигән уй килә. Ләкин уныһы осҡоркүҙле, һаҡ ҡолаҡлы кешеләр өсөн. Ил тигәндең кеме юҡ, тигәндәй, Һағынбайҙа,һәр ерҙәге кеүек үк, ҡолаҡтары насар ишеткән, күҙҙәре хөртөрәк күргәндәр ҙәюҡ түгел ине. Улар был ваҡытта үҙҙәре һымаҡ уҡ ҡыҙыҡһынып ҡапҡа төптәренәсыҡҡан әлеге үткер күҙле, һаҡ ҡолаҡлыларҙан: “Нимә менән килгән?” – типһорай ине. Уларға: “Машинаһы менән!” – тигән яуаптар яңғыраны. Бынан һуңбарыһы ла аңланы: тимәк, ҡунаҡ яйы менән түгел, ә берәй эш менән йөрөй.

Ул арала ауылдың көньяҡ өлөшөндәге мәктәп эргәһенә туҡтаған Күкбүринмашинаһының бипелдәгенә өс мәртәбә баҫып алды. Бипелдәктең моңло ауазыҺағынбай халҡына: “ЫсNходNҡаNа!”– тип ишетелгәндәй булды. Уныһы ғәжәптүгел, сөнки ауыл халҡы өйрәнеп бөткән: башлыҡ мәктәп алдына туҡтаһа – сходбула тигән һүҙ. Бынан бер аҙна элек дөйөм йыйылыш та шунда үткәйне. Уныңкөн тәртибендә бер генә мәсьәлә – ауыл көтөүен ойоштороу ҡаралды. Шуға күрәдәррәү рәүештә мәктәп яғына ыңғайлаған кешеләрҙең береһе булмаһаикенсеһе: “Тағы нимә булып китте икән?” – тип уйламай ҡалмағандыр.

Сход урынына иң тәүҙә мәктәпкә ҡыялаш ҡына йәшәгән Мөхтәр ҡарт килепетте. Ул бик аҙ һүҙле ине, шуға күрә ҡушҡуллап күрешер алдынан:

– Һаумыһың! – тиеү менән сикләнде.Әле халыҡ йыйылғылағансы ваҡыт бар, шуның өсөн, улар берәмNберәм

хакимиәт башлығы менән хәлNәхүәл белешкән арала, Мөхтәр ҡарт тураһындаберNике ауыҙ һүҙ. Ул ҡырҡ йылдан ашыу тракторҙа эшләп пенсияға сыҡҡан. Һу Nғышта танкист булып хеҙмәт иткән. Шуғамылыр, ҡырҡ йыл тракторҙа эшләгәносорҙа бер тапҡыр ҙа артына боролоп ҡарамаған, тип һөйләйҙәр. Бәлки, үҙенһаман танк эсендә тип хис иткәндер, сөнки уның артта тәҙрәһе юҡ бит.

Миҫал менән нығытылмаған хәбәр ғәйбәт була, тиҙәр, шуға күрә әйтелгәндедөрөҫләп ҡуяйыҡ. Әле үҙгәртеп ҡороу тигән ғәләмәт халыҡтың төшөнә ләинмәгән саҡта совхоздың япон яуы һымаҡ малNтыуарына Урал яғында бесәнәҙерләйҙәр ине. Алыҫлығы утыҙ саҡрымлап булыр. Бер ҡышта әлеге Мөхтәр, улваҡытта ир уртаһы уҙаман, ике тейәүсене алып, бесәнгә бара. Ҡыштың көнөбилдәле: былар көрт яраNяра барып етеп, тейәнеп, ҡайтыу яғына ҡуҙғалғансы,ҡа раңғы төшә. Тейәүселәр, трактор кабинаһында тығылышып барғансы тип,йөк башында ҡайтырға була. Бесән өҫтөндә иркен, йомшаҡ, көн дә әллә ниһыуыҡ түгел. Дизель гөрөлдәүенә ҡолаҡты тондороп, газ һулап барғансы, хушеҫле бесән өҫтөндә ҡырын ятып, күктә емелдәшкән һанһыҙ йондоҙҙарҙы күҙәтепкилеүе мең артыҡ!

Шулай көйлө генә ҡайтып барғанда, һелкенеүҙәнме, әллә икенсе сәбәптәнме,сананың дүңгәләген ҡаптырып ҡуйған бармаҡ ысҡынып, йөк юл уртаһындаултыра ла ҡала. Өҫтәгеләр уныNбыны абайлап, ул ҡысҡырып, был һыҙғырып йөкбашынан төшкәнсе, Мөхтәр байтаҡ ара китеп тә өлгөрә. Бар, ҡыуып етеп ҡараһин уны! Өҫтәүенә, аяҡта быйма, өҫтә толоп.

Мәүлит Ямалетдин 7

Page 8: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Иң ҡыҙығы – уларҙың ярты юлдан шарпаңлап йәйәү ҡай тыу ҙа рында түгел, әтракторсының ауылға еткәнсе артына боролоп ҡарамауында. Мөхтәр совхоздыңбесәнлегендә тракторын туҡтатып, сананы ысҡындырайым тип кабинаһынантөшһә, унда – бушлыҡ…

Икенсе булып сход булаһы урынға елтәңләп Мөхәррәм килде. Бабай әлләҡайҙан уҡ урам яңғыратып:

– ҺаNа! Пәрүәз Лоҡманович килеп төшкән дәһә! – тип ҡысҡырҙы. Юғиһә, улһөрән ләмәһә, кешеләр кем килгәнен белмәй. Үҙенсә хакимиәт башлығынашулай ихтирамын күрһәтә, уны ҡупырайтып, баҙарын күтәрә инде. Күк бү рин Nдең әллә нисә тапҡыр һынағаны бар: исемен боҙоңҡорап әйтһә лә, барыберкүңелгә рәхәт, шайтан алғыры!

Ә инде ҡарттың ҡысҡырып һөйләшеүенән һынсыл уҡыусылар: “Моғайын,һаң ғырауҙыр”, – тигән һығымта яһағандарҙыр. Эйе, дөрөҫ һиҙемләгәнһегеҙ: улҡолаҡҡа ҡаты. Ләкин бабайҙың был кәмселеге тыумыштан түгел, ә тормоштан.Мөхтәр ҡарттың йәштәше булған Мөхәррәмдең бала һәм үҫмер саҡтарҙағыҡушаматы “буш йөрәк” була. Бындай ҡушаматтың юҡҡа бирелмәгәнен аң Nғараларҙыр: малайҙың донъяла ҡурҡмаған нәмәһе булмай. Һуғыш алдынанғына яланда көтөү көтөп йөрөгән ун алты йәшлек үҫмерҙе йәшен ата. Уныңйәнһәр тип әйтерлек кәүҙәһен ергә күмеп ҡотҡарып алып ҡалалар. Тик ошонанһуң Мөхәррәм ҡаты ҡолаҡ булып терелә. Уныһы ғәжәп түгел, ә был ваҡиғананаҙаҡ үҫмерҙең күңеленән ҡурҡыу тигән тойғоноң юҡҡа сығыуы – аптырарлыҡхәл. Кешеләр фиғелендәге һәр үҙгәрешкә һиҙгер халыҡ ошонан һуң, уныңҡушаматындағы бер генә хәрефте үҙгәртеп, “ҡуш йөрәк” тип йөрөтә башлай.

Хәрби хеҙмәт өсөн ҙур кәмселеге булғанлыҡтан, Мөхәррәмде, әлбиттә, һу Nғыш ҡа алмайҙар. Ләкин уның күңелендә 1943 йылдағы табиби комиссияныңҡарары менән ризаһыҙлыҡ тойғоһо йәшәй. Улай ғына түгел, әлеге хис тотошрәнйеүгә әүерелеп, йылдар үткән һайын көсәйә бара. Мөхәррәм ҡарт үҙенеңбыл ҡәнәғәтһеҙлектәрен әленәнNәле белдереп, ауылдаштарының хәтеренәтөшөрөп тора. Был хәтер яңыртыуҙар бигерәк тә Туғыҙынсы май алдынанматбуғатта һуғыш һәм ветерандар хаҡында һүҙ ҡуйырған осорҙа йышая. Уныңүҙенсә кире ҡаҡҡыһыҙ дәлиле түбәндәге әсенеүҙән ғибәрәт: “Их, мине һуғышҡаалмай әрәм иттеләр! Әгәр алһалар, мин ниместең күрмәгәнен күрһәтер инем!”Уға һаҡ ҡына ҡыялатып: “Һуң, нимес былай ҙа күрмәгәнен күреп, ҡыйратылдытү гелме?” – тип төрттөрөүселәр булғылаған. Ләкин Мөхәррәм ундайҙарҙыңауыҙын: “Мин барһам, һуғыш күпкә алдараҡ бөтөр ине”, – тип яптырыр булған.Әгәр ҡайһы берәүҙәрҙең ауыҙҙары һаман асыҡ торғанын күрһә: “Һәм ҡорбандарәҙерәк булыр ине”, – тип тә өҫтәгән, имеш.

Был осраҡта бабайҙы ғәйепләп тә булмай, сөнки бөтә ил буйлап һүҙ азатлығыиғлан ителгән. Имамына ҡара ла мәхәлләһен күр, тигәндәй, халыҡ бит илдең иңюғары етәкселәренән фәһем ала. Ана, яңыраҡ береһе: “Халыҡтың көнкүрешенасарайһа, рельсҡа ятасаҡмын!” – тип аҙарына ине. Ил ғауамының тормош хәлемөшкөлләнеүҙең сигенән үтеп китте, әммә баяғы ил етәксеһе үҙенең вәғәҙәһетураһында – ләмNмим. Әллә үҙҙәренең ауыҙынан сыҡҡан хәбәрҙе ҡолаҡтарыишетмәй микән? Мөхәррәм ҡартты аңларға мөмкин: ул, исмаһам, һаңғырау, әтегеләр бит ҡарамаҡҡа һапNһау.

Шулай ҙа һүҙ азатлығы мөмкинлектәрен бөтә тулылығында файҙаланыубуйынса ҡулын һыртҡа һалып, һуҙа баҫып сход урынына яҡынлашыусы Барыйҡартҡа тиңләшеүсе юҡтыр. Уның ялбыр ҡаштары артында йызлап торған те Nремек күҙҙәре, мыйығы аҫтына йәшеренгән йылмайыуы әллә ҡайҙан: “Беҙ – муткешенеке!” – тип ҡысҡырып торғандай. Уның эргәһендә Мөхәррәм ҡарт өй Nрәнсек кенә, сөнки, күреүегеҙсә, һуңғыһының репертуары самалы. Ә Барый

8 Һәйкәл

Page 9: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

бабай ға килгәндә, ул фәстерә башлаһа, ҡолаҡ ҡынаң һау булһын! Шундай итепһөй ләй – ышанмаҫ ереңдән ышанырһың. Хәбәренең инандырыу ҡеүәһе судьятиклем судьяны арбағас, башҡалар ни һан инде?!

Алдараҡ совхоз һарыҡтарының япон яуы һымаҡ ерҙе ҡаплап йөрөүе хаҡындаәйткәйнек инде. Күптәр был аҡыллы һәм йыуаш малҡайҙарҙың һыҡраһы тирәNяҡ мөхит өсөн ныҡ зарарлы икәнен белмәйҙер әле. Һарыҡ көтөүе йөрөгән ерҙәүлән тамырҙары ҡорой, еләк, сейә кеүек ҡыр ниғмәттәре юҡҡа сыға. Ҡыҫҡаһы,хөкүмәт өсөн файҙаһы күп булһа ла, халыҡҡа һәм тәбиғәткә зыяндан башҡаһыюҡ. Кешеләр быға ҡарата ризаһыҙлыҡтарын белдереп, халыҡ телендә әйткәндә,үҙNара бумпылдашып алалар ҙа, шуның менән – вәссәләм.

Нәҡ шул осорҙа, ябай халыҡтың уйын аңлап, уларға теләктәшлекбелдергәндәй, һарыҡ көтөүҙәренә әленәнNәле бүреләр һөжүм яһай ҙа ташлайторғайны. Ҡайһы саҡта бөтөнләй ояттарын юйып, әлеге ғәмәлдәрен көпәNкөн Nдөҙ башҡаралар. Ярай ҙа, берNике һарыҡты йығып ашау менән мөрхәтһенһәләр– ундай ҡырғын ваҡытында тиҫтәләрсә бәрәкәйҙе тамаҡлап ташлай былар.Әйтерһең, совхоз һарыҡтарының саманан ашҡанын һиҙеп, әҙ булһа ла уларҙыңиҫәбен кәметеү өсөн тырышалар.

Бер ваҡыт әлеге “урман санитарҙары” үҙҙәренә йөкмәтелгән яуаплы бурыстыүтәргә Барый көтөп йөрөгән һарыҡ өйөрөнә ташлана. Дөрөҫөн әйткәндә, ул кө Nтөп йөрөргә тейеш була, ләкин көн дә бер иҫкәрмәһе сығып торған тормоштаҡағиҙә буйынса ғына йәшәү мөмкинме һуң? Ул көндө Барый, һарыҡтарынашлығы урып алынған ҡамыл төбөнә ебәреп, үҙе яҡындағы һаҙлыҡ ситендә кә Nбән ҡойоп йөрөгән Мөхәррәмгә ярҙамға килә. Тикәйгә түгел, сөнки ул дәүерҙәбуштың атаһы әле үлмәһә лә, хәл өҫтөндә ине. Ә ауылда иң таралған түләү хаҡы– әлеге лә баяғы әсеNсөсө инде. Барый ҡарт уны ярата һәм иркәләп “йомшаҡ аш”тип йөрөтә. Һәр хәлдә, танауға үҙенсәлекле еҫе бәрелгән ундай эсемлекте күреүтүгел, хатта уйлаһа ла, тамағы ҡысытып ала ла китә.

Ҡыҫҡаһы, кәбәнде яртылағас, әлеге тамаҡ ҡымырйытыуына түҙә алмайынса,уны сылатырға ултыралар. Һүҙгә һүҙ ялғап, ваҡытты байтаҡ тауһытып ташлайулар. Бүреләр үҙҙәренең ҡара эштәрен башҡарыу өсөн ҡорҙаштарҙың тап шулкәбән төбөндә тамаҡ сылатҡан мәлен һайлай. Уларҙы юҡҡа ғына иң аҡыллыйыртҡыстарҙың береһе тип иҫәпләмәйҙәр шул.

Бүреләр тамаҡлап ташлаған иллеләгән ҡорбан өсөн совхоз етәкселеге кө төү Nсене судҡа бирә. Барый суд ултырышына тубыҡтары тишек салбар, һәләмәгә әй Nләнеп, унанNбынан мамыҡтары күренеп торған фуфайка кейеп бара. Ул йыл Nдарҙа суд, ғәҙәттә, тәләфләнгән мал хаҡын көтөүсенең өҫтөнә һала ла ҡайтараторғайны. Ундай ҡарарҙарҙы күп сығарған хөкөм эйәһе, күрәһең, протоколөсөн, Барыйға: “Йә, бабай, нисек булды хәл?” – тигән ғәҙәти һорауҙы бирә.

Ошонда Барый үҙенең тел оҫталығын эшкә ҡуша. “Нисек булһын, – типбашлай ул. – Көтөп йөрөй инем, бер мәл ҡараһам, һаҙҙан эркелешеп ун бер бүрекилеп сыҡты ла һарыҡтарға ташланды. Атым ҡамыл араһындағы ҡурпыныутлай, үҙем һалам төбөндә ултыра инем. Бүреләрҙән өркөп, ат ауыл яғынасапты, ә үҙем һалам өйөмөнә саҡ менеп өлгөрҙөм. Шулай ҙа бер нисәүһе килепетеп, тештәре менән салбарҙы йырта тартты, ҙурыраҡтары, өҫкәрәк ынтылып,фу файкамды өҙгөләп бөттө. Бына, һеҙгә күрһәтер өсөн шул кейемдәрҙе кейепкилдем… Әйтәм бит, һалам өйөмө булмаһа, үҙемде тотоп ашарҙар ине. Алай ҙаХоҙай араланы. Балаларҙың бәхетенәндер инде…”

Ошо ерҙә Барый, һөйләгәненең тәьҫир көсөн арттырыу өсөн, кеҫәһенән әбейеҡа шығаяҡ һөртөүгә тотонған, ҡоромға буялып бөткән сепрәк сығарып, күҙNҡашти рәләренә тейҙереп ала. Йәнәһе, киноларҙа күрһәтелгәнсә, йәшкәҙәгән

Мәүлит Ямалетдин 9

Page 10: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

күҙҙәрен ҡулъяулыҡ менән ҡорота. Аҙаҡтан, күңеле тулып, танауы епшегәнгәышан һындар өсөн, ат бышҡырыуын хәтерләтеп, әлеге сепрәккә һемгереп тәала.

Судья ҡатын уның һөйләгәндәренә, уларҙан да бигерәк ҡулъяулығыныңторошона ғәжәпһенеп:

– Балаларығыҙ нисәү һуң? – тип һорай.– Туғыҙ, – тип яуап бирә үҙ ижад емешенә үҙе ышана яҙып, тауышы ҡал ты N

ранған Барый.Әйткәндәй, был уның хикәйәһендәге дөрөҫлөккә тап килгән берҙәнNбер һүҙ

була. Ләкин көтөүсе бәйән иткәндең ҡалғандарын да ялған тип ҡара! Уны инҡаритер өсөн шаһиттар кәрәк. Геүаһтар сифатында Барый ҡарттың атын, тереҡалған һарыҡтарҙы, йә булмаһа бүреләрҙе саҡырып булмай бит инде. Шуға күрәрайон тарихында беренсе тапҡыр хөкүмәт малын зыянлатҡан көтөүсене аҡлапхөкөм ҡарары сығарған судьяны аңлауы ҡыйын түгел.

Әммә Барый ҡарттың күңелен уғата илһамландырған бер тема бар. Ул –һуғыш. Әгәр шулай әйтергә яраһа, ул ошо өлкәлә махсуслашҡан һәм үҙенһыуҙағы балыҡ һымаҡ тоя. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, ҡарт Шайморатовдивизияһы менән һаташа. Тағы ла теүәлерәк итеп тасуирлаһаҡ, башҡорт атлыдивизияһы тормошонан төрлө хәлNваҡиғалар һөйләргә ярата. Йәнәһе, ул һуғышваҡытында шунда хеҙмәт иткән дә үҙе шаһит булғандарҙы һүрәтләй.

Әгәр ҙә кемдер: “Был Барый тигәне һуғышта булмаған инде, моғайын”, – типуйлаһа, төптө яңылыша. Ҡорҙашы Мөхәррәмдән айырмалы рәүештә, уны яуғаяраҡлы тип табалар. Тик Барый ҡарттың ҡайһы фронтта, ниндәй дивизияла,ниндәйерәк ғәскәри төрҙә һуғышыуы хаҡында ул үҙе һәм әбейе генә беләауылда. Ҡалғандарға булды ни ҙә, ҡалды ни – кемгә ҡыҙыҡ ул хәҙергә көндә?Белһә, тағы хәрби комиссариат беләлер, ләкин ул алыҫта – район үҙәгендә.Барый ҡарттың ниндәйерәк ғәскәрҙәр сафында һуғышыуы йәнә Аллаға мәғлүм.Әммә юғары ҡөҙрәт эйәһе эстән генә: “Яуапҡа ҡаршыма килерһең әле, шилма”,– тип уйлап, мыйыҡ аҫтынан ғына көлөмһөрәй ҙә ҡуя инде ул.

“Был Барый осраған бер кешегә әкиәт һөйләп, халыҡтың башын ҡатырыпйөрөйҙөр”, – тип уйлаусылар тағы ла яңылыша. Ундай хәбәрҙәр, ғәҙәттә, Барыйҡарттың ауыҙынан тамаҡты арыу ғына сылатҡандан һуң сыға. Икенсе төрлөрәкәйткәндә, баяғы “йомшаҡ аш” – уның төп илһам сығанағы. Ә әлеге шартүтәлдеме – ҡолағыңды әҙерлә.

“Шайморатов ерән ҡашҡа ат менде, – тип башлана ине уның жанрынбилдәләп булмай торған бер хәбәре. – Башҡорт аттан айырылмаһа, еңелмәҫ, типҡабатларға яратты үҙе. Һөжүмдәргә барғанда атының ҡойроғо гел төйнәүлебулыр ине. Беҙ ҙә шуға өйрәнеп киткәйнек: ерән ҡашҡаның ҡойроғо төйнәлгән,былай булғас, генералға йәҙрә теймәйәсәк. Ә бына рейдтан сыҡҡандағы һуңғыатакала атының ҡойроғо төйнәлмәгәйне. Әллә бушаҡ бәйләп ысҡынып киткән,әллә ординарецы онотҡан. Ана шулайтып харап булып ҡуйҙы ул…”

Жанрһыҙ ҡарһүҙҙәрҙең береһе Таһир Күсимов тураһында ине: “Күсимовтыдивизияла “алпамыша” тип йөрөтә торғайнылар. Әйтмәксе лә, елле кеше инешул – ат өҫтөндә анау балалар китабындағы Тарас Бульба һымаҡ ултыра. Тикбының төрөпкәһе юҡ. Таһир үҙе анау оҙон аяҡлы тоҡомло аттарҙы яратманы.Ниңә тиһәң, бының ауырлығына түҙмәй, билдәре тала тегеләрҙең. “Миңәҡупшы ат түгел, башҡорт аты кәрәк”, – тип әйтә торғайны. Уның икеNөс менгеһебулды. РубкаNфәләнгә теге тоҡомлоларҙы менә, ә һөжүмгә барыр булһаҡ, әлегешул талымһыҙ башҡорт атына атлана…”

10 Һәйкәл

Page 11: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Йәки, бына тағы: “Яҡуп Ҡолмой буш ваҡыттарында шиғыр яҙыу менәнмәшғүл булыр ине. Унда һиңә өҫтәл ҡайҙа – дәфтәрен эйәргә һалып яҙа был.Ҡайһы саҡта, маршта китеп барған ерҙә, кеҫәһенән ҡағыҙ сығарып, нимәлерсыймаҡлап ҡуя. Күңеле килгән мәлдә беҙгә лә уҡый шиғырҙарын. Шул хәтлекилештереп яҙа, хатта тыуған яҡты, туғанNтыумасаны күҙ алдына килтереп,күңел тула. Хәҙер Өфөлә йәшәй шикелле. Ҡамасау яһаусы булмағас, рәхәтләнепяҙалыр инде. Эйәргә һалып шиғыр яҙғандарын хәтерләй микән? Алла бирһә,бер барып сығам әле мин уға…”

Барый ҡарт һөйләгәндәрҙең жанрын билдәләп булмауҙың серен аңланым:улар ни уйҙырма, ни ысын түгел. Ысын тип әйтер инең – бер нисек тә тикшерепбулмай, уйҙырма тиер инең – кире ҡағыуы мөмкин түгел. Уларҙы Барыйҡарттың ирекле ижад фантазиялары тип атайыҡ. Ана, илдең иң юғарыетәкселәре телдәренә нимә килә, шуны һөйләһә лә, бер ни түгел. Шулай булғас,Барый бабайға ниңә һөйләмәҫкә? Жанрын билдәләп булмаһа ла, уныңхәбәрҙәре күпкә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс. Ә иң мөһиме, һис кемгә зыянытеймәй…

***Уҡыусыларҙы Һағынбай ауылының ҡайһы бер кешеләре менән таныштырған

арала халыҡтың йыйылыры йыйылып бөттө. Ана, төрлө йәштәге һәм ҡиә Nфәттәге халыҡ төркөмө, ҡорт инәһе тирәләй янғалаҡлаған бал ҡорттарыһымаҡ, башлыҡты ярым ҡулса рәүешендә уратып алды. Фәрүәз Лоҡманович, их Nтыяждан былайыраҡ абруйҙы иҫкәртеү өсөн, берNике мәртәбә тамағын ҡырыпалғас:

– АғайNэне! Йәмәғәт! – тип елле генә һүҙ башы яһаны. Был сход башланыуынаңлата ине. Әле генә айыртылған күстәй гөж килгән ғауамдың ҡапыл шымыпҡа лыуынан ләззәт тойғоһо кисергән Күкбүрин, әҙ генә тын торғандан һуң,дауам итте:

– Һеҙгә һөйөнөслө хәбәр алып килдем бит әле бөгөн…Силсәүит ауыҙынан бындай һүҙ сығырын һис көтмәгән халыҡ, ышанырға ла,

ышанмаҫҡа ла белмәйенсә, албырғап ҡалды. Моғайын, хәҡәрәт менән туҡ маҡ Nтан башҡаны татымаған етем бала үҙенә әйтелгән яғымлы, иркә һүҙҙән шу лайаптырау тойғоһо кисерәлер. Йә булмаһа, сабанлығы арҡаһында һыр тынансыбыртҡы китмәгән ат наҙлап муйынын һыйпауҙан ошолай ҡойолоп төшәлер.

– Эйе, – тип дауам итте йәмәғәттең шымып ҡалыуын әлеге лә баяғы абруйғәләмәтенә юраған Күкбүрин. – Яу ҡорбандары иҫтәлегенә һеҙҙең ауылдаһәйкәл ҡуйыласаҡ. Хакимиәт башлығы иптәш Ғазап… то есть Әлимовтанфатиха бар, тиһәң дә була.

Ошо ерҙә, аптыраған халыҡ арлыNбирле иҫенә килгеләгәнсе, Фәрүәз Лоҡ ма Nно вичтың телен тотлоғорға мәжбүр иткән һүҙгә аңлатма биреп китеү кәрәктер.Уның район хакимиәте башлығының фамилияһына ҡағылышлы әкәмәт икәненбәғзе берәүҙәр аңғарғандыр. Төшөнмәйерәк ҡалғандар булһа, рәхим итегеҙ: һәрнәмәнең төбөнә тоҙ ҡойорға яратыусы берәү “әлим” һүҙенең ғәрәпсәнән “ға зап,яфа” тип тәржемә ителеүен асыҡлаған да, шунан түрәнең фамилияһы халыҡараһында Ғазапов булып нығынған. Ана бит, хатта үҙенең юға ры лағыларғаҡуштанлығы, тоғролоғо менән даны сыҡҡан Күкбүрин дә саҡ эште боҙ маны.Ярай әле, ваҡытында төҙәтеп өлгөрҙө, юҡһа, “абайламай һөйләгән – ауырымайүлгән” тигән һүҙҙең буштан ғына әйтелмәгәнен үҙ елкәһендә татырға тура килерине уға.

Беренсе булып көнөNтөнө телесериалдар ҡарауҙанмы, әллә икенсе сәбәп тән Nме телен онота башлаған Фариза ҡарсыҡ һушын йыйҙы. Уның ту ра һында шулайяҙыҡ уйларға хаҡыбыҙ барҙыр, сөнки ул, урынлашҡан тынлыҡты боҙоп:

Мәүлит Ямалетдин 11

Page 12: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

– Атаҡ, атаҡ! Һәйкәле нимә була тағы! – тигән һорауҙы яңғыратты.Ҡалғандар һорауҙың айышына төшөнгөләгәнсе, уны нәғеҙ үҙенә төбәлгән

тип ҡабул иткән Мөхәррәм ҡарт телгә килде. “Һаңғырау күпте ишетмәһә, яҙыҡбула” тигәнде раҫлап, эргәһендә торған Фариза әбейҙең ҡолағына:

– Ибелиска! – тип ҡысҡырҙы.Күкбүрин үҙенең күп йыллыҡ тәжрибәһе буйынса Һағынбай ауылында бик

үҙен сәлекле, кәмит халыҡ йәшәгәнен яҡшы белә. Махсус рәүештә яһалма ҡы Nланыуҙан түгел был, ә үҙҙәренең тәбиғәте шулай булыуҙан. Ысынлап та, һәр бе Nреһе хаҡында тотош көләмәстән торған китап яҙырға була. Моғайын, былауылға нигеҙҙе бик мәҙәк кеше ҡыҙыҡ өсөн генә һалғандыр. Миҫалға бөгөнгөәкәмәтте генә алайыҡ.

Ҡолағының төбөндә яңғыраған көтөлмәгән ауаздан тертләгән әбей:– Әстәғәфирулла! – тип сәрелдәне лә, яулығының осо менән ҡолағын ҡаплап,

ситкә ялтанды. Әллә тауыштың яңғырауыҡлығынан ҡото осто, әллә әйтелгәнһүҙҙең дәһшәтенән өрктө – хатта ярым түңәрәктең икенсе осона барып баҫты.Ҡасып барышлай ул тағы ниҙер һөйләнде – быны әбейҙең ирендәре ҡы Nбырлауынан аңғарып була ине. Ә тауышы иһә сходтағыларҙың күмәк көлөүеаҫтында күмелеп ҡалды. Ҡайһы берәүҙәрҙең аҙаҡ һөйләүенсә, Фариза әбейМөхәррәм ҡартҡа төбәп: “Һин үҙең иблис”, – тип әйткән, ә бәғзеләренә был:“Һаң ғырауға һаумы тиһәң, атаң башы тип әйтер”, – булып ишетелгән. Бик их Nтимал, ләкин асыҡ ҡына ишетмәгәс, ҡырҡаNяран раҫлауы ҡыйын.

Иһаһайлау ауаздары бер аҙ баҫылғас, ғөмүмән, көлөргә яратмаған, улай ғынатү гел, ауыҙ йырған кешеләргә бер аҙ сәйерһенеберәк ҡараған Мөхтәр бабай,эргәһендә торған ҡорҙашын төҙәтергә ашыҡты:

– Обелиска тип әйт!ТирәNяҡтан был төҙәтмәне йөпләгән тауыштар ишетелде:– Һуң, ана, Ташъярҙа тора лаһа бер кәртәле таш!– Күмәк исемдәр яҙылған һынташ була!– Эйе, шул инде, шул!Фәрүәз Лоҡманович сходтың баҙарға әүерелеп китеүенән, унан да бы ла йы N

раҡ, абруйына зарар килеүҙән шөбһәләнеп, дилбегәне ҡулына ала һалды:– Йәмәғәт! Тауыш!Һалған оранының йыйылыусыларға нисегерәк тәьҫир иткәнен һынар өсөн ул

бер аҙ туҡтап торҙо. Юҡ, абруйға бер ниндәй ҡурҡыныс янамай – ығыNзығышып туҡтаны. Әйтерһең, ауыҙҙарына йөҙөк йәшерҙеләр йәки һыу уртланылар.Бынан күңеле булып, оторо илһамланған Күкбүрин дауам итте:

– Эйе… Бына Мөхтәр ағай дөрөҫ әйтте: обелиск, йәғни һәйкәл. Тик ул, ҡайһыберәүҙәр уйлағанса, ҡоро яҙыу ырылған кәртәле таш ҡына түгел, ә һуғыштаятып ҡалғандар иҫтәлегенә ҡуйылған ҡомартҡы, шәһит киткәндәрҙең рух та Nрына үҙенә күрә хөрмәт билдәһе. Быйыл Еңеүҙең 50 йыллығы икәнен дә онот ма Nйыҡ. Район үҙәгенә яҡыныраҡ ятҡан ауылдарҙың күбеһендә бар улар. Беҙҙә генәул… Ҡхе, ҡхе…

Ошо урында хакимиәт башлығы артығыраҡ ысҡындыра яҙғанын һиҙеп ҡалдыһәм хәбәренең айышын йәһәт кенә икенсе юҫыҡҡа бороп ебәрҙе:

– Аллаға шөкөр, төбәгебеҙҙә хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Ауыл халҡының көн кү Nрешен яҡшыртыу буйынса берәй нәмә һорап барһаң, элекке һымаҡ кире боропҡай тармайҙар. Бының өсөн районыбыҙҙың башлығы иптәш Әлимовҡа, рес Nпублика хөкүмәтенә ятҡанNторған һайын рәхмәт уҡырға тейешбеҙ…

Күреүегеҙсә, Күкбүриндең ике саҡырылыш рәттән халыҡты етәкләүе бушҡабул маған: уның арыу уҡ шымарып, тел тирмәнен ярайһы оҫта тартырға өй рә Nнеүе күҙгә бәрелеп тора. Ана, был юлы Әлимовтың фамилияһын да тотлоҡмай

12 Һәйкәл

Page 13: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ғына үтеп китте. Бының өсөн уға зиһен көсөн бер сәпкә туплап, көсөргәнергәтура килде инде. Тик нишләтәһең, вазифаға бәйле важибәт бит.

Күкбүрин урындарҙағы хакимиәт башлыҡтарына өлгө итеп ҡуйырлыҡ былтел мәрен һөйләгән арала, уны уратып алған халыҡ тамам иҫен йыйҙы. Ана, шу Nның дөрөҫлөгөн раҫлап, Барый ҡарт һүҙ һорай түгелме? Әйҙә, тыңлап ҡарайыҡәле.

– Был “кәзә ҡойроғон ҡалҡыта тип, һарыҡ та ҡалҡытып ҡарай” тигән һы Nмағыраҡ була инде, – тип башланы ул, мут йылмайыуын мыйығы аҫтына йә ше Nрергә тырышып. – Тик беҙ һуңлап ҡалҡытабыҙ түгелме ҡойроҡто? Ниңә тиһәң,урыҫ ауылдарында ундай ғәләмәтте егермеNутыҙ йыл элек ҡуйып бөттөләр…

Ошо урында сходтағылар, алдан һөйләшеп ҡуйған кеүек, барыһы бер юлыбаштарын бороп, Һағынбайҙан икеNөс саҡрымда ятҡан Бирнә йылғаһыаръяғындағы Силәбе өлкәһе биләмәләренә күҙ ташланы. Әлеге мәлдә уларҙыңни уйлап, ни кисергәнен бер Хоҙай ғына беләлер. Беҙгә тик фараз итергә ҡала.Уларҙың ҡайһы бер уйҙарын бергә төйнәһәң, моғайын, ошолайыраҡ килепсығыр ине: “Ысынлап та, дөрөҫ әйтә бит ҡарт. Бер үк һуғышта ҡатнашып, бер үкяуҙа ҡорбан булған шәһиттәргә лә тигеҙһеҙ ҡараш хатта. Инде донъянан киткәнйәндәрҙең ғәйебе ниҙә?..”

Ә Барый ҡарт дауам итте:– Кәнишне, һәйкәлде кәрәкмәй тип әйтеп булмай. Вә ләкин уның ҡола яланда

һерәйеп тороп ҡалыуы бар. Ниңә тиһәгеҙ, йәштәр ҡалмай бит ауылда. Ә беҙҙеңҡалған ғына ғүмерҙе кәкүк күптән һанаған. Һөкөмәттең бик аҡсаһы сығып бараикән, ниңә уны икенсе нәмәгә тотонмаҫҡа? Һыу мәсьәләһен генә алайыҡ:берҙәнNбер ҡоҙоҡто ҡышын ҡар баҫа. Ҡайһы бер ҡышта уның янNяғында көртбот төбөнән була. Урыҫ ауылдарындағы һымаҡ колонкалы ҡоҙоҡ ҡаҙҙырыу бикҡиммәткә төшә, тиһәләр, юлды рәтләтергә була. Йә булмаһа, эш асыумәсьәләһен хәл итеп ҡарарға була. Ул ваҡытта йәштәр ҙә…

Барый ҡарттың хәбәре оҙонайған һайын, Фәрүәз Лоҡмановичтың түҙемлегеҡыҫҡара барҙы. Ул тәнендәге һәр бер күҙәнәге менән тоя ине: нәғеҙ ошо мәлдәтеҙгенде шаҡармаһаң, сход тигәнең баҙарға әйләнәсәк. Ә артабан – йәрминкә.Шуға күрә һуғыш ветеранын бүлдереүҙе кәрәк тип тапты:

– Барый ағай бик урынлы әйтә. – Күкбүрин йүпәләргә, сығыш яһаусыныңыңғайына һуғырға мәжбүр ине, сөнки ветерандар менән шаярыу бик хәүефле –улар хәрби комиссариатҡа, ә комиссариат оборона министрлығына арҡалана.Ҡаршы барып ҡара уға? – Ысынлап та, хәл итәһе нәмәләр ифрат күп. Тик һүҙҙеңдөрөҫө кәрәк: коммунистар етмеш йыл буйы эшләмәгәнде демократтар бернисә йылда нисек эшләһен? Күңелде киң тотайыҡ, барыһы ла яйлап булыр –юлы ла, һыуы ла тигәндәй… Ә әлегә, бирәм тип торғанда, һәйкәл менәнмөрхәтһенәйек, йәмәғәт. Йылы шулай бит – юбилейный.

– Ниңә, эшләһәләр, ауылға бер йәм була инде, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы бығатиклем өндәшмәй торған Мөхтәр ҡарт.

“Әһә, танк китте, – тип уйланы Күкбүрин, – бирел, кавалерия”. Ә етдиәйткәндә, Мөхтәр бабай ауылда ҙур абруй менән файҙалана. Ләкин абруймәсьәләһендә Барый ҡарт та ҡалышмай. Уларҙың дәрәжәләре яҡынса бер тигеҙ,тиһәң дә була.

“Танкы”ның һөжүмгә күсеүе сходҡа йыйылған халыҡты ҡуҙғытып ебәрҙе –янNяҡтан хуплау, күтәрмәләү тауыштары ишетелде:

– Бик хуп!– Ысынлап та, унан кемгә зыян?– Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына!– Күптән кәрәк ине!..

Мәүлит Ямалетдин 13

Page 14: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Әммә барыһы ла “эйе” тиһә, ул ниндәй демократия? Хәҙер заманалар үҙгәреүөҫтөндә бит. Демократияның Һағынбай ауылына ла килеп етеүен раҫлап,Хөмәйрә ҡарсыҡ, үҙ алдына һөйләнгәндәй:

– Үлгәндәргә самаһыҙ мал сарыфлауҙы Аллаһы Тәғәлә хупламай, – тигәнбулды. Ләкин уның ярым тауыш менән генә әйтелгән был айырым фекере күмәкығыNзығы аҫтында күмелеп ҡалды. Әллә ишетмәнеләр, әллә ишетмәгәнгәһалыштылар. Әммә мылтыҡтың тейеүе түгел, ә шартылдауы шарт, шуға күрә,бөгөнгө сход заман рухында үтә, тип әйтергә тулы нигеҙ бар.

Үтә тип, уны тамамланды тиһәң дә була, сөнки Фәрүәз Лоҡманович, бындакемдең хужа икәнлеген тағы бер ҡат иҫкәртергә теләгәндәй, мәғрур ғынатамағын ҡырып алды ла сходтың йомғаҡлау өлөшөнә күсте:

– Ярар… Сходтың ҡарары сыҡты, тиһәң дә була. Ҡаршылар юҡ, шуның өсөнуны бер тауыштан тип иҫәпләйек. Мин берNике көндән тағы килеп китермен,һеҙ уға тиклем һуғыш ҡорбандарының исемлеген барлап, һәйкәлдең урынынбил дәләй тороғоҙ.

***“Барлап ҡуйығыҙ, билдәләй тороғоҙ”, – тип әйтеүе генә еңел. Тормош – әкиәт

тү гел, унда бер нәмә лә тылсым ярҙамында үҙенәнNүҙе эшләнмәй. “Һуң, сходбулды, мәсьәлә ҡаралды, барыһы ла риза булып таралды. Шулай булғас, Һа Nғынбай ауылында яу ҡорбандары иҫтәлегенә обелиск ҡалҡып сығыр. Эш урынһай лауға ғына ҡайтып ҡалды бит”, – тип уйлауҙары мөмкин. Ундайҙарға:“Ашыҡ май тороғоҙ”, – тип әйтергә тура килә, сөнки эш урын һайлауға ҡайтыптүгел, ә шуға терәлеп ҡалды. Нисек тиһегеҙме? Уны белер өсөн, Күкбүринҡайтып киткәндән һуң Һағынбай ауылында башланған ваҡиғаларға диҡҡәтитәйек.

Был мажаралар быға тиклем һәүетемсә генә йәшәп ятҡан ауылдың ҡапмаNҡаршы ике фирҡәгә бүленеүенән башланды. Уларҙы “һуғышсан ике төркөм” типатаһаң да була: береһе – йылғаның көньяғында, икенсеһе – төньяҡ ярҙа.

Ҡырҡа айырымланыуҙың сәбәбе – буласаҡ һәйкәлдең урыны хаҡында ҡупҡанбә хәскә һәм уртаҡ бер фекергә килә алмауға бәйле ине. “Уның ниндәйайырмаһы бар, ауыл берәү түгелме һуң?”– тигән аптыраулы һорау тыуыуы их ти Nмал. Дөрөҫ, ләкин уны ҡап уртаға бүлеп аҡҡан кескәй йылғаны онотмайыҡ.Барый ҡарт ауылдың төньяҡ яртыһында, ә Мөхтәр бабай көньяғында йәшәй –бөтә ғиллә шунда. “Тимәк, улар икеһе лә бер оста маҡам тотһа, был моназараменән ғауға сыҡмаҫ ине”, – тип уйлаусыларға: “Тап өҫтөнә баҫтығыҙ”, – тиергәмөмкин.

Һиҙемләүегеҙсә, Күкбүрин ҡайтып китеү менән Һағынбайҙа сход тамам лан Nманы. Әлбиттә, уның рәсми өлөшө бөттө, һәм был ваҡиғаға ҡарата ҡы ҙыҡ Nһыныуҙары ҡырҡа кәмегән ҡайһы берәүҙәр берәмNберәм өйҙәренә та ралышты.Миҫалға бер каналда тамамланып өлгөрмәҫтән икенсе каналда баш лан ған бергенә телесериалды ла ҡалдырмай ҡарап барған Фариза ҡарсыҡты, намаҙ ва Nҡытын үткәреп ебәреүҙән шөбһәләнгән Хөмәйрә әбейҙе, йорт та рындағыашығыс хужалыҡ эштәре иҫтәренә төшкән башҡа ҡатынNҡыҙҙы алырға була.Уҡыусы балалар булмау сәбәпле, етемһерәп торған мәктәп янындағы сход уры Nнында бары тик ил күләмендәге мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе үҙҙәренеңбурысы тип һанаған ирNат ҡына ҡалды.

Хакимиәт башлығы йөкмәткән бурыстың тәүгеһен үтәү әллә ни ҡыйынлыҡтыу ҙырманы. Бармаҡ бөгөп өй беренсә һанай торғас, яуҙан ҡайта ал ма ған Nдарҙың иҫәбе егерме биш кешегә етте.

– Егерме генә өйҙән шунысама ҡорбан сыҡҡас, анау хәтле дәү СССРNҙанкүпме була инде улар! – тип тел шартлатты Барый ҡарт.

14 Һәйкәл

Page 15: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

– Яҡынса бер ғаиләнән бер шәһит сыға түгелме? – Мөхтәр бабай уныңһорауына һорау менән яуап бирҙе.

– Килеп сыҡҡан һанға шуның дүрттән бер өлөшөн ҡушырға кәрәк була битәле, – тигән фекер ялғаны Барый ҡарт.

Һүҙ ҡыҫтырмаһа, Мөхтәр буламы ни – ул да башҡалар ыңғайына аптырауҙанбаш сайҡап торҙо ла:

– Мине алманылар бит һуғышҡа! – тип сираттағы әсенеүен белдерҙе. –Алһалар, беҙҙең яҡтан ҡорбандар әҙерәк булыр ине.

Уның был хәбәренә өйрәнеп бөткәнлектән, әллә ни иғтибар итеп тор ма йын Nса, Күкбүрин йөкләмәһенең икенсе өлөшөнә күстеләр. Ул Барый ҡарттың:

– Һәйкәл өсөн Сағыл итәгенән дә һәйбәт урын юҡ инде, – тиеүенәнбашланды.

Моғайын, аңлашылалыр:Барый бабайҙың күрһәткән урыны йылғаның төнь Nяҡ ярында урынлашҡан. Уның был тәҡдимен үҙ күмәсенә көл тартыу тип ҡабулиткән Мөхтәр ҡарт:

– Оло һырт битләүе насармы ни? – тип ҡорҙашына ҡаршы төштө. Ул атағантау итәге ауылды икегә бүлеп аҡҡан кескәй шишмәнең көньяҡ ярында икәненяҙып тороу ҙа артыҡ хатта. Шулай уҡ көньяҡ оста донъя көткән Мөхәррәмүҙенең ҡорҙашын күтәрмәләргә ашыҡты:

– Ҡайһы яҡта өйҙәр күберәк, шунда торорға тейеш ул таш!Ҡарттың ҡәтғи ишараһы аңлашыла, сөнки улар яғында – ун бер йорт, ә Барый

ҡарт йәшәгән оста иһә туғыҙ ғына. Был йәһәттән, әҙселек күпселеккә буйһона,тигән демократик принцип тантана итергә тейеш булып сыға. Быға өҫтәп тирәNяҡтан берNике кеше (уларҙың ҡайһы яҡ остан икәне аңлашыла) кире ҡаҡҡыһыҙдәлилдәр яуҙырҙы.

– Ысын, мәктәп тә, мал һарайы ла беҙҙең яҡта бит!– Ә зыярат һуң? Ул да йылғаның был яғында!Әммә Барый ҡарт килтергән дәлил тегеләрҙекенә емергес тәьҫир итте:– Уныһы шулай, вә ләкин һуғыш ҡорбандары беҙҙең яҡта бер кешегә

күберәк…Ҡыҫҡаһы, ауылды ҡапмаNҡаршы ике төркөмгә бүленергә мәжбүр иткән

шаулы бәхәс ошолай башланып китте. Ә һәр бер моңNзараның дауам итә торғанүҙенсәлеге бар шул, ҡәһәрең. Был юлы ла ул, үҙ тәбиғәтенә тоғролоҡ һаҡлап,Һағынбай ауылы халҡының күңелдәренә инеп ояланы, уларҙа көнсөллөк һәмдәғүәселек тойғолары уятты. Әйтерһең, үҙNара төрткөләшеүгә, ҡыялҡыға өндәп,ҡотортоп торған күҙгә күренмәҫ шайтан.

Ә шайтан, йәғни иблис, бер эйәләһә, унан ҡотолоуҙары – айNһай! Ул ауылдыикегә бүлеп аҡҡан зыянһыҙ йылға түгел. Шишмәне аша атлап, ә яҙ көнө йәкиямғырҙар мәлендә, ташҡан саҡтарында, кисеп сығырға була. Ә иблис ҡотҡоһобер ташһа, упҡын хасил була.

Әлеге шайтанды әйтәм: кескәй генә Һағынбай ауылы өсөн үҙенең ҡылыҡNфи Nғе лен үҙгәртеп тормаҫ инде. Ул кешеләрҙең күңелен солғап алды ла әлегеләрҙеүҙе генә белгән юл менән алып китте. Иблистең өнһөҙ әмерҙәренә буйһонғанха лыҡ ауылдың ике яғында ла тышNбыш килергә тотондо. Ҡана, ҡолаҡ һалайыҡәле уларға.

“Бөтә нәмә улар яғында ғына булырға тигәнме ни?.. Хоҙайҙың ҡашҡа тәкәһетүгелдәр бит… Беҙҙең оста ла ниҙер торорға тейеш…” – Был һуҡраныуҙар ауыл Nдың төньяҡ яртыһынан ишетелде. Уларҙы көньяҡтан күтәрелгән ри за һыҙлыҡипкене ҡаршы алды:

“Ҡара һин уларҙы, ни һөйләгән булалар!.. Беҙҙең яҡ элекNэлектән ауылдың

Мәүлит Ямалетдин 15

Page 16: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

үҙәге һаналған… Барыйса булмаясаҡ – һәйкәл йылғаның был яғындатөҙөләсәк!..”

Төньяҡ бирешергә теләмәне: “Барый ҡарт ҡайһы бер саҡта бик дөрөҫ әйтә ул,ҡәһәр теймәгер. Афарин!..”

Көньяҡ үҙ туҡһанын туҡһанланы: “Мөхтәр ағай ҡалай йәтеш япты тегенеңауыҙын! Танк – танк инде…”

Төньяҡ яғы үсәне: “Барый ағаның һоғондороуынан арғы яҡтарҙың өндәретығылды, әй. Вәт, исмаһам, әйтте!..”

Ҡибла ҡәһәтләнде: “Әйҙә, һөйләнһендәр! Барыбер беҙҙең һүҙ өҫкә сығасаҡ –яңынан сход ҡына булһын…”

***Күкбүрин оҙаҡ көттөрмәне: көньяҡ Һағынбай ғауамының һүҙҙәрен ишетеп

торғандай, ике көндән “һоп” итеп килеп тә төштө. Хакимиәт башлығы шул уҡ:күңеле лә, кәүҙәһе лә шаҡтай көр, тик хәрәкәт итеү ысулы ғына үҙгәргән –ҡулында руль түгел, ә дилбегә. “Моғайын, сираттағы йома еткәндер”, – типуйлаусылар булһа, уларҙы: “ДөпNдөрөҫ!” – тигән йөпләү менән ҡыуандырғыкилә. Хәйер, уның бөгөн ат менән килеүе икенсе сәбәптән булыуы ихтимал:бәлки, машинаһы боҙолғандыр. Шуға күрә Фәрүәз Лоҡманович тураһынданахаҡ уйлап, күңелгә гонаһ та алғы килмәй.

Ә бына Барый ҡарт яҙыҡNмаҙарҙан ҡурҡып торманы – хәлде дөрөҫ баһалап,сход ҡа йыйылған ағайNэне ни ҙә булһа аңғарып өлгөргәнсе, эргәһендә торғанЛот фуллаға мәғәнәле ҡарашын төбәгән килеш ике мәртәбә аҫтыртын ғына та Nмаҡ ҡырҙы. Уныһы, был шартлы билдәне аңлағанын белдереп, әкрен генә эйәкҡаҡ ты һәм, йыйылыш алдынан булып ала торған ығыNзығынан файҙаланып,сход урынынан тайҙы.

“Улар ниңә ым аша һөйләшә һуң?” – тигән һорау тыуыуы ихтимал. Барыйҡарт тың мутлығы аңлашыла: был – уның серҙе ҡаршы яҡҡа белдермәүе, йәғникон спирация ғәләмәте. Ә Лотфуллаға килгәндә, уның ымлап аңлашыуы –сараһыҙҙың көнөнән. Күпселеге ирNаттан ғибәрәт булған халыҡ үҙенең түрәһеменән иҫәнләшеп, хәлNәхүәл белешкән арала Лотфулла менән яҡынданыраҡтанышып үтәйек.

Ул сығышы буйынса күрше ауылдан, атаNәсәһе лә, туғандары ла юҡ үҙенең.Алт мышынсы йылдарҙа йәше уҙып барған Мәйсәрә Ташъяр клубына әртис ҡа Nрарға юлланып, уны шунда осрата һәм тимерҙе ҡыҙыуында һуға – Һа ғын бай ғаэйәртеп ала ла ҡайта. Хәҙер утыҙ йылдан ашыу ғүмер итәләр, балаларыҙурайышып, ҡырға китеп бөткән.

Лотфулла үҙе былай эшкә талымһыҙ, донъя көтөүгә әүәҫ булды. Уның алтыағзаһы ла теүәл, тик һөйләшә алыуҙан мәхрүмлеге генә бар инде. Ишетелеүенсә,ул үҫмер сағынан Ташъярҙа төрлө эштәр башҡара, көтөү ҙә көтөп ала шикелле.Бер мәл ниндәйҙер төҙөлөшкә ҡыҙыл балсыҡ ташырға ҡушалар уға. Балсыҡтысығарыу өсөн өңдө кәйлә менән соҡоп торғанда, өҫтәге ер ишелеп китеп, уныбаҫа. Бәхетенә ҡаршы, кемдер күреп ҡалып, башы ғына һерәйеп торған егеттеҡаҙып алалар. Ҡотҡарыуын ҡотҡаралар, ләкин шунан аҙаҡ ул телдән ҡала.

Ярай, ул Барый ағаһы ҡушҡан йәшерен йомошто үтәргә китә бирһен, ә беҙсходҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Күкбүриндең күңеле бөгөн дә күтәренке, төҫNсырайыҡәнәғәт икәнен әйттек бит инде. Ул йыйылыусыларҙы тағы бер ҡат күҙҙәнүткәреп сыҡҡандан һуң:

– Йә, башлайыҡмы? – тип һүҙ моронлатты. – Халыҡ бөгөн әҙерәк кеүек. Әлләкүҙемә шулай күренәме?.. Шунан, урын мәсьәләһен хәл иттегеҙме?

Тынлыҡ… Быны һис көтмәгән башлыҡ тәүҙә шаяртыу яғына борорғасамаланы:

16 Һәйкәл

Page 17: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

– Ниңә өндәшмәйһегеҙ? Әллә асыласаҡ һәйкәл ҡыуанысынан телегеҙҙейоттоғоҙмо? Улай тиһәң, әле генә…

Шул саҡта Барый ҡарттың тамаҡ ҡырғаны ишетелде. Тимәк, хәҙер башлана!Эйе, тотоғоҙ ҡапсығығыҙҙы – башланмай торһон әле! Ни өсөн тигәндә, уныңһал ған хәбәренән шаңҡып, бер килке телһеҙ ҡалдылар. Һағынбай халҡын Лот Nфул ла яҙмышына дусар булыуҙан Хоҙай ғына аралағандыр. “Ул тиклем ниндәйһүҙ һуң?” – тиерһегеҙ. Бына ул:

– Урын тураһында төрлө һүҙҙәр булып алды инде, ырыһы ла, мырыһы ла,тигәндәй. Уныһы ла кәрәк, ниңә тиһәгеҙ, заман үҙе хуплай быны. Сит илдеңҡупшы һүҙҙәре менән атаһалар ҙа, ил етәкселәре, депутаттар көнөNтөнөдаулаша. Хатта бәхәс менән үстәре ҡанмай, һуғышып китәләр. Эйе… Ә һәйкәлгәкилгәндә, уның урыны – Оло һырт итәгендә. Ысынлап та, йылғаның был яғыэлекNэлектән үҙәк булды. Әйҙә, яҙыулы таш та ошонда торһон.

Бына һиңә мә! Барый бабай әйткәндәргә Күкбүрин менән Мөхәррәм ҡарттанбаш ҡалар ышанманы, сөнки уларҙың тәүгеһе Һағынбай хәлдәрен белмәй, әикен сеһенең әхүәле бөтәгеҙгә лә мәғлүм. Ысынлап та, ауылдың көньяғы үҙ ҡо ла Nғына нисек ышанһын: көлдө иң ныҡ саялыҡ менән үҙ күмәсенә тартҡан кешеошо Барый түгел инеме? Хәҙер инде төньяҡ төркөмдөң хәлен күҙ алдынакилтерәйек: үҙ яғы файҙаһына икеNөс көн буйы арымайNталмай өгөтNнәсихәталып барыусы ла ул бит.

Фәрүәз Лоҡманович ниҙер әйтергә уйлап ирендәрен ҡыбырлатҡайны ғына,Мөхәррәм ҡарт һөрән һалды.

– Һин, Барый, юҡ һүҙ һөйләп торма! Беҙ – йылғаның был яғы – һинеңтәҡдимеңә ҡаршы! – Ул, сығыш яһаусы кисәге кеүек үҙ яғын ҡайыра, типуйланы, ахырыһы.

Мөхтәр ҡарт һиҙҙермәй генә ҡорҙашының еңенән тартты – йәнәһе, тик кенәтор! Хәлгә төшөнөңкөрәмәгән Күкбүрин, үҙ сиратында:

– Барый ағайҙың тәҡдиме нимәһе менән оҡшамай һуң? – тип һораны. – Ми Nнең сә…

Ләкин уға фекерен ослап ҡуйырға ирек бирмәнеләр – йыйылған халыҡ, би Nгерәк тә ауылдың көньяҡ осо, берNбереһен бүлдереп, хәлде төҙәтергә ашыҡты:

– Юҡ, юҡ! Барый ағай дөрөҫ әйтә!– Беҙ риза!– Мөхәррәмдең һаңғыраулығы бер бөгөнмө?Фә рү әз Лоҡманович, мәсьәләне хәл ителгәнгә һанап, йыйылыштың һығымта

өлөшөнә күсте:– ЯраNай… Былай булғас, нитәйек… Ҡайҙа әле Лотфулла – тәғәйенләнгән

урынға таш ташый башлаһын. Нигеҙенә кәрәк булыр.Ошонда ғына Лотфулланың юҡлығы ҡалғандарға ла мәғлүм булды. Барый

ҡарт, сырайына аптырау ғәләмәте сығарған булып, белмәмешкә һалышты:– ӘлләNә. Яңы ғына ошонда күренә ине ләһә. Ҡайтҡандыр. Һин, Фәрүәз

Лоҡманович, уға үҙең аңлатып кит инде. Беҙҙе әллә тыңлай, әллә юҡ. Заманышундай бит: халыҡ һүҙе – итәктә, түрәнеке – үҙәктә…

Һай, һүҙҙең ҡөҙрәте! Кеше күңелен түгел, хатта ташты ла иретер. Бигерәк тәФәрүәз Лоҡманович кеүек шанNшәүкәткә ҡойоноп өйрәнгән затҡа бындай һүҙүҙе бер мәрһәм* инде. Шуға күрә ул артыҡ ҡыҫтатып торманы – кырандасынайүнәлде:

Мәүлит Ямалетдин 17

*Мәрһәм – яраға һөртә торған дарыулы май.

Page 18: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

– Ысынлап та… Әйҙә, ултырып ал, Барый ағай.Ауылдың көньяғы уларҙы һынсыл һағайыу менән оҙатып ҡалды. Барыһының

да күңелендә ҡапмаNҡаршылыҡлы хистәр, баштарында: “Тикмәгә түгел был”, –тигәнерәк шөбһәле уйҙар ҡайнаша ине. Моғайын, һеҙҙең дә шулайҙыр.

Эйе, дөрөҫ шикләнгәнһегеҙ, ағайNэне: был, ысынлап та, Барый ҡарттарафынан уйланылған “ат йөрөшө”, йәғни, урыҫ әйтмешләй, “ход конем” ине.Кавалерия менән юҡҡа ғына һаташмай бит ул. Әлеге “ат йөрөшө” ваҡиғаларҙыҡайһы юҫыҡҡараҡ бороп ебәрер икән – әйҙәгеҙ, улар артынан беҙ ҙәҺағынбайҙың төньяҡ өлөшөнә киттек.

Ауылды уртаға бүлеп аҡҡан йылғаны кискәс, Барый бабай хакимиәтбашлығының күңелен еңелсә ҡытыҡлап алған тәҡдим индерҙе:

– Беҙгә һуғылып кит, Фәрүәз ҡустым. Еңгәң ҡашығаяҡ шалтырата биреп тәҡалғайны.

– Ә Лотфулла?– Ул ҡасмаҫ. Кәрәк булһа, саҡыртырбыҙ. Элекке колхоз бригадирҙары һымаҡ,

урамда эш ҡушып йөрөү килешмәй. Һинең дәрәжәң оло бит.Ғәжәпкә ҡаршы, силсәүит аты: “Эйе шул!..” – тигән һымаҡ бышҡырҙы ла, бер

ниндәй дилбегә ишараһы булмауға ҡарамаҫтан, Барый ҡарттарҙың өйөнәборолдо. Хужаһына төбәлгән бындай саҡырыу һүҙҙәрен күп тапҡырҙар ишетеп,мәғәнәләренә төшөнөп бөткәнгә оҡшай малҡай. Булыуы ихтимал: ат барыһында аңлай, тик һөйләшергә теле генә юҡ, тиҙәр бит.

Өйҙә дәрәжәле ҡунаҡты ауылса яраштырылған табын ҡаршыланы.Аңлашылыуынса, өҫтәлдәге һыйNхөрмәт – Барый ҡарттың баяғы тамаҡ ҡы Nрыуына дөрөҫ төшөнгән Лотфулланың уны ым ярҙамында түкмәйNсәсмәйхужабикәгә еткереүе һөҙөмтәһе. Әлбиттә, етмешенсе тауына үрмәләгән әбейсалатNмалаттар әҙерләп, йәштәрсә ҡылана алмай инде, шулай ҙа ыҡсым ғына өйэсенә татлы еҫтәр бөрккән ризыҡ йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерерлек тә түгел ине.Әйтәйек, янына эреNторо итеп башлы һуған туралған ҡаҙы. Ул бүктерһә, бешкәнкартуф менән аралаштырып һалынған ҡаҡланған ҡаҙ өлөштәре. Етмәһә, тирәNяҡҡа хуш еҫ аңҡытып, электр плиткәһендә ит ҡайнай. Бисмиллаһыҙ бешкәнресторан аҙыҡтары ары торһон!

Ә сәйгә ҡушып тәмләй торған ауҡатты* ҡайһы ресторан тәҡдим итә ала: яңығына айыртылған ҡаймаҡ, сейәле май, ҡыҙыл эремсек, талҡан, аҡ май. Төрлөвареньелар тураһында әйтеп тә тораһы юҡ. Өҫтәлдең уртаһында, “Табындыңбисмиллаһы – беҙ!” тигән төҫлө, ҡабарып бешкән икмәк телемдәре. Ҡыҫҡаһы,һыйҙың ярайһы уҡ муллығы бөгөнгө сараның алдан уйланғанлығын аңғартыптора ине.

Барый ҡарт тамағын ҡыраNҡыра тәүге йылтыр шешәне асып, рюмкаларғаһалып та өлгөрмәне, ялпылдап Лотфулла килеп инде. Уны берNбер артлы өсхәбәр ҡаршы алды. Хужабикә:

– Бисмилла, ҡоҙа килә, – тип еңелсә мәрәкәләһә, Барый бабай:– Ҡалай һөйләмәй генә йөрөйһөң, әйҙә, ултыр, – тип ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте.

Күкбүрин иһә:– Әйтмәксе, һиңә йомош та бар ине, – тип ваҡиғаның алҡымынан алмаҡ

булды.Әммә өй хужаһы ваҡыт ағышын ҡабаландырмау яғында ине. Икенсенән,

уның ҡәтғи рәүештә тамаҡ ҡырғылауы йотҡолоғоноң тәҡәтһеҙ ҡымырйыуынаңлата ине. Шуға күрә ул, өҫтәлдәге ниғмәткә ымлап:

18 Һәйкәл

*Ауҡат – ризыҡ.

Page 19: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

– Әйҙә, тәүҙә тотоп ебәрәйек әле. Йомош ҡасмаҫ, – тип рюмкаһын сә кәш те Nрергә Күкбүрингә һондо… БерNбер артлы икеNөс рюмканы һелтәгәс, кәйефеҡырҡ градусҡа күтәрелгән Фәрүәз Лоҡманович йомошон иҫенә төшөрҙө:

– Һин, Лотфулла, буласаҡ һәйкәлдең нигеҙенә берNике йөк таш ташы әле.Үҙеңә әҙNмәҙ аҡса ла булыр. Килешеүҙе аҙағыраҡ төҙөрбөҙ…

Лотфулла теге хәйерһеҙ көндән һуң телдән ҡалһа ла, ҡолағы һаҡ – барыһын дааңлай ине. Ул ризалығын белдереп баш ҡаҡты, ләкин һораулы ҡарашы: “Ҡайһыергә? “ – тигәнде белдереп, Күкбүриндең ауыҙына төбәлде. Һорауҙы һүҙһеҙ аң ла Nған хакимиәт башлығы дауам итте:

– Һин сходта булмағас, белмәйһең инде. Оло һырт…Тап ошо ерҙә иң уңайлы мәлдең еткәнен тойған Барый ҡарт, уны бүлдереп,

һөжүмгә күсте:– Фәрүәз ҡустым, һәйкәл Сағыл итәгендә булһын!Аптырауҙан Күкбүриндең көйшәп ултырған ризығы саҡ тын юлына китмәне:– Һуң, баяғы үҙең…– Беләм, унда шулай кәрәк ине. Беҙ бында ни һөйләһәк тә, хәл итеү барыбер

һинән тора. Тик әлеге шул, политический хата китеп бармаһын, тип кенәәйтеүем...

“Политический”, бигерәк тә “хата” тигәнде ишетеп тертләгән Күкбүрин бермәлгә айнып киткәндәй булды хатта. Шуға күрә уның, көйшәүҙән шып туҡтап:

–N Ниндәй хата? – тип һорауы Барый ҡартта, киреһенсә, ышаныс тойғоһоуятты. “Әһә, шөрләнеңме?” – тип уйланы ул эске бер ҡыуаныс менән. Ләкинһорауға яуап бирергә ашыҡманы – бушаған рюмкаларға хәмер ҡояNҡоя:

– Хәҙер әйтермен, – тип һуҙҙы. – Әйҙә, ит бешкәнсе йәнә берҙе күтәрепебәрәйек әле…

Сираттағы миҡдарҙы урынNеренә еткереп, уны тағы ҡалъя менән томалапҡуйғас, өй хужаһы дауам итте:

– Һинең белмәүең дә ихтимал: беҙҙең ауылдан бер түгел, ике кулак һөргөнгәебәрелгән. Икеһе лә йылға аръяғынан. Ә беҙ төрлө буржуйҙарҙы юҡҡа сығарғансоветтарҙы яҡлап ҡан түктек…

– Заман менән бергә ул репрессия ҡорбандарына ҡараш та үҙгәрә индебылай, – тип ҡартты бүлдерҙе тыныслана төшкән Күкбүрин. Йәнәһе, тапҡанһыңни менән ҡурҡытырға.

– Уныһы шулай, – тип дауам итте Барый ҡарт. – Ә бына ауылдағы берҙәнNберхәрби әсирҙең йылға аръяғынан булыуы – сүп өҫтөнә сүмәлә.

Әгәр хужаның тәүге дәлиле маңлайға сиртеү булһа, һуңғыһы эйәккә һуғыпиҫәңгерәтеүгә тиң ине. Ысынлап та, хәрби әсир егерме йылдан һуң тулыһынсааҡланған “халыҡ дошманы” түгел шул. Әйткәндәй, дәлилдең етдилеге уныңФәрүәз Лоҡмановичҡа нисегерәк тәьҫир итеүендә лә күренә. Ул башта:

– ӘNә… Хажиәхмәт ағай мәрхүмде әйтәһеңме? – тип йөпләү ҡатыш асыҡлауһүҙҙәре өҫтәне лә аҙағынан: – ДәNәNә… – тип һуҙып ҡуйҙы.

Был халыҡNара киҫәксә хакимиәт башлығының шиккә төшөүен, уйғаҡалыуын аңлата ине. Ә уныҡы кеүек яуаплы эштә шикNшөбһә – насар юлдаш.Етәксенең тотҡан юлы тура, әйткән һүҙе менән ҡылған эше ышаныслы булырғатейеш. Ә иң мөһиме – хаталарҙан азат булыуы мотлаҡ. Бәләнән башNаяҡ.

***Икенсе көндө Лотфулла буласаҡ обелиск нигеҙенә тип сығарған ташының

тәүге йөгөн Сағыл итәгенә бушатҡас, Барый ҡарттың кисәге ҡылығы ат йөрөшөбулғанлығына һағынбайҙарҙың барыһы ла төшөндө. Төньяҡ еңел һуланы:тимәк, һәйкәл уларҙың яғына йәм биреп торасаҡ! Көньяҡҡа килгәндә, ул

Мәүлит Ямалетдин 19

Page 20: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ғәрлектән ҡара янды: мәсхәрә! Һай, был Барый! Юҡҡа ғына уның ҡушаматы“төлкө” түгел шул.

Тик ҡоро ғәрлек менән ҡара яныуҙан файҙа юҡ – сара күрергә кәрәк. Ә улберәү генә: Күкбүринде саҡырып һыйлау. Барый ҡарт уға бер литр ултыртҡантиме? Уныһы ла өс кешегә. Ә беҙ ике литр ултыртабыҙ! Ә ниңә бысраныпторорға? Әйҙә булғас булһын – ярты йәшник алайыҡ. Барый ҡарт ҡороNһарыашатһа, беҙ хакимиәт башлығына тәкә һуябыҙ. Йәш иттән ҡуллама яраштырып,бауырNйөрәгенән тултырма бешерһәң, йығыла ла китә инде. Ҡайһы яҡтыңөҫтөн булғанын шунда ҡарарбыҙ!

Әйткән һүҙ – атҡан уҡ: икеһен дә кирегә бороу мөмкин түгел. Икенсе аҙнаныңйомаһын Һағынбай ауылының көньяҡ яртыһынан да зарығыбыраҡ көткәнмөйөш булдымы икән? Етмәһә, уларҙың былай ҙа көйрәп янған йөрәктәренәкәрәсин һипкән төҫлө, Лотфулла көн һайын атын егә лә Сағыл башына ташсығарырға юллана. Төш етеүгәрәк арбаһына тейәлгән бер нисә яҫы, йәлпәкташты тауҙың итәгенә алып килеп ауҙара. Уға Барый ҡарт шулай әҙләп ташырғаҡушҡан. Күрәһең, арғы яҡтарҙы оҙағыраҡ үртәүҙән үҙенә күрә кинәнес таба.

Әммә донъяның алмаш килеүе һәр кемгә мәғлүм. Был ҡанундың мәңгелекикәнлеге Күкбүриндең Һағынбайҙа икенсе тапҡыр ҡунаҡ булыуынан һуң тағыбер тапҡыр раҫланды. Ләкин ваҡиғалар сылбырының ҡапмаNҡаршы тарафҡаөйөрөлөп китеүенән алда көньяҡ халҡы мул итеп әҙерләнгән мәжлесойошторҙо. Ундағы һыйNхөрмәт хан туйындағы һымаҡ уҡ булмаһа ла, бейтуйынан ҡайтыш түгел ине. Аңлауығыҙса, был сағыштырыу шартлы, сөнкизамана табындарының күрке һәм мәңге тутыҡмаҫ тел асҡысы булған ҡөҙрәтлеэсемлек бейҙең түгел, хандың төшөнә инмәгәндер. Эйе, эйе, шуны әйтәм инде.Алғараҡ китеү төҫлө күренһә лә, бәйән итмәү мөмкин түгел: әлеге мәжлестәФәрүәз Лоҡманович тәки йығылды бит. Әммә башлыҡ, көньяҡ Һағынбай халҡыуйлағанса, бишбармаҡ менән тултырманың телде йоторлоҡ татынан түгел, әбаяғы эсемлектең ҡеүәтенән ҡоланы.

Әлегә ул йығылмаған, ана, Мөхтәр ҡарт өйөндә ҡунаҡ булып ултыра. Халыҡбайтаҡ – ярты ауылдың рюмка күтәрерлек хәле булған ирNаты барыһы ла типәйтерлек бында. Һәр кем башлыҡ менән сәкәштереп зәмзәм һыуын тәмләүҙе,бер йылы һүҙ әйтеп булһа ла йүпәләүҙе мәртәбәгә һанай. Бигерәк тә бөгөнгөләйһынылышлы мәлдә. Табындың иҫ киткес муллығы менән мәжлестең башындағыдөйөм хәбәрҙәрҙе яҙып тороуы артыҡ, сөнки улар, ғәҙәттә, бер ҡалыпҡаҡоролоусан. Шуға күрә, беҙ уның урта тәңгәлен тасуир итәйек. Ана, һөйләшеү ҙәтап беҙ ишетергә теләгән юҫыҡҡа боролдо.

–…Һә! – тип һаман аптырауҙан арына алманы Мөхтәр бабай. – “Халыҡдошманы” тигән мөһөр баҫыусылар үҙҙәре иң яуыз дошман булған, тип яҙаларбит әле. Һай, был Барый – күптән гүр эйәһенә әүерелгән Хажиәхмәттең һөйәгенҡуҙғатҡан икән. Һуғыш әсирһеҙ буламы ни? Моғайын, үҙе теләп бирелмәгәндернимескә. Йә яралы, йә контужен хәлдә булыуы ихтимал.

Мәжлестәгеләр, өй хужаһын хуплап, шаулашып алды:– Шулай, шулай!– Донъя хәлен кем белә!– Улайға китһә, ниместәр дивизияһы менән пленға төшкән!– Ә беҙҙең Власов һуң?– Эйе шул. Генералдарҙың булдыҡһыҙлығы өсөн һалдат яуап бирмәй инде!..– Ә ул Барый үҙҙәренең яғынан бер түгел, ике “без вести пропал” тураһында

өндәшмәнеме? – тип һөжүмде көсәйтте Мөхтәр ҡарт. Ауыҙы тулы ҡулламамы,тултырмамы булған Күкбүриндең “юҡ” тигәнде аңғартып баш һелккәнен күреп,танкыһының акселераторына баҫты:

20 Һәйкәл

Page 21: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

– Әйтмәҫ тә шул! Хажиәхмәт мәрхүм, исмаһам, әллә бар, әллә юҡ ғәйебе өсөнлагерҙа булып, аҡланып ҡайтты. Ә хәбәрһеҙ юғалғандар ҡайҙа? Үлеме, тереме?Мужыт, улар полицайNмаҙар булғандыр ҙа, язанан ҡасып, берәй илдә шым ғынайәшәп яталыр? Вәт быны хата тиһәң дә була!..

Өй хужаһының нимәгә төрттөргәне башлыҡтың әлегә хәмер шауҡымынантотошлай томаланып өлгөрмәгән аңына яйлап булһа ла барып етте. Ысынлапта, донъяла ниндәй генә хәлдәр булмай. Бынау ҡарт ҡарҡылдағандар раҫҡасығып ҡуйһа? Ана бит, хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендәге хәрби енәйәт се Nләрҙе донъяның ул мө йөшөнән дә, был мөйөшөнән дә эҙләп таба торалар.Мөхтәр ҡарт иша ра һының икенсе яғы ла бар: әгәр (Алла һаҡлаһын) хата китһә– хуш, вазифа! Ә уның менән бергә бынау татлы ниғмәттәр менән затлыэсемлектәргә лә Аллаһу әкбәр була. Һәр хәлдә, уларҙың шишмәләре һайыға…

Ҡот осҡос уйҙарынан үҙе тертләгән Күкбүрин талпына биреп ҡуйҙы лаҡапыл:

– НуNка, йәһәт кенә Лотфулланы килтерегеҙ!.. – тип ҡысҡырҙы. Ул тағы ланиҙер әйтергә самаланы, ләкин, сәсәп китеү сәбәпле, ауыҙынан йүтәл ҡатышғыжылдау ауазы ғына ишетелде. Күрәһең, ҡурҡыуҙан башта сәйнәмен йотопебәрергә онотто. Кемдер уның әмерен үтәргә йүгерҙе, ҡалғандар,ярамһаҡланып, башлыҡ тирәһендә уралды. Ҡайһыһылыр быуылып сәсәгәнКүкбүриндең арҡаһына һуҡҡыланы, бер нисә кеше, уның хәлен еңеләйтергәтеләп, яһалма рәүештә тамаҡтарын ҡырғыларға тотондо.

Ҡайҙа арҡаһын төйгөләп, ҡайҙа теләктәшлек күрһәтеү ниәтенән тамаҡҡырып башлыҡтың сәсәүен баҫып та өлгөрмәнеләр – ишектә Лотфулла пәйҙәбулды. Уның бөтә ҡиәфәте “Нимә?” тигән һорауға әүерелгәндәй ине.

– Тәк, – тине тамағы һаман көйләнеп өлгөрмәгән Күкбүрин. – Һин,Лотфулла… ҡхе, ҡхе… сығарған ташыңды… ҡхе, ҡхе… Оло һырт итәгенәташы… ҡхе, ҡхе…

Лотфулла өнһөҙ генә баш ҡаҡты. Хәйер, ул һөйләшә алған хәлдә лә бер ниәйтә алмаҫ ине, моғайын. Ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, түрә бит. Ә уларғаҡаршы һүҙ әйтеү йолаһы күптән онотолған ғөрөфNғәҙәттәр рәтендә.

***Һағынбай халҡын ике ҡапмаNҡаршы төркөмгә бүленергә мәжбүр иткән был

ваҡиғаларҙы иң еңел кисергән кеше, моғайын, Лотфулла булғандыр. Сөнки,әлеге лә баяғы, сит ауылдыҡы. Әлбиттә, уға хәләл ефетенең төйәге булған һәмәлеге көндә үҙе йәшәп ятҡан төньяҡ ос яҡыныраҡ, әммә был тойғо хакимиәтбашлығының һүҙенән өҫтөн була алмай. Туҡта, әгәр Күкбүриндең сетереклефарманын үтәү Мәйсәрәнең күңелендә илһөйәрлек хистәре уятып ебәрһә? “Күҙкүрер, – тип уйланы Лотфулла. – Алдан ғауғаламай торайыҡ әле – мужыт,ҡаңғырмаҫ…”

Ысынлап та, шуның өсөн ҡаңғырышырға Мәйсәрәнең башына тай типкәнмени? Уға аҡса булһа, шул еткән. Әйткәндәй, ул әлеге мәсьәләне бик ҡаты ҡуйҙыЛотфуллаға:

– УндаNбында ташыттырған өсөн аҡсаһын ике мәртәбәгә арттырһын. Берэште ике ҡат эшләү – уйын түгел.

Эштең, ғөмүмән, уйын түгел икәнен Лотфуллаға аңлатыу кәрәкмәй индебылай. Ә Фәрүәз Лоҡмановичтың ҡушҡаны – бигерәк тә. Шуға күрә ул, әлеге се Nте рек ле эште көндөҙ башҡарырға ҡыймайынса, төнгә ҡалдырырға ҡарар итте.

Мөғжизә!.. Икенсе көнөнә йоҡонан уянған Һағынбай халҡын биләп алғантойғоно ошо бер һүҙ менән генә аңлатырға мөмкин. Нисек ғәжәп итмәҫһең:

Мәүлит Ямалетдин 21

Page 22: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

кисә генә Сағыл итәгендә ятҡан таштар Оло һырт битләүенә күскән. Нисек ундапәйҙә булған улар? ЕнNпәрейҙәр ташығанмы, әллә үҙҙәре йәнләнеп шунда барыпятҡанмы?

Китте шауNшыу, ҡупты ғауға. Хәйер, төньяҡ өлөш таяҡ тығып болғатылғанҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтһә лә, ауылдың көньяҡ осонда шымNшырыҡ хөкөмһөрә ине. Ҡалайтып тыныс ҡалһын төньяҡтар – уларҙың милкенә оронғандарбит!.. Ҡайҙа Лотфулла? Уның был ваҡытҡаса йоҡлап ятыуын белгәс, бер кемдәлә шик ҡалманы: ташты шул яуыз күсергән! Мәйсәрәне ҡыҫымға алдылар. Ә улнимә тиһен: эйе ташыны шул. Кем ҡушҡанмы? Кем булһын – Күкбүрин.

Шунда ғына төньяҡтар үҙҙәренең һемәйгәнен аңланы. Тимәк, бөтә ғиллә –хакимиәт башлығында. Дөрөҫөрәге, уны нисек һыйлауҙа. Ишетеүҙәренсә, йылғааръяғы был тәңгәлдә ғәжәп дөргөнлөк һәм йомартлыҡ күрһәткән: араҡыларыбик мул булған, тәкә һуйғандар. Ә йылғаның бирге яғы уларҙан кәмме ни? Уларярты йәшник алһа, беҙ бер йәшник итеп алабыҙ хәмерҙе! Әгәр тегеләр тәкәһуйһа, беҙ тана һуябыҙ! Булғас булһын!..

Театр донъяһында шундай ҡанатлы һүҙ йөрөй: әгәр сәхнәнең беренсе шар Nшауында мылтыҡ эленеп торһа, һуңғы шаршауҙа ул мотлаҡ атырға те йеш. Әлегемылтыҡ ролен кемгә йөкмәтергә булыр икән, тигән уй менән әҫәрҙең башынбайҡап ҡараһаҡ, район хакимиәте башлығына барып юлыҡтыҡ. Әгәр былвазифаны биләүселәрҙе шартлы рәүештә элекке кантон началь ник тарынатиңләп, “ни ҡылһа ла ирке бар” тигән дандарын хәтергә төшөрһәк, ысынлап та,мылтыҡ роленә Әлимовтан да ҡулай кешене табыуы ҡыйын.

“Мылтыҡ үҙенәнNүҙе атылмай, уның тәтеһенә кем баҫыр һуң?” – тиерһегеҙ.Рәхим итегеҙ: район башлығының ҡыҙы Жанна. Тап килһә килә бит: уныңаҙашы, Орлеан ҡыҙы Жанна д,Арк заманында инглиз баҫҡынсыларына ҡаршыһуғышып йөрөгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, ирNҡыҙ!

“ИрNҡыҙҙы тәтегә баҫырға ниндәй сәбәп мәжбүр итеүе мөмкин?” – типһорарығыҙҙы белеп, серҙе сисергә ашығам: ул быйыл ун беренсе класты та мам Nлай. “Тамамлаһа һуң?” – тип уйларһығыҙ илтифатһыҙ ғына. Бөтә әтнәкә ошобөйөк ваҡиғала шул. Дөрөҫ, ваҡиға ябайҙарҙанNябай, хатта әһәмиәтһеҙ. Ләкинбыл билдәләмә Жанна өсөн түгел. Барый ҡарт әйтмешләй, ниңә тиһәгеҙ, ул ябайкешенең ҡыҙымы ни? Жанна, ғөмүмән, үҙенә ҡағылышлы бар нәмәне ғәҙәт тәнтыш күренеш тип ҡабул итергә өйрәнгән. Дөрөҫөрәге, өйрәткәндәр. Шуға күрәтиҫтерҙәре алдындағы өҫтөнлөк тойғоһон да, уҡытыусыларҙың айы рым мө Nнәсәбәтен дә, бынаNбына үҙенә тапшырыласаҡ алтын миҙалды ла шулай те йештип уйлай. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙен Хоҙайҙың ҡашҡа тәкәһе кеүегерәк тоя.

Бына шул ҡашҡа тәкә имтихандар барышында атаһы алдында ҡәтғи талапҡуйҙы: район үҙәгендә уҙғарыласаҡ сығарылыш балында фейерверк булһын!Жаннаның тел төбө аңлашыла: ул мәктәп тамамлаған йыл ҡалған йылдарҙанайырылып торорға һәм әйләнәNтирәләгеләрҙең иҫендә ҡалырға тейеш. Сөнки,башта әйтеүебеҙсә, беҙгә әһәмиәтһеҙ булып күренһә лә, хакимиәт башлығыныңҡыҙы өсөн сығарылыш балы иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе булып төҫмөрләнәине. Район үҙәгенең быйыл ун беренсе класты тамамлаусылары һуштан яҙыпҡоларлыҡ булһын был фейерверк. Кем менән замандаш булғанлыҡтарынбелһендәр!

Ҡыҙының нәҙберек холҡона, көйһөҙ еңмешлегенә өйрәнеп бөткән Әли мов Nтың, йәки, халыҡ телендәгесә, Ғазаповтың, әлеге ҡәтғи талапты үтәмәйенсәсараһы юҡ, буғай. Үтәмәй ҡара! Шундуҡ сираттағы истериканы, йәғни, үҙебеҙсәәйтһәк, саяланыу кәмитен көт тә тор. Ә был Әлимовҡа кәрәкме?! Әйҙә, ҡыланыпҡал һын, уҡыуға китһә, бәлки, шауҡымы әллә ни һиҙелмәҫ. Әле уның бер

22 Һәйкәл

Page 23: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

фейерверк менән мөрхәтһенеүенә ҡыуанырға кәрәк. Әгәр, Алла һаҡлаһын, йәшNелкен сәктең һушын китәргән Юрий Шатунов, Филипп Киркоров кеүегерәкберәй “йондоҙ”ға заказ бирһә? Тәүбә, тәүбә, әстәғәфирулла!..

Ә был фейерверктың, йәғни, яһалма ут йәйғороноң хаҡы был тирәләме?Уйлай торғас, район етәксеһе Еңеүҙең 50 йыллығына бүленгән аҡсаның кескәйгенә бер өлөшөн ҡыҙының күңелен табыуға йүнәлтергә ҡарар итте. Әйтәйек,Ташъяр ауыл Советына вәғәҙә ителгән болдо. Алда юбилейҙар күп: илле биш,йәнә биш йылдан Бөйөк Еңеүҙең алтмыш йыллығы тора. Күбенә сыҙаған халыҡәҙенә түҙер әле.

...Район хакимиәте башлығы шылтыратҡанда Күкбүрин үткән йомалағызыяфәт* шауҡымынан көскә арынып, илгә хеҙмәт итеүҙәң алғы сафына киренәнбаҫҡайны. Ул башта Әлимовтың хәбәренә бер килке төшөнмәйерәк ултырҙы:ысынды һөйләйме, әллә шаяртамы? Нисек була инде ул? Ә вәғәҙә? Районбюджеты ауырлыҡ кисерә?.. Аңлашыла. Илле биш йыллыҡҡамы?.. Ярай, ярай,планға шулайтып индерербеҙ. Халыҡмы?.. ӘNә, әлбиттә, аңлар, борсолмағыҙ,иптәш Әлимов. Эйе шул, илдәге дөйөм хәлде күреп торалар ҙа…

Мылтыҡ тауышы шул көндө үк Һағынбай ауылына барып етте. Дөрөҫөрәге,уның шаңдауы. Мылтыҡтың ике көбәгенән берNбер артлы яңғыраған шартлауКүкбүрингә: “Аҡса юҡ! – тигән һылтау булып ишетелһә, артабан ул үҙенең тәүмәғәнәһен юғалтып: “Һәйкәл булмаясаҡ!” – тигән ҡырҡаNяран фарман булыпюлыҡты һағынбайҙарға. Шулай, ҡайһы саҡта халыҡтың шартлауҙы ишетеүемотлаҡ түгел, уға шаңдауы ла еткән.

Был хәбәр тыуҙырған шауNшыуҙы яҙып килештерерлек түгел – уны бары тикяҡынса күҙ алдына килтерергә мөмкин. Һуң, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: әлеге шарт Nлау ҙан хасил булған бөйлән** шундай көслө ине, хатта шул көндән һуң Лот фуллаяңы нан һөйләшә башланы. Кем нисектер, ә Лотфулла ҡыуанып бөтә алмайбыға. Ана бит, шок терапияһының файҙаһы теймәй ҡалманы!

Йәнә Барый ҡарт үҙенең жанрын билдәләп булмай торған ҡарһүҙҙәрен һөй Nләү ҙән шып туҡтаны. Бәлки, ялыҡҡандыр. Әллә башҡаларҙы ялҡытҡанын һиҙ N ҙеме икән? Мөхтәр бабайҙың холҡонда ла ҡырҡа үҙгәреш һиҙелде: ул хәҙер ар Nтына ҡарамайынса йөрөй алмай. БерNике аҙым атлай ҙа, артына боролоп ҡарай– нәҡ Мәжит Ғафури шиғырындағыса. Ихтимал, ул илле йыл артынаҡарамауының үсен ҡайтаралыр.

Иң ғәжәбе, моғайын, Мөхәррәм ҡарттың киренән ҡурҡаҡҡа әүерелеүелер.Уны хәҙер яңынан “буш йөрәк” тип йөрөтәләр. Һуғышҡа алмауҙары өсөнәсенеүҙәрен иҫенә лә алмай. Һөйләүҙәренсә, ҡолағы ла ишетә башлаған, имеш.Әгәр был хәбәр дөрөҫ булһа, шок терапияһының халыҡ тормошондағыәһәмиәте бермәNбер арта.

Ә, ғөмүмән, Һағынбайҙа барыһы ла әүәлгесә, тормош һәүетемсә дауам итә.Ауылды икегә бүлеп аҡҡан кескәй йылға һаман үҙ йырын йырлай. Уның сафһыуҙары ике яҡ ярҙы ла тигеҙ йыуа. Моғайын, йылғалар өсөн уң яр, һул яр тигәнтөшөнсәләр бөтөнләй юҡ, ә үҙҙәре ынтылған ал тараф ҡына бар. ЫсынмыNбушмы, ауыл халҡы йылғаларының ошо үҙенсәлегенә иғтибар итеп, йыш ҡынаул йырлайNйырлай ағып барып, күҙҙән юғалған офоҡ ситенә күҙ һала, имеш.Бына шундай хәлдәр.

Мәүлит Ямалетдин 23

*Зыяфәт – һый@хөрмәт.**Бөйлән – шок.

Page 24: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Т ү л ә к Ғ И Р Ф А Н О В

ПУЛЕМЕТСЫ СӘХИ

Х И К Ә Й Ә

Был хәлдәрҙе яҡын танышым Хәй ағай нисек һөйләһә, шул килешҡуйын дәф тә ремә теркәп ҡуйғанмын. Ваҡытында берәй баҫмаға

бирергә форсат теймәгән, күрә һең… Ағайҙың вафатына ла байтаҡ ғүмерүтте. Юлым осраҡлы ғына уның тыу ған ауылы аша үтмәһә, танышым рухынабелгән доғаларымды уҡып сыҡ маҡсы булып, ауыл зыяратына һуғылмаһам…

Ағайыбыҙ һуғыштан һуң яңы төҙөлөп ятҡан С. ҡалаһына барыпурынлаша, ҡала төҙөүҙә ҡатнаша, үҙенә лә шунда йорт һалып инеп, ғүмеренуҙғара.

Байтаҡ ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, ҡәберен тиҙ таптым, сөнки уны ерләүҙәүҙем дә ҡатнашҡайным. Ниәт иткән ғәмәлемде үтәп ҡуҙғалыуыма, күҙем киңитеп ихаталанған ҡәбергә төштө. Ирекһеҙҙән, йәнәш торған ике мәрмәрташтағы яҙыуҙарҙы уҡыным. Таштарҙың береһенә –«Сәхиулла Ғәлиуллаулы Хәй рет динов», икенсеһенә «Евдокия Степан ҡыҙы Хәйретдинова» типяҙыл ғайны.

Сәхи һәм Дуся?.. Хәй ағай бәйәне ҡылт итеп иҫемә төштө. Ағайҙыерләгәндә был ҡәбергә нисек иғтибар итмәгәнмендер, белмәйем…

***«Сәхи ағайым минән дүрт3биш йәшкә өлкән ине – тип башлана яҙма. –

Уҡытыусылар институтын бөтөп (ул саҡта ике йыллыҡ шундай курстар барине), балаларға һабаҡ бирҙе. Ул ваҡытта ауылда уҡытыусының абруйы ҙурине. Ба лаға хәреф танытып, мәктәптә генә уралманы улар. Өй һайын йөрөп,оло ке ше ләргә лә хәреф танытты, аңлатыу, өгөт3нәсихәтен дә бирҙе,кистәрен клубта кон церт, спектаклдәр ҡуйҙырыу, төрлө уйындар ойоштороуменән дә шө ғөл лән де. Гармунда, мандолинала ла уйнаны. Йәштәр уныңэргәһенә яҡтыға йыйылған кү бәләк һымаҡ эркелде.

Беҙҙең дә танауға еҫ керә башлаған саҡ. Ололар менән бер рәттән көн

24

Түләк Ғирфанов (1939) “Ағиҙел” журналы уҡыусыларына күптән таныш. Дүрт проза һәмпублицистика китаптары авторы. Миәкә районының М. Аҡмулла исемендәге әҙәбипремияһы лауреаты. Ҡаран=Ҡунҡас ауылында йәшәй.

Page 25: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

оҙоно эш ләп йөрөһәк тә, арыу3талыу тигән нәмәне белмәйбеҙ, кис еттеме,уйын3көлкө, йыр3моң ағылған клуб яғына тартылабыҙ. Билдәле, ағайҙарбеҙҙе уйынға ҡат наш тырмай. Ҡайһы бер уҫалыраҡтары клуб тирәһенәнҡыуып та ебәрә.

– Барығыҙ, ҡайтып йоҡлағыҙ. Һеҙгә был тирәлә уралырға иртә әле. Ауыҙ3мо ро ноғоҙҙан һөт тә кибеп бөтмәгән,– тип үк ебәрәләр. Бындай кәмһетеүбеҙҙе бик ныҡ ғәрләндерә, зитабыҙға тейә. Тиҙерәк үҫеп, ошо ағайҙар һымаҡбул ғы быҙ килә. Эй, йәшлек! Йүләрлек. Тағы ике3өс йылдан тын донъябыҙҙыңаҫтын3өҫ кә килтереп ҡәһәрле һуғыш башланыр ҙа, ошо ағайҙарыбыҙ менәнбергә үле мес ле ут эсенә барып инербеҙ, тип кем уйлаһын.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылырға йәше етһә лә, Сәхи ағайымды бронь менәнҡал дыра килделәр. Сөнки ул саҡта ауылда уҡытыусылар етешмәй ине. Тиҫ 3тер ҙәре ыҡ сым ҡыҙылармеец кейемендә ялға ҡайта йә безкозыркала фо тоғатөшөп, һөй гән ҡыҙҙарына һала. Ошоларҙы күреп, ағайымдың түҙемлегебөттө, ахы ры һы, район үҙәгенә барып бронен алдырып, үҙ теләге менән хеҙ 3мәт кә китте. Китте лә һыуға төшкән кеүек юҡ булды. Хаты ла, хәбәре ләбулманы. Бер йылдан һу ғыш башланды. Ул мәхшәрҙе күрергә, башҡаваҡытта төшкә лә инмәгән яфа ларҙы кисерергә беҙгә лә сират етте. Һуғыштаартиллерия полкында төҙөүсе си фатында башынан аҙағынаса ҡатнаштым.Башымда һәр даим, бәлки, Сәхи аға йымды осратырмын, тигән уй йөрөнө.Юҡ, осраманы Сәхи ағайым. Иҫән ле ген белдереп ҡош телендәй генә хәбәрекилһә лә, риза инек. Уныһы ла булманы. Өй ҙәгеләр ҙә, мин дә уның былдонъяла юҡлығына күнеп тә бөткәйнек инде. Биш йыл буйы бер ниндәйхәбәре булмаһын әле…

Еңеүҙе мин үҙем Австрияла ҡаршыланым. Дошмандың өңөнә үк барыпетел мәне. Һуғыш тамамланыу менән, беҙҙең полкты тараттылар. Бер ниндәйтот ҡар лыҡһыҙ, иҫән3һау тыуған ауылыма әйләнеп ҡайттым. Атай ҡарттыңсә лә мәтлеге насар ине. Шулай булһа ла, уны трудармияға алғандар. Ул шунанҡайта алмаған. Әсәй, ҡалған туғандар имен3аман торғандар. Ауыл, әлбиттә,беҙ киткәндәге түгел. Өйҙәр иҫкергән, йорт3ҡура туҙған, ихата3фәләнҡалмаған.

Беҙҙең өйҙөң дә ҡапҡа бағаналары ғына һерәйешеп ултыра. Ихаталарҙыутын итеп мейескә яҡҡандар. Бөтәһен дә яңынан башларға кәрәк: иҫ кер 3гәнде яңыртырға, ауғанды торғоҙорға. Һирәкләп фронтовиктар ҡайтһа ла,ауылда эшсе ҡулдар етешмәй. Тормош әүәлгесә ҡатын3ҡыҙ, бала3саға көсөменән бара. Йә шерәк фронтовиктар йөрөй3йөрөй ҙә ситкә сығып китә.Ғаиләһе бул ма ған дар, ҡайтып та тормай, ҡалала төпләнеп ҡала. Минең дәиҫәп берәй ҙурыраҡ төҙөлөш барған тирәгә һыйыныу ине. Әсәй, туғандарйәл. Улар былай ҙа күпме түҙ ҙе, күпме ауырлыҡтарҙы еңеп, йән атып беҙҙеңҡайтыуҙы көттө. Уларҙы ташлап сығып китеү ғәфү ителмәҫлек хыянат булырине. Иҫ алғансы бер3ике көн йорт тирәһен ҡараштырҙым да колхоз эшенәсыҡтым. Мәктәп янынан үт кәндә Сәхи ағайым иҫкә төшә лә, йөрәкте сыҙапторғоһоҙ юҡһыныу өйкәй. Һу ғыш бөткәс, бәлки, берәй хәбәре булыр, тип тәөмөтләнә инек. Был өмөтөбөҙ ҙә аҡ ланманы. Еңеү яҙы ла, йәй ҙә үтте. Көҙетте. Көс3хәл менән йыйып алған игенде ат арбаларына тейәп элеваторғаилтәбеҙ.

Бер көн шулай ылауҙан арып3талып ҡайтып инһәм, өй эсе халыҡ менәнтул ған. Ҡот осто, әсәй менән бер3бер хәл булғанмы, тип шаңҡып киттем.

Түләк Ғирфанов 25

Page 26: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Күрәм: әсәй иҫән3һау, тик йөҙөнә ниндәйҙер билдәһеҙлек һыҙаттары ғынаятҡан. Шат лыҡтанмы, әллә хәсрәттәнме – аңлап булмай. Халыҡты йырыпүтеп, әсәйҙе ҡо сағыма алдым.

– Ҡунаҡтар бар бит әле, улым. Беҙгә тип төбәп килгәндәр. Түлке, ней, тел 3дә рен аңлап булмай.

Тамам аптыраған әсәйем, ни ҡыуанырға, ни ҡайғырырға белмәй, һике си 3тендә бала ҡосаҡлап ултырған йәш кенә ҡатынға ишараланы. Ҡунаҡ ҡатынмине күреү менән һиҫкәнеп китте, ҡосағындағы ҡыҙ баланы ситкә этәреп,һикереп торҙо.

– Сәхи!– тине ул үҙәк өҙгөс тауыш менән,– Сәхи!Ҡапыл тоҡанған ялҡын һымаҡ балҡып киткән ят ҡатын менән бер мәлгә

ге нә бер3беребеҙгә ҡарашып ҡатып ҡалдыҡ. Шик юҡ, ул мине Сәхи ағайымме нән бутаны. Тимәк, ул ағайымды белә. Минең эскә әйтеп аңлаталмаҫлыҡйылы йү гер ҙе.

– Һин Сәхи түгелме ни?– тине ҡатын, минең өнһөҙ тороуымды күреп.– Мин… түгел. Мин уның энеһе,– тинем, ҡаушауымды һиҙҙермәҫкә ты ры 3

шып.Ике ҙур һоро матур күҙҙән ике бөртөк йәш һытылып сыҡты.– Һеҙ кем булаһығыҙ? Сәхи ағайымды ҡайҙан беләһегеҙ?Ҡатын яуап бирәһе урынға ашыға3ашыға ҡул сумкаһынан нимәлер

эҙләргә кереште. Унан таушалып бөткән, дүрткә бөкләнгән ҡағыҙ киҫәгеалып миңә һуҙҙы. Ҡағыҙҙы алыу менән ағайымдың яҙыуын таныным. Улшулай хәреф тә рен һулға йығыбыраҡ яҙа ине. Күҙемә йәш төйөлә, хәрефтәрһикерешә. Ни һа йәт, улар һикерешеүҙән туҡтай… «Ҡәҙерлеләрем, атай, әсәй!Бығаса төплө генә ад ресым булмағанлыҡтан, хат яҙа алманым. Шулай туракилде: гел күсеп йө рө йөм, гел юлдамын. Был хатымды ла машина кузовынаһалып яҙам. Хәҙер ҡуҙғалабыҙ. Фашистарҙан тиҙерәк изге еребеҙҙетаҙартырға кәрәк.

Атай, әсәй! Был хатымды һеҙгә минең ҡатыным Евдокия һәм ҡыҙым Луизатап шырыр. Һеҙ уларҙы мине яратҡан кеүек яратығыҙ. Иҫән булһаҡ, ҡайтҡасба рыһын да һөйләрмен. Әле бик ашығам. Хуш3һау булығыҙ. Декабрь, 1943йыл».

Ошо ҡыҫҡа ғына хатты ҡат3ҡат уҡып сыҡтым. Уҡыйым да, уҡығанымаышан май, тағы уҡыйым. Өйҙәгеләр тын да алмай минең ни әйтеремде көтә.Әсә йем, хаттың эстәлеген алдан белеп торған кеүек, килене менән ейәнсәренҡо са ғына алып, йәшкәҙәгән күҙҙәрен миңә төбәп ултыра.

– Әсәй,– тинем мин, – Сәхи ағайым иҫән. Был уның хаты. Һин ҡосаҡ 3лаған ҡатын – киленең Дуся, ә ҡыҙы – ейәнсәрең Луиза…

Халыҡ ҡапыл мыш3мыш иларға тотондо. Минең дә, ниңәлер, күҙҙәрем то 3ма лан ды. Тәмәке тартып кереү хәйләһе менән ишеккә йүнәлдем. Бер3ике ирҙә миңә эйәреп ишек алдына сыҡты. Көҙгө көн кискә ауышҡан. Ҡояш,ялҡыны бөт кән ағас ҡуҙы кеүек тамам һүрелеп, тау артына төшөп бара.Ирҙәр гәзит ки ҫә ге нә махорка төрөп, тәмәке тоҡандырҙы. Минең тәмәкетартыу теләгем һүрелде. Башымда уйҙар сыуалды. Хатын уҡып, ағайым иҫән,тип хәбәр һалдым3һа лы уын, хат бит бынан ике йыл элек яҙылған. Ә һуғыштакеше ғүмерен йылдар тү гел, секундтар хәл итә. Дуся еңгәмдең мине Сәхиағайым менән бутауы ла тиккә тү гелдер. Мин өйгә ингәндә халыҡ таралып,өй бушап ҡалғайны. Әсәйем өтә лә неп өҫтәл әҙерләй, Дуся еңгә ҡыҙынанимәлер аңлата3аңлата уның сәсен үрә.

26 Пулеметсы Сәхи

Page 27: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Әллә ни һөйләшмәй генә сәйгә ултырыштыҡ. Ҡайнар сәйебеҙҙе өрә3өрәэсеп тәүге сынаяҡтарҙы ла бушаттыҡ. Луиза ғына, бер нәмәгә лә ҡағылмай,муйылдай ҡара күҙҙәрен тултырып бер әсәйемә, бер миңә ҡарап ултыра.Әсәйем ейәнсәре алдына майҙа ҡыҙҙырылған йомортҡа, бөтәүләйбешерелгән бәрәңге ҡуя.

– Әйҙә аша, ҡыҙым, тартынып ултырма. Бына ҡоротона үрел, төйөлгәнмуйылдан ауыҙ ит. Бөтәһе лә сеүәжәй, үҙебеҙҙеке,– ти.

– Ейәнсәрең һине аңламай шул, әсәй,– тим.– Ә улар ниндәй телдә һөйләшә һуң?– ти әсәйем.Шул саҡ быуылып торған йырын асылып киттеме ни – Дуся еңгәм ҡыҙын

ҡо саҡлап һығылып иларға кереште. Луиза ла әсәһенә ҡушылды. Сәй яһаптор ған әсәйем, ҡулы бештеме, сынаяғын төшөрөп ебәрҙе. Эҫе һыу һикетаҡтаһы буй лап ағып әсәйемдең аяғына тама, ихтимал бешерәлер, тик улбыға иғтибар ит мәй, яулыҡ сите менән йөҙөн ҡаплап һығылып төшкән. Минөйҙә берҙән3бер ир кеше, етмәһә фронтовик, был хәлгә тыныс ҡарайалманым, асыуланған төҫ алып, урыҫсалап тороп: «Это что за привычкаплакать!»– тип ҡысҡырып ебәр гән булдым. Һуғышта беҙҙең расчеткомандиры ҡалын шырт мыйыҡлы Ми хай лов асыуы килгәндә беҙгә шулайҡысҡыра торғайны. Дөрөҫ, ул: «Что за при выч ка ныть?» – тип әйтә ине. Һу 3ғыш барғанда ҡырҡ ата балаһына шулай өн дәшеү, бәлки, урынлы лабулғандыр. Мин үҙемдең ҡылығыма үҙем оялып киттем. Әм мә әйтеләһе һүҙәйтелде. Һуңлап үкенеүҙән файҙа юҡ. Ялауай итек менән иҙән гә шаҡиттереп тибеп тә ҡуйҙым. Иң башта Луиза иҫенә килде. Илауынан туҡ тап,ҡара күҙҙәрен миңә төбәне. Уның оло итеп асылған күҙ ҡарашында ҡурҡыу,ял барыу түгел, ялтлап зәһәр нәфрәт уты ҡабынды. Шунда ғына ошосабыйҙың фа шистар биләгән ауылда тыуып үҫеүе аңыма килеп етте. Дусяеңгәм ең осона ҡыҫ тырылған ҡулъяулығын алып күҙҙәрен һөрттө.

–Беҙгә улай ҡысҡырмағыҙ, зинһар. Ҡурҡыу, кәмһетелеүҙәрҙән йөрә ге 3беҙ өшөп бөткән. Сығарып атыуҙарын көтөп арыған йәнебеҙ – филтәһебөткән шәм кеүек һүнергә генә тора. Ә илауға иғтибар бирмәгеҙ. Ҡатын3ҡыҙзаты күҙ3йәш түкмәй тора алмай. Илауҙы беҙгә шундай яҙмыш инселәгән,күрәһең.

Күҙ3йәш аралаш эселгән сәйҙән һуң Дуся еңгәм һөйләүенән шул мәғлүмбул ды: һуғышты пулеметсы Сәхи ағайым Белоруссияла ҡаршылай… Ҡатыалыш тар ҙың береһендә уларҙың уҡсылар полкы ҡамауҙа ҡала. Бер нисә рәтдош ман ҡул саһын өҙөргә тырышып ҡараһалар ҙа, көстәр тигеҙ бул ма ған 3лыҡ тан, ур манға сигенәләр. Арттарынан бер туҡтауһыҙ фашистар эҙәр 3лекләй. Беҙ ҙе ке ләр бик аҙ ҡала. Атырға патрондары, ашарға ризыҡтарыбөтә. Тәғәм ри зыҡ һыҙ бер ни сә тәүлек урманда йөрөгәндән һуң, Сәхи аға 3йым яҡындағы ауылға барып ҡа рарға хәл итә. Немецтар барын3юғын дабелмәгән таныш түгел ауылға төнөн барыу хәүефле. Ағайым таң алдынанкитә. Ауыл урмандан шаҡтай алыҫ, кескенә йыл ға буйында, үҙәндә. Ваҡҡыуаҡлыҡтарға ышыҡланып, шунда яҡынлай. Бер йәш ҡыҙҙың баҡсаласоҡонғанын күргәс, уны бер аҙ күҙәтеп тора, шунан эр гә һенә килә. Өҫ3башыбысранып бөткән хәрбиҙе күреп ҡыҙ, бер ни тиклем ҡау ша һа ла, ҡурҡыпҡалмай. Үҙен Дуся тип таныштыра. Немецтар хаҡында бе леш кәс, ағайымҡамауҙа ҡалыуын, иптәштәре менән урманда йөрөүен һөйләй, яҡын3тирәләпартизандар барлығы3юҡлығын һораша. Бер нисә көн аша мау ҙа рын да

Түләк Ғирфанов 27

Page 28: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

йәшермәй. Дуся ауылда немецтар барлығын, һаҡ булырға кәрәклеген әйтә.Өй ҙәренән бер аҙ сало, бәрәңге килтерә. Иртәгә лә ошо урынға килергәҡуша. Аға йым иртәгәһен килеп байтаҡ аҙыҡ, яралылар өсөн бер ни тиклеммедикамент алып китә. Икенсе килеүендә лә партизандар хаҡында һорағас,Дуся төндә өй ҙә ренә килергә ҡуша. Юлды яҡшы белгән ағайым төндә улкүрһәткән өйгә бара. Ҡыҙ ҡушҡанса ишек шаҡый. Оҙаҡ ҡына асмайҙар.Ниһайәт, келә ыс ҡын ды рылып, ишек яртылаш асыла. Ағайыма соландаөйөлгән бесән башына ме неп йәшеренеп ятырға ҡушыла. Күңеленә,дошманға һатманылармы, тигән шик төшә. Бына хәҙер овчаркалар менәнкилерҙәр ҙә бесән башынан һөйрәп алып, ҡул дарын шаҡарып, төрткөләпалып китерҙәр, тип көтә. Ундай саҡта ваҡыт оҙаҡ үтә, минуты ла сәғәттәйтойола. Әллә һуң булмаҫ элек сығайым да ки тә йем ме икән, тип тә уйлап ҡуя.Ни булһа ла, көтөргә хәл итә. Ярты төн уҙғас, тышта аяҡ тауышы ишетелә.Ағайым һағая, ҙур көсөргәнеш менән үҙен ҡулға алып, ни бу лырын көтә.Солан ишеген һаҡ ҡына асып берәү инә, өй ишеген шаҡый. Сә хи ағайымаөйрәткәнсә, ишек тиҙ үк асыла. Бер аҙҙан ағайымды ла өйгә саҡыралар.Һүрән генә янған шәм яҡтыһында ике ир һөйләшеп ултыра. Өлкән йәш 3тәгеһе үҙен Степан тип таныштыра. Ерән һаҡаллы мыҡты ир үҙен«Һаҡалтай» тип кенә атай. Аҙаҡ асыҡланыуынса, Степан – Дусяның атаһы,ошо йорт хужаһы «Һаҡалтай» – подпольела ҡалдырылған большевик Бойкоикән. Һаҡалтай аға йым дың кем булыуын, урманда нисә кеше барлығын, ниөсөн партизандар ме нән ҡыҙыҡһыныуын төпсөнөп һораша. Ағайымүҙҙәренең аҙ ҡалыуын, бо е при пастары бөтөүен, фронт һыҙығын үтепсығырлыҡ көстәре булмауын, шун лыҡ тан партизандарға ҡушылыпфашистарға ҡаршы көрәште дауам итергә те ләү ҙәрен әйтә. Һаҡалтайағайымды иғтибар менән тыңлай. Шулай ҙа һөй лә гән дәренә ышаныпбөтмәй, ахыры. Иртәгәһенә ике иптәшен алып килергә ҡуша. Йә нә кисәгехәл ҡабатлана. Ағайым бесәнлектә ике иптәше менән Һаҡалтай кил гәненкөтә. Ә ул төн ауышҡас ҡына килә. Тағы һорашалар. Был юлы кү бе рәкағайымдың иптәштәре яуап тота. Һынап ҡарамаҡҡа төрлө йомоштар ҙа ҡу 3шалар.

Йәнә ике көн үтә. Шунан һуң ғына Һаҡалтай асыла төшә. Ул әлегә был яҡ 3тарҙа партизан отрядтарының булмауын, әммә уны булдырырға кәрәклегеха ҡында һөйләй. Күп тә үтмәй, партияның подпольела ҡалған комитетыҡамауҙа ҡалған совет һалдаттары нигеҙендә партизан отряды ойоштороутураһында ҡарар ҡабул итә. Буласаҡ отрядтың командиры итеп Һаҡалтайтәғәйенләнә. Сә хи ағайымдар бөтә көстәрен биреп партизан отрядыойоштороу эшенә тотона. Фашистар үтеп инә алмаҫлыҡ төпкөл урындарҙайәшәү, ҡышлау өсөн зем лян калар төҙөлә. Дусяға яҡын3тирә ауылдарҙахалыҡҡа аңлатыу эше алып барыу, отряд менән даими бәйләнеш булдырыубурысы йөкмәтелә. Ағайым да төрлө йо мош менән ауылдарға йыш йөрөй.Ошо мәл Дуся менән ағайым бик ныҡ дуҫлаша. Тора3бара дуҫлыҡ ысынмөхәббәткә әүерелә. Ҡыҙҙың ата3әсәһе лә йәш тәр ҙең хисен аңлай. Фашистилбаҫарҙарының ауыл йәштәрен Германияға ҡыуыу өсөн исемлек төҙөйбашлауы билгеле булғас, Степан менән Анна ҡыҙҙарын ти ҙерәк күҙле3башлыитеү сараһын күрә: Сәхи ағайым менән Дуся өйләнешәләр. Окупанттарҙыңүҙҙәрен вәхшиҙәрсә тотоуы халыҡты, бигерәк тә йәштәрҙе, урманға китергәмәжбүр итә. Отряд айлап түгел, көнләп үҫә. Оло ер менән бәй ләнеш

28 Пулеметсы Сәхи

Page 29: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

булдырыла. Ниһайәт, ул үҙ аллы хәрәкәт итерлек хәрби берәмеккә әүе релә.Һаҡалтай етәкселегендәге партизан отряды ике йыл йәшәү дәүерендә фа 3шистарҙың тиҫтәләгән коммуникацияларын, ҡорал складтарын, тимер юл да 3рын, күперҙәрҙе сафтан сығара, халыҡты Германияға ҡыуыу пландарын өҙә,дошмандың байтаҡ көсөн үҙҙәренә йәлеп итеп тота. Отряд 1943 йылаҙағында, совет ғәскәрҙәре был төбәкте немец баҫып алыусыларынан азатиткәс, регуляр армияға ҡушыла. Сәхи ағайым да ике йәше менән барғанҡыҙын, ҡатынын күкрәгенә ҡыҫып үбә лә дошманды ҡыуып ары китә.Еңгәмдән ҡыҙы менән Баш ҡортостанға, үҙенең тыуған ауылына ҡайтыу ҙа 3рын үтенә. Хат, адресын яҙып бирә. Ул мәхшәрҙә йәш бала менән юлға сы 3ғырға еңгәм баҙнат итмәй. Аға йымдың ҡайтыуын көтөп, Еңеү көнөнә тиклемата3әсәһе янында йәшәй. Мең ға заптар сигеп көткән Еңеү көнө лә етә. Сәхиағайымдан бер ниндәй хәбәр булмай. Иҫәнме, иҫән түгелме икәнлеге ләбилгеһеҙ… Бәлки, яраланып тылға оҙа тыл ған дыр ҙа өйҙәренә ҡайтҡандыр.Ошо уйы уға тынғылыҡ бирмәй. Берҙән3бер көндө йыйына ла дүрт йәшлекҡыҙы менән юлға сыға.

***Беҙҙең яҡтар еңгәмә бик оҡшаны. Әлбиттә, ул ваҡытта йәшәү шарттары

беҙҙә лә үтә насар ине әле. Колхоз эш хаҡын игенләтә бирә. Уңыш булғанйылды арыу ғына иген эләгә, уңыш насар йылды бер хеҙмәт көнөнә ике йөҙграмм йәки унан да аҙыраҡ алаһың. Күмәк балалы ғаиләгә был иген яртыҡышҡа ла етмәй. Эш ләй алмағандарға айырыуса ауыр. Ашау етмәгәнлектәнмиктәп үлеп ҡа лыу сылар ҙа булды. Беҙҙең ғаиләне һыйыр һәм бәрәңгеҡотҡарҙы. Һыйырыбыҙ һөт лө булды. Бәрәңгене лә күп кенә ултырта инек.Дуся еңгәм бындағы хәлдәрҙе аң ланы. Ике3өс көн торҙо ла колхоз ида ра һынаэш һорап барҙы. Уны ашнаҡсы итеп алдылар. Еңгәм аш3һыуға бик оҫта ине.Иртә яҙҙан көҙгә тиклем колхоз ялан да эшләүселәр өсөн аш бешертә. Дөрөҫ,ашнаҡсы эше лә тынғыһыҙ. Кол хозсылар ҡайҙа эшләй – ул шунда күсенепйөрөй. Ел3ямғырҙан һаҡланыу урыны ла – малай3шалай әтмәләп биргән берҡыуыш. Уның ҡарауы, ҡыҙының да, үҙе нең дә тамағы туҡ. Колхоз, билдәле,хеҙмәт көнөнән ашау өлөшөн тотоп алып ҡала. Яҙғы, йәйге өҙөктә тамағыңтуҡ булғас, хеҙмәт көнөн киҫһәләр ҙә күнә һең. Сәхи ағайым бер йылдан һуңҡайтты. Уның иҫән булыуына өмөтөбөҙҙө өҙөп үк бөткәйнек. Ә ул ип3иҫән,өр3яңы кителенең түше тулы орден, ми ҙал да рын ялтлатып, йәшендән һуңҡалҡҡан йәйғорҙай балҡып ишектән килде лә ин де. Барыбыҙ ҙа өйҙә, кискеаш ашап ултырған саҡ. Иҫ тә, аҡыл да китте. Иң ғә жәбе шул: атаһын беренсебулып ҡыҙы Луиза танып, атай, тип ҡысҡырып ебәр ҙе. Осрашыу ми нут та 3рында типһә тимер өҙөр таҙа, дәрте ташып торған ир3уҙаман кеүек күренһәлә, ағайым олоғайып, кәүҙәгә лә тартылып киткәйне. Йылдар буйы еүешземлянка ла, һалҡын окоптарҙа ятыу, әллә күпме яралары уның сә ләмәтлегенныҡ ҡаҡшатҡан. Һуғыш бөткәс тә ҡайтарып ебәрмәй, ко мен да туралаҡалдыралар. Берлинда, бер йыл унда нимә эшләүен ағайым беҙгә һөй ләмәне.Вафатынан һуң хәрби комиссариат кешеһе уның ҡайҙалыр оҙаҡ аҙашып йө 3 рөгән Ҡыҙыл Йондоҙ орденын тапшырырға килгәс кенә, ағайымдың Берлинко менданты Берзариндың ярҙамсыһы булғанын белдек. Беҙҙең өсөн уныңалты йылға һуҙылған хеҙмәттән иҫән3һау әйләнеп ҡайтыуы оло шатлыҡбулды. Йорт3ҡура тирәһен ул элек тә тулы тәртиптә тотто. Был юлы лаҡайтып инеү менән эшкә бирелде. Мәктәпкә эшкә саҡырып килһәләр ҙә, ул,

Түләк Ғирфанов 29

Page 30: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ниңәлер, балалар уҡы тыу ҙан ҡырҡа баш тартты. «Хәҙер инде минән ниндәйтәрбиәсе сыҡһын»,– тине. Уның был ҡылығы, «хәҙер инде» һүҙенә ниндәймәғәнә һалыуы беҙгә аң ла шыл май ҡалды.

Колхозда иҫәпсе, келәт мөдире кеүек эштәрҙә йөрөнө лә урманҡарауылсыһы булып китте. Ул ваҡытта урманға иғтибар бар ине әле. Емерекдонъяны тергеҙергә ағас кәрәк. Күп кәрәк. Йорттар ҙа ағастан бурала ине улсаҡта. Хәҙер генә ул таштан да кирбестән һала башланылар. Ағайым урманэшенә мөкиббән китеп тотондо. Бер генә ағасты ла әрәм3шәрәм иттермәне.Ҡулы ҡаты, күңеле йомшаҡ булды. Сәскә өҙөлгәнен күрһә лә, илар сиккәетеп борсола ине. Ситтән тороп техникумында ла уҡып алды. Ғүмер буйыурман ҡараған тиерһең. Таң менән тороп сығып китә, өйҙәгеләр йоҡларғаятҡас ҡына ҡайта. Ҡайһы саҡта үҙе төҙөп алған урмандағы өйөндә ҡунып таҡалғылай. Дуся еңгәм ағайымдың был ҡылығын үҙенсә аңлатты. «Ике йылбуйы урманда партизан тормошо менән йәшәү ҡанына һеңгән».

Ысын әле, ситтән иғтибар менән ҡарап торһаң, ағайымдың үҙентотошонда сәйер нәмәләр шәйләргә мөмкин ине. Китеп барған еренән кинәттуҡталып нимәлер тыңлай, иғтибарлап тирә3йүнен күҙәтеп ала. Атлапйөрөүе лә икенсе, келәмгә баҫҡандай йомшаҡ баҫып, һаҡ йөрөй. Дуся еңгәмирен аңлай белде. Эштән ҡайтмай ҡалған сағында ла тауыш сығарманы,тыныс ҡына ағайым ҡайтҡандың икенсе йылында донъяға килгән улына,ҡыҙы Луизаға наҙын тигеҙ бүлеп, тулы тормош менән йәшәне.

Сәхи ағайым ҡайтҡас, мин күптәнге хыялымды тормошҡа ашырҙым.Беҙҙән йыраҡ түгел төҙөлөп ятҡан ҡалаға барып эшкә керҙем. Ҡала кешеһебулып китһәм дә, ауылым юлын һыуытманым, ҡайтып йөрөнөм. Ағайым үҙелә төрлө йомош менән ҡалаға йыш килеп торҙо.

… Бер ваҡыт шулай ауылға ҡайтҡан сағымда ағайым, атына ултыртып,миңә үҙенең биләмәләрен күрһәтеп йөрөнө. Мин, әлбиттә, урман күрмәгәнкеше түгел. Ауылыбыҙ ҙа урман эсендә ултыра, тиһәм дә, алдашыу булмаҫ.Ләкин аға йым күҙлегенән күргән урман бөтөнләй икенсе ине. Ат әкрен генәурман юлынан атлай, саҡ ҡалҡып килгән ҡояш нурҙары, оялсан ҡыҙҙаркеүек, һомғол ҡарағайҙар араһынан ҡаса3боҫа беҙҙе күҙләй. Ағайым һәртөбәктең тарихына, атамаһына, үҫемлектәренә, кейек3ҡоштарына аңлатмабирә. Мин моңло йыр тың лағандай кинәнеп, эргәмдәге хозурлыҡҡа йәнемиреп киләм. Уҡтай төҙ ҡа ра ғайҙар, баҙыҡ имәндәр, һөйкөмлө ҡайындар, әсәкүңелеләй йомшаҡ йүкәләр, сая сағандар бер3бер артлы күҙ алдымдан үтә.Барыһы ла шундай таныш, яҡын дар. Бығаса мин нишләп ошо матурлыҡтыкүрмәнем, яҡынлыҡты тойманым икән, ғәжәп. Ағайым һөйләй, ә миңәағастар шауына, ҡоштар тауышына ҡу шылып бар тәбиғәт йырлай кеүек.Әйткәйнем инде, һуғышҡа тиклем ағайым ба лалар уҡытты. Һөйләргә оҫта.Мәлен тура килтереп: «Ағай, һин ниңә уҡытыусы3тәрбиәсе эшенән баштарттың?» – тип һорайһы иттем. Ағайым оҙаҡ ҡына уйланып килде. Аҙаҡатын туҡтатып, утлауға ҡушты, миңә боролоп ул тырып, һорауыма ҡаршыһорау бирҙе.

– Ә һин нисек уйлайһың?– Һин балаларға ҡарағанда тәбиғәтте нығыраҡ яратаһың, буғай?–Ба 3

шыма килгән тәүге уйҙы әйттем.– Мин балаларҙы ла, тыуған яҡ тәбиғәтен дә берҙәй яратам. Эш унда

түгел,– тине ағайым.– Үҙеңә мәғлүм, һуғыш бала3саға уйыны булманы.

30 Пулеметсы Сәхи

Page 31: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Мил лион ҡорбандар бирҙек. Үҙенең аяуһыҙлығы менән ул кеше пси хо ло гия 3һын ныҡ үҙгәртте. Романтик рухлы, йомшаҡ күңелле кешеләр ҙә унан ҡатыбәғерлегә әйләнеп ҡайтты. Ә бәғере ҡатҡан кеше сәскә үҫтерә алмай. Ундайкешегә был эште көсләп ҡушыу ҙа яҙыҡ булыр ине.

– Һинеңсә, һуғышта ҡатнашҡан кеше тәрбиәсе була алмаймы инде?– Мин улай тип әйтмәнем. Фронттың да төрлө урындары булды. Унда ла

төрлө кеше үҙен төрлөсә тотто. Ә кем һуғыштың уртаһында булып, ысынмәғәнәһендә «ит турағыс» аша үткән, унан һәйбәт тәрбиәсе сығыуы икеле.Уның уҡыусылары йә үтә ҡаты бәғерле, йә аумаҡай, ҡушҡанды ғына үтәпйөрөүсе кеше буласаҡ.

Ағайымдың был ҡәтғи һығымтаһы менән ул ваҡытта мин килешә ал ма ғай 3ным. Әммә тормош һәр нәмәгә үҙенең төҙәтмәһен индерә. Ағайымдыңартабанғы яҙмышында бер3бер артлы ҡабатланған ваҡиғалар сылбыры минелә уйланырға мәжбүр итте. Урман техникумын тамамлағас, ағайымды эшебуйынса үрләттеләр. Хәҙер уның тирәһендә оло түрәләр өйөрөлдө. Кемгәағас, кемгә бура кәрәк. Һуңғы йылдарҙа урман йәнлектәре менән ҡыҙыҡ һы 3ныуҙар ҙа бермә3бер артты. Уларҙы өйрәнеү, ишәйтеү йүнәлешендә түгел, әуларға һунар итеү, атыу, үлтереү йүнәлешендә. Бигерәк тә һуғыштан һуңүҫеп еткән йәш етәкселәр әүәҫ булып сыҡты «урман ите»нә. Урманйәнлектәрен ҡырағайҙарса ҡыра башланылар. Ағайым уларға ҡаршы торопҡараны.

Бер көн шулай ҡаланан килгән түрә, ағайымдың ҡаршы тороуына ҡара 3маҫ тан, балалы мышыны ата. Сабыйы инәһе эргәһенән китмәй, хәсрәт һу 3нар сы ларҙы ла яҡын ебәрмәй. Шул саҡ йәнә мылтыҡ шартлай. Мышыбыҙауы ла инә һе өҫтөнә ауа. Ошо вәхшилекте күреп торған ағайымдапартизан ҡаны уяна: ҡуш көбәген алып, браконьерға сәпәй… Уны яралай…Ағайымды өс йылға хө көм иттеләр, өс йыл урынына биш йыл йөрөп ҡайтты.Унда ла урман һаҡлаған икән дә «чиновничий произвол»ға ҡаршы сығып,тағы йылдар өҫтәткән икән. Ҡартайып, һаулығын тамам юғалтып ҡайтты ул.Шулай ҙа өйҙә сыҙап ята ал май, колхоз яландарын ҡараусы булып эшкәсыҡты. Бер уйлаһаң, пәләүәт (по ле вод) эшенән дә тыныс эш юҡ һымаҡ.Атыңа ултыр ҙа ялан ҡара. Баҫыуҙа мал йөрөһә, ҡыу. Улай түгел икән шул.Һәр нәмәлә үҙенең ҡатнашлығы бар лы ғын тойған, һәр нәмәне үҙенекеләйкүңеленә яҡын алған кеше башына бәләне лә тиҙ таба.

Бер мәл беҙҙең хужаларға ла ер етмәй башланы бит. Тал3ҡыуаҡтарҙыышыр тып, йылға, күл буйҙарын, туғайҙарҙы һөрә башланылар. Тәбиғәткәҡарата эшләнгән был ғәҙелһеҙлекте күреп, Сәхи ағайымда йәнә партизанҡаны уяна. Туғай һөрөргә ебәрелгән тракторҙарға ҡаршы төшә. Шунда бертракторсы, эскән сағы булғандырмы, ағайымды бәрҙереп үтә... Түше тулыорден, миҙаллы кителен кейҙереп ерләнек ағайымды. Партизан Сәхи,пулеметсы Сәхи йәшәп өлгөрҙөмө, юҡмы – күрәһен күреп китте. Иренеңвафатынан оҙаҡ та ҡалмай Дуся еңгәм дә фани донъя менән хушлашып,ағайым эргәһенә гүргә ятты».

… Хәй ағай миңә ошоларҙы һөйләгәйне. Ағай иҫән сағында уныңхәтирәләрен донъяға сығара алмауым бик йәл, әлбиттә.

Түләк Ғирфанов 31

Page 32: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Ә м и рӘ М И Н Е В

БЕР КӘМӘЛӘ…П О В Е С Т Ь

Аллаһ Тәғәлә Нух пәйғәмбәрҙе саҡырып алды ла былай тине: «Ҡаты ағастанөс ҡатлы итеп шундай кәмә эшлә: оҙонлоғо – йөҙ илле, киңлеге – егерме

биш, бейеклеге ун биш метр булһын, эсенNтышын ыҫмалалап сыҡ – һыуүтмәҫлек итеп. Башына ҡыйыҡ ҡуй, ҡабырғаларына тәҙрәләр уй. Кәмәң әҙербулыу менән, мин туфан һыуҙары ҡалҡытасаҡмын, шуғаса ҡатының, балаNса Nғаң менән кәмәгә инеп ҡал. Йәнә тағы: үҙең ғәҙел, намыҫлы, эшсән тип иҫәп Nләгән парлы кешеләр ал – ҡоро ергә барып төртөлгәс, хөр тормош башлар өсөнтәғәйен Аллаһ бәндәләре булһын. Бынан тыш бөтә төр йән эйәләренән аталыNинәле мәхлүк тә ал. Бәндәләр гонаһҡа батты, инде лә аңдарына килмәҫме,хаталарын аңламаҫмы, тигән өмөттәмен – ер йөҙөнә туфан һыуы ҡал ҡы тыуым Nдың сәбәпNмаҡсаты ла ошо. Тағы. Үҙең менән ризыҡNтәғәм, эсәр һыу ал – үҙеңәлә, ғаиләңә лә, кәмәңдәге бар тере йәнгә етерлек булһын, сәфә регеҙ оҙаҡ бу Nласаҡ. Ергә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн буйына ямғыр яу ҙы расаҡмын. Үҙем бар иткәнһәммә нәмәне ер йөҙөнән юҡ итәсәкмен. Мин быны, ҡабатлап әйтәм, ерҙә ғәҙел,хөр, тигеҙ яңы тормош башлар өсөн эшләйем, эшләргә мәжбүрмен».

Бер ауыҙ һүҙ әйтмәй тыңланы Нух пәйғәмбәр Аллаһы Тәғәләне. Тыңлаған һа Nйын күңелендә шом артты, күҙ алдына һыу даръяһы, кешеләрҙең, малNты уар ҙыңһөрәнNҡысҡырышы килде. Әммә Раббының ихтыярына һүҙһеҙ буйһондо, сөн киуның ҡарарының хаҡлығына тамсы ла шикләнмәне.

Нух пәйғәмбәрҙең, үҙенең тоғро Рәсүленең, уйҙарын үтә күреп торған Ал лаһТәғәлә уға яуап биреүҙе кәрәк тапты: «Әҙәм балаһы бер ҡасан да үт кән дәнфәһем алмай, хаталарынан һығымта эшләмәй, шуға ла һин кәмәңдә алып ки Nтеп ҡотҡарған кешеләр ҙә, ҡабаттан үрсегәс, насар ҡылыҡтарын тағы ҡылабашлаясаҡ. Әммә әлеге мәлдә был сарам, был һынауым кәрәк һәм ва ҡыт лы. Ә,бәлки, төҙәлерҙәр. Уларға мин ошо иректе биргәнмен дәһә».

Сәсмә әҫәрҙәр

Әмир Әминев (1953) – башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан бер нисә китап авторы,БР=ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире.

Page 33: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Ете көн үткәс, ергә туфан ҡалҡты, йырылды сикһеҙ даръя һыуы, асылды күҙҡа бағы – ҡырҡ көн, ҡырҡ төн ҡойолдо ергә туфан һыуы. Ташҡын артҡанданNарта, көсәйгәндәнNкөсәйә барҙы, ерҙе тотош ҡаплап алды һәм ҡоро ерҙә ул тыр Nған кәмә һыуҙа йөҙөп йөрөй башланы. Даръя күтәрелгәндәнNкүтәрелде, ур ман Nдарҙы, унан тауҙарҙы ҡаплап китте, ер өҫтөндә көн иткән бөтә тере йән: ҡошNҡорт, малNтыуар, кейекNхайуандар, кешеләр батыпNтонсоғоп һәләк булды, Нухпәй ғәмбәр менән уның кәмәһендә ултырғандар ғына әлегә иҫән ҡалды. Ә туфанйөҙ илле көн дауам итте лә ҡуйҙы...

Бер көн Аллаһ Тәғәлә илтифат итте: ел ебәрҙе, һыу күтәрелеүен туҡтатты.Таш ҡын әкренләп ҡайта башланы. Ҡырҡ көн үткәс, Нух пәйғәмбәр, кәмәҡабырғаһында үҙе уйҙыртҡан кескәй тәҙрәне асып, тышҡа ҡоҙғондо осоропебәрҙе. Ерҙең һаман да һыу аҫтында икәнлеген белдереп, ҡоҙғон бер китеп, беркилеп йөрөнө. Артабан Нух пәйғәмбәр күгәрсенде осороп сығарҙы. Әммәкүгәрсен дә, ҡуныр урын тапмайынса, кәмәгә кире әйләнеп ҡайтты. Йәнә бернисә көн үтте. Күгәрсенде яңынан сығарҙы пәйғәмбәр. Был юлы ҡош суҡышыназәйтүн ағасының ботағын эләктереп осоп ҡайтты. Тимәк, һыу ҡайта башлаған,тимәк, ҡайҙалыр ҡоро ер бар! Нух пәйғәмбәр кәмәнең тәҙрәһен асып, күҙеменән донъяны байҡаны, алыҫта, һыу өҫтөндә, ҡалҡып торған осло тау түбәһенкүрҙе һәм ишкәкселәргә кәмәне шул тарафҡа йүнәлтергә ҡушты.

Әммә бына бәлә – көтмәгәндә кәмәгә һыу тула башланы! ТикшерәNҡарайторғас, шул асыҡланды: сысҡан, хаслыҡ ҡылып, кәмәнең төбөн кимергән икән.Нишләргә, ни ҡылырға белмәй йүгерешкән арала иң беренсе булып сәңкебашлы йылан, аңына килеп, әлеге тишекте үҙенең ҡойроғо менән ҡаплай һалды– һыу инеүе туҡталды. Бына бит нисек, Нух пәйғәмбәр шәхсән үҙе һайлап алғанйән эйәләре араһында ла хәсис табылды…

Барыһы ла кәмәнең өҫкө ҡатына сыҡты, ҡыуанышып һикерергә кереште,төр лө ауаздар сығарҙы, ҡайһыһылыр: «Тау, Торатау», – тип һөрәнләне, баш ҡа Nлар: «Тере ҡалдыҡ, ҡотолдоҡ!»– тип уға ҡушылды.

Өс көн тигәндә, ниһайәт, барып еттеләр әлеге әллә ҡайҙан һерәйеп күренгәнтауға, уны Торатау тип атанылар, йәғни Тере тау – үҙҙәрен үлемдән ҡотҡарғантау. Аллаһ Тәғәлә әмере буйынса, Нух пәйғәмбәр ҡатыны, улдары, ки лен дәре,ҡыҙҙарыNке йәү ҙәре, һайлап алған кешеләре, хайуандары менән кәмәнән сыҡты.Раббы фатиха бир ҙе: «Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, һеҙҙе ҡотҡарған тауҙан бөтә ер йөҙөнәтаралығыҙ. Тора тауҙан тереклек бар булып китһен, хөр, татыу йәшәгеҙ, берNберегеҙгә сыс ҡан ише хаслыҡ ҡылмағыҙ, бер кәмәлә икәнегеҙҙе аңығыҙғаһеңдерегеҙ. Ер йө ҙөн дәге башҡа мәхлүктәрҙе ҡыйырһытмағыҙ, яуызлыҡ ҡылаҡалһағыҙ, ул бер саҡ барыбер үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтыр. Шунан ҡурҡығыҙ…»

…Ғәбит кипкән һөйәк ише апNаҡ итеп йыуылған, тик әле иртәнге яҡҡа томанһипкененән әҙерәк еүешләнгән бейек болдорға ялан аяҡ сығып баҫты ла күк Nрәген тултырып һалҡын һауаны һуланы, быуындарын шыртлатҡансы кирелде,муйынын борғоланы, ихатаһын, аҙбарNлапаҫын күҙенән үткәрҙе (Фәрзәнәһемалдарын көтөүгә ҡыуған…) һәм ҡарашын, ғәҙәт иткәнсә, өйөнән уҙа барһа икесаҡрымда үрә баҫҡан Торатауға күсерҙе. Күсерҙе лә ҡабаланмай ғына уныңВаҡыт ғәли йәнәптәре тишкеләгәнNярғылаған урындарын, өңөрәйеп эскә ингәнйә иһә бүлтәйеп сығып торған ерҙәрен байҡарға тотондо. Ниндәй мөһабәт, ғәй Nрәтле, олпат уларҙың Торатауы! Һоҡланып туймаҫлыҡ мөғжизә инде бер. Көн дәиртән ошоно күрә, уның үҙҙәренең ауылы янында ғына ултырыуына ғорурлана,һәм ошо тойғолар малай сағынан бирле бер ҙә бүҫкәрмәй, иҫкермәй, киреһенсә,йылдар үткән һайын арта бара. Гүйә, типNтигеҙ ерҙә ҡалҡып сыҡҡан йәки

Әмир Әминев 33

2 «Ағиҙел», №3.

Page 34: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ҡайҙандыр килеп ултырған да ошо тау, мәңгелеккә бында тороп ҡалған һәмҒәбиттең генә түгел, бөтә ауылдың күркенә әүерелгән. Улай ғына тиһең, хәҙер улрайондың йөҙөк ҡашы: Торатау ҡайһы районда – шул районда! Был таутураһында байтаҡ уҡығаны ла бар Ғәбиттең. Уны ғалимдар Шихан тип атай,Көньяҡ Уралдағы геологик процестарҙың ҡабатланмаҫ һәм ғәжәйеп бер кү ре не Nше, улар теле менән әйткәндә, феноменаль ҡомартҡыһы икән. Ысын булһа,борон заманда Ғәбиттәр йәшәгән ауыл тирәһендә диңгеҙ шаулаған һәм баяғыгеологик үҙгәрештәр, тәбиғәттәге ғәрәсәттәр, ер тетрәүҙәр, вулкандар урғылыуар ҡаһында ул бынан сигенгән, ә был тау, әүәл диңгеҙ төбөндә булып, ахырҙаҡалҡып сыҡҡан икән.

Тауҙың нигеҙе һөҙәк, өҫкө яҡҡа күтәрелгән һайын текәләнә бара, текәләнәбара, ә өҫтө футбол майҙаны ҡәҙәре типNтигеҙ майҙан. Тауҙың көнбайыш яғыбыл яғына ҡарағанда күпкә текәрәк, ул яғында ҡасандыр диңгеҙ төбөндә үҫкәнли лиәләрҙе, ылымыҡтарҙы, тигеҙ ерҙә осрамаған башҡа әллә күпме диңгеҙүҫем лек тәрен осратырға була. Шул уҡ көнбайыш яғында ҙур булмаған бер нисәмә мерйә лә бар. Легенда буйынса, икенсе ҡәбилә башлығы улына ғашиҡ булғанһәм уның янына ҡасып китергә теләгән һылыу ҡыҙын хан шул мәмерйәләрҙеңбе ре һенә бикләп ҡуйған икән. Мә мерйәнең ауыҙын иләмһеҙ ҙур йылан һаҡ ла Nған. Быларҙы хәҙер күҙ алдына кил тереүе лә ҡыйын, хатта ышанғы ла килмәй.Бөгөн килеп Торатауға оло ҡаза янай: Стәрлетамаҡтың «Сода» йәм ғиәте уны«ашарға» йыйына. Баҡһаң, сода етештереү өсөн иң сифатлы сей мал икән Тора Nтау! Улай ғына тиң, сит илдәр ҙә яҫҡына был тауға. Яңыраҡ ҡына япондарҙыңкилеп ҡайтҡаны ишетелде, унан алда немецтар, голландтар булғайны. Ка пи та Nлистар бик актив, ныҡыш, табыш өсөн әллә ниндәй хәйләNалдауҙарға ба Nрыуҙары ихтимал һәм баралар ҙа. Бер нисә йыл әүәл, ана, Торатауға яҡын ғынаятҡан Шәкетауҙы шартлатыпNемереп, тейәп алып китеп бөтмәнеләрме ни?!Торатауға ла шул яҙмыш янай, әлегә иж тимағи, милли ойошмаларҙың, «йә шел Nдәр»ҙең ҡаршы төшөүе генә туҡ та тып тора. Ошо хәрәкәт саҡ ҡына йом шарһа,атаNбабаларыбыҙ оло йы йын дар үт кәр гән, изге урыныбыҙға әй ләнгән тау ҙанбер нисә йылдан саң ғына тороп ҡа ласаҡ. Ана, «йәшелдәр»ҙең бер актив ағ Nзаһын, ҡала гәзитендә эшләгән билдәле жур налисты, үҙенең баҫмаһында әлегейәмғиәт эшмәкәрләгенә ҡаршы сығыш яһа ғаны өсөн һыу эскеһеҙ итеп туҡмапкиткәндәр, ти ҙәһә…

Ғалимдар, эйе, күп йөрөй бында, сит илдәрҙән дә киләләр, һәр ҡайһыһы үҙен Nсә тикшерә, фараз итә, тауҙың йәшен самалай, ташNтоҡом өлгөләрен алып китә,фе керҙәрен матбуғатҡа яҙып сыға. Өләсәһе һөйләй бит, ана, һуғышҡа тиклем дәошонда донъяның төрлө илдәренән килеп тикшереп йөрөгәндәр, тип. 1984 йыл Nда йәнә лә килделәр. Ғәбит уныһын белә инде, үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Ма лайсағы ине, аптырашып, ғәжәп итеп, аҡ, һары, ҡара битле, төрлөNтөрлө сә йеркейемдәге өлкәнNөлкән ағайҙарҙың, апайҙарҙың артынан тиҫтерҙәре ме нән беркөтөү булып эйәреп йөрөгәйнеләр. Ҡулдарындағы ғәләмәт при бор ҙарына, би Nгерәк тә төрлө телдә һөйләшеүҙәренә иҫтәре киткәйне.

Ҡайҙалыр уҡығайны… 1770 йылдың май айында Лепехин тигән бер урыҫ сә Nйә хәтсеһе Торатау түбәһенә күтәрелә. Менерҙән алда ғалим үҙенә юл күрһәтеүөсөн урындағы халыҡ араһынан, – бәлки, тап Ғәбиттәрҙең ауылынан эҙләгәндерҙә әле – кеше таба алмай йонсой һәм ошондайыраҡ мәғәнәле һүҙҙәр яҙып ҡал Nдыра: йәнәһе, башҡорттар был тауға оло ихтирам менән ҡарай, хатта изге урынтип иҫәпләй. Борон бында Ноғай ханы йәшәгән, башҡорттар уны ҡыуыпебәргән һәм үҙҙәре хужа булып ҡалған. Әммә тау яйлап диндән ҡурҡҡан, дин дәнҡасҡан кешеләрҙең, йәмғиәттән ситләтелгән, байҙарҙан, түрәNҡаранан ҡас ҡан

34 Бер кәмәлә...

Page 35: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

башҡорттар өсөн көн итеү урынына әйләнгән. «Быларҙы миңә башҡорт ғөрөфNғәҙәттәрен, легенда, ҡобайырҙарын яҡшы белгән һәм яттан һөйләгән Исмаҡәйтте»,– тип дәлилләй Лепехин. Тағы бер фараз булған: имеш, баш ҡорт тарТоратауға нимәлер вәғәҙә иткән, әммә уны һаман үтәй алмағандар икән, шуғала тау эйәһенән ҡурҡалар. Ә биргән вәғәҙәне үтәмәй тороп тауға күтәрелһәң,ҡаза килеүе ихтимал…

Лепехин бик оҙаҡ өгөтләгәндән һуң ғына таба юл күрһәтергә ри за Nлашыусыны. Ул кешегә, бәлки, мул һый, шарап менән күңелен күреү тәьҫир ит Nкәндер, ғалимдың аҡса биреүе лә бар, бәлки, уның ҡурҡмағыҙ, бер нәмә лә бул Nмаясаҡ, миңә, ғалим кешегә, ышанығыҙ, тигәне роль уйнағандыр? Һәр хәлдә сә Nйәхәтсе маҡсатына ирешә – тауға менә.

Ә юрматы ҡәбиләһе менән ноғайҙар араһында байтаҡ йылдарға һуҙылғанҡан ҡойошло һуғыштар мәғлүм. Һәм ул көрәш башҡорт ырыуының еңеүе менәнтамамлана. Шунан бирле ил йөҙөндә тыуып торған һуғышNалышҡа юлланғанбашҡорт егеттәре Торатауға күтәрелә һәм һуңғы тамсы ҡанына тиклем Ва тан дыһаҡларға ант итә. Был – изге йола. Немецтар менән булған һуңғы һуғышҡакиткән ауылдаштары ла Торатауға күтәрелеп, анттар биреп хушлашҡан. Ғө мү Nмән, Торатау юрматы ырыуы өсөн боронNборондан изге урын иҫәпләнгән.Бөгөн, әлбиттә, күп нәмә онотолған, шулай ҙа тирәNяҡ ауылдарҙағы мәктәп ба Nла лары килә, кешеләр тауҙы күрер, тирәNяҡ мөхит менән һоҡланыр өсөн менә,күптәр өсөн ул геологик объект булараҡ ҡыҙыҡ. Бөркөттәр оя ҡора, пла не Nристар осоуNкүнекмә менән шөғөлләнә…

Көҙгә тартҡан йәйге иртә барыбер ҙә һалҡынса икән. Аяҡтары өшөп, Ғә бит Nтең тәненән һалҡын бер тулҡын йүгереп үтте. Уйға батып, хәтирәләргә төшөпоно толоп киткән. Ана бит, бер нисә минут эсендә Торатауға бәйле әллә күпмехә тирәләр яңырҙы, тарих күҙалланды, иҫтәлектәр ҡалҡып сыҡты. Көн дә ашағанри зыҡ ялҡытҡан һымаҡ, көн дә күргән нәмә ғәҙәтигә әйләнә, баһаһы төшә, ти Nһәләр ҙә, Ғәбит өсөн Торатау – көн дә ниндәйҙер яңы битен асыусы, бер ҙә ял Nҡыт маусы, мөғжизәһен, серен юғалтмаусы тере һын ул. Унан ялҡа, арый алмайҒәбит.

Бөгөн – ял. Барайым, яҡындан күрәйем әле тауҙы, тип уйланы ул. Ка лен дарҙабыл көн ҡыҙыл менән яҙылған өсөн генә түгел, күңелен елләтер, ҡә нә ғәтлеккисерер, күпмелер ваҡытҡа етерлек рухи көс, ләззәт йыйыр. Байтаҡ көнбарғаны юҡ, үҙенә оят та хәҙер, эшенә һалҡын ҡараған һымаҡ. Унһыҙ мәғ руртау нишләп кенә ята икән? Ғәбитте көтәлер, ошо арала күренмәй ҙәһә, типборсолалыр. Унан килеп, үҙеңдең биләмәңде ҡарарға, тикшерергә лә кәрәк. Эшешундай, егерь бит ул. Профессиональ һунарсы йәғни. Хәйер, уның төп бу рысы– урман, кейекте браконьерҙарҙан һаҡлау. Кеше йөрөр, бигерәк тә ҡа ла нан ки Nлеү се булыр. Улар ауыл халҡына ҡарағанда оятһыҙыраҡ, әрһеҙерәк, шуға лаһөйләшеүеNаңлашыуы ҡыйын. Ҡатыны, Фәрзәнәһе, ғәҙәтенсә ҡаршы төшөр,һирәгерәк йөрөһәң дә була инде шул таш өйөмөнә, бер кем дә алып китмәгән,ана күр, тип асыуланыр, елкәһенә әллә күпме эш өйөр, ләкин Ғәбиттең күңелету лышҡан, тауға бармай һис булдыра алмай.

Уның Торатауға барыу кәйефен тәүҙә өләсәһе һиҙә. Фәрзәнәһе һымаҡ сып Nраңлап ҡаршы төшмәй ул, бер ҡасан да, буш менән йөрөйһөң, тип әйтмәй, ки Nре һенсә, бәй, эшең шул бит, йөрөргә, ҡарарға кәрәк инде, тип хуплай. Уҡы Nтыусы булһа – мәктәптә, тракторсы булһа – тракторҙа, малсы булһа – фермалаэшләр ине, егерь булғас, ҡошNҡортто, кейекNхайуанды ҡарай инде, тип тә ебәрәки лененең ҡәнәғәтһеҙлегенә ҡай саҡ. Унан ейәненең сафланып, кәйеф ал маш Nтырып ҡайтыуына, мылтыҡ аҫып китһә лә, ҡошNкейектең йәнен ҡыймауына

Әмир Әминев 35

2*

Page 36: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ышана – күпме эшләп шул ҡоштоң, был хайуандың ите тип ҡаҙан аҫҡандары юҡәле. Бәғзе ауылдаштарының, бигерәк тә ситтән, ҡаланан килгәндәрҙең тә Nбиғәтте тәләфләүенә Ғәбиттең ҡаршы төшөүенә шатланһа, шул арҡала бай таҡкеше менән тәмһеҙләшеүенә борсола. Йыш ҡына, алдыңдыNартыңды ҡарап йө Nрө, туҡмап йә ағас ышығынан атыпNфәлән китмәһендәр, кеше насар хәҙер, һиндәүләттекен һаҡларға тырышаһың, улар үҙҙәренекен алған кеүек ҡылана, типиҫ кәртә лә. Ирҙәр ваҡытNваҡыт яңғыҙ ҡалырға, донъя иңләп йөрөп килергә, уй Nланырға, күңелдәрен яңыртырға тейеш, тип иҫәпләй өләсәһе. Юҡҡа ғына ауылхал ҡы уны ағинәй тип ололоҡламай шул. Элегерәк, ейәнеNкилене йәшерәк саҡ Nта, йыш тылҡый торғайны шул фекерҙәрен ағинәй, хәҙер һирәгерәк әйтер бул Nды, инде үҙҙәре атайNәсәй, өйрәтеп ултырыуҙан уҙғандар, тип ҡуйҙымы, бел мәҫ Nһең. Ә ҡатыны бына, һигеҙ йылға яҡын бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәһәләр ҙә, ире N нең ғәҙәттәренә барыбер күнегә алмай, уның тауға йыш барыуын өнәмәй, ва N зифаңды һин ике йөҙ процентҡа арттырып үтәйһең, артығы кемгә кәрәк, һиңәуның өсөн бер кем дә рәхмәт әйтмәй, артығын түләмәй, тип игәй. Бер уй лаһаң,дөрөҫ тә һымаҡ, әммә Ғәбит илкеNһалҡы эшләй белмәй шул. Бөтә бәлә шунда.

Иртәнге һалҡынса еләҫ ел күңеленә ниндәйҙер моң килтереп ҡундырҙы Ғә Nбит тең. Ул талпынған күбәләк, ағасынан айырылған көҙгө япраҡ һымаҡ янындаөйө рөлдө, эргәNтирәһе йәйғор һымаҡ төрлө төҫтәрҙә балҡып китте, ҡолағын ир Nкә ләне. ТотопNйыйып булмай, уның нимә икәнен дә аңлап булмай, әммә күңелҡылдары менән генә һиҙәNтоя торған ошо моң Ғәбиттең йөрәген, аңNзиһенентултырҙы ла ҡуйҙы һәм ул йыр булып тышҡа ағылды:

Йәнкәй@йәнәш китте, ай, һунарға,Ашҡаҙарҡай буйына шәшкегә.Шәшкеләргә китеп вафат булды,Башҡынайым ҡалды ла йәш кенә…

– Әллә йырлап торған була инде?– Фәрзәнәһенең көтөүгә мал ҡыуып ҡайтыпихатаға ингәнен һиҙмәй ҙә ҡалған, имеш. Өҫтөнә һалҡын һыу ҡойҙолармы ниҒә биттең – тертләп китте лә шып туҡтаны, ярамаған эш ҡылып, мәктәп ди рек Nторынан ҡасҡан уҡыусы бала һымаҡ, ялп итеп соланға инеп китте. Оятынанбигерәк үҙемдеке генә тип хисаплаған «Ашҡаҙар»ҙы Фәрзәнәнең ишетеүе ҡы Nйын ине уға.

Йыуынды, сәй ҡуйҙы. Сәй ҡайнап сыҡты. Малайы йоҡоһонан уян ды, өләсәһеҠөрьәнен ҡуйып торҙо, һәм ғаилә иртәнге сәйгә ултырҙы. Ул, әлеге лә баяғы,ипләп йөрө, тракторың менән ҡошNҡортто, йыланNкеҫәрткене та патып, ағасNҡыуаҡты имгәтеп ҡуйма, барыһы ла тере йән, ҡарғыштары төшөр, тип ейәненәҡарамай ғына һүҙ башланы. Гәрсә, бындай хәбәргә өйрәнепNкүнегеп бөткәнинде Ғәбит, шулай ҙа өләсәһенең күңелен һаҡлап, тәүгегә тың ла ғандай иғтибарбиреп, ярай, өләсәй, шулайтырмын, тип яуаплай. Үҙе төрлө ырымға ышаныпбөтмәһә лә, юғары көстөң ауыр саҡтарҙа ярҙамға килеренә, араларына инана.

– Ҡырмыҫҡа ғәҙел яратылған, уға ла яҡты донъябыҙ алдында оло бурыстарҡуйылған. Шуға күсенә һис ҡағылма.

– Әү, өләсәй?– Сылтырап аҡҡан көмөш һыуҙарыбыҙ бысранһа, ҡаныбыҙ бысрар. Сәс кә ләр N

гә күмелеп ятҡан хәтфә ерҙәребеҙҙә кейектәр, хатта ки бөжәк тә бөтһә, үҙе беҙ ҙеҡара көстәр баҫыр, һауаларҙа осҡан ыласынNбөркөттәребеҙ ташлап китер, күҙ Nҙәребеҙҙең нуры һүнер.

– Ә ҡырмыҫҡалар бөтһә нимә булыр?– Ҡырмыҫҡалар бөтһәме – әҙәм балаһының теше ҡойолор. Аяҡ аҫтындағы се N

ләү ҙәр бөтһә, елек майы кибер. Йылғаларҙа балыҡ бөтһә, яҡты донъяға балалар

36 Бер кәмәлә...

Page 37: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

тыу маҫ. Еңгәсәйҙәр* бөтһә, ҡатынNҡыҙҙың түше ауыртыр. Йылан, кеҫәртке бөт Nһә, әҙәми зат үҙе шул рәүешкә инер. Тимәк, был яҡты донъябыҙ алдында күҙгәкүренмәгән ҡылдар менән бөтәбеҙ ҙә бергә бәйләнәбеҙ, ҡайһы ҡылды өҙһәң дә,ер ҙәге тереклеккә хилафлыҡ килә.

– Хәлде үтә ҡатмарлаштыраһың түгелме, өләсәй? – Оло кешенең күңелен күр Nмәк, Ғәбит араNтирә шулай һорау биргеләп тә ҡуя. – БалаNсаға күпме ҡыр мыҫ ҡаиләүен туҙҙыра, кеше ул мурҙа, ул йылым менән балыҡты ҡыра, юлындаосраған бар йыланды, кеҫәрткене үлтерә.

– БалаNсаға ғына тиң, ололары күберәк тота балыҡты! Өй беренсә – ау, йәтмәNйылым, йәй буйы һыу буйынан кеше өҙөлмәй,– тип һүҙ ҡыҫтыра Фәрзәнә. – Унсаҡырыуға балыҡ нишләп һаман бөтмәй, аптырарһың.

– Дөрөҫ әйтәһең, килен, тәләфләү ныҡ бара. Шул арҡала йылғаларыбыҙ һа Nйы ға, күлNшишмәләребеҙ ҡорой, һаҙлыҡтарыбыҙ кибә. Ана, Торатау аръ яғын Nдағы һаҙлыҡты һөрөп, иген сәсәбеҙ тип күпме ҡыландылар теге йылдарҙы. Һө N ҙөмтәлә һаҙлыҡ та ҡороно, игене лә үҫмәне, унан бигерәк, тау битләүендәге әлләкүпме үлән, емешNеләк, сәскә бөттө. Уларҙы хәҙер кире ҡайтарып булмай. Ҡа санғына Иҙелдән эсә инек, хәҙер һыуы эсерлек түгел, бысранды, ағыуланды, улҡаланан ҡайтҡан йәштәрҙең күңел асыу, машина йыуыу урынына әйләнде.Кеше үҙе барлыҡҡа килгәндән ошо вәхшилек менән шөғөлләнә. Ярай ҙа тә Nбиғәт, тирәNяҡ мөхит үҙенNүҙе һаҡлау, тулыландырыу, кеше һалған яраларынуңал тыпNялап тороу һәләтенә эйә. Бер нәмә лә мәңгелек түгел – ошо һәләте ләбөтһә, нишләрбеҙ?

– Бында һәммә кешенең тырышлығы, аңы, мин йәшәгән ер ҙәһә был, тигәнмөнәсәбәте кәрәк, өләсәй. Балаларыма, ейәндәремә нимә ҡалдырам, тигән уйкәрәк. Ә уны аңлауға, айNһай, алыҫ әле, Айға етерлек ара, тигәндәй.

– Үҙе ултырған ботаҡҡа балта саба әҙәм балаһы. Ул ҡасан да булһа язаһыналасаҡ, ахырызаман киләсәк. Ә ахырызаман – яуап тотор көн ул. Был донъялабер нәмә лә яуапһыҙ ҡалмай. Шуға аслан алдыңдыNартыңды ҡарап йөрө,мәхлүктең ғүмерен ҡыйма!

– Беләм инде, өләсәй...– Белһәң дә әйтәм. Бисмилланы ҡабатлауҙан иман иҫкермәй.Сәй артында шул юҫыҡта байтаҡ нәмәләр һөйләп өлгөрә өләсәһе. Уның хә те N

ренә, әллә ҡасан, Ноҡ* заманында, булған ваҡиғаларҙы, әллә кемдәрҙең исем Nдәрен, уларҙың ҡылғанNбашҡарған эштәрен белгәненә һоҡлана Ғәбит. Айы рымкешеләр, ауыл, колхоз өсөн йән атҡандарҙы маҡтай, өлгө итә, ҡырын эштәренҡә һәрләй, яманлай. Күпселек ҡартNҡоро һымаҡ, әйләнгән һайын бер үк хәбәрҙетыл ҡып ултырмай, яңынанNяңыны теҙә, ҡабатлаған хәлдә лә бөтөнләй икенсекинәйә сығара, икенсе мәғәнәһен юллай. Хәтере – һыуы ҡоромаҫ ҡойо, аҙағыбул маған китап. Шуға ла өләсәһе Ғәбиткә ҡарт та, йәш тә һымаҡ, әйтерһең дә,ул ике ваҡыт яҫылығында йәшәй. Ғәбит уның осҡор зиһененә, тормош кү ре неш Nтә рен, ваҡиғаларҙы дөйөмләштерә, теүәл һығымталар сығара алыуына ғә жәп Nләнә. Ул фаразлағандарҙың күбеһе дөрөҫлөккә сыға ла ҡуя бит. Фәр зә нә нең былфәл сәфәгә әллә ни иҫе китмәй, йыш ҡына хәбәр юҫығына төшөнөп тә бөтмәйшикелле, шуға ла әллә ни ҡыҫылмай, ҡыҫыла алмай. Ул битараф ҡына сәй яһай,әммә ҡыланышNхәрәкәтенән оло ҡәйнәһенең бер һүҙен дә ҡабул итмәгәнен төҫ Nмөр ләү ҡыйын түгел. Ә бына улы, Искәндәре, тыңлай, ҡолағына һала, йышҡына ҡыҙыҡһынып һорап та ҡуя, йылан, кеҫәрткене үлтергән, ҡырмыҫҡаиләүен туҙҙырған малайҙарҙы «ошаҡлай».

Әмир Әминев 37

* Ҡамҡа, Аллаһ һыйыры (божья коровка) – авт.* Ноҡ заманы – Нух заманы.

Page 38: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Сәй эсеп бөттөләр, амин тоттолар. Фәрзәнә ҡашығаяҡ йыйыштырҙы, өләсәһеҡу лын сайҡап килде лә, Ҡөрьәнен аҡ яулыҡҡа төрөп ҡуйып, бәйләменә то тон Nдо. Ғәбит келәтенә инеп мылтығын, яһауҙарын алды, башҡа кәрәкNярағын бар Nланы, тракторын ҡабыҙҙы, бер ыңғай ҡороNһары, кипкән, ҡышын өшөгән ваҡимәндәрҙе алып ҡайтырға иҫәбе. Мин дә барам, мине лә ал, атай, тип эргәһендәйү гергеләгән алты йәшлек малайын кабинаға күтәреп мендереп ул тыртты,ҡапҡаны асты, «Беларусь»ын ихатанан сығарып ҡапҡаһын япты һәм, ауылосона сығып, Торатауға илтә торған юлға төштө. Хәйер, тауға юл берәү генәтүгел, ул ауыл осонан тауға барып еткәнсе үрмәксе ауы ише йырмысланып бөт Nкән. Көн торошона, йыл миҙгеленә ҡарап төрлө юлдан йөрөйҙәр: йәй, ҡоросаҡта, кем нисек теләй шулай, ямғыр яуһа, ҡайҙан үтеп була, шунан икенсе юлһалалар.

Ауыл осонан саҡрым тирәһе үткәс тә, тау яғына һөҙәк үр башлана. ЙыраҡтанйәмNйәшел булып күренһә лә, тау битләүе бигүк йәшел түгел, йәмғе үҫентеҡыҫҡа, һарғылт шырт үләндән ғибәрәт. Бында дегәнәк, сәнскәк, атҡолаҡ кеүекбашҡа төр үләнNүҫемлек осрай, юғарыға күтәрелә килә әлморон, селек һымаҡваҡ ҡыуаҡлыҡтарға юлығаһың. Юлдың һул яғында эрерәк ағастар һерәйә, уңяҡлап урман тиһәң хәтере ҡалыр, әүәл ул ысын урман да булғандыр, хәҙер – һи Nрәк ағаслыҡ. Ағаслыҡ аралары шулай уҡ һуҡмаҡтар менән сыбарланып бөткән.ТегендәNбында усаҡ яҡҡан урындар ялтасланып ята, ҡара торонбаштар, буш ше Nшәләр, консерва банкылары, ҡағыҙ, полиэтилен пакетNтоҡсайҙар – ҡайҙа лакеше хәшәрәтлеге. Торатауҙың оло юл яғы, йәғни Ағи ҙел йылғаһы яғы, япNялан Nғас, үҫемлек юҡ фиғылында, ауылға яҡыныраҡ ерек, ҡайын, муйыл ағастарыүҫә, улар араһында эре мал йөрөй. Ауылға газ кер һә лә, йәйҙәрен кеше барыберҙә аласығына, йәйге йортона ҡороNһары яға. Ти мәк, ағас ҡырҡыла (ә бит берҙеҡырҡһаң, урынына өс төп ултыртыу фарыз!), өлә сәһе әйтмешләй, кеше үҙеултырған ботаҡты сабыуын белә…

– Атай, атай, ҡара әле, бер дәү ҡош ултыра!«Беларусь» кабинаһында ныҡ ҡына һелкетһә лә, Искәндәре тирәNяҡты байҡап

килә икән. Уға бында ҡыҙыҡ, гүйә, мөғжизә донъяһы, күҙенә салынған һәр нә Nмә не иғтибарға алып, атаһына әйтепNкүрһәтеп бара. Улының был ғәҙәтенәҒәбит эс тән генә, маладис, вайымһыҙ түгел, ҡыҙыҡһыныусанлығы бар, типҡыуана, ҡай саҡ хәбәренән ялҡып та китә, ҡай саҡ үҙенең уйNхыялдарына батыпкил гәнендә ишетмәй ҙә ҡуя. Был юлы ла икенсегә һөрәнләгәс кенә улының һо Nнолған ҡулы йүнәлешенә ҡараны.

– Атай, атай, бер дәү ҡош ултыра, тим дә!Ысынлап та, тауҙың һөҙәк битләүендәге ваҡ ағастар араһында оҙон ҡанат N

тарын бер йәйеп, бер ҡаушырып, ауаNтүнә ҙур бер ҡош әллә осорға, әллә улар ҙанҡасырға маташа ине. Үҙенең төҫөн ерҙәге ҡояшҡа янғанNкипкән ҡыҫҡа, шыртүләндән айырырлыҡ та түгел, нисектер йәшкелтNһоро, ә суҡыш төптәре һапNһары. Тимәк, бала ҡош. Ғәбит уның ниндәй ҡош икәнен тәүҙә шәйләй ҙә ал Nманы, ҡанаттарының оҙонлоғона, суҡышының кәкрелегенә ҡарағанда, бөр көтйәки ыласындыр, тип уйланы. Тракторын туҡтатып ергә һикереп төштө, өтә Nләнгән улын ҡултыҡ аҫтарынан тотоп ергә баҫтырҙы.

– Атай, ниндәй ҡош ул? Ҙур үҙе…– Белмәйем, айырмайым әле, яҡыныраҡ барайыҡ. Бөркөт балаһына ла

оҡшаған.Эйе, бөркөт балаһы ине был. Ҡоштар батшаһының дәү себеше нишләп бында

йөрөй һуң? Ояһынан йығылып төшкән дә ҡайҙа барырға белмәй ҡаңғыра,тимәк. Осорға маташа, ҡанаттарын йәйә, йүгерекләй, ауыҙының ситNситендәһа рыһы ла бөтмәгән суҡышын хәлһеҙ генә асып сыйылдауға оҡшаш тауыш та

38 Бер кәмәлә...

Page 39: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

сы ға рып ҡуя. Инәһенә үҙенең бындалығын белдереүе, ярҙам һорауылыр. Йү ге NрепNатлап, оҙон ҡанаттарын яҙып осорға ниәтләнә лә, булдыра алмай, ел пенеүгәҡы уаҡлыҡтар, ваҡ ағастар ҡамасаулай, моғайын, осорға әле өйрәнеп тә бөт Nмәгәндер. Юғиһә, бында ултырмаҫ, осоп китер ине ләһә.

– Бөркөтмө, атай?– Эйе, бөркөт. Бөркөт балаһы. Моғайын да, ояһынан йығылып төшкәндер.

Инә һе ҡайҙа икән һуң? Килеп йәбешмәһен тағы. Табып, ояһына һалғанда яҡшыбулыр ине лә…

– Инә бөркөт кемгә йәбешә, атай? Беҙгәме?– Беҙгә шул.– Нишләп?– Балаһын ҡыҙғана.– Ә ояһы ҡайҙа?– Ошо тауҙа инде. Ҡая башында йә берәй ярыҡNйороҡ эсендә.– Эҙләйекме?– Бынау оло тауҙа уны нисек табаһың?Артынан атланылар. Ә ҡош балаһы быларҙан ҡаса, һаман осорға маташа,

ҡыуаҡлыҡтар араһына сума. Оса алмаһа, төлкө ауыҙына эләгәсәк йәки астанүләсәк тәһә меҫкен. Нишләргә? Алып ҡайтһаң?

Ғәбит өҫтөндәге спецовкаһын систе лә шәпNшәп атлап ҡош балаһын ҡыуыпетте һәм уның өҫтөнә ырғытты. Ауыр, беше брезент кейемдән мәхлүк ҡал ҡынаал маҫлыҡ булып ергә һылашты. Әммә бер аҙҙан ҡанаттары менән һелкептөшөрөргә маташты, башын борғоланы, тик көсө генә етмәне. Ғәбит унытотайым тип яҡынайған арала, ҡош балаһы ни мөғжизә менәндер теге ке йем Nдән әрселеп, аяҡтарын сығарҙы ла, арҡаһына ятып, осло тырнаҡтарын Ғәбиткәҡарай тыр пайт ты. Һаҡланыу инстинкты. Бына һиңә мә, йыртҡыс йыртҡысинде, ниндәй хәлдә лә бирелергә теләмәй, тип уйланы аптырап Ғәбит.

– Искәндәр, ҡана, курткаңды сисеп бир әле,– тине Ғәбит, артынан бер тотамда ҡал май эйәреп килгән улына боролмай ғына. –Тәпәйҙәренә ташлайыҡ,былай ғына тотоп булмаҫ. Йә берәй ерҙе тырнап алыр.

Ғәбит ҡош балаһының саҡ ҡына тынысланыуын, беҙ кеүек осло тырнаҡлы тә Nпәй ҙәрен аҫҡа төшөрөүен көттө лә, яй ғына яҡынайып, куртканы ике ҡулы ме Nнән йәйеп тотоп тегенең өҫтөнә ырғытты һәм был сәбәләнә башлағансы ҡушатоторға өлгөрҙө. Спецовка менән башын, куртка менән аяҡтарын урап, ти бе Nнеүенә, суҡырға маташыуына ҡарамай, ҡоштоң ҡанаттарын тәненә һы Nлаштырып айманы ла үҙенең түшенә ҡыҫты.

– Атай, нишләтәбеҙ, алып ҡайтабыҙмы?– Искәндәр атаһының бер алдына, берартына сыҡты. – Ҡайҙа ҡуябыҙ, өйгәме, лапаҫҡамы?

Ҡайҙа ҡуйырға икәнен Ғәбит үҙе белһә икән.– Хәҙер инәһе килеп сыҡһа, ҡуйҙырыр әле бына. Әйҙә, йәһәтерәк атла –

тракторға. Нисек тә үҙең мен кабинаға, мин һине күтәрә алмайым.Алып ҡайтырға кәрәктер, тип хәл итһә лә, артабан нишләтерен белмәй әлегә

Ғәбит. Тотоуын тотто, өйөнә алып ҡайтыу ҡыйын да булмаҫ, ә ҡайҙа ҡуйыр һуң?Урыны ла табылыр, нимә ашатыр?

Тракторына барып еткәнсе мең уй ҡайнашты башында. Тракторы янынакилеп еткәс тә бер мәл аптырап, икеләнеп баҫып торҙо әле, унан, ярай, ни булһала булыр, берNбер хәл килеп сыҡһа, кире килтереп китеүе оҙаҡ булмаҫ, тип, епта бып, ҡош балаһының тәпәйҙәрен куртка өҫтөнән сырманы. Әсир хәлендәгеҡошто улына тотторҙо. Сабый ҡошсоҡто күрәләтә хәүефкә дусар итеп булмай,

Әмир Әминев 39

Page 40: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Ал лаға тапшырҙыҡ. Ашатып, ҙурайтып ебәрер, ул сағында төлкө, бүре та ма ғынаэләкмәҫ, осорға ла өйрәнеп алһа, инәһен дә табыр, бәлки…

Ғәбит күккә ҡа раны: бейектәNбейектә ике ҙур бөркөт нәҡ үҙҙәре тәңгәлендәәйләнә ине.

Бөркөт балаһын лапаҫта ҡаҙҙар өсөн ҡулайлаштырылған, тимер менән үрепбү ленгән мөйөшкә ебәрҙеләр. Тәпәйҙәрен бәйҙән ысҡындырғас, башын ҡор Nшаған куртканы алғас, ул ҡапыл ситкә һикерҙе, ҡастым, ҡотолдом быларҙан,тип уйланы, ахыры, ҡанаттарын йәйеп осорға маташты, ә ҡанаттары киң,икеһе бер гә метрҙан ашыу ғына барҙыр, тик ҡорос сымға килеп ҡаҡлыҡҡас,артына ҡолап китте лә ҡанаттарын йыйҙы. Ятһынып, тирәNяғына ҡаранды,сымды су ҡыны, һүрән генә сыйылдап ҡуйҙы – яңы урынды килештермәне.Алдына ик мәк киҫәге, тары ярмаһы, эремсек һалдылар, әммә әсир ҡош балаһыуларҙың бе реһенә лә ҡағылманы.

Был ҡылығы өләсәһе күңелендә яҡлау табыр, тип өмөтләнһә лә – үлемдәнҡотҡарыу ниәтенән алып ҡайтты бит – улай булмай сыҡты. Юҡҡа урынынанҡуҙғатҡанһың, ул ҡошто үҙ мөхитенән айырырға ярамаҫ ине, тине. Ә ҡатынынаоло ҡәйнәһенең был һүҙҙәре етә ҡалды. Сурытты ғына, йәнәһе, һаман ма лай лы Nғынан сыға алмай, юҡ менән була, тракторына арба тағып китте, утын те йәпҡайтыу урынына ҡырағай ҡош балаһы тейәп ҡайтҡан, фәлән дә фәсмәтән.

– Алып ҡайтмаһаҡ, уны айыу ашар ине,– тине атаһын яҡлашып улы.– Торатауҙа айыу юҡ,– тине Фәрзәнә ҡәтғи генә.– Бар! Атайым бар тине,– тип ныҡышты Искәндәр. – Урманда һәр саҡ айыу

була.– Атайың әйтер ул. Уның бар хәбәренә лә ышанһаң. Ярар, булһын да, ти. Бер

ҡош юғалғандан урманда ҡоштар бөтәме әллә? Донъя тулы ҡош. Уларҙың һәрбереһен өйгә ташый башлаһаң…

Алдындағы ризыҡҡа ҡош балаһы икенсе көнөнә лә ҡағылманы. ВаҡытNваҡыттауыш биреп ҡуя ла йәнә тораташтай ҡата. Эт йәбешеп ҡуймаһын тип, төн гө Nлөккә һарайҙың ҡышын һыйыр ҡуна торған бүлмәһенә индереп яптылар, көн Nдөҙ ҙәрен тимер сым менән уратылған асыҡ лапаҫҡа сығарҙылар. Һаман даашамағас, йә үлеп ҡуйыр, тип өсөнсө көнөнә бер тауығын салып, йөрәкNбауырын би реп ҡарарға булды Ғәбит. Үҙе болдорҙан күҙәтеп торҙо алдынаһалғас. Ҡош тәү ҙә ри зыҡҡа бөтөнләй иғтибар итмәне, башын ғорур сөйөпТоратау яғына те кәлде, унан әллә күреп, әллә еҫен һиҙеп тастағы йөрәкNбауырянына килде лә тәүҙә су ҡып ҡараны, унан ҡабаланмай ғына тамаҡлап ҡуйҙы.Тамаҡлағас, йәнә То ратау яғына баҡты, әйтерһең дә, унан инәһе ҡарап тора һәмбалаһының ашауын хуп лай. Ғәбиткә йән керҙе, тимәк, уға ит кәрәк, иттеашаясаҡ, ә ул тауыҡҡа, ҡаҙға һалған ризыҡ биргән була.

Өсөнсө көнөнә иртәнсәк Ғәбит ауыл ирNаты йыйылып гәпләшеп торған клубал дына китте. Ниәте – берәйһе һуғым һуймағанмы икәнен белешеү. Китеп бар Nға нында Юламан тигән оло ғына йәштәрҙәге йөрөмтәл генә бабайға осрап, үҙе Nнең Торатау битенән бөркөт балаһы табып алып ҡайтыуын, ике көн бер нә мә ләашата алмағанын, кисә кис кенә тауыҡ салып, шуның йөрәкNбауырынашатыуын һөйләне лә, берәйһе һуғым һуйманымы икән, белмәйһегеҙме, типһо раны. Һин ул ҡошто аҫырай, ҡулға өйрәтә алмаҫһың ул, тип шик белдерҙеҡарт. Сөн ки ул инәһе тотоп килтергән ваҡ ҡошNҡорттоң, ҡуян, төлкө, сысҡан,ир лән һы маҡ тарҙың эсNҡаранын ашай. Ә һин уларҙы ҡайҙан алаһың, үҙең тот Nмаҡ сы һың мы ни, тип көлдө. Ояһынан йығылып төшкән икән, инәһе эҙләп киреоя һына мен дереп йөрөмәй, ерҙә ятып астан үлергә дусар була йәки төлкө та ма Nғына эләгә. Юламан ҡарт арыу хәбәр ҙә әйтте: бөгөн иртәнсәк берәүҙәр кисә

40 Бер кәмәлә...

Page 41: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

зыян ла ған бейә салғандар икән. Ғәбит шуларға барып малдың эсәген, бер нисәкилограмм итен алып ҡайтып, тураҡлап, ваҡ киҫәген ҡош балаһы алдынаһалды. Сәмсенеп кенә булһа ла ашаны – тере йәндең үлгеһе килмәй шул.

Бөркөт балаһы ныҡлап ашай башлағандан алып аҙнаNун көн ваҡыт үткәс, Ғә Nбит уны тапҡан урынына илтергә ниәтләне: ҡулға өйрәтә алмаҫына, дө рө ҫө рәге,ҡулынан килмәҫенә, уның хәсиәте – ирек, күк икәнен аңлағайны. Унан килеп,уны ашатыу ҙа тораNбара ҙур бер мәсьәләгә әйләнәсәк. Шулай икән, ул йәнэйәһен ниңә тотҡонлоҡта яфаларға? Бәлки, инәһе килеп табыр, бәлки, үҙе улар Nға барып ҡушылыр.

«Жигули» машинаһының артҡы ултырғысына улын ултыртты ла ҡулынааяҡтарын сырмаған, башына тоҡ кейҙергән ҡошто тотторҙо. Ҡулы самаланы:бөр көт балаһы кәүҙәгә лә бер аҙ үҫкәйне, ауырлығының тосайғаны ла һиҙелә.Яй лап ҡына Торатауға йүнәлделәр. Килеп еткәс, аяғындағы епте систеләр, ба Nшы нан тоҡто алдылар. Ысҡынғас, ҡапыл ҡанаттарын йәйеп тауыш сығарҙыбөр көт тоҡомо, Ғәбиттең ҡулын суҡыны. Үсен алды булдымы иркенән мәхрүмит кәне өсөн? Шулай ҙа яндарынан китмәне. Көш, көш, тип ҡыуып таҡаранылар, ҡуҙ ғалманы. Ғәбит уға яҡын килә башлағайны, йәнә арҡаһына яттыла тыр наҡтарын тырпайтты. Артҡа сигенергә мәжбүр булды Ғәбит. Тик ҡошкитмәне лә, осорға ла маташманы. Ҡалдырһаҡ, был меҫкен үләсәк йә берәййыртҡыс тыр нағына эләгәсәк, тип кире өйҙәренә алып ҡайттылар.

Иртәгәһенә ҡабат алып барҙылар, иртәнән һуңына ла. Ҡыуып йүгертеп, ҡур Nҡытып ҡаранылар – ҡурҡты, йүгерҙе, ҡасты, ҡанаттарын елпене, әммә османы,оса алманы. Күрәһең, инәһенең өйрәтеүеNкүрһәтеүе кәрәктер, бә лә кә йе рәк терҙә әле, тигән һығымтаға килде Ғәбит. Оса алмаһа ла, үҙгәрештәр бар ине:тауышын нығыраҡ, көрөрәк сығара башланы, зәңгәр күккә йышыраҡ ҡараны.Уның тауышына бер саҡ бейектәNбейектә ике бөркөт пәйҙә булды. Ергәтөшмәнеләр, талғын ғына әйләнеүҙәрен белделәр…

Ғәбиттең Торатауҙан бөркөт балаһы алып ҡайтып, һунар ҡошо итеү теләгеме нән көн дә битләүҙәге шырлыҡҡа алып барып өйрәтеп йөрөүе оҙаҡламайбөтә ауылға мәғлүм булды. Кемдер күргән, ишеткән, кемгәлер үҙе һөйләгән –был хәлде кеше күҙNҡолағынан нисек йәшерәһең? Ғәбит үҙе лә сер яһаманы: һо Nра ғандарға, ҡыҙыҡһынғандарға ихласлап һөйләне, ҡай саҡ кәңәш би реүҙәрен,ит һатыуҙарын һораны һәм быны, бөркөт менән булашыуҙы, эш ара һында ғынабашҡарылған бер мәрәкә итеп ҡабул итте. Шунан да артыҡ түгел. Бәләгәтарыған йән эйәһен ашатыуҙың, осорға өйрәтеүҙең ниндәй хилафлығы бар? Улбит уны һуйыр өсөн тотмай, үҫһен, осһон, тере ҡалһын тип тырыша. Берәүҙәрбынан ҡыҙыҡ тапты, көлдө, икенселәр, нимәгә ул һиңә, ҡырағай ҡошҡа иреккәрәк, һәр йән эйәһенең үҙ мөхите, өйҙә тотоп үлтерәһең бит, тип асыу лан Nғандай итте, өсөнсөләре, ҡалаға алып барып зоопаркка тапшыр, тип тә кәңәшбирҙе. Ә Ғәбиттең бар уйы – уны осорға өйрәтеү. Шунан тапһын, әйҙә, атаNәсәһен һәм башҡа бөркөттәр менән үҙенең тәбиғи стихияһында йөрөһөн.

Эйе, хәбәр тарала шул. Бер көн райондан оло ғына йәштәрҙәге берәү килепбала бөркөттө күрһәтеүен һораны. Йәнәһе, ул – һунарсылар йәмғиәте рәйесе,етмәһә, ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау фонды ағзаһы, ундай һирәк осрай торғанҡош тар уларҙың күҙәтеүендә булырға тейеш. Бәләкәй кәүҙәле, бөрсәләй те Nремек, ҡолаҡтары дегәнәк япрағы кеүек тырпайып тора, ә күҙҙәре – хәс тә сыс Nҡандыҡы. Йүгерек ҡараштары менән ашап бара. Ғәбиткә ул бәндә ниңәлер бикшикле күренде. Район һунарсылар йәмғиәтенә күпме барғаны бар – үҙе шулйәм ғиәт ағзаһы – ниңәлер күргәне юҡ. Шуға ла, мин һеҙгә нишләп ышанырға

Әмир Әминев 41

Page 42: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

тейеш, танытмағыҙҙы күрһәтегеҙ, тине. Сысҡан күҙ, дегәнәк ҡолаҡ аптыраны,сөн ки бындай һорауға күнекмәгәндер, ахыры, шунан ирен ситтәре менән генәмыҫ ҡыллы йылмайҙы ла түш кеҫәһен ҡапшаған булды, таба алмағас, яһалмағәжәпләнгән ҡиәфәттә усы менән ҡаҡ маңлайына һуҡты, ай, ҡәһәрең, икенсепин жәк кеҫәһендә ҡалған бит, йәғни. Шунан ҡапыл ғына йөҙө етдиләнде, түрәҡиәфәтенә керҙе.

– Был ниндәй ҡылыҡ ул, минән берәү ҙә ошоға тиклем танытма һорағаны юҡине әле, ышанмайһыңмы әллә?

– Ышанмайым, тирәNяҡта күпме ҡош, ҡуян, төлкө, бүтән хайуан ҡырыла, ҡур Nсалаусы юҡ, ә һеҙ бер ҡош балаһы артынан килеп йөрөйһөгөҙ. Бында килгәнсе,ана, Торатау тирәһенә барығыҙ, был балағош һеҙгә нимәгә кәрәк һуң?

– Тимәк, кәрәк, тимәк, интерес бар,– тине сысҡан күҙ, борғоланып.– Ана шулNшул, үҙегеҙҙең интерес өсөн генә… – Ярар, ярар, төпкә төшмә. Йә, күрһәт тә китәм, үҙең әйтмешләй, Торатау бит N

ләүенә бараһым бар,– сыйылдығын сығып йәмһеҙ итеп көлдө әлеге әҙәм.Искәндәр быларҙың хәбәрен иғтибарлап тыңлай ине. Ғәбит теге шәй лә N

мәгәндә улына күҙ ҡыҫып, лапаҫ яғына ымланы. Отҡор малай уны аңлап йәһәтке нә өйҙән сыҡты. Ғәбит быны һүҙгә албырғатып ваҡытты һуҙҙы – тапҡанурынына алып барып ебәр ҙем мин уны, тип ҡабатлап тик торҙо. Әммә яманныҡыш бәндә булып сыҡты тегеһе, һис сығып китергә теләмәне, күрһәт, ҡайҙааҫырайһың икән, мин бе лергә тейеш, тип ҡаҡшатты. Һәм Ғәбиткә уны лапаҫҡасығарыуҙан башҡа сара ҡалманы. Ваҡытты һуҙҙы инде былай, Искәндәре берәйергә йәшереп өл гөрһә ярай ҙа. Улы артынан өләсәһе лә сыҡҡайны, икәүләп,моғайын да, берәй са раһын тапҡандарҙыр. Лапаҫтың һәр бүлемен, мөйөшөнтигәндәй ҡараныNтик шерҙе сысҡан күҙ, дегәнәк ҡолаҡ, бәхеткә ҡаршы,эҙләгәнен таба алманы. Кә йефе төшөп, ярар, тағы килермен әле, күреү се ләрбар, тип бармаҡ янап ҡай тып киттте. Ғәбит бөркөт балаһын урманға йөрөтөүөсөн тимерсыбыҡтан умарта дәүмәле итеп ситлек үргәйне, улы менән өләсәһеҡошто шуға индереп, мун саға йәшергән булып сыҡты. Шулай итеп, ҡошҡабулған беренсе һөжүм уңышлы кире ҡағылды. Әммә ул һөжүмдәрҙең алдағыкөндәрҙә ҡабатланасағы көн кеүек асыҡ ине.

Һат тип килеүселәр ҙә табылды. Эштәр былайға боролғас, Ғәбит инде ныҡ лапборсола башланы ҡош яҙмышы өсөн. Сөнки аҡса, һатыу, һатып алыу булған ер Nҙә хәтәр сығыуы бик ихтимал. Һәм алдағы ваҡиғалар уның борсолоуы урынлыикәнен раҫланы.

Бер мәл төн уртаһында нимәгәлер һиҫкәнеп уянды бит. Әллә алама төш күр Nҙе, әллә баҫлыҡты – үҙе лә аңламаны. Тәҙрәгә күҙ һалды – ҡараңғы. Таң атырғаир тәрәктер. Кире йоҡлап китә алмай эт булды. ӘйләндеNтулғанды, шунан, хә Nжәте булмаһа ла, сығып килергә ниәтләне. Ғәҙәтенсә фонарын алды, солан ише Nген асыу менән тоҡандырып ебәрҙе, уның үткер уттары эләктергән урындарғакүҙ һалды. Ихата уртаһына баҫып саф һауа һулап, аҙбарҙа мышнаған һы йыр,башмаҡтарының көйшәгәнен тыңланы ла фонарь утын лапаҫына йү нәлтте:ҡапҡаһының ярым асыҡ тороуын күрҙе. Бәй, кистән ябып кергәйне бит!Башына һуҡҡандай булып ашығып шунда йүнәлде һәм эстә бөркөт балаһыныңҡа нат елпеүен, кемдеңдер ыңғырашыуын ишетте. Елпенгәс, тимәк, кемдер бар,ҡош бушҡа борсолмаҫ, берәйһе урларға йәки үлтерергә кергән. Ғәбит йәһәткенә утынлығына йүгереп барып, ҡалын ғына имән ярҡаһы тапты, кире килепҡапҡаны шар асты, ыңғырашыусының ысынлап та кеше икәненә ышанғас,ишек төбөнән ҡысҡырып ебәрҙе:

– Эй, кем унда? Сыҡ, юҡһа башыңа тондорам!Үҙе фонарь яҡтыһының үткер утын эскә йүнәлтте, ҡулындағы имән ярҡаһын,

һуғырға тура килһә тип, уңайлыраҡ итеп тотто.

42 Бер кәмәлә...

Page 43: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Ыңғырашыу тынды, ҡош балаһының ҡанат ҡағыуы ла ишетелмәҫ булды. Ғә Nбит фонарь яҡтыһы менән бүлемде һәрмәргә кереште һәм ҡапыл ғәжәп кү Nренеште шәйләне: мөйөштә ҡарышлауыҡтай бөгәрләнеп, ике аяғын да эскә тар Nтып бер кеше иҙәндә ята, һуҙылған уң ҡулының һыртында ҡанаттарын иҙәнгәйәйеп бөркөт ултыра.

– Кем һин?– тине Ғәбит йәнә һөрәнләп. Ярҡа менән башына тондорорға лауй лағайны, бөркөткә эләгер, эләкмәһә лә, өркөтөрмөн тип, һуңғы мәл уйынантөңөлдө.

– Ғәбит, туҡта, һуға күрмә, хәҙер аңлатам бөтәһен дә,– тип ыңғырашты ятҡанкеше, уның утын ағасын башы осона күтәреүен шәйләп.– Мин был, Әбүбәкер,хә йерһеҙ, ҡотҡо арҡаһында ятам бына ҡош тырнағына эләгеп.

– Аңлатыуың кәрәкмәй, күреп торам былай ҙа. – Ғәбит фонарь нурҙарын Әбү Nбә керҙең йөҙөнә ҡаҙаны. – Бурҙың ҡулынан эләктергән, тимәк. Нимә тип бындаиндең? Кем ҡотҡоһо менән? Әйт, тондорам әтеү. Шыңшып ятаһың, етмәһә.–Шулай ҙа түҙмәне, бар көсөнә тегенең осаһына типте. – Урларға индеңме?

– Ғәбит, тәүҙә ҡулды ысҡындыр, шунан һөйләрмен. – Әбүбәкер әллә ауыр Nтыуҙан, әллә йәлләтергә теләп ыңғырашты.

Ғә бит яҡыныраҡ килде, фонарь яҡтыһында бөркөт балаһының өс тырнағы лаӘбү бәкерҙең ҡул һыртына матҡылғанын, ә урта тырнағының һырт аша үтеп усяғына килеп сыҡҡанын күрҙе. Тәне зымбырҙап китте хатта, сөнки быға тиклембындай күренешкә тап булғаны юҡ ине әле.

– ДаNа,– тине ул һуҙып. Эскесе, йүнләп бер ҡайҙа ла эшләмәүсе, кешегәялланып көн итеүсе ауылдашы бер мәлгә уға йәл булып китте. – Ҡалай йәтешиткән – тимәк, кәрәкмәгән ергә һонолғанһың, ағай.

– Аңланым инде, аҡланыр хәл юҡ. Йәһәтерәк ысҡындыр, байтаҡтан ятам,ауырта яман… Әллә күпме ҡан аҡты, заражение булмаһа ғына ярар ине.

Бурҙың ҡулынан ысынлап та ҡан һарҡый, терһәгенә тиклем буялып бөткән,өҫтө лә ҡанға туҙған. Үҙе һул ҡулы менән битенNкүҙен ҡапларға тырыша, бөркөтйә күҙен соҡоп алыр тип ҡурҡа, ахыры. Ысҡындырырға кәрәк, ҡоштоң да те NгеләйNбылай тартылып тырнаҡтарын имгәтеүе бар.

– Ҡуҙғалмай ғына ят, мин ҡыпһыуыр һымаҡ берәй нәмә алып киләйем, былайғына сығарып булмаҫтыр…

Ғәбит гаражына китте. Уның асҡысы кейеп сыҡҡан курткаһы кеҫәһендә тү Nгел, икенсе курткаһы кеҫәһендә булып сыҡты. Өйөнә ингәйне – ҡатыны уянды,ниш ләп йөрөйһөң ул, тип төпсөндө. Асҡысын табып, өндәшмәйNнитмәй генә га Nражына йүнәлгәйне, нимәлер һиҙеп артынан сыҡты. Ғәбит ҡыпһыуыр то топ,ҡатыны уға эйәреп, икәүләп килеп инделәр лапаҫҡа. Фәрзәнә Әбүбәкерҙе күрепярһып ҡысҡырып ебәрҙе:

– Ҡәһәр һуҡҡыры, кем һуң ул бур, ә? Әбүбәкер, һинме? Үтеңде һытам бит хә Nҙер, алкаш, – тип тегене типкесләргә тотондосо. Әбүбәкерҙең борғоланыуытырнаҡты ысҡындырырға ҡамасаулай, шуға ла Ғәбит Фәрзәнәһенә ҡаты ғынаитеп екерҙе лә фонарҙы уға бирҙе, бөркөт балаһының ҡанаттарын тәненә ҡушатотоп үҙенең ҡултыҡ аҫтына ҡыҫты, тәпәйен бер ҡулы менән тотоп, ҡыпһыуырменән тырнағынан эләктереп яй ғына әйләндерергә тотондо.

– Ҡулыңды тырнаҡ боролошо ыңғайына әйләндер,– тине ул Әбүбәкергә.– Бертырнағы үтәнәнNүтә сыҡҡан бит. Бор, бор...

Кәүҙәһе ҡыҫылған көйө лә йәш бөркөт ҡанаттарын ысҡындырырға маташты,муйынын һуҙып әле Ғәбиттең, әле Әбүбәкерҙең ҡулын суҡыны, сыйылданы,тырнаҡтары ҡаҙалған тәпәйен тартҡыланы. Әбүбәкер уның һайын ыңғырашты,тартылды, бөгөлдө.

Әмир Әминев 43

Page 44: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

– Ғәбит, был алкашты милицияға бирер кәрәк, былай ғына ҡалдырма! Һинеңҡошоң хәжәт тиһеңме ни уға, һарыҡты, быҙауҙы олаҡтырырға килгән. – Фәр Nзәнә бурҙы йәнә типкесләргә тотондо.– Үҙем барып әйтәм, биллаһи. Бур, үтеңдеһытам бит хәҙер, уNуNуй!

– Барырһың, барырһың, килен, тәүҙә ысҡындырығыҙ. Түҙемлек ҡалманы.– Барам, бармайса. Түҙемлек, имеш. Һине ошо килеш, ҡулың ысҡынмаған

көйө алып барып тапшырырға кәрәк. Ғәбит…– Туҡта әле, Фәрзәнә! – Ғәбит ҡысҡырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.– Ҡуҙғалғас,

ысҡындырып булмай бит.Байтаҡ аҙапланды Ғәбит, тирләп бөттө, тубыҡ, терһәктәрен бысратты. Ни һа N

йәт, алды ҡошто Әбүбәкер ҡулынан.– Бар, йод сығар,– тине Ғәбит ҡатынына.– Марля, мамыҡ. Бәйләйек, зара N

жение китмәһен.– Китмәгәйе, китһен, дөмөкһөн әйҙә, кеше лапаҫына икенсе инмәҫкә арыу бу N

лыр. Уға ишшу йод, марля, мамыҡ. Өйгә индереп ашатыпNэсереп тә ебә рер Nгәлер, бәлки, ә?

– Фәрзәнә!Ҡатыны өйгә йомолдо, әммә кире сыҡманы. Ғәбиттең үҙенә керергә тура

килде. Соландағы шкафтан кәрәк әйберҙәрҙе табып сыҡҡансы Әбүбәкерҙән ел Nдәр иҫкәйне. Ғәбиткә бөркөт балаһына йәлләп ҡарап тороуҙан, шунан ҡап Nҡаларҙы бикләп, өйөнә кереп ятыуҙан башҡа сара ҡалманы. Оҙаҡ йоҡлай ал майятты, серемгә киткәйне, һаташып бер булды. Имеш, бөтә донъяны һыу баҫ ҡан,туфан ҡалҡҡан, бар тереклек үлепNҡырылып бөткән, яңғыҙ кәмәгә тейә лепөлгөргән кешеләр, кейектәр, ҡошNҡорт, малNтыуар тере ҡалған, һәм улар, әлләкүпме көндәр буйы океанда йөҙөп йөрөй торғас, Торатауға килеп төр төл гән.Һыу ҡайта, яланNболондар асыла, ағастар үҫә – ерҙә яңы тормош баш лана. Әммәхайуандар араһында төрлөһө бар, хөр тормошта йәшәй баш лағас та уларҙыңҡайһы берҙәре береһенNбере тамаҡлай башлай, ҙур кәмәлә эсәр һыуға сарсап,ашарҙарына ризыҡ ҡалмай, ҡырҡылып килгән сәғәттәрен тиҙ онота. Кешеләрараһында ла табыла ҡыҫҡа хәтерлеләр, шундайҙар араһында ауылдашы Әбү Nбәкер, үҙен район һунарсылар йәмғиәте рәйесе тип килеп йөрөгән сысҡан күҙ Nле, ҡарпыш ҡолаҡлы шикле бәндә лә бар, имеш. Улар күктәге бөркөттәргә яҫ Nҡына, үҙҙәре оса алмағас, ағастарға, тауға, унан болоттарға оҙон баҫҡыстартерәп, ҡоштарҙы тоторға самалай…

Йоҡоһо бөтмәй, башы ауыртып уянды Ғәбит. Тиҙ генә кейенде лә лапаҫҡаинде. Әбүбәкер ҡабат килмәгәнме? Ишеген асып инеүе менән бөркөт балаһыҒәбиттең ботонан суҡып алды, ҡанаттары менән һелтәнеп уны бәргесләй ҙәбашланы. Туҡта, ай, нишләйһең, иҫәр, ярар, ғәйеплемен, тип көлдө Ғәбит. Үсенала, үпкәләгән, тимәк. Шунан, аңһыҙ, уйлай белмәй, тип ҡара быны. Ғәфү ит,бынан ары һағыраҡ булырмын, тине Ғәбит. Ашарына һалды, һыуын яңыртты,шунан ҡошто лапаҫтан ситлеккә күсерҙе. Эйе, артабан бында тотоп булмаҫ, тауяғына алып барып иреккә ебәреү фарыз. Урларға ниәт иткәстәре, бының менәнгенә туҡтамаҫтар, ҡара эштәрен аҙағынаса еткерергә тырышырҙар. Урлай ал ма Nһалар, ағыулауҙары бар.

Иртәнге сәйҙә ҡатыны йәнә туҙынды. Ғәбит өндәшмәне – беренсе ярһыу һө Nжүм де үткәреп ебәрергә күнеккән. Өләсәһенә ҡарағайны, уныһы һүҙ ҡатмайғына бер нисә тапҡыр башын ҡаҡты, тимәк, ул да хуплай, ул да ҡоштан ҡотолоуяғында. Хәйер, Ғәбит үҙе лә шул фекергә килгән инде. Уны ла йонсота, үҙе ләйонсой, табылдыҡ бер ҡош балаһы арҡаһында кеше менән тәмһеҙләшеүе генәетмәгәйне…

44 Бер кәмәлә...

Page 45: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

АтаNәсәһе ошо ауылдыҡылар булһа ла, Ғәбит Стәрлетамаҡта тыуҙы. Әсәһеһигеҙ класты, атаһы ун класты бөткәс, Стәрлетамаҡтағы һөнәрселек учи ли Nщеһына уҡырға ингәндәр, артабан ҡалалағы бер төҙөлөшкә эшкә тә ғәйен лән Nгән дәр. Шунда күпмелер эшләгәс, өйләнешкәндәр, дөйөм ятаҡтан бүлмә алыпбергә йәшәй башлағандар. Бер нисә йылдан бер бүлмәле айырым фатир бир Nгәндәр. Шунда күскәндәрен Ғәбит хәтерләй: ҡойоп ямғыр яуған көн ине.

Балалар баҡсаһына йөрөнө, унан мәктәпкә барҙы, атаNәсәһе көнө буйы эштә,арыпNталып һуң ғына ҡайталар. Тормоштары ярайһы уҡ күңелһеҙ, бер төрлөбулды. Атаһы яйлап эсә башланы, йыш ҡына иптәштәрен алып ҡайтып төн ур Nта һына тиклем ултыра, әсәһенә ҡулын күтәргеләне. Һөҙөмтәлә Ғәбиткә иғтибарбул маны, йүнләп дәрес тә әҙерләй алманы, күпселектә урам ҡыҙырҙы. Ул би шен Nсе класта уҡығанда, эшендә өсөнсө ҡаттан ҡолап төшөп үлеп ҡуйҙы ата һы. Иҫе Nрек булған, тигәндәре иҫендә ҡалған күмгәндәрендә. Әсәһе тө ҙө лөш тәге эшенташлап, ашханала ашнаҡсы булып йөрөнө. Шунан, аҡсаһы аҙ тип, икенсе ер гәкүсте, унда ла оҙаҡ торламаны, төҙөлөшкә кире ҡайтты. Эш ауыр булһа ла, аҡ Nсаһы булғандыр. Оҙаҡламай унан да китте. Үҙҙәренә килгеләп йө рөгән берағайға иргә сыҡты, бер бүлмәле фатирҙарын тегенеке менән берләштерҙе ләҒәбитте ауылға, ҡәйнәһенә (үҙенең атаNәсәһе йәшләй вафат бул ғайны), алыпҡай тып ташланы. Ул йәй Ғәбит ҡалала һигеҙенсене бөткәйне. Унды ауылда та Nмам лап, армияға алынды. Армиянан тура өләсәһенә ҡайтты. Өфө ләге урман тех Nникумына ситтән тороп уҡырға керҙе лә егерь булып эшкә урын лашты һәм бынабайтаҡ йыл инде шул вазифала. Әсәһе онотҡанда бер килеп әйләнә, унда лаяңғыҙы ғына. Ике ҡыҙҙары бар, әммә Ғәбит һеңлекәштәрен бәләкәй саҡ та рын даберNике генә күргәйне, башҡа күргәне юҡ. Әсәһе ҡартайҙы инде – ауыр эш, хәмеруны иртә бөктө. Ағинәй, ҡәйнәһе, шуғалыр ҙа бигүк үҙ итмәй ки ле нен…

Иртәгәһенә Ғәбит Әбүбәкергә барҙы. Тик тура килтерә алманы – иртүкрайонға киткән. Ғәбиттән ҡасҡан да ҡулын күрһәтергә больницаға ысҡынған,тимәк. Хәйер, больницаға ғына түгелдер. Теге ваҡыт бөркөттө һорап килгәнбәндә менән бергә килгәйне бит, моғайын да, шуға ла керергә ниәтләйҙер. Алыпсығып булманы, тотто, ә бөркөтө ҡулды бына нишләтте, тип ошаҡлайҙыр.

Ике көндән тәбиғәтте һаҡлаусылар йәмғиәте рәйесе йәнә килеп, тағы бөр көт Nтө таптырып йөрөнө. Тимәк, Әбүбәкер уға барған, төнгө хәлде һөйләп бир гән.Ғәбиттең, мин уны күптән Торатау битләүенә алып ебәрҙем дәһә, ти гәненәрәйес ышанманы, анау ваҡыт йәшереп алып ҡалдың, давай, күрһәт, типныҡышты. Уны тағы лапаҫҡа индереп тентетергә тура килде. Барыбер ышан Nмай, һаман янап китеп барҙы. Бының шулай уҡ ваҡытлыса еңеү икәнен яҡшыаңлай ине Ғәбит. Йәнә киләсәк, Әбүбәкер йәнә барып йәки шылтыратып ошаҡ N лаясаҡ, йәнә бала бөркөттө урларға тырышасаҡ. Шуға ла, оҙаҡҡа һуҙмай, ҡош Nтоң бер тәпәйенә алюмин пластинка беркетте лә әүәлгесә улын «Жи гу ли»ҙыңартҡы ултырғысына ултыртып, ситлекте ҡулына тотторҙо ла китте То ра таубитләүенә. Ергә төшөрөү менән ҡош күккә ҡарапNҡарап торҙо ла му йы нынһуҙып саңҡ итеп тауыш бирҙе, унан йүгереп китте һәм һауаға кү тә рел де! Ғәбитшаҡ ҡатты, ышанмай торҙо, хатта күҙҙәренә йәштәр килде. Оса ал маһа, тағыкире алып ҡайтам инде, тип ҡурҡып ҡына килгәйне бит. Ошонда кил терепөйрәтеп йөрөүе бушҡа булманы, тимәк, өйрәнде, үҫте, осорлоҡ кәргә етте.Күндән тегеп алған бейәләйен ташламаны шулай ҙа, алып ҡайтып гаражындағыбер ҡаҙаҡҡа элеп ҡуйҙы. Кем белә, бәлки, кәрәге тейер. Бәлки, ҡасан да бер уғакүн бейәләй кейеп, ҡулына ултыртып бөркөт сөйөргә, боронғо атаNбабалар яҙ Nмы шын кисерергә яҙыр? Икенсе бер ғүмерҙә. Ошондай сәйер уйға юлығыуынаүҙе ғәжәп итеп ҡуйҙы Ғәбит…

Әмир Әминев 45

Page 46: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Төнөн йәнә төш күрҙе – теге көндө күргән төшөнөң дауамы ине был. Ҙур кә Nмәлә томһа һыу өҫтөнән йөҙөп киләләр, имеш. Эсәр һыуҙары, ашар ри зыҡтарыбөткән, ләкин туҡтап булмай, туҡтарға ярамай, күктәге йондоҙҙарға ҡарапишәләр ҙә ишәләр. КейекNхайуандар тынысһыҙлана, кәмә ситенә килеп ба Nҡырыша, эсергә, ашарға һорай, ә бер сысҡан кәмә төбөн тишкән! Кәмәгә һыутула, тип хәбәр осорҙо аҫтағылар. Ай, ниңә улайттың, ба рыбыҙҙы ла һәләкитәһең бит, тип һорағастары, барыбер батабыҙ йә аслыҡтан ҡырылабыҙ, типяуапланы хаслыҡ ҡылған сысҡан, күҙ ҙә йоммай. Шунан үҙе һыуға һикерҙеһәм… теге ваҡыт райондың тәбиғәтте һаҡлаусылар йәмғиәте рәйесе тип кил гәнбәндә ҡиәфәтенә инеп, шәпNшәп йөҙөп китте лә барҙы. Үҙе көлә, үҙе йө ҙә.Оҙаҡламай, ысынлап та, кәмә һыуға бата башланы, йөрөшө әкренәйҙе. Ҡы ҙыуҡан лылар һыуға һикерҙе, кәмә моронона йыйылды. Ғәбит тыныс ла нырға өн Nдәне, йыйылған һыуҙы түгергә, тишекте берәй нисек ямарға ҡушты. Сәң ке баш Nлы йылан тишекте үҙенең ҡойроғо менән ҡаплағас ҡына, һыу ҙы күп мелердәрәжәлә туҡтата алдылар. Әммә офоҡта осло түбәле тау күренгәндә, кәмәбарыбер ҙә батты, шулай ҙа берNбереһенә ярҙам итешеп, берNбе реһенәтотоношоп именNаман ҡоро ергә аяҡ баҫа алдылар. Хаслыҡ ҡылған сыс ҡан иһәкеше ҡиәфәтенә инеп, район һунарсылар йәмғиәте рәйесе рә үешендә шар ҡыл Nдап көләNкөлә әлеге тау башында аяҡ киреп баҫып тора ине…

Көҙ башҡа йылдарҙағыға ҡарағанда иртә килмәксе. Икешәр, өсәр көн ашаям ғыр һибәләһә лә, сентябрь сағыштырмаса йылы торҙо, шунан аҙна тирәһейәйге ише ҡояш ҡыҙҙырҙы ла оҙайлап яуырға тотондо. Йәйге ямғыр түгел инеинде был, көҙгө быҫҡаҡ ямғыр ине. Кинәнеп, рәхәтләнеп яуҙы, көнөн дә, төнөндә туҡтамай ҡойҙо. Йылға ташып ярҙарынан сыҡты, урамдарҙа күләүектәркүпсене, хатта йәшелсә, картуф баҡсалары өҫтөнә һыу ҡалҡты. Ҡоштар тауышытынды, кәртә, рәшәткәләр бүртеп, ҡараNһоро төҫкә инде, ағастар йәшеллегенюғалтып, моңһоуға әйләнде, тирәNйүнгә шомло тынлыҡ урынлашты. Ә октябрьурталарының бер иртәһендә өй ишектәрен асып ихаталарына сыҡҡанкешеләрҙең аяҡтары тубыҡтан апNаҡ ҡарға сумды.

Башҡа ауылдаштары кеүек, Ғәбит тә был ғәжәп иртәнең хозурлығынаһоҡланды, тәбиғәттең ҡөҙрәте алдында ғажиз ҡалды. Күктең, әйтерһең дә, төбөтишелгән: күнәгенән аҙна буйы туҡтауһыҙ ҡойолған һыу уны ла тамам биҙ ҙер Nгәй не, шуға ла салт аяҙ, апNаҡ донъя уның кәйефен күтәрҙе. Ниһайәт! Был көндөмотлаҡ Торатауға барырға кәрәк, уның түбәһендәге ҡарҙы күрергә, өҫтөнән аяҡэҙҙәреңде мисәтләп атларға, саф һауаһын һуларға, матурлығына хайран итергәтейеш ул. Юҡһа, күпме бикләнеп ятты ямғыр арҡаһында, ихатаһынан ары берҡайҙа сыға алмай.

Ғәбит, күңелендәге һиллекте нисек тә оҙаҡҡараҡ һаҡларға тырышып, ҡа ба Nланмай ғына йөрөп малын ялан аҙбарға сығарҙы, аҫтарын таҙартып, утлыҡсағабе сән төшөрҙө, ҡойонан һыу индерҙе, башҡа ваҡNтөйәк мәшәҡәттәрен баш ҡа Nрып, иртәнге сәйгә керҙе. Һүҙ араһында Торатауға барасағы тураһындабелдерҙе. Фәр зәнәһе был юлы ни мөғжизә менәндер өндәшмәне, өләсәһе һәрваҡыттағыса үҙенең нотоҡтарын теҙҙе. Ғәбит һәр ваҡыттағыса уны бүлдермәйтыңланы. Ғәҙә тен сә, кү ңелен күрер өсөн бер нисә һорау бирҙе, ярай, өләсәй,шулай итермен, тип йүп ләп яуапланы ла, ахырҙа, рәхәтләнеп көлөргә тотондо:Торатауға барған һа йын өләсәһенең бер үк хәбәрҙе теҙеүе ҡапыл уға мәрәкәтойолдо.

– Бәй, ниңә бушалағайымға көләһең ул, әллә берәй яҙыҡ һүҙ әйттемме?– Юҡ та, барыһы ла ҡәҙимгесә раҫ, тик нисек онотмайһың ул епкә теҙгәндәй

нәсихәттәреңде, мин тауға барған һайын өҙмәй иҫкә алаһың,– тип яуапланыҒәбит, һаман көлөүенән туҡтамай.

46 Бер кәмәлә...

Page 47: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

– Улар һиңә юл доғалары рәүешендә әйтелә, улым. Яҙа аҙымдан, ситNяттыңхаслығынан һаҡлай. Ошоға тиклем һинең менән бер ҡаза ла булмаған икән,тимәк, мин әйткән ана шул доғалар аралаған, шулар ҡурсалаған.

– Ярай, улайһа,– тине Ғәбит.Өләсәһе уның был һүҙҙәренән ҡәнәғәт ҡалып башын ҡаҡты, унан көттөрөп

кенә:– Хызыр Ильяс гел һинең яныңда йөрөһөн, улым, – тине.– Юҡ, өләсәй, мин уның янында йөрөрмөн, – тине Ғәбит.Тауҙың түбәһен йыш ҡына томан һырый һәм ул торт өҫтөндәнге ҡаймаҡ

һымаҡ ҡатламNҡатлам булып ята. Нилектән шулай – Ғәбит тәбиғәттең былмөғжизәһен һис аңлай алмай. Памир, Эльбрус йәки башҡа текә тау түбәләреһымаҡ бейек тә түгел бит әле, диңгеҙ кимәленән биш йөҙ метрҙан саҡ ҡынаартығыраҡ бейеклектә, ә үҙе йыш ҡына шулай томанға сорнала. Йәнә шуныһығәжәп: ауылдарына томан төшкәндә, Торатау иһә итәгенән түбәһенә тиклем апNасыҡ булып ялтырап ята, ауылдарында ямғыр яуһа, унда яумай, ауылдарыөҫтөндә болот ҡуйырһа, Торатауҙа салт аяҙ була. Бына шундай хикмәткә эйәуларҙың Торатауы. Ошо томан эсендә аҙашып, күтәрелгән һуҡмағын табаалмай, бөтөнләй икенсе тарафтан төшкәне лә бар тауҙан Ғәбиттең. Аҙашмаумөмкин дә түгел ул томанда, ярты метрҙан ары бер нәмә лә күренмәй ҙә ҡуя,түбәндә ул шыйығыраҡ булһа, өҫкә күтәрелгән һайын ҡуйылана, тығыҙланабара, уны йыртып атлауы ҡыйынлаша.

Бына әле лә тауҙың биленә тиклем үрләгәйне, һөт эсенә төшкәндәй булды.Бер нәмә лә күренмәй, киләһе аҙымыңды бушлыҡҡа баҫырһың йәки башыңдыташҡа килтереп бәрерһең төҫлө. Шул юҫыҡта күпмелер барыуға, ғәжәп, томанҡапыл бөттө лә ҡуйҙы, әйтерһең, тигеҙ генә итеп ҡырҡып алдылар.

КиләNкилә йәнә лә «Ашҡаҙар» иҫенә төшөп, танау эсенән генә мөңгөрҙәй баш Nла ғайны, ҡолағына ниндәйҙер тауыш салынды шул саҡ ҡапыл. Уйланып,дөрөҫөрәге, матурлыҡҡа ләззәтләнеп, томандың был серле йомағына әҫәрләнепкил гәнлектән, ниндәй тауыш икәнен шундуҡ абайлай ҙа алманы Ғәбит. Бында,тау битләүендә, ауаздар ҡайҙа яңғыраһа ла эргәлә һымаҡ. Тимәк, тауҙа ул яң Nғыҙы түгел, тағы кемдер йөрөй, тәүге ҡарҙа һунар итергә сыҡҡан. Ҡыс ҡы ры ша Nлар ҙа шикелле, һөрәнләйҙәр – болан, төлкө йәки ҡуянды ҡамап алырға ниәт лә Nнеүҙәреме?

Ғәбит ашығып аҫҡа төшә башланы. Томан йәнә солғапNуратып алды уны. Һөтҡат ламынан ысҡынғайны ғына, ҡаршыһына, хатта алдына уҡ тигәндәй, йәшкенә болан килеп баҫты. Тамам хәле бөткән, ҡурҡҡан, ҡолаҡтары ҡайсыланып,күҙ ҙәре ялтырап тора. Тимәк, баҫтыралар, тауышланыпNһөрәнләп тап ошо меҫ Nкен де ҡамарға самалайҙар. Кемдәр булыуы ихтимал? Ауылдыҡылар түгелдер,эҙNма ҙар шәйләнмәне, тимәк, ситтән килгәндәр, ҡаланан, тауҙың теге яғынанкүтәрелгәндәр.

Шул саҡ боланды ҡыуған ирҙәр үҙҙәре лә күренде. Өсәүҙәр. Битләүҙе хужа Nларса иңләп киләләр. Үҙҙәре болан кеүек ахмалға төшкән. Икәүһендә – мыл тыҡ,өсөнсөһө ҡулына оҙон таяҡ тотҡан. Мылтыҡлы икәүһенең алпанNтолпан, ир кенатлауына, өҫтәрендәге арыу кейемдәренә ҡарағанда, ысынлап та ситтән, ҡа Nланан, түрәNҡара ҡәүеменән икәнлеге күренеп тора, өтәләнеп алдан юр ға Nлағаны – үҙҙәренең крәҫтиән араһынан, моғайын. Юл күрһәтеп, ярҙам итешеп,араҡыларын эсешеп, күҙенә нимә күренә, ҡулына нимә эләгә шуны һатып бирепебәрергә әҙер ҡол…

Болан тегеләргә оҙон һомғол муйынын һоноп ялт итеп ҡараны ла, Ғәбиттеуратып үтеп, үргә сабып китте. СаптыNсапты ла ҡапыл туҡтаны бер килке. Һәм

Әмир Әминев 47

Page 48: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

шулай килеп сыҡты: Ғәбит әлеге өс ир менән болан араһында торҙо ҡалды.Тегеләр эреNэре аҙымдар менән йығылаNһөрлөгә өҫкә, тап Ғәбит баҫып торғанергә, үрмәләй, үҙҙәре нимәлер ҡысҡыра, һөрәнләй, ҡулдары менән ишараларяһай, һелтәнә, йоҙроҡ күрһәтә. Әлегә ярайһы уҡ йыраҡ булғанлыҡтан, Ғәбитуларҙың һүҙҙәрен аңғармай, ишараларын аңламай. Хәйер, бик яҡшы аңлай,төшөнә: кит, тайшан, тиҙәр, ҡыуалар, пуля юлында тораһың бит, тиҙәр. Ана,мылтыҡтарын боланға тоҫҡапNтоҫҡап алалар, әммә атмайҙар, ата алмайҙар,сөнки Ғәбит ҡамасаулай, уға тейҙереп ҡуйыуҙан ҡурҡалар. Ә меҫкен йәш боланүҙенә ҡурҡыныс янағанын аңлай һәм, Ғәбиттән ярҙам һорағандай, оҙонмуйынын текә тотоп бер уға, бер үҙен баҫтырып йөрөткәндәр яғына ҡурҡыпҡарап уның ышығында тороуын белә. Улай ғына тиһең, өс ир Ғәбит ышығынанысҡынырға тырышып бер яҡҡа ҡайырылһа, болан да бер нисә аҙым атлап уғаышыҡлана, быны күргәнNаңлаған Ғәбит үҙе лә тегеләйNбылай шыуып баҫа. Таубитләүенән аҫҡараҡ төшһә,– асыҡлыҡ, әйтәгүр, унда һәләкәт көтә боланды.Урман йыраҡ, барып етә алмаясаҡ, ике мылтыҡтан атылған ике пуля шундуҡҡыуып етәсәк.

Яҡыная төшкәс, Ғәбит әлеге өсәүҙең береһендә теге ваҡыт үҙенә килепбөркөт балаһын таптырып йөрөгән «тәбиғәт һаҡсыһы»н таныны. Уның ар ты нанатлағаны уҡлау кеүек төҙ кәүҙәле, төҫNбашҡа ыҫпай, хатта сибәр, мыйыҡлы йәшкеше ине. Ғәбит уны беренсегә күрә. Өҫтөндә йылы хәрби буш лат, ба шындаҡалын спорт башлығы, аяғында ҡалын табанлы ботинка. Ҡы ла нышNхәрә кәтенә,һауалы ҡарашына ҡарағанда, ярайһы уҡ ҙур түрә икәнлеген са ма лауы ҡыйынтүгел. Өсөнсөһө урта йәштәрҙәге кеше. Кәүҙәгә лә уртаса буйлы, кейеме лә уртаҡул. Әммә хәрәкәттәре ныҡлы, ышаныслы, йөҙө иһә битараф был «уртаса»ның.

Бына һиңә мә, кейекNхайуанды һаҡлар, ҡурсалар урынға үҙе баҫтырып йөрөйанау бәндә, ташҡа үлсәйем йәмғиәттең рәйесе! Тимәк, тәүге ҡарҙа болан йы ғырөсөн махсус сыҡҡандар, моғайын, рәйес үҙенең әшнәһен алып килгән.

Тегеләр Ғәбит янына менеп етте. Хәлдәре бөткән, быхылдашалар, асыу лылар.Ә болан башын һелкеп бер ҡараны ла һөттәй аҡ томан араһына инеп күҙҙәнюғалды. Һунарсылар мылтыҡтарын күтәреп тә өлгөрә алманылар.

– Ә һин икән,– тине йәмғиәт рәйесе, йөҙөн салышайтып. Көрһөндө, шунантәрән итеп тын алды.– Нимәһенә ҡаплап торҙоң боланды? Үҙеңде атһаҡ? Пуля –ду ра, кәйелә торған холҡо бар,– артығыраҡ ысҡындырғанын самалаптыр, ахы Nры, йәһәт кенә тауышын үҙгәртте, яһалма йылмайҙы. – Иртүк нимә эшләп йө Nрөй һөң бында?– Бүреген систе, кесерткән төҫөндәге алаNсола фуфайкаһыныңтөймәләрен ысҡындырҙы.

– Бәй, мин эш урынында, ҡарапNтикшереп йөрөйөм. Ә бына һеҙ нишләпйөрөйһөгөҙ? Һунарға сезон асылмағанын белмәйһегеҙме ни?

– Ә кем әйтә беҙҙе һунарға сыҡҡан тип? Маңлайға яҙылмағандыр бит? Мин дәэштә, мин дә тикшереп йөрөйөм.

– Өсәүләпме?– Өсәүләп. Рейдҡа сыҡтыҡ.– АйNһай, бер ҙә тикшереп йөрөүгә оҡшамаған. Болан ҡыуа инегеҙ бит.

Етмәһә, һауала вертолет тауышы ла ишетелде. Һеҙҙә ундай техника юҡшикелле?

– Бар, нишләп булмаһын. Һин белмәгән әйберҙәр күп инде ул донъяла. Ә һинбөркөттө ҡайҙа ҡуйҙың?

– Ошонда килтереп ебәреүгә биш былтыр. Теге килгәнегеҙҙә үк әйттем бит.– Уны ояһынан тотоп алып ҡайтҡаның, өйрәтеп, табыш өсөн һунар итергә

ниәтләгәнең өсөн яуап бирергә тура килмәгәйе…– Һаман бер балыҡ башы. Ул бит осорға ла белмәгән себеш. Ояһынан ҡолап

48 Бер кәмәлә...

Page 49: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

төшкән дә ята ине юл өҫтөндә. Мин күреп алып ҡайтмаһам, шунда үлә, йә төлкө,йә бүре тамағына эләгә ине. Ә былай осорға өйрәтеп ебәрҙем.

– Белмәйем, белмәйем, нисек тапҡанһыңдыр, уныһы миңә ҡараңғы, ә бынаөйөңә алып ҡайтҡаның факт. Һин уға теймәҫкә тейеш инең. Тәбиғәттең үҙенеңзакондары. Үлһә, донъяла бөркөт бөтөр тип уйлайһыңмы ни?

– Күпте һаҡлау берәүҙе һаҡлауҙан башлана…Сыс ҡан күҙ, дегәнәк ҡолаҡ башҡаса өндәшмәне. Ғәбит менән һөйләшеп

тороуын, етмәһә, ҡуҡыр ҡунаҡ алдында, түбәнселек һананы шикелле. Бүрегенкей ҙе, фуфайкаһының төймәләрен ҡаптырҙы, түҙемһеҙләнә башлаған ҡунағынабаш ҡаҡты ла, мылтығын асыу менән яурынына алып, тарбанNторбан кире аҫҡаат ланы. Бер аҙ барғас боролдо:

– Ҡара уны, уға тәғәйен яһау,– рәйес болан балаһы юғалған яҡҡа ҡараны,–яңылыштан үҙеңә ҡаҡлыҡмаһын, һағыраҡ йөрө,– тине. Йөҙөнә мыҫҡыллыйылмайыу ғәләмәте сыҡты, һирәк тештәре ыржайҙы.

Эйе, һунарҙары килеп сыҡманы, боланды эләктерә алманылар – Ғәбит ҡа Nмасауланы. Хәйер, ул хәйләһеҙ хайуанды икенсе юлы атырҙар барыбер ҙә. Күр Nҙеләр, ҡайһы тирәнән эҙләргә икәнен самаланылар. Пуля яңылыштан үҙеңә ҡаҡ Nлыҡмаһын, тиме? Булыр, ҡаҡлыҡтырыр ҙа. Иманһыҙ бәндә икәне күренеп тора.Нисек уны был вазифаға тәғәйенләгәндәр, аптырарһың. Һаҡларға ҡушҡандар, әҡырып йөрөй.

Ғәбит бер килке уйланып торҙо. Тегеләр бынаNбына яңынан күтәрелерҙәр ҙәтоман ҡатламы араһынан үҙенә мылтыҡ тоҫҡарҙар һымаҡ тойолдо. Мәғәнәһеҙүлеү, ғәҙелһеҙлек янаймы уға? Улар уңлыNһуллы кейек ҡыра, Ғәбит уларға ҡар Nшы сыға, тыйырға, ҡара эштәренә ҡамасауларға тырыша, улар уға «яңы Nлыштан» яһау ҡаҡлыҡтырмаҡ.

Ғәбит, томан араһынан бынаNбына пәйҙә булыр мылтыҡ көбәгенән өрк кән Nдәй, нисектер артына сигенгәйне, үксәһе селек ҡыуағына төртөлдө лә, тигеҙ Nлеген юғалтып ҡыуаҡ өҫтөнә ултыра төштө. Тәненә селектең энәле ботаҡтарыҡа ҙал ды, күбеһе уның ауырлығын күтәрә алмай шартNшорт һынды. Артына дөмйығылып китмәҫ өсөн ҡулдарын ике яҡҡа тарбайтып йәйеп ебәргәйне, ҡулынанмылтығы ысҡынып китеп ергә барып төштө лә ни ғәләмәттәндер шарт атылды– тәтеһе осло ташҡа йәки ҡыуаҡтың кипкән төпһәһенә бәрелде, ахыры.Көтөлмәгән хәлдән албырғап ҡалған Ғәбит йәһәт кенә ҡалҡынды ла йәнNфарманға ҡоралы артынан ташланды. Йәш ҡар өҫтөнән шамбы һымаҡ шылыпбарған шыма нәмәне һис ҡыуып етә алмаҫ ине, әгәр ҡарт артыш ҡыуағы унытотҡарлап ҡалмаһа. ТарбаҡNтарбаҡ йәйелгән артыш ботаҡтары араһынан мыл Nтығын алам тип эйелгәйне, ҡарашы йыуан ғына бер ботаҡтың төбөнә бәй лән Nгән сепрәк ишаратына төштө, уңа төшһә лә, ҡасандыр ҡыҙыл төҫтә булыуы асыҡбеленә әле уның. Һынын турайта алмай, эйелгән еренән ҡатты ла ҡалды,башында хәтирәләр өйөрөлә башланы. Күҙ алдына йәйҙең, дөрөҫөрәге, яҙахырының илерткес бер көнө килде. Был бит уның галстугы, уның ҡыҙылгалстугы! Нисә йыл үтте, ул һаман ошонда бәйләнгән көйө тора! Теткеләнепселтәргә әйләнгән, торғаны бер иҫке сепрәк киҫәге, ә уныҡы. Таный Ғәбитүҙенекен, таный, хаталаныуы, яңылышыуы мөмкин түгел. Тамағына төйөр,күҙҙәренә йәш тығылды…

Сепрәкте, әйтерһең, тере нәмә, өркөтөп, күҙ яҙҙырып ҡуймайым тигәндәй, уляй ғына эйелде, ҡалтыранған ҡулының бармаҡ остары менән генә ҡағылды.Эйе, был – уның галстук киҫәге, бына ошо ботаҡҡа уны эләктергес менәнберкетеп бәйләп ҡуйғайны. Әгәр шул эләктергес булмаһа, моғайын, күптәнысҡынып осҡан булыр ине. Былай ҙа өҫтөнә күпме ҡар, ямғыр яуған, елNбуран

Әмир Әминев 49

Page 50: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

иҫкән, көн тыуған, төн ятҡан, кеше аяғы аҫтында ҡалған. Нисә йыл үтте һуң улваҡиғаларға? Ун биш йыл. Ә ниңә ошоға тиклем юлыҡҡаны булманы һуң?Ошонан күпме йөрөнө, һис тап итмәне. Торатауға күтәрелгән һайын ул ҡыҙменән осрашыу, уның йыры, моңло тауышы, һомғол буйNһыны, теремек хә рә Nкәте, ер еләге ише тәмле ирендәренең таты иҫенә төшә торғайны бит… Ҡатыныменән әйтешкәндән һуң йәки кәйефе булмаған саҡтарҙа, уны хәтерләп, күҙалдына килтереп, уйNхыялында, исмаһам, уның менән булыр өсөн тауғакүтәрелер ине. Тәүге мәлдәрҙә икәүләп артыш төбөнә бәйләгән ошо ҡыҙылгалстукты күрер өсөн генә килгеләне, таба алмаһа ла, тынысланып, яҙғы ләй Nсән дә ҡойонғандай, оло бер рәхәтлек кисереп ҡайта торғайны. Хәйер, әле ләшулай, әле лә Торатауға ошо уйҙар менән килә, ошо уйын үҙNүҙенән йәшерергәты рыш һа ла, тойғолары аҡылына буйһонмай, аяҡтарын ошонда атларға мәж Nбүр итә. Һәм ул күпмелер ваҡытҡа шул донъяла, шул мөхиттә йәшәп ала.

Хәйер, Сәлимә менән осрашыуҙың ысынбарлыҡта булғанына һуңғы мәл дәр ҙәшикләнә лә башлағайны, сөнки йылдар үткән һайын ул хәтирә Торатауҙағы то Nман ҡатламында ирегәндәй тоноҡлана, ваҡиғалар барышы бутала, ҡыҙҙың иҫкиткес һағышлы йыры, үҙәгеңде өҙөр аһәңле тауышы, шишмә ағышына оҡ ша Nтып сылтыратып көлөүе йыраҡлаша, фәрештәләй йөҙө алыҫлаша бара. Ләкин улһаман Сәлимәне алып киткән егеттең асыулы ҡиәфәтен, ҡалын ҡаштарын,ҡым тыулы йоҡа ирендәрен, сәсе ҡырып алынған таҡыр башын, ҡыҫҡа зәңгәрсал барын йыртып сығырҙай булып тулышҡан йыуан боттарын, үгеҙҙекеләй һи Nмеҙ елкәһен һис онота алмай. Сәлимәнән айырмалы рәүештә, ул кеше йылдарүт кән һайын тағы ла асығыраҡ, хәрәкәтNҡыланыштары шул көйөнсә күҙ алдынакилә.

Эйе, Сәлимә менән тауҙағы осрашыу булдымы, юҡмы, әллә төшөндә генә күр Nҙе ме, тип тә икеләнә ине һуңғы мәлдәрҙә, бына хәҙер үҙенең галстугын тапҡас,ҡа баттан ышанды һәм ниндәйҙер тәмлеNтатлы тойғолар тулҡынына сумды Ғә Nбит. Иң ҡәҙерле нәмәһен тапҡандай, теткеләнгән туҡыманы тотҡолапNтот ҡо лапал ды. Ә бит ул ҡыҙҙы барыбер ҙә онота алманы, өйләнеүенә һигеҙ йыл, уңарсығатиклем ете йыл, йәғни ун биш йыл буйы йөрәгендә йөрөтә булып сыға уны.

…Әсәһе эшләгән төҙөлөшкә дәрестән һуң йыш бара торғайны Ғәбит. ӨйөмNөйөм кирбес, таҡта, оло ялғашта иҙелмә, торна һымаҡ бейек кран, туҡтауһыҙкил гәнNкиткән ҡеүәтле машиналар, ҡырмыҫҡа иләүе кеүек кеше – былар ба Nрыһы ла үҫмер малай өсөн ифрат ҡыҙыҡ. Әсәһе, киреһенсә, улының үҙ янынакилеүен бик өнәмәй, йөрөмә бында, ҡайт, аша ла дәресеңде ҡара, магазинғабарып кил, тип йомош ҡуша, шуға ла Ғәбит йыш ҡына уның күҙенә салынмаҫҡатырыша – ситтән күҙәтәNкүҙәтә лә ҡайтып китә. Әсәһенең ҡырыҫлыҡ сәбәбенбөгөн дә аңлай алмай. Әллә үҙенең ауыр эштә эшләүен күрмәһен тинеме, әлләөҫтөнә берәй нәмә төшөп йә эләгеп йығылып имгәнеп ҡуймаһын тинеме?Сәбәбе булғандыр, һәр хәлдә төҙөлөш балаNсаға йөрөр урын түгел. Бөгөн ул шу Nлай уйлай, ә малай сағында барырға, күрергә ынтылып тора торғайны. Шулайбер килгәнендә әсәһе уны нишләптер ҡыуманы, вагондың асыҡ ишеге ашаяҡын лашҡанын алыҫтан уҡ шәйләне лә, тупһаға баҫып, әйҙә, әйҙә, тип ҡулынбол ғаны. Тимәк, «төшөрөп» алған, шулай сағында алсаҡ, ихлас булып китәторған. Бә ләкәй генә өҫтәлдә икмәк, колбаса, ҡатыҡ, башҡа тәғәмдәр менәнйәнәш, абау, бер нисә һыра шешәһе лә ҡунаҡлаған. Төшкө ашҡа туҡтағандар,күрәһең. КөлөшәNшаярыша, бер нисә әхирәте менән әсәһе, ысынлап та, тамаҡялғай, сит тә рәк өс ағай ҙа бар. Улары, ҡәнәғәт йөҙҙәренә ҡарағанда, ашағанғаоҡшаған. Кереп иҫәнләшкәс тә, мәктәптән килеүеңдер, асыҡҡанһыңдыр, әйҙә,

50 Бер кәмәлә...

Page 51: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ҡапҡылап ал, тип әсәһе көсләп тигәндәй өҫтәл артына ултыртты ла үҙенеңкөрөшкәһенә сәй яһаны, икмәккә май яғып, өҫтөнә колбаса телеме һалды.Ағайҙар тартырға сыҡты. Ғәбит уларҙың, ашарға килгән был малай, типуйлауҙарынан ҡурҡа ине, шуға ла тартынып ҡына эсте сәйен, эсеп бөтөү менәнашығып вагондан сыҡты. Ләкин йыраҡ китергә лә өлгөрмәне, әсәһе һөрәнләпкире саҡырып алды.

– Ғәбит, хәҙер һин егет инде, ҡыҙҙар менән таныша башлаһаң да ярай,– тинеөҫтөнә комбинезон кейгән, башына яулыҡ ябынған, көнбағыш башылай йомробитле бер апай, мут ҡына йылмайып,– бына бер туған һеңлекәшем килде, әйҙә,таныштырайым, ә?

Баяғы апайҙар, таныштыр, таныштыр, тип ҡушылды димсегә, көлөшәNкөлөшә. Уларға мәрәкә ине.

Ғәбит тартыныпNуңайһыҙланып, шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер бер ҡыҙыҡһыныуме нән тирәNяғына ҡаранды ла, ҡыҙыҡай артымдан инеп киләме икән әллә тип,ишек яғына боролдо. Юҡ, ул бында, ҡаршыңда ултырҙы бит, тип йәнә шырҡNшырҡ көлөштөләр. Ысынлап та, ҡыҙҙың ҡаршыһында ултырып сәй эскән, ә күр Nмә гән, иғтибар итмәгән, имеш. ҠабаланNҡарһалан, ауыҙын бешерәNбешерәэскәйне шул, ә ул, тимәк, бөтәһен дә күҙәткән булып сыға. Ниндәй оят!

– Был минең улым, Ғәбит,– тине әсәһе, ниндәйҙер яһалма күтәренкелек һәмихласлыҡ менән, – күргәйнегеҙ инде.

– Ә был минең бер туған һеңлем, исеме Сәлимә,– тине ҡыҙ эргәһендәултырған мөләйем йөҙлө теге апай. Шунан һеңлеһенә боролдо ла юрамал һорапҡуйҙы:– Һин быйыл нисәнсене бөтәһең әле?

– Һигеҙҙе, – тине уныһы ҡыйыу ғына.– Ғәбит тә, – тип йөпләне әсәһе.– Бына йәтеш, – тине Сәлимәнең апаһы. – Бөгөндән дуҫ булығыҙ, осрашығыҙ.– Ҡоҙағый булырға күп ҡалмаҫ,– тип шаяртты бер ҡатын. Икенсеһе:– Бригаданы туйығыҙға саҡырырға онотмағыҙ,– тип өҫтәне. Көлөштөләр.– Эйе шул,– тине әсәһе, – мин риза, Сәлимәнән бына тигән килен сығыр.

Апаһына оҡшаһа…– Оҡшар, оҡшар, – тиештеләр.Кәүҙәгә бәләкәй, ҡаҡса, бәрәңге танаулы, быжыр йөҙлө, нәҙек тауышлы бер

ағай кереп: «Ниңә ихахайлашаһығыҙ, обед ваҡыты бөттө, давай эшкә!» – типва гондан ҡыуып тигәндәй сығармаһа, бисәNсәсә тел сарлап, Сәлимә менән Ғә Nбит те үсектереп һаман ултырыр ине әле. Тындылар ҙа, яй ғына урындарынанҡалҡынып, ҡашығаяҡтарын, ашаған ризыҡтарын арлыNбирле йыйыштырып,өйөм өҫтөнә гәзит ҡапланылар һәм эш урындарына таралыштылар. Ғәбиттеңәсә һе уға, ярай, ҡайт, урам буйында һәлпәнләп йөрөмә, дәрестәреңде ҡара, типҡа балан ғына хушлашты ла ватыҡ кирбестәр, ташNҡом өйөмдәре, ярыҡNйороҡтаҡ талар араһынан төҙөлә башлаған йорттоң ишек ауыҙынан инеп китте. ӘҒәбит төҙөлөштөң киң майҙаны уртаһында Сәлимә менән торҙо ла ҡалды. Ҡыҙ,уның тиҫтере булһа ла, ҡыйыу ғына булып сыҡты. Артабан ни ҡылырға белмәйаптыраған Ғәбиттең – әсәһен тыңлап ҡайтып китһә, ташлап ҡасҡан һымаҡ,һерәйеп торһа ла, килешмәй – ҡулынан тотоп алды ла ситкә әйҙәне.

– Дуҫлашайыҡмы?– тине ул, тупNтура ҡарап. Күҙҙәре ҙур, йопNйомро,керпектәре оҙон ине ҡыҙҙың.

Ғәбит яурындарын һелкетте, ситкә ҡараны – ул әлегә ҡыҙҙар менәндуҫлашыуҙың нимә икәнен белмәй ине.

– Һиңә әйтәм, дуҫлашайыҡмы?Ғәбит ауыҙынан көскәNкөскә бер һүҙ һығып сығарҙы:– Дуҫлашайыҡ һуң.

Әмир Әминев 51

Page 52: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

– Килештек! – Сәлимә сәпәкәйләп үк алды.Дуҫлашыуҙы башларға, мәктәптән һуң көн дә ошонда осрашырға килешһәләр

ҙә – Сәлимә шулай тине, ә Ғәбит баш ҡағып ризалашып ҡына торҙо – йыш ҡынаәле береһе, әле икенсеһе килә алманы. Сәбәбе – дәрестәр, тү ңәрәктәр, кластантыш уҡыуҙар, мәктәптә булған башҡа саралар. Әлбиттә, гелән үк улай булманы,осрашҡыланылар ҙа. Шулай бер, был төҙөлөш тирәһендә нишләйбеҙ, әйҙә,икенсе берәй ерҙә осрашайыҡ әле, тип һөйләшеүҙәрен әсәһе ишетеп торғаникән: «Бәй, Ғәбит, Торатауға алып бар Сәлимәне, моғайын да, күргәне юҡтыр”,–тип һүҙ ҡыҫтырҙы. «Ярар», – тигәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды Ғәбит. Сәлимәҡыуанып ризалашты.

Ял көнө тартылдылар Торатауға. Май урталарында тау бите бәрхәт йә шел лек Nкә күмелә. Ниндәй генә төҫ юҡ бында: йәшеле, ҡыҙылы, һарыһы, көрәне, ағы.Битләүҙән юғарыға менә килә, үҫемлек донъяһы һирәгәйә, ваҡлана, йәшкелтмүк, ылымыҡ селтәре рәүешен ала бара. Тауҙың ҡаялыраҡ яланғас урындарыбар, ектәренән, эскә өңшәйеберәк торған урындарынан төрлө үҫемлектәр һо Nнолоп ҡарай.

ТуҡтайNтуҡтай, арттарына боролоп ҡарайNҡарай атланылар. Ғәбиткә был сер Nле донъя таныш булһа, Сәлимә өсөн – яңы, быға тиклем күрмәгән мөхит. Улаптырай, һоҡлана, хайран итә, һирәк үлән, ят сәскә күрһә, ҡара, ҡара әле, Ғәбит,ниндәй матур, тип күрһәтә, исемдәрен һорай, уларҙы эйелеп һыйпай һәм үҙе ләшул мөғжизә араһында осоп йөрөгән күбәләкте хәтерләтә. Сәлимәнеҡыуандыра алғаны өсөн Ғәбит үҙе лә шат. Ул анау төҙөлөш майҙансығында бернисә тапҡыр осрашҡан ҡыҙға әле бөтөнләй оҡшамаған, әйтерһең дә, уныңурынына бүтән берәү килгән. Бында ул һөйкөмлө, алсаҡ, матурлыҡты күрә һәмһоҡ лана белгән илаһи тәбиғәт балаһы. Һәм Ғәбиттең, ябай бер үҫмер егеттең,кү ңелендә әлегә үҙе лә аңлапNтөшөнөп етмәгән серле моң тыуа, етеҙ ҡоралайҙайбер аҫҡа, бер өҫкә йүгергеләгән ҡыҙға ҡарата йөрәгендә хис уяна. Әлегә ул былшау ҡымдың нимә икәнен дә белмәй, сөнки бығаса кисергәне юҡ. Ул – телһеҙҡал ды, гүйә, Сәлимәнең берNбер артлы биргән һорауҙарына йүнләп яуап таҡайтара алмай..

Өҫтөнә ҡыҫҡа еңле, аҡ ерлеккә ҡыҙыл борсаҡ һибелгән күлдәк, аяҡтарына аҡсан дали кейгән ҡыҙ, уның тау уратып гиҙгән йомшаҡ елдә ел бер ҙәгән һарысәстәре, һомғол ҡаҡса кәүҙәһе, көләс йөҙө тауышһыҙ кино кадрҙары һы маҡ күҙалдында сихри тамаша ҡора, гүйә. Һәм ошо кино бер ҡасан да бөтмәҫ, Ғә битуны мәңге ҡарар һымаҡ…

Бына бер мәл ҡыҙ күбәләктәй осоп йөрөүенән туҡтаны ла йырлай башланы.Ғәбит тәүҙә аптырап ҡалды. Мәктәптә ҡыҙҙарҙың берәй байрамда хор йырынанбашҡа былай яңғыҙ йырлағанын күргәне лә юҡ ине. Ә Сәлимә тотто ла йыр ла Nны, бер кем дә ҡушманы ла, үтенмәне лә. Йырҙың мәжлесNҡунаҡтарҙа ололарйырлаған, ҡай саҡ радионан яңғыраған боронғо йыр икәнен самаланы. Халыҡйыр ҙарын ишетмәйNтыңламай түгел Ғәбит, әммә береһенең дә бындай ҙа тет Nрән дергес тәьҫир иткәне, күңелен яулағаны юҡ. Иҫ киткес һағыш был моңда,зар, үкенес! Шул уҡ ваҡытта Торатауҙы уратып елеп йөрөгән әлеге йомшаҡелдәй йомшаҡ, күңелгә, хатта тәнгә, һәр күҙәнәккә майҙай һеңә, наҙлай – үҫмербыл моңдоң үҙенә ҡағылыуын, йөрәгенә үтеп инеүен дә тоя…

Йәнкәй@йәнәш китте, ай, һунарға,Ашҡаҙарҡай буйына шәшкегә…

Сәлимә йырлап бөттө, артына әйләнеп тау итәгендә ятҡан ауылға, таҫмалайбормаланып аҡҡан Ағиҙелгә, уның ярҙарында үҫкән бейек тирәктәргә күҙйүгертте, йөҙөнә һағыш ятты, шунан уға ишетелерлек кенә итеп өндәште:

52 Бер кәмәлә...

Page 53: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

– Оҡшанымы?– Эйе,– тине Ғәбит, телен саҡ әйләндереп, сөнки ул һаман да йыр тәьҫиренән

сыға алмай ине.– Шундай моң… Һин иҫ киткес матур йырлайһың.– Юҡ, бына өләсәйем йырлай торғайны, исмаһам. Быны ла ул өйрәтте. «Аш N

ҡаҙар» тип атала. Иҫкә төштө лә…– тине Сәлимә нисектер ғәйепле ҡиәфәт ме Nнән, әйтерһең дә, яҙыҡ эш эшләне. Шунан әкрен генә тауға күтәрелә башланы.

Менеп еткәс, тауҙың тигеҙ түбәһендә йөрөнөләр, әле бер яғына, әле икенсеяғына килеп тирәNяҡты ҡаранылар, ҡоластарын йәйеп, күҙҙәрен йомоп, йөҙ ҙә Nрен йомшаҡ елдән һөйҙөрҙөләр. Йөрөй торғас, селек ҡыуаҡтарына, артышҡабәйләнгән таҫмаларҙы, ҡулъяулыҡтарҙы, төрлө сепрәк киҫәктәрен күрептуҡтанылар.

– Кем бәйләгән икән быларҙы?– тип ғәжәпләнде Сәлимә.– Ҡалай ҡыҙыҡ.– Йәштәр, апайNағайҙар,– тигән булды Ғәбит, ҡыйырлатып. Әлбиттә, белә

кемдәр һәм ни өсөн бәйләгәнен, тик асығын әйтергә ҡыйыулығы етмәй.– Яратышып йөрөгән егеттәр менән ҡыҙҙар бәйләгәндер. Күргәнем юҡ, ә ҡай N

ҙалыр уҡығаным бар,– тине Сәлимә, моңайып ҡына. – Бергә булырға вәғәҙәбирешкәндә йәки айырылышыр алдынан осрашырға һүҙ ҡуйышҡанда…

– Моғайын, шулайҙыр.– Әйҙә, беҙ ҙә билдә бәйләйек?– тине Сәлимә. Күҙҙәре янып китте, йөҙө

яҡтырҙы.– Әйҙә һуң.– Тик бында түгел, ә түбәндәрәк, йәме. Бында ел тартҡылап, ҡар, ямғыр ашап,

йыртҡылап бөтәсәк. Мин уның оҙаҡ тороуын теләйем, килеп ҡарап йөрөрбөҙ.Эйеме?

– Эйе.Етәкләшеп аҫҡа төштөләр. Тауҙың биленә еткәс, Сәлимә туҡтаны, тегендәN

бында һибелеп ултырған селек, артыш ҡыуаҡтарын һайларға тотондо. Күрәһең,көс лөрәк, йыуаныраҡ ботаҡлыһын табырға тырышты. Оҙаҡламай тапты ташҡыразында өйкөм генә үҫкән артышты ла.

– Ә нимәне бәйләйбеҙ һуң?– тип Ғәбиткә ҡараны.Аптырашып ҡалдылар. Ғәбит кеҫәһен ҡапшаны – ҡулъяулығы ла юҡ,

исмаһам. Ысынлап та, нимә бәйләргә һуң? – Галстугыңды! – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе Сәлимә, берNбереһенә ҡарашып

бай таҡ баш ватып торғандан һуң. – Беҙҙең бәйләрлек башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ.Кеше ҡалдырғанды алып бәйләй алмайбыҙ ҙа инде.

Ғәбит ҡышҡы каникулдан һуң мәктәпкә ололар галстугы тағып йөрөй баш ла Nғайны. Дөрөҫөн әйткәндә, әсәһе мәжбүр итә. Матур, йыйнаҡ бул, кешенән кәмбулып йөрөмә, түрәNҡара балалары кеүек галстук таҡ, тип әйтәNиҫкәртә. Таҡты,тәүге көндәрҙә оялып бер булды, малайҙар ҙа көлдө, әммә тораNбара үҙе лә өй Nрән де, класташтары ла күнекте һәм бына, ғәҙәт иткәс, бөгөн дә таҡҡан. Ял кө Nнө булһа ла. Галстугы ниндәй бит әле – әсәһе ун биш йәшенә бүләк иткәйне –салт ҡыҙыл! Ә Сәлимә шуны артышҡа бәйләргә ҡуша. Ай, йәл. Тик Сәлимә ал Nдында нисек мах биреп торһон ти ул? Унан үҙе лә дуҫлыҡтарының, Торатаутүбәһенә менеүҙәренең бер иҫтәлеге ҡалыуын теләй.

Ғәбит галстугын систе лә Сәлимәгә тотторҙо.– Бәй, үҙең бәйлә,– тине уныһы.– Юҡ, үҙең,– тип мөгөрҙәне Ғәбит, шәхси мөлкәтен үҙ ҡулдары менән ҡал дыр N

ғы һы килмәй ине. Сәлимә Ғәбит ҡулынан галстукты йәһәт кенә алғайны ла,бәйләй алмай аҙапланды: урай, әммә бушау бәйләй, саҡ ҡына тартһа, һүтелә,тағатыла ла сыға. Ғәбит бының тәжрибәһеҙ ҡулдарының ҡыланышына ҡарап

Әмир Әминев 53

Page 54: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

түҙемле генә көтөп торҙо ла, ҡайҙа, бир, үҙем, тип галстукты кире алды, нәҙекосон артыш олононоң төбөнә үк уратып бер нисә ҡат бәйләне, киң яғынакүлдәккә беркетеп ҡуя торған эләктергесте ҡаптырып ҡуйҙы.

– Бына булды, Торатауға күтәрелеүебеҙҙән бер иҫтәлек ҡала,– тине Сәлимәҡәнәғәт төҫ менән һәм көрһөнөп ҡуйҙы.– Янына килгеләп йөрөрбөҙ. Ярармы?

– Ярар.Ғәбит шулай тип яуаплауы булды, Сәлимә ҡапыл уға яҡынайҙы ла

муйынынан ҡосаҡлап, ирендәренән үпте. Үҫмер өсөн был көтөлмәгән хәл ине.Сәлимә уны тәүҙә йыры менән аптыратһа, хәҙер – үбеүе менән. Бөтә тәне буйлапйылылыҡ, ҡалтыраныу үтте, ҡыҙҙың дымлы, ҡайнар ирендәре аңын томаланы,ә үҙенең ҡыҙҙы ҡосаҡларға һис ҡыйыулығы етмәне.

Ошо ҡапыл һәм күҙ асып йомған арауыҡта булған халәт тәьҫирен, ҡыҙҙыңһут лы ирендәренең тәмен, муйынына уралған төйөрөм беләктәренең йы лы Nлығын ғүмер буйы онота алмаҫын ун биш йәшлек Ғәбит әлегә белмәй ине. Йыл Nдар үткән һайын был хәтирә һағышNғазапҡа әйләнә барасаҡ, үҫмер ҡыҙҙың ҡы Nйыу лығына, хистәренең ихласлығына һәм шул хисNтойғоларын белдерәNкүр һә тәалыуына аптыраясаҡ, һоҡланасаҡ, кейәүенән (тормошҡа сыҡмай йөрө мәй ҙеринде, моғайын да) көнләшәсәк…

Тығыҙ эҫе һауаны йыртып, ҡапыл яҡында ғына ниндәйҙер гөрөлдәүишетелде. Ғәбит ул тауышты тәүҙә вертолет тауышына оҡшатты. Тауға һунарғаки ләләр, ти, шулай ҡай берәүҙәр, иғтибарлабыраҡ тыңлаһа, вертолеттыҡы бул Nмай сыҡты тауыш. Ҡайҙан килә был гөрөлдәү? Шул саҡ тау битләүенән юғарытиҙлектә мотоцикл менеп килеүен күреп ҡалды. Рулдә – өҫтөнә тельняшкаNмайка, башына шлем кейгән мыҡ ты кәүҙәле егет. Нисек текәнән менә ала,ташҡа бәрелмәйNһуғылмай йәки артҡа түңкәрелеп китмәй, ғәжәп! Менеп еттелә былар тәңгәлендә мотоциклын шып туҡтатты, ҡырҡыу тауыш менәнСәлимәгә: «Ултыр!» – тип бойорҙо.

Сәлимә бер мәлгә генә аптырапNалбырғап ҡалды, йөҙөндәге шатлыҡNҡыуа Nнысы һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты, мотоцикллы егеттең бында килеп ме Nнеүен һис көтмәгәне күренеп тора. Унан Ғәбиткә ялбарыулы бер ҡараш һир пел Nдерҙе лә теге егеткә боролдо һәм: «Ултырмайым!»– тине шулай уҡ ҡырҡыу та Nуыш менән.

– Нисек ултырмайһың? Ултыраһың, ҡайтырға, китергә кәрәк!– егет бә хәс ләш Nмәҫ лек итеп әйтте.

– Мин бер ҡайҙа ла бармайым!– Һинең теләүеңNтеләмәүеңде һорамайҙар. Давай, ултыр!– Егет ҡыҙҙың

беләгенән матҡып тотоп, көслөк менән мотоциклы янына өҫтөрәне, йәһәт кенәикенсе шлемды уның башына кейҙереп тә ҡуйҙы. Әммә Сәлимә шлемды шулайуҡ бер ынтылышта систе һәм аҫҡа атып бәрҙе. Уныһы таштанNташҡа туп ишеһикергеләп түбәнгә тәгәрәп төшөп китте.

– Ҡайтмайым, бармайым, ти ҙәһә, ниңә бәйләнәһең?– тине, ниһайәт, Ғәбит,телен саҡ әйләндереп.

– Ә һин, малай, тик тор, аҫҡа мәтәлләп барып төшкөң килмәһә.«Моряк» уға уҫал итеп ҡараны. Унан, елтерәтеп тигәндәй, Сәлимәне

мотоциклдың артҡы ултырғысына ултыртты, үҙе лә йәһәт кенә ултырып алды.Мотоциклын шундуҡ бороп, шыуышҡан йылан шикелле таштар, ҡыуаҡтарараһынан тегеләйNбылай борғоланыпNянтайып, түбәнгә төшөп тә китте.Ҡолайҙар, хәҙер ҡолайҙар, бәреләләр, тип ҡото алынып торҙо Ғәбиттең, әммәегет таҫыллы идара итә ине мотоциклы менән: бына һөрлөгә, бына ауа тигәнһуңғы сиктә бороп ебәреп йә аяғы менән этәнеп йығылтмай алып барыуынбелә.

54 Бер кәмәлә...

Page 55: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Хәлдең айышына төшөнөргә тырышып оҙаҡ баҫып торҙо Ғәбит. Әммә күпмешаңҡып торһа ла, төшөнә алманы. Ҡайҙан килеп сыҡты һуң был «моряк»,уларҙың бындалығын ҡайҙан белгән? Кем булды? Ағаһымы, йөрөгән егетеме?Әйтмәне лә бит әле Сәлимә уның кем икәнен. Ҡалай тиҙ һәм көтөлмәгәндәбулды барыһы ла.

Салт аяҙ көндө булған әлеге ваҡиға һымаҡ, тиҙ һәм көтмәгәндә тау битләүенһөттәй аҡ томан һырый башланы. Тәүҙә ул, һауалағы ярпыNйорпо болоттарһымаҡ, этешепNтөртөшөп өҫтән йөҙөп килде, унан тиҙ арала ойошто, бер бөтөн,тығыҙ ҡатнашмаға әйләнде. Йәнә аптырашта ҡалды Ғәбит, тәбиғәттең былмөғжизәһе уны шаңҡытты. Ят егеттең көтмәгәндә пәйҙә булып Сәлимәне ур Nлауы менән ҡапыл төшкән томан араһында бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ, әммәбыл ваҡиғаларҙың берNбер артлы килеүенең серенә һис төшөнә алманы. ӘгәрСәлимә янында булһа, томан, моғайын да, ябырылмаҫ ине һәм улар һаман таугиҙеп йөрөрҙәр йәки галстук бәйләгән артыш янында һөйләшеп ултырырҙарине. Әммә… Сәлимәне, әкиәттәге ише, ҡара көстәр урланы, Ғәбит батыр уныэҙләргәNюлларға сыҡмаһын өсөн, томан сүрәтендә үҙенең беренсе ҡаршылығынебәрҙе. Эйе, урланылар матур ҡыҙҙы, ҡулынан тартып алып киттеләр!

Тора торғас, галстугы иҫенә төшөп, ярай, сисеп алайым да ҡуяйым, тип тирәNяғын һәрмәй башлағайны, баяғы артышты таба алманы ла ҡуйҙы. Ана, өйкөмNөйкөм булып «еҫле үлән» сәскә атҡан, алһыу сәскәләре баҡсала үҫкән пион ды Nҡына ла оҡшап ҡуя. Ботаника уҡытыусыһы бер әйткәйне, ундай гөл һирәк,тамырынан йолҡмағыҙ, тип. Ипләп кенә һабағынан өс сәскә һындырып алдыҒәбит. Ә теге артыш ҡайҙа һуң? Бер аҙым да ситкә атламаған һымаҡ ине, әгалстук бәйләгән артыш юҡ! Ғәжәп, ни ғиллә был? Ҡапыл нисектер һалҡынбулып китте. Аяҡтарын һаҡ ҡына шыуҙыраNшыуҙыра, урыныNурыны менәнһерәйешеп сығып торған таштарға таянаNтаяна яй ғына түбәнгә төшә башланы.Оҙаҡ төштө. Ниһайәт, битләүгә төшөп етте, ә унда томандың әҫәре лә юҡ! Әүәл Nгесә йылы ел иҫә, тирәNйүнде май ҡояшы иркәләй. Ғәбит Сәлимә атып бәргәнҡы ҙыл шлемды эҙләп ҡарағайны ла, таба алманы. Күрәһең, төшөп еткәс тегеегет алғандыр. Шундай яҡшы нәмәне ташлап китә буламы?..

Әсәһенә һөйләмәне ниҙәр булғанын, күтәрелдегеҙме тауға, тигәненә, эйе, типкенә яуапланы. Төҙөлөшкә һиҙҙермәй генә барып, күренмәҫме тип ситтән генәкүҙәтеп тә йөрөнө бер килке, әммә Сәлимәне осрата алманы. Торараҡ, әсә һе неңһөйләүенән, ҡыҙҙың апаһының улар бригадаһынан икенсе бер төҙөлөшойошмаһына китеүен белде. Шулай итеп ҡыҙ юғалды. Уҡыу йылы бөтөүгә әсәһеикенсегә иргә сығып, Ғәбитте өләсәһенә ҡайтарып ебәрҙе. Башҡа тормошбашланды Ғәбит өсөн, ә Сәлимә уның мәңге юйылмаҫ йөрәк сиренә әйләнде –«урланған» ҡыҙҙы табырына өмөтө яйлап һүрелә барҙы, һүнә барҙы…

…Район һунарсылар йәмғиәте рәйесенең янауы оҙаҡ көттөрмәне, киләһеаҙна башына шауҡымы килеп тә етте: шул көндә, шунса сәғәттә идаралыҡтабулһын, тип ауыл Советына телефонограмма ебәргән. Нишләһен, китте индеҒәбит районға документтарын тотоп. Һауалы, танау буйынан ғына ҡарапҡаршы алды етәксе. Ултырырға урын да тәҡдим итмәй кем менәндер оҙаҡ итептелефондан һөйләште, шарҡылдап көлдө, булыр, булыр, эшләрбеҙ, тип нимәлервәғәҙәләне, әммә бының еңел генә башҡарылаһы эш түгеллеген дә әйтергәонотманы, ыңғай яуап алғастыр, йәнә артҡа ҡайҡайып көлдө, ә Ғәбит, тәртипбоҙоп директор алдында баҫып торған мәктәп уҡыусыһы һымаҡ, ишек төбөндәтапанып торҙо.

– Йә, кем, документтарыңды килтерҙеңме?– тине теге, телефонын һалғасиҫәнләшеп тә тормай.

Әмир Әминев 55

Page 56: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Ғәбит өндәшмәй генә танытмаһын эшем эйәһе алдына һалды.– Иптәш, кем, срогы сыҡҡан бит ҡатырғаңдың. Был – бер. Икенсенән, бында

икенсе председателдең ҡултамғаһы, хәҙер минеке булырға тейеш, тимәк,алыштырырға кәрәк. Шуға ла мин быны алып ҡалам. Яңыһын тултырғансы,–тине кабинет хужаһы һуҙып ҡына, шунан ауыҙынан йәнә бер нисә һүҙ һығыпсығарҙы. – Хәйер, яңыһын тултырырғамы, юҡмы икәнен мин уйлармын әле.

Һөйләшеү шуның менән осланды. Ғәбиткә кабинеттан сығып китеүҙән башҡасара ҡалманы. Был бәндә, ысынлап та, йәмғиәттең яңыраҡ тә ғә йен лән гәнетәксеһе булып сыҡты һәм Ғәбиттән йәш боланды атыуға ҡамасаулағаны өсөнүҙенсә үсен алды. Документы булмағас, вазифаһында артабан эшләй алмай,эшләргә хоҡуғы юҡ. Нишләйһең, хөкөмкәйҙәре үҙ ҡулында шул тү рәләрҙең. Әбит арыу ғына эшләп йөрөй ине, элекке етәкселәренән дә, әле киткәненән дәризаһыҙлыҡ ишеткәне булманы, киреһенсә, маҡтай инеләр, бер нисә тапҡырграмота менән дә бүләкләнеләр. Ә болан ваҡиғаһында… болан уның ышығынабөтөнләй осраҡлы рәүештә килеп баҫты бит. Бында Ғәбиттең ни ғәйебе?

Райондан ҡайтҡас, хәлде Фәрзәнәһенә һөйләгәйне – һөйләмәй ҙә булдыраалмай, сөнки ҡайҙа һәм ни йомош менән киткәнен әйтеп китте – уныһытынысландырыу, хәленә кереү урынына ҡыҙҙы ла китте:

– Һиңә шул кәрәк, сәбәбе ул ғына түгелдер, миңә һөйләмәһәң дә, арағыҙҙанимәлер булғандыр, әрләшкәнһеңдер, һин мәңге шулай кеше менән тәм һеҙ ләш Nтең дә йөрөнөң инде, болан бөткәнме, атһындар, ҡураңа килеп һинең малыңдыатмайҙар бит!

– Бүтән кеше шулайтып йөрөһә, аптырамаҫ инең, үҙе һаҡларға тәғәйенләнгәнкеше мылтыҡ тотоп һунарға сыҡҡайны бит. Мин уға бер нәмә лә әйтмәнем, тегеваҡытта ла, нишләп йөрөүегеҙ, әле бит сезон асылмаған, тинем. Бар әйткәнемшул ғына. Ул һүҙҙәрҙең ни насарлығы?

– Һинән башҡа ул сезон асылмағанын белмәйме ни?– Белгәс, сәпсим йөрөмәҫкә тейеш, бүтәндәргә пример күрһәтеп.– Хәбәреңә ҡарағанда, яңы етәксең ҡурҡыныс бәндәгә оҡшаған,– тине өлә N

сәһе, һүҙгә ҡыҫылып. – Кәмәбеҙҙең төбөн тишкән сысҡан тоҡомонандыр. Ғәбит,уй лап һөйләш уның менән, һаҡ йөрө. Ундайҙар көтмәгәндә һеңгеҙәтә һуғыусанбула.

– Танытманы алып ҡалды инде, артабан ни ҡылыр.– Ни ҡылыр, тисе,– тағы сәбәләнде Фәрзәнәһе.– Кире бирмәй ҙә ҡуя.

Танытмаң булмағас, һине эштән ҡыуҙы тигән һүҙ.– Ярар, аты булһа, ҡамыты табылыр. Ҡазалап китмәһә ярар ине, тип ҡурҡам

мин,– тине өләсәһе.– Ҡуйсәле, өләсәй, уныһына бармаҫ инде.– Белеп булмай.Бер нисә көн ихатанан сыҡманы Ғәбит. Өй тирәһендә булашты: ярылмай ҡал N

ған утынын ярып өйҙө, картуф баҡсаһы кәртәһе бер нисә урындан һынып төш Nкәйне, шуны рәтләне, Фәрзәнәһенең ваҡNтөйәк йомоштарын үтәне. Күңеле бераҙ һилләнде, ҡарпыш ҡолаҡ, сысҡан күҙ менән йән әсеткес һөйләшеү онотолатөштө. Хәйер, ҙурҙан уйлап ҡарағанда, бер нәмә лә булмаған кеүек. Та ныт Nмаһын алып ҡалыу ғына уны Торатауға барыуҙан, ундағы кейекNянуарҙы һаҡ Nлауҙан тыя алмай. Быға тиклем нисек йөрөгән, артабан да шулай йөрөй ала.Кем белә уның танытмаһы юҡ икәнен? Белһә тағы. Кемдең ни эше бар унда?Уның ҡарауы, күңеле тантана итә: Сәлимә тураһында иркенләп уйлай ала һәмбыл уй бар булмышына шундай еңеллек, рәхәтлек бирә, гүйә, күптән ниәтләгәноло бер эшен атҡарған. Уйлап ҡараһаң, һағышы һайыҡты, әммә, ғәжәп, ул

56 Бер кәмәлә...

Page 57: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

һағыш нисектер яҡты, нурлы, иҫләгән һайын иҫләгеһе килә. Осраша, күрешәалмауын белә, был фекергә күнеккән, әммә шул илаһи даръяла йөҙөү барыберҙә бәхет…

Бер көн иртәнсәк болдорона сығып баҫҡайны, ҡапыл Сәлимәнең тауышыҡолағына салынғандай булды:

…Ишеккәйем алды керелсәгәСығайым да тиһәм, таянам.Төштәремдә күреп, ай, ҡыуанам,Һүҙ әйтәйем тиһәм, уянам.

Сайҡалып китте моң ыңғайына: бына лаһа ул, Ғәбит, иҫәнNһау, болдорNкерелсәлә баҫып тора – шәшкегә китеп һәләк булмаған даһа!..

Ә үҙәкте өҙгән моң тынын шул мәл кемдер быуҙы, гүйә, тупаҫ ғырылдауға әй Nләндерҙе. Ғәбиттең айырылғыһы килмәй ине йәдкәр йырҙан, әммә ысын барлыҡуны үҙенә иғтибар бирергә мәжбүр итте. Нимә шулай геүләй? Ҡайҙан сыға һуңбыл тауыш, тип башын тегеләйNбылай борғолағансы, геүләү ҡапыл яҡынайҙы лаауылдың теге башында аҫтан ғына осҡан вертолет пәйҙә булды. Ул Тора тауяғына уҙып та китте. Вәт, нахал, ә, электр бағаналарына тейә яҙып оса, бе Nрәйһенә эләгеп ҡуйһа, ауылды яҡтыһыҙ ҡалдыра бит, тип хәүефләнеп уй ландыҒәбит. Ҡурҡмайҙар ҙа, оялмайҙар ҙа. Тимәк, тегеләрҙең йәнә һунарға ки леүҙәре,ҡар яуып әҙерәк туңдырғайны, нәҡ уңай шул боланға сығыуы… Ниш ләргә?Барырға, аттырмаҫҡа! Һәм Ғәбит йүгереп йөрөп тигәндәй һыуыҡ сәйҙе күтәрепэсте лә, мылтығын, яһауын, ҡалтағайын, башҡа кәрәкNярағын алып, баҡсаартлап Торатауға ҡарай атланы. Хәйер, әллә ни ашыҡманы ла, сөнки белә:вертолеттарын тау артына алып барып төшөргәнсе, әйберҙәрен алып сыҡ Nҡылағансы, бер ярты һуҡҡансы, тау битенә үрмәләгәнсе байтаҡ ваҡыт үтә сәк.Һуңғы ике көндә яуған ҡырпаҡ ҡарҙың өҫтө емелдәп ята. Өҫтөнә ба ҫыу менән улшығырҙап батып китә, аяҡты һурып алғанда быйма башы туң си тенә эләгепйонсота. Ҡар әллә ни ҡалын түгел улай ҙа, тубыҡ тиңелтен булһа, атлауыҡыйыныраҡҡа төшөр ине.

Оҙаҡ барҙы Ғәбит, яй барҙы – вазифаһынан рәсми бойороҡ менән бу ша Nтылмаһа ла, кеҫәһендә документы булмағас, элекке ише бында күҙ ғараҡ ланыпйөрөргә хаҡы ла юҡ һымаҡ. Һаман шул кейек, ҡошNҡортто йәлләүҙән,ҡурсалауҙан, берәүһенNикәүһен булһа ла ҡотҡарып ҡалырға тырышыуҙан биткилеүенең сәбәбе лә. Мылтыҡлы бәндәләрҙе өркөтөп йәки өгөтләп ебәрһә ләфай ҙаға, күрһә, шаһитлыҡ итһә, бәлки, уйланырҙар, яуыз теләктәренән баштартырҙар. Теге әҙәм, осрашһалар, һин нишләп йөрөйһөң, эштән ситләтелгәнбашыңа, тип әйтәсәк. Шуның менән һүҙ ҙә бөттө, дәғүәләшеп, ниңә атаһығыҙ,тип йөрөй алмай Ғәбит хәҙер.

Тау битләүе тегендәNбында ҡош тәпәйе менән сыбарланған. Улар, ҡоштар, ел Nпенеп килеп төшкән дә батаNсума атлаған, һикергән, ҡар соҡоп ашарына эҙ Nләгән, унан осоп киткән. БараNбара Ғәбит ҡуян, төлкө эҙҙәрен дә шәйләне – юляҙҙырып һикергеләгәндәр, туҡтағандар, берNбереһен ҡыуғандар, ҡыуаҡ, ағастөптәрендә, ҙурыраҡ таш тирәһендә өйөрөлөшкәндәр.

ТирәNйүнде шулай текләп ҡарапNкүҙәтеп атлаһа ла, Ғәбиттең бар уйы һунарғакилеүселәр тирәһендә урала. Халыҡ ауылда осонNосҡа ялғап көн күрә, ә ҡайһыбе рәүҙәр… вертолетта ғына ауға йөрөй. Кем бирә икән һуң уларға вертолетһынлы вертолетты? Ул бит велосипед, мотоцикл, хатта машина ла түгел дәһәшулай еңел генә ултырып сығып китергә. Һәр сәғәте, яғыулығы иҫәптә булғантехниканы кем шулай һунарға йөрөтә ала? Йә ҙур вазифалы түрә, кәм тигәндә

Әмир Әминев 57

Page 58: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

министр йәки уның урынбаҫары, юғары милиция чины йә ялларлыҡ аҡсаға байэшҡыуарҙыр. Һәр хәлдә ябай кеше быны булдыра алмай. Ә бит беренсе тапҡыркилмәйҙәр. Ҡурҡмайҙар ҙа, оялмайҙар ҙа. Ғәжәп. Һәм ҡурҡыныс…

Вертолет тауышы ишетелмәй, тимәк, төшкәндәр. Торатау түбәһенә ултыраалмаҫтар, ел сығыуҙан шөрләрҙәр. Тауҙың теге яғындағы бәләкәй туғайға ул ты Nрыр ҙар, моғайын да. Унда ел юҡ – бер яҡтан тау үҙе, икенсе яҡтан бейек ағастарышыҡлай, кеше күҙенән дә алыҫ.

Ғәбит, тауҙың урта тирәһенә етеп, апаруҡ алға һерәйеп сығып торған ташҡатламын урап үтеп асыҡлыҡҡа сығыуы булды, ҡолаҡ төбөндә генә пуля һыҙ Nғырҙы, шунан шартлау ишетелде. Хәүеф тураһында бөтөнләй уйламайкилгәнлектән, ул саҡ ҡолап китмәне, янтайып, бер ҡулы менән ташҡа таяныпөлгөрҙө. Вәт, вәхшиҙәр, ҡай арала менеп өлгөргәндәр? Тимәк, уның килгәненкүрепNҡарап торалар. Һынын саҡ ҡына турайтыуға, икенсе пуля әле генә урапүткән таштың сикәһенә сәпәлде лә ҡаҡлығып ситкә осто, артынан тирәNяҡҡаваҡ таштар сәсрәне. Эйе, былар шаярмай, ҡамасаулап йөрөһәң, башыңды ошоташ һымаҡ сәсрәтәсәкбеҙ, тип иҫкәртеүҙәре бит.

Ғәбит имгәкләп, таянаNмүкәйләй, яҡындағы селек ҡыуаҡлығы артына боҫопсүкәйгән булды. Ҡыуаҡлыҡ ҡына ҡотҡара алмаҫ, ул таш стена түгел, әммәһерәйеп баҫып тороу ҙа түгел инде барыбер ҙә. Ҡалҡынып өҫкә ҡарай, тик бернәмә лә күрә алмай – хәрәкәт иткән, һелкенгән бер нәмә лә юҡ.

Бына өҫтә нимәлер тубырланы, һикерҙе, ҡаҡлыҡты. Ғәбит һонолоп өҫкә ҡа Nра ғайны, төшөндө: тегеләр уның өҫтөнә таш тәгәрәтә. Вәт сволочтар, мыл тыҡала алмағас, таштан бәрҙертмәкселәр. Күп тә үтмәне, йәш ҡарҙы борҡотоп, һа Nуала ҡойон уйнатып эрелеNваҡлы таштар дәррәү дөмбөрҙәй башланы. Ғәбит әлегенә үҙе уҙып киткән ҙур таштың ышығына саҡ барып етеп өлгөрҙө. Хәҙерташтар һикерепNҡаҡлығып уның баш осонан оса. Былай булмай, тиҙерәкһыпыртырға кәрәк… Ғәбит ҡасыр йүнәлешен тоҫмаллай башланы. Баш оропйүгерергә ярамаҫ, таш һә тигәнсе ҡыуып етәсәк, атыуҙары ла ихтимал. Асыҡ Nлыҡ ҡа сыҡһа, көтөргә кәрәк, моғайын да, көнө буйы таш этеп йөрөй алмаҫтар.Ғәбит йәнә муйынын һоноп өҫкә ҡараны, әммә был юлы ла бер нәмә лә күрәалманы – тегеләр бик яҡшы йәшеренгәйне. Таш тәгәрәүе һирәкләнде, бер аҙҙанта мам туҡтаны. МалайNшалай һымаҡ юҡ менән булабыҙ, тип уйланылар, ахы Nры. Ошонан файҙаланып Ғәбит ҡуҙғалды. Артына боролоп ҡарайNҡарай бар ҙы,абы нып, һөрлөгөп тә китте, ҡалҡынды ла йәнә атланы. Үҙенә өҫтәгеләр уныңһар ҡыуға ҡабалан төшөп, дөрөҫөрәге, ҡурҡышынан ҡасып барғанын мыҫ ҡыл Nлап көлөп ҡарап торалар һымаҡ тойолдо. Бесәйгә көлкө, сысҡанға үлем инде...

ТирләпNбешеп төшөп етте Ғәбит, ниһайәт, һөҙәк битләүгә. Бында ҡурҡыныстүгел, таш төшөрә ҡалһалар ҙа, ул күреп тора, янтая, ҡаса ала. Тау башына оҙаҡҡына ҡарап торҙо, яңынан менәйемме әллә, тип тә уйланы, вертолеттарыныңҡайҙа төшкәнлеген дә күрергә теләне, әммә, нимә улайтып йөрөйөм әлефәтүәһеҙгә, тип уйланы ла ҡайтыуға боролдо. Хәйерһеҙ юлға сыҡты бөгөн,бөтөнләй килергә кәрәкмәгән…

Төнө буйы уйланып ятты Ғәбит, үҙенең ҡурҡып ҡайтып китеүенә ғәрләнде.Күпме йылдар эшләп, былай ҡыланғаны юҡ ине. АҫауNажар ирҙәр менән, ҡа Nланан килгән ҡупырымдар менән сәкәләшкәне, хатта һуғышҡаны, мыл тыҡ та Nрын тартып алғаны булды, бәғзеләрен баҫтырыпNэҙәрләкләп тә йөрөнө, атҡанмалдарын тартып алып хөкүмәткә тапшырған осраҡтары ла байтаҡ, әбөгөнгөләй ваз кисеп ҡайтып китеүен һис иҫләмәйсе. Ниңәлер ике атыу, өҫтәнебәрелгән таш өйөмө йөрәген ҡырағай ҡурҡыу тойғоһо менән ялманы ла ҡуйҙыбит. Һәм шул тойғоно үҙенән йолҡоп ташлай алманы, шуның ҡоллоғонда

58 Бер кәмәлә...

Page 59: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

меҫкен генә булып ҡайтып китеүҙән башҡа сара күрмәне. Өҙгөләнеп ята, се рем Nгә китһә, баҫлығып уяна, һаташа торғас, саҡ еткерҙе таңды. Ҡараңғынан уҡТоратауға юлланды. Күҙаллағаны алдаманы: ике болан атҡандар. Меҫ кен дәрҙейыҡҡан ерендә үк салып, тунап, түшкәләрен сапҡылап бәләкәй санаға тейәп –шуныһын да онотмай алыуҙарын әйт әле һин уның – алып киткәндәр. Вер то Nлетҡа тиклем ҡан һарҡҡаны, аяҡ һәм сана эҙҙәре ярылып ята. Бо лан дарҙыңбашыNтояғы, тиреһе лә шунда, кеше күҙенән йәшермәгәндәр ҙә, ис маһам.

Был вәхшилекте күреп саҡ иламаны Ғәбит. Көсһөҙлөгөнән йәне әсене. Эйе,ҡайтып китмәҫкә кәрәк булған уға, шунда йөрөһөн, шаһитлыҡ ҡылһын, ҡама Nсау лаһын, боландар килеп сыҡһа, үткәндәге ише ҡыуһын ине. Уның күҙ алдындабындай уҡ ҡәбәхәтлеккә бара алмаҫтар ине, бәлки. Ғәфү итә алмай Ғәбит үҙенеңҡурҡып ҡайтып китеүен…

Аҙна сағыштырмаса тыныс үтте. Вертолет күренмәне, Ғәбит тә башҡаса тауғаменмәне, район һунарсылар йәмғиәтенән дә саҡыртманылар. Әммә ошотынлыҡ эсендә бер нисә ғәжәп хәлдәр булып алды. Уның ҡайһылары эшенәҡағылды, ҡайһыларының бер ниндәй ҙә мөнәсәбәте булманы, шулай ҙа һәрҡайһыһы, Ғәбиттең фекеренсә, иртәме, һуңмы булырға тейешле ваҡиғалар ине.

Бер көн кис Искәндәре урам буйынан туҡмалып ҡайтты. – Нимә булды, һуғыштыңмы? – тип ныҡыны Ғәбит, улы ҡапҡанан ихатаға

инеү менән. – Малайҙар ауыл осонда ҡырмыҫҡа иләүен туҙҙырҙы. Мин, аҡтармағыҙ, улар

бит ҡышҡа йоҡларға ята, уларҙың өйө бит, юҡһа өшөйҙәр, туңалар, үләләр,тигәйнем, көлөштөләр ҙә битемде иләүгә тыҡтылар, унан туҡманылар, – типиламһыраны малай, бысраҡ йөҙөн еңдәре менән һөртөп.

– Имгәтмәнеләрме һуң?– Юҡ, танау ҡананы, бер тешем һынды, бына,– малай кеҫәһенән тешен

сығарып күрһәтте. – Ҡартәсәйем ҡырмыҫҡаға ҡағылырға ярамай, улар ҙа йәнэйәһе, ҡырмыҫҡалар бөтһә, кешеләрҙең теше ҡойолор, ти ҙәһә.

– Теймәһәң дә ҡойғандар бит, ана, тешеңде.– Ә мин улар менән һуғыштым. – Ярай, һәйбәт булған. Һуғыш, тик бүтән туҡмалып йөрөмә.Улы өндәшмәне. Атаһы шулай тиеүенә һәм әрләмәүенә шат ине.Малайы менән ғорурлана ла, йәлләй ҙә Ғәбит. Ошо юлдан барһа, тормошта

йә шәүе уға ҡыйын буласаҡ – холҡонда бөгөндән үк ғәҙеллек тойғоһо бар.– Илдар тигәнең кем малайы һуң?– тип һораны өйгә кереп хәлде ҡыҫҡаса

ғына һөйләгәс Фәрзәнә.– Әбүбәкерҙең,– тип яуапланы Искәндәр, мышҡылдап.– Һаман шул Әбүбәкер! Беҙ уларҙан гел шулай хаслыҡ күрербеҙме инде хәҙер?

АталыNуллы бандиттар. Үҙе беҙгә килеп урлашып йөрөүе етмәгән, хәҙер малайыэтлек ҡыла. Был ниндәй эш ул, ә? Милицияға әйтергә кәрәк. Барам, үтен һытаммин ул алкаштың!

Фәрзәнә кейенә лә башланы.– Бәләкәйҙән бик иркә үҫтерҙеләр шул,– тине өләсәһе, көрһөнөп.– Үҙ һүҙле,

тыңлауһыҙ күрәм дә шул. Һуғыш суҡмары ла икән.– Йөрөмә, Фәрзәнә, бала менән бала булма. Бөгөн һуғышырҙар, иртәгә

ярашырҙар. Үҙем һөйләшермен Әбүбәкер менән.– Һөйләштең бит инде, тыңланымы?– Фәрзәнә елләнеп сығып та китте.Ҡартәсәһе Искәндәрҙе сисендерҙе, йыуындырҙы, йыуатты, ашатты, әммә әр N

лә мәне, гәрсә үҙенең тәрбиәһе һөҙөмтәһендә туҡмалғанын бик яҡшы аңлайине.

Әмир Әминев 59

Page 60: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

– Шунан,– тине Ғәбит, Фәрзәнәһе ҡайтҡас,– һуғышып китмәнегеҙме?– Һуғышып ҡараһын! Әйттем барыһын да. Үҙенә лә, бисәһенә лә. Күркә

һымаҡ ҡабарып йөрөмәһендәр.Ғәбит өндәшмәне, өләсәһе ирен сите менән генә йылмайҙы.Иртәгәһенә иртән ихатаһына сыҡҡайны, трактор арбаһының артҡы кузо N

вына аҡбур менән ниндәйҙер һүрәт төшөрөлгәнлегенә иғтибар итте. Таяҡҡа ла,ҡыярға ла оҡшаған әкәмәт. Кистән юҡ ине, теүәл хәтерләй. Искәндәрҙең эше Nлер, тип уйланы, әлеге һүрәт болдоронда баҫып торған көйө күҙенә салынғас.Ҡапҡаһына күҙ һалғайны, унда ла шундай уҡ һүрәт төшөрөлгән булып сыҡты.Яҡыныраҡ килеп ҡараны. Ҡарағайны, пуля һүрәтен аңғарҙы: бер яғы – осло,икенсе яғы тупаҡ һәм гильза өлөшө ағартылған. Ул белмәй буламы инде пуляны– ғүмер буйы ҡорал менән эш итә. Башына һуҡтылармы ни: был бит «метка»!Тегеләрҙең генә эше: беҙгә тағы ҡамасаулап йөрөһәң, маңлайыңа ошондай пуляаласаҡһың, тип тамға һалып иҫкәртеүҙәре, янауҙары. Ҡайһы арала яһапкиткәндәр, тиң. Теге сысҡан күҙ, дегәнәк ҡолаҡ килеп йөрөмәҫ, Әбүбәкерҙеңгенә этлегелер, моғайын да. Бүтән кем булһын? Бер шешәгә әсәһен һатыпебәрер бәндә бит. Кисә Фәрзәнә әрләп киткәне өсөн үс алды булды инде.

«Метка» тураһында Ғәбит өйҙәгеләргә өндәшеп торманы – йәнә оло ғауғаҡуптарасаҡ Фәрзәнәһе. Әммә ни ғәләмәт, иртәнге сәй артында өләсәһе үҙенеңбөгәсә күргән төшөн һөйләп һушын алды. Ошонан һуң беҙҙең аңдан ҡеүәт лерәк,беҙгә буйһонмаған, киреһенсә, беҙҙең менән идара иткән, бар нәмәне тәғәйенбер тәртиптә тотҡан ниндәйҙер юғары көс, юғары аң юҡ тип әйтеп ҡара!Баҡһаң, бөтә нәмә берNбереһе менән бәйләнештә, дөйөм идаралыҡта, әүткәнебеҙ менән бөгөнгөбөҙ айырылғыһыҙ икән!

Оло бер һыуҙа йөҙәбеҙ, имеш. Аҙналар, айҙар буйы йөҙәбеҙ. Килә торғас,ашарға ризыҡ, эсергә һыу бөттө, кешеләр тамам хәлһеҙләнеп кәмә төбөнә йы Nғыла башланы. Ә ҡоро ер күренмәй ҙә күренмәй. Йәнә байтаҡ йөҙгәс, йыраҡтаNйыраҡта бер тау түбәһе шәйләнде. ШатлыҡNҡыуаныстың сиге юҡ, хәлһеҙләнепйығылғандар аяҡҡа баҫып ишкәккә ултырҙы – барыһының дә тиҙерәк ҡоро ергәет кеһе килә. Тик бәлә: сысҡан кәмә төбөн кимереп тишкән дә ҡуйған! Кәмәгәһыу тулып, яйлап бата башланы. Нишләргә белмәй аптырашып, ҡурҡышыпйүгерешкән арала сәңке йылан ҡойроғон тығып әлеге тишекте ҡапланы, беҙ кү Nмәкләп кәмә төбөнә йыйылған һыуҙы түгергә тотондоҡ. Кәмә батыуҙан ҡо тол Nдо, ә яуыз сысҡан шарҡылдап көләNкөлә һыуға һикерҙе лә, ҙур балыҡҡа әүе Nрелеп, теге тауға ҡарай йөҙөп китте. Килә торғас, кәмә батты, йылан ғына ҡот N ҡара алманы, бәлки, сысҡанNбалыҡ, йәнә хаслыҡ ҡылып, икенсе ерҙән тишепкиткәндер. Һинең менән мин, Ғәбит улым, бер ишкәккә йәбешеп Торатауға йө Nҙөп етә алдыҡ. Ә байтаҡ халыҡ, малNтыуар, ҡошNҡорт, кейекNянуар һыу төбөнәкитте…

– Өләсәй, шул уҡ төштө мин дә күргәйнем бит!– тип ҡысҡырып ебәрҙе Ғәбит.–Ғәжәп, тап шундай төш ине, билләһи.

– Бер ҙә ғәжәп түгел,– тине өләсәһе ейәненең һүҙҙәренә аптырамай ғына.–Ҡан хәтере бар, балам, аң хәтере. Бар нәмә Аллаһ Тәғәлә ихтыярында. Ә сыс ҡан Nдан һаҡ бул, ул һинең яныңда ғына йөрөй, кәмәңде тишеп ҡуймаһын.

Бер көн ихатаһында тракторы менән булашып йөрөй ине, өй тап ҡырына еңелмашина килеп туҡтаны ла ҡапҡанан бер кеше керҙе. Тәбәнәк буйлы, мыҡтыкәүҙәле был ир уртаһының атлауы ышаныслы, ҡарашы тәкәббер.

– Һаумы, Ғәбит,– тине ул, тишерҙәй итеп ҡарап. Күрешергә ҡулын һуҙманы,ба шын ғына ҡаҡты. Ихатаны байҡаны, утынлыҡтан бүкән табып, трактор

60 Бер кәмәлә...

Page 61: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

янына тәгәрәтеп килтерҙе лә шуға ултырҙы, тәмәке тоҡандырҙы, тәрән итепһурҙы, оҙаҡ итеп ауыҙNтанауынан борхотоп төтөн сығарҙы.

– Аптыраттыммы? Шамил мин. Танымайһыңмы? Танымаһаң да ғәжәп түгел,байтаҡ ғүмер үтте бит. Ә һин үҙгәрмәгәнһең, шундуҡ таныным.

– Ә мин ысынлап та танымайым.– Ярай, әйтәйем улайһа. Йәшенмәк уйнамайыҡ. Ваҡыт яғы ла наҡыҫ,– ир

ҡабаланып тартты, ҡапҡанан хәтәр ышаныслы килеп керһә лә, тулҡынланабаш лағаны һиҙелә ине. – Бынан ун биш йыл элек Торатауҙа йөрөгәнегеҙҙә Сә ли Nмәне ҡулыңдан тартып алып киткәйнем бит.

Ғәбиттең башына килтереп һуҡтылармы ни, көтөлмәгән хәбәрҙән тертләпкитте, тамағына төйөр килеп тығылды, ҡулынан гайка асҡысы төшөп киттехатта. «Моряк», тельняшкалы егет! Ун биш йылдан һуң нимә тип килде икәнһуң? Сәлимә менән берNбер хәл булғанмы?

– Ҡайҙа һуң Сәлимә, иҫәнNһаумы, тип ниңә һорамайһың? – Шамил үҙе өрөпсы ғарған төтөн араһынан күҙҙәрен ҡыҫып Ғәбиткә текәлде. – Нисә йыл йә Nшәнек, һине онота алманы: миңә Ғәбит тип өндәште, төшөндә һинең менәнһөй ләште, ә мин, дүрәк, яйлап төңөлөр, яҙмышы менән ризалашыр, тип өмөт Nлән дем. Булманы, – Шамил түмәрҙән торҙо ла уны уратып йөрөргә тотондо, үҙеҡа баланып тәмәкеһен һурҙы, бөткәйне, икенсеһен тоҡандырҙы.– Кем икән,нин дәй икән ул шулай онота алмаҫлыҡ супермен, тип махсус күрергә килдембына.

– Хәҙер һуң?..– Ғәбит тамаҡ төбөнән ике һүҙ һығып сығарҙы. Һорауыныңурынһыҙ икәнен торараҡ ҡына аңланы.

– Хәҙер нимә? Ун ике йәшлек ҡыҙ менән икеһен ҡалдырҙым да ҡайттым дакиттем.

– Ҡайҙа ҡалдырҙың?– Бәй, ҡайҙа йәшәгәнде лә белмәй инеңме ни? – Шамил ғәжәпләнгәндәй итте.

– Үҫә төшкәс, юллап килерһең, тип көткәйнем әле мин. Ҡаҙағстанға алыпкиткәйнем бит. Аҙна булды инде минең ҡайтыуға.

– Ҡайҙа ҡайтыуға?– Ауылға,– Шамил ауылының исемен атаны – ул район үҙәге булып сыҡты. –

Тағы сығып китергә ниәт, хәҙер – Себергә. Китер алдынан һине күрәйем тинем.Так что Сәлимәкәй янына бара алаһың. Уйлашһаң, адресын да бирермен. – Ша Nмил ирен сите менән генә мыҫҡыллы көлөп ҡуйҙы. – Һин ысынлап та беҙҙеңҡай ҙа киткәнде белмәнеңме?

– Юҡ. – Белһәң, эҙләп барыр инеңме?– Юҡтыр. Үҫмер генә инем бит.– Ә егет булғас?– Талпынған саҡтар булды, бигерәк тә армиянан ҡайтҡас. Адресты белмәгәс,

нисек бараһың? Етмәһә, тормошҡа сыҡҡан ҡыҙға. Һеҙ бында уҡ өйләнешепкиткәйнегеҙме ни?

– Юҡ. Ун биш йәшлек балаға нисек өйләнәһең? Мин Ҡаҙағстанда эшләгәндәтанышҡан яҡташ ҡатынға, Сәлимәнең ике туған апаһына, төбәп юлландыҡ.Уға, ҡунаҡҡа алып барам, тип хәйләләнем. Хәйер, апаһы саҡырып хат таяҙғайны уға, кил, русса уҡырһың, кеше булырһың, тип әүрәтеп. Отпускығаҡайтҡанында шул хатты минең аша ебәрҙе. Күҙ төштө ҡыҙға… Шул ҡалалаСәлимә мәктәпте бөттө, медучилищены, шунан эшкә урынлашты. Минтөҙөлөштә эшләнем. Йә ше еткәс яҙылыштыҡ инде. Яңылышҡанымды бер нисәйыл үткәс кенә аңланым. Көс ләп яраттырып булмай икән,– Шамил тәмәкеһен

Әмир Әминев 61

Page 62: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ергә ташлап, асыу менән иҙгеләне. – Ярар, хәҙер ул турала һөйләүҙең мәғәнәһеюҡ инде. Күрҙем. Ғәфү ит, Шварценеггер ҙа, Ален Делон да түгелһең, нимәңдеоҡшатҡандыр, аптыраҡ.

Ҡапыл ҡапҡа асылып китте лә, хәле бөтөп Искәндәр килеп инде. ЙүгерепҒәбит янына килде, һарылып уның биленән ҡосаҡланы, ят кешегә һағайыпNоялып ҡына ҡараны ла шулай уҡ йүгереп өйгә инеп китте.

– Улыңмы?– Эйе.– Тимәк, өйләнгәнһең, ғаиләң бар, улың. Донъяң да бөтөнгә оҡшаған. Тимәк,

Сәлимәкәйҙе эҙләп бараһың юҡ. Ғәфү ит, теге саҡ өсөн. Хотя, ниңә ғәфүүтенергә? Яҙмыш… – Шамил берауыҡ өндәшмәй ҡайҙалыр ситкә текләп торҙола, нимәнелер ҡапыл хәтеренә төшөргәндәй, бар кәүҙәһе менән Ғәбит яғынаборолдо. – Тағы бер нәмә: атайым менән борсағығыҙ бешмәй икән…

– Атайығыҙ менән? Кем ул? – Ғәбит, бер нәмә лә аңламайым тигәндәй,яурындарын йыйырҙы, ҡулдарын йәйҙе.

– Минең атай ғүмер буйы тигәндәй тәүҙә райкомда, унан администрациялаэшләне. Ниндәйҙер мутлыҡтарын табып сығарғандар ҙа район һунарсыларйәмғиәтенә председатель итеп ҡуйғандар. Почетная должность. Элекке ғәҙәтбуйынса онотҡанда бер һунарға сыҡҡылайым, сыҡҡан һайын Ғәбит осрай, аяҡсала, ти.

– Да, урыҫ әйтмешләй, донъя тар икән шул. Зарлана, болан, мышы йығырғаҡамасаулай, тиме? Ә бит, дөрөҫөн әйткәндә, ул үҙе ата браконьер, һунар сезоныҡағиҙәләрен боҙа, етмәһә, райондан, ҡаланан әшнәләрен эйәртеп килә. –Ғәбиттең ғәҙелһеҙлекте ишетеүҙән тамағы ҡарлыҡты, тын алыуы ауырлашты. –Вертолет менән йөрөп аталар.

– Мин аңлайым, беләм шулай икәнен, уны яҡламайым, тик шуны ғынаәйтергә уйлайым: һаҡ бул атайҙан. Ул алдына алғанын эшләмәйенсә туҡтамайторған кеше. Һәләк итеп ҡуймаһын.

Шамил кергәндәге һымаҡ ашыҡманы, тәмәкеһен туҡтауһыҙ һураNһура яйғына атлап барҙы ҡапҡаға. Уны һаҡ ҡына асты, шаҡылдатмай ғына япты,машинаһын тоҡандырҙы ла зыр боролоп китеп тә барҙы.

Оҙаҡ баҫып торҙо Ғәбит аңына килә алмай. Нисек баһаларға, нисек ҡабулитергә белмәне ишеткәндәрен. Сәлимәнең иҫәнNһау икәненә ҡыуанһа, йыраҡта,хә ҙер инде икенсе илдә көн итеүенә көйөндө, Шамилдың уны сит яҡта ташлапки теүе хыянат – яңғыҙына йәшәүе еңел булмаясаҡ был ауыр заманда…

Бына бит нисек ҡоролған донъя. Шамил Ғәбит ҡулынан Сәлимәне алыпкитте, уны бәхетһеҙ итте, хәҙер атаһы уға, Ғәбиткә, теш ҡайрай. Етмәһә, улыназар лана икән – йәнәһе, һунар итеүенә ҡамасаулай. Ниндәй оятһыҙлыҡ! Ә бы Nныһы, Шамилы, уға Сәлимә тураһында һөйләүҙән бигерәк атаһының ошағы бу Nйынса килмәнеме икән? Ҡамасаулама, юлында йөрөмә, маңлайыңа пуляалыуың бар, тип әйтмәксе.

Ғәбит район һунарсылар йәмғиәтенә барып килергә ниәтләне. Танытмаһынҡасан ҡайтарып биргәндәрен йәки бирмәгәндәрен ниңә көтөп ятырға? Бәлки,айҙар буйы саҡырмаҫ сысҡан күҙ, дегәнәк ҡолаҡ, айҙар буйы ул шулай эшһеҙ,тимәк, эш хаҡһыҙ ултырырға тейешме? Бирмәһә, икенсе берәй эш табыр, бүтәнюлдар эҙләр.

Ғәбит арыуыраҡ кейемдәрен кейҙе, Фәрзәнәһенең, свиданиеға бараһыңмыәллә, тип төрттөрөүенә, районға, тип кенә яуапланы ла ихатаһына сыҡты, трак Nтор арбаһының кузовына төшөрөлгән «метка»ға йәнә күҙ һалды. Эйе, бер ҙә

62 Бер кәмәлә...

Page 63: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

малайNшалай шуҡлығына оҡшамаған, оло кеше ҡулы менән тегеләрҙең ҡушыуыбуйынса яһалған. Ысынлап та, үҙе әйтмешләй, пуляһын яңылыштан ҡаҡ Nлыҡтырырға ниәтләнәлер сысҡан күҙ, дегәнәк ҡолаҡ. Хәйер, яңылыштан бул майинде хәҙер, ысынтылап була. Тәүҙә психологик һөжүм, ҡурҡытыу, янау, унан –маңлайыңа шап! Әгәр юлдан китмәһәң, артабан да аяҡ аҫтында буталыпйөрөһәң…

Ғәбит ауыл осондағы автобус туҡталышына атланы. Туҡталыш будкаһынаеткәйне генә, ҡала яғындағы ағастар өҫтөндә вертолеттың акуланыҡы һымаҡаҡ томшоғо, бер туҡтауһыҙ һауа йыртҡан винты күренде. Оҙаҡламай геүләп та Nуышы ла килеп етте. Бөгөн шәмбе шул, киләләр, үткән аҙналағы һунарҙарыуңышлы үткәс, дәртләнешеп киләләр, тағы ла мулыраҡ табышҡа өмөтләнепкиләләр. Бүтәндәрҙә, тәбиғәттә, кейекNхайуандар донъяһында уларҙың эше юҡ,үҙ ҙәренең тамаҡтарын туйҙырһалар, ҡорһаҡтарын тултырһалар – шул еткән.Ниндәй ваҡ йәндәр, тик үҙегеҙҙе генә ҡайғыртҡан ниндәй аскернәләр һеҙ, әфән Nделәр, ә?! Кеше түгел һеҙ, ә йырт ҡыстар. Йыртҡыстар ҙа һеҙҙән рәхимлерәк.

Районға барыуҙан фәтүә юҡ – эшем эйәһе етәксе, моғайын да, ошоларменәндер. Уларҙан тороп ҡалмаҫ, өлөш сыға бит, араҡыһын да эсә, көслөләрараһында йөрөүҙән ләззәт таба, үҙен шулар менән тиңгә ҡуя. Ғәбит йүгерәNатлай ҡайтып кейемен алыштырҙы, итек кейҙе, Фәрзәнәһенең, бәй, нишләпулай кире боролдоң, свидание булманымы ни, тип төрттөрөүен ишетмәмешкәһалышып, эреNэре аҙымдар менән Торатауға ҡарай атланы.

Аяҡ аҫты лысҡылдап ята. Ҡар, апаруҡ яуғасNикәс, кире ирегәйне шул, урыныNурыны менән үлән араһын йөҙлөктән һыу баҫҡан, соҡорNсаҡыр күренмәй ҙә.Битләүҙә ҡорораҡ, ер һарҡыу, ғәҙәттәгесә, битләүҙе, тау битләүен билғаулап аҡтоман һырыған. Өҫкәрәк күтәрелгән һайын ул ҡуйылана бара, аҡ, һөткә тыҡҡанҡалаҡ кеүек, Ғәбит шуның араһына инеп китә лә бер нәмә күрмәй, бара торғас,ҡапыл асыҡлыҡҡа килеп сыға, бер аҙҙан йәнә инеп китә.

Моғайын да, әүәле йөрөгән тирәгә килерҙәр, тип уйланы ул, сөнки тау бит лә Nүенең әлеге урынын ярайһы уҡ ҡуйы ваҡ ағас ҡаплаған, болан, мышы, төлкө,башҡа кейекNянуар йышыраҡ тап шул мөхиттә йөрөй. Былай ҙур ғына майҙанул, әммә икеNөс кешегә теҙелеп һөҙөп сығыуы бер нәмә лә түгел. Ҡасып сығамеҫкендәр асыҡлыҡҡа, ә унда уларҙы атып алыуы бер ни тормай. Үҙенә күрәҡапҡан инде был ағаслыҡ.

Ҡабаланып ташҡа эләгеп йығылып та китә, соҡорға ла барып янтая, әммәбара, тауға күтәрелеүен дауам итә Ғәбит. Үҙенең күренеүе, енәйәттәренә ша һит Nлығы ҡамасау итер, тип өмөтләнә.

Томан араһына кергәйне, ҡанаттарын Ғәбиттең башына һуға яҙып ҙур ҡошосоп уҙҙы. Тығыҙ һауа тулҡыны битенә бәрелде хатта. Шуның артынса уҡ һөй Nләшкән, һөрәнләгән тауыштар ишетелде. Теге ағаслыҡты ҡамайҙар йә ҡа мапNбаҫтырып януарҙы асыҡлыҡҡа сығарғандар ҙа хәҙер атырға самалайҙар, ахыры.Ҡайһы арала вертолеттан төшкәндәр, ҡайһы арала тауға күтәрелеп өл Nгөргәндәр, тиң. Хөкүмәт эшендә береһе лә бындай етеҙлек күрһәтмәйҙер әле.

Асыҡлыҡҡа сыҡҡайны, әлеге алаңғырт өҫтән дә, аҫтан да ҡыҫыпNуратыпторған томан арауығында йәш бер боландың үҙенә табан сабыуын шәйләне Ғә Nбит. Башын сөйгән, ҡолаҡтары, мөгөҙҙәре тырпайған. Артынан атып та ебәр ҙе Nләр. Һаҡланыу инстиктына буйһоноп, Ғәбит йәһәт кенә сүкәйҙе, әйтерһең дә,эйелеп кенә пулянан тайшанып ҡалып була. Ә үгеҙNболан, хәс тә теге ваҡыттағыһымаҡ, уға табан килеүен белә. Был юлы ла уға ышыҡланып ҡотолоп ҡалырғаниәтләнәме?

Оҙаҡламай асыҡлыҡта теге рәйес шәйләнде. Ул бер аяғын тубығынан бөгөп,

Әмир Әминев 63

Page 64: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

икенсеһен тура тотоп, башын уң яҡҡа ҡыйшайтты ла тоҫҡап йәнә атып ебәрҙе –пуля был юлы Ғәбиттең баш осонан ғына зыйлап уҙҙы.

– Эй, туҡтат атыуыңды! – тип һөрәнләне Ғәбит, йоҙроғон баш осонда болғап.Теге әллә ишетте, әллә ишетмәне, һәр хәлдә бүтән атманы.

Район һунарсылар йәмғиәте рәйесе артынан берNбер артлы ике иптәше ләпәйҙә булды. Алданыраҡ килгәне ҡауын һымаҡ йомро башлы, һалынҡы күҙ ҡа Nбаҡ лы, шуғалыр ҙа күҙҙәре йомоҡ төҫлө, сабаталай ише ҡалын ҡашлы, тыржыҡтанаулы, икенсеһе – уҡлау ише төҙ кәүҙәле, төҫNбашҡа ыҫпай, хатта сибәр,килешле генә мыйыҡлы йәш кеше ине. Икеһенең дә кейемдәре бәҫле, бөгөнгөса раға махсус тегелгән тиерһең, аяҡтарында резина итектәр, ҡулдарында мыл Nтыҡ. Алданыраҡ атлағанын Ғәбиттең күргәне юҡ, нәҙеген күргәне бар: Тора Nтауға уныһы тәүгегә килмәй. Йы уаны килбәтһеҙ атлап томан араһынан килепсыҡты ла тәбиғәттең был мөғ жи зәһенә әллә аптырап, әллә һоҡланып тирәNяғынбайҡаны, ҡулдарын йәйеп ни мәлер һөйләне, бер тирәлә өйөрөләNсөйөрөләторғас, үксәһе менән бер ташҡа эләгеп ултыра төштө. Ауыр итеп ҡалҡынды лаәсе итеп һүгенде.

Шул арала йәш болан әллә ҡурҡыныс барлығын һиҙеп, инстинкт буйын са Nлыр, ахыры, өҫкәрәк тартылды ла томан араһына инеп юғалды ҡуйҙы. Ғәбитаҫҡа төштө һәм шулай уҡ томан солғанышында ҡалды. Эргәһенән генә тигәндәйһаҡ ҡына атлап төлкө үткәне, ҡуян һикергәне шәйләнде – уларҙы ла теге урманNутрау эсенән ҡурҡытып сығарғандар, тимәк. Йәнә аттылар. Ләкин теүәл тоҫҡапатылманы шикелле был юлы, кейекNхайуанды ҡурҡытыу, өркөтөү, уларҙы томанэсенән сығарыу өсөн генә. Оҙаҡламай һунарсыларҙың һөйләшкәне, аяҡаҫтарынан аҫҡа ваҡ таш тәгәрәгәне ишетелде. Улар ике томан ҡатламыараһындағы коридор буйлап киләләр ине. Яҡынайған һайын һөйләшеүҙәреасығыраҡ, хәбәрҙәре аңлайышлыраҡ ишетелә.

– Ошо яҡҡа ҡасты ул, күрҙем,– ти береһе.– Мин дә шәйләнем дә ул, бынау томанда уны хәҙер нисек табаһың?– тип

яуаплай икенсеһе һәм ҡаты итеп һүгенә.– Һинең теге егетең тағы темеҫкенеп йөрөй. Сәпәйек тә ҡуяйыҡ, кем белә лә

кем күрә.Был һүҙҙәргә оҙаҡ яуап булманы. Байтаҡ ҡына килгәс, ниндәйҙер мөгөрҙәү

ишетелдеNишетелеүен, тик Ғәбит һүҙҙәрен аңғара алманы. ЭләгәNйығылаэргәһенән үк тигәндәй үтеп киттеләр, әммә бер нисә аҙымдан нимәлер һиҙенептуҡтанылар.

– Юҡ, бында түгел, тегендәрәк шәйләнде бит,– тине береһе,– һин бөгөнбөтөнләй һаҡ ҡыланаһың, Сәғитов, әллә шул маңҡанан да ҡурҡаһың инде?Беҙҙе күреү менән үткәнендәге һымаҡ табанын ялтыратты бит.

Былары йыуандың хәбәрелер. Әйтерең бармы, уҫал зат, торғаны берйыртҡыс.

– Ысынлап та, тегендәрәк күренде шул,– тип йөпләне өсөнсөһө.Ғәбит уларҙың йөҙөн күрә алманы, шәүләләрен генә шәйләне – томан ҡуйы

һәм йәбешкәк. Өҫтән тағы бер нисә ваҡ таш тәгәрәне. Әллә болан төшөрҙө, әлләикенсе бер кейек үтте. Һунарсылар йәнә шып туҡтаны, бер аҙҙан юлдарын йәнәдауам иттеләр, һәм, бара биргәс, береһе мылтығынан атып ебәрҙе.

– Яһауыңды әрәм итмә,– тине рәйес ҡәнәғәтһеҙ генә.– Беҙҙең былайшаулашып йөрөүгә ҡасты инде.

– Ҡайҙа ҡасһын, ошо тауҙан бүтән ергә китмәй ҙә ул. Бынау томаны булмаһа,күрер инек тә. Юрамал кеүек ҡуйы томан төштө бит, – йәнә һүгенде йыуан.

Рәйес өндәшмәне. Ҡупырыҡ ҡунаҡ менән бәхәсләшеү файҙаһыҙ икәненаңлағандыр.

64 Бер кәмәлә...

Page 65: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Атыуға өҫтәге томан араһына йәшенгән йәш болан ҡурҡып асыҡлыҡҡа килепсыҡты. Сыҡты ла, ҡайҙа олағырға белмәй, таш һын булып ҡатып ҡалды. Тегеләркүрҙе, һунарсыларҙың ҡайһыһылыр, ана, беҙҙең артта, тип һөрәнләне һәмшундуҡ тигәндәй ҡушкөбәк тәтеһен тартты. Әммә тейҙерә алманы, пуляһын яҙаосорҙо. Ә болан аҫҡа, Ғәбит йәшенгән томан ҡатламына, төштө. Томаншыйыҡлана йәки күсә башлаһа, икебеҙҙе лә күрәләр инде, тип хафаланды ул,һәм ошо хафа Ғәбитте бер хәйлә уйлап сығарырға этәрҙе: таш бәрепиғтибарҙарын ситкә йүнәлтергә! Ул аяғы аҫтынан һәрмәп тауыҡ йомортҡаһысамаһындағы таш алды ла өҫкә, тегеләр яғына, бәрҙе.

– Өҫтә кемдер йөрөй,– тине береһе.– Таш тәгәрәй. Теге боландыр, ахыры.– Болан аҫҡа төштө,– тип яуапланы рәйес.– Улайһа, бүтән боландыр.– Һин бында ул боландар кәзә бәрәсе ише күп тип уйлайһыңмы ни?Һунарсылар тирәNяҡтарын йәнә лә бер байҡаны ла ике томан араһындағы

коридор буйлап ары китте. Бер аҙҙан томан шыйыҡлана төштө, урыныNурыныменән йыртылды, әле өҫкә, әле аҫҡа күсте. Тубыҡтан саҡ ҡына бейегерәк артышҡыуағы артында сүкәйеп ултырыу ҡурҡыныс була башланы. Тегеләркүренмәгәс, Ғәбит һаҡ ҡына аҫҡа йүнәлде. Тик аяғы аҫтындағы бер нисә ташхыянатсыл рәүештә урынынан ҡупты ла үҙенең артынан йәнә бер нисәнеэйәртеп түбәнгә тәгәрәне.

– Аҫта кемдер йөрөй,– тине йыуан ҡырҡа ғына. – Һинең теге «артисың» илибаяғы болан. Әйҙә әле, барайыҡ.

Ғәбит аҙымдарын тиҙләтте. Ҡабаланғас ни, аяғы тайып та китә, һерәйепсығып торған таштарға бәрелә, ҡыуаҡ өҫтөнә лә килеп менә. Иң ҙур бәлә – аҫҡатөшкән һайын томан шыйыҡлана бара. Бер мәл эргәһендә генә сөскөрөүNбышҡырыуға оҡшаш ауаз ишетеп, Ғәбит тертләп китте. Ҡараһа – теге йәшболан! Эргәһендә үк тора. Уны танып, йәнә ышыҡланырға килгәнме? Был юлыҡотола алмаҫтыр мәхлүк: тегеләр яҡын, етмәһә, өсәүҙәр, томан да күсә тора,оҙаҡламай тирәNйүн ус төбөндәге кеүек күренеп ятасаҡ.

– Эй, кем, бында күтәрел!– Рәйес өҫтән ҡысҡырҙы. – Юҡһа, һине расходҡаебәрергә ҡырсынған кешеләр бар.

– Бьем на поражение,– быныһын йыуан өҫтәне.Ғәбит атлауынан туҡтаны, яй ғына боролоп, йөҙө менән тегеләргә ҡарап

баҫты. Эйе, күренергә, һөйләшергә кәрәк, бәлки, аңларҙар, ниәттәренән баштартырҙар. Эргәһендә томан таралған, болан юҡ, ә бына баяғы ҡош йәнәкәйелеп эргәһенән генә үтеп китте. Һауа ағымы Ғәбиттең битNйөҙөн һыйпаны.

Һунарсылар Ғәбиттең өҫкә күтәрелеүен көтөп торманы, янына үҙҙәре төштө.– Һин, кем, эшләмәйһең хәҙер, танытмаң – миндә, йонсоп бында бүтәнсә

менеп йөрөмә,– рәйес уның эргәһенә үк килеп, ашарҙай булып күҙҙәренәтекәлде.– Мин теге саҡ иҫкәрттем бит, пуля яңылыштан һинең яҡҡа кәйелеүебар, тип. Аңламаныңмы ни?

– Бьем на поражение,– тип ҡабатлап, һүҙгә ҡыҫылды йыуан һәм мыҫҡыллыитеп көлдө.

– Ҡурҡытмағыҙ, мин инде һеҙҙең һымаҡтарҙы күп күрҙем.– Беҙ башҡалар түгел, беҙ… үҙебеҙ,– тип яуапланы йыуан.– Браконьерҙар бөтәһе лә бер иш. Улар бында бер генә маҡсат менән килә –

атырға и атырға. Тауға бүтән маҡсат менән менгән кеше бик һирәк.– Һин, давай, аҡыл һатма. Аҡыл үҙебеҙҙә лә етерлек. Иҫән сағыңда һыпырт

бынан. Һин беҙҙе күрмәнең, беҙ – һине,– тине район һунарсылар йәмғиәтерәйесе, уҫал ҡарап.

– Һеҙ китмәйенсә мин тауҙан төшмәйем. Берәй йәнлекте атһағыҙ, ауыл

Әмир Әминев 65

3 «Ағиҙел», №3.

Page 66: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Советына барам, йә районға, администрацияға. Үткән аҙнала ике боланатҡанығыҙҙы ла яҙып бирәм.

– Дүрәк, ниндәй ике болан тағы? – Рәйес аптыраған кеше булды.– Һеҙ осоп киткәс, мин килеп ҡараным, бәләкәй санаға тейәп алып

барғанһығыҙ вертолетҡа. Исмаһам, тиреһен, башNтояҡтарын да йәшер мә гән Nһегеҙ…

Рәйес өндәшмәне, ҡыҙарҙыNбүртенде, Ғәбиттән бындай һүҙҙе, күрәһең, һискөтмәгәйне. Ә йыуан һаман үҙенекен тылҡыны:

– Сәғитов, был бомж менән килешеп булмаҫҡа оҡшай. Арҡыры нәмә. Әйттембит, сәпәйек тә ҡуяйыҡ, тип. Тыңламаның. Хәҙер һаҫығы сығасаҡ.

– Былай ҙа сыҡты инде,– тине рәйес теш араһынан ғына. Шунан Ғәбиткәборолдо.– Кем, ысынлап та, тауҙағы Хоҙай малын һаҡларға әйтәһеңме? Һиңәкәрәкме ул? Шулай ныҡ патриот булып йөрөүеңде мин һис аңлай алмайым.

– Аңлай ҙа алмаҫһың, һеҙ бит икенсе сословиенан.– Нисек икенсе сословие?– Ҡулланыусылар, ашаусылар, талап итеүселәр, бойороҡ биреүселәр…– Да, һин бер ҡатлы ғына түгелдер, ахыры, кем. Шулай ҙа ҡамасаулама беҙгә,

йәме? Бына ҡаланан олоNоло ағайҙар килгән, уларға позарез бер оҙон бот кәрәк.Шуны биреп ебәрергә ине бөгөн.

– АғайNэне, түрәNҡара, начальник… Тауҙағы бөтөн кейек башы ла етмәҫуларға.

– Сәғитов, был бомжың тамам шашты бит, давай, сәпәйем дә ҡуяйым, ә?– Кем, беҙ генә түгел, беҙҙән башҡа ла аталар, һин үҙең дә буш йөрөмәйһеңдер

әле. Кейек һиңә лә етә, миңә лә,– тип маймылланды рәйес. – Сөнки тәбиғәттекебер ҡасан да бөтмәй, үҫеп тора, үрсеп тора.

– Һеҙҙең һымаҡ браконьерҙар йөрөгәндә ҡайҙан үрсеһен? Күпме эшләйем,бер ҙә үрсегәнен күргәнем юҡ әле, киреһенсә, бөтә генә бара. Мин һеҙгә ошотауҙа күпме болан, мышы, айыу, бүре, хатта нисә төлкө йөрөгәнен әйтеп бирәалам. Һеҙҙең һымаҡтар һәләк итмәһә, киләһе йылға күпме үрсем бирәсәген тәтоҫмаллайым. Әгәр ҡыҙыҡ булһа…

– Ҡыҙыҡ түгел,– тине йыуан, түҙемһеҙләнеп.– Вәт шулай шул. Бына һеҙ, һунарсылар йәмғиәте етәксеһе, шуларҙы һаҡлау

өсөн ҡуйылғанһығыҙ, ә атырға киләһегеҙ. Етмәһә, бер көтөү кеше менән.– Ярай, кем, ул тиклем дә суфый һымаҡ ҡыланма. Беҙҙең килеүҙә һинең ни

эшең бар? Мин тикшереп йөрөйөмдөр, бәлки?– Тикшереп йөрөгәнгә бик оҡшаған шул!– Ваҡыт үтә, Сәғитов, ҡуҙғалайыҡ. Томан да ҡуйыра башланы. Сәпәйем дә…

– Йыуан мылтығын күтәрҙе. – Надоел…– Ҡыҙмағыҙ, һаҫығы сығыр, тинегеҙ бит.– Сығармабыҙ… Этем дә таба алмаҫлыҡ итеп берәй таш ярығына тығып

китербеҙ. Мин аңламайым, бер бомж беҙгә һунар итергә ҡамасаулап йөрөй, әбеҙ, өс ир, шуға хужа була алмайбыҙ. Етмәһә, аҡыл өйрәтә, мыҫҡыл итә, юғарыматериялар хаҡында ләпелдәй, ә, Сәғитов?

– Эште ҙурға ебәрмәйек. Хәҙер ҡуҙғалырбыҙ,– бының түҙемһеҙләнеүерәйестең дә зитына тейә башланы шикелле.

– Сәғитов, вәғәҙә иткән болан ҡайҙа? Беҙ улай килешмәнек…– Аҫта көтөп тора, хәҙер барып тотабыҙ.Йыуан Ғәбиткә яҡын килде лә бер мәлгә генә күҙҙәренә текәлеп ҡарап торҙо,

унан яңағына килтереп һуҡты. Ғәбит ярай ҙа артына йығылманы, юҡһа тау

66 Бер кәмәлә...

Page 67: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

киртләсенән таш һымаҡ тәгәрәп китә лә башын яра йә умыртҡа һөйәгенһындыра ине. һуңғы мәл алға ынтылыш яһап өлгөрҙө, әммә йоҙроҡтан тайшанаалманы. Сайҡалды ла ултыра төштө.

– Нокаут тип атала был! – Йыуан, рингтағы ише, ҡулдарын күкрәге тирәһендәуйнатҡан килеш һикергеләп алған булды.

Ғәбит яңағын тотто – һуғыу арыу булды, сатнамаһа ярай ҙа, шунан эйелепташ алды ла яй ғына ҡалҡынып Йыуандың башына күҙәмәләп бәреп ебәрҙе.Ләкин таш һунарсының башына түгел, күкрәге тирәһендә уйнаған ҡулынатейҙе. Был ҡысҡырып ебәрҙе лә шаңҡыған ҡулын тотоп, бөгөләNһығыла өзләйбашланы.

– Ну, сволочь, ҡулды…– Һәм арҡаһына аҫҡан мылтығын алып, ҡабаланNҡарһалан тоҫҡаны ла атып та ебәрҙе. – Мин һине!..

Пуля Ғәбиттең һул яурынын өтөп алды, ул сайҡалып китте, уң ҡулы менәняраһын аймап ергә сүгәләне. Сүгәләгән ыңғайы йәнә теге ҙур ҡоштоң ҡанатытейгәндәй булды, һәм шул мәлдә атҡан кеше шай итеп ҡысҡырып та ебәрҙе:

– Сәғитов, һин ҡайҙа? Ҡотҡар, битемә ҡош йәбеште,– ул сәбәләнә, тауышыҡалтырап, өҙөкNөҙөк сыға ине. – Күҙҙе соҡой, тырнай бит. АйNйNй…

– Һеҙ аттығыҙмы? Кем йәбеште? – Аҫҡараҡ төшкән район һунарсыларйәмғиәте рәйесенең ҡырҡыу тауышы ишетелде. – Черт возьми, һеҙҙе алыпкилһәң, бәләгә ҡалып ҡына йөрөйһөң инде. Һеҙ аттығыҙмы? Кемгә? Әйттем битатмаҫҡа тип. Сәпәйем дә, сәпәйем, имеш…

– Күҙҙе һытты, айNай! Бер нәмә лә күрмәйем. Сәғитов, тиҙерәк бул, алйыртҡыс ҡошто...

Рәйестең өҫкә күтәрелгәне, уның аяҡ аҫтынан түбәнгә таш тәгәрәгәне,ниндәйҙер ҙур ҡоштоң ҡанаттарын елпегәнен ишетә ине Ғәбит. Әммә, томанбулғанлыҡтан, бер нәмә лә күрмәй. Күрмәй ҙә, аңламай ҙа эргәһендә нимәбарғанын. Ниндәй ҡош, ҡайҙан килеп сыҡҡан ул? Үҙенең хәле хөрт әле бында,яраһы үлтереп һыҙлай, туҡтауһыҙ ҡан аға. Бер аҙҙан ҡуйы томан пәрҙәһеҡайһылыр еренән йыртылды ла шәп итеп өҫкә ағып китте, һәм шул уҡ ҡыҫҡағына ваҡыт эсендә Ғәбит үҙенә башта һуҡҡан, унан атҡан бәндәнеңтубыҡланған көйө ҡулдарын баш өҫтөндә болғайNболғай, бөркөттөң көслөтырнаҡтарынан битенNбашын һаҡларға тырышып сәбәләнеүен, ҡоштоаяҡтарынан, ҡанаттарынан тоторға маташыуын шәйләне. Ҡош тегенеңбашынмы, ҡайһы ерендер инде, суҡый, йәйенке, киң ҡанаттары менән икеяҡлап та кәүҙәһенә һуҡҡылай. Ҡош аяғына бәйләнгән нимәлер ҡапыл Ғәбиттеңкүҙен сағылтып ебәрҙе. Үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы, бәй, уның бөркөтө түгелмеһуң?! Ул бит урмандан тапҡан бөркөт балаһының аяғына алюмин пластинкакейҙереп ебәргәйне, шул бит. Тимәк, бөркөт баянан бирле уны һаҡлап йөрөгән,бер нисә мәртәбә уның баш осонан ғына осоп үҙенең бындалығын белгерткән.Һәм хәҙер килеп, уға ҡурҡыныс янағанда, дошмандарына ташланған. Һай,маладис, ниндәй аҡыллы ҡош булып сыҡтың! Әйҙә, бәргелә, суҡы, иҫәнNименебәрмәҫкә кәрәк уларҙы, һиңә лә күпме яҫҡындылар, мине лә ҡаҡшаттылар.

Рәйес ахырҙа Йыуан янына менеп етте, мылтығын йәһәт кенә күтәреп,тоҫҡарға маташты.

– Сәғитов, нишләйһең, ата күрмә, миңә тейгеҙәһең бит?– Йыуан ярылырҙайбулып һөрәнләне. – Берәй таяҡ менән һуҡ йә ҡулың менән ал.

– Тейҙермәм, мине үҙегеҙ һымаҡ ҡыйыш ҡул тип уйлайһығыҙмы әллә?– Сәғитов, аҡылыңа кил…Ғәбит аяҡ аҫтынан һәрмәп таш алды ла рәйескә бәреп ебәрҙе – бөркөттө

Әмир Әминев 67

3*

Page 68: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

үлтергеһе килмәй ине – аралары күп булһа унNун ике метр самаһылыр. Таш саҡҡына барып етмәне, ниндәйҙер мөғжизә менәндер көбәккә тейҙе һәм шул ың Nғайы мылтыҡ атылып та китте. Ярай, пуляһы бөркөткә лә, теге ҡап ҡорһаҡҡа лаэләкмәне, әлеге таш уны ситкә тайпылдырып өлгөрҙө. Шуны ғына көткән һы Nмаҡ, ҡош Йыуанды ысҡындырҙы ла, әNә, һин атаһыңмы ни әле, тигән һымаҡ,рәйестең елкәһенә барып ҡунды. Ҡунды ла ҡанаттары менән шапNшоп һуҡ ҡыс Nларға тотондо. Рәйестең мылтығы төшөп китте, ике ҡулы менән көслөҡанаттарҙан һаҡланырға, битNйөҙөн ҡапларға тырышты.

– Эй, кем, ал бөркөтөңдө!– тип һөрәнләне ул йән асыуына, йыландайһығылаNбөгөлә, – күҙҙе соҡой бит!

Ә Ғәбиттең үҙ ҡайғыһы, уларҙы яҡлап бер ни эшләгеһе килмәй, йәлләмәй ҙә,хәле бөтә бара, бөтә бара. Курткаһын систе, унан – йоҡа свитерын, күлдәгенеңбер итәген бүҫеп, яралы яурынына ҡапланы. Бөтә түше, хатта эсенә тиклемһығып алынмалы ҡан. Вәт бәдбәхет, нисек шулай кешегә атырға баҙнаты етә?Хайуан урынына ла күрмәй бит. Берәй ҙур түрәNҡаралыр. Һөйләшеүенә, ҡы ла Nныштарына ҡарағанда, шулай күренә. Ҡурҡмайҙар ҙа, оялмайҙар ҙа, ҡараэштәрен эшләй бирәләр.

Ә рәйес һөрәнләй, ҡысҡыра, ялбара, нисек тә бөркөт тырнаҡтарынанысҡынырға тырыша. Бер ниндәй ҙә ярҙам булмағас, өйөрөләNсайҡала, абынаNһөрөнә аҫҡа мәтәлләп төшөп китте.

Яйлап томан таралды, дөрөҫөрәге, Ғәбит ултырған ерҙән өҫкәрәк һәм аҫ ҡараҡтартылды, тиҙҙән ул ике аҡ билбау араһындағы асыҡлыҡта ҡал ды. Күңеленәниндәйҙер ҡәнәғәтлек килде: боланды ала алманылар, бөркөт үҙе нең үсен дә,Ғәбиттең үсен дә ҡайтарҙы. Тик бына хәле генә бөтә бара. Өйҙә ҡайҙа барғанынәйтмәй китте, исмаһам, малайына булһа ла өндәшеп китмәгән. Хәйер, Искәндәрмәктәптә булып ҡалды. Ҡайҙан эҙләрҙәр икән һуң? Ярай, са маларҙар, уныңТоратауҙан башҡа йөрөрNбарыр ере юҡ.

Көсһөҙлөгөнән ыңғырашып эйелгәйне, ҡарашы артыш араһындағы ҡыҙылсеп рәккә төштө. Тәүҙә әллә ни иғтибар итмәне, шунан башына килтереп һуҡ ҡанкеүек булды: бәй, уның галстугы лаһа! Һаман бар, һаман ҡыуаҡҡа бәй лән гәнкилеш тора! Теткеләнеп бөткән, әммә ысҡынырға уйламай ҙа, әйтерһең дә…

Әйтерһең дә, Сәлимәнең мөхәббәте, әлегә аңды биләмәгән, тик йөрәкте генәболоҡһотҡан иләҫNмиләҫ тәүге хистәр һымаҡ мәңге туҙмаҫ бер иҫтәлек! Үтәҡыҙыл тиҙ уңа, тиһәләр ҙә, һис уңмаған, юйылмаҫ хәтирә кеүек, ул да төҫөнташламаған. Сәлимәнең төҫө, ике йәш үҫмерҙең бөрөләнеп тә сәскә ата алмағанберенсе мөхәббәте бил дә һе. Урланылар ул мөхәббәтте! Бына был артышмуйынындағы ҡыҙыл галстук – шул енәйәттең берҙәнNбер шаһиты.

Бәхетле итә алмаған икән Сәлимәне «моряк», хәҙер ташлап ҡайтып, ситNятхалыҡ араһында яңғыҙ ҡалдырған. Нисек кенә йәшәп ята икән бөгөнгө көндә,һирәкләп булһа ла уйлаған буламы икән Ғәбит хаҡында ул моңло ҡыҙ? Ә Ғәбитүлергә ята…

Тубыҡланды ла селтәргә әйләнгән галстукты ҡулына алды, ауырлыҡ менәнсисте, һаҡ ҡына тотоп яраһына ҡапланы. Һалғайны, күңеленә шул тиклем һил Nлек, рәхәтлек килде, әйтерһең дә, йәш сағына, Сәлимә менән бергә иҫтәлек бәй Nләгән мәленә әйләнеп ҡайтты. Күҙҙәренә йәштәр тығылды, ирендәре дерелдәне,ҡул дары ҡалтыранды, күлдәге аша һарҡып сыҡҡан ҡандың галстугын лысмаитеүен дә шәйләмәне. Гүйә, уны даръяла йөҙгән ҙур кәмәгә ултыртып алыпкиттеләр…

Күпмелер ваҡыттан вертолет тауышы ишетелде. Ул бер өҫкә, бер аҫҡа

68 Бер кәмәлә...

Page 69: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

шыҡый ҙы, әле уңдан, әле һулдан геүелдәне, акуланыҡы һымаҡ аҡ томшоғо әлебер урындан ҡалҡып сыҡты, әле икенсе урындан. БүлкәсNбүлкәс томан ара һы Nнан Ғәбит уны күреп тә ҡала, юғалта ла. Байтаҡ шулай аҙашып, томан ара һынансыға алмай йөрөнө вертолет. Бер аҙға юғалып та торҙо, унан йәнә пәйҙә булды,тағы томанға сорналды…

Ҡапыл тауҙың теге яғында ҡаты шарт лау ишетелде. Шул хәтле ҡеүәтле булдышартлау – тотош тау һелкенде, таш тар эркелешеп аҫҡа тәгәрәне. Оҙаҡламайниҙер шарт та шорт янырға ке реш те – танауына бензин еҫе, көйөк, резина, тирееҫтәре килеп бәрелде.

Торатау – изге тау, уға яҡшы уй, саф ниәт менән генә килергә кәрәк. Өләсәһегел шулай тине. Ә былар үлтерергә килде, һөҙөмтәлә тау асыуланды һәм үҙенеңҡарғышын ебәрҙе.

Ғәбит көсNхәл менән генә ҡалҡынды, тәнтерәкләйNтәнтерәкләй, аяҡтарын саҡалмаштырып, тауҙан төшә башланы. Һаман томан, түбәнгә төшкән һайын улты ғыҙлана, ҡуйылана бара. Барыуы ауыр, аяҡ аҫты тулы таш, ҙурҙарын урапүтергә, ваҡтарын ашатлап сығырға тура килә. Хәле бөтөп, шуларҙың беряҫмағына ултырҙы, ултырыуы булды, бөркөт баш осонан ғына елпенеп бер үтепкитте, ике үтте, өс үтте. Рәхмәт белдереүе булдымы, бирешмә, ҡайтып етергәтырыш, тип дәртләндереүеме, тегеләрҙең үсен ҡайтарҙыҡ бит, тип тантанаитеүеме, белмәҫһең. Хәйер, бөтәһен дә бер юлы әйтергә теләгәндер. Теле генәюҡ, булһа, моғайын да, тап шулай тип әйтер ине.

Яҫы ташта ултырған арала әйләнәNтирәһен байҡаны Ғәбит. Артыш үҫә әлеулар төбәгендә, кәрлә буйлы ылыҫлы ағасҡа ла тартым ул, йәйенNҡышын йәшелкө йөнә ултыра. Бер ҡараһаң, бәләкәс кипарисҡа ла оҡшаған кеүек ул… Ки па Nрис тың һүрәтен генә күргәне бар, үҙен осратыр өсөн диңгеҙ буйына барырға кә Nрәк, ә Ғәбиттең диңгеҙе боронғола – Торатау төбөндә… «Үҫ, артыш, үҫ! Һинеңти рәңә, ана, еҫле гөл дә һыйынған, һабаҡтарынан таныйым, ул «Тора тау еҫлегөлө» тип аталып «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән – тик ошонда, ошо изге туп Nраҡта ғына һаҡланып ҡалған. Мин уға һәләк булырға бирмәм, ҡурсалармын!»–Ғәбит ошо уйҙан көс алды һәм тағы аяҡҡа баҫты, алға ынтылды.

КиләNкилә тамам хәле бөттө Ғәбиттең. Ҡулы, ҡулбашы өҙөлөп төшөп килә, әҡан һаман аға ла аға, хәҙер хатта итеге эсендә лысҡылдай. Күҙе алдында берсәСәлимә пәйҙә була, берсә өләсәһенең хәсрәтле йөҙө күренеп ҡала, Ис кән дә Nренең «Атай!» тигәне лә ҡолағына салынғандай. Шунан ниндәйҙер илаһи, ҡөҙ Nрәтле тауыш кемгәлер өндәште һымаҡ: «Әйттем мин һиңә, Рәсүлем Нух, кәмәгәке шеләрҙе ныҡ һайлап ал, тинем. Күрҙеңме, бәндәләр беҙ биргән мөмкинлектефай ҙаланманы, бер кәмәлә икәндәрен онотто, нәфселәрен тыя алманы. Бынанһуң мин уларға ундай мөмкинлек бирәһем юҡ. Ҡәҙерҙе белмәгәс, яңынан ту фанһыуы ҡалҡытам, Торатауҙы ла һыуға күмдерәм – бәндәләр эләгер, ҡото лор,үрсер урын булмаясаҡ. Сур* тауышын көтһөндәр, аҡылға ултырмаҫ бул һа лар!Ә был егет маладис, көрәште, ерҙе һаҡлауҙы намыҫ эше итеп ҡараны. Бынашундайҙарҙы кәмәңә күберәк алырға кәрәк булған, Нух. Хәйер, һуң инде…»

Ғәбит икһеҙNсикһеҙ томан диңгеҙендә, Нух кәмәһенә ултырып, утрау эҙләпйөҙөп бара һымаҡ. Ә томан уның һайын ҡуйыра ла ҡуйыра…

Әмир Әминев 69

*Сур – ахырызаман еткәнен белгертер «борғо».

Page 70: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Т ә н з и л ә

Д Ә Ү Л Ә Т Б И Р Ҙ И Н А

ТөнКүктәге йондоҙҙарҙы минСүмескә һоҫоп алам.Урлашыуҙы күрмәһен тип,Айҙан гел боҫоп ҡалам.

Етегән сүместең һабынҮҙем саҡ тотоп торам.Ауырлыҡҡа көсөм етмәй,Сүместе ергә борам.

Ундағы йондоҙҙар ергәНурҙар сәсеп атыла.Ҡая/тауҙарға бәрелеп,Ваҡ ярсыҡҡа ватыла.

Ағиҙел өҫтөнә яуаУларҙың ҡай береһе.Балыҡ, ҡарпып, тотоп алаЙондоҙҙарҙың эреһен.

Ваҡ/төйәге ағып китәТулҡындар менән уйнап.Ай йылғаға көлөп ҡарай,Көҙгөлөр, тиеп уйлап.

Шиғриәт

Тәнзилә Дәүләтбирҙина (1964) – Бөрйән ҡыҙы. БДУ=ны тамамлағас, матбуғат баҫ =маларында, «Китап» нәшриәтендә эшләй. Әле – Башҡортостан дәүләт китаппалатаһында директор урынбаҫары.

Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Page 71: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ШағирДонъяға шағир һис ҡасанАлмаған яраҡлаша.Алмаған ул кешегә хасГонаһтан йыраҡлаша.Һылыу ҡатындарҙы һөйгән,Илаһиға тиңләгән.Бәхет эҙләп микән, илдеУңға/һулға иңләгән…Баш тартмаған эсемлектән,Харам, тиеп тормаған.Асыҡ күңеленә бер ҙәШик пәрҙәһен ҡормаған.Үтә күренмәле йәненАша атлап сыҡҡандар,Йөрәген тотоп ҡарағандар,Тамырынан ҡан һыҡҡандар…Үтә күренмәле был йәнМәҙәк кеүек тойолған.Башын ташҡа бәргән һайынШалтырап аҡыл ҡойолған.Мәҙәк күреп, ғәйбәт киткәнҠолаҡтарҙан ҡолаҡҡа.Ғәрлегенән шунан шағирЙыһандарға олаҡҡан.Ҡайҙан килгән – шунда киткән,Кешеләрҙе ҡалдырып.Уны көтөп, ҡарамағыҙКүктәргә күҙ талдырып.Шағир ергә һирәк төшә,Уның урыны күктәрҙә.Ожмахҡа әйләнер ине Ер –Шағир йәне, шағир күңелеБулһа әгәр күптәрҙә.

*** Әсәйемдең күҙҙәрендәКүрәм үҙемде.Шуға ла мин киң күңелле,Йомарт, түҙемдер.

Әсәйем дә балаларынТиң күреп һөйгән,Атайым ҡыуанып ҡайтҡанЙылы түр/өйгә.

Уларҙан яҡшы сифаттарҠыҙына күскән.Ул да ғәҙел, уңған булыпҠанатлы үҫкән.

Тәнзилә Дәүләтбирҙина 71

Page 72: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

…Маҡтамайым бит үҙемде –Әсәйгә ҡара!Олоғайған һайын уғаМин оҡшай барам.

Ул бит миндә үҙен эҙләй,Эҙләй дауамын.Шуға ла әсәм йәненәДарыу, дауамын.

*** Ләззәтле һағыныу, йәнем.Үҙебеҙ шуны теләнек.Яттарҙан ятһырап,

йәнгәҺалып ҡуйҙыҡ келәне.

Ваҡытлыса был айырылыу,Танһыҡ ҡына юҡһыныу.Мин бит беләм һине арбар,Күңелең яулар юҡ һылыу.

Мин үҙем дә ҡәлғә кеүек,Буй етмәҫлек бейекмен.Һинең яндарыңда ғынаБашын эйгән кейекмен.

Ваҡытлыса һағыштан даЙөрәк семетеп тибә.Хистәремде һайрар ҡошҡаТиҙерәк ем итеп һибәм.

Хистәремдән ауыҙ иткәнҠоштарҙың йыры тынмаҫ.Йөрәк типһен һағыныуҙан,Күкрәктәрем тарһынмаҫ!

Ағайыма«Барыһы балыҡҡа йөрөйҠустыһы менән», – тинең.Буш һауыт тоттороп ҡулғаАлдың һин гелән мине.Көн оҙоно һыу буйындаҺине көтөп ултырҙым.Ырғытҡан балыҡтарыңдыҺауытыңа тултырҙым.Ҡустың иҫәбендә йөрөп,Шаҡ/шоҡ ҡылыс алыштым.Ағас автоматты йөкләп,Ҡарҙан ҡәлғә һалыштым.

72 Шиғриәт

Page 73: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Ҡарағай башына менепӨй төҙөргә теләнек.Сиратлап йоҡларға булдыҡ,Төнгә элеп келәне.Тик төҙөлмәй ҡалды был өй –Ҡыҙҙар күҙләй башланың.Гармун уйнауҙы оноттоң,Уйындарҙы ташланың…Барыһы ла ҡапыл булды.Ҡапыл беҙ олоғайҙыҡ.Бала саҡ хәтирәләреМейелә тоноғайҙы.Ҡарағай башынан ҡарайБеҙгә бойоҡ бала саҡ.Был замандың балаларыӨйҙө ерҙә һаласаҡ.Был замана балаһыныңХыялдары сикләнгән.Уларҙың уй/тойғоларыКомпьютерға бикләнгән.…Мин бар саҡта һис бошонма – Эргәңдә яңғыҙ ҡустың.Ҡыҙ исемен әсәйемдәрМиңә бит яңылыш ҡушты!

*** Мин – һауа гимнасы.Үлемесле номерымды күрепБарыһы ла ҡасты.Минең сығыш өсөнКемКупол аҫтынаСерек бауҙы аҫты?

Бар әҙәмдең ҡото осто,Ә минАренаға остом.Ерҙе ҡостом.Ә кемдәрҙерОшо мәлдәҠыуаныстанКүтәрҙеләр тосты.

*** Ҡыш яумаған ҡарҙар

яҙын яуҙы.Апрель үтте

хатта буранлап!Йырғанаҡтар гөрләп ағыр мәлдәБоҙ ялтырап ятты урамда.

Тәнзилә Дәүләтбирҙина 73

Page 74: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Мөҙҙәттәре үтһә, һәр нәмә лә

Юғалта шул үҙе ҡәҙерен.Ҡышын туҙан эсеп йөрөгәндәҠар яуҙырыр өсөн ҡара ергәАлтын бирергә лә әҙерһең.

Йылы һүҙҙе көтөп тилмергәндәӘсе һүҙҙән йәнем көйрәне……Булмай икән ҡышҡы туҙандарға,Яҙғы ҡарға һис тә өйрәнеп.

*** Хоҙай биргән яза ғынаМине аяҡтан йығыр:Мейемде ярып яралаБаламдай татлы шиғыр.

Шиғыр яҙыуҙан өҙлөкһәм,Ҡағыҙға һөрлөгөрмөн.Рухым фәҡирләнгән мәлдәХөр донъяла йөрөрмөн.

Донъя хөрлөгө кәрәкмәй,Күңел көрлөгө кәрәк.Тормош мине һынар өсөнӨҫкә төрлөһөн бәрә:Бысрағын да, шаҡтаһын да…Осрай Изге йә Бапаҡ.…Ҡан булып яғылыр шиғырЯҙылыр ҡағыҙ ап/аҡ.

*** Бөтәһе лә алда кеүек ине,Көтә кеүек ине яҡтылыҡ.Мин ҡыуанып инер саҡта ғынаИшегемде кемдер япты ныҡ.

Тартып/тартыптотҡалары һынды

Инәлмаған имән ишектең.Асҡыс яраталмай,

кешеләрҙәнӘллә нәмәләрҙе ишеттем.

Сәстәремдейылдар йығып һалды,

Керпегемде көндәр утаны.Дауылдарҙан ҡасыр ишегемдеңАсҡыстарын кемдәр бутаны?!

74 Шиғриәт

Page 75: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

*** Һығылып илар саҡтарымдаТеш ялтыратып көлдөм.Ең һыҙғанған мәлдәремдәЭш ҡалды ятып – бөлдөм…Яу ҡайтарыр дәртем бар ҙа – Ҡылыс йәнсек, уҡ һыныҡ.Күкрәкте йөрәгем йыртаЕңеүҙәрҙе юҡһынып.Хыялдарым толпар булыпМәмерйәлә кешәннәй,Сәсемде йолҡоп илайым,Йәберләнгән кешеләй.Ғүмерем бушҡа үткәненәАл таңдарҙа үкһейем,Үҙем төндә яңы ҡылысҺандалдарҙа сүкейем.

*** Төрткөләшеп, кемуҙарҙанЯпраҡтар ергә яуа.Сыңлап тора һалҡын тынданГәлсәрҙәй таҙа һауа.Йомшаҡ ергә ятайым тип,Береһе этә береһен.Уйлай, ахыры, минән кәм бит,Ситтә ятып сереһен.Аяҡ аҫтында тапалһын – Шунда уның урыны.Мәсхәрәләнеп тетелһен,Юлда һулып, ҡурылып……Нәфсе, көнсөллөк япраҡтыҺуңғы юлға оҙата:Барыһын ел бергә өйөрә,Барыһына ла боҙ ята.

*** Мин ләйсән бит – Бөтә булмышыңдыЯлмап, ялғап, ямап ҡуямын.Йәйғор буяуҙарын кейемеңәҮҙем яғып, үҙем юямын.

Мин ләйсән бит – Тәндәреңә һеңәм,Йәндәреңә барып ҡаҙалам.Мин яуғандаСәсрәр бысраҡтарҙыАлырһың бит аҙаҡ таҙалап?

Мине алыштырған һаран ысыҡАяғыңды ғына сылатыр.Ә Йыһандан ябырылған ләйсәнҮҙе менән бергә илатыр!

Тәнзилә Дәүләтбирҙина 75

Page 76: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

***Ғашиҡ ҡынағүмер ҡәҙерен белмәй – Ашыҡтыра ҡауышыу минутын.Заманында, йәшлек йылдарындаҺин туҙ булдың,булдым мин утын.

Ғашиҡ ҡына, осрашыуҙы көтөп,

Көн үткәрә алмай зарыға.Сәғәте йыл булып күренгәндәҺабышҡандай була һарыға.

Эх… шул мәлдәр…Янып һөйгән мәлдәр.Ғашиҡ хәлдәр. Ғәмһеҙ йәшлегем.Хәҙер генә йылым сәғәт кеүек –Еңеләйгәс ғүмер йәшнигем.

Ғашиҡ саҡтар үткәс, хәҙер бынаҒүмер үтеүҙәре аптыраҡ!Әллә йәшәү татлы була бара,Ер тиҙлеген әллә арттыра…

*** Сер тоталмай хәҙер кеше –Эсендәге – тышында.Бөтә донъяға яр һала,Әйтә белмәй бышылдап.

Һәр кемдең серен һурырғаТелефон артыҡ оҫта.Быға шаһит булырһың һин,Йөрөһәң автобуста.

Көтмәгәндә, аңғармаҫтанТелефондар шылтырай.Кемдәрҙер ҡалтырап төшә,Кемдең күҙе йылтырай…

Кемделер кемдер ҡурҡыта,Кемделер кемдер һөйә.Кемделер кемдер саҡыра,Кемделер кемдер төйә…

Кемдер кемгәлер ялбара – Әллә филде күндерә?Кеше серҙәренән биҙрәп,Үҙ серемде һаҡлар өсөнТелефонымды һүндерәм…

76 Шиғриәт

Page 77: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Р и т аФ Ә Т Ҡ УЛ Л И Н А

«ҺАҒЫШЫМДЫҢ СЕРЕ ШУЛ ИКӘН…»

Шәжәрә Тарих картаһына яҙмыштарҙыңТамғаларын уйған шәжәрә. Нескә ептәр аша быуындарғаВаҡыт һала серле йәрәбә.

Отоу/отолоуҙар артыҡ бында,Мөмкин бары таныу – юғалтыу.Асылыңда аманатты һаҡлауЙәки киләсәккә уҡ атыу.

Тархан – хәҙрәт – мулла – зыялылар…Ейәндәре – бахыр эскесе.Замандарҙың сират күперендәБәндәләрҙе һаҡлар кем көсө!?

Шәжәрәнең сылбыр ҡанундары – Хоҙай талабына ишара.Бер быуында ҡылған яуызлыҡтанКиләһеләр ала мең яза.

Һәр бер тамсы ҡаным нәҫелемдеңСауап, гонаһтарын күтәрә.Йән ғазабын һеҙгә ауырайтһаҡ,Кисерегеҙ беҙҙе, бүләләр.

77

Рита Фәтҡуллина (1980) – Ишембай районының Маҡар ауылы ҡыҙы. Стәрлетамаҡпедагогия академияһында уҡыта. Филология фәндәре кандидаты, Яҙыусылар союзыағзаһы.

Page 78: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Донъяныҡы донъялыҡта ҡала…Рәхмәтлеме түлдең мираҫы?!Шәжәрәлә ҡандан ҡайылған рух – Нәҫел намыҫы ул.Ул – аҫыл.

Урман кешеләреОҙаҡ йылдар утарҙа йәшәгән Миңнифа инәй менәнФәхретдин бабайға

Был һеҙҙең уртаҡ теләкме?Яҙмыштың яҙыуымы?Боронғолоҡ ауаздарынЙәндәрҙең таныуымы?

Тәбиғәттән саҡырылыу,Тәбиғәткә тоташыу:Йәнбикә һәм ЙәнбирҙеләйБер бөтөнгә уҡмашыу.

Ете урман, ете ҡая – Донъя менән арауыҡ.Һүнмәй генә баҙланымы«Бәхет» тигән баҙлауыҡ?

Бер/берегеҙ яҡтыһынанҠараңғы сигендеме?(Мин тойҙом ҙур ҡалала ла Яңғыҙлыҡ мөмкинлеген.)

Бүреләрҙәй олономо,Йоҡоғоҙ бүлеп, төндәр?!Ҡыйыулығың көс, инәйем,Улар бында ла – меңдәр.

Мылтыҡ менән ойоп китеү,Мылтыҡ менән уяныу.(Тормошта йәшәткән ҡеүәт – Һаҡланыусан уяулыҡ.)

Кипкән сәскә гөлләмәһе…Йүкә балдың хуш еҫе…Йәнбикә һәм Йәнбирҙе лә – Тәбиғәттең өлөшө…

Был – һеҙҙең уртаҡ теләкме?Яҙмыштың яҙыуымы?Бәхет аша ғазаптарҙы,Ғазап аша бәхеттәрҙеЙәндәрҙең таныуымы?

78 Шиғриәт

Page 79: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

***Ер үҙе ҡыуыҡ шар хәлендә…Һинеке, минеке был бушлыҡ.Ҡотоптар һалҡынын күңелгәКүсерә нур юҡлыҡ,Ғәм юҡлыҡ.

Аҙымдар – бик һаҡһыҙ. Беҙ үксәАямай ҡыуыҡтың тышлығын.Ер шары бәүелгән мәлдәрҙәБеленә ғүмерҙәр йышлығы.

Бушлыҡтың батшаһы булыуынБөйөклөк тип танып аҙашҡанБуш боғаҙ, Буш күңел, Буп/буш башМаһайыр һәм… Шартлар аҙаҡтан.

Әлегә ауырыу ғәм менән,Донъяны ҡармарға ҡосаҡҡа,Ҡыуыҡ Ер өҫтөндә ҡайнашып,БаҫҡанбыҙЙәшәүгә сиратҡа.

Тыумағандар зыяратыЧечен һуғышында ҡатнашҡанбыуындаштарға бағышлана

Ут эсенән һине йолоп алып,Яндарыма уятып килтерҙем.Һин – үткәндәр түгел, ә бөгөнгө,Быуындашым, тиҫтер егетем.

Һин – бөгөнгө һағыш,Һин – бөгөнгө күҙ/йәш,Һин – бөгөнгө яра Һәм бушлыҡ.Үткән менән түгел,Килер менәнТүләнәсәк тиҙҙән Һин юҡлыҡ.

Тыумағандар зыяраты буйлапЭҙләп сыҡһаң хыял һыныңды,Танырһыңмы тыуып өлгөрмәйсәУнда киткән ҡыҙың/улыңды?!

Хыял яралғыһы хәтерендәУйылғандыр һуңғы мәлгенәң:Йәнең – шәһит. Тәнең киҫәктәренҠара табут йыйған бер ергә.

Рита Фәтҡуллина 79

Page 80: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Һының булып ауыр кирбес хаттаГүргә кергән.Ҡайҙа ҡалғанһың?Тыумағандар янына, быуындашым,Күмелмәгәндәр ҙә барғандыр.

Нисәүһегеҙ унда?Тауыш бирсе.Тарих, бәлки, белмәҫ,Белер Хоҙай.Тыумағандар төштәренә керһә,Ҡыҙҙар илай бөгөн.Хыял илай…

Үҙ"үҙем менән дуэльКөн һайын,Минут һайын,Секунд һайынҮҙ/үҙемде саҡырам дуэлгә.Үҙ/үҙемә ҡаршы сығып баҫам,Арабыҙҙа ҡала … миҙгелдәр.

Револьверҙар әҙер.Тик бер әмерТәтеһенә баҫа ҡоралдың… Уҙғандарым булып йәнһеҙ ауҙым,Киләсәгем булып уяндым.

Ниндәй ҡорбан биреп, килер көндөКүпме һаҡланым мин был ерҙә?!Ә бит иртәгәһем бөгөнөмдөСаҡырасаҡ тағы дуэлгә!?

Еңелеүсеме мин, еңеүсеме?Яҙмыш бизмәнендә намыҫ ята.Ваҡыт тәтеһенә баҫам.Йәнә…Күҙгә ҡарап,Үҙ/үҙемә атам.

ХарабаБизмәндең ике яғынаҮҙ ваҡытымды һалам:Уңда – хәтер харабаһы,Һулда – хыялым, Янған…Ерҙе тырнап үкер, үкер!

80 Шиғриәт

Page 81: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Көл туҙаны буранлар.Шәүлә булып ябырылыр Күңелеңдә ҡупҡан зар.

Уҙғаныңдан үҙе ярһып Яуап алыр, бисара.Көл/күмерҙәр баҙлап ятаҺин табынған ҡиблала.

Ах, хараба! Харап булып Бизмәндә бейей йәнем.Үрт һалыусыВаҡытыммы?Бәлки, үҙем?Белмәйем…

Туған телЕр аҫтынан Мәскәү буйлап еләм,Күҙ буяусы – тыныс халәтем.Шашҡан тиҙлек менән елгән поездУйҙарыма етеп ҡараһын!

Тыуған яҡҡа әллә нисә ҡайтып,Ҡабат урай уйҙар поезы,Рельстарҙан килгән шаңдауы – Иң ҡәҙерле, иң/иң яҡыны.

Был ауаздың теле шундай серле:Моңға һала уны — ишетәм.Уҙған мәлдәр этешә/төртөшәКилеп инә хәтер/ишектән…

Сәфәрҙәшем, иңгә ҡулын һалып,Әйтте шул саҡ: «Уян, туҡталыш!»Шашҡан тиҙлек менән елгән поездМәскәү уртаһында туҡтаны!

Киләсәктең ишегенә табан Ағып барған саҡта ташҡында,Бер бәндәкәй саф башҡортса итеп:«Һыйыр аяҡ!» – тиеп ҡысҡырҙы.

Рәхмәт, яҡташ, әйткәнеңдән һөйөн,Һағышымдың сере шул икән:Ят ерҙәрҙә туған телкәйемдеңӘр һүҙе лә хатта моң икән.

Рита Фәтҡуллина 81

Page 82: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Гө л н а р аХ Ә Л Ф Е ТД И Н О В А

ТиңһеҙлекЮҡ биҙәктең үҙе генә юҡтырҠар бөртөктәренең күҙендә.Усҡа төшөү менән ирей һала,Был матурлыҡ тормай һүҙендә.

Яумай күпме көттөрҙөләр ҡарҙар,Эй, инәлеп күккә ҡаранымҠаплап ҡына китсе, тиеп, бынауЕрҙе ҡамап алған ҡараны.

Аҡлап ҡына китсе күңелемде,Хөкөм итмә һаман аҡламай.Мин оноттом, һин дә онот инде –Минең йөрәк кенә һаҡламай.

Нур итергә әҙер мин ерҙәрҙе,Ерҙе генә түгел – асманды…Күрмәйһеңме ниндәй өмөт менәнҠушлап устарымды асҡанды.

Усҡа төшһә – иреп юҡҡа сыға,Аҫҡа төшһә – тапап иҙелә.Аҡланмайса ғына ағарырғаТеләй микән ҡарҙың күҙе лә.

82

Гөлнара Хәлфетдинова (1978) Әбйәлил районының Хәмит ауылында тыуған. БДУ=нытамамлай. Әлеге көндә «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында эшләй. «Ҡыңғыраулығына яланда» исемле шиғри йыйынтыҡ авторы.

Page 83: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Ымһындырып төшкән һымаҡ була,Ятҡан һымаҡ була ҡулыма.Мин бар, тик ул бүтән донъя, тиепСиртеп үтә күңел ҡылына.

Өләс балаҫыӨләс өләсәһе – һуҡҡан балаҫ:Шундай сағыу, шундай саҡырғыс.Нисек тертләмәйһең, бөҙрә һарыҡУрал һырттарында баҡырғас.

Бәрәскәйен бүре алған микән,Йә аҙашты микән үҙекәй…Сикһеҙ наҙы менән ымһындыраБынау балаҫ – эре күҙлекәй.

Ниндәй сәскәләргә мансылғандыр,Буяуҙары бер ҙә китмәгән.Затым күрмәгәнде күргән инде,Күҙ йәштәре һаман кипмәгән.

Ысыҡ булып кейеҙҙәргә һеңгән,Бер уңмаған, уңмай йонсота.Йәнгә һеңгән биҙәк һиллек бирә,Йөрәк һыҙланыуын онота.

Йүнен күргән затым кәсеп булғас,Йәндәр әсетһә лә, йәнселмәй.Балам уйнай әле насип булғас,Үҙе һуҡҡан булып йүнселәй.

Әсәйҙең ҡояштарыБәпәйҙең ҡояшы берәү,Ул да булһа – әсәһе.Ә әсәйҙең ҡояштарыНисәү әле, нисәү һуң?

Беләһегеҙҙер үҙегеҙ,Нисә танау, нисә күҙ.Хәстәрләй әсәй һәммәһенТипә/тиң, типә/тигеҙ.

Ғәзиз һәр бер бөртөккәйе,Нисәү генә булһа ла.Әсәйҙең күҙе сағылмай,Ҡояш унға тулһа ла.

Һомайғоштоң ҡурсауындаӘсәй һәм сабый бала.Үҙ өлөшө, бәхете барҺәр кемдең был донъяла.

Гөлнара Хәлфетдинова 83

Page 84: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Һөйкөмлө һөйәккенәм, тиҺәр бер ҡояшын инәй.Йәне утта булғанда ла,Ул бер ҙә янам тимәй.

Донъяһын зыр әйләндерәҠанатлы ҡояшсыҡтар:Сыр/сыу килгән ҡошсоҡтары,Орсоҡ малай/ҡыҙсыҡтар.

Нур ала ла ҙураяларӘсәй яҡҡан усаҡтан.Шунан, ҡанат нығытҡас та,Таралалар йән/яҡҡа.

Бәпәй – әсәйгә йыуаныс,Сабыйға – әсәй кәрәк.Һәр кем өсөн үҙ ҡояшыСағыуыраҡ, өҫтәрәк.

КәйефСалғы сыңына иҫерепЙығылды ялан сәскә.Аллы/гөллө генә болонӘйләнде яланғасҡа.

Ҡояш уға оят иткәс,Ҡара янды буйға/буй.Тамағына төйөр булыпӨйөп ҡуйылды бакуй.

Кәбән торҙо, кәртәләнде,Уҡ булып ҡатты ҡамыл.Шартлап һынғас тарамышы,Күккә атылды ҡапыл.

Эй, һыҙырҙы ҡойма ямғырҠара янған ер битен.Тамырҙары аҡтарылды,Ҡан һауҙы йөрәк ите.

Дауыл бөттө, ҡойон үтте,Кем – ҡайҙа, ярым/ярпы.Ни булһа ла булыр, тиепБашын ҡалҡытты ҡурпы.

Ҡурпыланғас, ҡупырайыпҠояшҡа ҡарай болон.Йәш үләнгә өлгөрәм, типУтлауға төштө ҡолон.

84 Шиғриәт

Page 85: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Болондоң ҡытығы килде,Эй, көлдө һене ҡатып.Уйынмы – үлеп терелеү,Уйынмы – бәхет татыу.

Көҙ етһә лә йәшелмен, типИллә ҡыуанды үҙе.Белһә лә белмәмеш булыпТөшөрөн бер ҡар күҙе.

Иҫке доға ебәр әле, Хоҙай…Бер ҙә генә берҙәм булмағандаНимә тиеп былай ишелдек, ә?Аяҡтарҙы ҡара: лысма һыубыҙ,Кәмәбеҙҙең төбө тишелдеме…

Бер урында тик торабыҙ ҙаһа,Һин – һул яҡҡа, ә мин уңға тартып.Беҙ тартышҡан ара, ана, ҡара,Карабыбыҙ бара инде батып.

Мине ҡотҡар, үҙеңде лә ҡотҡар,Беребеҙ өсөн беребеҙ тотҡар.Ҡыбырларлыҡ ҡына хәл булһасы,Әйтерһең, беҙ – ҡомло, дымлы тоҡтар.

Бер ҙә генә берҙәм булмағандаҠалдырайыҡ уртаҡ был кәмәне…Ел таратһын уртаҡ хыялдарҙы,Ел таратһын йыйған бар нәмәне.

Ел таратһын, әйҙә, йән/яҡтарға,Юлыҡтырһын төрлө усаҡтарға…Үреләмен мин, кисәге һымаҡ,Һуңғы тапҡыр һине ҡосаҡларға.

… Рәхәт икән һинең ҡосаҡтарҙа,Юҡ, бирмәйем һине сит/яттарға.Иҫке доға ебәр әле, Хоҙай,Йәнем менән бергә кис ятларға.

Ышанысты ҡайҙа һаталар ул…Ышанысты ҡайҙа һаталар ул?Тыныслыҡ та барҙыр әле унда.Юлын өйрәтһәгеҙ шул баҙарҙың,Бер ҙә тормаҫ инем мин хаҡында.

Икеләнеү ҡортон бөтөрөүсеИҙмәләр ҙә барҙыр әле унда.

Гөлнара Хәлфетдинова 85

Page 86: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Алып ҡайтыр инем күмәртәләп,Йөрьәт итеп берҙе барыуымда.

Ауыр һүҙҙе ҡаҡлыҡтырыр өсөн –Йәберҙәрҙе үткәрмәҫтәй ҡалҡан.Алып ҡайтыр инем барыһына,Шул баҙарға юлым төшә ҡалһа.

Йыйып ҡуйған сабырлығым менәнИҫәпләшер инем «ыһ» та итмәй.Тик яҙмышым шул кибетте белгәнКешеләргә бер ҙә бит тап итмәй.

Ышанысты ҡайҙа һаталар ул?Әйтмәгәс, тим, алып ҡайтырһығыҙ.Кемгә йомошларға шул йомошто,Ышаныслы икән ҡайһынығыҙ?

Белһәм, бер ҙә мин йәшермәҫ инем,Ҡыҙғанмағыҙ әле, түләйем мин.Ышанысһыҙ йәшәп булмай ҙа һуң,Ҡалайтайым, ятып үләйемме?

Бер көн асылыр, тип, һиңә ул сер,Өмөт иттереүе ҡулай булғас,Шик/шөбһәне ҡайҙа таратайым,Шуны аңғартығыҙ, улай булғас?

Әйттем дә һуң, йыйынтығым етәр,Тотонманым, «һары алтын» йыйҙым.Түҙер инем дә ул түҙгәнемсә,Ышанысһыҙ ҡалыу йәнде ҡыйҙы.

Әйләндер йылмайыуғаҺин яйыма торма минең…Тор әле һин яйыма.Аптырама! Үҙгәрә ерҺәр әйләнгән һайына.

Үҙгәрә ер, үҙгәрә күк,Ҡара анау айына.Бер әйләнә – урағына,Бер – йомарлам майына.

Ҡара әле һарайыңа,Ҡоп/ҡорсаңғы тайыңа:Аҡбуҙатҡа әйләнә улШалтырау ыңғайына.

86 Шиғриәт

Page 87: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Кит, яйыңа тормам инде…Торам әле яйыңа.Үҙгәреүсән һан яҙылғанҠатын/ҡыҙ маңлайына.

Тараҡ ташлаһа – урмандар,Көҙгөһөнән – күл хасил.Үҙе көслө, үҙе көсһөҙ –Шыр йомаҡ уның асыл.

Яратамы, яратмаймы,–Ҡыйып әйтеүе ҡыйын.Мин кем әле, тип аптырай,Яңы таң атҡан һайын.

Яраштырып булалыр ҙа,Тик ярап булмай уға.Башыңды әйләндергәнсе,Әйләндер йылмайыуға.

ҠалҡаныбыҙАлтын ҡалҡан ҡалҡҡан, алтын ҡалҡан,Ана, тағы ҡалҡҡан, ҡарағыҙ.Был донъялар тағын ап/аҡ ҡына,Был донъялар тағы ҡараһыҙ…

Ҡалҡҡан, ҡалҡҡан, тағы ҡалҡҡан ҡояш,Беҙҙе онотмаған, ҡабынған.Илай/көлә ошо түңәрәккәНисә быуын бабам табынған.

Ҡояш булғас, туҡтау ярамай шул,Аямай ул үҙен һис ҡояш.Ҡояш нуры тура ғына бара,Ҡояш уғы китмәй һис ҡыйыш.

Ҡыйын микән ҡояш булыуҙары,Була алмай микән бүтәнсә?Әллә нисә ҡыйшая бит кешеҒүмер йомғаҡтарын һүткәнсә.

Ҡояш көнбайышта – эңер ваҡыт,Ҡояш көнсығышта – иртәнсәк.Ҡояш кеүек түңәрәк түгелбеҙ шул,Беҙҙең есем буйтым бүтәнсә.

Ҡояш ҡарай, ҡояш көлөп ҡарай,Башҡаса ул белмәй ҡарарға.Ул эскерһеҙ ҡарай, ихлас ҡарай,Теләмәй ул шулай ярарға.

Гөлнара Хәлфетдинова 87

Page 88: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Алтын ҡалҡан ҡалҡҡан, алтын ҡалҡан,Рухи донъябыҙҙың ҡалҡаны.Болот көндә лә беҙ беләбеҙ битОфоҡтарҙан уның ҡалҡҡанын.

Тәгәрәһен, әйҙә, шулай ғына,Бер – тәбәнәк, берсә – юғары.Ҡанмаҫ һыуһындарҙы ҡандырам тип,Нуры менән ерҙе һуғарып.

Һәр бер кеше үҙен эҙләп бараТүңәрәктә ҡояш артынан.Тик кешеләр түңәрәк кенә түгел,Улар тора ярым/яртынан.

Яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ышаныс –Кешелектең бит бер терәге;Донъялағы иң ҙур ҡалҡан/усаҡ,Тормош, тереклектең йөрәге.

Уҡ ямғыры аяғымдан йыҡты…Күрә алмау һәм нәфрәттән торғанУҡ ямғыры аяғымдан йыҡты.Йәнгенәмде һәм йөрәкте тетеп,Иләк һымаҡ итеп үтә сыҡты.

Рәнйеүемде, әрнеүемде күргәс,Йылмайышып тора ҡыллы яндар.Ылбыраған ҡанаттарҙы киргәс,Һис йәлләмәй ҡарай ҡаҙалғандар.

Ҡола ялан – ғәрәсәттән ҡалған,Уҡтарыңды йыйып алайыммы?Теткеләнгән түшәк кенә булыпАяҡ аҫтарыңда ҡалайыммы?

Һине елекһеткән был күңелемШартланы бит инде, әй, түгелһен.Ҡотом осҡас төпһөҙ ҡотоптарға,Үҙем өсөн дә мин – мин түгелмен.

Ат тояҡҡайҙары алыҫая,Көн һилләнә, яйлап дауыл шыма.«Аһ» тигәнсе үҙем тертелдәйем,Танымайса, яңы тауышыма.

Аҡһаҡ күңел, туҡһаҡ йөрәк менәнОсоп булмай, барам шыуыштырып.

88 Шиғриәт

Page 89: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Осратырмын, бәлки, алыҫ түгелБерәй көтөүсенең ҡыуыштарын.

Күңел – ҡыуыш, йәнем шундай йыуаш,Яу тот(а) алмай килгән йәберҙәргә.Саф хистәрем уҡтар менән бергәҺыпырылып төштө ҡәберҙәргә.

Һинең яуың, һинең ҡара яуыңЕмереп тә китте аҡ тирмәмде.Һинең мине яратмауың өсөнҮҙ/үҙемде төйәм таш тирмәндә.

Һөйөү аҡбуҙатын биленләтепБашың һуҡҡан яҡҡа сығып киттең.Сәскәләнгән генә гөл/баҡсамдыНәфрәт еле менән йығып киттең.

… Күп илама, күҙһеҙ ҡалаһың, типҠот ҡойорға фәрештәләр һырый.Ултырталар донъя арбаһына,Сама кәрәк, тиҙәр, көлөп юрый.

Яңы көнгә яңырып ҡояш ҡалҡа,Нур уҡтары миңә яра юлын.Офоҡтағы һыбайлыны уйлапЗыңлап тора йәндәге бер ҡылым…

Гөлнара Хәлфетдинова 89

Page 90: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

БАҪМА УҠЫУСЫҺЫ МЕНӘН ҠИММӘТ

Бөгөнгө журналистиканың йөҙө һәм хәле нисек? Матбуғат баҫмаларыме нән ҡыҙыҡһыныуҙы нисек көсәйтергә? Уҡыусыға ниндәй баҫма

кә рәк?Әгәр ҙә ҡәләмдәштәрем танылған физик Петр Капицаның (1894 –

1984), “киң ин формация саралары күпләп юҡ итеү ҡоралы кеүек үкхәүефле”, тигән тәрән мәғәнәле һүҙҙәрен хәтерендә тотһа, ни ҙә булһаяҙыр алдынан, уның нимә ме нән барып бөтәсәге хаҡында уйланыр ине.Федераль матбуғат жур на лис та ры ның күпселеге “тормоштан барыһында алып ҡал” тигән маҡсат менән эшләгән әле ге дәүерҙә һөнәребеҙгәихтирам хаҡында һүҙ алып барырға тура килмәй. Рәсәй телевидениеһыканалдары күрһәткән тапшырыуҙарға күҙ һалайыҡ – был да журналистарэшмәкәрлегенең көҙгөһө – улар араһында фәһемле, аҡыл бир гән дәренбик һирәк осратаһың. Ә бит экрандарҙа көн һайын тиерлек “бал ҡы ған”айырым кешеләргә ҡарағанда илебеҙҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырҙайграж дандар күберәк.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа журналистиканың уҡыусыларғамәғ лү мәтте шул килеш, тулыраҡ еткереү, уларҙың көнкүрешпроблемаларын хәл итеү ҙә ҡатнашыу кеүек тәғәйенләнеше юйыла бара.Бөгөн телевидение эк ран дарында, матбуғат баҫмаларында тормоштоңүҙе сағылыш тапмай, шуға күрә улар менән ҡыҙыҡһыныу ҙа кәмей.Тимәк, етди проблемалар күтәреүҙән ҡурҡырға ярамай, алға барыу,башҡаларға ярҙам итеү кәрәк. Йәмғиәтте хәҙерге мәлдә борсоғаннәмәләрҙе таба, аса һәм унан арыныу юлдарын күрһәтә белеү мөһим.Һуңғы йылдарҙа Мәскәү форумдарында журналистиканың сифатымәсьә ләһенә иғтибар арта бара кеүек. Минеңсә, был төшөнсә иң элекграж дан лыҡ, социаль йүнәлешлелек менән бәйле. Әлеге матбуғатбаҫмаларында жур на лис тар күберәк үҙ=үҙен күрһәтергә тырышып,башҡаларҙы, ябай граждандарҙы, үтә күренмәҫ арҡаһы менәнышыҡлай. Өҫтәүенә, матбуғат биттәренән һиңә станоктар, баҫыуҙар,фермалар ҡаһармандарына “алмашҡа килгән” һәм бер ниндәй сикләүҙебелмәгән “аҡса тоҡсайҙары” баға. Яңы журналистика нин дәйҙер сәйерюлдар менән журналистарһыҙ ҙа йәшәй ала икән, был беҙгә, жур на =листар мәғлүмәт эҙләү, эшкәртеү һәм киң йәмәғәтселеккә еткереүҙә өҫ =төн лөк лө хоҡуҡҡа эйә, тип иҫәпләүселәр тарафынан ниндәйҙер иҫкәртеүкеүек ҡабул ителә. Уҡыусыларҙың беҙҙән, журналистарҙан, башҡа лайәшәргә (ә ул ваҡытлы матбуғаттың тиражынан да күренеп тора) хәлитеүенә килтереүе ихтимал. Бындай күңелһеҙлеккә юл ҡуймаҫ өсөн,уҡыусыны гәзит=журнал бит тәренә индерегеҙ. Әйҙә улар ҙа көнүҙәк

Публицистика

Page 91: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

мәсьәләләр буйынса фекер алы шыу ҙа ҡат нашһын. Үҙгәртеп ҡороуҙыңтәүге йылдарындағы кеүек, беҙҙең ваҡытлы матбуғат биттәрен үҙфекерҙәре, борсолоуҙары менән тултырһын. Ә инде жур налистар былфекер алышыуҙы көйләүсе ролен үтәһен.

Эйе, йәмғиәтебеҙ алдында үтә лә мөһим бурыс тора: Рәсәй Жур на лис =тары берлеге рәйесе Всеволод Богдановтың фекеренсә, беҙгә,милләткә, “үҙ=үҙе менән әңгәмәләшеүсе” мәғлүмәт саралары кәрәк.Бурыс ҙур һәм ҡатмарлы, әммә уны хәл итеү мотлаҡ. Шуға күрәжурналистың хоҡуҡи һәм социаль (матди хәлен яҡ шыртыу) йәһәттәнстатусын күтәреү, иҡтисади яҡтан, шул иҫәптән эш урынында һәмэшҡыуарҙарҙан бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итергә кәрәк. Ижа дисоюзыбыҙҙың да профессиональ ойошмаға әүерелеүе маҡсатҡаярашлы. Хә ҙерге ваҡытта, журналист һөнәрен пиарсы (инглиз теленең“паблик ри лейшнз” һүҙенән), сәйәси технолог эше менән бутағанда, былбигерәк тә мө һим. Шул уҡ Богданов фекеренсә, һин йә журналист, йәпиарсы. Әгәр ҙә кеше пиар менән шөғөлләнә икән, уны журналист типәйтеп булмай. Был йә һәт тән һәр матбуғат вәкиле кем булырға икәнлегенүҙе һайлай ала.

Дөйөм алғанда, Рәсәй журналистикаһы күп кенә ҡиммәтлеһыҙаттарынан мәх рүм булды, тик урындағы матбуғат ҡына ниндәйҙердәрәжәлә үҙен һаҡлай алды. Республикабыҙҙың ваҡытлы матбуғатсараларына, мәҫәлән, яңы сифатҡа күсеү, баҫмаларҙы интеллектуальйөкмәтке, юғары әхлаҡлыҡ менән һуғарыу хас. Рәсәй матбуғат берлеге2005 йылда раҫлаған“Золотой фонд прессы” бил дәһе баҫ ма =ларыбыҙҙың күбеһенә бирелде. Башҡортостан журналистары сә йә сәттәһәм иҡтисадта барған тәрән процестарҙы һәр яҡлап тикшергән һөй лә =шеү ҙә йәмәғәтселектең дә ҡатнашырға теләүен яҡшы аңлай: ҡала йәкирайон гәзите биттәрендә донъя күргән мәҡәләләрҙең тотош илдә де мо =кратия торошона йоғонто яһауы, минеңсә, һис бер арттырыу түгел.Бындай мә ҡәләләр уны әҙерләгән жур налистың баһаһын күрһәтә. Ҡала,район мат бу ғатында, бәхеткә күрә, ундай күренеште йыш күҙәтергәмөмкин. Улар ке ше ләр тормошон байыта, ауыр минуттарҙа хәленеңеләйтә. Уҡыусылар йыш ҡына ошондай мәҡә лә ләргә үҙенеңмөнәсәбәтен белдереп хаттар яҙа. Иң мө һи ме: күп кенә баҫ ма ларуларҙы матбуғат битенә сығара. Матбуғат сараһының аб руйлығының төпкүрһәткесе – уҡыусы менән тура бәйләнеш барлыҡҡа кил те реү, ны ғы тыу.

Ҡайһы берәүҙәр шатлыҡ кисерә, имеш, пропагандистарҙың хыялытор мошҡа ашты: мәғлүмәт технологияларының үҫеүенә бәйле матбуғатсара лары йәмә ғәт селек фекеренә йоғонто яһау мөмкинлегенә эйәбулып алды. Ысынлап та, киң мәғ лүмәт саралары – йәмәғәтселек аңынфор ма лаш тырыусы сығанаҡ. Йәнле аралашыу, әлбиттә, йоғонтолораҡ,ләкин бер юлы биш мең кеше менән ос ра шып, ҡул ҡыҫышыу мөмкинтүгел. Ваҡытлы матбуғат бындай мөмкинлеккә эйә, ул кеше аңына етдийоғонто яһай. Шуныһы үкенесле: иртә менән өр=яңы гәзит алыу,яңылыҡтарҙы ғаилә менән бергә уртаҡлашыу ваҡыттары артта ҡалды.Бө гөн уҡыусыларыбыҙ, айырыуса йәштәр, гәзит=журналдар менән һирәкҡыҙыҡһына, йәки уларға бөтөнләй битараф.

Апрелдә республика, ҡала һәм район баҫмалары мөхәррирҙәре,“Рәсәй поч таһы” дәүләт унитар предприятиеһының Башҡортостанфилиалы вәкил дәре ҡатнашлығында ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу

Мәүлиҙә Яҡупова 91

Page 92: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

буйынса ойошторолған кә ңәш мә лә байтаҡ етешһеҙлектәр асыҡланды.Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу финанс=иҡтисади тотороҡһоҙлоҡшарттарында бара, тимәк, гәзит=журнал алдырып уҡыусылар кәрәклесығымдарға ҡытлыҡ кисерә. Ләкин бындай шарттарҙа ла редакцияларғабаҫмаларға яҙылыу хаҡын арттырыуҙан башҡа юл юҡ, сөнки уны иң элекпочта хеҙмәте күтәрә бит. Шул уҡ ваҡытта журналистар рес публиканыңмәғлүмәт киңлеген һаҡларға, халыҡҡа власть даирәләре эш мә кәр леге,төрлө ваҡиғалар тураһында хәбәрҙәрҙе ваҡытында еткерергә ләбурыслы. Иң мөһиме – баҫманың уҡыусыларын, тимәк, тиражынкәметмәҫкә.

Әлбиттә, теләһә ҡайһы баҫманың абруйы иң элек уның йөкмәткеһеменән бәйле. Административ баҫым, бағымсылар ярҙамы, агитацияалымдары, махсус бү ләктәр, “шаҡ ҡатырғыс” мәҡәләләр һ.б. Әгәр ҙәгәзит йәки журналда ҡы ҙыҡ һынып уҡырлыҡ файҙалы әйберҙәр булмаһа,уҡыусылар һанын арттырыу мөм кинлеге бирмәйәсәк. Күңел бирепуҡылмаған баҫма өсөн кем аҡса әрәм итһен! Үҙ эшен яҡшы белгәнһөнәрмәндәрҙән тыш, йөкмәткене яҡ шыр тыуҙы күҙ алдына ла килтерепбулмай. Көнүҙәк мәсьәләләрҙе йүнләп бел мәү ар ҡаһында йыш ҡынайәмәғәтселекте ҡуҙғытҡан, борсолоу тыуҙырған ма те риал дар ҙа донъякүреп ҡуя. Һөнәр оҫталығы – тотороҡло һөҙөмтә. Ҡыҙ ғанысҡа ҡаршы, беҙбыл күрһәткес менән маҡтана алмайбыҙ: матбуғат бит тәрен йомшаҡ,тәрән анализ, публицистик фекерләү етешмәгән мәҡәләләр баҫып китә.

Һуңғы йылдарҙа, үкенескә ҡаршы, беҙҙең һөнәр эйәләре араһындаэшлекһеҙ, ос раҡлы һәм әҙәпһеҙ, нимә тураһында яҙғанын да белмәгәнкешеләр күбәйә. Ял ҡау, белемен арттырырға ынтылмаған, нисек еттешулай яҙырға өйрәнгән был әҙәмдәр теге йәки был проблеманы тәрәнтикшерә, фекер алышыуға саҡыра ал мау, өҫтәүенә, көнүҙәкмәсьәләләрҙе сисеү юлдарын да тәҡдим итергә һә ләт һеҙ. Бик күпйылдар элек беҙҙе шулай өйрәттеләр: әгәр ҙә ниндәйҙер темағатотонаһың икән, иң элек уны ентекле өйрәнергә тейешһең. Һин ошохаҡта яҙып сыҡ ҡандан һуң, бер кемдең дә һине булдыҡһыҙлыҡтағәйепләргә урыны ҡал ма һын. Тимәк, һин үҙ бурысыңды атҡарғанһың.

Ошо айҡанлы халыҡ шағиры Мостай Кәримдең журналистарға ҡаратаәй тел гән һүҙҙәре иҫкә төшә: “Журналист шикләнә белергә бурыслы.Бына мин 63 йыл ижад итәм һәм һәр ваҡыт, минең яҙғандарҙы халыҡҡабул итерме, тип шик ләнәм”. Әгәр ҙә кеше эшен ярата икән, ул үҙеняратҡан һөнәренә тулы һын са бағышларға бурыслы. Шуға күрә миңәжурналист кеүек бик ҡыҙыҡлы һө нәр ҙе башҡаға, мәҫәлән, аҡсалыраҡҡаалмаштырған кешеләрҙең тәртибе аң ла шылып бөтмәй. Әгәр ҙә тегейәки был белгес үҙ эшен бушлай ҙа тейешле ки мәл дә башҡарырғаһәләтһеҙ икән, ул быны бик юғары хаҡҡа ла атҡара ал мая саҡ. Быныңменән мин, матди файҙаны өҫтөнөрәк күрергә ярамай, тип әй тер гәтеләйем. Тәүҙә үҙеңдең нимәгә һәләтле икәнеңде иҫбатла. Ысын=ысындан про фессионал кешегә эш табыу бер ҡасан да ҡыйын түгел,сөнки уны һәр ерҙә кө тәләр, ләкин, минеңсә, хикмәт үҙ һөнәреңдә абруйҡаҙаныуҙалыр ул.

Үҙгәртеп ҡороу йылдарының иң күркәм сағылышы булып матбуғат бит =тә рендә ябай һөнәр эйәләренең сығыш яһауын, идеялар тәҡдим итеүен,тәь ҫо раттары менән уртаҡлашыуын, бәхәсләшеүен атарға кәрәктер.Эйе, был ысын=ысындан аҡыл, идеялар, ижад емештәре һандығы ине.

92 Баҫма уҡыусыһы менән ҡиммәт

Page 93: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Хатта иң про фессиональ коллектив та үҙендә был тиклем сифаттарҙытуплай алмай. Уҡыу сылар менән берлектә сыҡҡан гәзиттәрҙең тиражыла рекорд дәрәжәһенә саҡ лы күтәрелде. Әле генә матбағанан сыҡҡанбаҫмаларҙы халыҡ туҡталышта уҡ уҡый, ҡулдан=ҡул ға йөрөтә,коллегалары менән бергә тикшерә ине. Был баҫ ма лар ҡыҙыҡ һы ныпуҡылды, сөнки, ҡайһы берәүҙәр, “юғары”нан баҫым яһалды тип раҫларғама ташыуға ҡарамаҫтан, ма те риал дар бер ниндәй ығы=зығыһыҙ килепинә һәм шу лай сығып китә торған бул ды. Ҡала һәм район гәзиттәре,билдәле, уҡыусыларына тағы ла яҡыныраҡ ине. Урындағы матбуғатреспубликабыҙҙа бөгөн дә ыңғай тәьҫир ҡалдыра.

Тағы ла бер баһа – уҡыусылар ихтыяжы һәм мәнфәғәте, сөнки гәзит=жур налдар улар өсөн нәшер ителә. Ваҡытлы матбуғатты алдырыусы,телевизор ҡа раусы йәки радио тыңлаусы гәзит=журналдарға баҫылған,эфирҙа яңғыраған фе кер берҙән=бер түгел, уның менән бәхәсләшергәмөмкинлеген белһен, уға бындай мөмкинлекте бирегеҙ. Уҡыусыларменән аралашыу мөһим, шулай уҡ уларҙың фекерен белеү ҙә. Ябай кешемәнфәғәтен хәстәрләү, сәйәси уйындар менән мауыҡмау кеүекреспублика матбуғатына хас сифаттарҙы һаҡлап ҡалыу менән бергә,беҙгә уҡыусыларҙы гәзит=журналдарға әүҙем ылыҡтырыу менәншөғөлләнергә кәрәк. Иң элек хеҙмәт, рухи эҙләнеүҙәр, хеҙмәттә уңышҡаөлгәшеү, лайыҡлы тормошта йәшәү – кисәге көн түгел, ә бөгөнгөысынбарлыҡ икәнлегенә ышандырыу өсөн. Ваҡытлы матбуғаттыалдырыусыға унан ни ҙә бул һа алыу мөһим бит. Телевидениела сифаттыңсамалы булыуы, матбуғат баҫ маларына “попса”ға мөкиббән китмәгәнкешеләрҙе үҙ яғына ауҙарыу мөм кинлеген хәстәрләү ҡамасауламаҫ ине.Был йәһәттән мин журна лис ти каның киләсәге өсөн борсолмайым, шулуҡ ваҡытта, “ул тарҡала”, тигән фекерҙе лә уртаҡлаша алмайым.

Үҙенсәлекле йомғаҡлау рәүешендә, журналистар һуңғы унйыллыҡтарҙа күп нәмәгә өйрәнде, тигән законлы күренеште атап үтеүкәрәк. Улар хәҙер үҙ ҙәренең төп бағымсылары кем икәнлеген яҡшыраҡаңлай. Кешеләрҙе бө гөн “алһыу хыял дар” ҡыҙыҡһындырмай, уларүҙҙәре, тормош, проб ле ма лар тураһында хәҡиҡәтте белеүгә мохтажлыҡкисереп, журналистарҙан нин дәй ҙә булһа яр ҙам көтә. Үкенескә ҡаршы,әле лә журналистарҙың бай тағы үҙен уҡыусылар ме нән бер аудиториялатип хис итмәй, һәм ике ара лағы упҡын киңәйә бара. Әйтеп үтел гәндәр“совет журналистикаһын һағыныу” тү гел, ә кешеләргә һәр саҡ бер=береңә ышаныу тойғоһо, уртаҡ фекерҙәр, маҡ саттар булырғатейешлеген иҫкә төшөрөп үтеү генә. Теләйме ул юҡмы, жур налист нимәхаҡында ғына яҙһа ла, һәр ваҡыт социаль төркөмдәр барлыҡҡа килеүҙәҡатнаша. Тимәк, ул үҙен сә лек ле идеологияның башында тора. Бер саҡРФ Федерация Советы Рәйесе Сергей Ми ронов “Мәғлүмәт сараларыһәм йәмғиәт” тураһында фекер алышыу ба рышында”, яҡшы нәмәтураһында яҙыу өсөн дә ҡыйыулыҡ кәрәк”, тигән тәрән фе кер бел =дергәйне. Ысынлап та, бынан бер нисә тиҫтә йыл элек журналист өсөнҡыйыулыҡ булып кире кү ре нештәр, проблемалар хаҡында яҙып сығыуиҫәп ләнә ине. Бөгөн иһә – ки реһенсә, ҡайһы саҡ ыңғай тормоштоһүрәтләү өсөн дә тәүәккәллек кәрәк.

Республикабыҙҙа тәрән уйланылған мәғлүмәт сәйәсәте ысын бар =лыҡты шул килеш сағылдырырға ярҙам итә, ә ниндәйҙер насар кәйефтыуҙырмай. Хал ҡыбыҙ властарға ышана, сөнки идара итеү органдары үҙ

Мәүлиҙә Яҡупова 93

Page 94: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

эшмәкәрлеген ваҡытлы мат буғатта маҡсатлы, дөрөҫ сағылдыра. Баҫ ма =ларҙа донъя күргән мәғ лү мәт тәр ҙең күпселеге социаль йөк мәткеле. Былда тәбиғи, сөнки социаль ғәҙеллек – төп идеология.

Байтаҡ йылдар элек редакцияларҙың эш һөҙөмтәһе почта сифатыменән бил дә ләнә ине. Үҙәк гәзиттәрҙең һәр береһе йылына 500 меңдәнашыу, ә урын да ғылар тиҫтәләрсә мең хат алды. Хат – йәмәғәтселекфекере са ғылышы, жур на листар өсөн иһә авторҙаш та булып, кәңәшмә,йыйылыштар шулар хаҡында һөй ләшеүҙән башлана торғайны. Хаттаргәзит=журнал биттәрендә баҫылды йә ки авторға яуап ебәрелде. “Уҡыусыфекере”, “Гәзит=уҡыусы=гәзит”, ”Хаттар өҫ төн дә уйланыуҙар” кеүекмахсус рубрикалар бар ине. “Гәзит сығыш яһаны – нимә эшләнде?”,“Беҙҙең сығыштар эҙенән” кеүек рубрикаларҙы хәҙер уҡыу сылар онотопта бара.

Дәүер ике ҡәләм – уҡыусыныҡы һәм журналистыҡы менән яҙылғансаҡ тарҙы, минеңсә, ғәҙел баһалау зарур. “Гиннестың рекордтаркитабы”на ин дерерлек тираждар ҙа шунан килә. 1990 йылда илебеҙҙәһәр ике кеше уртаса өс баҫма алдырып уҡыны. Почтальондарҙың көсөетмәгәнлектән, баҫмаларҙы уҡыу сыларға машина менән ташынылар.1991 йылдың 21 декабрендә де пу тат тар ни маҡсат менәндер “донъялаиң демократик” бул ған “Киң мәғлүмәт саралары тураһында” федеральзакон ҡабул итте. Уның 12=се статьяһы әле лә яҡшы тойғо ҡалдырмай:“Редакция граждандар хат тарына яуап бирергә, уларҙы ҡарау күҙ уңындатотолған органдарға, ойош маларға һәм вазифаларға ебә рергә бурыслытүгел”. Тәжрибәле журналист булараҡ, шуны әйтә алам: мө рәжәғәтитеүселәргә яуап бирмәү – әх лаҡһыҙлыҡ. Бәйләнешкә саҡырған, мәғ = лүмәт биргән һәм ваҡытлы баҫманы алдырып уҡыған кешегә ҡаратаошон дай мөнәсәбәт үҙең ултырған ботаҡты ҡырҡыуға тиң. Яуап алмағас,уҡыусы ла тәүҙә яҙыуҙан, артабан гәзиткә яҙылыуҙан төңөлә. Бәлки,шуғалыр ҙа федераль мат буғаттың ҡайһы берҙәре хәҙер йоҡарҙы,тематикаһы тарайҙы, жанрҙары төҫ һөҙләнде. Тимәк, мәғ лүмәт менәналмашырға, яуаптар яҙырға, уҡыусы ме нән тығыҙ ара ла шырға кәрәк.Былар, минеңсә, киң мәғлүмәт саралары өсөн төп принцип булырғатейеш. Бәхеткә күрә, Башҡортостанда уны боҙмайҙар әле.

Уҡыусы менән бәйләнеш тураһында һөйләгәндә, Рәсәй жур на лис ти =каһының иң яҡшы традициялары тергеҙелеүе бер ни тиклемҡәнәғәтләнеү тойғоһо уята. Мәҫәлән, апрелдә “Российская газета”,“Комсомольская правда”, “Известия” кеүек күп таралған гәзиттәр “БөтәРәсәй летучкаһы” уҙ ғарып, уҡыусыларына үҙ фе керен белдереүмөмкинлеге бирә. Тимәк, жур на листар тәнҡит һүҙе менән бер гәфайҙалы кәңәштәрҙе лә ҡабул итер гә әҙер. Шулай уҡ журналистар тәҡ =диме менән Мәскәүҙәге “По требованию” туҡталышы “Аллея жур на =листов”ҡа үҙ гәртелде. Ҡазанда Жур на листар, Өфөлә Рабкорҙарурамдары бар. Дөрөҫ, һуңғы исемдең ни аңлатҡанын халыҡ белеп тәеткермәйҙер, ни өсөндөр жур налистар ҙа был хаҡта бер ни өндәшмәй.

Был юлдарҙы яҙғанда XX быуат журналистикаһында тәрән эҙҡалдырған шә хес тәр тураһында әйтеп үтмәү яҙыҡ булыр ине. Минеңтыуған ҡалам Си байҙа Серафим Вайсман станокта эшләгән, баҡырсығарған, төҙөлөш алып бар ған кешеләрҙән тиҫтәләгән ҡәләм оҫтаһыәҙерләне. Елена Зорина, Та и сия Де ни сова, Харис Йәһүҙин, ФәндәсМөхәмәтйәнов кеүектәр “Си бай ский рабочий” гә зитенә әле лә яҙыша.

94 Баҫма уҡыусыһы менән ҡиммәт

Page 95: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Серафим Яковлевич эшсе=хәбәр се ләр гә үҙ туғандарылай ҡа раны,ярҙам итте, донъяға ҡараштарын ки ңәй тергә тырышты. Ләкин...

Вафаты алдынан ул, минең менән тәьҫораттарын уртаҡлашҡандай,былай ти гәй не: “Күрәһеңме “Человеку, который меня заметил” тигәняҙыуҙы? Был кеше бөгөн мине күрмәй үтеп китә...”

Башҡортостан Журналистары берлегенең элекке яуаплы сәркәтибеДавид Галь перин таланттарҙы төпкөл райондарҙа ла табыу һәләтенә эйәбулды. Урын дарҙа осрашыуҙар уның өсөн мөһимерәк ине. Ос ра шыу =ҙарҙы ҡыҙыҡлыраҡ ойош тороу хаҡында Давид Самойлович үҙе башватты, төндәрен ултырып кү ҙә теүҙәр яҙҙы – былар уның өсөн иң мөһимебулды. Журналистар Гальперин өсөн изге йәндәр ине, уларға ярҙам йө =ҙө нән көсөн йәлләмәне. Сибай карьерынан ул алып ҡайтҡан оло таштар,Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәле, мемориаль таҡта...

Давид Самойлович минең өсөн журналистика өлгөһөнән бигерәк жур =на лис тар ға атайҙарса мөнәсәбәте йәһәтенән өлгө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,телдән иҫкә алыуҙан башҡа, беҙ уның тураһында иҫтәлектәрҙе һаҡлапҡала алманыҡ.

Рәсәй журналистикаһын бөгөнгө финанс тотороҡһоҙлоғо шарт та рын =да имен ҡалыу мәсьәләһе күберәк хафаға һала. Реклама баҙары ҡапылта райыу сәбәпле, киң мәғлүмәт сараларының финанс хәле ауырлашып,был улар ҙың эш мә кәр ле ге нә кире йоғонто яһай. Ҡайһы бер төбәктәрҙәхатта теге йәки был баҫмалар сы ғыуҙан туҡтаған, уларҙың ҡасан яңынаннәшер ителә башлауы ла билдәһеҙ. Кри зис арҡаһында меңдәрсә ҡәләм =дәш тә ре беҙ эшһеҙ ҡалды, ғәмәлдәге за кон дар ҙа улар мәнфәғәтеняҡламай. Был йәһәттән республикабыҙ матбуғаты, һис шикһеҙ, уңайлыхәлдә, сөнки тотороҡһоҙлоҡ ғәләмәте әлегә уларға ҡағылманы. Тимәк,уҡыусылар менән йәнле аралашыуҙы ситкә ҡуйып торорға ярамай,киреһенсә, көсәйтеү талап ителә.

Рәсәй Журналистары берлегенең кризисҡа ҡаршы клубы тарафынанСвердловск өлкәһендә үткәрелгән тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, киңмәғ лүмәт сараларына ҡаҙна ярҙамы төбәктә һиҙелерлек кәмегән,реклама биреүселәр иһә ҡырҡа аҙайған. Шуныһы ҡыуаныслы: жур =налистар ара һын да ошондай ауыр шарттарҙа ла, “матбуғатта эшләүе ҡы =ҙыҡлы”, тиеүселәр байтаҡ. Финанс=иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ тураһындакиң мәғ лүмәт са ра лары нисек хәбәр итергә бурыслы? Кри зисҡа ҡаршыҡарар ҙар буйынса фе кер алышырға саҡырырға, белгестәр, йәмә ғәт се =лектең, әүҙем граж дан дар ҙың ҡарашын са ғылдырырға һ.б. Әлбиттә,властарҙың урындағы проб ле маларҙы нисек хәл итеүе тураһында даимихәбәр итеү мотлаҡ. Ыңғай күренештәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырырғаярамай. Үҙ уҡыусылары менән тығыҙ бәйләнештә булған ваҡытлыматбуғатҡа был ауыр хәлдән сығыу еңелерәк буласаҡ.

Мәүлиҙә ЯҠУПОВА,Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар

берлеге ағзаһы.

Мәүлиҙә Яҡупова 95

Page 96: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ИЖАДЫНДА ЙОГА ТӘҒЛИМӘТЕ САҒЫЛЫШЫ

Фольклор – халыҡ тарафынан ижад ителеп, быуындан быуынға тапшырылакилгән рухи мираҫ ул. Халыҡтың тормошNкөнкүрешен, уйNтеләктәренсағылдырған тел хазинаһы аңNкимәле юғары булған аҡыл эйәләре тарафынанборонNборондан түкмәйNсәсмәй телдән телгә изге аманат итеп тапшырыла кил Nгән. Уның аша һәр бер быуын атаNбабаларҙың тормош тәжрибәһен, әхлаҡ нор Nмаларын үҙләштергән. «Борон аҡһаҡалдар һүҙен тыңлау, сәсәндәр телен өйрәнеү,йолалар үҙләштереү яҙылмаған ҡанундар кимәлендә булған», – тип яҙҙы телғалимы Салауат Галин.

Тимәк, боронғо динебеҙ булараҡ, йоганың тәртип ҡанундары халыҡтың ауыҙNтел ижадында сағылырға тейеш булып сыға. Ошо фараздан сығып, был хеҙ мә Nтебеҙҙә халыҡ ижадының иң боронғо һаналған төрҙәре – ҡобайырҙарҙағы һәм мә NҡәлNәйтемдәрҙәге фекерҙең йога тәғлимәтенең эстәлегенә тап килеүNкилмәүенкүҙәтергә булдыҡ.

Махсус әҙәбиәттән билдәле булыуынса, йоганың төп маҡсаты – кундалини ҡе Nүә тен уятыу, артабан шул сихри көс ярҙамында ғәҙәти булмаған һәләттәреңдеасыу һәм үҫтереү өсөн уның төрлө кимәлдәре үҙләштерелергә тейеш. «ЙогаNсутра»ла Махариши Патанджали был тәғлимәттең 8 баҫҡысын һүрәтләй:

1. Яма – аңыңды алама ҡылыҡтар ҡылмауға йүнәлтеү һәм яман ғәҙәттәрҙәнбөтөнләй арыныуға ынтылыу;

2. Нияма – бөтә булмышың менән тик яҡшылыҡтар ҡылыуға өлгәшеү, көс@кәреңде изге ғәмәлдәргә сарыф итеү;

3. Асана күнегеүҙәре аша кәүҙәңде ҡатып ҡалған рәүешкә күндереп, хәрәкәт @тәр ҙән азат тотороҡло хәлгә кереү;

4. Пранаяма – махсус күнегеүҙәр ярҙамында һулыш аша эске донъяңды тынысхәлгә көйләү;

5. Һиҙеү ағзаларының эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтатыуға өлгәшеп һәмхис@тойғоларҙан арынып, тышҡы донъяны ҡабул итеүҙән алыҫлашыу;

6. Концентрация – аңды тәрән туплауға өйрәнеү; 7. Медитация;8. Самад(х)и — күҙәтеүсенең аңы күҙәтеүгә дусар булған йәнле йәки йәнһеҙ

предмет менән бер бөтөнгә әүерелеүе, эске һәм тышҡы донъяның ҡушылыуы.Күреүебеҙсә, йоганың ҡатмарлы тойолған юғары кимәлдәренә өлгәшеүҙән

элек, кеше тәүҙә уның нигеҙ ташын тәшкил иткән Яма һәм Ниямала ка мил ла Nшырға бурыслы, йәғни яҡшыны ямандан айырырға тейеш. Уның өсөн билдәлебер йола ҡағиҙәләренә буйһоноу, әҙәплелек талаптарын теүәл үтәү, әхлаҡилыҡ си N фаттарын тәрән үҙләштереү һәм йәшәү рәүешеңде мөмкин тиклем ябай лаш Nтырыу мотлаҡ. Ошо юл аша тән һәм күңел таҙалығына өлгәшкәндәргә генә

Рухи хазиналар

Page 97: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

йоганың киләһе баҫҡыстарына күтәрелеү мөмкинселеген биреүсе алымдарҙыңсерен оҫталар телдән телгә тапшыра килгән.

АуыҙNтел ижадының бик боронғо төрөнә ҡараған ҡобайырҙарҙың байтағыәҙәпNәхлаҡ, тәрбиә мәсьәләләренә бағышлана. Әгәр санскрит телендә ҡорау –асыу ландырыу, тетрәндереү, хәрәкәткә килтереү, ҡыбырлатыу, тул ҡын �ландырыу мәғәнәһен бирә икән, тимәк, халыҡ ижадының был төрө халыҡтыңаңын уятыуға, иҫен йыйнауға, күңелен тетрәндереүгә, аҡылын һиҫкәндереүгә бу Nлышлыҡ итергә тейеш булып сыға түгелме? Иң боронғоларҙан һаналған «Нияман?» ҡобайырының исеме үҙе генә лә йоганың Яма, Нияма кимәлдәренеңатамаларына тап килеп тора бит. Йоганың ошо баҫҡыстары өсөн тәғәйенләнгәнта лаптарын, бурыстарын, киҫәтеүҙәрен, тыйыуҙарын үҙләштереү маҡсатынакөйләнгән был һорау ни өсөн күп тапҡыр ҡабатлана һуң? Сөнки төпкө аң тик күптапҡыр ҡабатлаған мәғлүмәтте генә үҙләштерә, йәғни йота, һәм ошо мәғлүмәтни геҙендә өҫкө аң (аҡыл) аша кешенең ҡылыҡтарында, тәртибендә сағылабашлай.

Бер тигәс тә ни яман?Беҙҙең өсөн бей яман. Ике тигәс тә ни яман?Илһеҙ ҡалған ил яман. Өс тигәс тә ни яман? Өлгөһөҙ бескән тун яман.Дүрт тигәс тә ни яман?Дәртһеҙ булһаң – шул яман.Биш тигәс тә ни яман?Бишектәге балаң илап ҡалһа – шул яман.Алты тигәс тә ни яман?Атылып барған атың абынһа – шул яман.Ете тигәс тә ни яман?Етем ҡалһаң – шул яман. Һигеҙ тигәс тә ни яман?Һикһән йәшлек ҡарт әсәң Һуҡыр күҙен секрәйтеп, Ҡатҡан билен бөкрәйтеп Һыу ташыһа – шул яман. Туғыҙ тигәс тә ни яман? Туҡһан йәшлек ҡарт атаң Тумыртҡалай туҡылдап, Ябалаҡтай ухылдап Утын ҡырҡһа – шул яман. Ун тигәс тә ни яман? Ун бармағы ҡамыштай, Утыҙ теше көмөштәй, Уң бите айҙай балҡыған, Һул бите ҡояштай яҡтырған, Уңған булған һылыуың Илап ҡалһа – шул яман. Ун бер тигәс тә ни яман? Уҡ@һаҙаҡлы батыр ир Уҡталған аттан йығылып, Аяҡ@ҡулы ҡаймығып

Рәшиҙә Ғиззәтуллина 97

4 «Ағиҙел», №3.

Page 98: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Яуҙан ҡалһа – шул яман. Ун ике тигәс тә ни яман? Уттан@һыуҙан ҡурҡҡан ир яман. Ун өс тигәс тә ни яман? Урынһыҙ әйткән һүҙ яман. Ун дүрт тигәс тә ни яман? Ун дүрт йәшлек һылыуҙы Ҡартҡа бирһәң – шул яман.

«Ололар һүҙе», «Бейек тауҙың үлгәне», «Ил тигәндең кеме юҡ» тип аталған ҡо Nба йырҙар ҙа нәҡ ана шул әҙәпNәхлаҡ хаҡында. Улар яҡшылыҡ менән яманлыҡты,әҙәп менән әҙәпһеҙлекте айыра белергә өйрәтә, кешеләр араһында итәғәтле, ке Nселекле булырға өндәй, илNхалыҡ мәнфәғәте өсөн янып йәшәүҙе хуплай. Ритм,рифмаға һалынғанлығы өсөн көйләп уҡыу мөмкинселеге биргән был өгөтNнәсихәттәр күп ҡабатланыуҙан ялҡытмай, киреһенсә, төпкө аңға үтеп, иҫтә ҡала,уйNфекер, йәшәү рәүешенә әйләнә. Шуның менән аң кимәлдәре бик юғары булғаншә хестәр – аҡһаҡалдар, сәсәндәр, бындай ҡобайырҙарҙы төрлө йыйындарҙа баш Nҡарып, ябай халыҡҡа рухи ярҙам күрһәтеү, әхлаҡи тәрбиә биреү маҡсатында ЯмаNНияманың бурыстарын үтәгәндәр булып сыға.

Халыҡтың боронNборондан килгән тәрән мәғәнәле һәм киң йөкмәткеле рухитәж рибәһен, фәлсәфәүи һәм әхлаҡи ҡараштарын йыйнаҡ һәм ныҡлы ойошҡанбә хәсһеҙ хәҡиҡәт рәүешендә биргән мәҡәлдәр һәм әйтемдәр ҙә ошо ихтыяжданбар лыҡҡа килгән, тип дәлилләп була. Улар өгөтNнәсихәткә ҡоролған һөйләшеүгәһы ғымта яһаған ваҡытта фекерҙе нығытыу, ҡеүәтләү өсөн ҡулланылып, тапҡырһүҙ булып, төпкө аңға, мәргән атылған уҡ кеүек, үтеп инә, шуның менән хәтерҙәһаҡ лана, кәрәкле осраҡта аҡылNкәңәш рәүешендә иҫкә төшә, холоҡNҡылығыңдасағыла, үҙеңде үҙең тәрбиәләү, ауыҙлыҡлау алымына әйләнә. Ошоноң менән йогатәғ лимәте үҙенең төп маҡсаты – үҫешкән аң нигеҙеңдә эске мәҙәниәтле, әҙәпле Ке Nше тәрбиәләүгә өлгәшкән. Шуға күрә башҡорт халыҡ мәҡәлNәйтемдәрен бер нин N дәй ауырлыҡһыҙ йога тәғлимәтенең төп принциптарына ярашлы төркөмләп була.

1. Донъя алмаш киләБөтә замандарҙа ла аҡыл эйәләре был донъяның мәңгелек түгел, ә үҙгәреүсән

икәнлеген, тормошта хәлNваҡиғаларҙың ваҡыт һәм арауыҡ эсендә берNбереһенал маштырып, сиратлашып килеүен төшөндөрөүҙе алға ҡуйған. Ошоноң ни Nгеҙендә йога, бер яҡтан, ҡырыҫ, ярлы, ыҙаNяфалы тормош кисереүсенеауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәҫкә, зарланмаҫҡа, алдағы көнгә өмөтөн өҙ Nмәҫ кә көйләһә, икенсе яҡтан, байманлыҡта рәхәт йәшәүсегә вайымһыҙ ғүмерһөрөү ҙең буш ләззәттән бүгеүгә килтереүе тураһында иҫкәрткән. ТүбәндәгемәҡәлNәйтемдәр тормоштоң бөтә осраҡтарына ярашлы рәүештә күп һәм төрлөйөк мәткеле булһалар ҙа, уларҙың мәғәнәһе ошондай уҡ киҫәтеүгә тап килә:

Ай бирҙе, ҡояш алды.Алды болот булһа, арты аяҙ. Аҙҙан күп була, күптән юҡ була. Ала белһәң – бирә бел. Алғандың бирәһе бар. Алы булһа, гөлө лә булыр. Аласаҡ менән бирәсәк бөтмәй. Аттан ала ла, ҡола ла тыуа.Атаң яҡшы, инәң яҡшы – һин кемгә оҡшап шаҡшы?

98 Рухи хазиналар

Page 99: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Аҫыраған быҙау осаға тибә. Аҡ аҡса ҡара көн өсөн. Аҡса бөткәс, аҡыл керә. Аҡса кешене кешегә ят итә.Ас сағыңда ни ашағаныңды туҡ сағыңда онотма. Аш ҡәҙерен белмәһәң, аслыҡ язаһын бирер.Ашап туймағанды ялап туймаҫһың.Аҙ булһа ла, күптәй күр.Ағас күрке япраҡ – ҡырау төшһә, һарғайыр,Кеше күрке сепрәк – баҫып кейһәң, таушалыр.Ағас ҡырҡһаң, оҙон ҡырҡ – ҡырҡа@ҡырҡа ҡыҫҡарыр,Тимер ҡырҡһаң, ҡыҫка ҡырҡ – һуға@һуға оҙайыр.Алданым, тип маҡтанма, үҙеңде лә алдарҙар. Аусы ла ҡапҡанға эләгер. Алма аҫылын ҡорт ашай.Аяҡҡа тартһаң – башҡа юҡ, башҡа тартһаң – аяҡҡа юҡ. Бай булһаң – үҙ туған, ярлы булһаң – тыума ят. Байлыҡ бөгөн миндә, иртәгә һиндә.Балын яратһаң, ҡортон да ярат. Бар ҡәҙере юҡта беленер.Бар сағында бал да май, юҡ сағында ҡаты ла мыты.Башыңа төшһә, башмаҡ булырһың.Бер рәхәте, бер михнәте.Бер әсеһе, бер сөсөһө.Бер олоно, бер кесене тыңла.Бер яҡшыға бер яман, бер яманға бер яҡшы.Бер йыл тартай һимерһә, бер йыл бүҙәнә һимерер.Бер ҡулы менән бирә, икенсеһе менән ала.Берәүгә көн дә байрам, көн дә туй,Берәүгә көн дә һағыш, көн дә уй.Берәү түрә, берәү түрә янында көн күрә.Берәүҙә аш, берәүҙә баш ҡайғыһы.Берәүҙең бәхетенән берәү төшә тәхетенән.Берәү үлмәй, берәү көн күрмәй.Бешеүе килһә, төшөүө килер.Бишектәге бала бишкә төрләнә.Был да балам балаһы – балдан татлы анаһы,Был да балам балаһы – ҡара йылан анаһы.Болотло көндөң бер аяҙы була.Бөгөнгөнөң иртәгәһе бар.Гонаһ ҡылһаң, тәүбә итә бел.Ғүмер уҙа – күлдәк туҙа.Донъя ҡуласа, әйләнә лә бер баҫа.Донъя бөтөр, эш бөтмәҫ.Донъя бер гөл итеп, бер көл итеп ярата.Донъя бер алдын, бер артын күрһәтә.Дуҫың кем? – Ирем. Дошманың кем? – Ирем.Дөйәләй биреп, төймәләй алдым.Ерле боланды тирле ҡолан ҡыуалаған.Көлкө көлә китер, артыңдан ҡыуа етер.

Рәшиҙә Ғиззәтуллина 99

4*

Page 100: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Көл булмайса, гөл булып булмай.Көн оҙаймай, төн ҡыҫҡармай.Көн көнгә оҡшамаҫ.Көн һайын ҡояш булмаҫ.Кешенән көлмә, үҙең көлкөгә ҡалырһың.Кешегә соҡор ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң.Кешене ҡарғама, үҙеңә төшөр.Кире инер ишегеңде ҡаты япма.Кәмәне ҡоро ерҙә ҡырҡ кеше күтәрә.Кәләш алһаң, төн ҡыҫҡара.Күп көлгән күп илар.Ҡапҡан һайын ҡалъя булмай.Ҡара тауыҡ та аҡ күкәй һала.Ҡара һыйырҙан да аҡ быҙау тыуған.Ҡара кейем ҡасырмаҫ, аҡ кейем батырмаҫ.Ҡайғы менән шатлыҡ бергә йөрөрҙәр.Ҡыш – ас, йәй – яланғас.Ҡыш аҙығын йәй йыйна.Ҡулдан киткән ҡулға кермәй.Ҡулың менән бирһәң, аяғың менән йөрөрһөң.Ҡурың бөтһә, кеше ҡәҙерен белерһең.Ҡоҙоҡҡа төкөрмә, һыуын үҙең эсерһең.Ирем китте ҡалаға, үҙем киттем далаға.Ире сығыр ишектән, ҡатыны сығыр тишектән.Ирем илгә сыҡһа – мирҙыҡы, ҡайтып керһә – минеке.Иҫкеһеҙ яңы булмай, яманһыҙ яҡшы булмай.Ит изгелек – көт яуызлыҡ.Йомшаҡ йәйеп, ҡатыға ултырта.Йыл йылға оҡшамай.Йылан ағыу тапҡан сәскәнән бал ҡорто бал табыр.Йыраҡ һал – яҡындан алырһың.Йыуаштан йыуан сыҡҡан.Йәйен аҡтан, ҡышын ҡаранан кейен.Йәйгә сыҡһаң – ҡышын, ҡышҡа сыҡһаң, йәйен уйла.Йәйе барҙың ҡышы бар.Михнәт күрмәгән – рәхәт күрмәгән.Михнәт көйрәтә, аҡылға өйрәтә.Саҡырған ергә бар, ҡыуған ерҙән кит.Ситлеккә ябылғас, йыртҡыс та йыуашланған.Һандуғас юҡ йылды ҡарға дан тотор.Һыу тулҡынланмай тормай.Һылыу күңел аҙҙырыр, алтын юлдан яҙҙырыр.Хикмәт бар ерҙә михнәт бар.Хәйерсе байыһа, хәйер бирмәҫ.Шатлыҡ килмәй, ҡайғы китмәй.Тамсы тама@тама таш тишә.Тамсынан диңгеҙ йыйыла.Таш менән атҡанға аш менән ат.Ут менән һыу уйнамаҫ.Уттан алды, һыуға һалды.

100 Рухи хазиналар

Page 101: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Уң ҡулым, һул ҡулым – барыһы ла үҙ ҡулым.Әсеһеҙ сөсө булмаҫ.Уңы барҙың һулы бар.Үлем илауһыҙ, туй үпкәһеҙ, ер ташһыҙ, ил яуһыҙ булмаҫ. Әсене татымаһаң, тәмлене танымаҫһың. Әүәл яфа күрмәй, һуңынан вафа килмәй. Әүәлгенең михнәте – ахырғының шатлығы, Әүәлгенең шатлығы – ахырғының михнәте. Юҡты юҡ итһәң, бар булыр. Юҡтан бар булған, барҙан юҡ булған.Юҡтан бар булған – тәңре менән тиң, Барҙан юҡ булған – үлем менән тиң. Яҡшы көндө өмөт иткән – яман көнгә түҙер.Яфа тартмай, вафа юҡ. (Вафа – ғәр. 1. Тоғролоҡ, ышаныс; 2. Ир@атисеме)Яңы ҡаза килгәс, иҫке ҡаза ишек төбөндә ултыра. Яҙ – игенсе, ҡыш – теләнсе. Яҙ сәсеүен ҡыштан ал.Ярлы бай булырға, сирле һау булырға тырышыр. Ябаға тайҙы хурлама: яҙға сыҡһа, ат булыр, Йәш егетте хурлама: уҡыһа, илгә баш булыр.

2. Оҡшаш оҡшағанын табырҒүмер юлын үтә барған һайын, бәндә был тормоштоң күргәҙмәле һәм ғибрәтле

һабаҡ икәненә тәрәнерәк төшөнә бара. Уның яҙмышына тәғәйен атаNәсә, ту Nғандар, дуҫNиш, икенсе яртыһының кем булыры – барыһы ла карма законы ашахәл ителгән, йәғни бәндә үҙенә тейешле ҡуласа менән ҡармап алынған булыр. Лә Nкин әҙәмгә һайлап алыу, аҡты ҡаранан айырыу хоҡуғы ла бирелгән. Үҙеңдеуратып алған мөхит, эргәNтирәңдең хәлNторошо – барыһы ла эске донъяңдың,ниәт тәреңдең тышҡы сағылышы, ти йога. Психотерапевтар кемуҙарҙан асышяһап, беҙгә өйрәткән аҡылNкәңәштәре – беҙҙең атаNбабаларға күптән инде танышбул ған хәҡиҡәт! Түбәндәге мәҡәлNәйтемдәр ошо йәһәттән бик фәһемле:

Аҡсаны аҡса таба.Айныҡ башта – айныҡ аҡыл.Аптыраш менән йөҙәш икәүһе кергән өйҙәш.Ас теләнсене туҡ теләнсе ҡыҫтаған.Астың хәлен ас белер, туҡ белмәҫ.Атаһы башҡа менән ҡуян аулама,Заты башҡа менән болан аулама.Ат ат эҙенән йөрөр.Аттың үҙе ниндәй – йөгө шундай.Атты ат һаҡлай.Аты барҙың дуҫы бар.Аты барҙың ҡанаты бар.Ат аҙғыны тайға, ир аҙғыны байға эйәрер.Ауан ауға сыҡһа, ауҙа ғауға сыға.Ашына күрә табағы, эшенә күрә тамағы.Ашына күрә табағы, балына күрә ҡалағы.Бал себенде, яҡшы һүҙ әҙәмде эйәләштерә.

Рәшиҙә Ғиззәтуллина 101

Page 102: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Бар өҫтөнә бар, май өҫтөнә бал.Бар янына бар һыя.Бай бай өсөн тырыша, ярлы ярлыға булыша. Бай балаһы байға, бей балаһы бейгә оҡшар. Бай менән бай туған. Байға ярлы дуҫ булмаҫ.Бай байҙы оҙатыр ҡоламаһын тип, ярлыны оҙатыр урламаһын тип.Байҙы мал баҫыр, ярлыны бала баҫыр. Байҙың аласағы, ярлының бирәсәге күп булыр. Байҙың ишеге байға асылыр. Байҙың күңеле малда.Батҡан тайғандан, йығылған һөрөнгәндән, йыртыҡ тишектән көлгән.Бер алдар гел алдар.Бер бәләгә тарыһаң, башың бәләнән сыҡмаҫ. Бер кирегә китһә, гел кирегә китә. Берәүҙең быҙауы үлһен тиһәң, үҙеңдең үгеҙең үлер. Булмаҫ иргә бөкрө ҡатын.Бәлә яңғыҙ килмәй, бәләһе артынан ҡазаһы йөрөй. Бүре ҡуйға дуҫ булмаҫ. Дуғаңа ҡарап, ҡыңғырау таҡ. Егет һүҙен егет йыҡмаҫ. Егет – егеттең көҙгөһө.Егетте дуҫынан таны. Елгә ут һимерер. Еләк еләккә ҡарап бешә. Инәһе ниндәй – ҡыҙы шундай. Иплегә иптәш күп. Ир@егет өйҙән сыҡһа, өйөрөн табыр. Ир ҡәҙерен ир белер.Ир аҫылы ҡарталыр, зат затына тарталыр. Ишәй ишен Бохаранан барып тапҡан. Ишәй ишен, ҡушай ҡушын тапҡан. Ишәк түшәк ҡәҙерен белмәҫ. Йылыға йылан да эйәләр.Йәмһеҙҙең көҙгөһө насар, булдыҡһыҙҙың көрәге алама. Йорт һатып алма, күрше һатып ал. Кем арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырлайһың. Кеременә күрә сығымы. Кесегә мәрхәмәт, олоға итәғәт күрһәт. Кесегә шәфҡәт менән юл бир, олоға хөрмәт менән ҡул бир. Кәкре менән бөкрө бер туған. Кәкрегә бөкрө. Көрәге булһа, сүбе табыла. Көнөн ҡайғы, төнөн хәсрәт.Күл күлгә ҡойор. Күңелдә юҡты күҙ күрмәҫ. Ҡаҙ ҡаҙ менән, өйрәк өйрәк менән осор. Ҡаҙ ҡаҙ менән, таҙ таҙ менән. Ҡунаҡ ҡәҙерле булһа, ҡаҙан тиҙ ҡайнай. Ҡунағына күрә хөрмәте.

102 Рухи хазиналар

Page 103: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Ҡар башына ҡар етер, хан башына хан етер. Ҡараҡ ҡараҡты бүркенән таный. Ҡарға ҡарға менән осор. Ҡарға ҡарғаны маҡтар. Ҡарлуғас балаһын осорға айыу өйрәтмәҫ. Ҡара болотто ҡара урман тарта. Ҡатыны яман ир аҙыр. Ҡот киткән өйҙән йот китә. Ҡош ҡош менән аулана. Мал эйәһенә оҡшай. Салышҡа ҡыйыш. Силәгенә күрә ҡапҡасы. Сүп өҫтөнә сүмәлә. Һөймәгәнгә һөйкәлмә. Һабаһына күрә бешкәге.Тайға тай, байға бай эйәрер. Тауығына күрә төлкөһө. Тиңең менән тибешһәң дә килешә. Тиң тиңе менән, йүнле йүне менән. Тиң тиңе менән, тинтәк тиле менән. Тиң тиңде, бизмән герҙе тарта. Тиң@төш килмәй, күңел булмай. Туған туғандың маллыһын ярата. Ут менән һыу ҡауышмаҫ.Шатлығыңды шатланышыр, ҡайғыңды ҡайғырышыр кешегә һөйлә.Хәйерсене хәйерсе күрә алмаҫ.Юрғалыға юлдаш булма.Эйәһенә күрә бейәһе.Эт аяғына эт баҫмаҫ.Эт менән эт, иҫерек менән иҫерек дуҫ.Ялҡауҙың аты ла аҙымһыҙ булыр.Ярлыны хәйерсе талай.Ярлы кешенең аҡсаһын яман тауар бөтөрөр, Ярлы булыр кешегә ҡазалы мал тап булыр. Ярлы малы ярҙан осор. Яҡшы мал эйәһен табыр. Ярлы булыр егеткә ҡазалы мал тап булыр, Яңғыҙ булыр егеткә ҡыҫыр ҡатын тап булыр.

3. Донъя – алдаҡЙога аңлатыуынса, һәр беребеҙ хисNтойғоноң алдауы нигеҙендә ысын бар лыҡ N

ты боҙоп күҙ алдына килтерә. Шуға күрә һәр бер быуын, ололарҙың киҫәтеүенә ҡа Nра май, һанап бөтөргөһөҙ күп хаталар ҡыла. АбынғасNһөрөнгәс, арҡаға туҡмаҡтар,баш ҡа бәләләр төшкәс, бик булмаһа, көсNкәр китеп, түшәккә йығылғас ҡына, һиҫ Nкә нә әҙәм балаһы – һәм был бөтә кешелек тарихына хас. Халыҡ был әсе дө рөҫ Nлөктө йырға ла һалып әйтә:

Улай тиеп кем әйтә,Былай тиеп кем әйтә?Ышанмағыҙ был донъяға —Был донъялар һемәйтә.

Рәшиҙә Ғиззәтуллина 103

Page 104: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Донъяның күҙгә күренгән, ҡолаҡҡа ишетелгән, тәме тойолған ләззәттәременән мауығыу эске донъяңдың эйәһе – йән талап итер рухи ҡиммәттәрҙән бушҡалдырып, үкенес кисертәсәк. Түбәндә килтерелгән өгөтNнәсихәттәр, бушшалтырауыҡNялтырауыҡтарға ымһынып, яңынанNяңы ҡармаҡҡа эләкмәҫкә өй Nрәтә, эшкә ашмаҫ хыялдарҙан арынып, донъяға айныҡ ҡарашта булырға саҡыра:

Айыуҙан ҡастым, бүрегә юлыҡтым. Алланан ҡасҡан – муллаға барып тотолған. Аллаға ышан, үҙең ҡымшан. Аллаға тапшырған – атһыҙ ҡалған.Алмаған ерҙә – алтын, бармаған ерҙә – баҡыр, күрмәгән ерҙә көмөш бар.Барһаң, тимер табылмаҫ.Алтын тотҡан алтынды таныр, күрмәй күргән еҙҙе лә алтын тир.Алтын йүгән атты яҡшыртмаҫ.Алыҫтағы ҡояш нығыраҡ йылыта.Арыҫландың, айға менәм тип, биле биртенгән.Аслыҡ ҡапсык аҫтырыр, иманыңды һаттырыр.Асҡа кәңәш биргәнсе, күмәс бир.Ат бар – арба юҡ, ҡаҙан ҡайнай – ярма юҡ.Аты юҡ – кәртә төҙәткән.Атын алдырғас, ҡапҡаһын йүнәткән.Аҙбары бар, аты юҡ. Аты булһа, ҡамыты булмай.Ата алмаған атаһына үпкәләр.Атай үлде – иркен ҡалды, ҡыҙыл тышлы туны ҡалды.Атҡа менгәс, атаһын танымаған.Ауыҙ ашай, күҙ ояла.Байға ялланма, юҡҡа алданма.Байҙың юҡмын тигәненә, ярлының туҡмын тигәненә ышанма. Байҙар күк ат егә тип, мин дә ектем күк бейә. Байлыҡ – боҙға яҙған. Беләгенә ҡарама, йөрәгенә ҡара.Бер юл бар – алыҫ, алыҫта булһа – яҡын, бер юл бар – яҡын, яҡында булһа– алыҫ.Бер йыландан ҡасып, икенсе йыланға һырынма.Бөтә донъяны һыу баҫыуҙан өйрәккә ни ҡайғы.Булмағанға ышанма.Бүренән бүрек ташлап ҡотолоп булмай.Булмаҫ ир буйраҡ һыуҙа балыҡ тота.Бәхетте сепрәккә төрөп йөрөтмәйҙәр.Бәхет ҡош түгел, бер ысҡынһа, тотоп булмай.Диңгеҙ төбөндәге ынйынан тау башындағы таш артыҡ.Донъя рәхәте сабый саҡта.Дошман ни тимәҫ, төшкә ни кермәҫ.Дуҫ битлеген кейгән дошман хәтәр.Дуҫтан дошманды айыра бел.Дуҫың күбәйһә, шуны бел: аранан бере дошмандыр.Гөлөнә ҡарама, төбөнә ҡара.Ел сәсһәң, дауыл урырһың.Ҙурҙы уйлап, әҙҙән ҡалма.Кеше елкәһе ауыртмай.

104 Рухи хазиналар

Page 105: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Кеше иренә ышанып, түшәк йәймә.Кеше ауыҙындағы һөйәк ҙур булып күренә.Кис ҡурҡҡан – көндөҙ сыра яндырыр.Күҙгә күренде, ҡулға кермәне.Күҙ күрмәһә, көйөнөсө юҡ.Күктән көткән – ерҙә табылған.Күптең һанын биргәнсе, аҙҙың бәрәкәтен бирһен.Күпте теләгән – берҙән ҡоро ҡалған.Күрше тауығы ҡаҙ булып күренә.Күршенеке күрекле күренә.Көн күгендә ҡояш ялтырай, ул да миңә булһасы. Кәзә тоҙ, ирҙәр ҡыҙ тип ҡартайыр. Ҡабул булмаҫ доғаға амин тотма. Ҡаҙанға һалмағанды ҡашыҡ менән эҙләмә. Ҡатындың һүҙенә алданма, йүгерек атыңа таянма. Ҡолағын ятҡырған аттан һаҡлан. Ҡошто ем менән алдайҙар. Ҡурҡҡанға ҡуш күренгән. Ҡыҙ тип ҡыҙыҡма, ҡәйнә ҡыҙҙан ярала. Ҡыҙҙың күҙе ҡыҙылда. Ҡыҙыл алмаға алданма. Ҡыҫыр ҡатындан бала таптырма.Ҡышҡы көндөң йылыныуына, дошмандың йылмайыуына ышанма.Иҙел менән боҙға таянма.Ике кәмә ҡойроғон тотҡан – һыуға батыр.Иҫке өйҙө һүткәнсе, яңыһын һал.Иҫәпһеҙҙең ҡуйы теүәл.Йүгерек атҡа менгән – тәңреһен онотҡан.Йоҡлаған йыландың ҡойроғона баҫма.Йөҙө аҡ тип алданма, эсе ҡара булмаһын.Йәйҙең өйө киң.Йәмһеҙ булһа ла – бай ҡыҙы матур, ярлы ҡыҙы матур булһа ла – йәмһеҙ.Матур матур түгел, һөйгән матур күренер. Себенгә суҡмар күтәрмә.Селләлә берәү өшөп үлгән, байрамда берәү асығып үлгән. Ситкә ышанған илһеҙ, дошманға ышанған ҡулһыҙ,Байға ышанған аш@һыуһыҙ, ҡолға ышанған атһыҙ ҡалған. Сәскәһенә ҡыҙығып, сәнскеһенә ҡаҙалма, һалам ялҡыны тиҙ һүнер.Һауалағы торна тип, ҡулыңдағы турғайҙы осорма.Һауанан балыҡ эҙләмәйҙәр. Һыуға таянма, дуҫҡа инанма.Һәр һаҡаллы олатайың булмаҫ.Һәр ялтыраған алтын түгел. Табағыңда ашың күп булһа, дуҫ@ишең күп була. Тайға эйәрмә, атҡа эйәр. Тауға ҡарап тау булма. Тауыҡҡа күҙ һалып, һарыҡтан ҡолаҡ ҡаҡма.Теләк ҡоторта, оят тыя. Тилегә диңгеҙ тубыҡтан. Туй ашы менән дуҫ табылмай.

Рәшиҙә Ғиззәтуллина 105

Page 106: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Туйға барһаң, туйып бар. Туйғас, бал да әсе тойола. Төлкө тотам тип, ҡуяндан ҡоро ҡалма. Төлкө артынан йөрөп, көлкөгә ҡалма. Төлкө төшөнә тауыҡ, тауыҡ төшөнә тары керә. Төтөндән ҡурҡҡан – утта янған. Ун икенең бере юҡ.Үҙ елкәмде күрмәйем, ҡәйнәмдеке – ҡап@ҡара. Үҙе юҡтың күҙе юҡ. Уңмағанды ҡыума. Үлгән һарыҡ бүренән ҡурҡмаҫ. Үлгән ағайға – юғалған тай. Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа.Ышанған ояла ҡош юҡ, ышанған тауҙа кейек юҡ. Әсе менән сөсөнө татыған белер, алыҫ менән яҡынды юртҡан белер.Әҙәмдең күҙе туймай. Эсе менән тышы булһа, тун тегер инем, энә менән еп булһа. Эшсән бәхетте эштән, ялҡау ситтән эҙләр.Юғалған ҡуйҙың ҡойроғо ҙур булыр, үлгән һыйыр һөтлө булыр. Юҡ аҡсаға ҡапсыҡ текмәйҙәр. Юҡҡа алданып, барҙан буш ҡалма. Ямғырҙан ҡасып, буранға эләкмә. Ямғырҙан кәр ҡасып, даръяға эләкмә.Яҡшы көндәр, күп булһа ла, аҙ күренер, яман көндәр, аҙ булһа ла, күпкүренер.

4. Тормош – ғазап сигеүБыл донъяға килгән йән эйәләре кисерер ыҙаNяфаларҙың бөтәһенә лә тигеҙ

тейерҙәре бар: тыуым, сир, ҡартлыҡ, үлем. Унан башҡа ярлылыҡ, ҡоллоҡ, аслыҡ,етемлек, яңғыҙлыҡ, дошманлыҡ, ғәҙелһеҙлек, айырылышыу, төрлө юғалтыуҙаркеүектәре лә һағалай әҙәм балаһын. Был турала Ризаитдин Фәхретдин: «Донъянаҙандарҙы алдай, уҡымышлыларҙы ла рәхәтләндермәй. Уға әҙәм балалары илапкилеп керһәләр, олоғайып, михнәт күреп, яфаNғазап сигеп, зарланып үләләр», –тигән. Ошондай ыҙаNяфаларҙың йән эйәһенә хатаNгонаһтарҙан үкенес кисереп,тәүбәгә килеү, рухи таҙарыныу өсөн бирелгәнен тойғанда ғына кеше һыныпNбөгөлөп төшмәй, киреһенсә, минNминлеге менән көрәшергә, үҙ етешһеҙлектәренүҙе еңергә өйрәнә.

Башҡа бәлә килде тип, башты ташҡа ормайҙар.Бурыс ашағансы, борос аша.Бурысһыҙ ярлылыҡ – үҙе байлыҡ.Бәндә һағьшлай, Хоҙай бағышлай.Бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөр.Бәлә аяҡ аҫтында.Бәләне һатып йә атып алалар.Етем илаһа, донъя илар.Ирҙе михнәт еңә алмаҫ.Ирһеҙ бер илар, ирле мең илар.Ир ҡайғыһы итәктә, бала ҡайғыһы йөрәктә.Кешене эш түгел, ҡайғы бөтөрөр.

106 Рухи хазиналар

Page 107: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Килер ҡаза ирҙән аҡыл таптырмаҫ.Күҙ йәшенә быуа юҡ.Күл ҡамышһыҙ, бәндә һағышһыҙ булмаҫ. Күрәсәкте күрмәй, гүргә кереп булмай. Ҡайғы ҡайғыны баҫа.Ҡайғы юҡта ҡайғы иттем ҡайным ҡарттың үлемен.Михнәтһеҙ тапҡан мал иҫәпһеҙ китер.Нужна күрмәй, ир булмай.Нужна ҡалас ашата.Сабыр иткән – мораҙына еткән.Сирлегә үлем күрше.Һәр башҡа бер үлем, яман ҡатын алғанға ике үлем. Түҙгән – тимер өҙгән. Тән ҡартая, йән ҡартаймай. Үлемдән оят көслө.Әжәл менән бурыстан ҡотола алмаҫһың.Юл ғазабы – гүр ғазабы.Яҡшы килен – килем, яман килен – үлем.

5. Эҙемтәһе сәбәбенә күрә килерКарма тураһындағы тәғлимәт булараҡ, йога кешенең был тормоштағы хәлN

әхүәленең торошон элекке ҡылған ҡылыҡтарына бәйләп аңлата. Йәғни сауабы ла,язаһы ла һәр кемдең үҙенеке – үҙенә. Был хәҡиҡәт берәүҙәрҙе тормош һы нау Nҙарын аңлы рәүештә күндәм ҡабул итергә, сабыр булырға, башҡаның уңышынакөн ләшмәҫкә, кеше бәхетенә ымһынмаҫҡа өйрәтә. Икенселәре иһә уңышҡа өл гә Nшеп, рәхәтлектә йәшәгәндә тәкәбберлек, һаранлыҡ, ҡомһоҙлоҡ кеүек кире си фат Nтар булдырмауға ынтылырға тейеш. Шул ук ваҡытта әлеге бөтә булмышың менәнкиләсәк өсөн сәбәп тыуҙырыуыңды белеү, үҙ сиратында, маҡсаттарыңды үргәйүнәлтә, йәшәү рәүешең өсөн яуаплылыҡты арттыра. Артабанғы мәҡәлNәйтемдәрбыл дөрөҫлөктө япNябай һәм апNасыҡ итеп ярып һала:

Ағас емеше менән, кеше эше менән матур. Ағас тамырына ҡарап үҫә.Айғыр ҡалдырһаң – йүнлеһен, ҡусҡар ҡалдырһаң – йөнлөһөн ҡалдыр.Алдын бер уйла, артын биш уйла.Алдыңа килгән ашты йота бел.Алтылағы – алтмышта.Арпа сәсеп, бойҙай үҫмәҫ.Ат – менгәндеке, тун – кейгәндеке.Атаһын күр ҙә улын ҡос, әсәһен күр ҙә ҡыҙын ҡос.Атаңа ни ҡылһаң, алдыңа шул килер.Аттың үҙе ниндәй, йөгө шундай.Аты барҙың – ҡанаты, һыйыры барҙың һыйы бар.Ауыр күтәргән – билен һындырған.Ауыҙы бешкән өрөп ҡабыр.Ауыҙың ҡыйыш булһа, көҙгөгә үпкәләмә.Ашаған табағыңа төкөрмә.Ашланған ер аш бирер.Баҡырҙы күпме ағартһаң да, көмөш булмаҫ.Балта оҫтаһы балтаһынан билдәле.

Рәшиҙә Ғиззәтуллина 107

Page 108: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Балыҡты йөҙөргә, үгеҙҙе һөҙөргә өйрәтмәйҙәр.Барманың бар булһа, барһаң, айран эсерһең.Башыңа төшһә, башлыҡ булырһың.Бер кеше бәхете икенсегә булмаҫ.Биш уйла, бер эшлә.Бирмәҫтең ашы бешмәҫ.Бирһәң – алырһың, сәсһәң – урырһың.Буйына күрә күләгәһе.Булыр бала биләүҙән.Булырҙың быуынынан билгеле.Булыр ҡолон бәйҙә уйнар.Булмаҫ ҡатындан бөкрө тыуыр.Бур булдың – хур булдың.Бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай.Бүре балаһын тоторға өйрәтһә, һарыҡ бәрәсен ҡасырға өйрәтер.Бүре – бәйләүгә, дуңғыҙ әйҙәүгә күнмәҫ.Бүрәнәнең йыуан башы кем елкәһендә – шуға ауыр.Бәйел аҙмай, башҡа бәлә килмәй.Бәхет башы – тәүфиҡ, бәхетһеҙлек башы – ялҡаулыҡ.Бәхет ерҙән түгел, тирҙән сыға.Гонаһына күрә язаһы.Дошманың күп булһа, үҙеңә үпкәлә.Дуңғыҙға эйәргән батҡаҡта аунар.Ел иҫмәй, япраҡ һелкенмәй.Елдән килгән – ергә киткән.Емеш ашағың килһә, сәскәһен өҙмә.Егет үлһә – аты, үгеҙ үлһә, ите ҡалыр.Егеттең үҙе үлһә лә, һүҙе үлмәҫ.Етеһендә ни булһа, етмешендә шул булыр.Иген келәттә, кеше хеҙмәттә күренә.Иҙел күрмәй, итек сисмәйҙәр.Илар бала атаһының һаҡалы менән булашыр.Инә ҡаҙ ҡаңҡылдамаһа, ата ҡаҙ бармай.Ип@яй булһа, ит@май булыр.Иртә барһаң, ит бешер, кискә ҡалһаң, бит бешер.Иртә ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта.Исеменә ҡарап есеме.Ишәк маҡтанып толпар булмаҫ.Ишәккә алтын эйәр һалһаң да, һаман ишәк.Йоҙағын эшләгән асҡысын да эшләр.Йөҙөң ниндәй – көҙгө шулай күрһәтер.Йөрөгән таш шымарыр, ятҡан таш мүкләнер.Йүнһеҙ бала ата йортон хурлар.Йүнһеҙҙән йүнһеҙ тыуыр.Йыланды ҡотҡарһаң, тәүҙә үҙеңде сағыр.Йыландың балаһы ла йылан.Йыланға юлдаш булһаң, ҡулың сағыр.Йәйең рәтле булһа, сәйең шәрбәтле булыр. Йәрәбә һалынған – яҙмышҡа һалынған. Кем эшләмәй – шул ашамай.

108 Рухи хазиналар

Page 109: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Кеременә күрә сығымы.Кеше ҡапҡаһын асһаң аяҡ менән, үҙеңдекен ҡағырҙар таяҡ менән.Кешеһенә ҡарап кейемен бес.Кешенән кеше кәм түгел, тик бәхеткәйҙәре тиң түгел.Киндер сәсһәң, күлдәк кейерһең.Күрекле тыума, бәхетле тыу.Күрәсәкте күрмәй, гүргә кереп булмай.Ҡабат эшләгән эш һабаҡ булыр.Ҡаҙан хәлен сүместән һора.Ҡаҙанда ни булһа, сүместә шул сығыр.Ҡайҙа барһаң да, ҡара һаҡалың артыңдан ҡалмаҫ.Ҡанға һеңгәнде йыуып та, юнып та бөтөрөп булмай.Ҡатын ауырыһа, өйҙөң йәме китер.Ҡолон аҫыраһаң, ат менерһең.Ҡулың эшләһә, ауыҙың тешләр.Ҡумыҙ бейетмәй, моңо бейетә.Ҡурайы юҡтың өнө юҡ, өнө юҡтың көнө юҡ.Ҡыҙ ҙа булһын, быуаҙ ҙа булһын.Ҡыҙыл телемде тыйманым, ҡыҙым өйөнә һыйманым.Ҡылыс алғанда ҡулың ҡалтыраһа, башың ерҙә булыр.Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленер.Май сүлмәге тышынан билдәле.Мал аҫыраған – май сәйнәгән.Мал көрлөгө көтөүсенән.Мая башы – бер күкәй.Ни сәсһәң, шуны урырһың.Ни ҡысҡырһаң, шуны ишетерһең.Оло ат менән уйнаған тайҙың аяғы аҡһаған.Орлоғона күрә емеше.Осҡондан ялҡын ҡабыныр.Өйө барҙың көйө бар.Өлөшөңә төшкән көмөшөң.Себеште көҙ һанайҙар.Сиңерткәнән ҡурҡҡан иген икмәҫ.Соҡорға төшкәнсе, сығырыңды уйла.Сәсмәгән – урмаҫ.Сәскән йыяр, сәсмәгән илар.Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың.Таштан йүкә һуйылмай.Тик торған – отторған, тик тормаған – туҡ торған.Тирең кипмәһә, байлығың китмәҫ.Тиреҫ сығарһаң ереңә, ташып бөтөрә алмаҫһың өйөңә.Туйға тип йыр һаҡлаған, туйға килһә, йыр тапмаған.Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.Һыу бешеү менән май төшмәҫ.Уйындан уймаҡ сығыр.Улай итмәй, былай булмай.Утһыҙ төтөн булмай.Уттың, сирҙең эҙен ҡалдырма.Үҙ ғәйебеңдең ниҙә икәнен балаң үҫкәс белерһең.

Рәшиҙә Ғиззәтуллина 109

Page 110: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Үҙ ҡылғаның үҙеңә ҡайта.Үҙең ҡарға булһаң, балаң һандуғас булмаҫ.Үҙең яҡшы булһаң, кеше лә яҡшы.Ырыҫ арыҫландың ауыҙында, төркмәндең түрендә.Хеҙмәт ҡаты – емеше татлы.Хеҙмәтенә күрә хөрмәте.Һәр кем үҙенсә табына, үҙенсә абына.Эҙләмәйенсә энә лә табылмай.Энә үткән ерҙән еп тә үтер.Этенән күреп, көсөгө өрөр.Эттән эт тыуа, ҡоштан ҡош тыуа.Эшенә күрә ашы.Эш яратҡан – уңған, яратмаған – туңған.Әсәһе тирәккә менһә, ҡыҙы ботаҡҡа менер.Әсәһе юрға булһа, ҡыҙы йөрөшлө була.Әсәнән күргән – тун бескән, атанан күргән – уҡ юнған.Юнышҡан ерҙә юнышҡы ҡалыр.Яҡшы ҡарсыҡ – өй ҡаҙнаһы.Яман ҡатын түшәгенән билдәле.Ярлы булыр егет бейәһен атҡа һатыр,Яңғыҙ булыр егет ағай@энеһен ятҡа һатыр.Яуыз бала атаһының ауыҙын ябыр.Ярыҡ ҡурай уйнамаҫ.

Шулай итеп, был хеҙмәтебеҙ менән беҙ башҡорт халҡының иң боронғо сәсмәтел төрҙәренән һаналған ҡобайырҙар, мәҡәлдәр, әйтемдәр нигеҙендә уның әхлаҡнор маларының боронғо донъяуи дин – йога тәғлимәтенең нигеҙе булған ЯмаNНиямаға тап килгәнен асыҡланыҡ. Был дәлилләүҙәр аша тағы ла бер тапҡыр бо Nрон ғо рухи ҡиммәттәребеҙҙең тәғәйенләнешен билдәләнек. Йога – халыҡҡа әх ла Nҡи тәрбиә биреү мәктәбе. Ә ул мәктәптә төп вазифаны башҡарыусылар – йо га Nның иң юғары баҫҡыстарына күтәрелгән аҡыл эйәләре, аң үҫеше буйынса юға рышә хестәр – сәсәндәр (санскрит: sasni – табыусы, биреүсе, таратыусы, өлә шеү се).

Рәшиҙә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

Ҡулланылған әҙәбиәт:Галин Салауат. «Тел асҡысы халыҡта» Башҡорт фольклоры:

аңлатмалы һүҙлек. Уҡыу ҡулланмаһы, – Өфө: Башҡортостан «Китап»нәшриәте, 1993. – 224Nсе бит.

Ғималова М.Ғ., Хөсәйенов Ғ.Б. «Туған әҙәбиәт» Урта мәктәптең 8Nсе классуҡыусылары өсөн дәреслекNхрестоматия. – Өфө: Башҡортостан «Китап»нәшриәте, 1993. – 352Nсе бит.

Нәҙершина Ф. А. Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр,Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө –1980. – 472Nсе бит.

Нуриахметов А.М., Хизбулдина Д.И. Башкирские, русские и английскиепословицы и поговорки. – Уфа: Китап, 2002 . – 96 с.

Әхтәмов М. Ҡайҙан һин, халҡым күңеленән ынйы йыйыусы? «Ағиҙел»,2007, №5. – 146 – 157Nсе биттәр.

110 Рухи хазиналар

Page 111: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИ ҺӘМ ДӘРДМӘНД

«Эш бөтөү менән атайым дуҫтарына һәм шәйехтәренә сәйәхәткә китә...Юлда Ҡарағай3Ҡыпсаҡ, Бөрйән ырыуҙарына ҡараған дуҫтарының һәмшәйехтәрҙең йәйләүҙәрендә мәжлестәр ойошторолор ине. Унда ғилми,дини, ҡайһы бер ваҡытта сәйәси мәсьәләләр хаҡында һөйләшәторғайнылар. Кире ҡайтҡанда атайым, үҙҙәрен дастан ҡаһарманы типиҫәпләгән Мәһәҙи һәм Әмин ауылы мосолман казактары, Түңгәүер,Тамъян һәм Ҡатай ҡәбиләләре юлы менән килеп, ундағы дуҫтары менәнкүрешер ине. Был сәйәхәт ай ярымға һуҙыла. Һәр йыл ҡабатланғансәйәхәттең өсөһөндә мин дә ҡатнаштым. Минең бурыс – ат менән арбабағыу. Һәр сәйәхәт фекер хаятыма йоғонто яһаны»,– тип яҙа ӘхмәтзәкиВәлиди Туған үҙенең “Хәтирәләр” китабында.

Бына ошо сәйәхәттәрҙә Ә. Вәлиди атаһы менән Рәмиевтарҙың алтынпри ис кы ларында туҡтап, улар менән, бигерәк тә Мөхәммәтзакир Мө хәм 3мәт са диҡ улы Рә миев – Дәрдмәнд менән, яҡындан аралашып йәшәүҙәрету ра һында ла “Хә ти рә ләр”ендә бәйән итә.

1906 йылдың октябрь айынан Фәтих Кәрим етәкселегендә “Ваҡыт”гәзите, шу лай уҡ башҡорт ғалимы, Рәсәй мосолмандары ҡазыйыРизаитдин бин Фәх ретдин етәкселегендә Ырымбур ҡалаһында алтынхужалары Рәмиев тар ҙың көсө менән барлыҡҡа килгән шул уҡ “Ваҡыт”гәзите матбағаһында 1907 йылдың декабрь айынан “Шура” журналынәшер ителә башлай.

Атаһы Әхмәтшаһтың яҡын дуҫы ҡазый Ризаитдин хәҙрәттең ойоштороуһәләтенә эйә булыуын һәм уның Рәмиевтар тарафынан төҙөлгән берҡатлы йортта йәшәгәнлеге, шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлиди “Хәтирәләр”ендәбыл затҡа үҙенең уҡырға, бигерәк тә урыҫса өйрәнеү теләге барлығытураһында һөй ләшеп ултырыуҙарын яҙғас: «Мин “Шура” журналыннәшер итеү се ләр ҙән шағир Закир Рәмиев менән дә өйөнә барыпкүрештем. Был зат менән 1906 йылда Троицкиға ки теп барышлай Ирәндектауҙарының көн сы ғы шындағы Солтан тип йөрө төлгән алтынрудниктарында атайым менән бергә барып танышҡайным. Шиғырҙарыбик гүзәл, үҙе сығатай әҙә биәтен бик яҡшы белә ине. Ырымбурға килгәнйылда «Шура» жур на лының тышында Алишер Навоиҙың “Тәңре, мин ға 3шиҡ бул ған лыҡтан, яратҡан һылыуҙың сәстәрен дә уның үҙе буйлыҡ итепярат ҡан” мәғәнәһендәге ике мысраһы (шиғыр юлы – И.Ғ.) (был, асылда,XIV быуат Алтын Урҙа шағиры Хәрәз ми ҙең шиғыры булһа кәрәк) дүртмысра итеп бик гүзәл ысулда нәшер ителде. Мин Закир бейгә был өҙөктөңбик матур булыуын әйттем һәм Навоиҙың хә теремдә ҡалған бәғзе башҡашиғырҙарын яттан һөй ләнем. Ул был шиғырҙарҙы шунда уҡ дәфтәренә

Башҡорт йылъяҙмаһы

Page 112: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

яҙып алды. Әйткәндәй, ша ғирҙың «сит илдә инсан һөйөнмәҫ, ҡул көсөнөңдә, ғалимлығының да шәф ҡәтенән хәйер күрмәҫ, алтын ситлек эсендәматур гөл үҫһә лә, былбыл иһә дегәнәк араһында ла оя ҡора алмаҫ»мәғәнәһендәге шиғыры миңә бик оҡшай ине. Закир Рәмиев шиғырҙыңминең хәлемә тап килеүен һис шикһеҙ аңланы. Мин уға Ҡазанғакитәсәгемде һәм унда урыҫ теле мөғәллиме әҙерләү мәктәбенә инепуҡырға ниәтләүемде һөйләнем, ул да быны хупланы. Аҡса яғынанхәлемдең хөрт булыуын аңлатып торманым. Шулай ҙа ул «Ваҡыт» гәзитеидараһындағы Ярулла Вәлиев тигән мөхәррирҙе күрергә кәңәш итте. Улиһә иртәгәһенә миңә Закир бай исеменән 50 һум аҡса бирҙе. Закир байбик самими һөйләште. Ул минән, Навои әҫәрҙәрен ҡайҙа уҡының, типһораны. Мин иһә «Диван»дың атайымда һәм Алағуянда Ҡасҡынбайҙарҙа,ташҡа баҫылған “Хәмсә”һенең Һайран ауылындағы Бикбулат хәҙрәттәбулыуын һөйләнем. «Тимәк, Закир бай ул ваҡыт Навоиҙың «Хәмсә»һеменән «Диван»ын күрмәгән әле, “Мөһәкәмә”һен генә уҡыған”, – типяҙып, М.З. Рәмиевты ихтирамлы, алдан күрә белеүсе, иғтибарлы, ярҙамсылһәм абруйға лайыҡ кеше булараҡ һүрәтләй.

Ошо осрашыуҙан һуң күп йылдар үтә... Ә. Вәлиди күп ерҙәрҙә йөрөп төрки ғилем эстәй һәм ғилми китаптар яҙа,

уны төрки халыҡтар араһында ғына түгел, ә бик күп урыҫ зыялыларыараһындағы ғалимдар ҙа ихтирам итә. Бигерәк тә төрки халыҡтар та ри хы 3на бәйле ғилми хеҙмәттәре менән төрөк ғалимдары ғына түгел, ә башҡахалыҡтар араһындағы тарихи хеҙмәттәре менән дан ҡаҙанған ғалимдар ҙаҡыҙыҡһына башлай.

1917 йыл... Һуңынан «Бөйөк Октябрь инҡилабы» тип аталасаҡ халыҡ кү 3тә ре леше хөкөм һөрә. Инҡилап алтын хужалары Рәмиевтар өсөн оло ҡараҡайғыға әүерелә. Совет хөкүмәтенә лә, аҡтарға3ҡыҙылдарға һәм башҡахакимлыҡ итергә те ләүселәргә лә алтын кәрәк. Кемдәргә биргәндәрен дәиҫәпләмәй улар, ал тындарын таратып бөтөрәләр. Һуңынан: «Күрәһең,Аллаһы Тәғәлә шулай ҡуш ҡандыр», – тип әйтерҙәр улар.

1917 йыл аҙағында Ырымбур ҡалаһында Бөтә башҡорт ҡоролтайыуҙғарыла. Бында Әхмәтзәки Вәлиди етәкселегендә мөстәҡил БашҡортМөхтәриәте (Ирек ле леге – И.Ғ.) иғлан ителә. Ҡоролтай ҡарары менәнМөхтәриәт билә мә ләренә ин гән ер өҫтө һәм ер аҫты байлыҡтары уныңмилке тип яҙыла. Рәмиевтарҙың ал тын сығарыу шахталары һәмприискылары ошо тарихи башҡорт сиктәренә инә.

Бик күп йылдар элек 23се Бөрйән улыҫы Муллаҡай ауылында ШәйехҒабдулла бин Сәид әл3Болғари әл3Бөрйәни әл3Һаҡмари ишанНурмөхәмәтов мөдир булған мәҙрәсәлә уҡыған ваҡытта, шағир3сәсәндәрҙең бәйгеләрен тыңларға яратҡан һәм шул ваҡытта шиғриәткәғашиҡ булған һәм, һуңғараҡ Төркиәгә барып, 188031881 йылдарҙаИстамбулда иҫәп3хисап, иҡтисад фәнен һәм төрөк телен, әҙә биәтен,көнсығыш шағирҙарының дастандарын өйрәнеп ҡайтҡан Мө хәммәт за кирРәмиев үҙенең шиғырҙары менән халыҡ ихтирамын яулай. Ул «Дәрдмәнд»(ға жиз, бисара, ҡайғылы – И.Ғ.) тахаллусында яҙа һәм шиғырҙарындаүҙенең тыуып үҫкән башҡорт ерҙәренең гүзәллегенә һоҡланып туя алмай,уны данлай, уның менән ғорурлана. Тәбиғәттең барса нескәлектәрен,ҡоштар һайрауын, сыл тырап аҡҡан шишмә тауыштарын, тауҙарҙың,туғайҙарҙың да матурлығын көй3моңға һалырлыҡ итеп еткерә ул халыҡҡа.

112 Башҡорт йылъяҙмаһы

Page 113: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Бында “Хәтирәләр”ҙә зикер ителгән шәхестәр араһында булған сәйәсинизағты ла яҙып үтергә булдым.

...Инҡилап осоронда була был бәхәс. «Башҡорт» исемле гәзит сығара башланыҡ. Уның тәүге һанындағы

имзаһыҙ мәҡәләне мин яҙҙым. Был мәҡәләлә башҡорттарҙың Төркөстанменән Волга араһында күпер ролен уйнаясағы хаҡында әйттем,Башҡортостандың мөхтәриәткә ирешеүе был маҡсатҡа ҡаршы сыҡҡанҡазандарҙың да, аҙаҡҡы сиктә, Рәсәйҙең көнсығышында ҡупҡан бөйөказатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылыуына сәбәп буласаҡ, тип яҙҙым.

...Мөхәррирҙәрҙең береһе был гәзиттә (23 майҙа) “башҡорт” тигәнһүҙҙән баш тартып, башҡорттарға ла татар исемен мәжбүри рәүештәтағырға кәрәк, мәғәнәһендә мәҡәлә баҫтырып сығарҙы. Был иһә беҙҙеңюлыбыҙға урыҫтар ғына түгел, үҙ арабыҙҙан да ҡаршы сығыусыларбуласағын, улар менән көрәштә күп ҡеүәт һәм ваҡыт сарыф итергәмәжбүр буласағыбыҙҙы күрһәткән йән әсеүле хәлдәрҙең береһе ине», –тип яҙа Ә. Вәлиди Туған.

Ун ике йыл үткәс, Закир Рәмиев менән күҙмә3күҙ осрашыпһөйләшеүҙәре хаҡында иҫләп, Зәки Вәлиди бына нимәләр яҙа: “Былкилгәнемдә көнсығыш төрөктәрҙең мәшһүр ғалимы Ризаитдин Фәхретдинһәм уларҙың бөйөк шағиры Закир Рәмиев менән ике тапҡыр күрештем.Ризаитдин (Риза) ҡазый, беҙҙең эшебеҙгә уңыш теләп, һәр саҡ доға ҡылыптороуын, улдарының беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеүенә ҡәнәғәтбулыуын һөйләне...

...Шулай уҡ яңғыҙ, үҙе бер өйҙә йәшәгән элекке миллионер шағир ЗакирРә миевты ла Ырымбурға ошо килгәндәме, әллә йәйен икенсе тапҡыр кил 3гәнендәме барып күрҙем. Был зат сығатай шағиры Алишер Навоиға ғашиҡине. Ун ике йыл элек Навоиҙың мин уға яттан һөйләп биргән шиғырҙарынаоҡшатып шиғыр яҙыуын һөйләне. Ауырыу хәлдә диванда ятҡанда башаҫтына һалған мендәре лә яҡшынан түгел ине. Байлығын юғалтыуғаҡайғырмауын, әммә милләтенең яҙмышы хаҡында борсолоуын әйтте.Орск ҡалаһында йәшәне. Хушлашып сығыр алдынан Алишер Навоиҙыңбер шиғырын хәтерләнем, тигәс, Ә. Вәлиди шиғырҙы сығатай телендәкилтерә, (быныһын яҙып тормайым – И.Ғ.) һәм, мәғәнәһе: «Үлемдән дәауыр тормошомдо алаһыңмы? Ҡайғымдан һәм ауыр кисерештәремарҡаһында аҡҡан күҙ йәштәремде алаһыңмы? Юҡһа, таш өҫтөнә һалғанхәсрәтле башымды алаһыңмы?» Ысынлап та, шағирҙың баш аҫ тындағымендәре таш кеүек ине. Риза ҡазыйға бер миҡдар ҡағыҙ һәм алтын аҡсабиреүемде, әгәр рөхсәт итһә, уға ла ярҙам итергә теләүемде әйттем», – типта мамлай һүҙен ғалим. Был осрашыу уларҙың һуңғы мәртәбә күрешеүҙәребула.

Ике шәхес... Икеһенең дә ике төрлө яҙмыш. Ләкин уларҙың икеһенең дәяҙмышы башҡорт халҡы менән тығыҙ бәйле.

«Хәтирәләр»енең тәүге биттәрендә: “Уралда һәм Урта Азияла ошо (XX– И.Ғ.) быуат башында булған бөйөк сәйәси хәрәкәттәрҙә ҡатнашасағым,төрөк мил лә тенең киң ҡатламдарының азатлыҡ өсөн көрәше менәнетәкселек итәсәгем (был ки тапта һүҙ шул саҡта барасаҡ), шәреҡтеөйрәнеү фәне буйынса халыҡ3ара ки мәл дә һүҙ әйтәсәк шәхес буласағымтормошомдоң башланған осоронда бер нисек тә алдан күреп белерлек хәлтүгел ине” – тип яҙа Ә. Вәлиди Туған үҙе тураһында.

Ғариф хәҙрәт Ғабдрахманов 113

Page 114: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Башҡорт йөмһүриәтен төҙөгән беренсе юлбашсы, халҡының һәм төркиха лыҡ тарҙың даһи шәхесе, даны бөтә донъяға таралған шәрҡиәт ғалимы,Европа һәм Азияның байтаҡ университеттарының ихтирамлы докторы,Истамбул, Бонн, Геттинген университеттары профессоры булараҡ беләбеҙбөгөн Әх мәт зәки Вәлиди Туғанды.

Заманында совет шымсыларына уны – “халыҡ дошманы”н күргән ерҙәүк хө көмһөҙ, тәфтишһеҙ атып үлтереү йөкмәтелә. Вафатынан һуң бик күпйылдар үт кәс тә уның өҫтөнән сүп өйөүсе көнсөл, әшәке дошмандаретерлек. Хәҙер инде, имеш, ул “Германия шымсыһы” булған икән дә баһа,тип күрһәтергә, халыҡҡа ет керергә тырышалар, Аллаһ һаҡлаһын.

Ғайса ғәләйһиссәләм донъяға килмәҫ элек, боронғо ғалимдар башҡортхалҡы тураһында бик күп мәғлүмәттәр яҙып ҡалдырған. Бына ошохалыҡтың ябай ғына урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуып, башҡорттоңмилләт булараҡ һа ман да юҡҡа сыҡмағанлығын күрһәтеүсе, донъякимәленә лә күтәреүсе ға лим, хал ҡының тоғро улы ул Зәки Вәлиди.Әлхәмдулилләһ, был кеше милләтен дә, илен дә, телен дә, хатта динен дәһатманы, халҡының даһи улы булараҡ, донъя кимәленә күтәрелде һәмхалҡын да таныттырҙы, күтәрҙе. Ғүмеренең һуңғы сәғәттәрендә лә тыуғанауылын, Урал тауҙарын, ҡурай моңдарын һағыныуын балаларына һөйләйторған булған.

Тормош юлдашы Нәзмиә ханым Әхмәтзәкигә: “Хәҙер ауылыңа ҡайтһаң,ни эшләр инең?” – тигәс, ул оҙаҡ уйламай ғына: “Балалар уҡытыр инем”,– тип яуап биргән һәм ошо һүҙҙәре менән, оло йәштәге ғалим булыуынаҡарамаҫтан, һаман да үҙенең туған башҡорт халҡына хеҙмәт итергә әҙербулыуын белдергән.

1970 йыдың 26 июлендә, үҙе нигеҙ һалған Башҡортостан йөмһүриәтенәҡайта алмай, сит кеше булһа ла, үҙ итеп ҡабул иткән мәмләкәттә вафатбулып ҡала данлыҡлы юлбашсыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Ике көнүткәс, уның ру хына бағышлап Баязит Жәми мәсетендә йыназа намаҙыуҡыла. Күп йылдар үҙе эшләгән университеттағы матәмдән һуң, уныСтамбулдың Карача Әхмәд зыяратында ерләйҙәр.

Ниһайәт, XX быуат аҙағында ғына, вафатынан 30 йыл үткәс кенә, ҡайтаул үҙенең тыуып үҫеп, дан ҡаҙанған иленә, Әлхәмдүлилләһ.

Рәмиевтарға нәҫел исемен биргән Рәмиҙең тамырҙары тарихи башҡортер ҙәре биләмәһенә ҡараған Миңзәлә өйәҙендәге байлар ырыуы башҡортоБик сура хан нигеҙ һалған Тайһуйған ауылынан таралған. Татарҙармы улар,баш ҡорт лоғон онотҡан башҡорттармы – уныһы Аллаһ Тәғәләгә мәғлүм.Ошо ри саләнең мөәллифенә архивтарҙа ултырып Закир Рәмиевтың“татармын” тигән шиғырын уҡырға насип булманы. Күреүебеҙсә, был –бармаҡ менән һауа тишеп яҙған Салауат батырҙы ла, инҡилапҡаса ғилмихеҙмәттәре, әҫәрҙәре ме нән дан ҡаҙанған мәшһүр башҡорттарҙы ла татартип әйтергә тырышҡан мил ләт селәр уйҙырмаһы.

Башҡорт ауылы Тайһуйғандан бөгөнгө Башҡортостан йөмһүриәтенәҡараған Стәрлетамаҡ өйәҙе Ағиҙел йылғаһы туғайында ултырған Ергәнауылына күсеп киләләр М. Рәмиевтың ата3бабалары. Ошо ерлектә тыуғанМө хәм мәт закирға өс йәш була. 1862 йылда ғаиләләре менән Үрге Яйыҡөйә ҙен дәге Юлыҡ ауылына күсеп килгәндәр. Бында ла уларҙың ғаиләһебашҡорттар араһында йәшәй, улар менән эшләй. Башҡорт ерҙәрендәсығарған алтын уларҙы Рәсәйҙең иң бай миллионерҙары рәтенә күтәрә.

114 Башҡорт йылъяҙмаһы

Page 115: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Шул уҡ ваҡытта улар алтын сығарған утар һәм ауылдарҙа мәсет,мәҙрәсәләр төҙөткәндәр. Мәҙрәсәлә дәрес биргән мөҙәрис3хәлфәләргә эшхаҡы түләп торғандар. Бында күпселектә башҡорт балалары ғилем алып,һуңынан имам, мөҙәрис, мәзин булып кит кән дәр, ахун, шәйех дәрәжәһенәеткәндәр ҙә бар, шағир3сәсәндәр ҙә булғылаған. Янғындан һуң, 1911 йылдаҡайтанан Рәмиевтар тарафынан тө ҙөл гән, ҡасандыр үҙҙәре уҡып ғилемэстәгән Муллаҡай ауылы (хәҙерге Бай маҡ мөҙафәтендәге) мөдире ШәйехҒабдулла бин Сәйед ишан булған мәҙрәсәлә йыл һайын уҡып сыҡҡаншәкерттәрҙең һаны 4003гә еткән. Үҙҙәре үҫкән Үрге Яйыҡ өйәҙе Юлыҡауылы мәҙрәсәһендә йыл һайын 603ҡа яҡын шәкерт ғилем алып сыҡҡан.Былар – иң3иңдәре, ә күпме бәләкәй мәҙрәсәләрҙә һәм мәсет3мәҙ рә сә ләр 3ҙә Рә миевтар иғәнәһенә уҡып сыҡҡан шәкерттәр... Теүәл генә әйтеүе еңелтүгел.

Ғөмүмән, Урал аръяғында башҡорт зыялыларының үҫеп сығыуындааталы3уллы Рәмиевтарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

Башҡорт, татар яҙыусыларының шиғырҙарын, әҫәрҙәрен баҫтырыпсығарыу мәсьәләһе күтәрелә килә. Ләкин батша хөкүмәте быға ҡәтғиҡаршылыҡ күрһәтә. Ырымбурҙа матбаға булдырыу өсөн Закир Рәмиев унйылға яҡын ғүмерен ви ләйәт һәм хөкүмәт тупһаһын тапап уҙғара.Моратына ирешә: уның тырышлығы менән төрки халыҡтар араһындауртаҡ тел булған сығатай телендә әүәл “Ваҡыт” гәзите, һуңынан “Шура”журналы нәшер ителә башлай. Бында, башлыса, баш ҡорт ерҙәрендәтыуып, ата3әсәләре тамырында башҡорт ҡаны аҡҡан ҡатнаш ҡанлытатарҙар, үҙҙәренең башҡортлоғон йәшермәгән Риза ҡазый Фәхретдин,Мә жит Ғафури, Һаҡмари, Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Шәйехзада Бабич һәмбаш ҡаларҙың әҫәрҙәре нәшер ителә. Мөхәммәтзакир Рәмиев – Дәрдмәндтә үҙенең шиғырҙарын баҫтыра торған була. Әлбиттә, уныңшиғырҙарының йәмғеһе мең юл дан артыҡ түгел, ҡайҙа ул иллегә яҡыншахта һәм приискыларҙа алтын сығарыуҙы ойошторған шәхескә шиғыряҙырлыҡ ваҡыт? Мөхәммәтзакир ғү меренең күп өлөшө, бигерәк тә ағаһыМөхәммәтшакир 1912 йылда поезда китеп барғанда, Мәскәүгә етмәҫ элек,фажиғәле рәүештә вафат булғас, Ырымбур, Орск ҡалалары һәм ҮргеЯйыҡ өйәҙҙәрендә урынлашҡан прииск эштәрен яйға һа лыу ниәте менәнюлда уҙа. Ниндәй генә яҡшы ат булһа ла, юл йөрөүҙәр аҙна3айҙарға һуҙылаторған булған. Был саҡта ҡайҙа ул шиғыр яҙыу ҡайғыһы?

Бармаҡ менән һауа тишеп, Дәрдмәндтең шиғырҙары бихисап булған,тигән ке шегә, ялғансы тип әйтһәм, яңылышмам. Милләт рухын күтәрәйемәле, бул маһа ла яҙайым, ышанһындар, тип яҙғандар юҡ түгел, бар.Ундайҙарҙан Алла һаҡ лаһын. Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡайыҡ!

Дәрдмәндтең үҙенең туған башҡорт тәбиғәтенә хас шиғырын бөгөнгөтелгә ауҙарып, уҡыусыларға тәҡдим итәм:

Һеңеп ергә, менеп елгә, булып быу,Ағып кисмәктәлер гөрләп ағын һыу.

Ағас, таштар тынып, тауҙар ҙа тыңлар,Менеп таштан, осоп ташҡа, төшөп һыу.

Аға гөрләп, аға зарлап ағын һыу,Китә йомғаҡланып=йомғаҡланып был.

Ғариф хәҙрәт Ғабдрахманов 115

Page 116: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Ҡасан, балҡып, йыһанға тулды яҡты,Килеп, нур ағылған тауҙарҙы баҡты, –

Аяныс, нур күҙ йәшен гәлсәргә оҡшатты,Кереп буяуға, ал ҡанға буянды.

Ишет төндәрҙә былбыл һайрауын,Уның да ҡарасы залим яҡты йәнен.

Осоп, сүлдәр кисеп, тауҙар ашып,Килеп төшкән микән, башҡай аҙашып?

Ят илдең ят итеп яҡты ҡояшын,Ҡамышлы һыуҙарын, ҡырсынлы ташын.

Тауыштар сыңрауын ул саф һауала,Һағыштар яңғыратып иркен далала,

Алыҫ диңгеҙҙә ул ҡыштар кисергән,Сит илдәрҙән ят=сит моңдар килтергән.

Илдә граждандар һуғышы бара, төрлө ауырыуҙар көсәйә... 1921 йылдың9 октябрендә Мөхәммәтзакир Мөхәммәтсадиҡ улы Рәмиев – ДәрдмәндОрск ҡалаһында ҡара һарҡау йоғоп, ошо ауырыуҙан һауыға алмайынсадонъя ҡуя. Уны Ильяс ауылы ҡәберлегендә дәфен ҡылалар. Бында ла уғаһәм уның эргәһендә ятҡан мәрхүмдәргә тынғы бирмәйҙәр. Күп йылдарүткәс, Ырымбур өлкәһе Ильяс ауылы ҡәберлеге өҫтөнә хәрби завод төҙөпултыртып ҡуялар.

Башҡорт халҡына хеҙмәт иткән, иғәнәсе булараҡ дан ҡаҙанған, мә ҙә 3ниәт, зыялылыҡты үҫтергән, шиғырҙарында үҙенең тыуып үҫкән баш ҡортер ҙәренең матурлығын данлап яҙған заттарҙы беҙҙең, баш ҡорт тар ҙың,оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Үҙ дәүерҙәрендәге башҡорт халҡының тормошон,йәшәйешен әҫәрҙәрендә дөрөҫ һәм хаҡ тасуирлап яҙған граф Лев Толстойменән Александр Пушкин һымаҡтар беҙҙеке булған шикелле, Мө хәм мәт 3за кир Рәмиев – Дәрдмәнд кеүектәр ҙә үҙебеҙҙеке. Баш ҡор тостандағыулар йәшәгән, улар эшләгән, улар төҙөткән биналарҙы йүнәтеп, тәртипкәкил тереп, хөрмәт таҡтаташтары ҡуяйыҡ. Урамдарыбыҙға уларҙың исеменби рәйек. Улар быға лайыҡ, тип тамамлайым рисаләмде, амин.

Ғариф хәҙрәт ҒАБДРАХМАНОВ.

Сибай ҡалаһы.

116 Башҡорт йылъяҙмаһы

Page 117: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

«Тоғролоҡто еңер көстәр юҡ…»

Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, НиколайНекрасов, Анна Ах ма това, Марина Цветаева, Сергей

Есенин, Ольга Берггольц, Юлия Друнина… Бөтә донъяны таңҡалдырырлыҡ күпме сағыу исемдәрҙе бүләк иткән Рәсәй!Улар ҙың һәр береһенең ижады – тиңе булмаған аҫыл таш,илаһи тере ял ҡын, сихри балҡышлы йәйғор! Ҡыҙғанысҡаҡаршы, был илаһи талант тар ҙың, шиғриәт тыл сым =сыларының барыһы ла тип әйтерлек фа жи ғәле яҙ мышлы. XXбыуатта бигерәк тә Рәсәй шағирәләренең яҙ мы шы ая ныс =лы… Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡу шы =лыуы сәйәси яҡтан ғына түгел, мәҙәни яҡтан да ҙур әһә =миәт кә эйә була. Борон=борондан Көн сығыш әҙәбиәтенең һу =тын үҙ күңеленә һеңдергән, үҙенең дә бай фольк лоры булған,быуаттар буйына шиғри һүҙҙең сағыу өлгөләрен тыу ҙырғанбаш ҡорт халҡы аҡрынлап рус әҙәбиәтенә ылыға бара.Быуаттар буйына халыҡ бер=береһе менән аралаша, үҙмилләтен, телен, йолаһын һаҡлап алып ҡалыу менән бергә,бер=береһенең мәҙәниәтен, ғөрөф=ғәҙәт тәрен дә үҙләш те =рә. Бөгөнгө көндә беҙ әҙәбиәтебеҙҙе Пушкин, Лер монтов,Тол стой кеүек яҙыу сыларҙан башҡа күҙ алдына ла кил тер =мәйбеҙ.

Рус һәм башҡорт халҡының дуҫлығы – быуаттар буйына яуяландарында ла, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла һыналған оло дуҫ =лыҡ. «Тоғролоҡто еңер көстәр юҡ»,– тип яҙғайны ОльгаБерггольц үҙенең бер шиғырында. Эйе, беҙҙең ха лыҡ тарҙыңдуҫ лығы һыналған, был дуҫлыҡ – мәңгелек.

Төп журналыбыҙ «Ағиҙел»гә, Республика йылы уңайы менән,үҙем тәр же мә лә гән бер шәлкем шиғырҙарҙы тәҡдим итәм.

Әнисә ТАҺИРОВА.

117

2010 – Республика йылы

Page 118: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Анна АХМАТОВА***

Тауыш ишеттем. Ул әйтте:«Гонаһтар менән тулыРәсәйҙән кит. Бәхет бирмәҫУның ҡараңғы юлы.

Мин йөрәгеңдән ҡыуырмынҠара ғәрлектәреңде.Яңы дан менән ҡаплармынБарлыҡ рәнйештәреңде».

Ҡапландым ҡулдарым менәнИшетмәҫкә тауышты.Еңел юлдарҙы эҙләмәм,Булһам да гел һағышлы.

***Ниңә һыуымды ағыулап,Икмәгем бысраттығыҙ?!Һуңғы иркемә лә хаттаКүпме яла яҡтығыҙ!

Күңелдә һаҡлағанғамыКиткән дуҫтарҙың төҫөн?Әллә янып, көйгәнгәмеҠайғылы ерем өсөн?

Йәшәмәгән шағир ерҙәПалачһыҙ һәм язаһыҙ.Яҙған беҙгә алға атлауҒазаптар аша юлһыҙ.

***Мин белмәйем: иҫәнме һин, юҡмы,–Йәшәйһеңме фани донъяла?Баҡыйлыҡҡа уҡталһынмы уйым,Һағышымды төрөп моңдарға?

Барыһы һинең өсөн: доғаларым,Төнгө уйҙарымдың алҡыны;Йырҙарымдың ап/аҡ ҡанатлыһы,Күҙҙәремдең нурлы ялҡыны.

Тормошомда мөхәббәт тә булды:Наҙы, ғазаптары ялманы.Тик һис ҡасан һис кем һинең кеүекМине әсир итә алманы.

118 2010 – Республика йылы

Page 119: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Ольга БЕРГГОЛЬЦ

ГоспиталдәБөйөк Ватан һуғышы башланғас, Ле нин �

градта 35 мең ҡатын�ҡыҙ, дружина ағ за һы бу �лыр ға теләк бел де реп, Ҡыҙыл Тә ре йәм ғиә те нәмөрәжәғәт итә.

Һалдат үрһәләнә. ЯраларыТөн буйына уға йоҡо бирмәй.Һаташа ул. Һыҙланыуҙан алйып,Йәнгә яҡын ғәзиздәрен эҙләй:– Әсәй, кил яныма, ҡайҙа һуң һин?!Йәп/йәш кенә шәфҡәт туташыКилеп етә йәһәт уҡталып:– Мин яныңда, мин бындамын, улым!

Һалдат шул саҡ еңеп ғазаптарын,Күҙ алдында әсә йөҙөн шәйләп,Әйтә:– Һин бындамы? Әсәй, рәхмәт!Ә ҡайҙа һуң минең ҡатыным?Һәм яңынан шәфҡәт туташы:– Мин бында! – тип килә талпынып –Мин бындамын – һинең ҡатының.Булам һеңлең, булам әсәйең,Беҙгә кәрәк һинең йәшәүең.

Ватан һаҡсылары янындаБеҙ барыбыҙ һәр саҡ тоғро терәк.Сөнки һеҙ бит ғәзиз Ил/төйәккә,Ерҙә тормош ҡороу өсөн кәрәк.

Һаташыуҙар тиҙҙән артҡа сигә,Ҡайта һиллек, ҡайта тыныслыҡ.Һин йәшәрһең. Бындай тоғролоҡтоЕңә алыр көстәр ерҙә юҡ.

Блокада ҡарлуғасыҠамауҙа ҡалған Ленинград халҡы су ҡы �

шын да хат илтеүсе ҡарлуғасты һын лан дыр ғанжетонды түштәренә тағып йөрөткән.

Үткәндәрҙе иҫләп, йөрәк өткәнҠайғы, шатлыҡтарҙы барлаһам,Ут/ҡулсала ҡалған ҡалабыҙҙыңБер яҙына ҡайтам мин һаман.

2010 – Республика йылы 119

Page 120: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Кескәй генә ҡалай ҡарлуғастыМин дә гел түшемдә йөрөттөм.Мин дә һәр көн изге хәбәр көттөм,Йәнгә дауа булыр хат көттөм.

Беҙ үҙебеҙ уны уйлап таптыҡ –Ҡарлуғасты – өмөт билдәһен.Белә инек беҙгә бары ҡоштар,Самолеттар ғына етәһен.

… Был яҙҙан һуң күпме хаттар алдым,Тиң ниңәлер ғүмер буйынаМин өҙөлөп, һағышланып көткәнХат килмәгән төҫлө тойола.

Кем яҙырға тейеш ине уны?Еңеү яҙындағы бер моңмо?Әллә, ғүмер буйы мин көтөп тә,Күрмәй, белмәй ҡалған дуҫыммы?

Мин, таң йылмайыуын көткән кеүек,Ошо хатты көтәм көн һайын.Урау юлдар менән йөрөйҙөр ул,Табалмайҙыр мине, моғайын.

Бер көн көтмәгәндә хайран итеп,Йәнем болоҡһоуын таратып,Һуғыш утын ярып үткән шул хатКилер төҫлө, елпеп ҡанатын.

Тере ялҡындар һип йөрәгемә,Хыял/уйымдағы хат/ҡанат.Һин дәһшәтле, утлы ҡулсалағыҠарлуғастан ҡалған аманат.

Юлия ДРУНИНА***

Шинелемде һаҡлай алманым мин,Пальто тектем унан үҙемә.Ауыр ине йылдар,Онотаһы килдеҺуғыш мәхшәрҙәрен тиҙерәк.

Пальто туҙҙы,Мин ҡыҙыма бирҙемКүптән пилоткамдың йондоҙон.Тик 41/ҙәге кеүек,

120 2010 – Республика йылы

Page 121: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Был йөрәгем әгәр кәрәк булһа,Етә, илем, бары бер һүҙең.

***Ахырҙа һин күпме йылдарҙан һуң,Төштәремә кермәй башланың.Тик ҡыуанмай һис тә күңел ҡошом,Бары түбән эйә башҡайын.

Моңһоу ғына ҡуна ағастарға,Һайрамай ул ҡанат ҡағынып.Әллә бер өйрәнгән ситлекте ләБула микән шулай һағынып?

Вера ИНБЕР

Гиҙеп сыҡтымБарлыҡ йыһанды мин гиҙеп сыҡтым,Йыраҡтарға илтте һуҡмағым.Болоттар ҙа, күктәр күкрәүе ләҠалалманы мине туҡтатып.

Алдарымда утлы таҫма һуҙып,Баш осомда йәшен йәшнәне.Ко металар, тынмаҫ илгиҙәрҙәр,Ебәрҙеләр миңә сәләмен.

Йәйғор янында мин ҡунаҡ булдым,Гиҙеп үттем ҡояш биләмен.Күрҙем мамыҡ болоттарҙың, һөйөп,Яңы тыуған айҙы биләүен.

Ҡош юлдары менән елеп үттем,Ҡайҙа ғына барып ҡайтманым.Барлыҡ йыһанды мин гиҙеп сыҡтым,Рәсәйгә тиң ерҙе тапманым.

Пушкин йәшәйТуптар шартлауынан аҡтарылыпТөштө тыныс йорттоң ҡыйығы.Шул саҡ тәҙрәнән һонолдо ла:– Китаптарым яна! – тине кеше,–Бында Пушкин! – тине һыҙылып.

Уға ҡысҡырҙылар: «Сыҡ тиҙерәк!»Йортто һаман ялҡын ялманы.Ә ул янып ятҡан китаптарынҠапыл ташлап китә алманы.

2010 – Республика йылы 121

Page 122: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Шул саҡ түбә төштө емерелеп,Барлыҡ донъя китте буталып.Ауҙы кеше ҡыҫып күкрәгенәҺөйгән шағирының китабын.

Больницала оҙаҡ иҫһеҙ килешАп/аҡ булып ятты мендәрҙә.Ә күҙҙәрен асҡас әкрен генә:«Пушкин ҡайҙа?»– тине иң тәүҙә.

Дуҫы әйтте башы осонда:«Пушкин иҫән ҡалды, борсолма!»

Николай НЕКРАСОВ

***Ҡара көндәремдең тоғро дуҫы,Килдем бөгөн һинең ҡәбергә,Саф һәм яҡты булып, бар булмышыңТағы ҡалҡты минең хәтерҙә.

Хәтеремдә: ауыр ғазаптарым,Ҡайғыларым йөрәк телгәндәҺәм яңғыҙлыҡ мине иҙгән саҡта,Ял табырмын, тинем, эргәңдә.

Ләкин көлөүҙәрең, йор һүҙҙәреңҠыуманылар күңел һағышын,Аҙ ғына ла үҙгәртмәне уларЯрһыу уйҙарымдың ағышын.

Уйлай инем, ғәмһеҙ күңелеңдәнМин торамдыр, тиеп, бик йыраҡ.Һәм әсенеү барлыҡ уйҙарымдыУраланы һаман нығыраҡ.

Хаталарҙан арынмайҙыр йәшлек,Тик ҡайтарып булмай үткәнде.Йәшлек шатлыҡтарға баһа белмәй,Күреп етмәй күҙ/йәш түккәнде.

Һин юҡ хәҙер… Дауылдар ҙа тынды,Мин иш иттем башҡа берәүҙе.Ул йәш түккән һайын хәтерләнемҺинең шаян, көләс күҙҙәрҙе.

122 2010 – Республика йылы

Page 123: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Инде барлыҡ үткән шул көндәремҠәҙерлеләр миңә, яҡындар.Ни ҡәҙәрле илһам, көс биргәндәрҺинең йылы наҙҙар, ялҡындар!

Үҙ/үҙемә үпкә/әрем бөтмәй:– Белмәнең шул уның баһаһын!..Һин һаман да минең хыялымдаЙәш һәм тере килеш ҡалаһың.

Тулҡын сәсең һирпеп бағаһың даӘйтәһең һин: булма һағышлы!Тик әрнеткесерәк күҙ йәшенәнҺинең ҡайтҡан көлөү тауышың.

Римма КАЗАКОВА***

Юлдан ауырлы бер ҡатын килә,Уйсан ғына алға текләгән.Баҫыуы – һаҡ,Сөнки изгеләрҙән/Изге йөктө ул бит йөкмәгән.

Уның йөгө – яҡты мөхәббәттеңМираҫы һәм йәнле йәдкәре.Ҡояш нуры һымаҡ сәселәләрБитендәге аҡһыл таптары…

… Ҡатын килә. Гүйә, яҡты донъяМатурая уға баҡҡанда.Ә Ер шары, туптай, сыңлап ҡуяҺәм һығыла ҡатын баҫҡанда.

***Ватан, хеҙмәт һәм дә саф мөхәббәт –Шуларҙан ҙур ниндәй ҡояш тағы?!Шул өс ҡояш араһында аҙаш,Үҙ/үҙеңде тап та аҙаш тағы.

Мария ПЕТРОВЫХ

Осрашырға саҡыр…Осрашырға саҡыр әле мине,Саҡыр егерменсе быуатта.Бары мөхәббәтең терәк миңә,Бары мөхәббәтең йыуата.

2010 – Республика йылы 123

Page 124: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Саҡыр минеЙылы көньяҡ елеЕлеп үткән таныш ҡалаға.Онотолоп, диңгеҙ тулҡыныныңЕте төҫөн ҡабат һанарға.

Иҫеңдәме, тәү ҡат осрашҡайныҡТар тыҡрыҡта, ҡала ситендә.Ә һуңынан юл һорашып ҡайттыҡ,Өйрәттеләр беҙгә ят телдә.

Емерелеп бөткән тәпәш өйҙәрБахыр булып беҙгә ҡарайҙар.Ләкин алмас төҫлө балҡый инеСүплек өҫтөндәге ҡалайҙар.

Тар һуҡмаҡтан тауға күтәрелдек,Иҫеңдәме тәүге үбеүең?Ошо мәлдән башлап һулар һауам,Яҡты көнөм инең һин минең.

Хыял менән ҡабат ҡайтыр өсөнЙәшлектәге гүзәл бер саҡҡа,Осрашырға саҡыр әле мине,Йөрәктәрҙә йылы бар саҡта.

Күҙ күргәндә, йөрәк типкән саҡта,Бер баҡһам да һиңә, үкенмәм.Осрашырға саҡыр әле мине –Күҙ йәштәрем менән үтенәм.

Ел/ямғырлы көҙгө урамғамыЙәки халыҡ геүләп торғандамы,Һуңғы сәғәтемме алдынан,Һин аралап мине ҡайғынан,–Саҡыр һәм ебәрмә яныңдан,–Тик беҙҙеке булһын һуңғы таң!

Людмила ТАТЬЯНИЧЕВА

Төштә үҙен Рәсәй итеп күрҙеУлы ғүмерен ҡыйып үтте пуля,Әсә йөрәген дә ул өттө.Ҡайтмаҫ тыуған йортҡа берҙән/бере –Һөйөү менән көткән өмөтө.

124 2010 – Республика йылы

Page 125: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Үкһеп әсә, алйып күҙен йомдо,Төшөндә ул күрҙе Рәсәйҙе.Абайлаһа, имеш, үҙе – Рәсәй,–Йөҙ миллион улдың әсәһе.

Имеш, яңы ғына һуғыш үткән,Яу ҡырҙары буйлап ул килә.Яуҙа ауғандарҙың һәр береһенИсемләп ул әйҙәй үҙенә.

Рәсәй/әсәй өсөн ауҙы яуҙаУның батыр, матур улдары.Тулҡыныулы диңгеҙ һыуы төҫлө,Һәр саҡ тере хәтер юлдары…

Ҡайнар ҡандан ҡар быулана ерҙә.Барлап һәр бер ғәзиз балаһын,Килә Рәсәй,Улар исеменәҺалып изге хәтер тамғаһын.

Йөрәгендә һис кәмемәй көсө,Киләсәккә бара юлдары.Яҡты рухы менән алға әйҙәйУның йөҙ миллион улдары.

Ғорур кешеләрҒорурҙарға анһат,Улар һыҡтамайҙарЯраларҙан,Күңелдәге йәрәхәттән.Сит/ят юлда тормай уларҺерәйешеп.Хәйерселәй,Инәлмәйҙәр мөхәббәттә.

Киң ҡанаттар бирелгәндәрҒорурҙарға,Хәтәр сирҙән –Көнсөллөктән улар азат…Эйе, дөрөҫ –Ғорурҙарға еңелерәк,Ләкин ғорур була белеүТүгел анһат.

2010 – Республика йылы 125

Page 126: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Александр ПУШКИНЯ воздвиг памятник.

Гораций.

***Мин үҙемә тиңһеҙ һәйкәл һалдым,Бындай йәдкәр ерҙә юҡ әле.Мәғрурлығы менән ул дан тотҡанБарлыҡ һәйкәлдәрҙән юғары.

Юҡ, мин үлмәм, был исемем ҡалырСихри йырым һалған тамғала.Йәшәр минең даным, был донъялаТик бер генә шағир ҡалһа ла.

Мине иҫкә алыр барлыҡ Рәсәй,Яңғырармын төрлө телдәрҙә.Минең менән ғорурланыр славян,Тунгустар ҙа, ҡалмыҡ, финдар ҙа.

Игелекле йырым һәр халыҡтыңКүңелендә булыр ҡанатлы.Сөнки данланы ул азатлыҡты,Кәмһетелгән йәнде яҡланы.

Дан тажына, шағир, һис ҡыҙыҡма,Илаһи Моң илтә юлыңдан.Маҡтау, ғәйбәттәрҙе гел урап үтҺәм йыраҡ бул иҫәр дуҫыңдан.

Марина ЦВЕТАЕВА

ИлемҺәр бер ябай кешең йырлай:

«Россиям, илем минең!»Ә миңә нисек әйтергәЙөрәктең изге һүҙен?

Калуга ҡалҡыулыҡтарынанАса ине киңлеген,–Ете диңгеҙ аръяғындаҠалған еркәйем минең!

Киңлектәре, әйтерһең дә,Йөрәгемдә яралған.Ҡайҙа барһам да, уларҙыМин үҙем менән алам.

126 2010 – Республика йылы

Page 127: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Сит ерҙәрҙең йәме лә ят,Гел әйҙәй тыуған киңлек:«Тыуған төйәгең алыҫта,Ҡайт өйөңә, ҡайт»,– тиеп!Юҡҡа ғына шул киңлекҮҫтермәгәндер һөйөп.

Ҡалһам да ике ҡулымданМин яза майҙанында,Яҙырмын тештәрем менән:«Бәхет – тыуған яғымда!»

***Йырлай алмаусылар бәхетлерәк,Бәхетлерәк,

сөнки уларғаМөмкин,Ҡайғы, хәсрәт килгән саҡта,Ҡойма йәштәр түгеп иларға.

Яҙмыш сыбыртҡылап һыҙырһа ла,Һис ярамай миңә иларға.Ҡәбер һалҡынлығын тойғанда ла,Мин тейешмен һаман йырларға.

Һуңғы минутҡаса йырлай шағир,Килгән әжәл менән алышып.Йәшәү бөйөклөгөн данлар өсөнЯратылған уның тауышы…

Шағир, гүйә, арҡан буйлап уҙаЯҡтылыҡҡа ғүмер буйына.Һин ымһынма

башҡа бүләктәргә,Бар яҙмышың һинең – йыр ғына!

Әнисә ТАҺИРОВА тәржемәләре.

2010 – Республика йылы 127

Page 128: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Байтаҡ ҡәләмдәштәремдең ки тап �та рын барлау, өйрәнеү�тикшереү ни �ге ҙендә шундай һығымтаға киләм:ысын мәғәнәһендәге ижад тәү си рат �та мөғжизәгә ышаныуҙан, хыял да ғы �ны ысынбарлыҡҡа яҡынайтырға ын �ты лыуҙан башлана. Был фекерҙең дө �рөҫ лөгөнә Факиһа Туғыҙбаева әҫәр � ҙәре менән ныҡлабыраҡ та ны шыуһөҙөмтәһендә тағы ла бер тапҡыринандым. Әҙибәнең:

Тамсы ышанысым ҡалмағанда,Әкиәтте алам ысынға.Ышанам мин ерҙә мәрхәмәткә.Ышанам мин ерҙә тылсымға, –

(«Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр»)тиеүе лә әлеге уйҙарҙы тулыһынсаҡе үәтләй.

Эйе, Факиһа мөғжизәгә ыша ныу �сы лар затынан. Мөғжизә тигәнең иһәйыш ҡына башҡалар аңламағандыаң лай алыуға, күрмәгәндәрен кү реү �гә, һиҙмәгәндәрен һиҙә белеүгә бәйлебу лыусан бит. Шағирә үҙе лә:

Кеше күрмәгәнде күрә күҙем, –(«Хәтер йондоҙлоғо»)

тип һүҙ уйнатыу өсөн түгел, ә бул ға �нын әйтә.

Телһеҙҙең телен асайым,Һуҡырҙың күҙгенәһен, –

(«Яңы һулыш»)тигән маҡсаттан сығып эш итә. Шу �ның өҫтәүенә, шағир йөрәге менәнкү р гәне�һиҙгәне�белгәнен башҡаларкү ңелен тибрәлтерлек образлы тел,

ҡанатлы һүҙ, йөкмәткеһенә ярашлыформа аша еткерә алыу маһирлығынаэйә. Был тырышлыҡтар бушҡа кит �мә йәсәгенә өмөтө ҙур. Сөнки бәҫлеһүҙ тылсымы мөғжизәләр тыу ҙы рыу �ға һәләтле.

Идея�тематик йәһәттән ФакиһаТу ғыҙбаева ижады ярайһы күп ҡыр �лы, киң офоҡло: ҡаһарман халҡыныңта рихи үткәне, ҡаршылыҡлы бө гөн �гө һө, билдәһеҙ киләсәге; мил лә те беҙ �ҙең йондоҙлоғон хасил итеүсе шә хес �тә ребеҙҙең (Салауат, Бабич, Аҡ мул �ла, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Рәми һ.б.)ша ғирә күҙаллаған образдары; һө �йөп�һөйөлөү кисерештәре; баланыңәсә гә, әсәнең балаға мөнәсәбәттәре,дуҫ�туғанлыҡ хистәре; йәшәү һәмүлем гә бәйле уйланыуҙар; тәбиғәт ме �нән мәжүсиҙәрсә бер бөтөнлөктөһынландырыу һ.б. Был идея�тематикдаирә, тармаҡланғандан�тармаҡланаба рып, тағы ла әллә күпме йү нә леш �тәр ҙе үҙ эсенә ала (беҙ әле балаларғаар налған – үҙе бер айырым донъябул ған өлөшөн иғтибарҙан ситтәҡал дырырға мәжбүрбеҙ) һәм юғарырухлы, нескә зауыҡлы, тәрән уй�хә �сиәт ле замандашыбыҙҙың ил�көн,хал ҡым тип ысын мәғәнәһендә янған,бор солоп�хафаланған, үҙенә теләк �тәш лек уятырҙай күркәм образынтыуҙыра.

Факиһа Туғыҙбаева әҫәрҙәрендәкүңел торошо, хис�тойғо тир бә леш �тә ре, фекер осош�боролоштары, тә �би ғәт�йәмғиәт күренештәре, эреле�

Әҙәби тәнҡит

ИЛДЕ ИМЛӘР ИЛ ИНӘҺЕ(Факиһа Туғыҙбаева ижады хаҡында)

Page 129: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ваҡлы ваҡиғалар – ғөмүмән, әйтергәте ләгән уй�ниәт формаға ярашыпкилә. Был осраҡта йөкмәтке менәнжанр берлеге, уларҙың бер�бере һе �нән айырылғыһыҙ, бер�береһенә ты �ғыҙ үрелгән булыуы хаҡында әй тепбулыр ине. Күҙәтеү мәлендә иғ ти �барға алырбыҙ: шағирә һүрәтләгәндаирә тормоштоң үҙе кеүек үк ҡат �мар лы, ҡапма�ҡаршылыҡлы, әммәбер бөтөн, сөнки автор һүрәтләү объ �ек ты ниндәй – әҫәрҙә лә шул килешби рергә ынтыла.

Факиһаның төп ижад майҙаны –шиғыр, әлбиттә. Шиғыр уның өсөн –намыҫ, шиғыр уның өсөн – һағыш,шиғыр уның өсөн – хеҙмәт («Ши �ғыр»). Уларҙы фәлсәфи, граж дан �лыҡ, пейзаж, интим лирикаға төр �көм ләргә мөмкин. Күләме яғынан даулар ярайһы күп төрлө. Парсалай ҡа �бул ителер дүрт юллыҡтары бар, әммәкүп түгел. Бына бер нисәүһе:

Шундай оло ине шатлығы,Ҡояш һүнгән кеүек яй ғына,Уртаҡлашыр дуҫы булмағанға,Шатлыҡ әйләнде бит ҡайғыға.

***Гел һин булып ҡарай миңә йондоҙ,Ымһынғанда уға һонолоп,Бәхеттең дә була бер сиге, тип,Упҡын да бит ҡарай һин булып.

***Битарафлыҡ һаҙлыҡ кеүек йотаКешеләрҙең аҡыл8зиһенен.Һаҙлыҡ төбөнә бит ишетелмәйОрандары батыр8көслөнөң.Һирәк�мирәк булһа ла биш�алты

юл лыҡтары осраштыра. Һигеҙ юл лыҡ �тарҙы автор «Ваҡыт тамғалары» баҫ �маһында бергәрәк туплаған (мә ҫә лән,«Күңел халәттәре»). Улар ҙың исем � дәре генә лә уй лан ды рырлыҡ: «На �мыҫ», «Илһам», «Нәф рәт», «Ө мө т»,«Хыянат», «Фатиха», «Көн сөллөк»,«Хәйлә» һ.б., һ.б. Әй тер гә те ләгәненФакиһа, уртасалап ал ғанда, егермедүрт юллыҡ шиғыр эсен дә бирә. Күңелкисерештәрен ҡәҙимге күренештәраша асып һала. Мәҫәлән, данды ҡим �

мәт ле күлдәк менән сағыштыра: мә �лендә ни саҡлы ҡиммәт тормаһын –кейгәне моданан сыҡҡан икән дә. Уй �лаһаң, күпселек дан�шөһрәттең дә ғү �мерлеһе һирәк бит. Улай ғынамы,бәғ зеләрҙең ҡатлы�ҡатлы титул�исем�шәрифтәрен үҙҙәренән башҡабер кем дә белмәй. Бына һиңә дан!(Бәл ки, шуғамылыр ҡайһы бер ҙә �ребеҙ һәр мәҡәләһе аҫтына бөтә ре �га лийҙарын күрһәтергә тырыша –бе леп ҡалһындар! Уйлаһаң, әҙәм ба �ла һына хас йомшаҡлыҡ инде.) Һәрхәл дә кисә яҡҡан усаҡҡа бөгөн йы �лы нып йөрөү егетлек түгел.

Ижад итеүҙе бала табыу менән са �ғыштырыу бар. Был тән, йән ғазабын– ике ғазапты бергә уҡмаштырып –Фа киһа уҡыусыға дүрт юл эсендә ғә �жәйеп үҙенсәлекле еткерә алған. Әсәбулараҡ, өлгөрөп етәсәк ши ғы рын,шағирә булараҡ, тыуасаҡ ба ла һынҡайғырта ул:

Мин яр һалһам, йыһан емерелер,Емерелер һымаҡ, эй Алла!Зыян ғына килеп ҡуймаһасыЙөрәк аҫтындағы балаға.Күренеүенсә, шағирә ябай ғына кү �

ре нештәр аша уҡыусы күңелендә (әл �бит тә, уҡыусы талантына эйә булғанхис�тойғоға бай күңеллеһендә) күпҡыр лы ассоциатив фекерҙәр тыу ҙы �рыу ға һәләтле. Билдәле донъяны улүҙенсә, ҡайтанан аса:

Астым,астым,

өр8яңынан астым,Күптән асһалар ҙа, донъяны…Һәм шунда уҡ тәғәйен һығымта ла

яһап ҡуя:Һәр кем асҡан өсөн яңы баштанИҫке донъя һаман өр8яңы…

(«Һин туҡтама, Ваҡыт!»)Ғүмергә йомғаҡ яһағандай уй лан �

ған да ла Факиһа ижадты – осош�йыр ҙы онотмай, шул нигеҙҙә йә шә үе �нең төп мәғәнәһе ижадта булыуынаинандыра:

Фәнил Күзбәков 129

5 «Ағиҙел», №3.

Page 130: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Хыялдарҙан күңел төңөлмәне,Мин йәшәүҙән өмөт өҙмәнем. Өҙөлә8өҙөлә,Кеше күҙҙәренәнҺине, йырым, һине эҙләнем…

(«Йыр»)Китаптарында идея�тематик йә �

һәт тән бер�береһенә ауаздаш ши ғыр �ҙарҙы берләштергән шәлкемдәр кү �ренгеләй. Поэма жанрында ҡыйыуэҙ ләнеүҙәр һөҙөмтәһендә уңыштарғаиреште. Улар күләме яғынан да (әй �тә йек өс битлек «Тыуыу» әҫәре, егер �ме биттән торған «Күкрәк һөтө» поэ �маһы), идея�тематик йәһәттән дәҡабат ланғыһыҙ үҙенсәлектәргә эйә.Иң күләмле әҫәре «Ҡаңным – Һо �май ғоштоң ҡәлғәһе» дастаны (51бит) – үҙе бер китаплыҡ. «Атылғанйыр»ҙы реквием тип тамғалау ҙағәмәлгә ярашлы.

Шағирә, башлыса, традиционалым дар менән эш итә. Аҡ шиғыр ҡа �лыбы ҡайһы бер поэмаларына ғынахас («Тыуыу», «Ҡыңғырау», баш ҡа �ла рында айырым�айырым өлөштәр).

Факиһа ижадында, әйтергә яраһа,шун дай үҙенсәлекте лә билдәләргәмөм кин: теге йәки был тема, образлыфе кер шиғырҙан шәлкемгә, шәл �кемдән поэмаға, хатта дастанға тик �лем «ҙурайыу» осраҡтары күҙәтелә.Минең ҡарамаҡҡа, мәҫәлән, «Тәүбә»поэмаһына юл «Һин икәнһең Уралбатырым» шәлкеме аша һалынғайны,ә шәлкем үҙ сиратында айырым ши �ғыр ҙарҙан үҫеп сыҡҡайны. «Сала уат �намә» иһә айырым шиғыр ҙарҙы,поэмаларҙы тәбиғи бер ләштереүҙәнхасил булды. Ошо юҫыҡтан ҡара ған �да, Факиһа Туғыҙбаева күбеһенсәүҙен поэмала нығыраҡ, тулыраҡ,уңыш лыраҡ асалыр төҫлө. Граж дан �лыҡ, илһөйәрлек мотивтары менәнһу ғарылған әҫәрҙәре лә уйлы уҡыу �сы ны һиҫкәндерерлек кимәлдә.

Әҫәрҙәренең строфикаһын иғти �бар лаһаҡ, 10х9, 8х7 ижекле стро фа �лар өҫтөнлөк итеүен күрербеҙ. 3х3,

4х4, 6х6, 8х8, 12х12 ижеклеләр осрай,лә кин һирәк. Ҡағиҙә булараҡ, икен �се�дүртенсе юлдар аҙағы рифмалаша,асыҡ рифма ла, ябығы ла ҡулланыла.

Ҡапма�ҡаршы ҡуйып һүрәтләү алы �мының уңышлы үрнәктәре бай таҡ:

… Йәшәп булмай һинһеҙ генә,Һинең менән дә ҡыйын,Йәшәү миңә – һинең ҡуйын,Үлем дә һинең ҡуйын.

(«Ҡойон тиһәң, ҡойон түгел»)

Осар күгем, ерләр тупрағым – һин…(«Был ғаләмдең утлы ҡулсаһында»)

Гел һин булып ҡарай миңә йондоҙ,Упҡын да бит ҡарай һин булып…

(«Гел һин булып ҡараймиңә йондоҙ»)

Мәкер ҡәбер ҡаҙа төнөн…Һөйөү бишек яһай көндөҙ…

(«Мәкер ҡәбер ҡаҙа төнөн»)Факиһа Башҡортостандың ҡабат �

лан ғыһыҙ, һоҡланғыс образын тыу �ҙыр ҙы. Был образ Башҡортостан исе �мен телгә алғанда ғына ярала, тип уй �лау – ижадты сикләү булыр ине, әл �биттә. Башҡортмон тигәндәргә ғә �зиз дәрҙән�ғәзиз был образ ябай шиш �мәне лә әүлиә шишмәһе итеп кү реү �ҙәр («Әүлиә шишмәһе»), Йү рү ҙәндәСа лауат тынын тойоуҙар («Тауышбир се, батыр!»), Бал ҡан тау ға мен �гән дә башын эйеп ҡалған (фатихабиреп!) ҡылғандар («…Ер�һыуғынамминең»), һеңлеләрҙәй күргән ҡа йын �дар («Ҡайынлыҡҡа ҡайтам») ашатулылана, баҙыҡлана бара. Батырҙариле булыу менән бер рәттән, көт мә �гән дә, ҡолдар иле булып та һынлана.«Ни лектән был» тигәнерәк һораутыуа ҡалһа, «Ил, халыҡ тарихынйөрә гең аша үткәргәндән, уның һисуңал маҫ яралары менән һыҙ лан ған �дан, уларҙы имләр им таба алмай ға �зап ланғандан» тиергә булыр ине.

Бөгөнгө хаяһыҙлыҡ һәм би тара ф �лыҡтарға ла күҙ йома алмай Рух ил се �һе булырҙай шағир. Бының өсөн уға,

130 Илде имләр ил инәһе

Page 131: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

рухи бөтөнлөк өҫтөнә, рухи бөйөк �лөк һәм рухи ныҡлыҡ кәрәктер. Әбит, һәр осраҡта ла, һәр яҡлап та көс � лө булып булмай, тигән бер аҡыл эйә �һе. Шуға ла Факиһа ижадының йом � шағыраҡ яҡтарына ҡағылырға ту ракилгәндә был хәҡиҡәтте күҙ уңы нанысҡындырмаҫҡа тырышыр быҙ.

Ижадының емешле булыуы менәндә (быға бәйле иң тәүҙә ижади егәр �лелек тураһында ауыҙ тултырып әй �тергә кәрәк), китаптарын мәлендә,йәғ ни әҫәрҙәрен йылы килеш уҡыу �сы һына еткерә алыу йәһәтенән дә –да ланлы әҙибә ул Факиһа: 28 йылэсендә 15 китап сығарыу (ике йылғабер!) бик һирәктәргә генә тәтей. Былһан дар артында иркенләп һөй ләшер �ҙәй ысын мәғәнәһендәге ижад бу �лыуы уғата һөйөнөслө.

Факиһаның шағирә булараҡ тамамөлгөрөп етеүен «Фатихамды бирәмһиңә» (1994 йыл) йыйынтығы дә лил �ләне. Уның өсөн Башҡорт ос тан дыңСалауат Юлаев исемендәге дәүләтпремияһына лайыҡ булыуҙы – рәсмирәүештә талантты таныу тип ҡараузарур. Был да – бәхетлеләр яҙмышы.Йәшерен�батырыны юҡ: һәр осраҡтала, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, талант те йе �шен сә баһалана, тип әйтә алмайбыҙ.Хәйер, Факиһа үҙе лә «Талант илдәбер артыҡ йән» тип раҫлап ҡуя. Әлелауреат көйөнсә (хаҡлы рәүештә!), әтөр лө сәбәптәр арҡаһында ала ал �мағандар (Талха Ғиниәтуллин, Мәү �лит Ямалетдин, Тамара Ғәниева ишерән йетелгән�ситләтелгәндәр) ни эш �ләргә тейеш һуң?!

Һүҙ барған китапты асып ебәргән«Көнөм менән төнөм» шиғыры тәрәнмәғәнәле образға эйә булыу йәһә те �нән дә, был тупланмаға ғына түгел,әҙи бәнең бар ижадына асҡыс хеҙ �мәтен үтәрҙәй кимәле менән дә әһә �миәт ле. Хыялында ике аҡҡош осор �ған – көнө менән төнөн оҙатҡан –ли рик геройға (беҙ был сығышталирик герой менән автор шәхсиәтеара һында әллә ни ҙур айырмалыҡ

ҡуймабыҙ) ике ҡауырһын ҡал дыр �ғандар икән. Шуларҙың ҡараһыменән ул – йөрәк яраһын, ағы менәнтор мошто янып яратыуҙан тыуғанғазап тарын, аһтарын яҙасаҡ, туғанхал ҡын, ғәзиз Башҡортостанын тө �шө нөргә ынтыласаҡ. Кендегең ҡанытамған ерҙе йөрәгең менән аңлауөсөн илең күтәрелгән бейеклектәргәар тылыу, ул кисергәндәрҙең барыһында кисереү кәрәклеген бар булмышыме нән тоясаҡ:

Башҡортостан,Һине аңлау өсөн,Далаларың кеүек киң күңелле,Йылғаларың кеүек моң8һағышлы,Урмандарың кеүек мең балҡышлы,Ҡаяларың кеүек бейек, серлеБулыу кәрәк,Ерем – Башҡортостан!..Һинең менән бергә яу сабырға,Дарға аҫылырға, сабылырға,Үлдем, тигәс, ҡабат терелергә,Урал батыр булып әүерелергә Кәрәк…

(«Эй, яҙмышым минең –Башҡортостан»)

Артабан шағирә «Ут булырмын, ут �һыҙ ҡалһа әгәр халыҡ» тип ант итә �сәк һәм «Мин халҡыма ғына хаж ҡы �ламын» («Аҡмулла»), «Оҙо най һынөсөн һинең ғүмер, Ғүмеремде һиңәбирәйем» («Һаумы, илем») тип шулантҡа ижады, шәхсән тормошо менәнтоғролоҡ һаҡларға тырышасаҡ,үҙенбәп ләгән тупрағына бар булмышыменән һөйөү йөрөтәсәк:Тыумаҫ ерҙән барыбер тыуыр инем,Һайлап ошо башҡорт ерен генә…

Сөнки ул үҙен тыуған еренең айы �рыл ғыһыҙ бер тере күҙәнәге итеп һи �ҙә һәм уға ихлас бирелгән, илһамдыла, көстө лә бары унан ғына ала: Күңелемде һағыш баҫҡан саҡтаМин далаңа барам йүгереп,Хәл етмәһә – мин имгәкләп барам…

(«Башҡортостан»)

Фәнил Күзбәков 131

5*

Page 132: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Тыуған ергә бирелгәнлек шағирәнетәбиғәткә мәжүсиҙәрсә бағырға өй �рә тәсәк, уның менән бер бөтөн бу �лыуын инандырасаҡ. Тикмәгә генә улбер шиғырын «Туғанлыҡ» тип ата �май, күрәһең:

Бынау имән ҡарағайҙар менәнБармы икән әллә туғанлыҡ?..Икенсе бер шиғырында:Аңлайһыңмы мине,Көн сыуаҡтаСкрипка тартҡан сыуаҡ көҙ?! Апаймы һин миңә, һеңлеме һин,Серләшәйек икәү күҙмә8күҙ…Йәки:Сылтыратып көлөп ебәрҙем мин,Услап һипкән кеүек көмөштәр.Ел йүгерҙе, ҡолон сыңғырҙаны,Ҡушылдылар миңә иңкештәр…

(«Көлөүем»)Тәбиғәт менән туғанлыҡ, ауаз даш �

лыҡ иһә тәбиғилеккә килтерә. Тапшу ның өсөн Факиһа Туғыҙбаеваныңәҫәрҙәрендә йыш ҡына фекерҙеобраздан, образды фекерҙән айырыпалыуы ҡыйыныраҡ. Йәғни образ ме �нән фекерҙең бөтөнлөгө барлыҡҡакилә. Ә инде уларҙы айырым�айырымбүл геләп ҡарайым тиһәң, мә ғә нәһеҙ �лек килеп сығыуы ихтимал. Быны тапана шул тәбиғилек менән генә аң ла �тып булалыр. Әйтәйек «Тарпандар»ши ғыры. Лирик герой, хистәренәирек ҡуйып, сал дала иңләп, һыбайелә. Ҡылғандар ҡаршы йүгерә, ер сай � ҡала. Шул саҡ ҡылғандар ар тын са:

Осҡандай тарпандар өйөрө…Атҡандар,Ә улар даламда,Артҡандан, имештер, артҡандар.Баш бирмәҫ ут кеүек кейектәр…Ҡушылыр толпарым –Өйөрмә сығарған тарпанға: Ялҡынға ялҡындар ҡушылыр…Тарпандар, – ғөмүмән, ирек, азат �

лыҡ, тәбиғилек символы. Был ши ғыр �ҙа иһә тарпандар – тәбиғәт балаһы –

баш ҡорттоң үҙен кәүҙәләндерә. Һәрдә үерҙә «Ҡош булып күккә менергә,Ба лыҡтай һыуҙа йөҙөргә, Боландайерҙә елергә» (Салауат Юлаев) ын �тылған милли рухыбыҙҙы һын лан �дыра. Атылған, аҫылған, сап ҡылап�ту ралған (артыуын инде лирик ге �рой, «имештер» тип, шик аҫтына ҡуя.Ерен ҡаны менән һуғарған аҫабаныңартыуы, ысынлап та, икеле – ысынбаш ҡорттоң артыуы иһә бөтөнләймөм кин булмаған хәл), әммә Факиһакеүек шәхестәребеҙгә милли рухиәт«ҡан хәтере» аша тапшырылған.

Йәки «Сабый тауышы»ндағы Әсәме нән Бала берлеге. Ҡайҙа, ниндәйха ләттә булыуына ҡарамаҫтан, са бы �йы тауыш биргән саҡта, ярҙамға мох �таж лыҡ кисергәндә әсәмен тигән йәнэйә һе «Түбәнлектәрҙән – тауҙарға,бар донъяны ҡармаған төндән ҡояш �лы таңдарға» ынтылырға, сабыйы эр �гә һендә булырға үҙендә көс табасаҡ.Сөнки был уның үҙе өсөн дә (кешебулып ҡалыу өсөн!), балаҡайы өсөндә (уны кеше итеү өсөн) бик кәрәк.

Факиһала яҡындарына, кешеләргәкә рәклелек тойғоһо көслө. Шуныңөсөн ул күтәрелә алмаҫтай хәлдә ҡал �ған осраҡта ла аяғына баҫырға, зәң �гәр күгендәге ал Ҡояш�әсәһенә Һо �май ғош ҡыҙылай ҡанат ҡағырға, уға– йә шәүгә табан – осорға үҙендә ру �хи ҙа, физик та көс таба. Улай ғына латүгел әле:

Тыуғанһың икән һин –Кәрәкһең йыһанға, –

тип яуаплылыҡ үлсәмен йыһанғасакүтәрә.

Күренеүенсә, шағирә аҡыл һатмай,йәғ ни аҡыллы булып ҡыланмай. Уғаяһал малылыҡтың хәжәте лә юҡ.Үҙен сәлекле ҡараш�һығымталар, ба һа�дөйөмләштереүҙәр хыялға бай ав тор � ҙың тирә�йүнде рәссам күҙ ле ге нән кү �ре үенә, хәл�ваҡиғаларҙы ша ғирә бу ла �раҡ барлауына, ас со ци атив фе кер ләүһәләтенә бәйле. Ҡыҙ ға ныс, әм мә бө � гөн гө тормошобоҙ, башлыса, яһал ма �лыҡ тарҙан ғына ғибәрәт шул. Хатта

132 Илде имләр ил инәһе

Page 133: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

аҙыҡ�түлек тә суррогаттарҙан торғанва ҡытта әҙәм балаһы ла роботҡаяҡы найғандан�яҡыная бара. Үҙе уй �лап сығарған виртуаль донъяны улйән ле аралашыуҙан өҫтөнөрәк күрә.Их ласлыҡ, кеше хәленә инә белеүкеүек сифаттарҙы яланғас ра ци она �лизм, бары тик матди иҫәп�хисапалыш тыра башланы хәҙер. Фа ки һа �ның лирик геройы бындай ысын �барлыҡтан тәбиғәт ҡосағына ҡасыпҡо толорға теләй (беҙ бындай кү ре �нешкә Хәсән Назар ижадын тик шер �гәндә лә тап булғайныҡ):

Ҡолаҡтарым тонған моңһоҙ йырҙан,

Тыңлайымсы ямғыр ҡойғанды…(«Һауа монологы»)

Ауыр мәлдә тәбиғәткә һыйынаалыу, уның менән аңлаша алыу тәби �ғи лектән бит. Шуға лирик геройҙыңһағыштарын да күк менән ер тарата:

Күккә баҡтым. Һағышымдыйотто

Күк әҙ8әҙләп, талғын, яй ғына.Йәнгә тулды күктең зәңгәрлеге,Күңелемдә ҡояш, ай ғына.Көндәр үтте.Ер йөҙөнә баҡтым,Һағышымды йотто һыу8урман.Йәнгә тулды ерҙең йәшеллеге,Ер ҡөҙрәте менән һау торам.Уның һөйгәненә үҙе өсөн айырата

ҡә ҙерле – сафлыҡ билдәһе булған тә �би ғәт күренешен иң�иң ҡәҙерле бүләкитеп бирергә теләүе лә аңлашыла:

Минән һуң да улар йәшәр, тиеп,Бүләк итәм һиңә сауҡалыҡ.Аҡ ҡайындар йырлар йырҙарымды,Елгә, дауылдарға сайҡалып…

(«Сауҡалыҡ»)Антын боҙған йәрен дә ул ки се �

рергә әҙер, тик:Минән түгел, теге имәндәрҙәнҒәфү һора, йәнем, теҙләнеп…

(«Минән түгел, теге имәндәрҙән»)Үҙен тәбиғәттең аңлы өлөшө итеп

тойғанға, Факиһа тирә�йүнгә вәх ши �ҙәр сә ҡараш менән һис кенә лә ки �лешә алмай. Иртәгәһен уйламай тә �би ғәттән бары алыу�һурыу�имеү,ҡырыу�бысратыу сәйәсәтенең ауырэҙем тәләрен күрһәтә:

… Сәрмәсәндең һыуы ағыр8аҡмаҫ – Афәттең дә ҡаты афәте…Сәрмәсәндән ҡалған исем генә – Үҙәнендә үҫкән ҡый үлән…

(«Таң һыуы») Ә ни өсөн әҙәм балаһы үҙе ул тыр �

ған ағас ботағына үҙе үк балта сабаһуң?! Сөнки:

Тәхеттәге батша кеүек,Креслола күпме түрәЕрҙе, шаҡмаҡ8шаҡмаҡ итеп,Юғарынан ғына күрә…Тәхеттәге батша кеүек,Креслола күпме түрәЮғарынан халыҡты лаҺандар итеп кенә күрә…

(«Ҡыңғырау»)Ошондай «шаҡмаҡ күҙҙәр», һаҙ �

лыҡ киптереп, сәсеүлек киңәйтәбеҙ,план ды арттырып үтәп, күкрәктәргәорден�миҙал тағабыҙ тип, күпме күҙйә шендәй саф шишмәләребеҙҙе юҡҡасы ғарҙы (әлегеһе мәлдә иһә тағы лаҡур ҡынысыраҡ эксперименттар үт �кә релә – быныһы инде һыналғанысул менән (!) «перспективаһыҙ»ауыл дарҙағы мәктәптәрҙе «оп ти мал �ләштереү»). Был көнүҙәк теманыФа киһа «(Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр»поэ маһында асырға ынтыла. Был ос �раҡта ул уҡыусы күңеленә туранан�тура өндәшеүҙе кәрәкле таба:

Эй бәндә!Йәнең бармы тәндә?Һәр ағастың,

һәр үләндең, һәр ҡоштоң,

һәр кейектеңҠарғышы төшмәҫ, тимә, һиңә.Кипкән йылға ҡоролоҡ

булып язалар,артыр бәлә8ҡазалар.

Фәнил Күзбәков 133

Page 134: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Йәне күккә осҡан һандуғас һиңәМоңһоҙлоҡ булып ҡайтыр –

Алйоттар артыр.Үҙеңде үҙең үлтергәнгә ила, бәндә!Үҙеңдең йортоңдо үртәгәнгә

ила, бәндә!..(«Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр…»)

Күренеүенсә, әҫәрҙә иғтибарҙы йә �леп итерлек, хәтерҙә оҙаҡ йөрөрлөкюл дар байтаҡ, әммә ул, тотошлай ал �ған да, поэма булараҡ, эшләнеп бөт �мә гәндәй тәьҫир ҡалдыра. Шуға мы �лыр Факиһа был темаға «Ҡың ғы �рау»ҙа ла мөрәжәғәт итә. БыныһыАб дулхаҡ Игебаевтың «Оран һалаЕр�Әсә»һен хәтерләтә, әммә уны ҡа �бат ламай. Силәбе еренең атом фа жи �ғәһенә дусар ителеү касафаттарынасыҡ лай автор. Әҙәм балаһына ҡың �ғырау һуғып өндәшә (ә ҡыңғырау –уның йөрәге. Аңлы рәүештә өҙөктөоҙо нораҡ бирербеҙ – фажиғәне күҙалдына баҫтырып, тағы ла бертетрәнеп уйланыу өсөн):… Көмөш ҡыңғырау булһа йөрәгем –

һөйләр ине кәрәген!Борон8борон ата8бабамһыуын эскән Динес йылғаһы –Ҡыҙылтүш күленән юл башы –

терелер ҙәәкиәттәгенән дә ҡурҡынысыраҡ

яуызлыҡты итер ине бәйән –әле ул ауыҙлыҡлы:яр ситтәре сырмалған тимер

сым менән –һөйләй алмай хатта ым менән!Ул һөйләр һүҙҙе мин һөйләйем,Хаҡым бар –Халҡым бар!..Э8э8э8й8й!Бер тере йән ҡалмай күпме ауылдаСиләбе лә тигән яҡтарҙа –Йәнем аҡтарыла,ҡушыла бит аһымйорт8еренән генә, ай, ҡыуылғанмең8мең кешеләрҙең аһтарына.Туғандарым минең,Беҙ бит – кеше!..Ҡайтмағыҙ, ояғыҙҙы эҙләп,

һандуғастар,ҡарлуғастар, торналар!

Ҡайта күрмәгеҙ,һеҙҙе бында көтә әжәл…

Аңлашылыуынса, шағирә иң өҫтәятҡан эҙемтәләрҙе генә күреүҙәнһыҡ ранмай, ә «тәбиғәтте яулау»ҙанке шенең рухы имгәнеүенә нығыраҡәсенә.

Милли рух көслө булғанға,Факиһа Туғыҙбаеваның, тамырҙарҙыюллап, тарихҡа инеп китеүе, ауыҙ�тел ижадын ентекле өйрәнеүе, за ман �ға ярашлы файҙалана алыуы тәбиғиине, әлбиттә. Шуға ла уның Урал ба �тыр образына бөгөнгө Һомай күҙ ле �генән бағыуы (һәр хәлдә «Һин икән �һең Урал батырым» шәлкемен миншу лай аңланым), Заятүләк ме нәнҺыу һылыуҙы үҙ әҫәрҙәрендә те рел � теүе («Киләсәкте уйлайым мин»),Һо майҙы бөгөнгө әҙәбиәт кү генә осо �роп, ҡаңнылар төбәген был Рухинәһенең ҡәлғәһеләй күреүе, Аҡ �буҙат ты алып ҡайтыуы, азатлыҡяулашып, иң бәләкәстәргә ҡыҙыҡлыбаҫма нәшерләүе («Ут эсендә бейейАҡ буҙат») – халҡыбыҙҙы ҡайтананАҡ буҙатлы итергә ынтылыуы, миңәҡалһа, уҡыусы тарафынан ихлас ҡа �бул ителде.

Шағирә Шүлгән мәмерйәһе, Бал �ҡан тау, Янғантау, Торатау, Асы лы �күл, Ҡандракүл, Каруанһарай ке үекбаш ҡорт өсөн изге урындарҙы тағыла изгеләштерә, үрҙә телгә алғанБаш ҡортостан образына яңы һыҙат�би ҙәктәр өҫтәй.

Башҡорт уҡыусыһына яҡшы бил �дә ле бүре образы Факиһа Туғыҙбаеваижа дында бер нисә, ҡайһылыр ос �раҡта ҡапма�ҡаршы мәғәнәлә ҡул �ланыла: 1) риүәйәттәргә ярашлы, ҡа �сандыр ата�бабаларыбыҙҙы Уралғаалып сығыусы, шуға ла илебеҙ�хал �ҡыбыҙҙың рухын һаҡлаусы�ҡур �ғалаусы януар («Уралтауҙа илай ИнәБүре»); 2) ҡанһыҙлығы менән айы �ры лып тороусы йыртҡыс («Ике бүре

134 Илде имләр ил инәһе

Page 135: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

сыҡты юлға»); 3) үҙен ҡурҡыныс аҫ �тына ҡуйып булһа ла өйөрөн (ба ла �ларын) яҡлаусы�һаҡлаусы инә ке йек(«Бү рене һуң кем яратһын инде»,«Төнгө буран үкһей»).

Шәжәрә, толпар (ат), уҡ�һаҙаҡ,ҡы лыс һ.б. образдар милли колориттыуҙырып ҡына ҡалмай, ә әйтәһе фе �керҙе тейешенсә еткерергә ярҙам итә.Мәҫәлән, әрем образы төрлөсә бал �ҡый. Берсә ул дарыу булараҡ әсе:

Әрнеүемде баҫыр өсөнЭсәмен әрем һыуын…

(«Эсәмен әрем һыуын»);берсә әселеге менән әсе:Мин әреммен үҙе әремгә…

(«Һәр берәүгә ҡояшбулғым килмәй»);

берсә тыуған яҡтың әрһеҙ ҙә, ғо �рур ҙа бер биҙәге:

Юлсыларҙы аяғынан йығып,Буран айҡағанда ер өҫтөн.Башын һоноп көрттәр араһынан,Хәтерләтер әрем ер төҫөн…

(«Йәйҙәр китә ҡоштарҡанатында»)

Кирза итеккә лә үҙенсәлекле мә ғә �нә һала автор. Бер шиғырҙа ул былоб раз аша кешенең эске донъяһы ме �нән тышҡы булмышының тап кил мә �үе нән әсе көлһә:

Костюмдарың бик шәп тә бит –Аяғыңда кирза итек…

(«Эй үҫтең һин юғарыға»);икенсеһендә инабатһыҙ тормоштоһынландыра:

Кирза итек иҙгәндә лә…Ишетелә мәңгелектәнҠош һайрауы ҡолаҡҡа.

(«Эсәмен әрем һыуын»)Буран образына ла туҡталмай яра �

маҫ. Ул әле телгә алынғандарына ҡа �ра ғанда ла йышыраҡ ҡулланыла һы � маҡ. Йә ул лирик геройҙың ҡы лы ғынхупламаусы тәбиғәт күренеше:

Шулай инде…Буран ҡоторона –Һинең менән сыҡһам мин юлға…

(«Яза»);йә хәтерҙә йөрөтөргә теләмәгән мәл �дәр ҙе «күмеп китеүсе»:

Мин буранға аттым ҒүмеремдеңТуҙған шәлдәй иҫке көндәрен…

(«Һыуыҡ ине, үҙе оҙон ине…»);йә лирик геройҙың кисерештәренәтап килгәнгә серҙәштәй яҡын ҡабулителеүсе:

Төнө буйы үкһеҙ буран менәнҮкһей уйым, үкһей урамда.Сабый булып буран илағанда,Бүреләр ҙә олор урманда…

(«Төнгө буран үкһей»);Әллә ниңә буран ҡосағындаАҡ һыныңды мин йыш шәйләйем…

(«Йондоҙло шәл»);

йә билдәһеҙлек булып күҙаллана:Аҡҡош булып осҡан хаттарым…Бурандарҙа ҡала аҙашып…(«Аҡҡош булып оса хаттарым…»)Бер үк образды төрлөсә уйната

алыу ҙа мин, тел маһирлығы, кү ҙә теү �сән лек һәләтенән тыш, һүҙ барған тә �би ғилекте лә күрәм: автор ҡабат лан �ғы һыҙ мәлдәрҙе күңел торошонаяраш лы ҡабул итә. Мәлдәр ҙә, күңелто рошо ла һәр саҡ үҙгәрештә – шуғала билдәле күренештәр ҙә, әйберҙәрҙә яңыса балҡып китә икән, ғә жәп лә �нәһе түгел. Ижадсыны ҡы лыҡ һырларси фат был, уның бер үткән юлды ҡа �бат�ҡабат таҡырламауын күр һә теү себил дә.

Әйткәнебеҙсә, Факиһа, кәрәкикән, халҡын йылытырҙай, юлын яҡ �тыртырҙай ут булырға әҙер. Ут об �разына бәйле Ғайса Хөсәйенов: «Фа �киһа, һин, Максим Горькийҙың Дан �ко һылай, йөрәгеңде, гүйә, күк рә гең �дән һурып алып, шиғырҙарыңда ут

Фәнил Күзбәков 135

Page 136: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

кеүек яҡтыртаһың», – тигәйне. Хә �тер гә уйылырҙай сағыштырыу. Әлемин шиғырҙа күтәрелгән проб ле ма �ның («Ут булырмын, утһыҙ ҡалһаәгәр халыҡ») икенсе яғына иғтибарит мәксемен. Хикмәт шунда: ФакиһаТу ғыҙбаева ижадынан асыҡ ла ны �уын са, халыҡтың утһыҙ сағы, ҡыҙ �ғанысҡа ҡаршы, күберәк, күрәһең.

Шомло донъя…Илем буйлап тағы һуйыш бара…

(«Баррикада»)Утһыҙлыҡтан (етәкселектең ож �

мах тай байманлыҡта, халыҡтың иһәтөптө икенсе төрлө йәшәү мөм кин �лек тәре, принциптары, ҡиммәттәреар ҡаһында тормоштоң мәғәнәһен,ҡы ҙығын юғалтыуҙан, хатта ки ләсәк �тә лә өмөт күренмәүенән, шул сәбәп �ле сараһыҙлыҡтан) алда телгә алын �ған көн менән төн әҫәрҙән�әҫәргәшом ға тула бара, ни өсөн тиһәң:

Бишек йырын йырлар шағирҙарыЙырламайҙар – улар ҡол инде…

(«Минең илем»)Быныһы инде ысын мәғәнәһендә –

тра гедия: шағир – Рух илсеһе, ти гәй �нек, ә ул ҡол (икмәк хаҡына ҡол бул �ған мы, әллә ҡолдарға баш булыуөсөн, ҡәләмдәштәре араһында иңюға ры дәрәжә алыуына ҡарамаҫтан,ҡол булғанмы – быныһы икенсемәсь ә лә). Ә шағир – халыҡтың теле!Әле XVIII быуатта уҡ Ҡарас сәсәнүҙе нең халыҡтың теле булыуынабаҫым яһай, әммә уның шундай иҫ �кәр мәһе лә бар: «Эйе, мин – ха лыҡ �тың теле, тик халыҡ ауыҙын асырмыикән?» (Башҡорт халыҡ ижады: ри �үәйәт тәр һәм легендалар. Өфө, 1980,175�се бит.) Был һорау бөгөн дә нитик лем актуаль! Ауыҙын аса аламыхалыҡ (һүҙ әйтәйем тип, ауыҙынасһа, үпкәһе күренмәйме?), уныңисе менән сығыш яһай аламы шағир?Сығыш яһай ҡалһа, артынан эйәр �тер лекме, һүҙенә ҡолаҡ һалырлыҡмы,әллә һүҙе үҙенән дә ары китмәйме?Башҡортостандың халыҡ шағиры

Ән ғәм Атнабаев раҫлауынса: «Ба тыр �ҙар күп, ләкин шағир түгел, Ша �ғирҙар күп, батыр түгелдәр…».

Факиһа ла тикмәгә генә: «Аҡса ха �ким хәҙер», – тип аҙарынмай. Әммәбын дай күренеш менән ризалашмайуның йәне – дау күтәрә:

Осһоҙланмаҫ өсөн, ана, ПушкинДуэлдәргә сыҡҡан йөҙгә8йөҙ…

Артабан:Беҙ бахырҙар ғына түҙәбеҙ ул,Тубыҡ ҡатҡан мәңге теҙләнеп, –

тиеүе лә сараһыҙлыҡтан өҙ гө лә неү,ошондай хәлгә төшөргән көнлөксөвласть әһелдәренә ләғнәт.

Факиһа ижадына бәйле, МостайКә рим (1994 йылда): «…шағир үҙе � нең күңел ҡылдарын скрипка көй лә �гән шикелле көйләй булыр. Әгәрһағышҡа көйләһә, шул нота да уамитә, уйланыуға көйләһә, уй ла ныукитә, мөхәббәт нотаһына ҡа ғыл һа,шул яңғырай, зар ҡылдарына ҡа �ғылһа, зар артынан зар китә», – ти �гәйне. Фәһемле фекер. (Әйткәндәй,скрипка менән сағыштырыу шағирә �гә оҡшап ҡаласаҡ, һәм ул был образғаҡайта�ҡайта мөрәжәғәт итәсәк.)Аҡыл эйәһе булған халыҡ шағиры,бер уйлаһаң, йәшерәк ҡәләмдәшенеңинде көйләнгән күңел торошона тоғ �ро лоҡ һаҡлауын хуплай ҙа һымаҡ, ә,икенсе яҡтан, һинең ҡәҙимге көн дә �лек ығы�зығың, аһ�зарың һәр осраҡтала урынлы булмауына бик ипле генәиша ралай ҙа кеүек. Үке нес кәлер ме,был зарҙар ишәйә генә ба ралыр төҫлө(ав торҙың олоғайыу ғә лә мәтеме был,әллә халыҡтың хәл�то рошо шуға сә �бәп семе – өҙә генә әй теүе лә ҡы �йын). Хатта ки ул ижад тың һәлмәккенә бер йүнәлешен тыуҙырғандай.Ябай лаш тыр ма йын са, ошо тарафҡаиғ тибарлабыраҡ ҡа ра йыҡ әле. Әй �тәйек, башҡа ҡарашҡа урын ҡал дыр �маҫлыҡ ҡәтғи рәүештә:

Донъя – боҙлауыҡ мәмерйә… –(«Юлыма тоҙ һипмә, дуҫым…»)

136 Илде имләр ил инәһе

Page 137: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

тиергә нигеҙ бармы икән? Лирикгеройыбыҙ ут булырға йыйынғайнытү гелме? Ут булып, ниңә шул мә мер �йәне яҡтыртмаҫҡа (ирет мәҫ кә), бәл �ки, археологтар күрә алмаған яҙыу �ҙар табылыр, һис юғы өшөгән�туң �ған дар йылынып, ел�ямғырҙанышыҡ ланып сығыр ине. Шиғыр –кү ңел торошо, тибеҙ икән, бәлки, бы �лар үтеп китә торған осраҡлы ғынамәлдәрҙер? Юҡ икән шул!

«Уҙғанмын» шиғырында ҡар шы �лыҡ лы донъя алдында ул бөтөнләйби решеп үк ҡуя:

Нәфрәтләнеүҙән мин уҙғанмын,Рәнйеү8әрнеүҙәрҙән уҙғанмын,Юҡтан ғәрләнеүҙән уҙғанмын – Тамам туҙғанмын!

«Бикле кәмә»лә:Һығылып та төшәм

көсһөҙлөктән:Ҡулымдағы зәңгәр ишкәктәрҠанат түгел,Инде ҡанат түгел,Бары күҫәк , ауыр күҫәктәр…

«Әсәйем менән һөйләшеү»ҙә:Кеше ҡайғыһы юҡ кешеләрҙә,Күҙҙәр уҫал, ҡаштар емерек. Кеше ҡайғыһы юҡ кешеләрҙә,Кешеләрҙә тамаҡ ҡайғыһы…

Улай ғынамы:Сығып китке килә башты алыпЙәһәннәмгә, әллә ҡайҙарға…

(«Хәбәр көтәм»)Икенсе бер шиғырында:Сүгә бара иңбаштарым –Торалмайым күкте терәп…Йөрәгемә баҫыр өсөнҠалмаған бер йәшел япраҡ…

(«Миләш бешкән»)Артабан:«Был ни хәл һуң?» – Тиеп бер кемгә ләӨндәшке лә килмәй.Арытҡан…

(«Мәрҫиә»)Ә арыған кешенән (шағирҙан!) ни

көтәһең?!

Ғүмер туҙҙы,Уҙҙы8уҙҙы индеЙотоп күҙ8йәш йәки туҙанын…

(«Ғүмер туҙҙы»)Тупаҫлана бара ғәзиз йәнем,Тупаҫлана йөҙөм, һәр бармаҡ.Ғүмер генә тигән арауыҡтыСәнске дегәнәктән аралап…(«Өлөшөмә генә тейгән тормош»)

Ахыр сиктә:Аҫты өҫкә килә донъяларҙыңТамуҡ та бер миңә, йәннәт тә.Бөтөн ғаләм күнгән ошо хәлгәНи ҡылайым инде йәлләп тә? –

тип әйтеп һала… Был аһ�зарҙар донъ �я нан төңөлөү ауаздарына ла әй лән �геләп китә:

Ҡая ише инем мин ҡасандыр,Танырҙармы хәҙер тауҙар һуң?.. Йәш ҡайындай инем мин ҡасандыр,Ҡайыным, тип хәҙер кем әйтер?..Телдәремдә бал да майҙар ине,Ниңә хәҙер тоҙҙоң асыһы?..

(«Сафтыр, тиеп, даръяларғатөштөм»)

Иртәгә көн бөткән кеүек,Әрнергә лә әрнергә…Йәндә бөртөк нур ҡалмағанЙәнем, гүйә, мәмерйә…Мин еңелдем…

(«Иртәгә көн бөткән кеүек…»)Кешегә кеше – яу,Кешегә кеше – үс.Үҙ көсөмә генә йәшәгәнгәБыл хәйләкәр донъя ала үс…

(«Байлығым юҡ минең,дәрәжәм юҡ…»)

Күпме ғазаптарға тарыйым минЭшләй8эшләй йөрәк ҡушҡанды…Ә фәрештә инде булып булмаҫ,Тормош әйләндерҙе ҡолона…

(«Бизмән»)Лирик геройҙың ошолай өҙгө лә �

неп�бәргеләнеүҙәренә бәйле уй лан �ған да уның:

Фәнил Күзбәков 137

Page 138: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Мин көслө, тип килмәйалдашҡым! –

тиеүе күпте аңғарта булһа кәрәк.Исем�шәрифе йәмәғәтселек тара �фынан ололоҡлап ҡына телгә алын �ған, данынан да өлөшһөҙ ҡалмаған,етәк селек яғынан үгәйһетелмәгән ав �тор ҙың (шағирә, үҙе лә һиҙмәҫтән,«Зар ланыуы оят инде миңә» тип ҡуя.«Ғү мер музыкаһы» шиғырында«Скрип ка икән дә ул минең яҙмыш…Илап туймай», тип тә өҫтәй)аҙарыныуҙарын – халыҡтың иң рәүеитеп ҡарағанда ғына ту лы һынсааңларға мөмкин.

Шағирмын тигән шағир – иленең,халҡының рух барометры. Бөгөнгөхая һыҙ тормошта, матди байлыҡҡына төп үлсәм, бары ул ғына ба ры �һын да хәл итә, тип баһаланған йолҡ � ҡос лоҡ солғанышында һығыл малыйәш ҡайындың утынға әйләнеүенә,бал тамған телдән тоҙ әсеһе ки ле үе �нә, бөртөк нур ҡалмаған йәндеңтамам тупаҫланыуына аптырайһыюҡ. Аяуһыҙ ысынбарлыҡ фәреш тә �ләй заттарҙы ла (бәғзе шағирҙарҙыла!) ҡолға әйләндерә. Тимәк, ҡатын�ҡыҙ затынан булған лирик геройҙыңһы ғылып төшөүе, рәнйеүҙән, ғәр лә �неү ҙән, нәфрәтләнә белеүҙән уҙып,бын дай тормошта тамам туҙыуы,арыуы, еңелеүе, йәһәннәмгә олағырғаәҙер булыуы – бөгөнгө көнит ме ше �беҙ ҙең бер яғы ул. Уны – тор мошо �боҙ ҙоң күләгәле яғы (йәнәһе, һәр нә �мә нең дә күләгәһе була), тип тыныс �ланыр ға, тынысландырырға ты ры �шыу сылар ҙа етерлек булыр. Эйе, ша �ғирә данлаған алһыу таңдар ҙа, сы �уаҡ көндәр ҙә, айлы төндәр ҙә барәлегә. Әлегә (!) бар. Әммә рухи донъ �яның ярлылана барыуы көн кеүекасыҡ. Ул рухи донъяның төнө – ай�йондоҙһоҙ ҡараңғылыҡ, көнө – ауырболоттар менән ҡапланған, шомло,шыҡ һыҙ, ел�дауыллы, киләсәгенә –өмөт самалы. Ә бит кешеләге кешелекси фаттарын юғары кимәлдәге рухиәткенә һаҡлай ала. Ҡурҡыныс күренһә,

ҡомға башын тығып, ҡотолдом типҡы уа ныусы дөйәғош хәлендә бул ма �йыҡ тиһәк, тормоштоң был иләмһеҙһәм иманһыҙ яғын да оноторға тейештүгел беҙ. Ул яҡҡа эләгеп өҙгөләнеүсе,Уралынан яҙып, ҡанаттарын ҡа на �тыу сы Һомайғоштоң ғазаптарынаэсен дә йәне булғандарҙың битарафҡа лыуы мөмкин түгел!

Әйткәнебеҙсә, Факиһа Туғыҙ ба е �ваның мөғжизәләргә бай илендәһөйөп�һөйөлөүгә лә урын етер лек.Ли рик герой мөхәббәттә баш ҡортҡа тын�ҡыҙҙарына хас ғо рур, сәмсел:

Ос ҡошсоғом! Ос һин,Мөхәббәтем!

Иламайыҡ! Ғорур булайыҡ!Ҡолаһаҡ та, беҙ абынып түгел,Йәшендәрҙән янып ҡолайыҡ.

(«Мәрхәмәтле булсы,Мөхәббәтем!»)

Хатта үлемесле халәттә лә һынынтура тота:

Тынғы бирмәй йәндәремәғорурлығым,

Үлде йәнем, ҡалды барығорур һыным…

(«Онотаһың бергә кискәнһыуEуттарҙы»)

Бер үк мәлдә ул уғата тыйнаҡ,сабыр:

Ялбарыуым йәндәремдә һыҙлай,Юҡ, ысҡынмаҫ ләкин телемдән……Әйтелмәгән һөйөү һүҙҙәрем битМуйыныма аҫҡан таш кеүек…

(«Мин юҡ һинең өсөн»)

Йәки:Кисер мине әйтәлмәгән өсөнҺөйөүемде һиңә, уҡталып.Кисер мине меңдәр араһындаҠарап ҡалған өсөн туҡталып…

(«Кисер мине»)

Икенсе бер урында:Күңелемдә әйтелмәгән һөйөүӘйтелмәгән рәнйеш, аһ8зарҙар…

(«Ҡырыҫлыҡ»)

138 Илде имләр ил инәһе

Page 139: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Артабан:Иң ҡәҙерле һүҙҙәр күңелемдәТороп ҡалды төптә, тәрәндә…

(«Көткәйнем мин һинәнбашҡа һүҙҙәр…»)

Эйе, ул сабыр. Һөйгәнен дә Одис �се йын көткән Пенелопалай көтөргәәҙер. Әммә ҡул ҡаушырып ҡына ул �тыр маясаҡ. Ваҡыт үткәреү өсөн тү �гел, ә бергә булған мәлдәрҙең бал ҡы �шын күңеленән ҡайтанан кисереп,йон доҙло шәл бәйләйәсәк:

Ҡыштар оҙон. Ҡайтмай оҙаҡланың.

Көтәм һаман…Күпме көттөрҙөң?

Үкһеҙ аҡ бурандар үкһегәндә,Ап8аҡ бер шәл бәйләп бөтөрҙөм.

Һайлап алып бүләк иткәйнең һинЯҡты төндө йондоҙ сәйләнен.Күңелдәге уның балҡышын минЙондоҙло шәл итеп бәйләнем…

(«Йондоҙло шәл»)Ә мөхәббәте уның иҫ китмәле

көслө. Уны:Туҡтата алмай шулМең әмер,Тыя ла алмай шулМең әмир,Ҡурҡыта алмай шулМең вәзир,Һин – батша, мин – батша Беҙ хәҙер…

(«Мин һине урлайым»)Бындай эскерһеҙ һөйөүҙе йәшереп

тә булмай икән:Бәхетемде тәрән йәшерҙем минКүкрәгемдең генә түренә.Ул күҙемдән әммә, һәр һүҙемдән,Атлап килеүемдән күренә…

(«Һин һөйәһең мине,минең Аллам!»)

Һөйөүҙә баҫалҡы, тыйнаҡ, сабырлирик герой ижадта тәүәккәллерәксығыш яһай, ихласыраҡ та:

Аймылышты уйым – аҙаштым,

Бәхетһеҙлек кенә аҙашым;Бер өмөтһөҙ уйҙар – ташламай,Баҫа улар мине асмандай…Ә нилектән был бәхетһеҙлек?

Яуабы бар:Аймылышты уйым –

яңылыштым.Йырҙы икмәккә бит алыштым…

(«Аймылышты уйым – аҙаштым»)

Фекер тура әйтелгән, икенсеурында ул образлы яңғыраясаҡ:

Аҡты ҡараларҙан айырам, типӘйтәлмәйем инде хәҙер мин.Йырҙан ергә төшкән аҡсарлаҡтарҠарға менән сүпләй әҙер ем.

(«Зәңгәр тулҡындарын һалмаҡҡаға…»)

Әгәр ҙә һүҙ уйнатыу өсөн генә әй �тел мәһә, бында ижадсы өсөн һы �нылыш осоро сағылыш тапҡан. Ар та �банғы ижад ихлас дауам итәсәкме,күтәрелгән рухи бейеклектәр ки мә �ленән төш мә йәсәкме, әллә икмәк, данюлы нан китәсәкме – бы ныһы әлегешул рухи ныҡлыҡҡа бәйле (авториһә, шө көр, икмәгенән дә, данынанда мәх рүм ителмәгән. Алла бирһә,был тәңгәлдә хафаланырлыҡ сәбәп �тәр ҙә юҡ, булмаҫ та). Йәнә лә бер кү �ре неште күҙ уңында тотайыҡ: яуызниәт ленең ысын мәғәнәһендәге ижад �сы булып ҡала алыуы икеле (Зәйнәпапай Биишеваның «Һөнәрсе менәнӨйрәнсек» хикәйәте быға классикдәлил). Факиһаның ниәттәренең из �ге легенә шикләнеүе мөмкин түгел(әле ге шул рациональ солғанышниәт тәрҙе үҙгәртергә мәжбүр ит мә �һә). Икенсе яҡтан, ижад – ул үҙеңдеүҙең күтәреү, әйтергә яраһа, үҙеңдәнюға ры күтәрелеү. Шул осраҡта ғынаһи ңә башҡалар күрә һалып бармағандонъялар асыла:

…Күкте баҫҡан болот өйөмдәреҠояштан бит барыбер түбәндә.Болот аша уны күреп була,Түбәң күктәргә үк тейгәндә…

(«Күкте болот баҫты»)

Фәнил Күзбәков 139

Page 140: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Шуға ла Факиһаның:…Үҙ8үҙемдән талантлыраҡ,Үҙ8үҙемдән ҡөҙрәтлерәк,Үҙ8үҙемдән ҡиммәтлерәк, –

була алырына ышанаһың. Уның, кә �рәк икән, алғы һыҙыҡҡа, тура мә ғә �нә һендә, көрәшселәр сафына баҫаалыуы ла шик тыуҙырмай. Әлбиттә,һа бантуй майҙанынан, митинг три �бу наһынан айырмалы рәүештә былкөрәш�тартыш ябайҙарҙан түгел.Еңеү гә лә өмөттәр самалы. Булмышыме нән оптимист шағирә «Төҫһөҙләнәбара хыялдарым» тип тә әйтеп һа �ласаҡ. Аптырарға ла кәрәкмәйҙер,бәл ки, сөнки бөгөнгө ысынбарлыҡтаРух инәбеҙ булған бүре үкһей:

Уралтауҙа әрнеп илай Бүре,Инә бүре, беҙҙең Рух Инәһе…Рәнйейҙер ул Башҡорт балаһына,Төштөң, тиеп,

һин ҡыҙғаныс хәлгә…(«Уралтауҙа әрнеп илай Бүре»)

Ошондай ҡатмарлы, ҡапма�ҡар �шы лыҡлы заманда Факиһа Ту ғыҙ �баеваның лирик геройы йөрәген бар �рикада итәсәк («Баррикада»). Ул ун �да илен, телен, рухын һаҡлаясаҡ.

Халҡының һынмаҫ рухын йөрөт �кән лирик герой бының менән генә ләсик ләнмәйәсәк, илен берҙәмлеккә, әү �ҙем леккә саҡырып, милләткә хәүеф�хә тәр янауын иҫкәртеп, Балҡантауғакү тәрелеп, усаҡ яғасаҡ:

Ирәмәлдең алыҫ Торатауға,Ирәндектең алыҫ ЯнғантауғаТуғанлығы булып янһын усаҡ,Уяныр ҙа, бәлки, халыҡ шул саҡ,Үҙ8үҙенә ҡарар һушы китеп,Ғүмер һөрә ниндәй бәхет көтөп.Бөлөп бара икән илгенәһе –Үлеп бара икән үҙ инәһе…

(«Усаҡ яғам»)Ереңде талап, урман�һыуыңа ябы �

рылып, телеңде ҡырҡып, дарға аҫып,«бәхетеңде урлағандар. Уян, халҡым!Ғорурлығыңды ҡайтар!» («Уян,халҡым!») – тип саң ҡағасаҡ, Си лә �

беләге «Маяҡ» фажиғәһен күҙаллап,йөрәген бейек тау башына ҡыңғырауитеп эләсәк («Ҡыңғырау»), хәтеренюйған маңҡорт эшмәкәрлегенең Ер�Әсәбеҙгә килтергән ауыр эҙем тә �ләрен юллаясаҡ («Әжәлгә дарыу бар,тиҙәр…»), инҡилапсыларҙың, хата ла �ныу ҙарын, башҡортҡа ниндәй олоҡаза килтергәндәрен аңлап, тәүбәгәкиләсәктәренә өмөтләнәсәк… («Тәү �бә»). Тик аҡланамы өмөттәр, шәй �ләй ҙәрме «шаҡмаҡ күҙлеләр» һырт �тағы усаҡтарҙы, ишетәләрме афәт хә �бәрен еткереүсе шомло ҡыңғырауауаздарын, тоялармы аҡ томандарғаүлемесле ағыу уралыуын? Икеле.Эйе, әҙиптең ил алдындағы төп бу �рысы ла, тәү сиратта, халҡыныңрухын нығытыуҙа, әлбиттә. Ә власть(влас тың ҡайһы бер йүнәлештәге эш �мә кәрлегенә бәйле уй�фекер менәнуртаҡлашыуҙы йә уның ҡайһы бервә килдәрен тәнҡитләүҙе – тотошвласты инҡар итеү, революцияяһарға саҡырыу тип аңларға ярамай.Власты ил менән бутау ҙа бер ҡат лы �лыҡ булыр ине: етәкселәр алышыныптора, ил – үҙ урынында, «шаҡмаҡкүҙ ҙәр»гә дәғүәләр ҡуйырға мөмкин,ә ил менән ниндәй иҫәп�хисап ҡы �лаһың?! «Ҡан хәтере»ндә лирик ге �рой тикмәгә генә: «Тыуған илде ҡа р �ғап буламы ни, Ниңә аттырҙың, тип,атамды…» – тип, репрессия ҡорбаныбулған атаһын хәтерләп, аҙарынмай.Еңел түгел зат�ырыуыңа килгән ҡыр �ғын ды күтәреү, әммә ул был тра �гедияла иленең ғәйепле булмауын аң �лар лыҡ кимәлдә, шуның менән улнин дәй рухи юғарылыҡта тороуында раҫлай. Бына ҡайҙан авторҙыңрухи ҡеүәте!) менән типә�тиң һөй �ләшә�аңлаша, һүҙең менән иҫәп лә �шер гә мәжбүр итә алыу өсөн Са ла �уат тың ҡылды ҡырҡҡа ярыр ҡын �дағы булат ҡылысы менән тел осон �дағы бар халайыҡҡа етерҙәй осҡорора ны, Байыҡтың айыҡ аҡылы менәнсик ле күңелдәрҙе уятыр ҡанатлы һү �ҙе, Вәлидиҙең сәйәси һиҙгерлеге

140 Илде имләр ил инәһе

Page 141: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

менән милләт киләсәге алдындағыяуап лылығы, Шәйехзаданың осорфажиғәһен үҙ йөрәгенә, иңенә алып,шиғри генийын эшкә егеүе, Мос �тайҙың төплө уйланылып, мәленәяраш лы һәр саҡ сәпкә элә геүсе об �разлы ла, кинәйәле лә, фәлсәфи ҙә фе �кере, Рәмиҙең хатта үҙенә сигенеүгәюл ҡалдырмаҫ сая рухы менән ҡа нат �лы һүҙенең йәшәү рәүешенә тапкилеүе кәрәк! Бармы, ҡалғанмы улбеҙҙә?! Үҫтерә, һаҡлай�яҡлай, мәлен �дә бәпләй беләбеҙме ундайҙарҙы?Бит шағирәнә күңелдәр айырыусаяланғас, ҡурсалауға мохтаж. Рух һа �ғында тороусылар иһә бармаҡ менәнгенә һанарлыҡ ҡалған! Әлбиттә, әле �геләй риторик һорау�саҡырыуҙаряуаплы етәкселәрҙе һиҫкәндерер, типөмөтләнеүе ҡыйын (был фекерҙәрөҙгөләнмәй�ҡырҡҡыланмай уҡыу �сыға барып етә алһа ла мең шөкөр!).Тор моштоң ҡырыҫ күренештәре шун �дай һығымтаға килтерә: әгәр ҙә Рәми,те релеп ҡайта ҡалһа, Хөкүмәт указ �дарына ярашлы, илдә ҙур�ҙур са раларүтер, әммә тамашаларҙан ал йы ғанҡай һы бер власть әһелдәре, тү шәк тә �ренә етеп ауғас: «Нисегерәк эш лә �гәндә был боласыны тыныс лан дырыпбулыр ине икән?» тип әй лә неп�тулғанып, йоҡоһоҙ төн сығыр ине…

Бәхеткә күрә, әҙиптәр мөғжизәгә,һүҙ тылсымына ышана. Әгәр ҙә былос ҡон булмаһа, әҙәм ышанмаҫтайолоғара бурыстарҙы атҡарам тип, билдә быумаҫ ине күптәре. Факиһакеүек тәре иһә бындай ҙа тә үәк �кәллеккә йөрьәт итеү генә түгел, йө �рә ген усаҡ итеп дөрләтеп, ҡыңғырауитеп һуғып, яуға күтәрелә. Сөнки ун �дай ҙарҙа рухи ныҡлыҡ бар, халҡыңалдында яуаплылыҡ бар, милләтемтип һыҙланыу бар. Рух һүнмәгәндәбаш ҡорттоң йәшәйәсәгенә, юғалыпҡал маясағына инаныстары йәшәүрәүешенә әйләнгән.

Күренеүенсә, Факиһа Туғыҙ ба ева �ның ижад йылғаһы мул һыулы:бөркөт тәре саңҡыған мәғрур ҡая �ларға ла һуғыла, һандуғастары су �тыл даған талдарҙы, кәкүктәре са �ҡырған тирәктәрҙе лә һуғара, йөҙ �ҙәр сә төҫтә балҡыясаҡ болондарҙы лаиң ләй. Был ижадта Салауат оранынишетәһең, Бабичтың ғазаптарынкисерә һең, уның яҡты рухын эҙләптау ҙарға артылаһың, асмандарғааша һың, Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың һуң �ғы йырын йөрәгеңдә тояһың, Һо май �ғош булып ҡағынаһың, Аҡбуҙат бу �лып еләһең, Ил Инәһе Бүре менәнбергә үкһейһең…

Һағышлы, мөхәббәтле шағирә улФа киһа Туғыҙбаева. Ғүмере буйынаәсә һенең, башҡаларҙың «Кеше бу �лыр!» тигән ышанысын аҡларға ты �рыш ҡанға ул бәҫле һүҙ әйтә алды, әәй тер һүҙе, халыҡ яратып ҡабул ит �кән йырындағыса («Йәй ғүмере»),ысыҡ тамсыһында йыуылғайны. Яҙ �ған дарын бер ни тиклем үҙгәртеп,үҙе нә төбәгәндә:

Аралаша ҡояш телендә ул,Йөҙө яҡты, яҡты күңеле.Тайфундарың ҡоторһа ла,Заман,Ул бит күрә донъя киңлеген.Ул бит күрә тарих киңлектәрен –Шуға күрә башы юғары!Әйтерһең дә, ерҙе тотоп торғанУрал батырҙың ул һыңары…Мәртәбәләр ҙә уны урап үтмәне,

бейеклектәр ҙә яуланы… Иң мөһиме:Еңеүҙәрем – минең хәләл көсөм, –

тиергә тулы хаҡы бар. Илде имләр илинәһе йәшенә еткәндә, бер ҡулынаикмәк тотоп, икенсеһен йөрәгеөҫтөнә ҡуйып, һәр башҡорт әҙибе,Факиһа, һинең кеүек шулай әйтәалһын ине!

Фәнил КҮЗБӘКОВ.

Фәнил Күзбәков 141

Page 142: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Тормош асылына, ерҙә йәшәү мә ғә N нәһенә аҡыл эйәләренсә ҡараш таш N лап, Гөлнур Яҡупова утыҙы ту лырNтулмаҫ мәлдә үк әле кеше ғү ме рен етеҙтәгәрләгән тәгәрмәскә тиң лә гәй не:

Китер кеүек бер саҡ келтер@келтерТүбәнләскә генә тәгәрләп, Ҡатар ғына ике эҙ ҡалдырып,Ғүмер тигән етеҙ тәгәрмәс.

(Тауға үрләгәндә, 1978).

Етмешенсе йылдар аҙағында донъ Nяға килгән был шиғыр шул заманда уҡберәй гәзит йә журнал битендә ба N ҫылмай ҡалмағандыр, әлбиттә. Әбына миңә уны тәү тапҡыр тик туҡ һа Nнынсы йылдар башында ғына, Гөл нурЯҡупованың «Автограф» (1992) типаталған йәшкелт тышлы йоҡа ғынайыйынтығы ҡулға килеп эләк кәс кенә,уҡырға насип булды. Йы йын тыҡтыӨфө нөң Ленин ура мын дағы китапкибетендә (ә был ки бет миңә һу ғыш Nтан һуңғы ҡытлыҡ йыл дар ҙан бирлетаныш һәм, шуға ми кән, ул һәр ваҡыткүңелде үҙенә тар тып торҙо) һатыпалғанда ки сергән уйNхистәрем бө Nгөнгөләй хә тер ҙә.

Иң башта Рауил Бикбаевтың «Ав то Nбиография» (1969) тигән ки табы иҫ кәкилеп төштө. Күләме яғынан (ши Nғырҙар һаны буйынса ла, баҫма та N баҡтар иҫәбе менән дә) ул да әллә ниҙур түгел, ләкин, ҡатырға тыш ме нәнсығарылғанға күрәлер инде, ҡа лынғына тойола ине. Гректарҙан ки лепингән «авто» (беҙҙеңсәгә уны «үҙ» тип

ауҙаралар) һүҙе Гөлнурҙың да иғ ти Nбарын йәлеп иткән да баһа. Уның«Автограф»ы минең шәхси ха зи намаәйләнгәс, ғәҙәттәгесә, йы йын тыҡҡабирелгән аннотацияға күҙ һалдым.Унда былай тип яҙыл ғай ны: «Һәр кешеер йөҙөндә үҙ эҙен – ав тог рафынҡалдыра. Гөлнур Яҡу по ва ның шиғыр Nҙары ла шағирә яҙ мы шы ның үҙен Nсәлекле автографы ул. Ав тор ҙың ижа Nды уның би ог ра фия һы ме нән тығыҙүрелеп, бө гөнгө за ман даштың тулыҡанлы об разын күҙ алдына баҫтыра».

Һуңыраҡ, төрлө белешмәләр аша,Гөл нур Яҡупованың оҙаҡ йылдар ра Nйон гәзитендә эшләгәнлеген һәм ун даоло тормош мәктәбе үткән ле ген, унанһуң Өфөгә күсеп кил гән леген һәм«Башҡортостан ҡыҙы» жур на лын дахеҙмәт иткәнлеген, һик һә нен се йыл Nдар башында «Йәш көс тәр» аль ма Nнахының бер нисә һа нында шиғ ришәлкемдәр менән сы ғыш яһа ған Nлығын, ошо уҡ ун йыл лыҡтың аҙа Nғында «Нағыш» исемле бәләкәй генәтәүге китабы баҫылып сыҡ ҡанлығынбелдем.

Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, «Ав тог раф» Nҡа ин гән йөҙҙән ашыу ши ғыр ҙың бай Nтағы миндә быға тиклем та ныш бул Nмаған хистәр уятып ебәрҙе, шул хис Nтәрҙе башҡалар менән дә ур таҡлашыутеләге ҡытыҡлап ҡуйҙы күңелде.Оҙаҡламай шул ихтыяждан «Ә үҙем улүҙе әллә нисәү...» тигән мәҡәлә тыуҙыһәм ул «Ағиҙел»дең туҡ һан дүртенсе

142

САБЫРЛЫҠТЫҢ ТӨБӨ — ҺАРЫ АЛТЫН(Гөлнур Яҡупованың шиғриәте хаҡында)

Page 143: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

йылғы һуңғы һа нын да донъя күрҙе.Әле бына шул мә ҡәләне табып,яңынан уҡып сыҡ тым да «ғүмер тигәнетеҙ тәгәрмәс» ме та фо ра һы хаҡындауйланып ал дым. Миңә, ав тор ға, мәҡәләкисә генә яҙыл ған һы маҡ тойолһа ла,уға инде ун биш йыл дан ашыу ваҡытүтеп киткән. Тик шу ныһы ҡыҙғаныс:ошо дәүерҙә Г. Яҡу пованың шиғриәтеха ҡында ни бары бер мәҡәлә («Йө рәкхаты» ти гән йы йын тыҡҡа М. Ғә лияҙған ре цен зия) баҫылып сыҡҡан. Әүҙҙәре ту раһында матбуғат бит тә рен дәбер ауыҙ ҙа һүҙ ишетмәгәндәр күпмеикән?

«Нағыш»тан һуң Гөлнур Яҡу по ва Nның ижад һуҡмағы киңәйгәндәнNки Nңәйә, асыҡланғанданNасыҡлана бар ҙы.Был һуҡмаҡтың төп йүнәлеше һәм төпбайлығы поэзия булһа ла, унда әк Nренләп сәсмә әҫәрҙәргә лә урын та Nбыла башланы. Балалар донъяһы ла ятбулманы шағирәгә. Егерменсе бы уатахырында, ғүмеренең алтын ур та һынбилдәләгәндә, ул инде ете ки тапавторы ине. Шулай итеп, гәзитNжур Nналдарҙан башланған һуҡмаҡ Гөл N нурҙы оло юлға – ысын мә ғә нә һен N дәге әҙәбиәт донъяһына алып сыҡ ты.Ул бөгөн дә үҙе һайлап алған ошо ауырҙа, шул уҡ ваҡытта ифрат ма уыҡ тыр Nғыс та өлкәлә арымайNтал май эшләүендауам итә. Яңы бы уат тың тәүге унйылында байтаҡ ки таптар баҫтырыпсығарҙы. Әүәл ге сә «Ағи ҙел» жур на Nлының даими авторы бу лып ҡалакилә. Өҫтәүенә, һуңғы йыл дарҙа улҙурыраҡ, ҡатлаулыраҡ поэ тик жанр Nҙар ҙа ла үҙ көсөн һынап ҡарай баш Nланы. «Мираҫ» («Ағиҙел», 2007, 12Nсеһан) һәм «Әҙәм вә Һауа» («Ағи ҙел»,2008, 6Nсы һан) тигән поэ малар –быға асыҡ дәлил.

Сюжет ҡоролошо йәһәтенән «Ми Nраҫ» бер ҡәҙәр М. Ғәлиҙең «Ҡап ҡаң дыас, Быуат!»ын хәтерләтеп ҡуя. Оҡ N шашлыҡ айырыуса поэмаларҙың эк с N по зицияһында күҙгә ныҡ салына.Улар ҙың икеһе лә тышта йәйге йылы

ямғыр һибәләү күренешен тасуир лау Nҙан башлана; ямғырҙан һуң йәйғорҡал ҡып сыға; йәйғор иһә ейәндәр об N разы тыуыуға сәбәпсе була. «Ҡап ҡаң Nды ас, Быуат!» тағы ейән, йәйғорNҡап Nҡа ға күрһәтеп, «Әйҙә, шул ҡап ҡа нанүтәйек урман арттарына» тип ҡар т Nатаһын урамға алып сығып кит һә,«Мираҫ»тағы шуҡ ейән «...Өлә сә кәй,ана, тәтәй күпер, йөрөп ки лә йек сешул юлдан!» тип өләсәһенең еңе нәнтарта. Ике поэмала ла әҫәр ҙең тәүгеюлдарынан уҡ сюжет ебен ли рикгеройҙар үҙ ҡулдарында тота.

Собханалла!Һушты алды йәйғор бер мәлгә –Урал аръяғынан, дуғаланып,Алдыма уҡ килеп терәлгән,–

ти «Мираҫ»тың лирик героиняһы, шат Nлыҡ ҡатыш ғәжәпләнеү тойғоһо ки се Nреп. Йәйғор юйылғас, ҡарашын күк кәйүнәлтә лә хыялдарға бирелеп китә:«Болот, тиһәм... Аҡбуҙ тол пар ҙарҙаелеп үтеп бара һыбайҙар»; «Офоҡ ҡыр @лап, сәйер тәгәрмәс... да ла яҡҡа баратәгәрләп»; «Ерҙең кен дегенә – Ар ҡа @йымға арийҙары ҡай тып бара бит »;«Күктә – ми раж... Ләкин сын та @рихта булған улар – камил има ным».ТораNбара ли рик ге ро иняның уйNхы Nялдарынан ри торик һорау үҫеп сыға:

Дөп@дөп... тек@тек... Тояҡ тауышымыДөпөлдәй?

Йыһан сәғәтемеТекелдәй?Йөрәгемсе –Арҡайым тип ярһыйДөлдөлдәй...

Артабан был юлдар рефренға әй лә Nнеп китә. Тик сюжет ярҙары ки ңә йәбарған һайын, алда һүҙ нимә ту р а N һында буласағын иҫкәрткәндәй, ре ф Nрендың да һуңғы юлдары үҙгәрә тө шә,ә поэманың ахырына яҡын лаш ҡан д ауның тәүге юлы ғына һаҡ ла нып ҡала.Быларҙың бөтәһе лә, бер ҙән, авторәйтергә теләгән фекерҙе уҡыусы зи һе Nненә йәһәтерәк илтеп ет кереү

Әнғәм Хәбиров 143

Page 144: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ниәтенән сығып эшләнгән бул һа,икенсенән, төрлө идея тө рөл гән хәлNваҡиғаларҙы берNбереһенән айы ры Nбыраҡ тороу маҡсаты ла күҙ уңын датотолғандыр, тип уйлайым.

Экспозицияла лирик героиня үҙе Nнең ҡайһы бер характер үҙен сә лек тәременән дә таныштырып уҙа: «Сор хә @тер ле башҡорт ҡатыны мин. Сә фәрсы ғам һиңә, Арҡайым»; «Ки ләм оло ға @ йып... Йәйғор күпер һуҙып, са ҡыр ҙыңбит, көтәһеңдер мине, мо ға йын»;«Саялығым барсы, баш кү тәр ҙе:күктәр көн дә бирмәй ишара. Тәү тө @ йәген ҡайтып күрер өсөн ҡош тоң@ҡошо оса – түш яра». Был юл дарҙа,бәлки, шағирәнең ав то биог ра фик һы Nҙат тары ла сағылып китәлер. Әгәр шу Nлай була ҡалһа, тимәк, поэ ма ның ав N торы менән уның лирик ге ро иняһыараһындағы сиктәр ҙә юйы ла һәм оҡ Nшаш лыҡтар бермәNбер арта бара.Ошонда сюжет та төйөн ләнә: лирикге роиняның сәфәре баш лана. Сә фәрба рышында уның күргәнNбел гән дәре,ҡайҙалыр һәм ҡасандыр ишет кән һәмхә терендә һаҡланған фа раздар, көт мә N гәндә килеп тыуған һо рауҙарға яуапэҙләгәндә кисергән уйNки се реш тә реәҫәрҙең йөкмәткеһен тәш кил итә ләинде.

Поэмала ваҡиғалар үҫеше йылдамбара. Сәфәр сыҡҡан лирик героиня,«Сал даланың данлы үткәндәрен ай ҡапбарҙы йылғыр уйҙарым» тип әй тергәлә өлгөрмәй, күҙ асыпNйомған аралабарыр еренә барып та етә һәм ундатыуған тәүге хистәре менән ур таҡ Nлашырға тотона: «Әйтерһең дә, ҡайт @ тым төп йортҡа мин, асыр өсөнтыуған ишекте»; «Был төйәк бит Ер @ҙә тиңдәшһеҙ!»; «Юллап кил дем ру хымтамырҙарын...»; «Ер ме нән күк то @ташҡанын күрҙем...». Ар табан ултирәNйүнгә күҙ ташлап ала ла уйNхис Nтәре менән бүлешеүҙе да уам итә:«Ҡаулан араһында аулаҡ ят ҡан там @ға@ташҡа иттем иғ ти бар. Баш ҡортба лаҫына баҫып һуҡ ҡан аҫаға ул төҫ @мөр, оҡшашҡан»; «Ҡурҡып киттем.

Күк рәгем боҙ булды: свастикаға тарт @ ҡан был тамға?» Һәм шунда уҡ аҡ ла Nнырға ашыға: «Ҡояш билдәһе ул свас @тика – Арҡайымдың ысын ари й ҙарытанытмаһы...»

Бында «Мираҫ»ты энәһенән ебенәҡәҙәр тикшереү маҡсат итеп ҡу йыл Nмай. Уны поэма жанры менән мах сусшөғөлләнеүселәр эшләр. Әгәр әҫәр ҙеңсюжет канваһы буйлап ваҡ ҡынааҙымдар менән хәрәкәт итә баш лаһаң,уның асылын бөтә киң ле гендә һәмбөтә тәрәнлегендә асып һа лыр өсөнбайтаҡ ваҡыт һәм байтаҡ урын кәрәкбулыр ине. Сөн ки алты йөҙгә яҡыншиғри юлдан тор ған был әҫәрҙә авторбик күп мәсьәләләр кү тәрергә өлгөрә.Уларға ныҡлап тө шө нөр өсөн тарих,фәл сәфә, сәйәсәт, әҙә биәт, мәҙәниәт,сән ғәт, диниә өл кәһендә күпмелерәҙер лек кәрәктер. Ябай уҡыусы Г. Яҡу Nпованың «Ми раҫ»ын тәү танышыуҙауҡ бөтә тә рән легендә аңлап та бөт Nмәҫкә мөмкин. Дөрөҫ, бынан әҙ генәэлегерәк («Ағи ҙел», 2006, 11Nсе һан)баҫылып сыҡ ҡан «Минең Одиссеям»тигән шәл кем гә асыҡлыҡ индереүсетө шөр мә лә ша ғирә: «Ағиҙел»де зыя лы Nлар ал дыра, шу ға күрә донъя мә ҙә ниә Nте нең тәү нигеҙе булған боронғоЭллада (Гре ция) мифтары тәңгәлендәоҙонNоҙаҡ аң латмалар биреүҙе кәрәктап майым» тип иҫкәрткәйне лә иҫ кәр Nте үен, әммә «Мираҫ»та һүрәтләнгәнхәл Nва ҡиғалар ябай уҡыусыны ғынатү гел, зыя лы һын да уйға һалыуы их Nтимал. Әҫәр ҙең телендә лә беҙҙең бө Nгөн гө көн дә лек аралашыуҙа һирә ге рәкос рай торған һүҙҙәр мул ғына ҡул ла Nныл ған. Ләкин был «уңай һыҙ лыҡ тар Nға» ҡа рап ҡына «Мираҫ»тың тирәNйүн Nде, беҙгә хәт лемге тормошто һәм беҙ Nҙең за манға хас хәлNваҡи ға лар ҙы та Nнып бе леүҙәге әһәмиәтен ин ҡар итепбул май. Ни ти һәң дә, әҙә би әҫәр ҙеңуҡыу сы ки мә ленән (ябай мы ул, зыя Nлы мы) әҙ генә бул һа ла юға ры раҡторорға те йеш леге, кешенең эс те тикзауығын ка мил лаштырырға, мәғ лү мәтдаирә һен киңәйтергә, мөмкин тиклем

144 Сабырлыҡтың төбө – һары алтын

Page 145: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

кү бе рәк ыңғай сифаттар тәрбиәләргәса ҡы рылғанлығы юҡтан ғына түгелбит.

«Мираҫ» авторҙың үҙенә лә еңелгенә бирелмәгәндер. Поэмаға то то Nнор ҙан алда уға байтаҡ ҡына өҫтәмәсы ғанаҡтар өйрәнергә, донъя әҙә Nбиәте һәм мәҙәниәте үрнәктәре туп Nланған фолианттарҙы яңынан ҡатNҡатаҡтарырға тура килгәндер, мо ға йын.Был фаразды өҫтә телгә алын ған«Минең Одиссеям» тигән шәлкем дәҡеүәтләй. Шәлкемгә ингән туғыҙ ши Nғырҙың бөтәһе лә шағирәнең ан тикәҙәбиәт нигеҙҙәре менән яҡшы хә Nбәрҙар булыуын ғына түгел, бәлки,уның юғары өлгөләрен үҙебеҙҙең ер Nлек тә уңышлы файҙаланыуын да күр Nһәтеп тора.

«Минең Одиссеям»ды асып ебәр гән«Сер түгел дә...» тигән шиғыр – үтәхикмәтле, үтә кинәйәле. Боронғо грекмифологияһынан беҙҙең аңға һе ңепҡалған батыр йөрәкле һәм хәй ләкәрОдиссей, уның тоғро ҡа тыны Пене Nлопа, Циклоп тип йө рө төл гән һыңаркүҙле дейеү, кәйефNсафа алла һыДионис, аллалар аллаһы Зевс, улбүләк итеп биргән ҡумтанан кө нөNтөнө бөтә ғаләмгә бер туҡ тау һыҙ быс N раҡ атыусы Пандора образ да ры ашабөгөн донъя күләмендә хө көм һөр гәнхәлNваҡиғалар оҫта са ғыл ды рыл ғанбыл шиғырҙа. Шуныһы ҡы уа ныс лы:лирик героиня, Одиссей ка ра бынаултырып, уның менән сер ләш кәндәСфинкс шәйенә инә яҙып ҡал һа ла,үҙенең тыуыпNүҫкән ер ҙә ре нә, Ағи Nҙеленә, башҡортлоғона хыя нат ит мәй.Киреһенсә, тамырҙары та рих атаһыГеродотҡа, йөрәк ти беш тәре Про N метейға барып тоташыуы менән ғо Nрурлана.

Һүҙ «Минең Одиссеям» шәлкеменәкүс кәс, ундағы тағы бер нисә ши ғырғатуҡ талып китеү яҙыҡ булмаҫ. Шу ларара һынан иң тәүҙә «Һыңар», «Ут ҡа ба Nғыу», «Медея» тигәндәренә иғ ти бар ҙыйүнәлтер инем.

«Һыңар» күнегелгән формала яҙыл N

ған: дүртәр юллы дүрт стро фа нантора. Лирик героиняның эске ха ләтебөтә нескәлегендә, ышан ды рыр лыҡитеп асып һалынған был әҫәрҙә. Яң N ғырашы буйынса ла һүҙ тей ҙе рер лектүгел. Лирик героиня үҙен Пе не лопаһыңары тип атай. Ләкин, Пе не лопананайырмалы бу ла раҡ, уның Одис сейы,ҡыҙғанысҡа ҡар шы, ҡайт маҫ ергә кит Nкән. Бер ав то биографик мә ҡә лә һе нәнбе леүемсә, авторҙың хәләл ефете йәш Nләй вафат булған һәм уның ғүмере“ҡатар ғына ике эҙ ҡал ды рып” түгел, әһыңар тәгәрмәстә тә гәр ләй. Әммәрухы һынмай, тормош йө гөн мыжы Nмай тарта, балаларын үҫ терә. Ҡәләмендә ташламай, тәбиғәт биргән та лан ты Nна ла хыянат итмәй.

«Утҡа бағыу» ҙа донъя мә ҙә ниәте Nнең тәүнигеҙе булған боронғо Эл ла дамифтарына барып тоташа. Ке ше ләргәут бүләк иткән өсөн утыҙ мең йылғазап сиккән Прометейға мө рә жә ғәтитеп, лирик героиня былай ти:

Остоҡ ҡына осон ғазабыңдың Тура килде миңә татырға,Ҡара эсле, ҡара хислеләрҙеңТырнағына бер саҡ тарырға.

Бәғеремә ҡандар һауған саҡтаУтҡа баҡтым – үҙе бер аҡыл.О, Прометей, минең хаҡҡа ла битҠотҡарғандыр һине Геракл.

Ире Ясондың хыянатын кисерә ал Nмай, ике балаһын һәм көндәшен үл Nтер гән боронғо Медея һыны ла Гөл Nнурҙы вайымһыҙ ҡалдырмаған. Тикуның лирик героиняһы «Медея» ти Nгән шиғырҙың тәүге юлдарында уҡ«Һө йөү, нәфрәт – игеҙәктәй, әл ми саҡ @ тан (ҡырағай саҡтан) минең ҡан ғабер гә күскән» тип иҡрар итһә лә,Ясонды ла, Медеяны ла үҙенә иш тәһа намай, аҡламай ҙа. «Рухташ тү гелМедеяға, ғишыҡ утын йү гән ләр леккөс бар миндә» ти ул. Шиғыр фә һем Nле, хистәргә бай. Лирик ге ро иня, яҙ Nмыш ярҙарына якорь һалған Ясон дыңхыянатына нәфрәтен бел де реп һәм

Әнғәм Хәбиров 145

Page 146: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

шул уҡ ваҡытта әҙәп һәм ғо рурлыҡһаҡлап, уны кире ҡаға: «Ҡы уа төш @мәм Медеялай. Хаслыҡ көт мә ми нәнулай. Тиҙерәк кит. Юҡ һа, Ясон, нәф @рәт ҡайнай ҡанда – ысын...»

«Минең Одиссеям» шәлкеменә ин Nгән шиғырҙар төҙөлөштәре йә һә те нәнбер төрлө генә түгелдәр. Унда, мә ҫә Nлән, икешәр юллы строфа менән яҙыл Nған «Сибайҙа» исемле шиғыр айы ры Nлы быраҡ тора. Йөкмәткеһе буйынсаул «Мираҫ» поэмаһына һалынған һуҡ Nмаҡ кеүегерәк яңғырай. Сибай, Ар ҡа Nйым яҡтарында йөрөгән саҡта тыуғануйNкисерештәре менән уртаҡлашып,ав тор ошо тирәлә ҡасандыр арийҙарйә шәгәнлегенә, башҡорт ҡанында мә Nжү силек барлығына ишара яһай.

«Минең Одиссеям» шәлкеме «Әҙәмвә Һауа» поэмаһына ла йоғонто яһа Nмай ҡалмағандыр. Сөнки унда ҡайһыбер образNфекерҙәр (әйтәйек, тоғ ро ҡатын Пенелопа) яңынан ялт лап китә.Лирик героинялар ара һында лаяҡынлыҡ ҡына түгел, ниндәйҙер оҡ N шашлыҡ та, хатта рухи уртаҡлыҡ һи Nҙелә. Был героинялар – нескә кү ңел ле,саф йөрәкле, сабыр холоҡло, тә рәнаҡыл лы, ғорур тәбиғәтле зат тар. Донъ N ялағы төрлө ҡар шы лыҡ тар, быс раҡ Nлыҡтар менән осрашырға ту ра кил N гәндә лә, улар ихтыяр көсөн һәм йә N шәү дәртен юғалтмайҙар, үҙ ҙә ре бу Nлып ҡалалар.

«Әҙәм вә Һауа»ның нигеҙендә ди нириүәйәт ятһа ла, Гөлнур Яҡупова быллегенданы ысынбарлыҡтағы хи кә йәтдәрәжәһенә күтәреүгә иреш кән. Әгәр«Мираҫ» поэмаһында мө хәб бәт те Nмаһы башҡа темалар менән йәнәш ҡу N йылып ҡына яҡтыртылған булһа («Тү @ бәләстәр бында әллә нисәү: бар Мө @ хәббәт тауы, Шамантау, Теләк та уы,тағы Аҡыл тауы...»), бы ны һын да иһәул башкөлләй үҙ аллыға әй ләнгән.Улай ғына түгел, «Әҙәм вә Һа уа»ла,бөтә кешелек донъяһы мө хәб бәттәняралған, тигән фекер алға һө рөлә.Автор уйынса, йәшәү һәм үлеү, илауһәм көлөү, яҡшы һәм яман, йо мартһәм һаран, аҡ һәм ҡара тө шөн сәләре

лә донъя менән бергә бар лыҡҡа кил Nгән. Шуға күрә донъя гел мө хәб бәт тәнгенә тормай. Мө хәб бәт менән берҡатарҙан Ер йөҙөндә, ҡыҙғанысҡа ҡар Nшы, көнсөллөк, үс, хыянат, ялған,хө сөтлөк һәм шуның кеүек башҡа биккүп тиҫкәре сифаттар ҙа йәшәп ята. Әбыл тиҫкәре күренештәр, ҡап маNҡар Nшылыҡтар, үҙ сиратында, ли рик ге N роиняны, шул иҫәптән ша ғи рә не лә,тә рән уйға һала һәм өмөтөн күк кә йү N нәлтергә мәжбүр итә:

Иблис ҡыла тантанаһын,Иманға ул янай һаман,Яҡын әллә ахрызаман,Әҙәмгә, бәлки, таман?Раббым, ишет!Сиртәм бишек –Бир именлекЕргә, һиллек.

– Һуғыш@ыҙғышКемдең эше?– Кешенеке.– Үҙенә – гонаһ!– Эйе, Аллаһ...

«Әҙәм вә Һауа» диалогтарҙан һәммо нологтарҙан тора. Ҡайһы берҙә Һа Nуа менән лирик героиня бер бө төн гәәйләнеп киткәндәй, ә диа лог тарҙыңкү беһе Һауа менән Аллаһ араһындабар ғандай тойола. СюжетNкомпозицияҡо ролошо йәһәтенән ҡайһы бер һо Nрау ҙар тыуҙырһа ла, Г. Яҡупованың«Әҙәм вә Һауа»һы – уйландырырлыҡәҫәр. Уны ысын, тотороҡло һәм тоғ ро Nлоҡ ло мөхәббәткә, шундай мө хәб бәт Nте үҙ ҙәрендә түкмәйNсәсмәй һаҡлапйө рөткән ҡатынNҡыҙҙар затына мәҙ Nхиә тип атарға мөмкин. Әҫәрҙең төпиде яһы ла, бәлки, бына был юлдарғатө рөлгәндер:

Ә мин – Әсә, Иртә@кисенБишек сиртәм.Ә мин – Ҡатын,ҠурсалайымУсаҡ утын,Донъя ҡотон.

Лирик героиняның «Бишек сир тәм.

146 Сабырлыҡтың төбө – һары алтын

Page 147: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Йырлай@йырлай, илай@илай, бә пе сем @дең ҡолағына өгөт киртәм: тик иман @ ға, тик аманға. Күкрәк һө төм, аҡөгөтөм аралаһын яма нат тан, яманзаттан!» тигән теләге һәм өгөтNнәсихәте лә поэманың төп иде яһы накөс һәм ҡеүәт өҫтәй, уны уғата лаүтем лерәк һәм әүрәткесерәк итә. Бө Nгөн гөнө үткәндәргә бәйләп, «хәтер ха Nты»н яҙыусы Г. Яҡупованың «Әҙәм вәҺауа»һын уҡып сыҡҡас, ирек һеҙ ҙәнДостоевскийҙың «Донъяны матур лыҡҡот ҡарыр» тигән ҡанатлы һүҙ ҙә ре иҫ Nкә килеп төшә. Ун туғыҙынсы бы уатахыр ҙарында яңғыраған был иф рат тә Nрән фекерҙе егерме беренсе бы уат ба N шында уғата ла киңәйтеп, «Донъ яныдыуамаллыҡтарҙан, боҙоҡ лоҡ тар ҙан,һәр төрлө афәттәрҙән ма тур лыҡ һәмсаф мөхәббәт ҡотҡарыр» тип иҡ раритке килә.

«Мираҫ» шикелле, «Әҙәм вә Һауа»ла юҡтан ғына бар булмаған, әл бит тә.Мин уны Г. Яҡупованың шиғриәт баҡ N саһындағы мөхәббәт лири ка һы наняралған һәм шунан үҫеп сыҡҡан һут лыемешкә тиңләр инем. Ишетер ҡо Nлаҡҡа был сағыштырыу, бәлки, мә ҙә Nгерәк тә тойолор. Әммә, ни тиһәң дә,мөхәббәт темаһы Гөлнур өсөн иң ҡә Nҙер ле, иң изге темаларҙың береһе бул Nды һәм әле лә шулай булып ҡала.Уның ҡайһы ғына йыйынтығына күҙташлама, һөйөү һәм һөйөлөү ҡыл да Nрын сирткән әҫәрен осратмай ҡал маҫ N һың. Бында шундайҙарҙың быуатбашында ижад ителгәндәренә бер аҙтуҡталып та китергә мөмкин.

Егерме һигеҙ шиғырҙы эсенә алған«Китә ҡышым, йәйләмәҫ тә ҡошом...»(«Ағиҙел», 2002, 4Nсе һан) һәм «Хис тә Nремдең көмөш һиҙәбе...» («Ағиҙел»,2004, 1Ncе һан) тигән шәлкемдәр күп Nтәрҙең иғтибарын йәлеп итмәй ҡал ма Nғандыр, моғайын. Ошо ике шәл кемтураһында үҙ аллы һәм ярайһы уҡ кү Nләмле мәҡәлә яҙырға булыр ине. Бөгөниһә улар әлеге кү ҙә теү ҙәр ҙең берөлөшөн генә тәшкил итәләр.

Сер түгел, йыш ҡына һөйөү һәм һө N

йөлөү тойғолары беҙҙә (айырыуса йыртекстарында) бушҡа яңғыраған бөҙ рәһүҙҙәргә генә ҡайтып ҡа лыу сан.Г. Яҡупованың мөхәббәт ли ри ка һы ял Nған биҙәктәрҙән азат. Уның мөхәб бәтлирикаһы тормоштоң үҙенән үҫеп сы Nға, шуға ла мөхәббәт те ма һына ар нал Nған шиғырҙарында ерҙә йәшәүҙең ҡы Nуаныслы яҡтары ла, хәсрәтле мәл дә релә берҙәй сағылыш таба. «Йәй сәләме»ти гән шиғырҙа, мәҫәлән, лирик ге рои Nня уны үкһеҙ ҡалдырып киткән йә рен,йәре менән бергә йәшәгән дә үер ҙә ки Nсергән бәхетле саҡтарын һа ғы ныпиҫкә ала һәм шул саҡтарҙы тә би ғәткүренештәре аша ябай ғына, шул уҡваҡытта ышандырырлыҡ итеп күҙалдына баҫтыра. Әҫәр һағышлы уйNхистәр менән һуғарылған булһа ла, улҡара буяуҙарға буялмаған: унда яҡтыуйNтеләк, йәшәү дәрте өҫтөнлөк итә.Үтеп барған «ғүмер йәйе»нә лә ли рикгероиня эске бер тыныслыҡ һәмсабырлыҡ менән ҡарай.

Г. Яҡупованың лирик героиняһытор мош һынауҙары аша үткәндә мө Nхәб бәткә тоғролоҡ һаҡлаусы булараҡта иғтибарҙы йәлеп итерлек. Әгәр«Тал ҡаҫ йыры»нда уның был сифатыту рананNтура асып һалынһа («Мө хәб @бәт кә тоғро йәнемдә һин тынмаҫ йыринде ...»), «Һинең ҡулдар», «Әлләсе...»,«Исемеңде һыуға яҙҙым...», «Күңелемфә рештәһе», «Яҙыҡлы яҙым», «Ға зап»,«...Ап@аҡ ҡына ҡаурыйҙар...» ти гән Nдәрендә ул кинәйәләберәк асыла. Былши ғ ырҙар үҙҙәренең үтә эмо ци онал ле Nге, үтә лириклығы менән айы ры лыпто ралар. Күләме яғынан оҙон ғына то Nйолған «Һинең ҡулдар»ҙың лирик ге Nро иняһы, мәҫәлән, йәне менән әҫәр ҙеңбуйынанNбуйына хыял донъ яһын дайөҙһә лә, һуңғы строфала ысын бар Nлыҡҡа әйләнеп ҡайта:

Һыйынмайым бушлыҡ ҡосағына,Урталыҡтан китәм,Таянырға һинең ҡулдарыңаХыял итәм. Көтәм.

«Әлләсе...» лә нескә тойғолар ме нән

Әнғәм Хәбиров 147

Page 148: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

һуғарылған һәм ул тойғолар иф ратнескә итеп тасуирланған: лирик ге Nроиня йөрәге түрендә күптән һаҡ лан Nған хистәренә тап төшөрмәҫкә, үҙданын үҙе һатмаҫҡа һүҙ ҡуйған һәмшул һүҙендә тороуын дауам итә. «Кү Nңелем фәрештәһе» рустарҙағы АнгелNхра нитель тигән мифологик тө шөн сә Nнән үҫеп сыҡҡанға оҡшай. Лирик ге Nроиня үҙенең Фәрештәһенән ҡәнәғәт,сөнки ул «тоғролоҡло отҡор» Һаҡсы:«Өмөт һүнеп, ҡалһам ҡараңғыла,етәкләп ул ала тиҙ үк ҡулдан». «...Ап@аҡ ҡына ҡаурыйҙар...»ҙы күпмелер ки Nмәлдә «Күңелем фәрештәһе»нең да Nуамы тиергә була. Аҡлыҡ, паклыҡ бөр N көп тора был лирик шиғырҙан. Ергәһибелгән апNаҡ ҡаурыйҙар ли рик ге Nроиняға әҙгә генә булһа ла һөй гәнеменән элемтә урын лаш ты рып алырғафорсат биргән тылсымлы көс итептасуирланған. Ә бына «Яҙыҡлы яҙым» Nдың лирик ге роиняһы хыя лын да ғынабулһа ла һөйгән йәренең йәш легенәбарып ҡайтыр өсөн тыны ме нән ҡарҙыиретергә һәм үҙ ҡы шын үҙе яҙ итергәәҙер. Шиғыр ал ли те рацияға ҡоролған«Миңә яҙһын өсөн был яҙың, ҡышты яҙитерлек йыр яҙҙым» тигән строфаменән башлана һәм «Ялан аяҡ ҡарҙанйүгерҙем дә умырзаяң булдым саҡҡына...» тигән ме тафора менән та мам Nлана. Гөлнур Яҡу пова поэ зияһында мө Nхәббәт те маһының тәрән һәм көслө берағым булып тороуын уның «Ғазап» ти Nгән шиғырында ла тойомларға мөм кин.

Әҙәбиәт ғилемендә, поэтик әҫәр ҙеңлирик геройы менән уның ав торы ара Nһында ҡайһы берҙә әҙмеNкүп ме, ә ҡай Nһы берҙә байтаҡ ҡына оҡшашлыҡ һәмуртаҡлыҡ булырға мөмкин, тигәнерәкфекер йәшәп килә. Ошо фекерҙән сы Nғып уй йөрөткәндә, Гөлнурҙың күп кенәшиғырҙары автопортрет һы ма ғыраҡяңғырай кеүек – ғәмәлдә был, әл биттә,шиғриәттең инандырыу көсө, их ласхис тәр менән һуғарылыу кү ре неше.«Ҡа риҙелдә боҙ киткәндә», «Юлау сы»,

«Рәхмәт», «Ғәйбәт», «Бирнәм», «Шат лы N ғым», «Ҡанат», «Будулай», «Мәмер йә Nлә», «Хәтер урманы», «Шәһит гөлдәр»,«Аң лаNаңлама...», «Ышан!» тигән ши Nғыр ҙарҙа был үҙенсәлек айырыуса һи Nҙелеп тора.

«Ҡариҙелдә боҙ киткәндә»лә, әй тә Nйек, кешенең эске халәте тәбиғәт кү ре N нештәре менән йәнәш ҡуйып һү рәт Nләнә. Башта автор ҡапыл ҡуҙғалғанбоҙҙо аяғүрә баҫҡан дәү бәһлеүәнгәоҡшата, һәм был сағыштырыуҙы «Үҙкүк рәген үҙе йырта йылға» тигәнметафора көсәйтеп ебәрә. Артабан ул«Күңелемдә урғый ташҡын хистәр,йылғаның мин әллә туғаны?» тигәнриторик һорау ҡуя, кеше ғүмере йыл Nғыр йылғаға тиңләнә, сөнки ғүмер ҙәкит кән боҙҙар кеүек аға. Тәү ҡара маҡ Nҡа ябай ғына тойолған «Юлаусы»тигән шиғыр ҙа ғәйәт тәрән фекеруята: кеше был донъяға, юлаусы бу Nлыу ҙан да бигерәк, юллаусы булыпкилә. Лирик героиняның төп кре до һы,уның кешелек асылы һуңғы стро фа лакире ҡаҡҡыһыҙ итеп асып һа лынған:

Баҫҡынсы түгел мин –Юлаусы. ЮллаусыБәхетте. МөхәббәтБарҙыр, тип уйлаусы.

Г. Яҡупованың лирик героиняһыҡайһы саҡта ғәйбәт тоҙағына ла элә Nгеп ҡуйғылай, күрәһең. Йөкмәткеһебу йынса ла, эшләнеше йәһәтенән дәиғ тибарға лайыҡлы «Ғәйбәт» исемлешиғырҙа, мәҫәлән, бөтә заманда лабер сама таралған был яман ғәҙәт ке Nшенән һәр ваҡыт ҡан һорап, ҡар ҡыл Nдап торған ҡарға шәйенә индерелгән.Ошо яман сир арҡала лирик ге ро и Nняның ҡаны «тамған ерҙә» «ҡы ҙыл ҡы Nналар» үҫеп сыҡһа ла, ҡыҙ ға нысҡаҡар шы, «күңелемдә, ҡарға лар ҙан ҡур @ҡып, шып@шым ғына гөлдәр һы на лар»ти ул. Әммә, нахаҡ һүҙҙәр лирик ге Nроиняның йөрәген күпме генә әр нет Nмәһен, ул һәр төрлө ғәйбәттәрҙән өҫ Nтөн тора. Уның бөтә байлығы –

148 Сабырлыҡтың төбө – һары алтын

Page 149: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

һөйөүе, сәскә атҡан хисе, йөрәгендәгеиз ге хәҙис. Үҙенең күңел байлығын ул«зат лы бирнә», «бай бирнә» тип атай,ә бына уға күҙе төшкән берәүҙе быларһис кенә лә ҡыҙыҡһындырмай, сөнкиуға алтын һәм көмөш кәрәк («Бир Nнәм»). Өҫтәп тағы шуны әйтергә була:Гөлнурҙың лирик героиняһы – киң кү Nңелле, ярҙамсыл шәхес. Ай йөҙөн бо Nлот ҡаплағанда, дөм һуҡыр ҡалғантөн дө яҡтыртыр өсөн, ул хатта алтынал ҡаһын һалып бирергә әҙер («Шат лы Nғым»).

«Ғәйбәт» шиғырында яңғыраған мо Nтив «Шәһит гөлдәр»гә лә күскән. Уныңлирик героиняһы, әсенеп, кем гә лерүҙенең үпкәһен белдерә:

Юҡ, һин миңә мылтыҡ күтәрмәнең,Күкрәгемә терәп атманың.Гөлдәр белә – һинең таштай ауырҺүҙҙәреңдән йөрәк сатнаны.

«Мәмерйәлә», «Ышан!» тигән ши Nғыр ҙарҙа лирик героиняның эске донъ Nяһы, уның характер үҙенсәлеге уға та ласа ғыуыраҡ кәүҙәләндерелгән. «Мә мер Nйә лә»нең сая холоҡло лирик ге ро и Nняһына халыҡ телендәге «инер ал дауйла сығырың» тигән киҫәтеү яҡ шытаныш булһа ла, тәүтормоштан бирлебоҫоп ятҡан серҙе әҙ генә булһа ла асыутеләге уны мәмерйәгә йү нәл тә. Һәр NмәнәNһәрмәнә мәмерйә буйлап бар ған Nда «сал быуаттар сыйған сән ғәтте»төҫ мөрләй башлай. Сәскә есемен үпкәниңкеш һүрәтен күргәс, лирик героиняһөйөү тойғоһоноң шул замандан уҡ ки Nлеүен раҫлай, нескә сәскәнең үҙ асы Nлын тоғро һаҡлауына һоҡлана. Иң һуң Nғы строфала лирик героиняның сая лы Nғына уның гуманлығы ла килеп ялғана:

...Ҡараңғыла, ҡырыҫ мәмерйәләЙыртҡыс менән йылан – ҡалһындар. Сәскәңде мин көнгә алып сығам,Күңелемдә уға ҡалҡан бар.

«Ышан!» тигән шиғырҙың да лирикгероиняһы шундай заттарҙан. Ул үҙентубырсыҡтан шытып сыҡҡан һәм үҫепкиткән шыршыға оҡшата. Тубыр сыҡ N

ты тапағандар, ергә һеңдергәндәр, әул түҙгән, үҙ сәғәтен көтөп ятҡан.«Һин сүп тигән емеш булған, емеш бул @ған, еңмеш булған. Оҡшағанмы миншыр шыға? Сүп түгелмен – ышаншуға!» тип тамамлана шиғыр.

Г. Яҡупованың быуат башындағышиғ риәтенә уның гражданлыҡ па Nфосы менән һуғарылған әҫәрҙәре ләкөс һәм ҡеүәт өҫтәй, идея һәм тематикяҡ тан байыҡтыра. «Төнгө Өфө», «Ил Nгә һамаҡ», «Шағир йөрәге», «Акация»,«Эт муйылы» тигәндәре – тап шун дай Nҙар иҫәбендә. «Илгә һамаҡ»ҡа ойот Nҡоно башҡорт халыҡ әкиәтенән алын Nған «Ҡурай осонан ҡан тама» ти гәнһүҙбәйләнеш һалған. Тәүге стро фа лауҡ автор уҡыусыны былай тип киҫәтә:

Башкөлләй инеп бара илУбырҙар тамағына.

Артабанғы строфаларҙа ошо темаоторо ла үҫтерелә һәм кон крет лаш ты Nрыла: бисмиллаһыҙ биз нес мендар, һа Nры алтын, ҡара алтын, йәшел алтын,һа тылған аҡылдар, хурланған ҡа тын Nдар, Чечняла, шешәлә һәләк бул ған ул Nдар телгә алына. Ошоларҙың бө тәһе ләүҙенә һәм һүҙенә тоғролоҡло ша ғи Nрәнең йөрәге аша үтә һәм әҫәрҙең һуң Nғы строфаһында уның әйтергә те лә Nгәне бер ниндәй икеләнеүһеҙ, асыҡ NтанNасыҡ яңғырай:

...Ҡурай осонан ҡан тама –Кем өсөндөр тантана,Кем өсөндөр тамаша?!

ИдеяNтематик йөкмәткеһе менән«Ил гә һамаҡ»ты «Шағир йөрәге» да Nуам итә. Әҙәм балаһы аҡса ҡолона әй Nлән гән бер заманда шиғриәттең артҡыпланға күсә барыуы тураһында әсенепяҙа бында шағирә. Донъяны «яңыурыҫ» менән «яңы башҡорт» баҫып ал N ғас, улар Күкте лә рәшәткәләп ҡуй маҫтимә, кеүегерәк фекер уята был ши Nғыр. Шағир иһә Дон Кихотҡа тиң ләнә:уның һүҙен тыңлаусылар, ише теү селәрҡайҙа?!

Әнғәм Хәбиров 149

Page 150: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Өфө тураһында элегерәк тә ши ғыр Nҙар әҙ яҙылманы, әле лә күренгеләптора. Һәм был һис тә ғәжәп түгел, сөн Nки Өфө – беҙҙең баш ҡалабыҙ. Бы ғатиклем ижад ителгән ши ғыр ҙарҙыңҡайһы берҙәренә көй яҙылған һәмулар йыш ҡына радио һәм телевизораша яңғырап торалар. Г. Яҡупованың«Төн гө Өфө»һө атамаһы менән романстек сына оҡшап тора. Ләкин йөк мәт Nкеһе менән лирик ғәйрәтте ҡайтараһәм һуғыштан һуңғы йылдарҙағы Өфө Nнө хәтергә төшөрә: ул йылдарҙа латөндә ҡала урамдары буйлап йөрөүҡур ҡыныс ине. ХХ һәм ХХI быуаттарҡа уышҡанда Өфөбөҙ тышҡы яҡтан ял Nтырап торһа ла, эстән уны ҡал ты ра Nтыусы көстәр ҙә йәшәп килә шул, ҡыҙ Nға нысҡа ҡаршы. Шағирә шуны бикоҫта тотоп алған.

Гөлнур Яҡупованың күпселек ши Nғыр ҙары психологик нескәлектәре ме Nнән айырылып тора. Билдәле бу лы Nуын са, кеше психологияһы үҙ эсенәкүп төрлө сифаттарҙы һый ҙыр ған. Ун Nда ыңғайҙары ла бар, тиҫкәреләре ләетерлек. Ыңғай сифаттарҙың береһе –са бырлыҡ. Был сифат психология бу Nйынса яҙылған ҡалынNҡалын ки тап Nтарҙа, ғилми тикшеренеүҙәрҙә, бәлки,бигүк күҙгә лә салынып бармайҙыр.Әм мә халыҡ аңына ул бик күптән һәмбик тәрән инеп ултырған. Юҡҡа ғы Nнамы ни «Сабырлы сыҙар, сабырһыҙи лар» тигән мәҡәл йөрөй ауыҙNтелижа дында. Кеше психологияһыныңбер төрөн тәшкил иткән ошо сифаттыГөл нурҙың «Мираҫ», «Әҙәм вә Һауа»поэ маларындағы лирик героиняларҙала, шулай уҡ уның лирик ши ғыр ҙа Nрын да һүрәтләнгән аҫыл заттарҙа лаһи ҙемләргә мөмкин. Уҙған быуатта уҡяҙылған «Сабырлыҡтың төбө – һарыалтын» тигән шиғырҙа иһә уны һи Nҙемләйһе лә юҡ – ул ус төбөндә ял ты Nрап ята шикелле. Дүрт кенә стро фа нанторған ошо мөләйем шиғырҙы бындатулы килеш күсерһәм, һис тә яҙыҡбулмаҫ:

«Сабырлыҡтың төбө – һары алтын» –Был һүҙҙәрҙең асылын мин беләм,Шуға ла бит ауыр минуттарҙаКүҙ йәштәрем йотоп мин көләм.

Өҫкә ауып килгән болоттар ҙа,Мәле еткәс, ҡапыл тарала.Түҙә белһәң, әгәр еңә белһәң,Ҡайғыларҙан шатлыҡ ярала.

Ямғырҙан һуң аяҙайтмай ҡалмай,Дауыл баҫып ергә һил килә.Һағыштарҙы кем һемереп эскән,Бәхеттең дә ҡәҙерен шул белә.

«Сабырлыҡтың төбө – һары алтын» –Был һүҙҙәрҙең асылын мин беләм.Мең бәләне атһам иңдәремдән,Һөйөнөстән сәсәп мең көләм.

«Автограф» тигән йыйынтыҡтаналын ған был шиғырға автор үҙе лә би Nта раф түгел кеүек, сөнки уны, исеменһәм тыныш билдәләрен бер аҙ үҙ гәр Nтеп, «Йөрәк хаты» (1998) тигән ки та Nбына ла индереп ебәргән. «Са быр лыҡ Nтың төбө – һары алтын»ды ша ғирәнеңбү тән йыйынтыҡтарында ла ос ра Nтырға булалыр, бәлки, был турала өҙөпкенә әйтә алмайым. Тик ошо урын дабыға тиклемге мәҡәләләремдә лә бел Nде релгән бер ризаһыҙлығымды яңы Nнан хәтергә төшөрөп китмәй бул маҫ Nтыр. Нишләптер беҙҙең бәғзе әҙип тә Nребеҙ уҡыусы хазинаһына әйләнгәнәҫәр ҙәренә «ҡәләм төртөргә» яра тыу Nсан. ГәзитNжурнал биттәрендә донъякү реп, күпмелер һынау үткән ши Nғырҙы китап битенә күсергәндә ҡайһыбер төҙәтмәләр индереү – бер хәл, әбына әҫәр бер китаптан икенсеһенәкүс кән дә уға тейергә ярамай, минеңҡа ра шым са. Сөнки шиғыр матбуғатби тенә эләк кән икән, ул инде һинекегенә тү гел. Был турала беҙгә ныҡ ла бы Nраҡ уй ла нырға кәрәктер.

Сабырлыҡ темаһы, әгәр уны шарт Nлы рәүештә генә булһа ла шулай типата һаҡ, Г. Яҡупованың яңы быуат

150 Сабырлыҡтың төбө – һары алтын

Page 151: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

башын дағы шиғриәтендә лә байтаҡурын алып тора (өҫтә был турала һүҙсыҡ ҡылап ҡуйғайны инде). 2004Ncейылда донъя күргән бер шиғырын(«Сабырлыҡ һөрәне») ул хатта ту N рананNтура ошо һүҙ менән атаған,уның лирик героиняһы донъя мә шә Nҡәттәрен, тормош ҡаршылыҡтарынте шен ҡыҫып булһа ла («Аһтарымдыэскә йыйҙым, сығарманым тышҡа,түҙ ҙем») күтәрергә өйрәнгән шәхеситеп һүрәтләнгән. Ә «Ғүмер» тип атал Nған икенсе бер шиғырҙың лирик ге Nроиняһы ла үҙенең сабырлығы менәнайырылып тора – ғүмер миҙгелдәренты ныс ҡына үткәреүен бәйән итә ул.«Көҙ гө ауаз», «Насибым», «Һуңғы шыр Nпы», «Күнәм инде...», «Хараба аҫ тын Nда...», «Оҙон көй» тигән ши ғыр ҙар ҙа лаошо мотив яңғырай.

«Көҙгө ауаз» – йөкмәткеһе менән о ри N гиналь шиғыр. Уның лирик ге ро иня Nһы, көҙгөгә ҡарап, үҙенең көҙө етепкил гәнен шәйләй, башта уға ышан маҫ Nҡа әйтә, алдаҡ тип уйлай, хатта көҙ гө Nнө ватмаҡсы була, ләкин һу ңы раҡ ты Nны слана, сөнки үҙеңдән үҙең ҡаса ал Nма ғанды ул яҡшы аңлай.

ҠыҫҡаNҡыҫҡа ғына юлдарҙан һәмстрофаларҙан торған «Насибым» – тә Nрән йөкмәткеле шиғыр. Уға халыҡ те Nлен дәге «Ҡатын ҡырҡтан уҙған – уҡа Nһы ҡойолған» тигән һүҙҙәр эпиграфитеп алынған. Лирик героиняның уҡа Nһы ҡойолор ваҡыты еткән, ләкин улһис тә бошонмай, сөнки уның уҡаһынҡы ҙы йыя: тормош дауам итә – тә Nбиғәт кешелекте шулай яралтҡан.

Ҡарап тороуға ябай ғына күренгән«Кү нәм инде...»гә лә фәлсәфәүи фекертө рөлгән – күпме генә тырышһаң да

(«Көҙ гө ауаз»дағы шикелле) үҙеңдәнүҙең ҡасып булмай:

Күнәм инде...Киләсәккә еләм,Үткәндәрҙе егеп мисәүгә.Яуап көнөндә лә ҡалмаҫ улар,Алдан килеп ятыр үлсәүгә.

«Хараба аҫтында...» (2005) тигәнши ғырға ла уҡыусы битараф ҡал ма Nғандыр. Сабыр холоҡло, түҙемле ли Nрик героиня, дуҫы хыянат итеп таяу Nһыҙ ҡалғас, иңенә төшкән ауыр лыҡ Nтар ҙы күтәрергә көс таба һәм үҙен ха Nра ба аҫтынан өҫкә ҡалҡып сыҡ ҡан дайтоя, ә ышанысһыҙ таяуға “йыназауҡый”.

Гөлнур Яҡупованың быуат башын Nда ғы шиғриәтенә бағышланған былкү ҙәтеүҙәремде тамамлағанда, уның«Селтербей ҡоралайы» һәм «Шиғырима ны» тигән әҫәрҙәренә лә ҡа ра шым Nды белдерергә булдым. Миңә ҡалһа,кү рер күҙгә берNбереһенән алыҫ тор Nған был ике әҫәрҙе эстән ниндәйҙереп тәр тоташтыра һымаҡ. Уларҙың тәү Nгеһе Әнисә Таһироваға ба ғыш лан ған.Уға хас ҡайһы бер һыҙаттарҙы ав торэлегантлы итеп асып биргән. Әй тер гәкәрәк, «Селтербей ҡоралайы» – Г. Яҡу Nпо ваның нескә тойомлау һәләтен һәмюғары этикетын күрһәтеп тороусыасыҡ миҫал. «Шиғыр иманы»нда иһәул үҙенең ошо сифаттарын ябай ғына,лә кин уғата ла үтемлерәк итеп асыпһалған: «Иман кәрәк һәр бер эштә, би @ге рәк тә шиғриәттә» ти ул.

Беҙгә иһә, шағирә артабан да аҡ Nлыҡ, сафлыҡ, сабырлыҡ, хаҡлыҡ йыр N сыһы булып ҡала килһен, тигән өмөтбағлайһы ғына ҡала.

Әнғәм Хәбиров 151

Әнғәм ХӘБИРОВ,Бөрө дәүләт социальVпедагогия

академияһы профессоры.

Page 152: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Мифтахетдин Аҡмулла – шағир,мәғ рифәтсе булараҡ Баш ҡортос тан дакиң билдәле шәхес. Уның “Баш ҡорт N та рым, уҡыу кәрәк!” тигән ши ғырынхәҙер белмәгән кеше юҡ. Ха лыҡ ара Nһын да Аҡмулланың ҡул данNҡулғатап шы ры лып, күсереп алын ған ши Nғыр ҙа рын һәм уға бәйле ри үәйәт тәр Nҙе бө гөн гө көн дә лә ос ра тыр ға мөм Nкин.

М. Аҡмуллаға ҡағылышлы фоль к Nлор ҡо март ҡыларын заманындаӘ. Вил да нов, Ғ. Ҡунафин, Р. Шәкүр,Ф. Нә ҙер ши на, Н. Шоңҡаровтар экс Nпе дициялар ваҡытында яҙып алғанбул ған. Ул ма те риалдарҙың күбеһеРәсәй Фәндәр ака демияһы Өфөғилми үҙәге ар хи вын да һаҡлана.Фольклорсылар шағир ха ҡындагәзит биттәрендә лә мә ҡә лә ләрменән сығыш яһаған. Ми ҫалға Ф. Нә N ҙер шинаның 1970 йылда “СоветБаш ҡортостаны”нда баҫыл ған “Аҡҡа йындар һәм зәңгәр күлдәр” (16июль), Р. Шәкүрҙең 2001 йылда“Баш ҡорт ос тан” гәзитендәге “Шиғ Nриә тебеҙҙең мәң гелек хазинаһы” (26декабрь) мә ҡә ләләрен килтерергәмөмкин.

Аҡмуллаға бәйле материалдарбеҙ ҙең тарафтан да яҙылып алынды.Өфө ҡалаһында йәшәүсе ЛатиповаИс ла мия Фазылйән ҡыҙы Салауатра йо нының Торналы ауылындатыуып үҫ кән (1949 йылғы), хәҙергеМәсетле ра йо нының Арыҫлан ауылытарихы ха ҡында һөйләгән саҡта:

“Аҡмулла был ауыл ға килеп йөрөгән.Уның ике йә н һаҡ сыһы ошонанбулған”, – тип һөй ләне. Салауат ра Nйо нының Мөсәт ауы лы нан ҒайсинФәс хетдин Сәм сетдин улы (1935йылғы): “Аҡмулла дө рөҫ лөк тура Nһында шиғыр яҙғас, уның дош ман Nдары күп булған, шуға уны Мейәсянында үлтергәндәр. Зәй нулла ишан– уның дуҫы, әүлиә булғас, уны үл N тер гән дәрен өйөндә белеп ул тыр ған.Эх, Аҡ мулланы әрәм иттеләр,тигән”, – тип һөйләне.

Ҡыйғы районының Сутыш ауы Nлын да Камалова Сайма Абдулйәнҡы ҙынан (1935 йылғы) уның “Нә Nсихәт тәр” шиғырының 8 строфаһы“Аҡ мул ла шиғыры” исеме аҫтындаяҙып алын ды. Әлбиттә, ул халыҡара һында йә шәү дәүерендә, ори ги Nнал менән са ғыш тырғанда, бер аҙүҙгәреү ки сер гән.

Аҡмулла “Фазыл Мәржәниҙеңмәр ҫиә һе” тигән шиғырының һу Nңын да:

Уны маҡтауға мин ғәҙеб –Ҡаҙаҡса бер бәйет яҙыпТараттым йортҡа мин,–

тип әйтеүенән, ул шиғырҙарын үҙелә халыҡ араһында таратып йө рө Nгән, тигән фараз ҡылырға мөмкин.

Аҡмулланың шиғырҙарын халыҡныҡ яратып ҡабул иткән. “Ә ни өсөнһуң уның шиғриәте шундай та нылыуяулаған?” – тигән һорау тыуа. Бе рен Nсе нән, шиғырҙарының һәр бер юлы

152

АҠМУЛЛА ИЖАДЫНА БЕР ҠАРАШ

Page 153: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

мәҡәл кеүек тос әйтелә. Ул әйтем,мә ҡәл дәрҙе йыш ҡуллана: “хаҡҡаүлем юҡ”, “эт эсенә һары майонамаған”, “яман дуҫ – ҡара йылан”,“аҡыллыға ишара”, “дәртем бар –дарманым юҡ”, “ила маған балағаим сәк теймәҫ” кеүек мә ҡәлдәрҙеҡул ланып, Аҡмулла ши ғыр ҙарын улза ман халҡына аң ла йышлы, ха лыҡ Nсан тел менән яҙған.

Икенсенән, Аҡмулла дини кешебул ған, һәм шиғырҙарында уның кү Nңе лен дә булған иман яҡтыртыла:ислам диненең төп ҡанундарыбулып торған әҙәпNәхлаҡ, иман һәмфарыз ғәмәлдәр: ти мәк, мотлаҡ үтә Nлер гә тейеш һа налған ғилем өй Nрәнеү, дә ғүәт ҡылыу те маһы ши ғыр Nҙа рында төп ролде уй най. Дин бу Nйын са әҙәм балаһына гүр гә ин гән седин өйрәнеү, белем алыу – фа рызғәмәл булып иҫәп ләнә, һәм һәр мо Nсолман ха лыҡ ҡа дин де аң ла тып, ха Nлыҡты шуға өн дәр гә те йеш. Аҡмуллашулай эшләгән дә.

Ул заманда Зәйнулла РәсүлевНәҡш бән диә тәриҡәтенең Халидиятар ма ғының етәксеһе булып торған,Миф та хетдин, уның шәкерте була Nраҡ, уны суфый шағир, тип әйтәалабыҙ. Уның шиғырҙарының һәрюлында тиерлек дини, Салих ин Nсандың уйҙары ярылып ята. Бығасаҡлы халыҡ араһында “Суфый –донъянан ваз кискән, ха лыҡ танситләшеп, үҙенең ғүмерен ғибәҙәтҡы лып ул тырыуға ғына бағышлағанкеше” тигән хата ҡараш йәшәйкилде. Был хата халыҡтың исламдинен, уның нес кәлектәрен бө төн Nләй бел мәү ҙән килә.

“Суфый” тип Мөхәммәт ғәләйһисNсә ләм пәйғәмбәр янына белем алыр Nға кил гән хәйерсе шәкерттәрҙе әйт Nкән дәр. Сөнки улар өҫтәренә кү бе Nһенсә дөйә йөнөнән (ғәрәпсә “суф”)те гелгән әйбер кейгән бул ғандар.

Ошо пәй ғәм бә ребеҙҙән кил гән юға Nры дини белем шә йехтәр тара фынануҡыусыларынан уҡыу сыларына би Nре леп килә.

Ҡай берәүҙәр суфыйсылыҡты, рус Nса әйт кәндә, “аскетизм, отшель ни Nчество” терминдары менән генә бил Nдәләй. Әм мә ләкин, ундай донъянанваз кискән ке шеләр күп булған, типәйтә ал май быҙ. Әлбиттә, кешеләрара һында йәшәгән дәүерҙә гонаһҡаба тыуҙан һаҡланып, халыҡ менәнара лашыуҙы бер аҙ кәметеп йәшәгәнсу фыйҙар булған. Мосол мандарға,үҙNүҙҙәренә артыҡ зыян кил термәҫөсөн, салих инсандар араһында йә Nшәргә тәҡдим ителә. Сөнки, кешениндәй йәмғиәттә йә шәй, үҙе телә Nмә һә лә, ошо мөхиттең насар яҡ та Nрын үҙенә һеңдерә. Икен сенән, Мө N хәм мәт пәй ғәм бәр сал ла лаһу ғә ләй Nһиссәләм өм мә тенә ике донъ яны латигеҙ алып ба рырға ҡуш ҡан, һәммосол ман да рыбыҙ шу лай йә шәр гәты рыша ла.

Ә хәҙис тәр буйынса, Аллаһ ҡар Nшы һын да халыҡ араһында йәшәп,уларҙан зыян күргән һәм шул уҡ ва Nҡыт та күңелен таҙа тоторға, Раб бы Nһының бөтә ҡуш ҡандарын үтәргәты рышҡан мосол ман дың дәрәжәһеҙу рыраҡ, сауап лы раҡ була, тиелә.

Дин буйынса, кеше Аллаһтыиҫләп, зикер әйтеп, йөрәген таҙа то Nторға, шуға ынтылырға тейеш. Кешейө рәге рухи аҙыҡҡа мохтаж, ә улмох таж лыҡ ты фәҡәт дин өйрәнепһәм дини ҡанундарҙы үтәгәндә генәту лы лан дырырға мөмкин. Ә былар:йөрәктең их тыяж булған, көткән те Nләк тәре, са ҡы рыуҙары, өмөттәре –ба рыһы ла Аҡ мулланың ши ғыр ҙа Nрында сағыла. Шу ға ла Аҡ мул ла ныңшиғырҙары ха лыҡ кү ңеленә яҡын,элек тә, хәҙер ҙә актуаль, популяр бу Nлып ҡала килә.

Аҡмулла тәү сиратта үҙе ныҡ динике ше булған, шиғырҙарын да шул

Фәнирә Ғайсина 153

Page 154: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ҡараштан сығып яҙған. Үҙенең“Нәси хәт тәр”ендә лә ул былай ти:

Иң әүүәл кәрәк нәмә – иман, тигән,Әхирәт эштәренә инан, тигән...“Иман шарты”н өйрәнмәһә –

Иван, тигән(1).

Ә “иман шарты”– тип беҙ нимәнеәй тәбеҙ һуң? Ул – Аллаһы Тәғәләнеңбарлығына һәм берлегенә инаныу,Ал лаһы Тәғәләнең фәрештәләренә,пәй ғәм бәрҙәренә, Ҡиәмәт көнөнә,тәҡ дир гә ышаныу. Тәү сиратта кешеАллаға ышанырға һәм үҙ динен бе Nлергә тейеш, тигән Аҡмулланыбөгөн ҡай һы бер милләттәштәребеҙ,дингә ҡаршы көрәшкән, тип әйтепма та шыуы ҡыҙғаныс. Был дингә, Ал Nлаһ ҡа, Ҡөрьәнгә ҡаршы сығыш яһаубу лыр ине. Уйлап ҡараһаҡ, әгәр улдингә ҡаршы булһа, мәҙрәсәләргәуҡырға бар маҫ ине. Ул үҙе хаҡындала ши ғыр ҙарында “пак мулла, хаҡмулла” тип әйтә. Ә “пак” тип беҙ сафйө рәкле ке шене генә әйтәбеҙ. Улмул ла ларҙан көлмәй, ә кешенең хол Nҡон дағы кире һы ҙаттар: наҙанлыҡ,ял ҡаулыҡ, тә кәб бер лек хаҡында әсе Nнеп яҙа, әҙәм дәрҙең тормошта ебәр Nгән хаталарына иғтибар йү нәл т терә.Хал ҡының ки лә сә ге хаҡында уйлап,улар яҙмышы өсөн борсолоп, уларҙыру хи яҡтан үҫ тереү өсөн белем алырғаөндәй. Үҙе Стәр лебашта су фый ша ғирШәмсетдин Зәкиҙә, Тро ицкиҙа су фыйишан Зәй нул ла мәҙ рә сә лә рендә белемалған, ислам динен, Ҡөрь әнде ныҡяҡшы белгән, юғары рух лы, белемлеинсан бул ған лығы мәғлүм. Дөйөмалғанда, XIX быуатта – ул заманда һәрбер ауылда тиерлек мәсет, мәҙрәсәбул ған лыҡтан – баш ҡорттар динде,ғөмү мән, яҡшы бел гәндәр, халыҡ ара Nһында иң аҡыллы ке шеләр – муллалариҫәп лән гән. Ри за ит дин Фәх рет ди Nновтың “Аҫар” исем ле ки та бынан кү Nренеүенсә лә, дини ғилемле ке ше ләр Nҙең ни тиклем күп булыуын, ара ла Nрында Нәҡ ш бән диә тә риҡәтендә тор N

ған, тассауф ме нән шө ғөл лә неү се Nләрҙе байтаҡ кү рәбеҙ (5).

Уның шиғырҙарының һәр юлындатиер лек нескә хисNтойғоло дини ин Nсан дың уйҙары ярылып ята.

“Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе”шиғырында:

...Сәләмәтлек шишмәһенәнюлдар асып,

Хәҡиҡәт йылғаларын ағыҙған ул.... Хоҙайым үтә һиҙгер йөрәк биргән,

– тиелә. Быны нисек аңларға? Әгәрһәр ваҡыт зикер әйтеп, йөрәгентаҙартҡанда, бөтә ағзалар ҙа һауыға,кеше сәләмәт була. Ә тәндең һау бу Nлыуы рухи һаулыҡҡа ла ярҙам итә.Хә ҡиҡәт, ысынбарлыҡ кемдә? Ул Ал Nлаһы Тәғәләлә, белем унан килә.Тимәк, Аллаһтан ғилем ала алғанкеше хаҡында һүҙ бара. Ә Аллаһбелемде бөтә кешегә лә бирмәй.“Һиҙгер йө рәк” тигәнен “нескә кү Nңел, тере йө рәк” тип аңлар кәрәк. ӘАл лаһтың бар лығына ихлас ышан Nған, уны һәр ваҡыт иҫләп, зикерәйтеп йөрөгән ке шенең йөрәге теребула. Ә күңелендә эрелек, яуызуйҙар, көнсөллөк һәм ошолар һымаҡкире һыҙаттары булған ке шенең йө Nрәген ауырыу йөрәк тиҙәр.

Мин үҙем бер дәрдмән, диуанамын,Ҡайҙа бер тәхҡиҡ күрһәм,

ҡыуанамын.Был затта ғәжәп тәхҡиҡ

күргәндән һуң,Ихтыярһыҙ шул сәбәптән

йыуанамын,

– был хәлде суфыйҙар тәфәккүр хәлетип атайҙар. Нимәгәлер ҡарап, уныАл лаһы Тәғәлә бар ҡылғанлығына,уның бөйөклөгөнә хайран ҡалыу,һоҡ ланыу ул. Ошо тәфәккүр хәлеөсөн Ал лаһы Тәғәлә бәндәһенә ҙурсауаптар яҙа, хатта ки 41 йыл нәфелнамаҙын уҡыған кимәлендә була,тиҙәр. Бын дай миҫалдарҙы, аң лат ма Nларҙы бик күп килтерергә мөмкин.

154 Аҡмулла ижадына бер ҡараш

Page 155: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Бөгөнгө көндә, әлбиттә, исламдыбө төнләй белмәгән, аңламаған, дин Nдән алыҫ торған кешеләргә Аҡ мул Nланың шиғырҙарын аңлау ауыр.Улар ша ғирҙың ни әйтергә телә Nгәнен, нин дәй кәйеф менән яҙғанын,уйNки сереш тәрен дөрөҫ аңламаясаҡ.Ғү ме рендә бер тапҡыр ҙа намаҙ уҡы Nмаған, сәж дә ҡылмаған, хатта киАллаһтың бар лығын иҫтәренә ләтөшөрмәгән әҙәмдәр ул замандайәшәгән дини кешенең күңеленнисек тәрән аң ла һындар инде? Үке Nнескә ҡаршы, би герәк тә советзаманында, атеистик рух та тәр биә Nләнгән ғалимдарыбыҙҙың кү беһеиҫке ҡараштарынан баш тар тып,икенселәй фекерләүгә күсә алмай.Шуға ла улар дини кеше ижа дынадөрөҫ, тулы баһа бирә алмай.

Раббыбыҙ бойорған бөтә ҡанун Nдарҙы үтәп йәшәгәндә генә, йылдарбуйы намаҙ уҡып, Аҡмулла һымаҡ,Аллаһ, ислам дине, халыҡ тормошо,киләсәге хаҡында тәрән уйланып йө Nрө гәндә генә, уның шиғ риәтен аң Nлар лыҡ кимәлгә ире шеп буласаҡ.Шағир йәшәгән заманды күҙ алдынакил те реп, уның күҙлеге, тойомлауыаша донъ яға күҙ һалып ҡарар кәрәк.Дини ғи лемде баш менән генә түгел,йөрәк менән аңлау, тойоу ҡеүәһенәиреш кәндән һуң ғына, фекерләүюғарыраҡ даи рә ләргә еткәс кенә,һығымталар яһарға мөмкин.

Аҡмулла фәҡәт халыҡ араһындайө рөгән мосолман булған. Аҡмуллаши ғырҙарында үҙен дә, таҙ эт, би Nсара, диуана, тип әйтә. Бе рен сенән,дин буйынса күңелендә әҙ генә эре Nлеге, тәкәбберлеге булған кеше ож Nмах ҡа ин мәй. Ә революцияға саҡлыауылдар буйлап доға уҡып, ки Nраматтар күр һә теп йөрөгән ке ше N

ләрҙе беләбеҙ. Уларҙы дәрүиш, ди Nуана тип атағандар. Ә кемдәр һуңки раматтар күрһәтә ала? Уларҙы“Ал лаһ тың дуҫтары” тиҙәр. АллаһыТә ғәлә бойорғандарын ту лы һынсаүтә гән һәм уның ризалығына былдонъ я лыҡта уҡ ирешкән әҙәм дә ренәАллаһ бүләк итеп оло ғилем бирә.Шун лыҡтан уларҙы вәли – изгеләртигәндәр.

Был ҡыҫҡа мәҡәләлә беҙ дин, су Nфый сылыҡ тураһында күп итеп һөй Nләп, ентекле аңлатма биреүҙе маҡ Nсат итеп ҡуйманыҡ. Ул белемде һәркем үҙе алырға, эҙләнергә, уҡырғатейеш, ә дини ғилем алғансы йылдарүтә, бер ни тиклем тормош тәж Nрибәһен туплағас ҡына кеше ал Nдында бөтөнләй икенсе донъя асы Nлырға, уның юғарыраҡ үрҙәр, киңдаирәләр барлығын аңлауы, күреүемөмкин.

Фәнирә ҒАЙСИНА,Тарих, тел һәм әҙәбиәтинституты хеҙмәткәре.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Аҡмулла. Шиғырҙар /Төҙ., аң лат Nмалар һәм баш һүҙ авт. Ә. Вилданов.Яуап лы мөхәррир Ғ. Хөсәйенов. – Өфө:Башҡ. китап нәшр. 1981. 224Nсе б.

2. Ғайсина Ф. Аҡмулла суфый ша ғир Nмы? //Башҡортостан. 2007, 19 сен тябрь.

3. Нәҙершина Ф. Аҡ ҡайындар һәмзәң гәр күлдәр // Совет Башҡортостаны.1970, 16 июль.

4. Шәкүр Р. Шиғриәтебеҙҙең мәң ге лекха зинаһы //Башҡортостан. – 2001, 26де кабрь.

5. Фәхретдинов Р. Аҫар. /Ғилем, 2006.176Nсы б.

Фәнирә Ғайсина 155

Page 156: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Башҡорт халҡының бөйөк ша Nғиры Мифтахетдин Камалетдин

улы Аҡ мул ланы быуаттар һуҙымындауртаҡ яҙмышлы, ауыҙNтел әҙәбиәтенеңкилеп сығышы һәм илһам сығанағыдөйөм булған өс туғандаш халыҡ –ҡаҙаҡ, баш ҡорт һәм татарҙар үҙ ҙә Nренеке итеп ҡа бул итәләр. Шағирҙыңдемократик мәғрифәтселек ҡараш Nтары Сол тан мәх мүт Торайғыров, Сә Nкен Сәй фул лин, Сабит Моҡанов, Ғаб Nдулла Ту ҡай, Ғәлимйән Ибра һи мов,Мәжит Ғафури һәм башҡа шул осормәғ рифәт се ләренең ижади үҫе шенәидеялы йо ғон то яһаған.

Үҙ заманының танылған ижадсыһыбу лараҡ, М. Аҡмулла һәр ваҡыт баш Nҡорт һәм татар тикшеренеүселәре иғ Nти бары үҙәгендә була, мәгәр хаҡлы рә Nүештә Салауат Юлаев менән МәжитҒа фури ижады араһындағы осорҙадемократик идеяларҙы таратыусы иңталантлы һәм абруйлы мәғрифәтсешағир тип табыла. Бынан тыш Миф та Nхетдин Аҡмулла башҡорт милли әҙә Nбиәтенең нигеҙ һалыусыһы булып татора. Аҡмулланың поэтик мираҫынөйрәнеүгә ҡаҙаҡ әҙәбиәт ғилемебелгестәре лә тос өлөш индерҙе.

Шағирҙың халыҡты белемле итеүхыя лы, үҙенең белем усағына ябай ха Nлыҡты ылыҡтырырға ынтылыусы фе Nкер ҙәштәрен йәлеп иткән. М. АҡмуллаНуржан Наушбаев менән Ҡустанайҡалаһы эргәһендә балалар уҡытҡаносорҙа таныша, яҡын аралаша. Аҡын Nдар асыҡ һүҙ бәйгеһе – айтысҡа (әй Nтеш кә) сыҡмаһалар ҙа, улар берN

береһенә шиғри формалағы шаян ба Nғыш лауҙар – үҙенсәлекле эпиг рам ма Nлар менән алышалар.

Был мөнәсәбәттәр Нуржандың поэ Nтик телмәренә тәьҫир итмәй ҡал ма Nған, унда Аҡмулланың йоғонтоһо асыҡярылып ята. Иғтибар итәйек.

Аҡмулла:

Иң әүүәл паклау кәрәк эстең керен,Эстә тулып ятмаһын һаҫыҡ эрен.Ah, дәриға! Эс таҙарһын, эс таҙарһын,Булмаһа, файҙа бирмәҫ ҡоро белем.

Нуржан, кешенең белеме, мәҙәниәтеюҡ икән, уның ҡиәфәте, тышҡы ма тур Nлығынан ғына ниндәй файҙа, ти:

Кыскаша осы болар түсiндiр,Адамның сыртын көрмей, iшiн бiлу,Iшiнен iлiм@бiлiм табылмаса,Не пайда келтiрмекшi сырты сулу?

(Ҡыҫҡаса ошо булыр төшөндөрөү:Әҙәмдең һыртын күрмәй, эсен белеү,Эсенән илем@белем табылмаһа,Ни файҙа килтермәксе һырты һылыу?)

Был үрнәктәр ике шағирҙың идеяйү нәлешенең асылын ҡылыҡ һыр лай.Аҡмулла менән Нуржан ижадыныңберNбереһенә йоғонтоһон сағыл ды Nрыусы бындай поэтик юлдар бихисап.Нур жан, Мифтахетдиндән күпкә йәшбулараҡ, өлкән дуҫына ҙур хөр мәтменән ҡараған, ә Аҡмулла ва ри ҫынаайырыуса иғтибарлы, яҡшы мө нә Nсәбәттә була, унда үҙенең рухташ ту Nғанын күреп, Нуржанға йыш ҡынакилеп йөрөгән. Аҡмулланың алдынғы

156

АҠМУЛЛА ҺӘМ ҠАҘАҠ ӘҘӘБИӘТЕ

Page 157: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ҡарашлы поэзияһы яңы осор таңыменән уянған йәш ҡаҙаҡ шағир ҙа ры Nның күңел түренә ныҡлап урынлаша.Улар Аҡмулланың йөкмәткеле һәм байобразлы поэзияһы менән һутланып,унан рухи энергия алалар. Ҡаҙаҡшағиры Солтанмәхмүт Торайғыров –Аҡмулла мәктәбен үтеүсе шағирNде Nмократтарҙың береһе. Солтан мәхмүтТроицк ҡалаһында уҡыған саҡта бө Nйөк шағирҙың шиғырҙары менән та Nныша. Ваҡыт үтеү менән, Мифта хет Nдин Аҡмулла шиғырҙары дөрөҫлөкэҙләүсе йәш шағирҙың күңел түрендәныҡлы урын ала. Солтанмәхмүт М. Аҡ Nмулланың шиғырҙарын күсереп алыпке ҫәһендә йөрөтөр һәм йәштәр менәнйыйылышҡан мәлдә яттан уҡыр бул Nған. Ул Аҡмулла ши ғырындағы идея Nлар ҙы артабан да дауам иттерергә кә Nрәк лекте аңлай.

Шулай итеп, Аҡмулла ижады ҡаҙаҡша ғирҙары йөрәгендә йәнле фекеруята, уларҙың поэтик үҫешенә көслөйо ғонто яһай, шулай уҡ поэзияны үҫ Nтереүсе яңы формалар, яңы юлдартабыуға ынтылыш тыуҙыра.

Талантлы шағирҙар һәм күренеклеҡа ҙаҡ әҙәбиәте белгестәренән Тор мә Nгәм бәт Изтлеулов, Омар Шипин, Иман Nжола Жылҡайдаровтарҙа Аҡ мул ла йо Nғон тоһоноң тәьҫире һиҙелә, шу лай уҡҡаҙаҡ совет әҙәбиәтенә нигеҙ һа лыу Nсыларҙың береһе – күренекле ҡа ҙаҡяҙыу сыһы Сабит Моҡановты ла әй Nтергә була. Ул Аҡмулланың ижадынбик яҡшы белә, шағирҙың әҫәрҙәренят тан һөйләй, һәммә ерҙә лә уларҙыпро пагандалай. Ошо урында СырбайМәү леновтың түбәндәге һүҙҙәрен кил Nтереү урынлы булыр: «Аҡмулла ша ғир Nҙар араһында лидер була. Ул Омар Ши Nпин һәм башҡа ҡаҙаҡ халыҡ аҡын да Nрына тормошҡа йүнәлеш бирә».

Сабит Моҡанов башҡорт әҙәбиәтеме нән яҡшы таныш була һәм уның ҡа N

ҙа ныш тары менән нигеҙле ғорурлана.Ға лим, Аҡмулланың поэтик ижадынюға ры баһалап, ҡайҙа ғына бар ма Nһын, уның шиғырҙарын ятҡа һөйләпйөрөр булған. «Әсе телле ша ғир ҙыңһүҙҙәре йылан кеүек сағыр бул ған.Халыҡты иҙеүселәрҙе һәм экс плуа та Nциялаусыларҙы ул һүҙ менән ҡа ҙаҡ лайалған, быларҙы ул ярһыу һәм ярышаалмаҫлыҡ итеп башҡарған», – С. Мо Nҡа новтың был һүҙҙәрендә уның Аҡ Nмулла ижады менән һоҡланыуыкүренә.

Ҡаҙаҡ поэтик традицияһы менәнауаз даш булған М. Аҡмулла ши ғыр ҙа Nрында йәмғиәттең XIX быуаттың икен Nсе яртыһындағы социальNсәйәси проб Nлемалары сағылыш таба. Шағир ха Nлыҡ тормошоноң шул осорҙағы не Nгатив яҡтарын киҫкен тәнҡитләй. Аҡ Nмулла һәр бер ҡаҙаҡ кешеһенә ҙурөмөт тәр бағлай:

Халҡыңыз жатар жерiңдi ойыңа ал,Отка түспе бiреудiң бәлеi үшiн.Жiберме адал дауың шамаң келсе,Күс канатын жаяды баласы үшiн.

(Халҡығыҙ йәшәгән ерҙе уйыңа ал,Утҡа төшмә берәүҙең бәләһе өсөн.Ебәрмә изге дауың самаң килһә,Ҡош ҡанатын йәйәлер балаһы өсөн.)

Дөйөм алғанда, шағир үҙенең ши Nғыр ҙарын кешелек көнкүрешенең мо NральNэтик яҡтарына бағышлай, ва Nтандаштарына нимәнән һаҡ ла ныр ға,ниндәй бейеклектәргә үрләргә кә рәк Nлекте өйрәтеп өгөтNнәсихәт бирә.М. Аҡ мулланың нәсихәттәре ғәжәп рә Nүеш тә бөйөк ҡаҙаҡ аҡыны Абай әҫәр Nҙәре менән ауаздаш.

Тләктәс ТУҠҺАНБАЕВА,С. Байышев исемендәге Аҡтүбә

университеты доценты.

Тләктәс Туҡһанбаева 157

Page 158: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ТЕРЕ ТАРИХ

60�сы йылдар урталарында мин Фатима өлә сә �йем менән Йүрүҙән яры буйынан ҡыҫҡа юл

менән Михайловка ауы лына табан ат лай инек. Ҡар �шыға өлкән йәштәге ир кеше ки леп сыҡ ҡас, өләсәйемуның менән иҫәнләште лә үтеп китергә ниәт лән де.Ләкин теге ир уны туҡ татты,унан хәл�әхүәл белешергәтотондо. Өлә сәйемдең уның менән һөйләшкеһе кил �мә гә не күренеп тора. Уларҙы бер аҙ тыңлағас, мин былкешенең беҙгә яҡын туған икәнен аңланым.

– Кем ул? Ниңә һөйләшмәнең?– тинем өлә сә йемә.– Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов, – тип яуапланы ул. –

Таһира апа йым дың тәүге ире, Ғабдулхаҡ аға йымдыңатаһы.

– Ғабдулхаҡ ағай Ғәйнуллин бит, ә был Ҡол мө хә �мәтов?– тинем мин.

– Хәйрулла тәүҙә Ҡолмөхәмәтов ине, Ҡа ҙағ стан данҒәйнуллин бу лып ҡайтты. Хәҙер тағы Ҡолмөхәмәтовбулып йө рөй, – өлә сә йем дең яуабы ҡыҫҡа булды.

Ул башҡаса был кеше тураһында бер нәмә ләһөйләмәне. Мин дә төп сөнмәнем. Күп йылдар үтеп,Х. Ҡол мөхәмәтовтың архивы ҡу лы ма килеп эләккәс,уның яҙмышы тулыһынса асыҡланды. Фамилия ал маш �тырыуы иң ҡыҙығы һәм серлеһе түгел икән. Х. Ҡол мө �хәмә тов тың тыуған яғын яратҡан үҙешмәкәр тарихсыбулыуы асыҡ ланды. Ул башҡорттар тарихында үҙе берайырым ҡомартҡы булған Таҙлар ырыуынан сыҡҡан.Боронғо грек тарихсыһы Геродот «Тарих» тигәнкитабында был ырыуҙың беҙҙең эраға тиклем бишенсебыуат та уҡ Урал тауҙары буйында йәшәгәнен иҫкә ала.Ошо ырыуҙың бер нә ҫе ле Ҡаратаулы ауылында көнкүргән булып сыға. Был мәғлүмәт ауылды бикборонғолар исемлегенә индерә.

Хәйрулла бабайҙан үҙ яҙмышы, ауылдаштары һәмбашҡа кеше ләр тураһында яҙылған бер ҡулъяҙмаҡалған. Мәрхүмдең 1963 йыл да яҙылған ошохеҙмәтенең бер нисә өлөшөн мин журнал уҡыу сылариғтибарына тәҡдим итергә булдым.

Радик ВАХИТОВ.

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов.

Page 159: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Элек ауылда барыһын да ҡарттар хәл иткән. Уҫалыраҡ, һүҙгә байыраҡ оло ке Nшенең ауыҙынан сыҡҡан һүҙен көтөп кенә ултырғандар. Улар, билдәле, –муллалар, байҙар араһынан, һәм уларҙың һүҙе – һүҙ, ә ярлыларҙың уйNфе керҙәребай, үткер булһа ла, үтмәгән.

Мин 1904 йылдың 1 сентябрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нә си башволосының Ҡаратаулы ауылында тыуғанмын. Атайым Динмөхәмәт, ҡарт N атайым Ҡолмөхәмәт, атайымдың инәһе Көнәй (моғайын, Көнһылыу булғандыр– Р.В.) исемле булған. Ҡартинәйем – Салауат Юлаевтың бүләһе Килдейәр ҡыҙы– бик уңған һәм тырыш ҡатын булған. Ғаилә әйләнәһе алты аршын, башытыранса менән ябылған өйҙә йәшәгән. Уның мейесе булмағас, сыуал яғыпйылытылған. Атайым Урыҫ Малаяҙында байға эшләгән. Ҡартинәйем үлепкиткәс, 1899 йылда ауылда янғын сыға һәм өй менән лапаҫ янып бөтә. Толоптанбашҡа бер нәмә лә ҡалмай.

Ҡартатайым, Ҡолмөхәмәт, Әлкә ауылына барып, икенсегә өйләнә. Туйға бернәмәһе булмағас, ул Динмөхәмәтен алпауыт Мурашовҡа аҡса алып то рорғаебәрә. Атайым толопто аманатҡа биреп, алпауыттан 5 һум аҡса, 10 ҡа ҙаҡ оналып ҡайта. Урыҫ Малаяҙына барып, балта оҫтаһы эшенә яллана, бер бот он даала. Шунан ҡартинәйҙе туйға алып ҡайтырға китәләр.

Толопто аманатҡа биргәндә атайым Мурашовҡа йыл ярым эшләү ту раһындакилешеү төҙөй. Ҡыш та етеп килә. Торорға өй ҙә, кейеп йөрөргә толоп та юҡ.Әйләнәһе дүрт аршындан бура бурап, мунса кеүек тупаҡ башлы, бер ҡарындыҡтәҙрәле өй һалып инәләр. Йәш ҡартинәйемдең өс балаһы була: тәүгеһеХөрмәтулла, Сибәркәй исемле ҡыҙ һәм Вәлиулла. Ҡарт ата йым үлеп киткәс,атайым алпауытта эшен ташлап ҡайтырға, өс йәтимде ҡа рап үҫтерергә тейешбула. Был юлы ул Михайловка утарында йәшәгән Емель ян Чванов тигән урыҫҡахеҙмәтселеккә яллана. Ләкин бай бик аҙ тү ләй, йәтим балаларҙы ҡарарға көсетеңкерәмәй. Йәш ҡартинәйем ҡәйнеше Кә лимуллаға кейәүгә сығырға мәжбүрбула.

1898 йылда атайым Динмөхәмәт Ҡаратаулы ауылынан Ғәйфулла Тай сы нов Nтың ҡыҙын һората. Ләкин Ғәйфулланың ҡатыны Бәҙриҡәмәр, хәйерсегә ҡыҙбирәләрме ни, тип ҡаршы төшә. Ә Ғәйфулла ҡарт иһә, Динмөхәмәттең инә һеюҡ, ҡыҙыма ҡәйнәһеҙ тороуы еңелерәк булыр тип, Маһиҡәмәрен ата йымабирергә риза була. «Егет кеше тырыш булыр әле, ярҙам да итеп ебә рербеҙ»,– типүҙен йыуата. Шулай атайым Маһиҡәмәрҙе, инәйемде, кә ләшкә ала.

Мунса кеүек кескәй генә өйҙән Сибәркәй апайымды алып, тәүҙә йәш ҡарт N инәйем сығып китә. Хөрмәтулла менән Вәлиулла ағайымдар атайым янын даҡала. Ғәйфулла ҡарт ҡыҙы менән кейәүенә бер тана һыйыр, бер һарыҡ, бер ҡаҙбирә.

Атайым менән инәйем, байға эшкә кермәһәләр ҙә, бер нисә йыл йәйҙәренураҡ урырға ялланып эшләгәндәр. Уларға ашлыҡ урышырға Хөрмәтулла аға йымда йөрөгән. 1899 йылда әйләнәһе алты аршын иҫке өй һалып, башын ты рансаменән яптырып, йәшәй башлайҙар. 1903 йылда көслө дауыл сығып, өйбаштарын, 30N40 метр урам аша йәшәгән Фәсәхетдин ағайҙың өй мө йө шөнемергән. Күрше Аллабирҙе бабайымдың өйөн бөтөнләй ҡыйшайтып ҡуйған.1911 йылға тиклем ярлы, асҡа туҡ булып йәшәгәндәр. Атайым бер ат, берһыйыр, ике һарыҡ аҫырап, йыл һайын бик күп сығым түләү арҡаһында тор Nмоштарын яҡшырта алмаған.

Атайым ваҡытлы хеҙмәттә (ополчение) булып, Карпочинский тигән бер офи Nцерҙан русса хәреф танырға өйрәнгән. Бер ай эсендә аҙNмаҙ булһа ла яҙыу танып

Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов 159

Page 160: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ҡайтҡан. 1912 йылда, ҡыш көнөмө, яҙмы, Ерал ауылында йәр минкә булған.Атайым Шағанай ауылында ағаһында ҡунаҡта булғандан һуң, ҡай тышлай шулйәрминкәне күрергә барған һәм шунда теге Кар по чин ский ҙы осратҡан. Былофицер атайымды сәй эсергә саҡырған. Уның атаһы Ералда һатыусы икән, шулатайымды үҙендә эшкә ҡалырға өндәгән. Ләкин ата йым, юҡ, мин батракбулмайым, тип баш тартҡан. Хатта сәйен дә эсмәй сығып киткән. Карпочинскийатайымды кире индереп, һыйлап сығарған, ҡайһы ауылдан икәнен дәһорашҡан.

Ул офицер Ҡыҙырбаҡта йәшәгән алпауыт Мурашовҡа килеп, уның ҡыҙыналырға ниәтләнеп йөрөгән. Бер ваҡыт Мурашовтарҙа ҡунаҡта ул тыр ғандамы,үҙNара һөйләшкәндәме, Карпочинский атайымды һорашҡан: «Ҡол мө хәмәтовДиникай кәрәк ине. Уны нисек күрергә? Ул миндә һалдат булды», – тигән. Ғаиләағзаларымы, Мурашов үҙеме, атайымдың бында торғанда яҡшы эшләгәненәйткән. Офицер алпауыттың көймәле тарантасына өс ат ектереп атайыма килә.«Һинең байға керәһең килмәй булды инде. Улайһа, һин минән 10 һумлыҡ тауарал да тубалсы булып һатыу ит. Мин һиңә өй һалдырып бирәм»,– тип өндәй.Ләкин атайым быға ла риза булмай, инәйем дә: «Кәрәге юҡ, һатыу килепсыҡмаһа, йә тауар юғалһа, һөргөнгә оҙатырҙар», – тип ҡаршы төшә.Карпочинский буш ҡайтып китә, ләкин ул атайымда сауҙа эшенә тотонорғаниәт уята.

Ҡаратаулыла ауылдың уртаһынан ағып ятҡан Шерҙәле йылғаһы бар.Йылғаның уң яғынан, яр буйлап (мин тыуған урам – Р.В.) өйҙәр теҙелгән. Һуляҡ лап ярға арҡыры йәнә бер урам ултырған. Уң яҡ ярҙа Сирай сауҙагәр, уғакүрше Нафиҡ бай йәшәй (Нафиҡтар беҙгә нисектер туған. Яҡуп Нафиҡоватайым менән Өфөлә аралашып йәшәне – Р.В.)

Шерҙәленең һул яҡ урамында байҙар юҡ, урта хәллегә күскән Сәйфит мө Nәзинде иҫәпкә алмағанда, барыһы ла ярлылар. Мөәзин ике ат, бер һыйыраҫыраны. Атайымдың да аҙыраҡ килеме бар ине. Еренең бер өлөшөн ул Та тарМалаяҙында йәшәгән Шакир сауҙагәргә ваҡытлыса файҙаланыуға бир гән.Шакир атайымды ҡунаҡҡа ла саҡырғылаған. «Һинең менән, Диникәй ағай,күптән дуҫлыҡ тотабыҙ, һин минән аҙлап ҡына ваҡNтөйәк алып, һатыу итергәөйрән», – тигән ул атайыма. Һәм 5 һумлыҡ бер тубал тауар биргән. Ша кирсауҙагәр тауарҙары менән бер йыл һатыу иткәс, атайым уға аҡсаһын ҡай тарыпбиргән дә, һыйырын һатып, үҙ аҡсаһына сәйNшәкәр менән һатыу итергәтотонған. 1913–1914 йылдарҙа атайым үҙ аҡсаһы менән генә эшләгән. 1914йылғы хаҡтар менән уның лавкаһында 20 – 25 һумлыҡ тауар йыйылған бу ла.Ләкин атайым байып китә алмай, 1914 йылдың көҙөндә һалдатҡа алы на һәмБеренсе империалистик һуғыштан 1917 йылда ғына әйләнеп ҡайта.

Ул саҡта ҡурала күк бейә, туры тай һәм бер ҡолонҡай, бер һыйыр, бер тана,өс баш һарыҡ була. ҠошNҡорттан – ике ҡаҙ, бишNун тауыҡ. Сауҙа менәншөғөлләнеүсе булмай. 1918 йылдың башында туры тайҙы саптар атҡа ал машып,ике егенке атлы булдыҡ, тана ла быҙауланы. Бер быҙауыбыҙҙы бүре тамаҡлапкиткәс, тағы ла бер быҙауға ҡалдыҡ. Ике һыйыр булғас, тормош йүнәләбашлаған кеүек булды. Ләкин шул йәйҙә Михайловка ауылына аҡ казактаркилеп тулды. Өс казак Ҡаратаулыға килеп, һимеҙ генә тана һы йы ры быҙҙы, аҡсатүләмәй генә, йорттан алып сығып киттеләр. Инәйем арт тарынан барып, танағайәбеште, ләкин уны ҡыуып ебәрҙеләр. Шул уҡ көндө казактар тана һыйырҙыһуйып ашаған.

Йүрүҙән таша башлағас, казактарҙың ғәскәре Карпочау (Кропачево

160 Тере тарих

Page 161: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

станцияһы, Карпочинскийҙар утары ла шунда – Р.В.) яғына табан йүнәлде. Уларкитеп бөткәс, «аҡ казактар ҡаса, ҡыҙылдар килә» тигән хәбәр тарал ды. Ауылхалҡы, ҡыҙылдарҙан ҡасабыҙ тип, аттарын егеп сыҡты. Күп тә үт мәне, Көскәндейылғаһы яғынан аҡтарҙың йәйәүле ғәскәре килеп сыҡты. Ауыл халҡыныңылауҙарына тейәлгән әйберҙәрен ергә ташланылар ҙа егеү ле аттарҙы үҙҙәренеңылауына ҡуштылар.

Йүрүҙәнде кисеп сығырлыҡ түгел. Арбаларҙы кәмәгә тейәп, аттарҙы йөҙ ҙө рөпсығарып, Ҡалмаҡ ауылы зыяратынан бер аҙ киткәс, Сусҡа ташы ҡу лын даылаусыларҙы йыйып алдылар. Атты кешеһеҙ йөрөтөп булмай тип, аҡтар минеылаусы итеп алды, Нәсибаш ауылын үткәс ҡайтарырбыҙ, тинеләр. Нәсибаштыла уҙып киттек, ҡалдырмайҙар. Урмансы, Тирмән ауылдары ла артта ҡалды,ләкин, ҡайтырға ярай, тип әйтеүсе юҡ. Бер тәүлек үтеп, ҡараңғы төшкәс урманараһына инеп, аттарҙы туғарып, ашатырға бул дылар. Ҡараңғынан файҙаланып,мин саптарыма атландым да урман ара һынан ҡастым. Төн буйы барҙым дабарҙым. Ике мәртәбә суйын юлын аша сыҡтым.

Яҡтыра башланы. Тауға табан ынтылдым, бер юл таптым. Ул юл түбән тө шәикән. Мин унан барырға ҡурҡтым, тағы ла тотоп, атымды алып китерҙәр, типуйланым. Аттың ҡамыты менән ыңғырсағы өҫтөндә булғас, ылауҙан ҡас Nҡанлығым күренеп тора. Туҡтап, тыңлап алам. Үлән оҙон, ләкин тыңлағандаташлыраҡ ерҙәрҙә бричка тәгәрмәстәре тауышы ишетелә. Һыу эске килгәс,аттан төшөргә тура килде. Юл ситендә сылтырап аҡҡан шишмә һыуын эскәндә,атым өркөп киткәндәй булды, ҡараһам, ике һыбайлы хәрби килә. Минән юлһорашалар, мин, белмәйем, тим. Һин ҡайҙан, ти хәҙер былар. Береһе арыкитмәксе булғайны ла, икенсеһе, был ҡасып киткән ылаусылыр, тине. Атымменән түбәнгә үҙҙәренең артынан эйәрергә ҡуштылар. Мин, ас мын, атым даашамаған, арыған, тигән булам. Һалдат арҡаһынан мыл тығын алды ла, «вперед,рысью марш!» тип, мине алып китте. ИкеNөс саҡ рым дай үтеп, ылауҙарын ҡыуыпетеп, ҡушылдыҡ. Куркино утары урыҫ тарының ат тары арығас, минең атты егепкөн буйы килдек.

Төн булды, ат ашатылмаған. Бер суйын юлының күпер аҫтынан сыҡтыҡ. Төнҡараңғы, ямғыр яуа. Таң атҡансы килдек. Мин бик асыҡтым. Бер татар һал Nдатынан ашарға һораным. Ул мине ашатты ла «тиҙҙән завод булыр, шунда һинеатың менән ҡалдырырҙар» тип йыуатҡан булды. Ул завод Һат ҡы икән, уны уҙыпкиттек – туҡтаманылар. Бер ни хәтлем китеп, кескәй генә ауылды үткәс, ялбирҙеләр. Аттарҙы ашарға ебәрергә ҡушылды. Мин атты туғарҙым да, һыбайатланып, кире заводҡа ыңғайланым. Һатҡыға керәм тип килгәндә, ике һыбайлыартымдан ҡыуып етеп, береһе ҡамсы менән арҡа бу йыма тартып та ебәрҙе.Икенсеһе мылтығын алды. Әшәке һүҙҙәр менән тиргәп, кире алып киттеләр.

Был юлы атымды икенсе кешегә бирҙеләр. Хайуан бик ныҡ ябыҡты. Ә миңәҡасып киткән икенсе кешенең атын тотторҙолар. Ашарға биреүсе юҡ. Тик әлегетатар һалдаты, Минзәлә өйәҙе кешеһе, аҙыраҡ ашарға биргеләне. «Һин, энем,атыңды ҡалдыр ҙа ҡайт та кит»,– тип тора. Ләкин мин атты йәл ләйем,атайымдың, ниңә атты ҡалдырҙың, тип туҡмауынан ҡурҡам. Шул ваҡытяныбыҙға Мөсәт ауылының бер кешеһе килде. Ул да ылауҙа йөрөй икән. «Һин,ҡустым, атыңды үҙеңә ал, – тине ул. – Тиҙҙән пискә (һаҙлыҡ – Р.В.) була, шуныңэсенә аттарҙы кертербеҙ ҙә үҙебеҙ бер өйҙә ҡалырбыҙ». Ләкин ул урындатуҡтатманылар. Төн буйы барҙыҡ. Алла һаҡлаһын, эреNэре таш ара һынанүтәбеҙ. Златоуст та артта ҡалған, ҡайҙан үткәнбеҙҙер.

Златоустан һуң да бик күп ауылдар артта ҡалды. Мейәс ҡалаһын көндөҙ

Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов 161

6 «Ағиҙел», №3.

Page 162: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

үттек. Атты туғармайынса ғына ашатабыҙ. Бер төн ниндәйҙер башҡорт ауылынабарып индек. Ямғыр яуа, юлдар бысраҡ, аттар һис кенә лә тарта алмай. Бербашҡорт ҡартының өй артына аттарға ашарға һалып, үҙебеҙ өйгә үттек. БылИлмәш ауылы икән, станцияһы ла бар, бер казарма, ике разъезд. Йыраҡ түгел –Медведево тигән рус ауылы. Мин бик ныҡ өшөгәйнем. Хужа ми не мейесбашына, йылын, улым, тип мендереп ебәрҙе. Йылыға иҙрәп, ҡатыйоҡлағанмын. Уянып китһәм, яҡтыра башлаған. Саптар ат юҡ, ихатала ар бағына ултыра.

Аҡтарҙы Ҡыҙыл Армия ҡыуып килеү сәбәпле, кемдер минең атҡа атланыпҡас ҡан. Мин ауыҙымды асып тороп ҡалдым. Өй хужаһы Әхмәтйәр бабай: «Вәт,малай, ат йәлләп, хитланып йөрөмәҫкә ине һиңә. Ҡапталып китһен атың, ҡайтта кит ине»,– тип һуҡранды. Бабай мине өс көн ашатыпNэсереп аҫраны. «Суйынюлын төҙәтһендәр, шунан һуң поезда ҡайтырһың»,– тине. АҙнаNун көн үткәс,мине Медведевка ауылына илттеләр. Шунда утын киҫеп ике айға яҡынйөрөнөм. Ҡар берсә яуа, берсә ирей. Ул арала икеNбиш вагон тағып, паровоздарҙа йөрөй башланы. Ноябрҙең аҙаҡтарында бер па ро возға ултырып, Златоустҡабарып еттем. Был паровоз ары бармай, икен сеһе китә, тинеләр. Паровозмашинисына: «Күмер ташлашырмын, утын тейәшер мен»,– тип бик үтенепһорағас, ул ризалашты.

Паровоздан паровозға күсеп, вагондар араһындағы буферҙарында баҫыптороп УстьNҠатау станцияһына килгәс, төшөп ҡалдым. Кис булды. Стан циялайоҡлап, иртәгәһенә төшкә тиклем поездың китеүен көтөп ала алмағас,йәйәүләп Яхъя ауылында йәшәгән Әхтәрйән ағайҙарға (ҡарт инә йем Хәбирәнеңағаһы – Р.В.) киттем. Унда бер кис ҡунғас, ағайым мине ат егеп Кропачевоғаилтте. Станцияла Юныс ауылынан Ғөбәйҙулла еҙ нәм осраны. Атайымдың тыуыЗәғифә апайымдың кейәүе ине ул. Уларҙа бер көн ҡунаҡ булып, иртәгәһенәеҙнәм мине Ҡаратаулыға килтереп ҡуйҙы. Атайым менән саҡырышып йөрөгәнбажалар булғанлыҡтан, мине лә алып килгән ҡыуаныстан ул беҙҙә өс көн ҡунаҡбулды.

Бер айға яҡын үткәс, 1919 йылдың ғинуарында, мин тифтән ауырып, ике айғаяҡын түшәктә яттым. Ана үлә – бына үлә тип, атайым менән әсәйем ҡу лымдантотоп, янымда илашып ултыра. Мин өндәшергә теләһәм дә, ауыҙҙы асаалмайым, сөнки яңағым ҡатҡан да ҡуйған. Инәйем шыйыҡ ҡына аш бешереп,бер ҡалаҡ менән ауыҙымды ҡайырып, икенсеһе менән ашата ине. Мин ауырыпятҡанда, инәйем тағы ла бер ҡыҙ бала тапты. Шулай мин әк ренләп ашай, өйэсендә йөрөй башланым. Инәйем ҡыуанды, ана, Хәй рулла улым йөрөй, терелепкитте, тип әйтер ине. Ләкин шатлыҡлы көндәр оҙаҡҡа барманы. Инәйем үҙе бикҡаты ауырый башлап, тамам ятты. Шун да уҡ телдән дә ҡалды. Туғыҙ көндәнинәйем вафат булып ҡуйҙы.

Ҡәрендәшем Зөләйха, энем Ғиндулла менән инәйҙе ҡосаҡлап илашабыҙ. Ата Nйым ҡартатайым менән ҡартинәйемде саҡырып килтерҙе. Улар артынса инә Nйемдең бер туған ҡәрендәштәре Хәтижә, Ғәйнисафа апайҙар ҙа килеп етте.АтайNинәйемдең барлыҡ туғандары йыйылды. Китте илаш, иламаған кеше юҡ.Туғандарым менән мин инәйемдең янынан китмәнек. Икенсе көн дө унызыяратҡа алып барып ерләнек. Ҡар иреп бөтмәгәйне әле. Һары һыу ва ҡыты,апрель айы. Инәйемдең ҡәберенә таш яҙып ҡуйҙым. Таш бер метрға яҡын ерөҫтөнән сығып тора, ярты метрҙан күберәге тупраҡта ине булһа кәрәк.

Өйҙә хәҙер бер йәм юҡ, күңелһеҙ. Өс туған, өсәүебеҙ ҙә ҡосаҡлашыпилашабыҙ. Алда ни булыры билдәһеҙ. Беҙҙең илағанды күрһә, атайым да беҙҙе

162 Тере тарих

Page 163: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ҡосаҡлап илай. 20N30 көнләп ваҡыт үткәс, атайым беҙгә инәй эҙләй башланы.Димселәр күбәйеп китте. Унан да, бынан да ҡарсыҡтар килә, уныһын да,быныһын да маҡтайҙар.

Атайым Михайловка ауылына барып килде. Ҡайтҡас, мине янына ултырттыла: «Улым, һеҙгә инәй булмаһа ла, инәй рәүешле ҡатын килтерергә булдым. Үҙинәйегеҙ булмаҫ инде», – тине. Мин: «Килтер, атай», – тинем. «Улым, тағы ла берһүҙ бар, – тине атай, – һине Йәмәлкә (Емельян) бай эшкә ялларға итә. Ошойәкшәмбе үтһен, дүшәмбе көн барырһың», – тине. Мин тағы: «Ярай, атай»,–тинем. Күпмегә икәнен ул да әйтмәне, мин дә һораманым.

Дүшәмбе лә килеп етте. Мин Йәмәлкәгә барып керҙем. Иҫәнләштем, ашар ғаул тырттылар. Тамаҡ туйҙырғас, мунсаға ебәрҙеләр. Ҡарсығы, Матре на апай,күл дәк, ыштан һәм эш кейеме бирҙе. «Үҙеңдекен кеймәҫһең ин де», – тине. Мун Nса нан сыҡҡас, дүрт ат, өс һауын һыйыр, егерменән ашыу һа рыҡ, ун дүрт тай,ундан күберәк һыйыр малы, таналар, үгеҙҙәр күрһәтеп, «шу ларҙы ҡарарһың»тинеләр. Шулай бер аҙна мин өйгә ҡайта алманым, ту ғандарымды ныҡ итеп һа Nғын дым. Әлеге көс тә самалы, ауырыуҙан ны ғы нып етмәгәнмен. Шулай ҙа йәк Nшәм бе еткәс, Йәмәлкәнән һорап, ауылға ҡайтып киттем.

Өйгә керһәм, бәләкәй генә бер ҡапNҡара апай һыуҙан ҡайтып етте. Уның ар Nты нан Зөләйха һәм Ғиндулла килеп керҙеләр. Зөләйха: «Инәй, ағайым ошо ин Nде», – тип мине ҡосаҡлап алды. Ғиндулла яҡын килмәне, арыраҡ ба рып, һи кегәултырҙы. Мин уның янына барҙым да: «Йә, Ғиндулла, инәй һәй бәтме?»– ти нем.«Һәйбәт, һәйбәт», – тип ҡустым стеналағы кәштәгә ынтылды, асыҡтым, ти не.

Ул арала инәй кеше һыуын ултыртып, соланға сығып китте лә, килеп инеп:«Йә, улым, күрешәйек, инәйең булырмын,– тип самауыр ҡуя башланы. –Ҡу Nнаҡҡа ҡайттыңмы, исемең кем, улым?»– тип һорашты.

– Исемем Хәйрулла,– тинем.– Йә, ярай, Хәйрулла улым,– тине. Шат күңелле, йомшағыраҡ, ҡә рен дә шем

менән энем, инәйебеҙ һәйбәт, тиргәшмәй, тине. Улар шулай тип торғас, мин дәшатландым. Самауыр ҡайнаны, сәй эстек, атайым да ҡайтып инде.

– Иҫәнме, улым,– тине. – Йә, бай оҡшанымы, әллә оҡшамаймы?– Оҡшай,– тинем мин.– Ярай улайһа,– тип бүреген, кейемен элеп, сәйгә ултырҙы. «Эй, һин, са ма N

уырыңды ниңә алып киттең?»,– тине. Йәш инәйем: «Самауырҙы яңыртып кил Nтерәм», – тип яуапланы. Күмер һалды, самауырҙан пар сыҡты. Ул арала күршеХилем апайым килеп инде. Атайым уға ҡарап: «Балдыҙ, Маһи апа йыңдыңяғаһын (түшкә ҡуя торған шау тәңкә биҙәнеү әйбере – Р.В.) таба ал майым, әлләберәйһе типте инде», – тип һораны. Хилем апай аптырап бер ми ңә, берЗөләйхаға ҡараны. Йәш инәйем самауырҙы килтереп ултыртты. Мин дәаптырашта ҡалдым, Зөләйха иларға тотондо. Атайым ҡыҙыу ғына ке ше, мин дәҡурҡып киттем. «Барыбер табырмын,– тине атайым.– Кем ал ға нын белһәм,кәрәген бирәсәкмен».

Йәш инәйем Хилем апайҙы сәй эсергә ҡыҫтап ҡараны. Ләкин ул көй һөҙ ләнеп,аптыраған килеш:

– Әллә, Динекәй еҙнә, бер ҙә ишеткәнем юҡ. Мин уға бара торған кешетүгелмен. Кем алды икән, – тип аптырап, һике ситенә килеп ултырҙы.

Кис була башланы. Мин дә китергә булдым, сөнки эш күп. Атайым да: «БарNбар, йыш ҡайтып, буталанып йөрөмә»,– тип асыуланды.

– Ниңә улай әйтәһең, уның яғала ни эше бар,– тип йәш инәйем минеяҡлашты.

Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов 163

6*

Page 164: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Мин шым ғына сығып киттем. Ике аҙна буйы өйгә ҡайтманым. Ишетәм,атайым йәш инәйемде ҡыуа икән, ни өсөн икәне билдәһеҙ. Ауылға ҡайтып ин N һәм, Зөләйха, Ғиндулла өйҙә юҡ. Ә йәш инәй бик күңелһеҙ. Иҫәнләштем дә:«Ниңә күңелһеҙ ултыраһың?» – тип һораным. «Эй, улым, атайыңдың бын дайбулыуын белһәм, һис Ахун ауылынан сыҡмаҫ инем. Яҡшы кеше, тигәнгәкилгәйнем. Көн дә ҡыуа, сығып кит, торма, тип әйтә»,– тип яуапланы ул.

Бер аҙҙан атайым да ҡайтты: «Ҡайттыңмы, улым?»– ти.– Эйе, атай, ҡайттым.– Ярай ҡайтһаң,– тине лә сығып китте. Кире керҙе.– Зифа, һин бөгөн үк сығып кит, бер минут та торма. Һин миңә кәрәк

түгелһең,– тип тағы сығып китте.Зөләйха менән Ғиндулла ла ҡайтты. Яныма килделәр. Зөләйханан: «Атайым

нишләгән, ниңә асыулы?» – тип һораным.– Зифа инәйемде ҡыуып сығарып, Биби еңгәмде килтерергә йөрөй. Йәш

инәйемде яратмайым, тине, – тип һөйләне һеңлекәшем.Мин барыһын да аңланым һәм: «Ҡартатайым менән ҡартинәйемдәргә ба N

рам», – тип сығып киттем. Уларҙан барыһын да һораштым. Икеһе лә:– Атайың аҙғынға әйләнгән. Өс туған энеһенең бала тапмаған бисәһен тар тып

алырға йөрөй. Һин ҡыҫылма, теләһә нишләһен, – тине.Ултыра торғас, кискә ҡалғанмын. Ҡайтһам, йәш инәйемде Хилем апай ҡыуып

сығарған. Ул квартираға киткән. Үҙе лә йәтим үҫкәс, беҙгә яман күҙ ме нәнҡараманы, бик яҡшы булды. Икенсе көндө үк атайым Биби еңгәне алып килгән.Бер аҙнанан һуң атайымдың был ҡатыны Зөләйха туғанымды то топ туҡмаған,Ғиндулланы өйгә индермәй башлаған. Ҡустым кемдә тура кил һә, шунда йоҡлапйөрөгән. Ҡартинәйем менән ҡартатайым килеп ке йәүҙәрен әрләмәксебулғандар ҙа, тик ҡыуылып сығып киткәндәр.

Йәй эш күп булып, мин бер айҙан артыҡ ауылға ҡайта алманым. Бер ваҡыт,Йә мәлкәнең ҡалған көлтәһенең ҡалдыҡтарын алып ҡайтҡанда атайымдарғаһу ғылдым. Сентябрь ине булһа кәрәк, һалҡын. Өйгә инһәм, Биби еңгә «инәй»тип әйтмәйһең тип, ҡәрендәшем Зөләйханы көйәнтә менән туҡмай. Кө Nйәнтәһен тартып алдым да үҙен ҡаҙан яғына төртөп осорҙом. Зөләйха сығыпйүгерҙе. Икәүләп көрмәкләшеп киттек, мин Бибиҙе сәсенән эләктереп иҙәнгәаттым да сығып киттем. Ул тәртешкә алып, мине ҡыуа сыҡты. Мин атҡаултырып ҡастым.

Атайым Урыҫ Малаяҙында балта оҫтаһы булып ялланып эшкә киткән икән.Иртәгәһен ул мине эҙләп Йәмәлкә Чвановҡа килгән. Биби, күрәһең, ошаҡ ла ған.Атайым килгән ыңғай мине бәреп тә осорҙо. Тора алманым, тибеп ебәр ҙе.Матрена апай килеп сығып, араға керҙе: «Диникай! Что ты! Что ты де лаешь? Онс работы устал, а ты его бьешь! Где у тебя совесть?»– тип мине туҡматманы.Мин лапаҫҡа йәшендем.

Матрена атайымды тиргәйNтиргәй өйҙәренә алып инеп китте. Артабан нибулғандыр, мин күрмәнем. Инәйемде уйлап ултырҙым. Бер саҡ мине өйгәсаҡырҙылар. Мин ишетмәгәнгә һалыштым. Атайым да сығып саҡырып ҡараны.Өндәшмәнем.

Атайым ҡайтып киткәндән һуң өс көн үткәс, мин Йәмәлкәнән ял һораным.«Бар, эш еңеләйҙе, ике көнгә ҡайтып кил»,– тине бай. Мин ҡайтып, ҡарта та Nйым дарға барҙым. Зөләйха ла унда ултыра. «Ағай, һин унда ҡайт ма»,– тигәс,мин дә ҡайтманым. Ҡайтҡанымды ишетеп, атайым үҙе килде. Ин де лә, янымаултырып, арҡамдан һөйҙө: «Ҡайт инде, улым. Йәмәлкәләргә ҡабат барма.Срогың тулды»,– тине.

164 Тере тарих

Page 165: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Алдаштырып, атайым мине өйгә алып ҡайтты. Зөләйха ла, Ғиндулла ла өй Nҙәләр. Йыйылышып сәй эстек. Ғиндулла нишләптер әллә һөттө, әллә ашты түк Nкәйне, еңгәм уны һикенән бәреп тә төшөрҙө. Ҡустыма ярҙам итмәксебулғайным, минең дә башҡа ҡаты ғына эләкте. Хатта күҙҙән уттар сәсрәне.Атайым бер һүҙ ҙә әйтмәне. Мин шым ғына сығып киттем дә Хилемапайымдарға керҙем. Сәй эстек. Артымдан атайым килде лә өйгә ҡайтырғасаҡырҙы. Ҡайтҡас, атайым менән еңгәм талашырға тотондолар. Атайым һи Nкереп кенә торҙо ла Бибиҙең сәсен уратып алып, иште генә. Балалар менәнбулашмаҫҡа ант иттерҙе.

Шулай ҙа мин Йәмәлкәләргә яңынан киттем, сөнки өйҙә торорлоҡ түгел.Үҙенең балалары булмағас, балалы кешеләрҙе еңгәм күрә алмай. БерNикеаҙнанан һуң ғына ҡайтып индем. Еңгәм Зөләйханы туҡмап тора. АтайымдыңУрыҫ Малаяҙына эшкә киткәнен белдем дә Бибиҙән үс алырға булдым. Кө йән Nтәне алып, тегенең иҫен китергәнсе бирҙемNбирҙем дә, Хөжәт, Сәйфулла ағай Nҙарға эйәреп, Минкә утарына утын бысырға киттем. Мине эҙләп, ата йымМиндәш ауылында йәшәгән Ялалетдин еҙнәм менән Гөлбаҙыян апа йымдарғабарған. «Атып үлтереп китәм мин ул малайҙы», – тип үсәгән. Мине улКропачевола ла эҙләп ҡараған.

Беҙ утарҙа бер аҙнаға яҡын утын киҫеп, ҡайтырға сыҡтыҡ. Яңы Ҡара тау лыауылында Зифа инәйем осраны. «Әйҙә, улым, Оло Ҡатауға (КатавNИва новск)китәйек. Ағайым шунда заводта эшләй. Эшкә керербеҙ. Атайың һине, ҡайҙаосрай, шунда атам, тип тиргәй. Ул тиле бит, атыр ҙа ҡуйыр. Оло Ҡа тауҙа бер аҙэшләгәс, ҡайтырһың»,– тине.

Ауылға ҡайтып тормайынса, йәш инәйемә эйәрҙем дә киттем. Әлкә ауы лындаҡундыҡ. Иртән сәй эсеп сығыуға, Нурмөхәмәт, Сәйфулла, Хөжәт ағай ҙар Кро па Nчевоға эшкә китергә торалар. Беҙ ҙә уларға эйәрҙек. Ләкин унда «әле эшселәркәрәкмәй, яҙғараҡ алабыҙ» тинеләр.

Беҙ Оло Ҡатауға киттек. Поезға кем нисек булдыра ала, шулай ултырҙыҡ. Вя Nзовая станцияһында төшөп ҡалып, Йүрүҙәндә өс көн утын киҫтек. Зифа инәйемОло Ҡатауға бер үҙе генә китте. Өс көндән һуң беҙ ҙә барып еттек. Ҡар яуғас,өшөттөрә башланы. Бер айға яҡын эшләп, ағайҙар менән ҡай тып киттек. МинҠаратаулыға ҡайтманым, Миндәшкә Ялалетдин еҙ нәм дәргә киттем. Гөлбаҙыянапайым ҡаршы алды. 1921 йылғы аслыҡ яҡын лашты. Аҡса бар ҙа бит, аҙыҡтабып булмай. Ҡайҙа ла – норма. Икмәк табыуы бик ҡыйынлашты. Кемдеңашлығы бар, уныҡын хөкүмәт ала, сөнки хөкүмәт эше алдан йөрөй. Кулактарбулған игенен йәшерә.

Граждандар һуғышы, кулактарҙың төрлөсә аяҡ салыуҙары, яңы ғына ойош Nҡан совет хөкүмәтенә тирәNяҡтан һөжүм итеү икмәк үҫтереүгә ҙур ҡа ма саулыҡкилтерҙе. Икмәкте норма менән эшләгән кешегә генә бирҙеләр. Ә эшкә инепбулмай. Заводтарҙың күбеһе туҡтаны. Суйын юлдарында таш күмер етмәй,паровоздар юл буйында туҡтап ултыра. Урманлыраҡ ергә туҡ таһалар, утынкиҫеп, утын яғып китәләр.

Ялай еҙнәмдә оҙаҡ тороп булманы. Үҙҙәре алты кеше бит. Миңә бер һүҙ ҙәәйтмәһә лә, еҙнәм Баҙыян апайымды минең өсөн өткөләй башланы. Ысын лапта, ашарға юҡ.

1920 йылдың апрельNмай баштарында Ҡаратаулыға ҡайтып, ту ған да рым дыкүреп, бер генә кис ҡартатайымдарҙа ҡунып, тағы Кропачево стан ция һы накилдем. Баҙар көнө ине. Яхъя ауылынан Әхтәрйән ағай осраны.

Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов 165

Page 166: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

– Хәйрулла, һин ни эшләй йөрөйһөң? Әйҙә, минең менән телеграф бағанаһыултыртырға! Мин Сим станцияһында бригадир булып эшләйем, – тине.

Мин шатландым. Ағай мине телеграф контораһына алып барҙы.– БерNике кеше кәрәк ине. Бына мин бер егет таптым. Симгә алып китәм, –

тине.Минең исемNфамилиямды яҙып алдылар ҙа, Әхтәрйән ағайға эйәреп мин Сим

станцияһына киттем. Бригада станциянан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан икән.Сәй эсерҙеләр. Эшселәр рельстарҙы һындыра, ҡайһылары һын ды рыл ғанынплатформаға тейәй.

Әхтәрйән ағай миңә көрәкNкәйлә бирҙе лә телеграф бағанаһына соҡорҡаҙырға ҡушты. Миндәш ауылынан Ғариф ағай ҙа ошонда эшләй икән. Улкүрһәткән урында соҡор ҡаҙый башлап, көн буйы ла бөтөрә алманым. Тик таштура килде. Нишләргә? Ҡасырға уйлайым да, ҡурҡам. Ғариф ағай янына килеп:«Тик таш, арыным, хәлдән килмәй»,– тинем. «Кәләш алып бирһәк, нишләрһең,шулай уҡ «төнгө эш»тән баш тартырһыңмы?» – тип күмәкләшеп көлдөләр.Махсус ҡорал биргәс, интегепNинтегеп соҡорҙо ҡаҙып бөтөрҙөм. Кискелектеашағанда мине маҡтаған булдылар, «йүкә сөй» ҡаҡтылар.

Аҙағыраҡ мине күбеһенсә йомошҡа йүгертә башланылар, сөнки мин – ара Nларында иң йәше. Етмәһә, ағайымдар ҡулы аҫтында эшләнем. Шулай эш ләйторғас, Берҙәшкә лә килеп еттек. Эштә маҡталыбыраҡ йөрөйөм. Ләкин бер мәлҒариф ағай Миндәшенә ҡайтып китте, Әхтәрйән ағай сирләне. Күп тә үтмәне,йәш үҫмерҙәрҙе эштән сығара башланылар. Мине Кропачево станцияһыныңтелеграфNтелефон батареяларын ҡарауылларға алып ҡал ды лар. Ҡыш буйышунда эшләнем, айына һигеҙәр кило он да биреп торалар. Март менән апрелдәон бирелмәне, кешеләрҙе эштән сығара башланылар. 1921 йылдың майбашында мин дә эшһеҙ ҡалдым.

Ҡайҙа барырға? Ни күрһәм дә күрермен, үҙемдең атайым бит, тинем дәауылға ҡайтырға булдым. Берәй ауылдашым осрамаҫмы тип, станцияныңһарыға буялған бәләкәй генә вокзалының күләгәле яғына ултырҙым. Күп тәүтмәне, ауылдаштарым Хызыр бабай, Закир бабай килде. «Нишләп йөрөйһөң,Хәйрулла?» – тиҙәр. «Ҡайтырға йөрөйөм,– тим.– Мине лә алып ҡайтығыҙ әле».

«Юҡ, балам, беҙ Себергә әпәйгә китеп барабыҙ. Ауылда халыҡ бик ас. Ата йыңда беҙҙең менән бармаҡсы булғайны, аҡса әҙ, тип тороп ҡалды. Халыҡ астаншешенә, ҡайһылары малдарын һуйып ашай, ваҡ мал ҡалманы ши келле. ЭтNбесәйҙәрҙе лә бөтөрҙөләр. Хәлдәр, улым, бик мөшкөл. Атайың Би бийен ҡыуыпматаша ине, нишләгәндер. Вәлиулла ағайың бик аҡһай, ше шенеп бөткән,Михайловкаға етә алмай ултыра ине»,– тип һөйләнеләр.

Зөләйха менән Ғиндулланы һағындым, күргем килде. Баҙыян апайым ебәр гәнярты икмәгемдән бәләкәй генә киҫәген һындырып алдым да, бер ста кан һыуменән ашап, ҡайтырға сыҡтым. Станция урамы буйлап килә инем, Юнысауылынан Зәғифә апайым осраны. «Эй, туғаным, ҡайҙан килә һең?» – типарҡамдан һөйҙө. Асыҡҡанһыңдыр, тип бер күмәс бирҙе. Ғөбәйҙулла еҙнәмдеңтормошо бик бай булмаһа ла, арыу ғына. Үҙ көнөн үҙе күрә торған кеше ине.

Зәғифә апайыма суйын юлында телеграфNтелефон бағаналары ултыртып йө Nрөгәнемде, эшһеҙ ҡалыуымды, ике айлыҡ эш хаҡын ала алмауымды һөй ләпбирҙем. «Эй, Хәйрулла туғанҡайым, ауылға ҡайтып та нишләрһең икән? Асхитланырһың инде. Атайың Бибикәйе менән бик һәйбәт тормай, типишеткәйнем. Бар, булмаһа, ҡайтып, белепNкүрерһең, энем. Маһиҡәмәр еңгәмкеүекте атайың ҡабат таба алмаҫ инде. Мәрхүмә кешегә бик яҡшы булды,

166 Тере тарих

Page 167: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

барһаң, самауырына йәбешер, ҡыҙҙарым килде, тип ашын бешереп, йүгерепторор ине. Ауыр тупрағы еңел булһын инде»,– тип һөйләнде.

Мин моңайып китеп, бер һүҙ ҙә әйтә алманым. Апайым мине арҡамданһөйөп: «Юныс ауылына һуғылып, еҙнәм менән сәй эс»,– тип хушлашты. Инә йем Nде иҫемә төшөргәс, башыма әллә ниндәй уйNхистәр килде. Әкрен генә атлапкиттем. Юныс ауылына тиклем ара – алты саҡрым. Үтәһе юл тауҙан түбән төшә,соҡор буйлап Һары Ҡондоҙ йылғаһы ағып бара ла Көскәндегә ҡоя. ҺарыҠондоҙға көскә килеп еттем. Бер аҙ киләм дә, ултырып, үкереп илайым.Станциянан йылғаға тиклемге ике километр араны икеNөс сәғәт килгәнмендер.ИлайNилай арыным, күҙҙәрем шешенеп бөттө.

Ҡулъяҙманың ошо ерендә туҡтайыҡ. Авторҙың ғүмерендә ошондай ҡайғылы,ауыр көндәр тағы ла булдымы икән – белмәйем. Ләкин шундай ауыр хәлдә, улүҙенең иң мөһим асышын яһаған. Ул былай тип яҙа: «Һары Ҡондоҙ тамағында«Иҫке йорт» тип аталған йорт урындары бар. Урындың исеме – Тәкәй ауылы.Тап шул ауылда батыр Салауат Юлай улы донъяға килгән».

Күп йылдар үткәс, Х. Ҡолмөхәмәтов шундағы бер ҡайынға «Салауат батыртөйәге» тип яҙылған таҡта киҫәге ҡаҙаҡлап ҡуя. Шул таҡта киҫәге – миллибатырыбыҙға беренсе һәйкәл.

Һары Ҡондоҙҙо Хәйрулла һикереп кенә сыҡты.Бер йыл элек, 1920 йылда, В. Ленин һәм И. Сталин, Ә. Вәлидовтың та лабына

ҡаршы килә алмай, Башҡортостанға автономия биреү тураһында килешеүгәҡул ҡуйҙы. Ләкин, «башҡорттар араһында инженер кадрҙар юҡ» тип, башҡортерҙәренән Сим, Ҡатаутамаҡ, Оло Ҡатау, Йүрүҙән, Һатҡы за вод тарын һәмҡалаларҙы «киҫеп алып», Силәбе өлкәһенә ҡуштылар. Күр ше өлкә менәнБашҡортостан араһындағы сик тап шул Һары Ҡондоҙ һәм Көс кәнде йылғаларыбуйлап үткән. В. Лениндың ҡулы саҡ ҡына ҡалтыраһа, Салауат Юлаевтыңтөйәге Башҡортостан сигенең теге яғында ҡалыр ине.

Һары Ҡондоҙ һыуында башNаяғымды йыуып, күл буйлап үргә киттем. Улкүлдең исеме «Урыҫ баҫар» (ошо күл буйлап урыҫ ғәскәре Салауат Юла ев тыңтыуған ауылын яндырырға килгән – Р.В.). Бер аҙ барғас, ял итергә ул тырҙым.Ғөбәйҙулла еҙнәмдең өйө күренә, мөрйәһенән төтөнө лә сыға. Был ауылдатуғандар күп, ләкин мин еҙнәмә инергә булдым. Ты ҡрыҡҡа инһәм, тун кейгәнбер ир йығылып ята. Янына килеп, тотоп ҡа раным. Астан үлгән кеше булыпсыҡты, кем икәнен таныманым.

Мин килгәндә Ғөбәйҙулла еҙнәм тимер мейестә кесерткән бутҡаһы бе шерепматаша ине. Улдары Хәйрулла, Ниғмәтулла һәм ҡыҙы һикелә те ҙе лешкән.Иҫәнләштем.

– Һаубыҙ, балдыҙ? Хәйрулла. Ҡайҙан киләһең, һау ғына йөрөйһөңмө? Ба жа нихәлдә? – тип һорауҙар биреп ташланы. – Ултыр һикегә!

– Атайым нисек торалыр, бер нәмә лә белмәйем, – тинем. – Мин Кар почауҙанкиләм, телеграф линияһында эшләнем.

– Ҡайтып бараһың инде. Ярай улайһа. Хәҙер сәй эсербеҙ, балдыҙ. Былай сәйтүгел, ер еләге япрағын ҡайнатып эсәбеҙ. Зәғифә апайыңды Карпочауға ебәр ҙемәле. Сәй таба алырмы, юҡмы? Донъялар бик ауырайып китте әле. Әҙ генә арышбар ине, ул да бөттө. Бер ат, бер һыйыр, ике баш һарығыбыҙ ғына ҡалды,балдыҙ, – тип теҙеп алып китте хужа.

Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов 167

Page 168: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Ул берсә ихатаға сыға, берсә мейестәге кесерткән бутҡаһы менән булаша.Бутҡа ҡыҙыу ҡайнап, әллә ниндәй әсе еҫ сыҡты.

– Әй, балдыҙ, апайың булмағас, бутҡабыҙ ҙа янып китте,– тип еҙнәм сү месменән ҡаҙанға һыу һалып ебәрҙе.

Бутҡа ҡайнауҙан туҡтаны.– Арыш ярмаһы, алабута ла бар ине. Шуларҙы таба алмайым,– тип еҙнәм

һикегә ултырҙы. Бер аҙҙан тағы сығып китте.Бутҡаға ул ике ҡалаҡ арыш ярмаһы, бер ҡалаҡ бик матур таҙартылған аҡ

алабута бөртөктәрен һалып ебәрҙе, тоҙ ҙа һалды. Бутҡа бешеп сыҡҡас, ултабаҡҡа һоҫоп:

– Йә, балдыҙ, ҡулыңды йыу. – Балаларына ҡарап, – һеҙ ҙә ҡулығыҙҙы йыуыпкилегеҙ,– тип, ашъяулығын йәйеп, батмусын ҡуйып, ағас табаҡ менән бутҡаныкилтереп тә ултыртты.

Ашаныҡ, туйҙыҡ.– Кесерткән бутҡаһы, балдыҙ, тәмлеме? – тип һораны еҙнәм.– Тәмле, еҙнә, тәмле. Ана, аръяҡта Карпочауға сыға торған тыҡрыҡта бер

кеше туңҡая биреп ятҡан, – тим уға. – Кем икән?– Белмәйем, балдыҙ. Халыҡ ас бит, – тип һөйләп алып китте еҙнәм. – Кесерт N

кәне лә үҫмәй, исмаһам, һарынаһы ла кипте. Имән, йүкә ҡабығын да һыҙырабашланылар инде. Малы булмаған кешеләр шешенеп үлә. Карпочау яҡынбулғас, беҙ унанNбынан табып торабыҙ. Һеҙҙең яҡта, Үҙән буйҙарында, бикүләләр, тип ишетелә. Тормош бик ауыр, балдыҙ! БикNбик ауыр! Ниндәй хәлгәетербеҙ инде? Мин дә Себергә китмәксе инем дә, малдарымды һуйып ашапбөтөрҙәр, тип ҡурҡам. Малдарҙы һаҡлап торорға апайыңдың хәленән килмәҫ.Хәйрулла улыма бик ышанып булмай, бәләкәй әле.

– Ярай, еҙнә, мин ҡайтайым инде,– тип сығырға булдым.Ҡапҡанан сығып, теге кеше йығылып ятҡан яҡҡа ҡараһам, унда өсNдүрт кеше

тора. Еҙнәм ҡапҡаһынан сығып ҡараны ла кире инеп китте.Мин Әлкә ауылына ҡарай атланым. Юныс яғынан Әлкәгә тепNтекә тауҙан тө N

шөлә, сөнки Әлкә Көскәнде буйында ултыра. Бында мин үҙемде бәләкәй саҡ такүтәреп йөрөткән Байрамғол быуайымдың ҡыҙы Хәсмиәне күргем кил де.Йорттарына һуғылғайным, өйҙә булманылар. Урамға сыҡһам, ике ат егелгәнарба тауҙан Әлкәгә төшөп килә. Ултыртмаҫтар микән тип, ҡар шы ларынакиттем. Көн кискә ауышҡан. Атҡа эләкһәм, Яңы Ҡаратаулыға етеп булһа лаҡунырмын, тип уйланым.

Алдағы атта – Яңы Ҡаратаулынан Йәғләмун, икенсеһендә – Заһит ағайҙар. Бе Nреһе – атайыма, икенсеһе инәйемә ике туған ҡустылар.

– Әйҙә, Хәйрулла, алып ҡайтайым,– тип Йәғләмүн ағайым мине арбаһынаултыртты.

Улар ҡайҙан килеүемде һорашып, миңә атайымдың нисек йәшәүе ха ҡындаһөйләп бирҙе. Ҡарағайлыҡулдан сыҡҡанда Яңы Ҡаратаулыла шәмгә уталғайнылар. Йәғләмүн ағайымда ҡунып, иртән Йәкәс күл аша ҡыя юл буйлапауылға киттем. Юлда Илтәй ауылының бер кешеһе осраны. ЯпNялтыр бу лыпшешенгән. «Ай, энем, әҙ генә булһа ла әпәйең юҡмы?» – тип һораны.

Зәғифә апайым биргән күмәсте алып бирәйем тип, кеҫәмдән алмаҡсыбулғайным, Зөләйха менән Ғиндулла иҫкә төштө. Улар ҙа шулай ше шен гәндер,тигән уй килде. Ҡолағыма «ағай, әпәйеңде бирмә!» тигән һымаҡ бул ды. Сөнкиауылда халыҡ ас, унда ла, бында ла ятып үләләр, тигән хәбәр күп булды.

Күмәсте бирмәнем. Теге кеше Ҡыя юлында ултырып ҡалды, мин Ҡа ратаулыға

168 Тере тарих

Page 169: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

төшөп киттем. Ҡартинәйем мейескә яҡҡан, ҡартатайым иҫке итек тең үксәһенәҡаҙау ҡағып ултыра. Ул – итексе, үҙенең эше менән була. Ҡартинәйем мине, минуны ҡосаҡланым. Ҡартатайым менән күрештем. Улар ми нән «Ҡайҙан киләһең?»тип һорашты. Карпочауҙа телеграф линияһы йү нәтеп йөрөнөм, ашарға бирәалмағастар, эштән сығарҙылар, тип һөйләп бө төүгә, Ғиндулла килеп инде.Ҡартинәйем күмәс һала башланы. Әпәй кү нәгендә ҡамыры йәмNйәшел һымаҡ,бик шыйыҡ түгел, боламыҡ ине.

– Улым, тормош насарайҙы. Ашарға бер нәмә лә юҡ. Кесерткәнде йыйып,шуны бешерәбеҙ, һыулап һығып алабыҙ ҙа, шуға аҙ ғына картуф, һарына йыйыпкилтереп, шуны бешереп, берNбереһенә ҡушып, бына хәҙер мейестә кү мәсбешереп ашайбыҙ, – тип ҡартинәйем күмәс һалаNһала һөйләнде. – Күмәскә һөтҡушмай булмай. Аҙаҡ та һөт эсмәһәң, хәл бөтә.

Ҡартинәйем Ғиндулланың астан шешенгән күреп, «улым, кил әле» типсаҡырып алды. Йөҙөнә ҡарап:

– Улым, һин дә шешенә башлағанһың, әллә ашаманыңмы? – тип һораны.– Юҡ, ҡартинәй,– тип ҡустым илап ебәрҙе. Минән: «Ағай, әпәйең юҡмы?»–

тип һораны. Баяғы күмәсемде уға бирҙем. Ул шатланды, үҙе ашай, үҙе илай,мине ҡосаҡлай.

Ҡарт инәйем Ғиндуллаға һөт бирҙе. Уны эскәс, бер аҙ ултырған Ғин дул лам,быуынһыҙ кеше кеүек, һике янында торған көйө йығылды ла китте. Уныҡартатайым менән күтәреп, һикегә һалдыҡ. Бер аҙҙан йәмNйәшел кү мәс тәбешеп сыҡты. Һәр беребеҙгә берәр күмәс, яртышар стакан һөт эләкте.

Ашанғас, Ғиндулла тороп ҡалды, мин ҡайтырға сыҡтым. Ҡартинәйем: «Хәй N рулла, һаҡ бул. Атайың үҙеңде туҡмап ташламаһын»,– тип артымдан сы ғыпәйтеп ҡалды.

Шәрҙәле йылғаһы буйында Хызыр быуайымдың ике улы ташбаш, сел бәрәбалығын күлдәк менән һөҙөп йөрөй. Ғиззәте мине күрҙе лә, «Хәйрулла ағай!»тип йүгереп килмәксе булды. Ләкин бер ташҡа эләгеп, йөҙтүбән йығылды.

Ҡустыһы менән Ғиззәтте күтәреп ултырттыҡ. Танауы аҙ ғына ҡанағайны.Ғиззәт әкрен генә тауыш менән: «Хәйрулла ағай, икмәгең юҡмы?» – тип һораны.«Эй, туғаным, бер нәмәм дә юҡ шул», – тинем. Хызыр быуайым ситән аша ҡарапторған икән. Ул да әкрен генә төшөп, яныбыҙға килде. Уның менән Ғиззәттекүтәреп өйгә индерҙек.

Аслыҡ Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, 50@се йылдарҙа ла, булып алды. Ул заманминең бала саҡҡа тура килде. Беҙ Шәрҙәле буйындағы урамда йә шәнек. Минаслыҡтан интекмәнем. Cөнки атайым менән инәйем эшләй, мал, ҡош@ҡорттокүп тоталар. Ләкин беҙҙең арала күп балалы ғаиләләр, йә тим малайҙар бар ине.Улар асыҡты.

Беҙ ҙә йылғала ташбаш тоттоҡ. Селбәрә балығын «мелтәй» тип исемләйинек. Хәтерҙә ҡалған: Мөҙәристең энеһе бер саҡ селтәргә эләккән таш баштыҡойроғонан эләктерҙе лә ялт итеп тереләй йотто. Олораҡ малайҙар тартыпалмаһын, тип ҡурҡҡандыр инде.

Малайҙар ас булғас, һарынаны тауҙар битендә лә ҡаҙыныҡ. Шуның өсөнМирзағаян быуайымдың тимерлегендә махсус ҡорал эшләп ала инек. Зө ләй хакүле һарынаға бик бай булды. Мин Фатима нәнәйемдән: «Ниңә уны «Зөләйхакүле» тип йөрөтәләр?» – тип һорағайным, ул: «Шул күл аша Са лауатЮлаевтың ҡатыны Зөләйха тыуған ауылы Ҡалмаҡҡа ата@әсәһенә ҡай тыпйөрөгән. Тура юл шунан булған», – тип яуап бирҙе.

Хәйрулла бабай дауам итә…

Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов 169

Page 170: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Йылғаны аша сыҡҡанда ҡояш байып бара ине. Тиҙ генә үҙебеҙҙең ты ҡ рыҡ ҡаеттем дә баҡса аша артҡы лапаҫҡа яҡынланым. Бәрәңге баҡсаһында ҡуйыбулып үлән үҫеп килә. Атайым лапаҫта балта менән нимәлер эшләй. Уның менәниҫәнләштем. Атайым балтаһын түмәргә сапты ла, мине ҡо саҡлап, илап ебәрҙе.Бик яратып һөйөп: «Әйҙә, улым, керәйек», – тип өйгә саҡырҙы.

Соландан еңгәм – үгәй инәйем сығып килә. Мине күргәс: «Быныһы тағы лаҡайтып килә. Аслыҡ бит. Юлда тонсоҡһа ни була инде. Аяулылар үлеп тора,аяуһыҙҙар тонсоҡмай», – тип соланды шап итеп ябып, атайыма һуғыла яҙыпүтеп китте.

Мин уға һаулыҡ та бирә алманым. Өйгә инеп, ишек төбөндәге тәҙрә янындаэскәмйәгә ултырҙым. Сит өйгә кергәндәй, йөрәгем тертләп китте. Ата йымдыңБибигә асыулы икәнлеге һиҙелә, сөнки мин уға бала бит әле. Бисәһе лә яҡын,шуға күрә атайыма уңайһыҙ. Ул миңә ҡарап торҙоNторҙо ла:

– Хәйрулла, һин утын ватып керт. Инәйең йәймә бешерер. Ул ҡайтҡансы, минтимер мейесте яғайым, – тине.

Сыҡһам, утын юҡ. Ҡайҙан алырға ла белмәйем. Атайым: «Лапаҫ эсенә кер ҙәтәкә ситәнен һурып алып ват», – тине.

Ситәндең бер буйын алыуға, иҫке һалам араһынан инәйемдең түш яғаһыкилеп сыҡты. Ҡараһам, 25 рәттән аҫҡы яғындағы көмөш тәңкәләрҙән 50 тин Nлек тәренең уныһы юҡ, 10 һәм 20 тинлектәре бар. Яғаны алдым да атайыма ин Nдереп бирҙем. «Бына, атай, инәйемдең яғаһы. Ситән араһынан килеп сыҡты», –тинем. Ул яғаны ҡараны ла, 50Nшәр тинлек тәңкәләре булмағас, ке ҫәмдеаҡтарҙы. Ул арала килеп ингән Биби инәйемә: «Бына бит яға та былды, Хәйруллакертте, тине. Биби: «Әйттем бит, Хәйрулла эттән башҡа кем алһын, тип. Башҡабер кем дә алмаған. Мин ул ваҡытта юҡ инем. Йә Зө ләйха алған. Үҙбалаларыңдан башҡа бер кем дә алмаған. Балаларың әллә яҡшыға йөрөй типбеләһеңме? Бына бит килгән, һиңә ярарға тырышып, юха ланып килгән»,– типатайым янына һикегә ултырҙы.

Мин ҡаттым да ҡалдым. Атайым да өндәшмәне. Шул арала Зөләйха килепинде. Биби инәйем уға ҡарап: «Бына бит, әллә ҡайҙа хәйерселәп йөрөп кил де.Баламы ни ул, минең турала әллә кемгә әллә ниндәй ғәйбәт һөйләп йө рөй.Шуның өсөн сығып китә. Нимә тупһала баҫып тораһың? Ана, ағайың янына бар,яҡлар һине, тағы ла мине туҡмар?»,– тине.

Биби атайымды һаман ҡыҙҙыра, кәрәсин һибә, тик шырпы ғына кәрәк.Атайым да ахыры түҙмәне:

– Етер! Күп лығырҙаның. Зөләйха – минең үҙ балам, – тине.Биби инәйем һикереп торҙо ла ҡысҡырырға тотондо:– Һин шулай булырһың инде. Улың да туҡманы, һин дә ажғырып ул тыраһың!

Үҙеңә лә, улыңа ла бисә булайыммы? Оятһыҙ! – тип үкереп илап, со ланға сығыпкитте. Соландан буш биҙрә шалтыратып килеп инде. Мин ла паҫтан әлегеситәнде ватып керттем. Инәйем һаман атайым менән әрләшә: «Улың бындаторһа, китәм»,– тип еңешә. Атайымды еңеп алған, ул Бибигә бер ҙә һүҙтейҙермәй.

Ауылда сәй генә эсеп ятып, берNике көн үтте. Өйгә ҡайтырлыҡ түгел, ыҙғыш.Ишбулды бауайымдарҙа минән ике йәшкә оло Нурмөхәмәт ағайым ме нән бергәйоҡлап йөрөйөм. Беҙҙең менән бергә Йомаҙил ағайҙың улы Ҡа зыхан,Ниғмәтулла бабайҙың улы Хөжәт, Ҡәнни ҡарт улы Хәтмулла бергә йоҡлайбыҙ.Барыбыҙ ҙа бер йылғылар.

170 Тере тарих

Page 171: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Ҡазыхан Йомаҙил улы – минең ҡартатайым. Атайым Шакирйәндең атаһы.Бөйөк Ватан һуғышында вафат булды. Ҡазыхан менән Хәйрулла тәүҙә дуҫ бу @лып, бер нисә йылдан бажалар булып киттеләр. Ҡазыхан – Фатима нә нә йем де,Хәйрулла уның апаһы Таһираны алды. Уларҙың Ғабдулхаҡ исемле бер улы булды.Хөжәт Хәйрулланың һеңлеһе Зөләйхаға өйләнде. Уларҙың ҡыҙ ҙары Гүзәлиә менәнбеҙ бергә үҫтек. Уны «Һандуғас» та тип йөрөтәләр ине. Хөжәт ҡарт колхоздабригадир булып эшләне.

Мине лә алдаштырып, колхоз эшенә алып китә ине. Уҡыу бөтөп, йәйге ка @никулдар башланыу менән мин Ҡаратаулыға ҡайтам. Хөжәт ҡарт ауылситендә йәшәй һәм тәҙрәһенән минең ҡайтҡанды күреп тора. Иртәгәһен таңменән, һыбай килеп, тәҙрәгә сыбыртҡы һабы менән шаҡылдата:

– Фатима! Улың ҡайттымы? Эшкә, күбә тарттырырға сыҡһын!Нәнәйемдең ни сәбәп менән булһа мине иртәрәк уятырға ярата торған бер

генә алама холҡо бар. «Тор, ана, Хөжәт быуайың килгән»,– тип ул минейоҡлатмай. Икәүләп уятҡанға үсегеп, иртәнге һалҡынға сыҡмай ғына, тәҙрәнеасып: «Бармайым!» – тим. Ләкин Хөжәт ҡарттан тиҙ генә ҡотолоп булмай.

– Улым, сыҡ эшкә. Береһе лә һинең кеүек күбә тарттыра белмәй. Төшкәтиклем күк бейә менән йөрөрһөң, төштән һуң үҙемдең «Моряг»ымды бирермен,– тип ныҡыша ул.

Атты мин үлеп яратам. Бригадир үҙенең «Моряк» ҡушаматлы айғырынбирәм тигәс, һикереп торам.

Ана шулай, мин Хәйрулла Ҡолмөхәмәтовтың ҡулъяҙмаһында үҙемә яҡын, та @ныш кешеләрҙе осраттым, бала сағыма ҡайттым.

Ә ул дауам итә…

Бер ваҡыт Нурмөхәмәт ағайым:– Хәйрулла! Әйҙә, бында асҡа үлгәнсе, Себергә китәйек. Унда ашлыҡ күп,

тиҙәр. Яхъя, Әлкә яҡтарынан поезд менән барып бойҙай алып ҡайтҡандар. Мин риза булдым. Ләкин атайыма әйткәйнем, ул «йөрөмә!» тип ҡырҡа һуҡты.

Ләкин ашарға юҡ бит. Биби инәйем, атайым өйҙә булмағанда, беҙгә ке серткәнашы ғына бешерә, үҙе һөт эсә, беҙгә бирмәй. Атайым Урыҫ Ма ла яҙына эшкәкиткәс, мин Биби менән талашып, Карпочауға сығып кит тем. Ҡартинәйем ашаНурмөхәмәт ағайыма хәбәр ебәрҙем. Нурмөхәмәт аға йым менән Ҡазыханиртәгәһенә үк Карпочауҙа ине. Уларҙы күреп, мин бик шат ландым. Нурмөхәмәтағайым:

– Йә, ҡайһы яҡҡа йүнәләбеҙ? Хәҙер пассажир поезы килә. Кем нисек шулайултырығыҙ. Мин башҡа менәм,– тине.

– Ә ҡайҙа төшәбеҙ?– тип һораным мин.Златоуста төшөргә булдыҡ. Поезд килгәс, мин вагон аҫтындағы күмер һала

торған урынға инеп яттым. Ҡаты еҫ, туҙан, етмәһә ел арҡаға бәрә. ӨсNдүртстанцияны үткәнсе сыҙаным. Ятҡан таҡтаның бер башы ҡаҙауынан ыс ҡынабашлағас, мин бик ныҡ ҡурҡтым. Ул ысҡынып китһә, мин тәгәрмәс аҫ тына ғынатөшөп ҡалам. Бәхеткә күрә, поезд бер аҙҙан аҡрынайҙы ла туҡтаны.

Урынымдан сығып ҡараһам, поезд станцияла түгел, юлда туҡтаған. Вагонбашына менергә маташҡанда, ул ҡуҙғалды. Саҡ йәбешеп өлгөрҙөм. Вагонбашында халыҡ бик күп, берәүҙәре ята, икенселәре ултыра. Юлдаштарымкүренмәне. Халыҡ әрләшә, «кит!» тип ҡыуалар, кемелер «төш!» тип төртә.Донъя – көслөнөкө. Ләкин мин Вязовая станцияһына килеп еттем.

Поезд туҡтағас, станцияның ҡарауылсылары вагон башында барған

Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов 171

Page 172: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

кешеләрҙе төшөрөп, станция бинаһына индерҙеләр ҙә бысҡыNбалта тот тор ҙо Nлар. Егерме бишNутыҙлап кеше йыйылдыҡ, ләкин Нурмөхәмәт ағайым ме нәнҠазыхан арала юҡ ине. Бер үҙем ҡалғанмын. Станциянан берNике саҡ рым ур N манға илтеп, ҡайын киҫергә ҡуштылар. «Штраф өсөн бер көн эш ләй һе геҙ», –тинеләр.

ӨсNдүрт кубометр утын киҫтекмеNюҡмы, Ҡазыханды алып килделәр. Минекүреп, ул ҡыуанды:

– Һин дә бындамы ни? Ашарыңа бармы? Бик асыҡтырҙы бит, – тине.Ашарға икебеҙҙә лә юҡ. Нурмөхәмәт ағай ҙа әллә ҡайҙа булды. Мин бик ары N

ным, хәлем бөттө, сөнки ике тәүлек һыуҙан башҡа бер ни ҡапҡан юҡ. Ә утынбыстыралар.

Мин ятып торҙом. Ҡараңғы ла төштө. Бер аҙҙан яныма Ҡазыхан килде. «Әй ҙә,киттек, бында астан үләбеҙ бит», – тигәс, мин тороп баҫтым. Хәл ингән һы маҡ,ләкин баш ауырта, иҫерек кеше һымаҡ йөрөйөм. Кире вокзалға һы пырттыҡ.

Ҡараһаҡ, бер суйын юлында өс кенә вагон таҡҡан паровоз тора. Ва гон дарҙабер кем юҡ, ҡараңғы. «Әйҙә», – тип Ҡазыхан алдан керҙе лә мине тар тып алды.Поезд Берҙәүеш станцияһына килеп еткәнсе туҡтаманы. Уның Ҡуҫаға керә гә Nнен белгәс, төшөп ҡалдыҡ. Инде ҡайҙа барырға? Кем дер, Златоусҡа бер паровозкитә, тип әйтә ҡуйҙы. Шуны ишетеп, тиҙ генә уның янына барҙыҡ. Машинистбик яҡшы кеше булып сыҡты. «Ана, арт яҡтан ме не геҙ», – тип рөхсәт итте. БеҙҠазыхан менән шатланып мендек. Ас булғас, баш әйләнә. Машинист: «Хлопцы,нуNка, покидайте дрова ближе»– тигәс, бер аҙ утын ташланыҡ.

Хәл тиҙ бөттө. Машинист икмәк ашай, һөт эсә. Мин сыҙаманым, үтенепикмәк һораным. Бер аҙ икмәк биреп, ул: «Только воды не пей, вот, молока выпейнемного»,– тип стакан менән һөт бирҙе. Ашағайным, бына эс бороп ауыртырғатотондо, сыҙап та булмай. Златоусҡа килеп еттек. Эс шул тиклем ҡатҡан, ауырярауҙан мин бер әбейҙән эсемә клизма яһатып, көсNхәл менән ҡо толдом.Златоуст вокзалының баҡсаһында бер тәүлек шулай үтте.

Ҡазыхан бер саҡ ғәйеп булды. Мин бер әбейҙән йөҙ грамм кукуруз кү мәсеалғайным. Шуны ашап, аҡрын ғына вагондар араһында йөрөй инем, Ҡа Nзыхандың тауышы: «Хәйрулла, бында кил»,– тип мине саҡыра. Бер йөкпоезының Силәбегә киткәнен белгән икән. Вагонға инеп, бер таҡтаға ултырҙыҡ.Ҡараңғы. Мин Ҡазыханға: «Ниңә мине ташлап киттең?» – тип үпкәләнем. Ул:«Бына ни өсөн», – тип ике һыныҡ икмәк бирҙе. Поезд ҡуҙ ғалып китте, беҙҡаранғы вагонда Силәбегә тиклем ҡаты йоҡлағанбыҙ. Уянып киткәндәяҡтырғайны. Ишекте асып ебәрһәк, йоҡлаған вагоныбыҙҙа – оло йәштәге икеир мәйете.

Беҙ тиҙ генә Силәбе станцияһына төштөк тә икебеҙ ике яҡҡа һоранырға сы Nғып киттек. Бер өйгә кергәйнем, унда миңә кескәй генә икмәк бирҙеләр. Ик мәкбиргән ҡарсыҡ: «Һин, улым, бик күренеп йөрөмә. Һуйып ҡуйырҙар»,– типҡурҡытты. Силәбе станцияһына төрлө яҡтан ас халыҡ килә. Ҡайһы бер урам Nдарҙан үтерлек тә түгел. Йәшерәктәрҙе тотоп йәки алдап индереп, һуя лар ҙаитенән пирожки бешереп баҙарҙа һаталар икән. Шулай ҙа мин та маҡ туйырлыҡикмәк, картуф ҡабығы йыйып өлгөрҙөм. Станцияла сей кар туф ашап ултыраинем, Ҡазыхан йүгереп килде.

– Ҡазыхан, Силәбенән тиҙерәк китәйек! – тинем уға.– Ниңә?Уға ишеткәнемде: кеше үлтереп, пирожки эшләп һатыуҙары тураһында

һөйләп бирҙем. Ҡазыхан ризалашты. Ләкин Силәбенән өс көн китә алманыҡ.

172 Тере тарих

Page 173: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Бер саҡ иптәшемде юғалттым. «Харап иткәндәрҙер инде», – тип уйланым.Златоуст яғынан поезд килде. Нисек ултырырға, тип ҡаңғыра инем, вагондан

Йомағужа ағайым сығып килә.– Йомағужа ағай,– тип ҡысҡырып ебәрҙем. Ул әйләнеп янNяғына ҡаранды.– Ә, Хәйрулла, ни эшләп йөрөйһөң?– ти.– Мин, ағай, Себер яғына китә алмай йөрөйөм. Билетым юҡ.Ул вагонға кире инеп, билет алып сыҡты ла миңә тотторҙо.– Ошоноң менән керә тор, алып китербеҙ,– тип үҙе вокзал бинаһына инеп

китте.Вагонға инһәм, унда Миндейәр ағайым тап булды. Күрештек. Йомағужа

ағайым бәләкәй генә йәймә алған икән, шуны ашатты. Поезд ҡуҙғалып, Себеряғына елдерҙе. Ҡурған ҡалаһын уҙып, Петухово станцияһына етте. Шунда минСиләбелә юғалтҡан Ҡазыханды күреп, саҡырып алдым.

– Ниңә ҡастың?– тип һорайым.– Ҡасманым. Бер вагонға хәл алайым тип кергәйнем, йоҡлап киткәнмен.

Уянып китһәм, вагон китеп бара. Ҡурған станцияһында төшөрөп ҡалдырҙылар.Мин бер урыҫҡа эшкә ялландым. Ошонан 40N50 саҡрым барырға кәрәк икән, –тине. – Хәҙер китәбеҙ.

Ул миңә бер күмәс бирҙе. Беҙ Себер яғына киттек, Ҡазыхан Петуховостанцияһында тороп ҡалды.

***Ҡазыхан ҡартатайымды мин күрмәнем. 1944 йылда нәнәйемә, «хәбәрһеҙ

юғалды» тигән ҡағыҙы килгән. Ҡартатайымды белгән кешеләр уның тура @һында, бик уңған, эшсән кеше булды, тип һөйләнеләр. Уның ха ҡындамәғлүмәттәр эҙләп ҡараным, ләкин улар бик аҙ ине.

Һуғыштан һуң атайым, Шакир, Салауат районында прокурор булып эш лә @гәндә, растрата өсөн бер һатыусыны яуапҡа тарттырған. Ул һатыусы Ниғ @мәтйән Ғәлин тигән кешенең ҡыҙы икән. Уларҙың өйөндә прокуратура тен теүүт кәргәндә, Н. Ғәлиндең немец полицайы формаһында төшкән бер фо тоһүрәтекилеп сыҡҡан. Ниңә был һүрәтте һуғыштан алып ҡайтҡанын бел мәйем.Ауылдашыбыҙ полицай булған икән. Шуның өсөн ул ун йыл лагерҙа ултырған.Һорау был ялған ҡартатайымдың яҡты иҫтәлегенә ҡара тап төшөргән.Атайым менән Ҡазыхан ҡартатайымдың энеһе, Ҡәнзәфәр аға йым, коммунистбулараҡ, яуаплы эштә эшләгәс, КПСС өлкә комитетына тик шереү үткәреүҙеһорап, ғариза яҙҙы. Тикшергәндәр һәм: «Һеҙҙең атайығыҙ һәм ағайығыҙҠазыхан Йо ма ҙи лов ҡа дәғүә юҡ», – тип яуап биргәндәр.

Атайым ҡартатайымдың ҡайҙа һуғышҡанын тикшереп ҡарағас, уныңһөйәктәренең Ҡара диңгеҙ төбөндә ятыуы асыҡланды. Ҡазыхан ҡартатайым1944 йылда Керчь ҡалаһы янында төшөрөлгән десант составында булған икән.

Атайым да шул ваҡыттарҙа Севастополь ҡалаһы тирәһендә һуғышҡан,1944 йылдың 9 майында Сапун тауын азат итеүҙә ҡатнашҡан.

Йомағужа һәм Миндейәр ағайҙар Петухово станцияһынан һуң икенсе стан Nцияла төшөп ҡалған. Мин Ҡаҙағстандың Малютка станцияһында уянып кит тем.Шунда татар ауылы бар, тигәс, төшөп ҡалдым. Тура килһә килә бит. Станцияламин Йомаҙил ағайым менән Хажи ағайымдың берәр ҡапсыҡ бой ҙай алып, бераттан бушатып торғанын күреп ҡалдым да яндарына йүгерҙем. «Ни эшләпйөрөйһөң бында?» –тиҙәр. Мин һөйләп бирҙем. Ҡазыхан улың Пе туховостанцияһынан 40N45 саҡрым ергә бер урыҫ кешеһенә ялланып китте, тигәйнем,Йомаҙил ағайым:

Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов 173

Page 174: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

– Ахмаҡ! Ниңә сығып китте икән? – тип илап ебәрҙе. Хажи ағайым уларға килтергән ҡаҙаҡ кешеһен эҙләп алып килде. Ҡаҙаҡҡа кө N

төүсе кәрәк икән. Хажи ағайым уға:– Был минең энем, бер бот бир ҙә алып ҡайт, – тине.Ул бер бот он алып, атайыңа бирермен, тип ҡайтып китте. Миңә үҙенең

справ каһын ҡалдырҙы. Был ҡағыҙҙа Хажи исемен Хәйруллаға, фамилияны Ғәй Nнуллинға үҙгәрттем. Ҡаҙаҡтың атына ултырып Букановка тигән немец ута рыналютерандарҙың һыйырын көтөргә киттем.

Йомаҙил олатайым тураһында ла мин ишетеп кенә беләм. Мин тыуыуға көнҡалғас, ул донъя ҡуйған. Һуғыш ваҡытында, оло йәштә булыуға ҡара маҫ тан,олатайым колхозда бал ҡорттары ҡараған. Фатима ҡартинәйем менәнШәрҙәле йылғаһы ярында бәләкәй генә өйҙә йәшәгәндәр. Олатайым бик һәйбәт,кешегә асыҡ, йомарт, ипле кеше булған, балалары уны бик яратҡан. Баш ҡасығарғанда, ул һәр улына бәләкәй генә булһа ла өй һалып биргән, ат, тана, ваҡмал да биргән. Зыяратҡа барып, уның һәйкәленә ҡуйылған фо тоға ҡараһам,ниндәйҙер йылылыҡ һирпелә кеүек.

Фатима ҡартинәйем, минең кеүек, йәй еткәс ауылға ҡайтып китә ине. Ҡа @лала ул Ҡәнзәфәр ағайымдарҙа йәшәне, ә йәйҙе Нәғимә әбейемдә үткәрҙе. Үҙе ләФатима, килене – минең нәнәйем дә Фатима ине.

***Букановкала йүнле эш табылманы. Катанай утарына католиктарға табан кит N

тем. Унда барып кергәндә хәлем бөтөп, ныҡ итеп асыҡҡайным. ӨйҙәнNөйгәйөрөп эш һорарға тотондом. Бер немец өйөнә килеп керҙем. Ҡараһам, бер кешеюҡ. Өҫтәлдә бармаҡ башындай ғына апNаҡ әпәй киҫәге ята. ЯнNяҡҡа ҡарандымда теге әпәйҙе алып ҡаптым. Ҡабыуым булды, бәләкәй генә, бик йыуан йәшҡатын килеп тә сыҡты. «Кемдең рөхсәте менән икмәкте алдың?– типһуҡҡыларға, тибергә кереште. Йығылып киткәс тә бәргеләне. Тик мин, ҡайһыеремә типһә лә, һиҙмәйем. Бер саҡ был йыуан бисә мине ботомдан тотоп алып,тышҡа сығарып ташланы.

Бер нисә минут яттыммыNюҡмы, ауыҙынан күбек сәсеп, бер ата сусҡа миңәтабан килә башланы. Метр ярым самаһы ҡалғас, мине туҡмаған ҡатын килепсыҡты ла биҙрә менән сусҡаға ашарға ултыртты. Биҙрәгә алданып, сусҡа минеташлап китте. Әлеге йыуан ҡатын мине һөйрәтеп ат һарайына индереп һалды.Ишектәрен ябып ҡуйҙы. БерNике сәғәттәй үткәс, яныма Леонтий тигән немецкилде. «Ну чего тут лежишь? Надо уходить, иначе умрешь»,– тип мине йәлләне.Үҙенә лә был ҡатындан эләккәне барҙыр, тип уйланым. Шул арала теге ҡатыняңынан килеп сыҡты. Немецтар үҙNара ниҙер һөйләште лә, өйгә инеп киттеләр.

Леонтий 200 грамм икмәк, стакан тулырNтулмаҫ һөт алып сыҡты. Минеашатып, тимерлеккә кертеп: «Бер өс көн ял ит, шунан мин һине ҡаҙаҡтарғаалып барырмын» –, тине. Мин Леонтийҙа ун ике көн яттым. Ни ҡушһа, шуныэшләнем, ҡушмаһа ла эшләнем. Бик яҡшы ашаталар, ҡалған аштарын да миңәбирәләр. Леонтий бик һәйбәт кеше булып сыҡты. ТораNбара аяҡNҡулдарҙағы, күҙтөбөндәге шештәр уңала башланы.

Бер мәл Леонтий мине биш өйҙә йәшәгән ҡаҙаҡтарға алып барҙы. Олойәштәге түңәрәк һаҡаллы, суфый ғына Шаҡыбай исемле кеше был ғаиләнеңбашы ине. «Үҙемә ул булаһыңмы?» – тип һораны. Риза булдым. «Улым Хәйрулла»тип йөрөттө. Төш еткәс, Шаҡыбай улы Әүбәкер менән миңә күк байталды

174 Тере тарих

Page 175: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

күрһәттеләр: «Шуны менеп, мал артынан йөрөрһөң»,– тинеләр. Мин күкбайталды менеп ҡараным, ул миңә оҡшаны.

Тәүге көн миңә уныһы ла, быныһы ла эш ҡуша. Мин йүгерәм, хәлем бер ҙәюҡ. Астан шешенгәнлек тиҙ генә бөтмәй икән. Ләкин нисек тә быларға ярарғакәрәк. Иркәләнергә атайNәсәй юҡ. Кем яратыр, аҡыл бирер? Нисек тә астан үлеүҡурҡынысынан ҡотолорға кәрәк. Ярарға, йылы һүҙ ишетергә. Үҙемә ҡарайымда, нисек кеше булырмын икән, тип уйлап ҡуям. Ғүмер буйы шулай аяҡта туҙғансабата, өҫтә ҡапNҡара күлдәк, ҡырҡ ямаулы салбар, иҫке пинжәк булырмы икән?

Леонтий Шаҡыбай менән бик оҙаҡ, кискә саҡлы һөйләшеп ултырҙы лаҡайтып китте. Ҡаҙаҡтарҙа тәүге тапҡыр ҡундым. Иртән Шаҡыбай тороп ке Nйенде лә: «Хайруллау, сен дә тор. Утарҙың малдарын айҙап (ҡыуып) кил, бынаошо колдең итәгенә айҙап ҡыуырһың»,– тине.

Аяғыма иҫке сабатамды кейҙем дә: «Хәҙер ҡыуып килтерәм»,– тип сығыпкиттем. Ҡарт артымдан сыҡты ла: «Күк байталды артылып ал», – тине. Мин бернәмә лә аңламаным, йәйәү киттем.

1921 йыл майының 18Nсе көнө ине. Ашлыҡ сәселеп бөткән, ҡайһы бер урын Nдарҙа шытҡан бойҙай тупраҡты ҡаплай ҙа башлаған. Мин тиҙ генә Ҡатанай ута Nрының осонан төштөм дә: «Малдарығыҙҙы ҡыуығыҙ!» – тип ҡыс ҡыр ҙым. Не мецҡатындары малдарын ҡыуалап сығара башланы. Бер киҫәк ик мәк өсөн минетуҡмаған йыуан Ева ла килеп сыҡты. Ул дүрт һыйырын ҡыуғанда, минҡаршыһына туҡтап, ҡарап торҙом. Леонтий ҙа мине күреп, килеп сыҡты.

– Но, Хайлура, начал работать? – тип яныма килде лә: – Бына һиңә жа ре ныйколбаса, – тип ит киҫәге бирҙе. Мин уны алдым да ауыл араһында уҡ ашап бө Nтөр ҙөм. Малдарҙы ауылдан алып та сыҡтым, хәлем дә бөттө. Мал дар таралышабашланы.

Шаҡыбайҙың икенсе улы Ғәлимҗан һыбай сабып килеп етте лә тир гәшергәтотондо: « Козең көрмәйме, пәрейнең боласы»,– имеш. Ул минең хәл юҡ икәндеаңламай шул. Артынса энеһе Сәләп һыбай килеп сыҡты: «Ах, пә рей нең боласы,нигә атты, күк байталды, артылмадың (атланманың – Р.В.)»,– тип ағаһынаҡушылды. Мин бер нимә лә әйтә алмай тик торам. Хәлем юҡ, сөнки әлеге«жареный колбаса» быуыныма төшкән.

Ғәлимҗан менән Сәләп малдарҙы йыйып алып, күл буйына ҡыуҙы. Минкилеп еткәс, Ғәлимҗан күк байталды тотоп бирҙе: «Сен, Хайрулда, осыбайталды салт (һыбай – Р.В.) менеп алып, өстеннән төсмә, – тине. – Ал индеаттан төсеп калсаң, өйгә кайталмайсың».

Атты менеп алдым да малдарҙы һыбай ҡыуып йөрөнөм. Төш еткәс, билдәле,аттан төшөргә тура килде. Малдарҙы көтөүгә алып сыҡҡанда, бер немец ҡартыИван Иванович, ҙур ала һыйырға күрһәтеп: «Әгәр елененән һөтө аға башлаһа,берәй һауытҡа һауып эс», – тигәйне. Ысынлап та, төш еткәс, ала һыйырҙың дүртимсәгенән дә һөтө тама башланы. Атымдан төшөп, фляжкаға һөт һауып алдымда аҙлап ҡына көнө буйы һөт эсеп йөрөнөм. Хәлем дә бөтмәне, күңелем дәтынысланды. Шул һыйырҙы мин йәй буйы һауып эсеп йөрөнөм. Ала һыйырҙанхужалары иртән биҙрә ярым, төш һәм кис икешәр биҙрә һөт һауып ала ине.Ундай һыйырҙы башҡаса бер ерҙә лә күргәнем булманы. Шул тиклем һөтлө,симментал тоҡомло һыйыр ине.

Көҙгә тартты. Өҫтөмдә – тире күлдәк, тире ыштан. Ул кейемдәрҙең йөнө бетме нән тулған. Йөрөгәндә бөжәктәр бик һиҙелмәй. Эҫе көндә тир лә нең ме, беттән гә йәбешеп, тереләй ашарға тотона, иҫ китерлек. Тирҙе һы пыр һаң, ус тулаяҙып, бармаҡ араһынан беттәр сығып тора. Был арттырып һөйләү түгел, дөрөҫөшул.

Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов 175

Page 176: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Беттәр бик күбәйгәс, мин тире салбарҙың йөнөн иң әүәл ҡайсы, һуңынанүткер салғы бысаҡ менән ҡырып төшөрә башланым. Йөнөн ҡырһаң да,йөйҙәрендә бет ҡала икән. Кейемемде йыуан түмәргә һалып, сүкеш менәнтуҡмайым. Ләкин эре бет үлһә лә, һеркәһе ҡала. Уныһын көтөүҙә ут яғып,һыйырҙар туплауҙа ятҡанда утҡа ҡыҙҙырып ала инем. Бер аҙға тән еңеләйепҡала. Ә таҙа күлдәк менән ыштан алырға аҡсам булманы.

Ошо 1921 йылдың августNсентябрендә Шаҡыбайҙың энеһе Рәхимҗан«Аҡмолгубсоюз»дың сеймал әҙерләүсеһе булып китте. Кокшетау, Аҡбасар,Аҡмола, Ҡарағанда яҡтарына барып, ике – дүрт ай кешенән мал һатып алыпйөрөр ине ул. Ғаиләһендә 35–40 йәштәге ҡатыны ғына, балалары юҡ. Ҡатыныбала тапмағас, 40–45 йәштәрҙә булыуына ҡарамаҫтан, бер мәл ошо Рә химҗанҡыҙҙан ҡатын алырға булып китә. Оло ағаһы Шаҡыбай уға ҡаршы төш мәй.Ҡатыны иһә был хәбәрҙе ишеткәс, ҡайғыра, туғандарын саҡыра. Рә химҗануларҙы ҡунаҡ итә, оҙатып ҡала. Тегеләр: «Алһа ала инде, бер ни ҙә ҡылаалмайбыҙ», – тип ҡайтып китәләр. Рәхимҗан бик күп аҡса, йылҡы, һыйыр, ҡуйбиреп, йәш кенә ҡыҙ баланы ҡатынлыҡҡа ала.

1922 йылдың көҙөндә Ҡатанай немецы Иван Иванович мине үҙенә ҡыш Nҡылыҡҡа эшләргә саҡырҙы. Мин ризалаштым, тик, Шаҡыбайҙан һора, тинем.Сөн ки ҡарт мине «улым» тип йөрөттө, ҡаҙаҡ ҡыҙын алып бирәм, тине. ИванИванович минең үтенесемде үтәгәндер, сөнки Шаҡыбай йәй мал көткән өсөнмиңә берәр тана, ҡуй, ҡолон бирҙе.

1922N1923 йылдың ҡышына Шаҡыбай мине Иван Ивановичҡа эшкә ебәр ҙе.Немец мине баштанNаяҡ бик матур итеп кейендерҙе, ике пар күлдәкNыш тан,ябай ғына булһа ла пинжәк, салбар, тун бирҙе. Тире күлдәк менән салбарымдыһалам менән ҡушып яндырҙым. Кейенеп алғас, бик шатланып киттем.

Шаҡыбайҙарға аҙна һайын барып йөрөйөм. Рәхимҗан, Шаҡыбай һәм Әбү Nбәкерҙең ҡатындары: «УйNбай, бынау Хәйрулда ҡандай матур булып ке тепте»,–тип маҡтай башланылар. Ағас – япраҡ, кеше сепрәк менән күркәм шул. Мининде нисек тә Иван Ивановичта йәй ҙә ҡалырға тырыштым. Кле мент тигән бернемец, Ҡазан татары Ибраһимов ҡатыны менән байҙа йә шәне. Бәләбәйҙәнкилгән Нурлығаян, Ганс Миллер тигән немец та ошонда тора ине.

Бер көн Нурлығаян миңә: «Һин тиҙ арала ҡас! Юғиһә һине ҡырғыҙҙарүлтерә», – тип ҡурҡытты. «Бер ғәйебем дә юҡ, мине ни өсөн үлтерәләр?»– типһорайым. Нурлығаян: «Һине үлтерергә Рәхимҗан бер кеше яллаған. Һин бөгөнүк теләһә ҡайҙа кит» – тине.

Нурлығаяндың хәбәрен мин Иван Ивановичҡа еткерҙем. Ул миңә ике гәзитҙурлығы ҡағыҙ аҡса бирҙе. Мин төнгө өстәр тирәһендә, ат менеп, Пет ро Nпавловск ҡалаһына табан сығып киттем. Таң атҡанда Кондратьевка разъ езынакилеп еттем. Шул разъезд янында Кургузкин тигән бер алпауыттың партирмәненә һыу ташыусы булып эшкә керҙем.

Хәйрулла Ҡ ОЛМӨХӘМӘТОВ.

***Ошонда Х. Ҡолмөхәмәтовтың ҡулъяҙмаһы тамамлана. Һаулығы ҡаҡ ша @

нымы йә үлеп киттеме – билдәһеҙ. Аҙағын мин уның архивы буйынса өй рәндем.Кургузкинда эшләгәндә Х.Ҡолмөхәмәтов комсомолға инә, һәм комсомолойошмаһы уны ҡаҙаҡ батрактары курсына Петрозаводск ҡа ла һына уҡырғаебәрә. Шунда уҡығанда егетте коммунистар партияһына алалар.

1926 йылда ул Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм, ике йыл хеҙмәт иткәс,

176 Тере тарих

Page 177: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

тыу ған яғына ҡайта, Өфөлә партия мәктәбен тамамлай. 1938 йылдың де ка @бренә тиклем Х. Ҡолмөхәмәтов төрлө партия һәм совет ойошмаларындаэшләй. Партияла «таҙартыу» осоро һәм Сталиндың язалау саралары баш @ланғас, уны партиянан сығаралар. Атаһының сауҙа менән шөғөлләнеүен, үҙе неңКолчак армияһында ылаусы булып йөрөгәнен хәтеренә төшөрәләр. Эштән дәҡыуыла.

Яҙмыш билдәләнде: тиҙҙән берәй «тройка»нан хөкөм ителеү һәм атылыу йә15 – 20 йыл лагерҙа ултырыу. Ышаныу ауыр, ләкин уны аҡлайҙар, Баш @ҡортостандың партия комиссияһы уны кире партия сафына ҡайтара.

Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн Салауат районында һабантуйға туракилә. Һуғыш башланыуы иғлан ителгәс, Хәйрулла менән Ҡазыхан хәр бикомиссариатҡа барып, үҙ теләктәре менән фронтҡа ебәреүҙе һорай. Партиямәктәбен тамамлаған кеше булараҡ, һуғышта Х. Ҡолмөхәмәтов по литруквазифаһын башҡара. Был – легендар вазифа, сөнки политруктар беренсе булып:«Коммунистар, минең арттан!» – тип һөрән һалып, һөжүмгә беренсе булыпкүтәрелер ине. Ҡурҡыуһыҙ, батыр кешеләр ине политруктар, улар Ватанғанамыҫлы хеҙмәт итте. Күкрәгенә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, күп кенә миҙалдартағып, контузияланған Х. Ҡолмөхәмәтов тыуған төйәгенә ҡайта. Тағыпартия мәктәбендә уҡый, төрлө партия һәм совет ойош ма ла рында эшләй.

Район буйлап күп йөрөргә, халыҡ менән аралашырға тура килә. Ҡайҙа берәйриүәйәт ишетһә йәки берәй шәжәрә йомғағы сиселһә, бөтәһен дә яҙып алаҠолмөхәмәтов. 1950 йылдың башында Ҡыйғы районында мә ҙә ниәт йортодиректоры булып эшләгәндә, ҡапыл ғына һаулығы ҡаҡшап, эшенән китергәмәжбүр була. Ошо осорҙа тыуған яғы тарихы менән ен текләп шөғөлләнергәтотона. Февралдә ул Салауат районының Лағыр ауы лында Тырнаҡлыырыуының шәжәрәһен, апрелдә Яңы Ҡаратаулы ауылында ГөлсафияИсламованан милли батырыбыҙ Салауат Юлай улының шәжәрәһен яҙып ала.

Салауат батыр шәжәрәһендә телһеҙ Кәнәй ҡартинәһенең исемен күргәс,үҙенең Салауат тоҡомонан булыуын асыҡлай. 9 майҙа Хәйрулла Өфөлә Бө йөкЕңеү ҙең биш йыллыҡ тантаналарында ҡатнаша, артабан М. Ғафури исе мен @дәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының архивында эҙләнергә то то на.

Себер юлының XVIII быуатҡа ҡараған картаһын, Красильниковтың лан д @карт аһын, П. Рычковтың «Топография Оренбургской губернии» тигән ки табынҡарап сыға. Шул карталарға нигеҙләнеп, үҙенә йыйылма карта төҙөй. Ауыл һәмйылға исемдәрен, айырым ваҡиғалар булған урындарҙы теркәй. Шунда улҠыуаҡан ырыуының X@XI быуаттарҙа таралып йәшәү, 1735 –1740 йылдарҙағымилли@азатлыҡ һуғышы менән бәйле, 1754 –1755 йылдарҙа Батыршаетәкселегендәге ихтилал үткән, Салауат батыр урыҫ ғәскәрҙәре менәнһуғышҡан, яндырылған ауылдарҙың урындарын күрһәтә.

Ошо картала Х. Ҡолмөхәмәтов Салауат батыр тыуған Тәкәй ауылын бил @дәләй, ауыл халҡының Юныс, Аҙналы, Шағанай ауылдарына күсеп кит кән дәренкүрһәтә. Хәйрулла ҡарттың Өфөгә сәфәре емешле була. Ул баш ҡа лала Салауатбатырҙың тыуыуына 200 йыл тулыу тантаналарын үткәрергә тәҡ дим итә.Өфөлә оҙаҡ йәшәргә мөмкинлеге булмағас, ул районға ҡайтып, бер ауылдағыете йыллыҡ мәктәпкә тарих уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Ләкин эшләйалмай. Дипломы булмағанлыҡтан эшһеҙ ҡала. Әй терһең, 1951 йылда башҡауҡытыусылар бөтәһе лә дипломлы булған.

Салауаттың юбилейы яҡынлаша. Тантаналарға яҡыныраҡ булырға ты ры @шып, Х. Ҡолмөхәмәтов тыуған ауылы Ҡаратаулыға ҡайта һәм Рәсәй һаҡ лыҡ

Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов 177

Page 178: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

банкыһы мөдире булып эшкә инә. Партия өлкә комитетының Салауат ба @тырҙың юбилей тантаналарын үткәреү тураһындағы ҡарары йәмәғәтселекөсөн көтөлмәгән булып сыға. Салауат батырҙың ғәмәл хәле, көрәше менән ғил @ ми рәүештә бер кем дә шөғөлләнмәй. Яҙыусылар, рәссамдар, композиторҙарюбилейға бер ниндәй ҙә яңы әҫәр тәҡдим итмәгән. Ләкин махсус комиссиясаралар планын бик ҙур итеп эшләгән.

Салауат Юлаев исемен улар Башҡорт академия драма театрына, Мәсәғүтуҡытыусылар институтына, Белорет металлургия комбинатына ҡушырғатәҡ дим әҙерләгән. Салауаттың шиғырҙарына көй яҙыу, портретын төшөрөү,һәйкәл ҡуйыу, һабантуй үткәреү ҙә күҙ уңында тотолған. Иң мөһиме, бер аҙ @нала Салауат батырҙың биографияһын яҙып сығырға, шиғырҙар, йыр ҙарыныңйыйынтығын нәшер итергә кәрәк була.

Исемлектәге бер сара ла тормошҡа ашмай. Киреһенсә, юбилей тан та @наларын үткәреү урынында бәхәс ҡуйыра. Салауат батырҙың тыуған төйәге ләныҡлы асыҡланмаған икән. Иглин районында ла Тәкәй ауылы булыу сә бәп ле, шулрайон етәкселәре, Салауаттың тыуған төйәге ошонда, тип ныҡыша. ӘСалауат районындағы Тәкәй ауылының көлө күптән күккә осҡан.

Салауат райкомының беренсе сәркәтибе Б. Абдрахманов ни эшләргә бел мәй.Аптырағас, ул был мәсьәләне партия активы йыйылышында күтәрә.Көтөлмәгәндә район һаҡлыҡ кассаһы мөдире Х. Ҡолмөхәмәтов тороп баҫа ла:«Салауат батырҙың беҙҙең районда тыуғанлығына дәлилдәр бар, улар – минеңөйҙә», – ти.

Береһе лә таралмай, Х. Ҡолмөхәмәтовтың өйөнә ҡайтып, дәлилдәр алып кил @ гәнен көтәләр. Үҙенең карталарын һәм дәфтәрен алып килеп, ул Тәкәйауылының Күскәнде йылғаһы буйында, Һары Ҡондоҙ тамағында урын лашҡанынкүрһәтә. Аҙналы ауылының урынын ҡарттар ҙа белә икән.

Өфөлә ике район вәкилдәре йыйыла. Иглин яғынан 60@лап кеше килә. Са @лауаттан иһә Б. Абдрахманов, Х. Ҡолмөхәмәтов һәм тағы бер нисә кеше генә.Иглиндар беренсе булып сығыш яһай. Х. Ҡолмөхәмәтов бер нисә тап ҡыр тороп:«Юҡ! Улай түгел, ялған!» – тип ҡысҡыра. «Залдан ҡыуып сы ға рабыҙ»,– типиҫкәрткәс кенә тыныслана ул. Аҙаҡ Салауат районы вә кил дә ренә һүҙ бирелә.

Х. Ҡолмөхәмәтов Салауаттың тыуған төйәге, Тәкәй тураһында хәбәр итә,боронғо картала ауылдың урынын күрһәтә. Салауат районының Әлкә, Юныс,Шағанай ауылдарында йәшәгән кешеләрҙең Салауат батырға туған булыуынһөйләй, хатта Салауат батыр тураһындағы Йүрүҙән, Әй буйында таралғанйырҙарҙы йырлап ишеттерә.

Иглиндарҙа бындай дәлилдәр юҡ. Шулай итеп, бәхәскә нөктә ҡуйыла. Са @лауат Юлаевтың тыуған төйәге тип Салауат районы Шайтан яҡ танылды.Был ваҡиғалар тураһында миңә Х. Ҡолмөхәмәтовтың улы Ғабдулхаҡ ағайымһөй ләне. Ул үҙе был хаҡта Б. Абдрахмановтан ишеткән.

Шулай итеп, Х. Ҡолмөхәмәтов Бөйөк Ватан һуғышында оло Ватанын яҡлапалып ҡалһа, һуғыштан һуң Кесе тыуған төйәгенең рухи байлығын тоғро һаҡ @лаған. Беҙ уға шуның өсөн рәхмәтле булырға тейешбеҙ.

Радик ВАХИТОВ әҙерләне.

178 Тере тарих

Page 179: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ТУЙМАЗЫЛАР – БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫНДАБарлыҡ донъяның яҙмышын хәл иткән XX быуат афәтенең һәр көнө һәм төнө

ил тормошонда, һәр ғаиләлә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. 1941 йылдың 22 июнендәҠыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт иткән Туймазы районы ирNегеттәре Европалаһуғышып тәжрибә туплаған һәм ҡеүәтле техника менән ҡоралланған дошманғаҡаршы тәүге көндәрҙән үк батырҙарса һәм оҫта һуғышты. Һайран ауылынанпулеметсы Мирғазиян Гәрәев Брест ҡәлғәһендә фашистар менән башланғантәү ге сәғәттәрҙә үк алышҡа инде. Гавриловтың легендар батальонында ул ҡәл Nғә не авиация һәм танкылар ярҙамында һөжүм иткән немец пехотаһынан 17июлгә тиклем һаҡлауҙа ҡатнашты. Ауыр яраланған һәм контузияланған Гәрәевәсиргә алынһа ла, яйын табып ҡаса. Артабан ул Курск дуғаһындағы һуғыштарҙа,Украина менән Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыштан һуң ҡаһарманоҙаҡ йылдар «Туймазынефть» идаралығында эшләй.

Ардатовка ауылы егете Афанасий Карманов һуғыш башланғандың икенсе кө Nнөн дә үк вафат була. Капитан Кармановтың награда ҡағыҙында түбәндәге юл Nдар яҙылған: «1941 йылдың 23 июнендә Кишинев ҡалаһы янындағы һауа һу Nғыш тарында А. Карманов «Мессершмитт» тибындағы өс фашист ис тре бителенбә реп төшөрҙө. Киске сәғәт 8Nҙә ул самолетын яғыулыҡ һәм патрондар менәнтәь мин итеү өсөн Ревака аэродромына ултырта. Шул ваҡытта күктә дошман ис Nтре бителдәре күренә. Карманов самолетына яғыулыҡ тултырғанды көтөп тор Nмай, һауаға күтәрелә һәм дүрт «Мессершмитт» менән тиң булмаған алышҡаинеп, ҡаһармандарса һәләк була.

Карманов аҡ финдар менән һуғышта ла ҡатнаша. Иң хәүефле һәм яуаплы бу Nрыстар башҡара. Ул дошман позициялары өҫтөнән 50Nнән ашыу осош яһай.Үҙенең «И – 15 БИС» самолеты менән ул летчик Морозовты дошман баҫып алғанурын дан алып сыға. Немец фашистарына ҡаршы һуғышта батырлыҡ күр һәт кә Nне өсөн капитан А. Г. Кармановҡа Советтар Союзы Геройы исемен би реү ҙе юл Nла йым». Был документҡа 20Nсе йыйылма авиация дивизияһы командиры Со Nветтар Союзы Геройы генералNмайор Осипенко ҡул ҡуйған. СССР Юғары Со Nветы Президиумының 1942 йылдың 27 мартындағы Указы менән А. КармановҡаБаш ҡортостанда тәүгеләрҙән булып Советтар Союзы Геройы исеме (үлгәндәнһуң) бирелә.

Башҡортостанда ойошторолған 170Nсе уҡсы дивизияла йөҙәрләгән Туймазыеге те һуғыша, 23 июндә үк улар фронтҡа ебәрелә һәм Себеж, Невель ҡалаларыянындағы ауыр һуғыштарҙа була. Улар танкылары һәм моторлаштырылған час Nтары булған дошмандың һөжүмен кире ҡағып ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә һөжүм гәкүсә. Мәскәү өсөн барған һуғыштарҙа туймазылар Калинин фронтының 361Nсеуҡсы дивизияһында була. Республикала ойошторолған дивизиялар араһындатәү геләрҙән булып ул Мәскәү янында фашист илбаҫарҙарын ҡыйратыуҙа

Page 180: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн 1942 йылдың 17 мартында«гвардия уҡсы дивизияһы» исеменә лайыҡ була. Артабан дивизия ВеликиеЛуки, Невель, Полоцк, Двинск хәрби операцияларында һәм Латвияны азатитеүҙә ҡатнаша. Туймазы ҡалаһындағы хәрби дан музейы (артабан 21Nсегвардия Невель дивизияһы исеме бирелгән) ошо берәмек командирҙары һәмһуғышсыларының батырлығына арналған.

Данлыҡлы 16Nсы гвардия Башҡорт атлы дивизияһы сафтарында 245 Туймазыеге те дошманды еңеүгә ҙур өлөш индерә. Улар беренселәрҙән булып Днепрйылғаһын кисә һәм, арғы ярҙа нығынып, дошмандың ҡеүәтле обо ро на һынуңышлы өҙөүгә булышлыҡ итә. Башҡа яҡташтары менән бер рәт тән, Днепрянындағы һуғышта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн, Иҫке Ҡандра ауылыегете Ф. Ғәбдрәшитов менән Мулла (хәҙер Октябрьский ҡалаһына инә – Р. Г.)ауылынан Ш. Ғәтиәтуллинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Вермахтың һайланма частары 1942 йылда Волгаға ынтылғанда уның юлынбүлеүсе 214Nсе уҡсы дивизияла Туймазы районынан да егеттәр күп була. Ди Nвизия Башҡортостанда ойошторолоп, тәүге хәрби сирҡаныуҙы Тормосин ҡа Nлаһы янындағы алышта ала. Харьков ҡалаһын азат итергә ынтылған Ҡыҙыл Ар Nмияны Барвенково янында артҡа алып ташлауҙан дәрте хәтәр тоҡанып кит кәндошман бында йәнле көс буйынса ике тапҡыр өҫтөнлөккә эйә була. Ҡанғабатҡан Сталинград фронтын немец танкылары киҫәктәргә өҙгөләй. Туҡтауһыҙһу ғыштарҙа ҙур юғалтыуҙар кисергән Ҡыҙыл Армия частары Дон йылғаһынатабан сигенә. Ошо көндәрҙә 214Nсе дивизияның 776Nсы һәм 780Nсе полктарыдош манға ҡаршы сыға. Көслө ҡаршылыҡҡа осрап, фашистар полктарҙы урапүтә лә көнсығышҡа ынтыла. Позиция биләп ятҡан ике полк, сигенергә бойороҡбул мағас, ҡамауҙа ҡала. Сигенергә бойороҡ килгәс кенә полктар дошман ҡул са Nһын өҙөү өсөн көнсығышҡа табан йүнәлә. Танкылар, авиацияла ҙур өҫ төнлөкме нән файҙаланған фашистарҙың ҡаты ҡаршылығына осрамаҫ өсөн, төн дәренгенә хәрәкәт итергә мәжбүр була.

Төнгө һуғыштың ниндәй дәрәжәлә ҡатмарлы һәм ҡот осҡос икәнен уны үҙ ел Nкә һендә татып, иҫән ҡалған кешеләр генә белә. Ҡапыл яҡтыртҡан про жек тор Nҙарҙан күҙе һуҡырайыр хәлгә еткән, шартлауҙарҙан ҡолағы тонған һуғышсы,ҡайҙа барырға кәрәклеген дә аңғармайынса, дошман уты өҫтөнә табан атлай.Полк тар бик ҙур юғалтыуҙар кисерә, күп һуғышсы яу яланында ятып ҡала.Бишҡурай, Үрге Троицк, Покровка, КожайNАн дре евка, Кәкребаш, Никитинка,Ярмунса, СыуашNОлҡан һ.б. ауылдарға «ба тырҙарса һәләк булды», «хәбәрһеҙюғалды» тигән «ҡара ҡағыҙҙар» килә башлай.

Дивизия частарына сираттағы бойороҡ Дон йылғаһы ярында урынлашҡанТүбәнге Чир станцияһы янына сигенеү һәм 64Nсе армия частарының көнсығышярға именNаман сығыуын тәьмин итеү тураһында бирелә. Әммә 776Nсы полккастан цияны баҫып алырға өлгөргән һәм флангыларҙан һөжүм иткән фашистарменән ҡаты алышҡа инергә тура килә. Дон аша күпер дошман ҡулына эләк Nмәһен өсөн бар көсөн һалған яугирҙар тап ошо мәлдә күперҙең шартлатылыуыха ҡында хәбәр ала. Полк Донға үтеп инә һәм, дошмандың бер туҡтауһыҙ тупҡатотоуына ҡарамаҫтан, йылға аша сығыу өсөн күпер һала һәм төп частар техникаҡоралы менән көнсығыш ярға сыҡһын өсөн шарттар булдырыуға өлгәшә. Тү Nбәнге Чир станцияһы янындағы бер көнлөк һуғышта Ватан өсөн ҡорбан бул ған Nдар исемлеге Ҡандракүл, Түбәнге Бишенде, Николаевка, Арыҫланбәк, ҮргеСәрҙек, Райман, ТатарNОлҡан, Ҡарат ауылдарында тыуып үҫкән ирNегеттәриҫәбенә тағы ла арта төшә.

180 Бөйөк Еңеүгә – 65 йыл

Page 181: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Рим Гәрәев 181

Тимер Арыҫлан Афанасий Карманов Мирғазиян Гәрәев Мөхәмәтша Исмәғилев

Шакирйән Ғәтиәтуллин Фазулла Ғәбдрәшитов Хәтмулла Солтанов Ян Ғабдуллин

Рәхим Гәрәев Әкрәм ДауытовТыл эшсәндәре – музейҙа

Page 182: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Һуңыраҡ туймазылар Паньшино разъезы янында ла ҡыйыу һуғыша. Улардош мандың ҡаты һөжүменә ҡаршы тороп ҡына ҡалмай, ә совет ғәскәрҙәренВолгаға алып ташлау өсөн һуғышҡа яңынанNяңы полктар, танкылар һәм башҡахәр би көс индерергә мәжбүр булған фашистарға ҡаршы һөжүмгә лә күтәрелә.Яҡ таштарыбыҙҙың үле кәүҙәләре Паньшино разъезы, Вертячий утарының56,8Nсе ҡалҡыулығы эргәһендә лә күпләп ерләнгән. Был ҡалҡыулыҡ шуныһыменән билдәле: унда барған ҡан ҡойошло алышта батырлығы тураһындакитаптар яҙылған Гуля Королева ла һәләк була. 1942 йылдың 24 ноябрендә генәошо ҡалҡыулыҡ өсөн барған һуғыштарҙа беҙҙең 500Nләп һуғышсы һәләк булайәки яраланып сафтан сыға. Артабан туймазылар Сталинградтағы немецғәскәрҙәре ҡал дыҡтарын юҡ итеүҙә ҡатнаша. Ҡала янындағы һәм ҡала эсендәгеһу ғыш тарҙа йөҙҙән ашыу яҡташыбыҙ мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Ошо тиңдәшебул ма ған һуғышта сынығыу алып тәжрибә туплаған иллегә яҡын яҡташыбыҙ214Nсе дивизия составында еңеүле һуғыштар менән Украина, Польша,Германия, Че хословакия аша Берлинға табан атлай. Дивизия байрағын ҠыҙылБайраҡ, Суворов, Богдан Хмельницкий ордендары биҙәй, уға «КременчугNАлександрийск» почетлы исеме бирелә. Туймазылар Ленинград ҡалаһынһаҡлауҙа ла үҙҙәрен юйылмаҫ данға күмде. «Тормош юлы» тип аталған боҙ юлынгидрографик хеҙмәт лейтенанты Евгений Чуров етәкселегендәге диңгеҙселәрһала. Үрге Троицк ҡасабаһында тыуған был егет бик иртә етем ҡала һәмуҡытыусы Ғәлиевтар ғаиләһендә тәрбиә алып, тәүҙә Аҙнағол ете йыллыҡ,һуңынан Туймазылағы 1Nсе урта мәктәптәрҙе тамамлай. Аксен ауыл хужалығытехникумында белем алып сыҡҡас, армияға алынғанға тиклем Чуров Туймазырайон Советы башҡарма комитетының ер бүлегендә лә эшләп өлгөрә. Ватандыһаҡлауҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙордендарына лайыҡ була. Һуғыштан һуң Евгений Петрович фән менәншөғөлләнә, техник фәндәр докторы, профессор булып китә.

Партизандар хәрәкәтендә ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың да яҙмышы төрлөсәбула. Ҡайһы берҙәре һуғыш башланғандың тәүге көндәрендә үк ҡамауға эләгеп,ирек һеҙҙән әсир алына. Кемдәргәлер унан ҡасыу бәхете тәтей. Артабан ва ҡыт Nлыса баҫып алынған дошман тылында партизандар хәрәкәте ойоштороу өсөнебәрелгән командирҙар ҙа күренә башлай. Константин Зюков һуғышҡа тиклемТүбәнге Троицк ҡасабаһындағы буҫтау фабрикаһында эшләй, бер аҙҙан урын Nдағы мәктәптә уҡыта. Өфөлә уҡып ҡайтҡандан һуң, Зюковты Күгәрсен ра йо Nнына эшкә ебәрәләр. ТораNбара ул Башҡорт АССРNы Эске эштәр халыҡ комис са Nриатына енәйәт эҙәрлекләү бүлегенә өлкән оперуполномоченный итеп кү Nсерелә. Ошо эштән Зюков Литваға эшкә ебәрелә һәм 1942 йылдың майындадош ман тылында партизан отряды ойоштороу эшенә тотона. Бер ай ҙа үтмәй,уның төркөмө үҙ аллы отрядҡа тиклем ҙурая һәм 250 кешенән торған бригадағаәүе релә. Партизандарҙы юҡ итеү өсөн дошман бер дивизия йүнәлтергә мәжбүрбула. Ватанды һаҡлаусылар, ауыр юғалтыуҙар кисереүгә ҡарамаҫтан, ҡамауҙансыға һәм артабан да баҫҡынсылар менән көрәшеүен дауам итә.

Рәжетдин Инсафетдинов – тыумышы менән Собханҡол ауылынан. Һуғышҡатик лем Япрыҡ ауылында уҡыта. Фашистар баҫып ин гәндең тәүге көндәрендәҡамауҙа ҡалып, һуңыраҡ партизандар сафына баҫа. 1943 йылдың мартында улҠыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнеүгә тәҡдим ите леп, һуңғараҡ ордендыалыу бәхетенә өлгәшә. Наградаға тәҡдим ителгән ҡағыҙҙа Инсафетдиновтыңбер нисә районда партизандар хәрәкәте ойош то роу ҙа, төр лө хәрбиоперацияларҙа, һуғыштарҙа ҡатнашыуы тураһында ентекле телгә алын ған.

182 Бөйөк Еңеүгә – 65 йыл

Page 183: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

Тәүҙә ул Котовский исемендәге партизандар отряды комиссары, артабанкомандиры булып китә.

Фашистар менән көрәште совет патриоттары концлагерҙарҙың йән өшөткөсҡаты шарттарында ла туҡтатмай. Антифашистик төркөмдәр ойоштороп, улардошман эшмәкәрлегенә төрлөсә ҡамасаулыҡ итә, хәрби әсирҙәрҙең иреккәҡасыуын хәстәрләй. Ошондай патриоттар араһында беҙҙең яҡташтар ҙа бар.Төр кмән ауылында тыуып үҫкән Ҡыҙыл Армияның кадровый офицеры МөжәһитХәй ретдинов алыҫ Баварияла «хәрби әсирҙәрҙең туғандаш хеҙмәттәшлеге»исем ле фашизмға ҡаршы хәрәкәт ойошмаһы етәкселәренең береһе була. Улархатта баш күтәреү төркөмө лә ойоштора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1944 йылдыңбашында был турала гестапосылар белеп ҡала һәм йәшерен ойошма етәк се лә Nрен ҡулға ала. Мөжәһит Хәйретдинов үҙенең иптәштәрен һатмай, байтаҡ һо рауалыу һәм язалар күргәндән һуң, уны фашистар 4 сентябрҙә атырға хөкөм итә.

1929 йылда уҡ большевиктар фирҡәһенә ағза булып ингән Ян ҒабдуллинҠандра районында башҡарма комитет рәйесе була. 1941 йылдың авгусында үҙтеләге менән фронтҡа китә. 1942 йылда яралана һәм әсиргә алына. КонцлагерҙаҒабдуллин йәшерен ойошмаға инә һәм гитлерсыларҙың милли легиондарынаалынғандар араһында эш алып бара башлай. Ошондай легиондың бер ротаһысоставында фронтҡа ебәрелә һәм 1943 йылдың сентябрендә фронт линияһынаша сығып, үҙебеҙҙең ғәскәрҙәргә юлыға һәм концлагерҙа ҡаршылыҡ күрһәтеүхәрәкәте барлығы тураһында хәбәрҙе еткерә. 1944 йылдың мартындаяҡташыбыҙ дошман менән алышта батырҙарса һәләк була.

Һуғыштың тәүге көндәрендә үк Ҡандра (хәҙер ул Туймазыға ҡарай – Р. Г.) ра Nйонынан фронтҡа 195 кеше, 35 йөк автомобиле, ике трактор оҙатыла. 23 июн Nдән район ойошмалары хәрби режимда эшләүгә күсә, 2 июлдә иһә һуғыш барғанурындарҙан күсерелеүсе граждандарҙы ҡабул итеү комиссияһы эш баш лай. Икеаҙнанан Туймазыға эвакуацияланған тәүге 1,5 мең кеше килеп төшә. Һу ғышйылдарында Туймазы һәм Ҡандраға дошман баҫып алған би лә мәләрҙән бөтәһе8 меңгә яҡын күсенгән кеше ҡабул ителә. Урындағы халыҡ уларға йә шәр урынбирә, аҙыҡNтүлеге менән дә бүлешә. Колхоздар үҙҙәрендә булған аттарҙың яр Nтыһын, барлыҡ йөк автомобилдәрен һәм тракторҙарын Ҡыҙыл Армияға бирә.Ҡан дра һәм Туймазы МТСNтарында ике йөк машинаһы һәм тәгәрмәслетракторҙар ғына тороп ҡала.

Ауыл халҡы – башлыса ҡатынNҡыҙ. Был – 80 меңлек Туймазы һәм Ҡандра ра Nйон дарының яртыһы тигән һүҙ. 40 меңләп ирNегеттең яртыһынан күбеһеһуғышҡа алын ған. Ҡалғандары ла балаNсаға, үҫмерҙәр. Оло йәштәгеләр һәмулар сафын йыл данNйыл тулыландырған фронттан имгәнеп ҡайтыусы ғәриптәр.Фронтты икмәк, ит һәм башҡа аҙыҡNтүлек менән тәьмин итеү ҡатынNҡыҙ һәмүҫмерҙәр ел кәһенә ауыр йөк булып ята. Ҡатындар ирҙәрҙе алмаштыра: йөккүтәрә, ер һөрә. Хаҡлы ял йәшендәгеләр иңенә лә төшә һуғыш ауырлығы:«Алмаш» кол хозынан Д. Халиҡов, «Көрәш»тән Х. Әйүпов, «Берлек»тән Г. Ғү Nмәров һәм Н. Хө сә йенов, «Ҡыҙыл Ҡаран»дан С. Ғаязов һәм И. Зәйруллин,«Ҡыҙыл балыҡсы»нан Ф. Мөхәмәҙиев, 70 һәм унан да олораҡ йәштә бу лыу Nҙарына ҡарамаҫтан, колхоз эшенә башкөлләй сумырға мәжбүр була.

Ватанды һаҡлау ауырлығы йәш үҫмерҙәр иңенә лә төшә. Улар иртә олоғая.1941 йылдың уңышын йыйырға Туймазы МТСNында ҡатынNҡыҙҙарҙан 36 трак Nторсы һәм 30 комбайнсы әҙерләп сығаралар. Район баҫыуҙарында ураҡ эштәременән 900Nҙән ашыу комсомолец һәм 7 меңгә яҡын пионер һәм уҡыусы шөғөл Nләнә. Туймазы һәм Октябрьский ҡасабаларынан да кистәрен һәм ял көндәрендә

Рим Гәрәев 183

Page 184: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ком сомолецтар колхозға ярҙамға сыға. 1942 йылдың яҙғы сәсеүе шулай дөйөмтырышлыҡ менән атҡарыла. 24 июндә «Красная Башкирия» гәзите былай типяҙа: «Ҡандра МТСNының өс ҡатынNҡыҙ трактор бригадалары Бөтә Союзярышында үҙ йөкләмәләрен намыҫ менән үтәй… РСФСР Юғары Советыдепутаты тракторсы Зәкиә Фазлыйәхмәтова УN2 тракторында план буйынса 52гектар урынына 102 гектар ер һөрҙө. Тракторсыларҙан Ғәлимова, Латипова, Ғә Nниева, Хәбибуллина ла шундай уҡ юғары күрһәткестәргә эйә». Әммә һу ғыштыңикенсе йәйе, ямғырҙар яумау сәбәпле, ҡоро килә, һәм колхоздар пландарҙыорлоҡ, колхозсыларға биреп еткермәгән иген иҫәбенә үтәргә мәжбүр була.

1943 йылда сәсеүҙе хужалыҡтар берNбереһенән алған орлоҡ иҫәбенә үткәрә.Етмәгән орлоҡто дәүләт тә бирә, уны колхоздар Туймазы һәм Ҡандра эле ва Nторҙарынан ташып ала. Ҡышын райондың юл һәм һуҡмаҡтарында арҡаһынатоҡ күтәргән ҡатынNҡыҙ һәм үҫмерҙәрҙе йыш осратырға мөмкин булған. Фәҡиргенә кейенгән ярым ас кешеләр сәсеүгә орлоҡто тиҫтәләрсә километрҙан анашулай итеп ташырға мәжбүр булған. Күпме кәрәк булһа, шул тиклем сәселгән.Бәхеткә күрә, 1943 йыл ямғырға элеккеһе кеүек һаран булмаған, яландарҙа аш Nлыҡ ярайһы мул булып өлгөргән. Уны йыйырға йәше лә, ҡарты ла сыға.Өлкәндәр менән бергә 78 уҡыусылар төркөмө эшләй.

Һуғышты 11 йәшлек булып ҡаршылаған Хәмзә Ғатауллин («Ҡайын ҡул» кол Nхозы), Ғафур Рәхимғолов («Нескә бүләк»), Риф Сөләймәнов (Фрунзе исе мен Nдәге), Фәнир Ғәлләмов һәм Роза Шафиҡова («Сарлаҡ») һ.б. баҫыуҙарҙа өл кәндәрме нән ярышып эшләй. Ә иген тапшырыу пландары артҡанданNарта, сөнкиикмәк фронтҡа ғына түгел, ҡалаларға ла кәрәк. Иген мул үҫкән райондардошман ҡулында булғас, ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү башҡалар өҫтөнә төшә.Мәҫәлән, «Баллы тау» колхозы 1941 йылда дәүләткә 1041 центнер игентапшырһа, 1943 йылда иһә 1963 центнер һәм 1944 йыл иҫәбенә 1200 ботбирергә тейеш була. Ә колхозсыларға ашлыҡ һәр эш көнөнә 1,5 килограмдан би Nрелә, шуға ике килограмм самаһы картуф һәм йәшелсә лә өҫтәлә. Хеҙмәт көнөнтултырған колхозсыларға бер аҙ умарта балы, ит һәм шәхси малдар өсөн ашлыҡфуражы ла эләгә.

1944 йылғы яҙғы сәсеүгә күп колхоздарҙа орлоҡ етмәй сыға, сөнки дош ман Nдан азат ителгән ерҙәрҙә лә сәсергә кәрәк була. Колхозсылар тағы ла һуңғы аш Nлығын уртаҡлаша. Шунһыҙ мөмкин дә түгел, ғаиләнән кемдер: йә атаһы, йәулдары фронтта дошман менән алыша бит. 1945 йылдың сәсеүен дә шәхсибураларҙа ҡалған ашлыҡ иҫәбенә үткәрергә тура килә.

Һуғыш йылдарында нефть сығарыу өсөн яуаплылыҡ үтә лә ҡаты ҡуйыла.Төнь яҡ Кавказдың нефть ятҡылыҡтарының дошман ҡулында булыуы һәм ошон Nдай уҡ хәүефтең Баҡы нефтенә лә янауы Туймазы районында шыйыҡ яғыулыҡсығарыу күләмдәрен арттырырға мәжбүр итә. 1940 йылда бында 55 мең тоннанефть сығарылһа, 1941 йылда иһә яңы скважиналар асыу, уларҙы файҙаланыуғатапшырыу ваҡытын ҡыҫҡартыу иҫәбенә нефть сығарыу 70 мең тоннаға етә.1942, 1943 йылдарҙа Туймазы нефтселәре илгә 75 һәм 77 мең тонна «ҡараалтын» бирә. Әммә фронтҡа был ғына бик аҙ. Белгестәр һәм геологтар яңы,ҡеүәтлерәк ятҡылыҡтар асыу өҫтөндә баш вата, эҙләнә. Ниһайәт, 1944 йылдатәүлегенә 250 тонна нефть биреүсе ятҡылыҡ асыла. 1944 йылда нефть һурҙырыу114 меңгә, ә еңеүле 1945 йылда 558 мең тоннаға етә. Әлбиттә, бындай иҫ киткесһө ҙөмтәгә тотош коллективтың фиҙакәр хеҙмәте иҫәбенә өлгәшелә. Ә Туймазынефт селәре – әлеге лә баяғы фронтҡа киткән ирҙәрен, атайҙарын алмаштырғанҡатынNҡыҙ һәм үҫмерҙәр. Ҡулынан килгән тиклем уларға колхоздар ҙа

184 Бөйөк Еңеүгә – 65 йыл

Page 185: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ярҙамлаша. Быраулау ҡоролмалары өсөн ағас әҙерләүгә аттарҙы район даимибиреп килә. ТуймазыNНарышNУруссу юлын төҙөү ҙә атNарба ҡулланып алыпбарыла, һәм унда район колхозсылары эшләй. Нефтселәрҙең тәүлеклектуҡланыу паегы ауыл халҡының өҫтәмәһе иҫәбенә тулылана. 1943 йылда ғынаколхоздар уларға 5 тонна ит, 160 килограмм һыйыр майы, 280 килограммумарта балы һ.б. аҙыҡNтүлек бирә.

Буҫтау фабрикаһы һуғыш йылдарында райондағы иң эре предприятиеларҙаниҫәпләнә. Тәүге көндәрҙән үк коллектив шинель тегеү өсөн буҫтау һуғыуға то Nтона. Һуғышҡа тиклем эшселәрҙең күпселек өлөшө ирҙәрҙән торһа, улар яуғаалынып бөткәс, алмашҡа ҡатынNҡыҙ, үҫмерҙәр һәм оло йәштәгеләр килә.Уҡыуын ҡалдырып, буҫтау фабрикаһына эшкә килгәндә Тоня Никифороваға 16йәш кенә була. 14 йәшлек Таисия Полещукова ла отҡор ҡыҙ булып сыға, һөнәрентиҙ арала үҙләштереп, коллективта алдынғылар рәтенә сыға. Икенсе группа ин Nвалиды Степанида Никифорова иһә, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, сиратыуцехында йөн ураусы булып эшкә сыға. Күптәр тығыҙ эш тәртибенә күсә.Туҡыусыларҙан Зәйнәп Закирова һәм Сафия Миңлеғәлиева бер юлы өсәрстанокты хеҙ мәтләндереп өлгөрә. Екатерина Каптелина ике аппаратта эшләй,буяусы Агния Мешкова бер үҙе ике кеше эшен башҡара.

Октябрь революцияһына тиклем үк эш тәжрибәһе булғандар ҙа фабрикағаэшкә сығырға мәжбүр була. Стахановсы Анастасия Андриянова ошонда 1911йылда уҡ хеҙмәт юлын башлай. Ә заправкалаусы Назар Александровтың эшстажы иһә – 1901 йылдан. Икенсе группа инвалиды Михаил Варенцов та хеҙмәтюлын быуат башынан иҫәпләй. Фабрикала 1895 йылдан уҡ эшләгән ГригорийМеринов, икенсе группа инвалиды булыуына ҡарамаҫтан, тетеү цехына мастербулып эшкә сыға.

Һуғыш йылдарында фабрика бер көнгә лә туҡталмай. Байрам көндәрендә иһәул «стахановсылар вахтаһы» иғлан итеп эшләй. 1943 йылдың 29, 30, 31 де каб р Nҙә рендә лә коллектив йән аямай хеҙмәт итә. Мастер ярҙамсыһы коммунист Сен Nченко сменаһы 29 декабрҙә 44 метр буҫтау һуға. 30 декабрҙә мастер ярҙамсыһыкоммунист Антоненко сменаһы пландан тыш 73 метр туҡыма сығара. Йылдыңһуңғы көнөндә иһә Бабаев сменаһы планға өҫтәп 128, Стерин сменаһы 141, әЩе потьевтыҡылар 211 метр буҫтау туҡый. Бөйөк Ватан һуғышында миллионғаяҡын совет һалдаты Түбәнге Троицк буҫтау фабрикаһында һуғылған шинелдекейгән була.

Урындағы сәнәғәт предприятиелары һәм кооперативNкәсеп артелдәре лә үҙэш мәкәрлеген хәрби ваҡыт талаптарына яраҡлаштыра. Фронтҡа, мәҫәлән, бый Nмалар ҙа күпләп кәрәк. «Серп и молот», «Броневик» артелдәрендә быйма баҫыуоҫ таханалары эш башлай. Һуңыраҡ Төркмән ауылында ла Сталин исемендәгекәсеп артелендә быйма баҫыу яйға һалына.

Туймазыларға оборона заказы күпләп килә: фуфайкалар, шароварҙар, тундарйыуыу һәм ямау, автоматтар приклады, авиация фанераһы өсөн ҡайынданяйланмалар әҙерләү, дарыу үләндәре йыйыу, утын әҙерләү һ.б. 1943 йылдыңмайында ғына район үҙәге предприятиелары тарафынан 9 мең фуфайка, 1,3 меңшаровар һәм 4 мең жилет ямалған. 1944 йылдың июнендә 2,3 мең фуфайка,30,5 мең шаровар йыуырға бирелгән, 2 мең фуфайка, 26,5 мең шаровар һәм 5,6мең тун ямалырға тейеш булған. Был заказды туймазылар сентябргә үтәп тәсыҡҡан.

Һуғыш ныҡлы экономиялау мәсьәләһен ҡабырғаһы менән ҡуя. 1941 йылдың15 июленән икмәк бешереү өсөн норма булдырыла: Октябрьский ҡасабаһы өсөн

Рим Гәрәев 185

Page 186: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

– 5 тонна он, Туймазы өсөн – 4,5 тонна. Ә августа инде икмәк ашамлыҡтарынкар точка менән бирә башлайҙар. Архивта һаҡланған мәғлүмәттәр буйынса,1944 йыл дың июнендә Туймазыла 12,034 кешегә карточка һәм 1134 кешегә бишкөнлөк талон бирелгән. 1942 йылдың авгусында карточка буйынса бер эшсегә10,8 килограмм он бирелһә, был норма эвакуацияланып ауыл еренә килгәндәрөсөн 7,2 балалар, оло йәштәгеләр өсөн 5,4 килограмм тәшкил иткән. Ныҡмохтажлыҡ кисергән ғаиләләргә башҡа төрлө ярҙам күрһәтелгән. 1944 йылдыңмартында 1197 кеше өсәр килограмм ашлыҡ алған.

Шулай яфалар сигә торғас, һуғыштың һуңғы көнө лә етә. Был күптән зарығыпкөткән көндөң хәл иткес мәлендә Туймазы районы вәкиле лә ҡатнашмаһа, ғәҙелбулмаҫ ине кеүек. Һәм ул кеше табыла. Арыҫланбәк ауылынан Рәхим Гәрәевмаршал Г. К. Жуковтың һаҡлау төркөмөндә булып, фашистик Германияныңеңелеү тураһындағы актҡа ҡул ҡуйыуында ҡатнаша. Мәскәүҙәге Еңеүпарадында туймазыларҙан Т. Әбдрәев, Л. Ғибаҙуллин, К. Фәйзуллиндар була.Йөҙҙәрсә кеше Японияны тарNмар итеүҙә ҡатнаша.

Һәүәҫкәр композитор, Йәрмөхәмәт ауылы егете Әкрәм Дауытовты оло быуынкешеләре яҡшы белә. Ул ижад иткән йырҙарҙы тыныс ҡына ҡабул итеү мөмкинтүгел. «Шинель», «Автоматсылар» тигән йырҙар, мәҫәлән, фронтта саҡта уҡяҙылған. Әлбиттә, 700Nләп йырҙың күпселеге тыныс тормошто һөйөүгәбағышланған. Йырсы яҡташыбыҙ оло һуғышта ҡамауҙа ла ҡала, яралана,контузиялана, ләкин еңеү шатлығын Берлинда кисереү бәхетенә өлгәшә.

Кәкребаш ауылында тыуып үҫкән шағир Тимер Арыҫланға ла һуғышафәттәрен үҙ елкәһендә татырға тура килә. Тәүҙә аҡ финдарға ҡаршыкампанияла, артабан Көнбайыш Украинала, Бессарабияла барған һуғыштарҙаҡатнаша. Һалдаттан офи цер дәрәжәһенә күтәрелә яҡташыбыҙ. ТимерАрыҫландың тәүге китабы – «Беҙ ҙең йәшлек» 1938 йылда, ул хәрби хеҙмәттәсаҡта уҡ, донъя күрә. Ә 1944 йылда икенсеһе нәшер ителә. Шағир айырыусасатира өлкәһендә уңышлы эшләй.

Һәүәҫкәр рәссам Рәшит Кәлимуллин – Япрыҡ ауылынан. Йәше етмәү сәбәпле,уны фронтҡа алмайҙар. Уның ҡарауы, үҫмер һуғыштың барлыҡ нужаһын тылдататып белә. Уның ижади полотноларында Бөйөк Ватан һуғышына ар Nналғандары ла байтаҡ.

Ватанды һаҡлап һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың кәүҙәләре Төньяҡ боҙло оке Nанын дағы Рыбачий утрауынан башлап Корелия, Синявск һәм Ржев ҡал ҡыу Nлыҡтары аша Балтик буйында, Белоруссия, Украинанан Текапсеға, Төньяҡ Кав Nказға ҡәҙәр ерҙәргә һибелеп ята. Польша, Германия, Чехословакия, Венгрия,Румыния, Югославия, Австрияла ла бихисап улар. Киң билдәле Пескаревск,Пре ображенск зыяраттарында, Мамай курганы, Брест ҡәлғәһе, Дон да Nлаларындағы исемһеҙ ҡәберлектәр… Йылына бер тапҡыр булһа ла, уларҙың ҡа Nһар манлығын иҫкә алып сәскәләр һалына.

Ҡайғы һәм хөрмәт сәскәләре.Рим ГӘРӘЕВ.

186 Бөйөк Еңеүгә – 65 йыл

Page 187: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ҠӘЛӘМЕ ТАЙГАЛА ЮНЫЛҒАН(Камил Зиганшинға 60 йәш)

«Һунар – барыбер ҙә мауыҡтырғыс шөғөл. Тыныс, аулаҡ тө бәк �тәр гә үтеп, ундағы йәнлектәрҙең йәшәү рәүешен кү ҙә теү һәр саҡ ма �уығыу һәм ҡәнәғәтлек тойғоһо уята. Һу нар ҙың нәҡ ошо яғы минеүҙенә йәлеп иткәндер, моғайын.

Үҙемә ун дүрт йәш тулған ҡышҡы иртәне яҡшы хәтер лә йем.Күҙемде асыуға иң тәүҙә күргән әйбер – йыл майып торған атам�әсәйем ҡулындағы өр�яңы, ялтырап торған, завод майы еҫе килгәнбер көбәкле мылтыҡ ине. Шунан баш лап һунар оҙаҡ ваҡытҡакүңелемде ифрат ныҡ арбаған шөғөлгә әйләнде лә инде. Атҡандагелән генә мәргән булмау һәм ҡай саҡтарҙа буш ҡул ҡайтыу артыҡбәлә түгел. Тәбиғәт тең имгәтелмәгән урынын, ҡырағай йәнлектетәбиғи йәшәү шарттарында, тыныс ҡултыҡтан һауаға күтәрелгән

ирекле ҡоштар тубын күреүҙән алған оно толмаҫ ләззәт хаҡына үҙәккә үтерлек һалҡындыла, аслыҡты ла, арыу�талыуҙы ла кисерергә мөмкин!»

Был юлдар Камил Зиганшиндың «Йомарт Буге» повесынан алынды. Тормош дөрөҫлөгөхудожестволы дөрөҫлөк менән үрелеп яҙылған, ниндәйҙер дәрәжәлә автобиографик�этнографик әҫәрҙе хәтерләткән ошо тәүге әҫәре менән үк Камил Зи ганшин әҙәбиәткәкитмәҫ өсөн килде, һәм был уны талантлы яҙыусылар рәтенә ҡуйҙы. Мәшһүр Чеховәйтмешләй, яҙыусының биографияһы – уның әҫәр ҙә рендә…

Буге – Хабаровск крайында Сихотэ Алинь армыттары араһындағы ҡош�ҡорт ҡа бай,үҙенсә йәмле һәм ҡырыҫ төбәк. Бында һунарсыларҙан, геологтарҙан, тәүәк кәл туристарҙанбашҡа берәү ҙә йөрөмәй. Ә, юҡ, бында – боландар, мы шылар, кабаргалар, изюбрҙар,хатта «шатун» айыуҙар, юлбарыҫтар төйәге. Һе ләү һендәр ҙә, төлкөләр ҙә, бүреләр ҙәетерлек. Нәҡ ошонда Камил удегей про мысловигы Лукса менән 120 көнгә һуҙылған кешаулау сезонында ҡатнаша һәм… ҡыҫҡаса көндәлек теркәп бара. Ярым ҡыуыш, ярымпалатканы хә тер ләткән аусы торлағында майшәм яҡтыһында әлеге көндәлеккә ысын мә �ғә нәһендә Тайга әлифбаһы яҙыла. Аҙашыу, һалҡын алдырыу.Ҡыр йәнлектәренең хо лоҡ�фиғелен күҙәтеү… Ҡырҡ бишенсе көнгә генә ҡапҡанға эләгә тәүге табыш. Табыштың даниндәйе бит әле – кеш! Донъя баҙарында был мех хатта ал тындан да ҡиммәтерәкбаһалана. (Әйткәндәй, элек ул беҙҙең урмандарҙа ла булған – ҡырылыуға дусар ителгән.Фольклор материалдарына күҙ һалһаҡ, ҡасан дыр юлбарыҫтарҙың, боландарҙың (мышыменән бутарға ярамай) һәм башҡа йәнлектәрҙең, мәҫәлән, ҡусҡар мөгөҙлө кәзәләрҙеңбулғанына ышанырға мөм кин.) Тимәк, тәүге уңыш, тәүге табыш! Тик ниндәй ҙурҡыйынлыҡтар, оло һынау мәктәбе аша яуланды ул. Йылдар уҙғас, Камил тайга блокнотынэнеһенә уҡытасаҡ һәм тегеһе: «Шәп! Китап яҙһаң ни була?» – тиәсәк. Повесть яҙыла, һәмәҫәр шағир Александр Филиппов тарафынан тел�стиль, сюжет, композиция йәһә тенәныңғай баһаланып, нәҡ уның фатихаһы буйынса «Уральский сле допыт» журналының икеһанында (1990 йыл) баҫылып сыға. Кем әйтмешләй, «Әҙә биәт тауына тайгаһуҡмаҡтарынан мылтыҡ аҫып күтәрелгән» йәш әҙипкә ошо факт ҙур сәм һәм дәрт өҫтәй,артабан инде ул бер�бер артлы аусылар, йән лектәр, сәйәхәтселәр тормошона бағышланғанповестар һәм хикәйәләр ижад итә. Ә шулай ҙа иң тәүге хикәйәһе үҙе инженер�

Беҙҙең юбилярҙар

Page 188: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

радиоэлемтәсе булып эшләгән «Баш нефть» идаралығының күп тиражлы «НефтяникБашкирии» гәзитендә баҫыла.

1988 йылда уҙған Башҡортостан йәш яҙыусылар семинары иһә уға тәүге танылыукилтерә, илһам ҡанаттарын нығыта, бер үк ваҡытта тәнҡит «тәмен» дә татыта.

Республикабыҙҙа иһә Камил Зиганшиндың урыҫ телендә бер�бер артлы дүрт китабыдонъя күрҙе: «Маха йәки бер һыуһар тормошо» (1992), «Боцман» (1994) һәм «ЙомартБуге» (1996). 1997 йылда «Боцман» өсөн авторға «Аманат» журналы лауреат исемен бирҙе.Башҡорт телендәгеһен – «Тайга хикәйәләре»н – Башҡортостан «Китап» нәшриәте 1998йылда баҫтырып сығарҙы. (Тәр же мә селәре – Әмир Әминев менән Ғәтиәт Үзбәков).Уҡыусылар танһыҡ кү реп, яратып ҡабул итте баҫманы. Был инде башҡорттарҙыңҡанында һунар ҡо мары һаман ҡайнауына дәлил. Иң мөһиме, дүрт китап та тәрбиәүихеҙмәттә: ба лалар – тәбиғәт күренештәрен, ҡырағай йәнлектәр тормошон ентекләберәкөй рә нер өсөн, ә өлкәндәр – тәбиғәт һәм кеше берҙәмлеге, йәнлектәр донъяһының ҡур �салауға мохтажлығы хаҡында фәһемләнер, уйланыр өсөн. Был тәңгәлдә утты�һыуҙарҙыкискән отставкалағы полковник Фәруҡша ағай Зиганшиндың иҫән сағында биргән һаран,әммә тапҡыр баһаһын да хәтергә төшөргө килә: «Ка мил, минең улым, экология темаһыннескә тасуирлай…» Атайының ошо лай ғорурланыуын Камилға әйткәнем булманы, ә бөгөн– ихластан махсус яҙып ҡуйҙым.

Эйе, Европа илдәрендә лә, Алыҫ Көнсығышта ла хеҙмәт иткән боевой офицер хаҡлы,мең мәртәбә хаҡлы ине. (Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, фронтовик бынан ете йыл элек донъяҡуйҙы.) Бөгөнгө көндә кешелекте атом янауынан, рухи маң ҡортлоҡтан бигерәк экологикАждаһа – эсәр һыуыбыҙҙың сафлығы, һулар һа уабыҙҙың таҙалығы, һандуғас баҫыпһайрар талдарҙың бөтөр�бөтмәҫе, ур мандарҙа ҡош�ҡорттоң, йылға�күлдәрҙә балыҡтыңйәшәү�йәшәмәүе торған һайын нығыраҡ хәүефләндерә.

Ҡандрала тыуып�үҫһә лә, Камил үҙенең икенсе төйәге итеп Шишмә ра йо нының Сәлихауылын иҫәпләй. Сәлихтар изге күңелле, йор телле Рауил бабайҙы – Камилдыңҡартатайын һаман онотмай, әҙиптең әсәһе Ҡәҙриә апайҙы ла ифрат хөрмәт итәләр. Утыҙйыл самаһы балалар баҡсаһында ихлас эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ветеран бит ул.Өҫтәүенә, ғаиләһендә бер ул, өс ҡыҙ үҫтергән Камил дуҫыбыҙҙың фажиғәле һәләк булғаникенсе улы Олегтың ҡәбере лә ошо ауылда. Һөйкөмлө ҡатыны менән әҙип бында йышбула, йәйҙәрен ошонда үткәрергә тырышалар, матур баҡса ҡарайҙар.

***Заманында ҡайҙарға ғына ташламаны офицер яҙмышы Фәруҡша ағайҙың татыу, ишле

ғаиләһен. Юҡҡа ғынамы ни бөгөнгө юбиляр үҙенең автобиографик бе лешмәләренеңбереһендә: «Бала сағымдың хәтһеҙ өлөшө Алыҫ Көн сы ғыштағы (Хабаровск һәм Приморьекрайҙары) йыраҡ тайга ҡуйынына һыйынған хәрби гарнизондарҙа уҙҙы. Әсәйем миндәбәләкәйҙән тәбиғәткә һө йөү тәрбиәләргә теләне, шуғалыр малай сағымдан уҡ, аҙ ғынафорсат тейҙеме, урман гиҙергә йәки йылға буйҙарында йөрөргә атлығып торҙом» – тип яҙа.

1967 йылда Камил Владивосток ҡалаһындағы политехник институтҡа уҡырға инә.Йәйге каникул мәлендә ул шағирәнә рухлы дуҫы Юрий Сотников ме нән Сихотэ Алиндыңбөтмәҫ�төкәнмәҫ сопкалары араһына сәйәхәт ҡыла. Үке нескә ҡаршы, ауыр ҙа,ымһындырғыс та сәйәхәттәрҙең береһендә Юра һә ләк була – ярһыу Алдан ташҡыны уныүҙ ҡосағына ала. Оҙаҡ эҙләй аҙаҡ дуҫын Ка мил. Һуңғараҡ Юраның мәйетенә Силәбетуристары юлыға, улар уның кәү ҙә һен ҡалҡыулыҡҡа ҡәҙерләп күмә. Был хаҡта «ЙомартБуге»ла һөйләнелә, әҙиптең «Илгиҙәр» исемле повесында ла телгә алына.

«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» тигән боронғолар. Камил да шулай: Баш �ҡортостанға ҡайтҡансы әле уға геологик партияларҙа тир түгергә, хатта «Воль ный» китаулау судноһында матрос булырға ла тура килә. Ә инде Сергей Лазо исемендәгегоспромхоздың «штатный» аусыһы булғанын әҙип үҙе зауыҡлы уҡыусыға киләһеәҫәрҙәрендә үтемле тел, профессиональ стиль менән хи кә йә ләйәсәк. Сөнки уныңәҙәбиәттә үҙ темаһы, үҙ тауышы, үҙ донъяһы бар. Уйлай кит һәң, әҙәбиәтебеҙҙә ер�һыу,урман�тауҙар ерлеген яҡшы белеп, шул ерлектә замандаштарыбыҙ характерын үтемле,хисле итеп асып биргән әҙиптәребеҙ әллә ни күп тә түгел. Шуға ла Камилдың ижады – үҙе

188 Беҙҙең юбилярҙар

Page 189: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

бер күренеш, үҙе бер та быш. Ғүмер тауының алтмыш тигән иҫтәлекле, үҙенә күрә елле генәкиртләсенә аяҡ баҫҡан көндө беҙ ҡәләмдәшебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, яңынан�яңы ижадартылыштары теләйек.

…Әҙип 1973 йыдан алып Өфөлә йәшәй. Ун биш йыллап ул «Башнефть» берек мә һендәрадиоэлемтә буйынса өлкән инженер вазифаһын башҡарҙы, һөҙөмтәлә уғаБашҡортостанды һәм Төмән өлкәһен арҡылыға�буйға гиҙеү насип итте. 1991 йылда «Эхо»компанияһына генераль директор итеп тә ғә йен лән де һәм был яуаплы йөктө бөгөн дәнамыҫ менән тарта. Был фекерҙе ха лыҡ тың рәхмәте лә ҡеүәтләй. Әйтәйек, телефонбағаналарынан йә ер аҫты кабел дә ренән телефон үткәреү ҡиммәткә төшкән ауылдар баррес пуб ликабыҙҙа… Би герәк тә таулы райондарҙа. Ана шундай нөктәләргә «Эхо» йәмғиәтемобиль ра диостанциялар ултыртыу, хеҙмәтләндереү менән дә шөғөлләнә.

1993 йылда Камил Фәруҡша улы Зиганшиндың тәҡдиме буйынса «Ҡырағай йән �лектәрҙе ҡурсалау менән шөғөлләнгән ойошмаларҙы һәм граждандарҙы бүләкләүҙеңреспублика фонды» булдырылғайны, шунан бирле һунар мыл тығын әҙәби ҡәләмгәалыштырған юбилярыбыҙ – шул фондтың рәйесе һәм ба ғымсыһы. Был үҙенсәлеклефондтың бүләктәренә иң яҡшы урман һаҡсылары, егер ҙар, экологик теманы тасуирлағанрәссамдар, журналистар һәм яҙыусылар лайыҡ була, бер уңайҙан уларға «Урман рыцары»исеме бирелә. Ошоғаса тиҫтәгә яҡын башҡорт яҙыусыһына, шул иҫәптән миңә, ошоисемдең шөһрәтнамәһе тап шырылды.

Әҙиптең үҙен дә хөрмәт, маҡтаулы исемдәр урап үтмәй. Урал, Себер тәбиғәтен яҡлап,уның мөхитен нәфис һүрәтләгәне өсөн үҙебеҙҙә һәм Мәскәүҙә С. Злобин, А. Толстой,Э. Во лодин исемендәге премиялар бирелде. Оҙаҡ ҡына яҙ ған «Скитник» (скиталец,старовер мәғәнәһендә) романы «Рәсәй тәбиғәте хаҡындағы китаптар өсөн» махсусойошторолған «Империя мәҙәниәте» премияһына лайыҡ булды. Ун меңгә яҡын китапараһынан бәхет үҙебеҙҙең «Китап» нәшриәте авторына йылмайһын әле! Быны индеҡәләмдәшебеҙҙең генә түгел, тотош республика әҙәбиәтенең һәм нәширҙәренең мәртәбәһеитеп ҡарарға хаҡ лыбыҙ. Ошо китабын Валентин Распутинға ебәргәс, былтыр мәшһүряҙыусынан Камилға йылы бөркөлөп торған хат килде. «Ҡәҙерле Камил! Китабың минеғәжәпләндерҙе… Уны рус түгел, ә һеҙ, башҡорт кешеһе, яҙыуы нисектер сәйер, бер үкваҡытта һәләк яҡшы. Ни өсөн? Һеҙ – оло океандарҙы кис кән, тундраларҙы уҙған,тайгаларҙы гиҙгән шәхес – быны рухи ҡы ҙыҡ һы ныу һыҙ, әхлаҡи әҙерлекһеҙ эшләй алмаҫинегеҙ. Донъя ниндәй ҡиммәттәрҙе юғалт ҡан – асылығыҙҙа шуның өсөн һыҙланыуһиҙемләнә. Һеҙгә баш эйәм, ышаныс һәм дуҫлыҡ хистәре өсөн рәхмәт!»

Ошо арала юбилярҙың яңы дилогияһы – «Скитниктар. Алдан алтыны» тигән күр кәм,һәлмәк китабы донъя күрә. Һис шикһеҙ, яңы баҫма һоҡланғыс яҙыу сының, эшҡыуарҙың,арҙаҡлы замандашыбыҙҙың ижади биографияһына шөһ рәт кенә өҫтәр.

Яҙыусының һуңғы йылдарҙа алыҫ�алыҫ ҡитғаларға сәйәхәт ҡылыуын уның Аф рикаға,Непалға, Ғәрәбстан менән Аргентинаға яҙмаларын («Ағиҙел» жур налының 9�сы, 10�сы,11�се номерҙарында, 2009 йыл) йотлоға�йотлоға уҡып бел дек. Йәнә шул: әгәрҠандракүлдә йә Асылыкүлдә аквалангист костюмы кей гән, сәстәренә көлһыу төҫ ҡунғанбуйһыу, ҡаҡса, мөләйем йөҙлө, ихлас һүҙле ирҙе күрҙениһәгеҙ – Камилдың үҙе булыр.Эргәһендә мотлаҡ көләс балаларын, йә нә институт буйынса элекке һабаҡташы, хәҙерхеҙмәттәше, фекерҙәше Тать яна Зиновьевнаны тап итерһегеҙ. Ә кеменеңдер ҡулында йәфотоаппарат, йә телекамера булыр.

Шулай, Камил – юлда, ижадта. Сөнки ул, әйтергә яраһа, экологик йәнле ту рист. Тәрәнсөңгөлдәргә сумып, һыу тереклеген күҙәтергә яратҡан тәбиғәт йыр сыһы. Сөнки әҙиптеңҡәләме тайгала юнылған. Ул тәбиғәттең кеше күңелен саф лан дыра, илһамландыра, байытаторған ҡөҙрәтенә инана. Был – иң мөһиме.

Сабир ШӘРИПОВ.

Сабир Шәрипов 189

Page 190: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

***24 – 26 февралдә Сибай ҡалаһында

йәш прозаиктарҙың республика се ми на Nры уҙҙы. Мәртәбәле сара алдынан ҡа лахакимиәте башлығы Фәим Ай ҙар бә ковБашҡортостан Яҙыусылар союзы ида Nраһы рәйесе, Башҡор тос тан дың ха лыҡша ғиры Рауил Бикбаев менән Сибайтөбәк яҙыу сы лар ойошмаһы етәк сеһеХәй ҙәр Тапаҡовты ҡабул итте.

Пленар ултырышты ҡала мәҙәниәт бү Nлеге етәксеһе Гөлназ Аҡназарова асты,Рауил Бикбаев сығыш яһаны. Баш ҡортдәүләт университеты доценты Зәки Әли Nбаев «Хәҙерге башҡорт прозаһы һәмүҫеш перспективалары» тигән те мағакүҙәтеү яһаһа, БДУNның Сибай ин сти ту Nты нан филология фәндәре кан ди датыҒә ҙилә Бүләкова әҙәбиәттең йәш бы уын Nда шәхес тәрбиәләү роле ха ҡында һөй Nләне. Кисен әҙәбиәт һөйөү се ләр Арыҫ ланМө бәрәков исемендәге баш ҡорт дәүләтдрама театрында Мостай Кә рим дең «Айто тол ған төндә» тра ге дияһын (ху до жес Nтво етәксеһе – Дамир Ғә ли мов, ре жис се Nры – Сә лих йән Әфләтунов) ҡа ра ны.

Яҙыусылар союзы идараһы рәйесеурынбаҫары, Салауат Юлаев исемендәгедәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Арал Nбаев (семинар етәксеһе), рецензенттар:Са лауат Юлаев исемендәге дәүләт пре Nмияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова,«Ағи ҙел» журналының баш мөхәрриреӘмир Әминев, бүлек мөхәррире СабирШә рипов, «Китап» нәшриәтенән ху до Nжес тво ре дак цияһы мөдире Ринат Ка Nмалов, Сибай ин сти тутынан фило ло гияфән дә ре кан ди даты Әмир Ҡот ло әх мәтовйәш ҡә ләм дәш тәре – Рәсүл Сәғитов,Нияз Ал сын баев, Гөлнара Мостафина(Өфө ҡа лаһы), Рә милә Торомтаева,Рүзидә Үтә шева (Си бай ҡалаһы), ГөлдәрӘх мәҙишина (Баймаҡ районы), МәҙинәЙәғәфәрова (Әб йәлил районы), Әнисә

Янбаеваның (Уча лы ҡалаһы) повестарыһәм хи кә йәләренә, шулай уҡ үҫмерҙәрөсөн сәс мә әҫәрҙәренә ентекле анализяһаны. Ҡулъ яҙ маларҙың хәтһеҙе – мат Nбу ғат ҡа, бер ни сәһе «Китап» нәш риә те Nнә тәҡдим ител де, ике китап авторы Рә Nсүл Сә ғи товҡа Яҙыу сылар союзына ағ за Nлыҡ ҡа алыр ға юл лама тултырылды.

Йомғаҡлау кисәһендә семи нар сы лар Nҙың Сибай институтының «Инеш» әҙәбитүңә рәге ағзалары, уҡытыусылар, интел Nлигенция вәкилдәре менән ихлас ос Nрашыуы үткәрелде. Унда ҡала ха ки Nмиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Хәй Nрул лин, театрҙың художество етәксеһеДа мир Ғәлимов һ.б. тәбрик әйтте, Ҡә ҙимАралбаев уларға рәхмәт хаттары һәмиҫтәлекле китаптар тапшырҙы. Ар табанХәйҙәр Тапаҡовтың «Әсәйемдең аҡкүлдәге» исемле китабының исем ту йыүткәрелде. Сараны ҡала театрҙары һәмфилармонияһы артистары, ин сти тут N тың «Ете ырыу» фольклор ансамблесағыу концерт номерҙары менән йәм Nләне.

***Бүздәк районы ҠаңныNТөркәй ауы лын N

да Салауат Юлаев исемендәге дәү ләт пре Nмияһы лауреаты Факиһа Ту ғыҙ ба ева ныңижад кисәһе үтте. Байрамда Өфө нән Са Nлауат Юлаев исемендәге пре мия ла уреат Nтары Ҡәҙим Аралбай, Хә сән Назар, яҙыу N сы, радиожурналист Фәр зәнә Аҡ бу ла Nтова, тележурналист Рәйсә Аб дул линаҡат нашты. Улар башта ауыл му зейы, ар Nта бан Хәким Ғиләжев исе мен дәге мәк Nтәп тә яҙыусының тор мо шона һәм ижа ды Nна бағышланған му зей менән та ныш ты.

Ауыл мәҙәниәт йортонда үткән ки сә ләәҙиптәр ши ғыр ҙа рын уҡыны, ав то Nграфтар таратты, Фа ки һа Туғыҙбаеваһүҙ ҙә ренә яҙылған йыр ҙар яң ғыраны.Ҡу наҡ тарҙы һәм юби лярҙы ауыл ха ки Nмиә те башлығы Фирҙәүес Хәбиров һәм

Әҙәби8мәҙәни мөхит

Page 191: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

“Сәрмә сән” ауыл ху жалығы етәк сеһеШамил Йо сопов тәбрикләне, ауыл үҙеш Nмә кәр ҙәре матур концерт ҡуйҙы.

Юбилей тантанаһы Мостай Кәримисе мендәге Милли йәштәр театрында лаүтте. Башҡортостан Республикаһы Пре Nзиденты Мортаза Рәхимовтың ҡот лауынБР Президенты Хакимиәте ре фе рентыҒә ли Фәйезов уҡып ишеттерҙе. Мат Nбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәребу йынса идаралыҡ етәксеһе Эдуард Юл N дашев Факиһа Һаҙый ҡыҙының мө хәр Nрирлек хеҙмәтен юғары баһаланы. “Жур Nналға нигеҙ һалыу һәм уны сы ғарыу –театр төҙөүгә тиң эш. Факиһа Ту ғыҙ Nбаева иһә үҙе булдырған “Аҡбуҙат” жур N налына егерме йыл етәкселек итә”, –тине Яҙыусылар союзы идараһы рәйесеРауил Бик баев.

***Башҡортостан Яҙыусылар союзында

жур налист һәм прозаик Фәнис Яны шев Nтың юбилейы айҡанлы ижад кисәһе бу Nлып үтте.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы ида Nраһы рә йесе урынбаҫары, Салауат Юла Nев исе мен дәге премия лауреаты, шағирҠә ҙим Арал баев, кисәне асып, ФәнисЯнышев ижа дына байҡау яһаны. Уныңпроза өл кәһендә лә, балалар әҙә биә тен Nдә лә, жур на листикала ла егәрле эш лә үе Nнә баҫым яһап, һуңғы йылдарҙа мат бу Nғатта ба ҫы лып сыҡҡан әҙәбиәт му зей Nҙары тура һындағы мауыҡтырғыс ма Nтериал дары, “Аҡ мулла аманаты” повесыһәм хи кәй ә ләре уҡыусылар тарафынанюғары баһа алыуын билдәләне.

Уның һүҙен ҡеүәтләп, Баш ҡорт ос тан Nдың халыҡ шағиры, Башҡортостан Яҙыу Nсы лар союзы идараһы рәйесе РауилБикбаев, ша ғир Рәмил Йәнбәк, әҙиптәрРи нат Ка мал, Марс Әхмәтшин, ФәрзәнәҒөбәй ҙул ли на һәм башҡалар юбилярғаижади уңыш тар теләне.

***Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге респу б ли N

ка гимназияNинтернаты уҡыусыларыКон грессNхолда «Киләсәк – йәштәр ҡу Nлында» девизы аҫтында шиғриәт кисәһеойош торҙо. Сарала Р. Ғарипов, Ғ. Әл мө Nхә мәтов, Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәгерес публика гимназияNинтернаттары,баш ҡорт лицейы һәм иҡтисад лицейы

уҡыу сылары Башҡортостандың халыҡшағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәү Nләт премияһы лауреаты, БР Дәүләт Йы Nйы лышы – Ҡоролтай депутаты, БР Яҙыу Nсылар союзы идараһы рәйесе Рауил Бик Nбаев һәм уның урынбаҫары, СалауатЮлаев исемендәге дәүләт премияһы лау Nреаты Ҡәҙим Аралбаев менән осрашты.Сара ға шулай уҡ БР мәғариф министрыурын баҫары Зөлфиә Әхмәтова, БР Хөкү Nмә те Аппаратының фән һәм мәғариф бү Nлеге мөдире Альберт Ҡорманов, БР Хө Nкү мәте Аппаратының дәүләт хеҙмәтеһәм кадрҙар бүлеге мөдире Ришат Зәй Nнә ғәбдинов та килгәйне.

Шиғриәт кисәһендә уҡыусылар РауилБик баевтың «Хазина», Ҡәҙим Арал ба Nевтың «Рух яҙыуы» поэмалары бу йын сафекер алышты, һорауҙар бирҙе.

***М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәү N

ләт педагогия университетының кон фе NренцNзалында күренекле фронтовикNша Nғир, драматург Ҡадир Даяндың ты уыу ы Nна 100 йыл тулыуға арналған хә тер һәмҡә ҙер кисәһе уҙҙы. Юби лей ҙың БөйөкЕңеү гә 65 йыл тулыу ал дынан үтеүе ки Nсәгә айырыуса тул ҡын лан дыр ғыс төҫбир ҙе. Ҡ. Даяндың ижады һәм тормошоха ҡында үҙе лә дәһшәтле 1941 йылдатыу ған шағир Ҡәҙим Арал бай тул ҡын ла Nнып сығыш яһаны.

Кисәлә ошо университеттың про рек Nторы, профессор Рәйсә Хәйруллина (яу NгирNшағир Хәниф Кәримдең ҡыҙы),С. Юла ев исемендәге дәүләт премияһылау реа ты, шағир Ирек Кинйәбулатов,яҙыу сылар Фә ниә Чанышева, МөкәрәмәСа ди ҡова, Ринат Камал һәм башҡаларйы лы хә тирә ләре менән уртаҡлашты.

Кисәлә Башҡорт дәүләт филар мо ния Nһы ның академия хоры, РФNның һәм БРNҙың халыҡ артисы Флүрә Кил де йә ро ваһәм башҡа аристар Ҡ. Даян ши ғыр ҙа Nрына төрлө композиторҙар яҙ ған йыр Nҙарҙы башҡарҙы. Оҙаҡ йылдар те ле ви де Nниела режиссер булып эшләгән ҡыҙы Лу N иза Даянова иһә атаһы хаҡында һа Nғышлы иҫтәлектәр һөйләне. Са раныБаш ҡортостандың халыҡ ар тист ка һыӘни сә Яхина йәнле итеп алып бар ҙыһәм шағирҙың байтаҡ ши ғыр ҙарынуҡыны.

Әҙәби=мәҙәни мөхит 191

Page 192: Agidel 3 Agidel 10 - Bashkort.ORG_mart_2010.pdf · бу лырға тейеш: береһе – уң яурында, икенсеһе – һул иңбашта. Ләкин кем

ҺƏР КЕМДЕҢ ГРАЖДАНЛЫҠ БУРЫСЫХалыҡ иҫəбен алыу – хəҙерге дəүлəт ҡоролошо өсөн əһəмиəтле һəм тор ‑

мош сан эшмəкəрлектең береһе. Дəүлəт органдарының донъяла финанс‑иҡ ти ‑сади кризис дауам иткəн шарттарҙа иҫəп‑хисап кеүек мəшəҡəтле һəм байтаҡсығымдар талап иткəн был эшкə тотоноуы ла ошо хаҡта һөйлəй. 2002 йылдаүткəрелгəн һуңғы иҫəп‑хисап кампанияһынан һуң байтаҡ ваҡыт уҙып, уларала Рəсəйҙə күп кенə үҙгəрештəр булып үтеүе һəр кемгə мəғлүм. Ошоосорҙа илебеҙҙə халыҡ арттымы, əллə кəменеме, ил, федерация субъекттарыҡаҙ наһы нисек тулыландырыла, эшһеҙлек проблемаһы менəн хəл нисек, уныар табан ни рəүешле хəл итергə, халыҡтың белем кимəле ни хəлдə һ.б. кеүекһо рауҙар дəүлəт органдары өсөн дə, йəмəғəтселек өсөн дə берҙəй үк дəрəжəлəəһə миəтле. Уларҙы төплө белмəй тороп, бер ниндəй ҙə отошло, йоғонтолоэш мəкəрлек алып барыу мөмкин түгел.

Халыҡ иҫəбен алыуҙың мөһимлегенə икелəнеп ҡараусыларға яуап рə үе ‑шендə шуны əйтергə кəрəк: үҙ халҡының иҫəбен, нисек көн итеүен статистикамəғ лүмəттəренə таянып төплө белмəй тороп, бер генə дəүлəт тə үҫешə алмай.«Рос стат» етəксеһенең урынбаҫары А. Суриновтың образлы билдəлəүенсə,иҫəп‑хисап дəүлəт торошон аңлатып, халыҡтың демографик хəле социаль‑иҡ ‑ти сади өлкəгə хəл иткес йоғонто яһай. Тимəк, халыҡ иҫəбен алыу – ысын бар ‑лыҡ ты сағылдырыусы берҙəн‑бер алым. Мəҫəлəн, бөгөнгө Рəсəйҙə күпме фəнкан дидаты һəм фəн докторы барлығын, халыҡтың нимə иҫəбенə йəшəүенаныҡ ҡына бер кем дə əйтə алмай.

Статистик мəғлүмəт йыйыусыларҙы кемдең күпме килем алыуы түгел, əҡайҙан алынған килем иҫəбенə йəшəүе ҡыҙыҡһындыра. Иҫəпселəрҙең береһелə, һеҙ күпме эш хаҡы алаһығыҙ, тип һорамаясаҡ, сөнки иҫəплəмə ҡа ғы ҙынаундай һорау сығарылмаған. Ғөмүмəн, был – йəшерен мəғлүмəт һəм илдə эшитеүсе закондар уны һаҡлай. Шул уҡ ваҡытта статистар, иҫəп‑хисап алыу –халыҡтың дəүлəт менəн бəйлəнеш тотоуының иң йоғонтоло алым да рыныңбереһе, тип иҫəплəй. Төплө иҫəп‑хисапҡа таянмай тороп, дəүлəт үҙ граж ‑дандарының нимəгə мохтажлыҡ кисереүен, ижтимағи тормоштоң ҡай һыөлкəлəре күберəк иғтибар талап итеүен, сығымдарҙы ҡайҙа йүнəлтергə кəрəк ‑леген дөрөҫ билдəлəргə һəлəтһеҙ. Был мəғлүмəттəр шулай уҡ илдең социаль‑иҡтисади үҫешен фаразлау өсөн дə хəл иткес əһəмиəткə эйə. Рəсəй Фе ‑дерацияһы Президентының Федераль Йыйылыш депутаттарына йыллыҡ Мө ‑рəжəғəте, ил ҡаҙнаһы һ.б. дəүлəт əһəмиəтендəге документтар ошондай мəғ ‑лүмəттəр булмаһа, эшлəнə лə алмаҫ ине.

2010 – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йылы